Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

49-СЫ ӨЙРӘНЕҮ МӘҠӘЛӘһЕ

Эштең дә, ялдың да «үҙ ваҡыты бар»

Эштең дә, ялдың да «үҙ ваҡыты бар»

«Берәй аулаҡ ергә барып, бер аҙ ял итеп алығыҙ» (МАРК 6:31).

143-СӨ ЙЫР Көт, вәғәзлә, иҫеңдә тот

БЫЛ МӘҠӘЛӘЛӘ *

1. Күп кешеләр эшкә нисек ҡарай?

ҺЕҘ йәшәгән ерҙә кешеләр эшкә нисек ҡарай? Күп илдәрҙә кешеләр элеккегә ҡарағанда күберәк эшләй. Йыш ҡына уларҙың ял итеүгә, үҙ ғаиләләре менән аралашыуға һәм рухи ихтыяждарын ҡәнәғәтләндереүгә ваҡыттары ҡалмай (Вәғ. 2:23). Икенсе яҡтан, ҡайһы берәүҙәр эшләргә һис тә яратмай һәм эшләмәҫ өсөн төрлө һылтауҙар таба (Ғиб. һүҙ. 26:13, 14).

2, 3. Эш тураһында әйткәндә, Йәһүә менән Ғайса ниндәй үрнәк ҡалдырған?

2 Эйе, кешеләргә алтын урталыҡ табыуы ауыр. Әммә Йәһүә һәм Ғайса Мәсих эшкә дөрөҫ ҡараш һаҡлай. Һис шикһеҙ, Йәһүә эшләргә ярата. Ғайса: «Минең Атам һәр ваҡыт эш өҫтөндә булғанға күрә, Мин дә эшләйем», — тиеп быны асыҡ итеп күрһәткән (Яхъя 5:17). Уйлап ҡына ҡарағыҙ, Алла икһеҙ-сикһеҙ Ғаләмде һәм иҫәпһеҙ күп рухи заттарҙы барлыҡҡа килтергән. Һәм беҙ йәшәгән матур ер йөҙө лә Алланың иҫ киткес ижади эштәре менән тулы. Мәҙхиә йырлаусының бындай һүҙҙәре бик хаҡ: «Эй Йәһүә, ҡылған эштәрең шул тиклем күп! Һин уларҙың барыһын зирәклек менән яратҡанһың. Ер йөҙө һин булдырған нәмәләр менән тулы» (Зәб. 104:24).

3 Ғайса Мәсих Атаһынан өлгө алған. Алла «күктәрҙе барлыҡҡа килтергәндә», «оҫта һөнәрсе» Ғайса уға ярҙам иткән (Ғиб. һүҙ. 8:27—31). Һуңыраҡ, ерҙә булғанда, ул Йәһүә ҡушҡан эште бик яҡшы башҡарған. Был эш уның өсөн ризыҡ һымаҡ булған. Ғайсаның бөтә эштәре уның Алланан килгәнен иҫбатлаған (Яхъя 4:34; 5:36; 14:10).

4. Ял тураһында әйткәндә, Йәһүә менән Ғайсанан нимәгә өйрәнеп була?

4 Йәһүә менән Ғайса һәр ваҡыт эшләй икән, был, беҙгә лә ял итергә кәрәкмәй, тигәнде аңлатамы? Әлбиттә, юҡ. Йәһүә бер ҡасан да арымай, шуға күрә ул физик ялға мохтаж түгел. Шулай ҙа, Изге Яҙмала әйтелгәнсә, Йәһүә, күк менән ерҙе яратҡас, «эшләүҙән туҡтаған һәм ял итә башлаған» (Сығ. 31:17). Был һүҙҙәр, күрәһең, шуны аңлата: Йәһүә эшләүҙән туҡтаған да башҡарған эштәренә ҡыуанып ҡәнәғәтлек кисергән. Ғайса Мәсих тә, ерҙә арымай-талмай хеҙмәт итһә лә, ял итеү һәм дуҫтары менән бергә ашап алыу тураһында ла онотмаған (Матф. 14:13; Лука 7:34).

5. Күп мәсихселәргә нимәне билдәләүе ауыр?

