Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

52-СЕ ӨЙРӘНЕҮ МӘҠӘЛӘһЕ

Ата-әсәләр, балаларҙы Йәһүәне яратырға өйрәтегеҙ

Ата-әсәләр, балаларҙы Йәһүәне яратырға өйрәтегеҙ

«Балалар — Йәһүәнән килгән мираҫ» (ЗӘБ. 127:3, төшөрмә).

134-СЕ ЙЫР Балалар — Йәһүәнән бирелгән бүләк

БЫЛ МӘҠӘЛӘЛӘ *

1. Йәһүә ата-әсәләргә ниндәй бүләк ышанып тапшыра?

ЙӘҺҮӘ беренсе парҙы бала табыу теләге менән барлыҡҡа килтергән. Изге Яҙмала былай тиелә: «Балалар — Йәһүәнән килгән мираҫ» (Зәб. 127:3, төшөрмә). Был нимәне аңлата? Күҙ алдына килтерегеҙ: яҡын дуҫығыҙ һеҙгә күп аҡса бирә лә уны һаҡлап тороуығыҙҙы һорай. Шундай хәлдә үҙегеҙҙе нисек тойорһоғоҙ? Бер яҡтан, һеҙ, моғайын, дуҫығыҙҙың шундай ышанысын юғары баһаларһығыҙ. Әммә икенсе яҡтан, күп аҡсаны нисек һаҡлап булғаны хаҡында борсолорһоғоҙ. Иң яҡын дуҫыбыҙ Йәһүә ата-әсәләргә аҡсанан күпкә ҡиммәтерәк бүләк ышанып тапшыра. Йәһүә, ата-әсәләр балаларының имен һәм бәхетле булыуын хәстәрләр, тип көтә.

2. Беҙ ниндәй һорауҙарҙы ҡарап сығырбыҙ?

2 Бала табырғамы, юҡмы һәм быны ҡасан эшләргә икәнен кем ҡарар итергә тейеш? Ата-әсәләр, балаларына бәхетле булырға ярҙам итер өсөн, нимә эшләй ала? Изге Яҙманан бер нисә принцип ҡарап сығайыҡ. Улар парҙарға аҡыллы ҡарарҙар ҡабул итергә ярҙам итер.

ПАРҘЫҢ ҠАРАРЫН ХӨРМӘТ ИТЕГЕҘ

3. а) Бала табыу мәсьәләһен кем хәл итергә тейеш? б) Парҙың туғандарына һәм дуҫтарына Изге Яҙманан ниндәй принциптарҙы иҫтә тоторға кәрәк?

3 Ҡайһы бер мәҙәниәттәрҙә яңы өйләнешкән парҙарҙан, мөмкин тиклем тиҙерәк бала табырҙар, тип көтөлә. Туғандар һәм башҡа кешеләр уларға был йәһәттән баҫым яһарға мөмкин. Азиянан Джетро исемле ағай-ҡәрҙәш былай ти: «Йыйылышта ҡайһы бер балалы ҡәрҙәштәр бала тапмаған парҙарҙы тиҙерәк ата-әсә булырға өндәй». Азиянан башҡа ағай-ҡәрҙәш, Джеффри, былай тип бүлешә: «Ҡай саҡ ҡәрҙәштәр бала тапмаған парҙарға, ҡартайған сағығыҙҙа һеҙҙе бер кем дә ҡарамаҫ, тип әйтә». Ләкин һәр пар бала табырғамы, юҡмы икәнен үҙе хәл итергә тейеш. Был яуаплылыҡ улар өҫтөндә генә ята (Гал. 6:5). Әлбиттә, дуҫтар һәм туғандар яңы өйләнешкән парҙың бәхетле булыуын теләй. Әммә барыһына ла шуны иҫтә тоторға кәрәк: һәр пар бала табыу мәсьәләһен үҙе хәл итергә тейеш (1 Фес. 4:11).

4, 5. Парҙарға ниндәй ике һорау буйынса фекер алышырға кәрәк, һәм быны ҡасан эшләү яҡшыраҡ булыр? Аңлатығыҙ.

