Уҡыусыларҙың һорауҙары
Илсе Павелдың 1 Коринфтарға 15:29-ҙа яҙылған һүҙҙәре, ҡайһы бер мәсихселәр үлгәндәр хаҡына һыуға сумдырылған, тигәнде аңлатамы?
Юҡ, аңлатмай. Изге Яҙмала ла, тарихи сығанаҡтарҙа ла быға дәлилдәр юҡ.
Изге Яҙманың ҡайһы бер тәржемәләрендә был аят, Павел көндәрендә мәсихселәр үлгәндәр хаҡына һыуға сумдырылған, тигән фекер тыуҙыра. Мәҫәлән, башҡорт телендәге Инжилдә был аят былай тип яңғырай: «Үлеләр хаҡына сумдырылғандар ниңә быны ҡылалар һуң? Үлеләр бөтөнләй терелмәгәс, ни өсөн улар хаҡына сумдырылырға?»
Әммә Изге Яҙма белгестәренең бының тураһында нимә әйткәненә иғтибар итегеҙ. Грегори Локвуд исемле теологтың һүҙҙәре буйынса, «үлгән кеше хаҡына һыуға сумдырылыу осраҡтары Изге Яҙмала ла, тарихи сығанаҡтарҙа ла килтерелмәй». Профессор Гордон Фи ла оҡшаш фекер әйткән: «Изге Яҙмала ла, тарихта ла ундай һыуға сумдырылыуға ҡағылышлы осраҡтар иҫкә алынмай. Яңы Ғәһедтә бының хаҡында бер һүҙ ҙә юҡ. Беренсе мәсихселәр йә илселәрҙең үлеменән һуң барлыҡҡа килгән сиркәүҙәр ундай һыуға сумдырылыу үткәрмәгән».
Изге Яҙмала әйтелгәнсә, Ғайса үҙ шәкерттәренә бындай әмер үтәргә ҡушҡан: «Барса халыҡтарға барығыҙ һәм уларҙы Минең шәкерттәрем итегеҙ, уларҙы... һыуға сумдырығыҙ, һеҙгә ҡушҡандарымдың барыһын да үтәргә өйрәтегеҙ» (Матф. 28:19, 20). Әммә һыуға сумдырылыр алдынан кеше Йәһүә һәм уның Улы тураһында белем алырға, уларға иман итергә һәм буйһонорға тейеш булған. Үлгән кеше иһә был талаптарҙы үтәй алмаған, һәм башҡа мәсихселәр ҙә уның урынына быны эшләй алмаған (Вәғ. 9:5, 10; Яхъя 4:1; 1 Кор. 1:14—16).
Улайһа Павел нимәне күҙ уңында тотҡан?
Коринфтағы ҡайһы бер кешеләр үленән терелеүгә ышанмаған (1 Кор. 15:12). Павел ундай ҡараштарҙың хаталы икәнен күрһәтергә тырышҡан. Ул: «Көн һайын туранан-тура үлемдең күҙҙәренә ҡарайым», — тип яҙған. Әммә бөтә был ҡурҡыныстарға ҡарамаҫтан, Павел, Ғайса һымаҡ, үҙенең үлеменән һуң күктә йәшәр өсөн тереләсәгенә ышанған (1 Кор. 15:30—32, 42—44).
Коринфтағыларға шуны аңларға кәрәк булған: майланған мәсихселәр һынауҙарға дусар буласаҡ һәм күктәге бүләкте алыр алдынан уларға үлергә тура киләсәк. «Ғайса Мәсихкә сумдырылған» булыу уның үлеменә сумдырылған булыуҙы аңлата (Рим. 6:3). Һөҙөмтәлә ундай символик сумдырылыу букваль үлемгә һәм күктә йәшәр өсөн терелеүгә килтергән.
Ғайса һыуға сумдырылғандан һуң ике йылдан ашыу ваҡыт үткәс, ул үҙенең илселәренә былай тигән: «Мин ҡабул итәһе сумдырылыуҙы үтерһегеҙ» (Марк 10:38, 39). Ул һыуҙа сумдырылыу тураһында түгел, ә үҙенең тоғро хеҙмәте үлемгә килтерәсәге тураһында әйткән. Павел майланған мәсихселәргә былай тип яҙған: «Мәсих менән бергә михнәт кисерәбеҙ икән, Уның данын да уртаҡлашасаҡбыҙ» (Рим. 8:16, 17; 2 Кор. 4:17). Шуға күрә майланғандар ҙа күктәге тормошҡа терелер алдынан үлергә тейеш.
Тимәк, Павелдың һүҙҙәрен былайыраҡ тәржемә итеп була: «Юҡһа, үлер өсөн һыуға сумдырылғандарға нимә эшләргә? Үлеләр бөтөнләй терелмәһә, ниңә уларға ундай булыр өсөн һыуға сумдырылырға?»