5 Изге Яҙма Алла хеҙмәтселәрен эшһөйәр булырға дәртләндерә. Улар ялҡау түгел, ә тырыш булырға тейеш (Ғиб. һүҙ. 15:19). Күп мәсихселәр, үҙ ғаиләләрен тәьмин итер өсөн, донъяуи эштә эшләй. Бынан тыш, беҙ бөтәбеҙ ҙә вәғәз эшендә ҡатнашабыҙ. Әммә етерлек ял итеү ҙә мөһим. Һеҙгә ҡайһы саҡ эш, хеҙмәт һәм ял араһында алтын урталыҡ табыуы ауырмы? Эшкә һәм ялға күпме ваҡыт бүлергә кәрәк икәнен нисек билдәләргә?

АЛТЫН УРТАЛЫҠ ТАБЫУ

6. Марк 6:30—34-тә тасуирланған осраҡ Ғайсаның эшкә һәм ялға дөрөҫ ҡарағанын нисек күрһәтә?

6 Эшкә дөрөҫ ҡараш һаҡлау мөһим. Сөләймән батша, Алла тарафынан рухландырылып: «Һәр эштең үҙ ваҡыты бар», — тигән. Ул яҙғанса, мәҫәлән, ултыртыу һәм төҙөү ваҡыты, илау, көлөү һәм бейеү ваҡыты бар (Вәғ. 3:1—8). Эйе, эш һәм ял тормошобоҙҙа бик мөһим роль уйнай. Ғайса Мәсих эшкә һәм ялға дөрөҫ ҡараған. Бер осраҡта илселәр вәғәздән һуң шатланып ҡайтҡан. Улар хеҙмәт менән шул тиклем мәшғүл булған, «хатта тамаҡ ялғарға ла ваҡыттары» булмаған. Шунлыҡтан Ғайса уларға: «Әйҙәгеҙ, үҙегеҙ генә Минең менән берәй аулаҡ ергә барып, бер аҙ ял итеп алығыҙ», — тип әйткән. (Марк 6:30—34-те уҡығыҙ.) Ғайсаның һәм шәкерттәрҙең ҡайһы саҡ үҙҙәре теләгән тиклем ял итергә мөмкинлектәре булмаһа ла, Ғайса ялдың мөһимлеген аңлаған.

7. Шәмбе көнөнә ҡағылышлы ҡанунды ҡарап сығыу беҙгә ниндәй файҙа килтерер?

7 Ваҡыт-ваҡыт беҙгә ял итергә һәм көндәлек эштәр тәртибен үҙгәртеп алырға кәрәк. Был Алланың боронғо халҡына биргән бер ҡанунынан күренә. Һүҙ һәр аҙна тоторға кәрәк булған Шәмбе көнө тураһында бара. Беҙ Муса ҡануны буйынса йәшәмәйбеҙ, шулай ҙа Шәмбе көнөнә ҡағылышлы ҡанунды ҡарап сығыу беҙҙең өсөн бик файҙалы булыр. Был беҙгә эшкә һәм ялға дөрөҫ ҡарайбыҙмы, юҡмы икәнен билдәләргә ярҙам итер.

ШӘМБЕ — ЯЛ ҺӘМ ҒИБӘҘӘТ ӨСӨН ВАҠЫТ

8. Сығыш 31:12—15 буйынса, Шәмбе көнөнөң маҡсаты ниндәй булған?

8 Алла Һүҙендә әйтелгәнсә, алтынсы ижади «көн» тамамланғас, Йәһүә ерҙә бүтән бер нәмә лә барлыҡҡа килтермәгән (Баш. 2:2). Әммә Йәһүә эшләргә ярата, шуға күрә, башҡаса булһа ла, һаман да эшләй (Яхъя 5:17). Йәһүә, алты «көн» эшләп, етенсе көндө ял иткән кеүек, израилдәр ҙә һәр етенсе көн ял итергә тейеш булған. Алла аңлатҡанса, Шәмбе көнө уның һәм израилдәр араһындағы килешеүҙең билдәһе булып торған. Шәмбе «тулыһынса ял итеү көнө» булып киткән, ул «Йәһүә өсөн изге» булған. (Сығыш 31:12—15-те * уҡығыҙ.) Был көндө бер кемгә лә, шул иҫәптән балаларға, ҡолдарға һәм хатта йорт хайуандарына ла эшләргә ярамаған (Сығ. 20:10). Был израилдәргә рухи нәмәләргә күберәк иғтибар бүлергә мөмкинлек биргән.

9. Ғайса көндәрендә Шәмбегә ҡағылышлы ниндәй хаталы ҡараштар таралған булған?