4 Бала табырға ҡарар иткән парға ҡасан һәм нисә бала табырға икәне тураһында фекер алышырға кәрәк. Ниндәй ваҡытта был һорауҙар буйынса фекер алышыу яҡшыраҡ булыр? Һәм ни өсөн был ике һорау шул тиклем мөһим?

5 Күпселек осраҡта был һорауҙар тураһында өйләнешкәнгә тиклем фекер алышырға кәрәк. Ни өсөн? Сәбәптәрҙең береһе — был мәсьәләлә бер фекерҙә булыу үтә мөһим. Бынан тыш, егет менән ҡыҙға үҙҙәренең ундай яуаплылыҡҡа әҙерме, юҡмы икәнен баһаларға кәрәк. Ҡайһы бер парҙар никахҡа ингәндән һуң бер-ике йыл бала тапмай торорға булған, сөнки бала тәрбиәләү күп ваҡыт һәм көс талап итә. Улар тәүҙә ғаилә тормошона эйәләшергә һәм бер-береһенә яҡынлашырға ҡарар иткән (Ефес. 5:33).

6. «Ауыр ваҡыттарҙа» йәшәүебеҙҙе иҫәпкә алып, ҡайһы бер парҙар ниндәй ҡарар ҡабул итә?

6 Башҡа мәсихселәр иһә Нухтың өс улы һәм уларҙың ҡатындары ҡалдырған үрнәккә эйәрергә булған. Был өс пар өйләнешкәндән һуң шунда уҡ бала тапмаған (Баш. 6:18; 9:18, 19; 10:1; 2 Пет. 2:5). Ғайса Мәсих беҙҙең көндәрҙе «Нух көндәре» менән сағыштырған, һәм беҙҙең «ауыр ваҡыттарҙа» йәшәүебеҙгә һис тә шикләнмәҫкә була (Матф. 24:37; 2 Тим. 3:1). Быны иҫәпкә алып, ҡайһы бер парҙар, хеҙмәткә күберәк ваҡыт бүлер өсөн, әлегә бала тапмай торорға ҡарар иткән.

Бала табырғамы, юҡмы һәм нисә бала табырға икәнен хәл иткәндә, аҡыллы парҙар бының «күпмегә төшәсәген» хисаплай (7-се абзацты ҡарағыҙ.) *

7. Лука 14:28—30-ҙа һәм Ғибрәтле һүҙҙәр 21:5-тә яҙылған принциптар парҙарға нисек ярҙам итер?

7 Ҡасан һәм нисә бала табырға икәнен хәл иткәндә, аҡыллы парҙар бының «күпмегә төшәсәген» хисаплай. (Лука 14:28—30-ҙы уҡығыҙ.) Тәжрибәле ата-әсәләр бала тәрбиләүҙең аҡса ғына түгел, ә шулай уҡ ваҡыт һәм көс талап иткәнен белә. Шуға күрә парға бындай һорауҙарҙы ҡарап сығыу яҡшы булыр: «Ғаиләбеҙҙең төп ихтыяждарын ҡәнәғәтләндерер өсөн, икебеҙгә лә эшләргә тура килерме? „Төп ихтыяждар“ тигәндә, бер үк нәмәне күҙ уңында тотабыҙмы? Икебеҙ ҙә эшләргә булһаҡ, балаларыбыҙҙы кем ҡарар? Уларға кем йоғонто яһар?» Был һорауҙар буйынса тыныс ҡына фекер алышҡан парҙар Ғибрәтле һүҙҙәр 21:5-тә * (уҡығыҙ) яҙылған һүҙҙәргә ҡолаҡ һала.

Ҡайғыртыусан ир ҡатынына ярҙам итер өсөн көсөнән килгәндең барыһын эшләр (8-се абзацты ҡарағыҙ.)

8. Парҙарға ниндәй ауырлыҡтарға әҙер булырға кәрәк, һәм ҡайғыртыусан ир нимә эшләр?

