Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

Уҡыусыларҙың һорауҙары

Уҡыусыларҙың һорауҙары

Изге Яҙмала әйтелгәнсә, кешенең гонаһта ғәйеплеме, юҡмы икәнен билдәләр өсөн, кәм тигәндә ике шаһит кәрәк (Һан. 35:30; Ҡан. 17:6; 19:15; Матф. 18:16; 1 Тим. 5:19). Әммә Муса ҡануны буйынса, әгәр ир кеше, йәрәшелгән ҡыҙҙы «яланда» осратып, уны көсләһә, һәм ҡыҙ ҡысҡырған булһа, ир зина ҡылыуҙа ғәйепле булған, ә ҡыҙ — юҡ. Көсләүҙең шаһиттары булмаған икән, ни өсөн ир ғәйепле тип һаналған, ә ҡыҙ — юҡ?

Ҡанун 22:25—27-ләге өҙөктә ирҙең ғәйебен раҫлау тураһында һүҙ бармай, сөнки уның ғәйепле булыуы былай ҙа билдәле булған. Был ҡанун ҡыҙҙың ғәйепһеҙ булыуына баҫым яһай. Әйҙәгеҙ, контексҡа иғтибар итәйек.

Алдағы аяттарҙа йәрәшелгән ҡыҙҙы «ҡалала» осратып, уның менән яҡынлыҡ ҡылған ир тураһында әйтелә. Был осраҡта ир зина ҡылыуҙа ғәйепле тип һаналған, сөнки ҡыҙ башҡа иргә йәрәшелгән булған. Ә ҡыҙ ғәйепле булғанмы? «Ҡыҙ ҡалала ҡысҡырмаған». Ҡысҡырған булһа, башҡалар, тауышын ишетеп, уны яҡлар ине. Әммә, ҡысҡырмағас, ул да зина ҡылыуҙа ғәйепле булған. Шуға күрә уларҙың икеһен дә хөкөм иткәндәр (Ҡан. 22:23, 24).

Артабан Муса ҡанунында башҡа осраҡ килтерелә: «Әммә ир кеше, йәрәшелгән ҡыҙҙы яланда осратып, уны көсләһә, уның менән ятҡан ир үлергә тейеш, ә ҡыҙға бер нәмә лә эшләмә. Ул үлем язаһына хөкөм ителерлек гонаһ ҡылманы. Был берәй кешенең, үҙ яҡынына һөжүм итеп, уны үлтереүе менән бер. Сөнки ул уны яланда осратҡан, һәм был йәрәшелгән ҡыҙ ҡысҡырһа ла, уны ҡотҡарыусы булмаған» (Ҡан. 22:25—27).

Был осраҡта хөкөмсөләр ҡыҙға ышанған. Улар, был ҡыҙ ҡысҡырған, әммә уны ҡотҡарыусы булмаған, тип һанаған. Шунлыҡтан ҡыҙ зина ҡылыуҙа ғәйепле булмаған. Ләкин ир көсләүҙә һәм зина ҡылыуҙа ғәйепле һаналған, сөнки ул йәрәшелгән ҡыҙ менән яҡынлыҡ ҡылған һәм быны ҡыҙҙың ихтыярына ҡаршы эшләгән.

Шулай итеп, был ҡанун күбеһенсә ҡыҙҙың ғәйепһеҙ булыуына баҫым яһай, ә ир кешенең көсләүҙә һәм зина ҡылыуҙа ғәйепле булыуын телгә генә ала. Һис шикһеҙ, хөкөмсөләр, һәр шундай осраҡты «ентекләп» тикшереп, Алланың аныҡ һәм күп тапҡыр ҡабатланған нормаларына нигеҙләнеп ҡарарҙар сығарған (Ҡан. 13:14; 17:4; Сығ. 20:14).