9 Шәмбе көнөнә ҡағылышлы ҡанун Алла халҡының файҙаһы өсөн бирелгән булған. Әммә Ғайса көндәрендә күп кенә дин әһелдәре Шәмбегә бәйле ҡәтғи ҡағиҙәләр урынлаштырған. Улар, Шәмбе көнөндә хатта башаҡтар өҙөргә йә ауырыған кешене һауыҡтырырға ярамай, тип әйткән (Марк 2:23—27; 3:2—5). Уларҙың ҡараштары Алланың фекер йөрөтөүен һис сағылдырмаған, һәм Ғайса кешеләргә быны аңларға ярҙам иткән.

Ғайса Шәмбе көнөн рухи эштәргә бағышлаған ғаиләлә үҫкән (10-сы абзацты ҡарағыҙ.) *

10. Матфей 12:9—12-лә яҙылғанса, Ғайса Шәмбе көнөнә нисек ҡараған?

10 Ғайса һәм уның йәһүд халҡынан булған эйәрсендәре Шәмбе көнөн тотҡан, сөнки улар Муса ҡанунына * буйһонған. Ләкин Ғайса һүҙҙәре һәм эштәре менән Шәмбе көнөнә аҡыллы ҡараш һаҡларға кәрәклеген һәм был көндө игелекле эштәр ҡылырға рөхсәт ителгәнен күрһәткән. Ул асыҡ итеп былай тигән: «Шәмбе көнөндә яҡшылыҡ эшләү дөрөҫ». (Матфей 12:9—12-не уҡығыҙ.) Эйе, ул башҡаларға ярҙам итеүҙе Шәмбе көнөн боҙоу тип һанамаған. Ғайсаның эштәре уның Шәмбе көнөнөң нимә өсөн бирелгәнен аңлауын күрһәткән. Был көндө көндәлек эштәрҙән ял иткәнгә, израилдәр үҙ иғтибарын рухи нәмәләргә туплай алған. Күрәһең, Ғайса Шәмбе көнөн рухи эштәргә бағышлаған ғаиләлә үҫкән. Ундай һығымтаны Ғайсаның тыуған ҡалаһында булған бер осраҡтан яһап була. Изге Яҙмала былай тиелгән: «Ғайса Үҙе үҫкән ҡалаға — Назараға килгән һәм, ғәҙәте буйынса, шәмбе көнө ғибәҙәтханаға ингән. Изге Яҙманы уҡырға тип урынынан [торған]» (Лука 4:15—19).

ҺЕҘ ЭШКӘ НИСЕК ҠАРАЙҺЫҒЫҘ?

11. Эш тураһында әйткәндә, кем Ғайсаға яҡшы өлгө күрһәткән?

11 Йософ Ғайсаны балтасылыҡ һөнәренә өйрәткән һәм, һис шикһеҙ, уға эшкә Алла кеүек ҡарарға ярҙам иткән (Матф. 13:55, 56). Ғайса Йософтоң, ҙур ғаиләһен тәьмин итер өсөн, көн һайын тырышып эшләүен күреп үҫкән. Шуныһы ҡыҙыҡ, һуңыраҡ Ғайса үҙенең шәкерттәренә: «Эшсе үҙенең хеҙмәтенә күрә әжерен алырға лайыҡлы», — тип әйткән (Лука 10:7). Эйе, Ғайса ауыр эштең нимә икәнен яҡшы белгән.

12. Павелдың эшкә ҡарашы ниндәй аяттарҙа сағыла?

12 Илсе Павел да тырышып эшләүҙең нимә икәнен белгән. Уның төп шөғөлө башҡаларға Ғайсаның исеме һәм уның өйрәткәндәре тураһында шаһитлыҡ биреү булған. Шулай ҙа уға үҙен тәьмин итер өсөн эшләргә кәрәк булған. Фессалоникалағы мәсихселәр Павелдың, үҙҙәренә «йөк булмаҫ өсөн», «көнө-төнө» эшләүен белгән (2 Фес. 3:8; Ғәм. 20:34, 35). Үҙенең эше тураһында яҙғанда, Павел, моғайын, палаткалар тегеү һөнәрен күҙ уңында тотҡандыр. Коринфта булғанда, ул Акила менән Прискилланың өйөндә туҡтаған һәм, «һөнәрҙәре бер үк булыу сәбәпле», улар менән бергә эшләгән. Павелдың «көнө-төнө» эшләгәне уның бер туҡтауһыҙ эшләгәнен аңлатмай. Мәҫәлән, Шәмбе көнө ул палаткалар текмәгән. Был уға йәһүдтәргә вәғәзләргә мөмкинлек биргән, сөнки улар ҙа Шәмбе көнө эшләмәгән (Ғәм. 13:14—16, 42—44; 16:13; 18:1—4).