8 Атай ҙа, әсәй ҙә һәр балаһына етерлек ваҡыт һәм көс бүлергә тейеш, сөнки балалар быға бик мохтаж. Шуға күрә, ғаиләлә балаларҙың йәш айырмаһы ҙур булмаһа, ата-әсәгә уларҙың һәр береһенә ваҡыт табыуы ауыр булырға мөмкин. Бер нисә бәләкәй балаһы булған ҡайһы бер парҙар үҙҙәрен йонсоған итеп тойғандарын таный. Әсәй кеше эмоциональ һәм физик яҡтан хәлһеҙләнергә мөмкин. Ныҡ арығанға, уның регуляр рәүештә Изге Яҙманы өйрәнергә, доға ҡылырға һәм вәғәздә ҡатнашырға көсө ҡалмауы ихтимал. Уға шулай уҡ йыйылыш осрашыуында иғтибарлы булыу һәм программанан файҙа алыу еңел булмаҫҡа мөмкин. Әлбиттә, ҡайғыртыусан ир өйҙә лә, осрашыуҙарҙа ла ҡатынына балаларҙы ҡарашыр өсөн хәленән килгәндең барыһын эшләр. Мәҫәлән, ул өй эштәрендә ярҙамлаша ала. Шулай уҡ, ғаилә менән ғибәҙәт ҡылыу кисе даими үткәрелһен өсөн һәм ғаиләнең һәр ағзаһы унан файҙа алһын өсөн, атай кеше бар көсөн һалырға тырышыр. Һәм, әлбиттә, мәсихсе атайҙар үҙ ғаиләләре менән даими вәғәзләр.

БАЛАҒЫҘҘЫ ЙӘҺҮӘНЕ ЯРАТЫРҒА ӨЙРӘТЕГЕҘ

9, 10. Балаһына ярҙам итергә теләгән ата-әсәгә нимә эшләү мөһим?

9 Ата-әсәләр, балаларын Йәһүәне яратырға өйрәтер өсөн, нимә эшләй ала? Балаларҙы әхлаҡи ҡурҡыныстарҙан нисек һаҡлап була? Әйҙәгеҙ, бер нисә кәңәш ҡарап сығайыҡ.

10 Йәһүәнән ярҙам һорап доға ҡылығыҙ. Самсондың ата-әсәһенең миҫалына иғтибар итәйек. Улдары тыуасағын белгәс, Манух һәм уның ҡатыны Йәһүәнән, баланы тәрбиәләргә өйрәтсе, тип ялбарып һораған.

11. Хөкөмсөләр 13:8-ҙән күренеүенсә, ата-әсәләр Манухтан нимәгә өйрәнә ала?

11 Босния һәм Герцеговинала йәшәгән Ниха́д менән А́лма Манухтан өлгө алған. Улар былай тип аңлата: «Манух һымаҡ, беҙ Йәһүәнән үҙебеҙҙе яҡшы ата-әсә булырға өйрәтеүен һорап доға ҡылдыҡ. Йәһүә доғаларыбыҙға төрлөсә яуап бирҙе, ул быны Изге Яҙма, баҫмалар, йыйылыш осрашыуҙары һәм конгрестар аша эшләне». (Хөкөмсөләр 13:8-ҙе * уҡығыҙ.)

12. Йософ менән Мәрйәм балаларына ниндәй үрнәк күрһәткән?

12 Үрнәк күрһәтегеҙ. Һүҙҙәрегеҙ мөһим булһа ла, эштәрегеҙ балағыҙға, моғайын, күпкә ҙурыраҡ йоғонто яһар. Һис шикһеҙ, Мәрйәм менән Йософ балаларына, шул иҫәптән Ғайсаға ла яҡшы үрнәк күрһәткән. Йософ үҙ ғаиләһен тәьмин итер өсөн тырышып эшләгән. Бынан тыш, ул балаларын рухи нәмәләрҙе ҡәҙерләргә дәртләндергән (Ҡан. 4:9, 10). Муса ҡануны талап итмәһә лә, Йософ үҙенең ғаиләһен Иерусалимға Ҡотҡарылыу байрамына «йыл һайын» алып барған (Лука 2:41, 42). Ул көндәрҙә йәшәгән ҡайһы бер атайҙар, бәлки, бөтә ғаиләне ундай сәйәхәткә алыу сиктән тыш ауыр, күп ваҡыт һәм аҡса сарыф иткән сара тип һанағандыр. Әммә Йософ рухи нәмәләрҙе юғары баһалаған һәм балаларында ла шундай уҡ ҡараш үҫтерергә тырышҡан. Мәрйәм дә балаларына өлгө күрһәткән. Ул Яҙмаларҙы бик яҡшы белгән. Һис шикһеҙ, һүҙҙәре һәм эштәре менән ул балаларын Алла Һүҙен яратырға өйрәткән.

