Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

Хәтерләйһегеҙме?

Хәтерләйһегеҙме?

2019 йылда «Күҙәтеү манараһы» журналында ҡаралған һорауҙарға яуап бирә алаһығыҙмы?

«Һиңә ҡаршы яһалған бер ҡорал да уңышлы булмаҫ» тигән вәғәҙә нимәне аңлата? (Ишағ. 54:17).

Йәһүәнең беҙҙе «залимдарҙың һулышына» оҡшаш һәр ҡайһы зыяндан яҡлаясағына һис тә шикләнмәҫкә була (Ишағ. 25:4, 5). Дошмандар беҙгә төҙәтә алмаҫлыҡ зыян килтерә алмаҫ (w19.01, 6—7 бб.).

Алланың ҡынаандар һәм үҙ һүҙле израилдәр менән мөғәмәлә итеүенән нисек уның ғәҙеллеге күренә?

Ҡатындар һәм балалар менән аяуһыҙ мөғәмәлә иткән һәм ерәнгес енси әхлаҡһыҙлыҡ ҡылған кешеләрҙе Алла язаға тарттырған. Шул уҡ ваҡытта Йәһүә үҙенә тыңлаусан булған һәм башҡалар менән ғәҙел мөғәмәлә иткән кешеләрҙе фатихалаған (w19.02, 22—23 бб.).

Йәһүәгә хеҙмәт итмәгән кеше доға ҡылһа, беҙгә үҙебеҙҙе нисек тоторға?

Беҙ үҙебеҙҙе ихтирамлы тотабыҙ, әммә «амин» тип әйтмәйбеҙ. Доғанан һуң ике ҡуллап бит һыпырыу ҙа дөрөҫ булмаҫ. Беҙ үҙебеҙ эстән генә доға ҡыла алабыҙ (w19.03, 31 б.).

Баланы енси йәберләү ни тиклем етди гонаһ?

Баланы енси көсләү — уның үҙенә, йыйылышҡа, хөкүмәт закондарына һәм Аллаға ҡаршы гонаһ. Закон баланы көсләү осраҡтары тураһында хәбәр итеүҙе талап итһә, өлкәндәр был законды үтәй (w19.05, 9—10 бб.).

Фекер йөрөтөү рәүешебеҙҙе нисек үҙгәртеп була?

Төп аҙымдар: доғала Йәһүә менән һөйләшеү, уйҙарыбыҙға һәм хистәребеҙгә анализ яһау маҡсаты менән уйланыу, яҡшы дуҫтар һайлау (w19.06, 11 б.).

Хәҙерҙән үк эҙәрләүҙәргә әҙерләнер өсөн, нимә эшләп була?

Йәһүә менән дуҫлығығыҙҙы нығытығыҙ. Уның үҙегеҙҙе яратыуына һәм бер ҡасан да ҡалдырмаясағына шикләнмәгеҙ. Изге Яҙманы көн дә уҡығыҙ һәм өҙлөкһөҙ доға ҡылығыҙ. Алла Батшалығының фатихалар килтерәсәгенә инанған булығыҙ. Изге Яҙманан яратҡан аяттарығыҙҙы һәм Йәһүәне данлау йырҙарын ятлап алығыҙ (w19.07, 2—4 бб.).

Туғандарға хәҡиҡәтте ҡабул итергә нисек ярҙам итеп була?

Уларҙың хистәрен аңларға тырышығыҙ. Өлгөлө тәртибегеҙ менән яҡшы шаһитлыҡ бирегеҙ. Сабыр һәм ипле булығыҙ (w19.08, 15—17 бб.).

Матфей 11:28-ҙә вәғәҙә ителгәнсә, ни өсөн, Ғайса беҙгә тапшырған эш көс өҫтәй, тип әйтеп була?

Беҙҙең иң яҡшы күҙәтеүселәр, иң яҡшы дуҫтар һәм иң яҡшы эш бар (w19.09, 23 б.).

Алла нисек беҙҙә эш итеү теләге уята һәм көс бирә? (Флп. 2:13).

Беҙ Алла Һүҙен уҡығанда һәм уның өҫтөндә уйланғанда, Алла беҙҙә үҙ ихтыярын үтәргә теләк тыуҙыра һәм эш итергә көс бирә. Ул үҙенең изге рухы менән һәләттәребеҙҙе көсәйтергә мөмкин (w19.10, 21 б.).

Етди ҡарар ҡабул итер алдынан, ниндәй аҙымдар яһау аҡыллы булыр?

1) Зирәклек һорап доға ҡылығыҙ. 2) Төплө тикшереү үткәрегеҙ. 3) Этәргес ниәттәрегеҙҙе тикшерегеҙ. 4) Конкрет маҡсаттар ҡуйығыҙ. 5) Үҙегеҙҙән сиктән тыш күпте көтмәгеҙ (w19.11, 27—29 бб.).

Һауа менән һөйләшкәндә, Иблис үлемһеҙ йән барлығын күҙ уңында тотҡанмы?

Күрәһең, юҡ. Шайтан Һауаға, үлмәйәсәкһең, тип әйткән. Ул уға, тәнең генә үлер, тип әйтмәгән. Туфандан һуң бер хаталы тәғлимәт тә ҡалмаған. Үлемһеҙ йән тураһындағы тәғлимәт, күрәһең, Алла, Бабилда кешеләрҙең телдәрен бутап, уларҙы ер йөҙө буйлап таратҡанға тиклем барлыҡҡа килгән (w19.12, 15 б.).