13. Беҙ Павелдың миҫалынан нимәгә өйрәнә алабыҙ?

13 Павел беҙгә яҡшы үрнәк ҡалдырған. Ул донъяуи эштә лә эшләгән, һөйөнөслө хәбәрҙе лә даими вәғәзләгән (Рим. 15:16; 2 Кор. 11:23). Ул башҡаларҙы ла шулай эш итергә дәртләндергән. Акила менән Прискилла Павел өсөн, беренсе сиратта, Ғайса Мәсих тапшырған эштәге хеҙмәттәштәр булған (Рим. 12:11; 16:3). Павел Коринфтағы мәсихселәрҙе, Раббы эшендә «бар көсөгөҙҙө» һалығыҙ, тип өндәгән (1 Кор. 15:58; 2 Кор. 9:8). Йәһүә хатта Павелды бындай һүҙҙәр яҙырға рухландырған: «Кем эшләргә теләмәй, шул ашамай» (2 Фес. 3:10).

14. Яхъя 14:12-ләге һүҙҙәрҙе әйткәндә, Ғайса нимәне күҙ уңында тотҡан?

14 Был һуңғы көндәрҙә вәғәзләү һәм шәкерттәр әҙерләү эше — иң мөһим эш. Ғайса үҙ шәкерттәре тураһында, мин башҡарған эштәргә ҡарағанда тағы ла бөйөгөрәк эштәр башҡарырҙар, тип пәйғәмбәрлек иткән. (Яхъя 14:12-не уҡығыҙ.) Был һүҙҙәр менән ул, шәкерттәрем минең кеүек мөғжизәләр ҡылыр, тип әйтергә теләмәгән. Уның шәкерттәре ҙурыраҡ территорияла, күберәк кешеләргә һәм оҙағыраҡ ваҡыт дауамында вәғәзләргә һәм кешеләрҙе өйрәтергә тейеш булған.

15. Беҙгә ниндәй һорауҙар өҫтөндә уйланырға кәрәк һәм ни өсөн?

15 Донъяуи эштә эшләһәгеҙ, үҙегеҙгә бындай һорауҙар бирегеҙ: «Мин эш урынымда тырыш эшсе булараҡ билдәлеме? Эшемде сифатлы башҡарып, уны ваҡытында тамамларға тырышаммы?» Был һорауҙарға «эйе» тип яуап бирһәгеҙ, һеҙ, моғайын, эш биреүсегеҙҙең ышанысын яуларһығыҙ. Бынан тыш, эштәге хеҙмәттәштәрегеҙ һөйөнөслө хәбәрҙе теләберәк тыңлар. Ә вәғәз эше тураһында әйткәндә, бындай һорауҙар өҫтөндә уйланып алығыҙ: «Мин тырыш вәғәзсе булараҡ билдәлеме? Кешеләр менән беренсе тапҡыр һөйләшеүгә яҡшы әҙерләнәмме? Ҡыҙыҡһыныу күрһәткән кешеләргә тиҙ арала килергә тырышаммы? Хеҙмәттең төрлө төрҙәрендә даими ҡатнашаммы?» Ыңғай яуап бирһәгеҙ, хеҙмәт һеҙгә күберәк шатлыҡ килтерер.

ҺЕҘ ЯЛ ИТЕҮГӘ НИСЕК ҠАРАЙҺЫҒЫҘ?

16. Ғайса һәм илселәр ял итеүгә нисек ҡараған, һәм уларҙың ҡарашы бөгөн йәшәгән кешеләрҙекенән нимә менән айырылып тора?

16 Ғайса үҙенең һәм илселәренең ваҡыт-ваҡыт ял итеүгә мохтаж булғанын аңлаған. Ләкин улар күңел асыуҙы тормошта беренсе урынға ҡуймаған. Бөгөн иһә күптәр, Ғайса көндәрендә йәшәгән кешеләр кеүек, ял итеү менән күңел асыуҙы тормоштағы иң мөһим нәмәләр тип һанай. Улар Ғайса ҡиссаһындағы бай кешегә оҡшаш. Был бай кеше үҙ-үҙенә былай тигән: «Йәнем ял итһен, ашаһын, эсһен, күңел асһын» (Лука 12:19; 2 Тим. 3:4).