13. Бер пар нисек Йософ менән Мәрйәмдең үрнәгенә эйәргән?

13 Юғарыла иҫкә алынған Нихад менән Алма шулай уҡ Йософ менән Мәрйәмдең өлгөһөнә эйәрергә тырышҡан. Был уларға улдарын Алланы яратҡан мәсихсе итеп тәрбиәләргә нисек ярҙам иткән? Улар былай ти: «Йәшәү рәүешебеҙ менән беҙ улыбыҙға Йәһүәнең принциптары буйынса йәшәү ниндәй файҙа һәм бәхет килтергәнен күрһәтергә тырыштыҡ». Нихад былай тип өҫтәй: «Балағыҙҙың ниндәй кеше булыуын теләйһегеҙ, үҙегеҙ ҙә шундай булығыҙ».

14. Ни өсөн ата-әсәләр балаларының кем менән аралашҡанын белергә тейеш?

14 Балағыҙға яҡшы дуҫтар һайларға ярҙам итегеҙ. Атай ҙа, әсәй ҙә баланың кем менән ваҡыт үткәргәнен һәм нимә менән шөғөлләнгәнен белергә тейеш. Тимәк, уларға баланың социаль селтәрҙәр һәм кеҫә телефоны аша кем менән аралашҡанын белергә кәрәк. Был бик мөһим, сөнки иптәштәре баланың уй-фекерҙәренә һәм эштәренә ҙур йоғонто яһай (1 Кор. 15:33).

15. Ата-әсәләр Джессиҙың үрнәгенән нимәгә өйрәнә ала?

15 Компьютер һәм электрон яйланмалар менән ҡуллана белмәгән ата-әсәләр нимә эшләй ала? Филиппинда йәшәгән Джесси исемле ағай-ҡәрҙәш былай ти: «Электрон яйланмаларҙы яҡшы белмәһәк тә, беҙ барыбер балаларыбыҙҙы уларға бәйле ҡурҡыныстарҙан киҫәтергә тырыштыҡ». Джесси, үҙе был яйланмалар менән ҡуллана белмәһә лә, балаларын уларҙы ҡулланыуҙан тыймаған. Ул былай тип өҫтәй: «Мин балаларҙы электрон яйланмалар ярҙамында сит тел өйрәнергә, осрашыуҙарға әҙерләнергә һәм көн дә Изге Яҙманы уҡырға дәртләндерҙем». Балағыҙ булһа, уның менән бергә мессенджерҙарҙы ҡулланыуға һәм интернетта фотолар урынлаштырыуға ҡағылышлы кәңәштәрҙе ҡарап сыҡтығыҙмы? Был кәңәштәрҙе jw.org® сайтының «Үҫмерҙәр» тип аталған бүлексәһендә табып була, улар электрон яйланмалар менән ҡулланыуға дөрөҫ ҡараш һаҡларға ярҙам итә. Балағыҙ менән бергә «Һин электрон яйланмаңа хужамы, әллә ҡолмо?» һәм «Социаль селтәрҙәр ауға әйләнмәһен» тигән видеоларҙы ҡаранығыҙмы? * Был материалдар һеҙгә балағыҙҙы электрон яйланмаларҙы аҡыллы итеп ҡулланырға өйрәтергә ярҙам итер (Ғиб. һүҙ. 13:20).

16. Күп ата-әсәләр нимә эшләй, һәм был ниндәй емештәр килтерә?

