Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

Хәтерләйһегеҙме?

Хәтерләйһегеҙме?

«Күҙәтеү манараһы»ның быйылғы сығарылыштарын иғтибар менән уҡынығыҙмы? Аҫта килтерелгән һорауҙарға яуап бирә алаһығыҙмы?

Беҙ майланған мәсихселәр менән нисек мөғәмәлә итергә тейеш?

Беҙ уларҙың иманын ҡәҙерләйбеҙ, әммә уларға артыҡ күп иғтибар бирмәйбеҙ, сөнки кешеләр менән сиктән тыш ныҡ һоҡланыу дөрөҫ түгел (Йәһ. 16). Беҙ уларға өмөттәренә ҡағылышлы шәхси һорауҙар бирмәйбеҙ (w20.01, 29 б.).

Йәһүәнең һеҙҙең менән ҡыҙыҡһынғанына ниндәй дәлилдәр бар?

Изге Яҙманан күренеүенсә, һеҙ әле әсә ҡарынында булғанда, Йәһүә һеҙҙе инде күргән. Ул һеҙҙең доғаларҙы тыңлай. Йәһүә һеҙҙең уйҙарҙы һәм хистәрҙе белә. Һеҙҙең эштәр уға тәьҫир итә (1 Йыл. 28:9; Ғиб. һүҙ. 27:11). Ул һеҙҙе үҙенә йәлеп иткән (w20.02, 12 б.).

Ҡасан һөйләргә, ә ҡасан өндәшмәҫкә кәрәк?

Беҙ шатланып Йәһүә тураһында һөйләйбеҙ. Берәйһенең насар юлға баҫҡанын күргәндә, өндәшмәй ҡалмайбыҙ. Өлкәндәр кәрәк саҡта кәңәш бирә. Эшмәкәрлегебеҙ тыйылған илдәрҙә хеҙмәтебеҙ нисек ойошторолғаны тураһында бер нәмә лә әйтмәйбеҙ. Конфиденциаль мәғлүмәт менән бүлешмәйбеҙ (w20.03, 20—21 бб.).

Йәил китабының 2-се бүлегендәге саранча Асылыш китабының 9-сы бүлегендәге саранчанан нимә менән айырылып тора?

Йәил 2:20—27-лә әйтелгәнсә, Алла саранчаны ҡыуырға һәм ул килтергән зыянды ҡапларға вәғәҙә итә. Пәйғәмбәрлектең был өлөшө Вавилон ғәскәре Израилгә һөжүм иткәндә үтәлгән. Ә Йәил 2:28, 29-ҙа яҙылған һүҙҙәр б. э. 33 йылының Илленсе көн байрамында Алла үҙенең хеҙмәтселәренә изге рух биргәндә үтәлгән. Асылыш 9:1—11-ҙә саранча менән беҙҙең көндәрҙәге майланғандар сағыштырыла. Улар Алланың был яуыз донъяға сығарған хөкөм ҡарарҙарын иғлан итә һәм шулай итеп был донъя кешеләрен яфалай (w20.04, 3—6 бб.).

Бөгөн төньяҡ батша ролен кем үтәй?

Рәсәй һәм уның союздаштары. Улар, вәғәз эшен тыйып һәм Шаһиттарға үҙ нәфрәтен белдереп, Алла халҡына туранан-тура йоғонто яһай. Төньяҡ батша көньяҡ батша менән ярыша (w20.05, 13 б.).

«Рух емеше» Галаттарға 5:22, 23-тә һанап кителгән сифаттарҙан ғына торамы?

Юҡ. Изге рух беҙгә, мәҫәлән, тәҡүәлек һымаҡ башҡа яҡшы сифаттарҙы ла үҫтерергә ярҙам итә (Ефес. 5:8, 9) (w20.06, 17 б.).

Интернетта үҙең турала ниндәйҙер мәғлүмәт урынлаштырыуҙың ниндәй ҡурҡынысы бар?

Интернетта урынлаштырған мәғлүмәтегеҙ һеҙҙең баҫалҡы түгел, ә маҡтансыҡ икәнегеҙҙе күрһәтергә мөмкин (w20.07, 6—7 бб.).

Мәсихселәр тәжрибәле балыҡсыларҙан нимәгә өйрәнә ала?

Улар урынды һәм ваҡытты балыҡтың күплегенә ҡарап һайлай. Улар ҡоралдарҙы дөрөҫ ҡуллана. Ҡыйыулыҡ менән үҙгәреүсән шарттарҙа ла эшләй. Беҙ хеҙмәттә шулай уҡ эш итә алабыҙ (w20.09, 5 б.).

Өйрәнеүсенең Йәһүәгә ҡарата яратыуын нисек тәрәнәйтеп була?

Беҙ уны Изге Яҙманы көн дә уҡырға һәм уҡығандары өҫтөндә уйланырға дәртләндерә алабыҙ. Шулай уҡ доға ҡылырға өйрәтеү ҙә мөһим (w20.11, 4 б.).

«Мәсих арҡаһында барыбыҙ ҙа тереләсәкбеҙ» тигән һүҙҙәр кемгә ҡағыла? (1 Кор. 15:22).

Илсе Павел, һәр кеше тереләсәк, тип әйтергә теләмәгән. Бында ул «Ғайса Мәсих аша Аллаға бағышланғандар[ҙы]», йәғни майланған мәсихселәрҙе күҙ уңында тотҡан (1 Кор. 1:2; 15:18) (w20.12, 5—6 бб.).

«Һәммәбеҙ ҙә үҙгәрәсәк — ҡапыл, күҙ асып йомған арала, һуңғы борғоноң ҡысҡыртыуында» тигән һүҙҙәр үтәлгәндән һуң, майланғандар нимә эшләйәсәк? (1 Кор. 15:51—53).

Майланғандар үҙҙәренең етәксеһе Ғайса Мәсих менән бергә халыҡтар өҫтөнән тимер таяҡ менән хакимлыҡ итәсәк (Асыл. 2:26, 27) (w20.12, 12—13 бб.).