Эшкә һәм ялға дөрөҫ ҡарау иғтибарыбыҙҙы көс өҫтәгән яҡшы эштәргә тупларға ярҙам итә (17-се абзацты ҡарағыҙ.) *

17. Беҙ эштән буш ваҡытыбыҙҙы нисек ҡулланабыҙ?

17 Беҙ, Ғайсанан өлгө алып, эштән буш ваҡытыбыҙҙы ял итеү өсөн генә түгел, ә шулай уҡ вәғәзләү һәм йыйылыш осрашыуҙарына йөрөү өсөн дә ҡулланырға тырышабыҙ. Шәкерттәр әҙерләү һәм осрашыуҙарға барыу беҙҙең өсөн бик мөһим, шуға күрә беҙ был изге эштәрҙә даими ҡатнашыр өсөн көсөбөҙҙән килгәндең барыһын да эшләйбеҙ (Евр. 10:24, 25). Хатта отпускыла булғанда ла, беҙ, ҡайҙа булыуыбыҙға ҡарамаҫтан, осрашыуҙарға даими йөрөргә тырышабыҙ һәм кешеләр менән Изге Яҙма тураһында һөйләшер өсөн мөмкинлектәр эҙләйбеҙ (2 Тим. 4:2).

18. Батшабыҙ Ғайса Мәсих беҙҙең нимә эшләүебеҙҙе теләй?

18 Батшабыҙ Ғайса Мәсих хәлебеҙҙән килмәгәнде көтмәй, ул беҙгә эшкә һәм ялға дөрөҫ ҡараш һаҡларға ярҙам итә. Беҙ уға бының өсөн бик рәхмәтле! (Евр. 4:15). Ул беҙҙең етерлек ял итеүебеҙҙе, шулай уҡ үҙ ихтыяждарыбыҙҙы ҡәнәғәтләндерер өсөн тырышып эшләүебеҙҙе һәм шәкерттәр әҙерләү эшендә шатланып ҡатнашыуыбыҙҙы теләй. Киләһе мәҡәләлә Ғайса Мәсихтең, беҙҙе ҡот осҡос ҡоллоҡтан азат итер өсөн, нимә эшләгәне ҡаралыр.

38-СЕ ЙЫР Алла һиңә ҡеүәт бирер

^ 5 абз. Изге Яҙма беҙҙе эшкә һәм ялға дөрөҫ ҡарарға өйрәтә. Был мәҡәләлә беҙ Шәмбе көнөнә ҡағылышлы ҡанунға иғтибар итербеҙ, шулай уҡ эшкә һәм ялға дөрөҫ ҡарайбыҙмы, юҡмы икәнен тикшерербеҙ.

^ 8 абз. Сығыш 31:12—15: «Йәһүә Мусаға тағы былай тине: „Израилдәр менән һөйләшеп, уларға былай тип әйт: ,Һеҙ Шәмбеләремде мотлаҡ тоторға тейеш, сөнки был — минең һеҙҙең менән төҙөгән килешеүҙең билдәһе. Был билдә минең һеҙҙе изгеләндереүсе Йәһүә икәнлегемде быуындан-быуынға иҫегеҙгә төшөрөп торасаҡ. Һеҙ Шәмбе көнөн тоторға тейеш, сөнки ул һеҙҙең өсөн изге. Шәмбе тураһындағы ҡанунды боҙған һәр кем үлтерелергә тейеш. Берәйһе ул көндә ниндәй ҙә булһа эш эшләһә, шул кеше юҡ ителергә тейеш. Алты көн эшләгеҙ, ә етенсе көн — Шәмбе, тулыһынса ял итеү көнө. Ул Йәһүә өсөн изге. Шәмбе көндө эшләгән һәр кем үлтерелергә тейеш‘“».

^ 10 абз. Ғайсаның шәкерттәре Шәмбе көнөнә ҡағылышлы ҡанунды шул тиклем хөрмәт иткән, хатта, ул көн тамамланғансы, Ғайсаның кәүҙәһенә һөртөү өсөн хуш еҫле майҙар әҙерләүҙе кисектереп торған (Лука 23:55, 56).

^ 56 абз. РӘСЕМДӘ: Шәмбе көнө Йософ үҙенең ғаиләһен синагогаға алып бара.

^ 58 абз. РӘСЕМДӘ: үҙенең ғаиләһен тәьмин итер өсөн тырышып эшләгән атай кеше, хатта отпускыла булғанда ла, буш ваҡытын рухи эштәрҙә ҡатнашыр өсөн ҡуллана.