16 Күп ата-әсәләр, балалары Аллаға ашҡынып хеҙмәт иткән ҡәрҙәштәр менән аралаша алһын өсөн, төрлө мөмкинлектәр тыуҙырырға тырыша. Мәҫәлән, Кот-д’Ивуарҙа йәшәгән Н’Де́ни менән Бо́мин йыш ҡына район күҙәтеүсеһен үҙ йортонда туҡтарға саҡырған. Н’Дени былай тип бүлешә: «Был улыбыҙға бик ныҡ тәьҫир итте. Ул пионер хеҙмәтен башланы, ә хәҙер район күҙәтеүсеһенең урынбаҫары булып хеҙмәт итә». Һеҙ ҙә, балағыҙҙың аралашыу даирәһе яҡшы булһын өсөн, мөмкинлектәр тыуҙыра алыр инегеҙме?

17, 18. Ата-әсәләр балаларын ҡасан өйрәтә башларға тейеш?

17 Балағыҙҙы мөмкин тиклем иртәрәк өйрәтә башлағыҙ. Балағыҙҙы ни тиклем иртәрәк өйрәтә башлаһағыҙ, шул тиклем яҡшыраҡ (Ғиб. һүҙ. 22:6). Илсе Павел менән сәйәхәт иткән Тимофейҙың миҫалын ҡарап сығайыҡ. Әсәһе Евника һәм өләсәһе Лоида Тимофейҙы сабый сағынан уҡ өйрәткән (2 Тим. 1:5; 3:15).

18 Кот-д’Ивуарҙан башҡа пар Жан-Клод менән Пис үҙҙәренең алты балаһына Йәһүәгә ҡарата яратыу үҫтерергә һәм уның хеҙмәтселәре булып үҫергә ярҙам иткән. Улар быға нисек өлгәшкән? Улар Евника менән Лоиданан өлгө алған. Жан-Клод менән Пис былай тип әйтә: «Беҙ һәр балабыҙҙы тыуыу менән тиерлек Алла Һүҙенә өйрәтә башлай торғайныҡ» (Ҡан. 6:6, 7).

19. Алла Һүҙен баланың күңеленә һеңдереү үҙ эсенә нимәне ала?

19 Ҡанун 6:6, 7-лә ата-әсәләргә Алла Һүҙен баланың күңеленә «һеңдерергә» кәңәш ителә. Был нимәне аңлата? «Һеңдереү» тигән һүҙ «өйрәтеү һәм ҡат-ҡат әйтеп иҫкә төшөрөү» тигән мәғәнә йөрөтә. Бының өсөн ата-әсәгә балалары менән даими рәүештә бергә ваҡыт үткәрергә кәрәк. Балаға ҡат-ҡат нимәлер ҡабатларға тура килеүе ҡайһы саҡ ата-әсәләрҙе күңелһеҙләндерергә мөмкин. Әммә, күңелһеҙләнеү урынына, ҡабатлауҙы яҡшы өйрәтеү ысулы итеп ҡабул итегеҙ. Был ысул ярҙамында һеҙ балағыҙҙы Алла Һүҙен аңларға һәм уны тормошта ҡулланырға өйрәтә алаһығыҙ.

Ата-әсәләр үҙҙәренең һәр балаһын нисек өйрәтергә икәнен ҡарар итергә тейеш (20-се абзацты ҡарағыҙ.) *

20. Зәбур 127:4-тәге һүҙҙәрҙе бала тәрбиәләүҙә нисек ҡулланып була?

20 Һәр балағыҙҙы яҡшы белегеҙ. 127-се мәҙхиәлә балалар уҡтар менән сағыштырыла. (Зәбур 127:4-те * уҡығыҙ.) Уҡтар төрлө материалдан һәм төрлө ҙурлыҡта булырға мөмкин. Шуның шикелле, балалар ҙа бер-береһенән айырылып тора. Шуға күрә ата-әсә һәр балаһын нисек өйрәтергә икәнен ҡарар итергә тейеш. Израиль илендә йәшәгән бер пар, үҙ тәжрибәһе менән бүлешеп, былай ти: «Беҙ һәр балабыҙ менән Изге Яҙманы айырым өйрәндек». Был парҙың ике балаһы ла Алла хеҙмәтселәре булып үҫкән. Әлбиттә, һәр ғаилә башлығы был алым уның ғаиләһендә ҡулланырлыҡмы икәнен үҙе хәл итергә тейеш.

ЙӘҺҮӘ ҺЕҘГӘ ЯРҘАМ ИТЕР

21. Ата-әсәләр Йәһүәнән ниндәй ярҙам алырға өмөтләнә ала?

21 Ҡайһы саҡ бала тәрбиәләү ата-әсәләргә бик ауыр мәсьәлә булып тойолорға мөмкин. Әммә балалар — Йәһүәнән бирелгән бүләк икәнен онотмау мөһим. Йәһүә ата-әсәләргә ярҙам итергә теләй. Ул ата-әсәләрҙең доғаларын иғтибар менән тыңлай һәм уларға Изге Яҙма, баҫмалар, йыйылыштағы тәжрибәле ата-әсәләрҙең үрнәге һәм кәңәштәре аша яуап бирә.

22. Ата-әсәләр балаларына бирә алған иң яҡшы бүләктәр ниндәй?

22 Ҡайһы берәүҙәр бала тәрбиәләүҙе 20 йыллыҡ проект менән сағыштыра. Әммә 20 йыл үткәс тә, ата-әсә барыбер ата-әсә булып ҡала. Улар балаларына бирә алған иң яҡшы бүләктәр — яратыу, ваҡыт һәм Изге Яҙмаға нигеҙләнгән тәрбиә. Ҡайһы бер балалар ундай тәрбиәне ҡабул итә, ә ҡайһы берҙәре уны кире ҡаға. Шулай ҙа Йәһүәне яратҡан ғаиләлә үҫкән балаларҙың күбеһе Азияла йәшәгән Джоанна-Мэй ҡәрҙәштең бындай һүҙҙәре менән килешә: «Мин ата-әсәйемә яҡшы тәрбиә биргәндәре өсөн һәм Йәһүәне яратырға өйрәткәндәре өсөн шул тиклем рәхмәтлемен. Улар миңә тормош бүләк итеп кенә ҡалманы, ә шулай уҡ уны мәғәнәле итте» (Ғиб. һүҙ. 23:24, 25). Миллионлаған мәсихсе шундай уҡ хистәр кисерә.

59-СЫ ЙЫР Йәһте маҡтағыҙ!

^ 5 абз. Никахта торған парҙарға бала табыу мотлаҡмы? Нисә бала табырға кәрәк? Ата-әсәләр балаларын Йәһүәне яратырға һәм уға хеҙмәт итергә нисек өйрәтә ала? Был һорауҙарға яуап алыр өсөн, беҙ ҡайһы бер ҡәрҙәштәрҙең миҫалдарын ҡарап сығырбыҙ һәм Изге Яҙмалағы принциптарға иғтибар итербеҙ.

^ 7 абз. Ғибрәтле һүҙҙәр 21:5: «Тырыш кешенең ниәттәре уңышҡа илтә, ә ашыҡ-бошоҡ эшләүсе һәр кем ярлы буласаҡ».

^ 11 абз. Хөкөмсөләр 13:8: «Манух Йәһүәгә былай тип ялбарҙы: „Ғәфү ит, Йәһүә. Һин ебәргән Алла кешеһе, тағы килеп, беҙҙе тыуасаҡ баланы нисек тәрбиәләп үҫтерергә икәненә өйрәтһен ине“».

^ 15 абз. «Һинең һорауҙарыңа яуаптар» китабының (урыҫ) I томында 36-сы бүлекте һәм II томында 11-се бүлекте ҡарағыҙ.

^ 20 абз. Зәбур 127:4: «Кешенең йәш сағында тыуған улдары көслө кеше ҡулындағы уҡтар кеүек».

^ 63 абз. РӘСЕМДӘ: ир менән ҡатын бала табырғамы, юҡмы икәнен хәл итә. Улар быға бәйле шатлыҡтар һәм вазифалар тураһында уйлана.

^ 67 абз. РӘСЕМДӘ: атай менән әсәй, балаларының йәшен һәм һәләттәрен иҫәпкә алып, уларҙың һәр береһе менән айырым өйрәнә.