Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

50-СЕ ӨЙРӘНЕҮ МӘҠӘЛӘҺЕ

«Минең менән бергә ожмахта буласаҡһың»

«Минең менән бергә ожмахта буласаҡһың»

«Хаҡ һүҙ әйтәм һиңә бөгөн: һин минең менән бергә ожмахта буласаҡһың» (ЛУКА 23:43, ЯДТ).

145-СЕ ЙЫР Алла вәғәҙә иткән ожмах

БЫЛ МӘҠӘЛӘЛӘ a

1. Эргәһендә эленеп торған енәйәтсегә Ғайса нимә әйткән? (Лука 23:39—43).

 ҒАЙСА, ғүмеренең һүнеүен тойоп, ғазаплана. Уның эргәһендә ике енәйәтсе аҫылынып тора (Лука 23:32, 33). Уларҙың икеһе лә Ғайсаны мыҫҡыллай. Тимәк, улар уның шәкерттәре түгел (Матф. 27:44; Марк 15:32). Әммә бер ваҡыт уларҙың береһенең ҡарашы үҙгәрә, һәм ул Ғайсаға: «Батшалығыңа килгәс, мине иҫеңә төшөр», — тип әйтә. Ғайса уға: «Хаҡ һүҙ әйтәм һиңә бөгөн: һин минең менән бергә ожмахта буласаҡһың», — ти. (Лука 23:39—43-тө b уҡығыҙ, ЯДТ.) Был енәйәтсе күктәге Батшалыҡ хаҡында ишеткән булһа ла, нишләптер Мәсихтең шәкерте булып китмәгән. Һәм Ғайса, был кеше күктәге Батшалыҡҡа инәсәк тип, бер нимә лә әйтмәгән (Матф. 4:17). Тимәк, Ғайса ерҙәге ожмах тураһында әйткән. Ни өсөн беҙ шундай һығымта яһай алабыҙ?

Тәүбә иткән енәйәтсе һәм уның нимәгә ышанғаны тураһында нимә әйтеп була? (2, 3-сө абзацтарҙы ҡарағыҙ.)

2. Ни өсөн тәүбә иткән енәйәтсе еврей булған тип әйтеп була?

2 Тәүбә иткән енәйәтсе, күрәһең, еврей булған. Ни өсөн шулай тип әйтеп була? Сөнки ул икенсе енәйәтсенән: «Алланан ҡурҡмайһыңмы ни?» — тип һораған (Лука 23:40). Ул ваҡытта башҡа халыҡтар күп илаһтарға табынған, ә еврейҙар бер хаҡ Аллаға ғына табынған (Сығ. 20:2, 3; 1 Кор. 8:5, 6). Әгәр был енәйәтселәр еврей булмаһа, һорау: «Илаһтарҙан ҡурҡмайһыңмы ни?» — тип яңғырар ине. Шулай уҡ Ғайса башҡа халыҡтарға түгел, ә «Израиль халҡының юғалған һарыҡтарына ғына» ебәрелгән булған (Матф. 15:24). Бынан тыш, Алла израилдәргә үлеләрҙе терелтеү тураһында хәҡиҡәтте асҡан һәм тәүбә иткән енәйәтсе, моғайын, был хаҡта белгәндер. Уның һүҙҙәренән күренеүенсә, ул Йәһүәнең Ғайсаны терелтеләсәгенә һәм Ғайса Алла Батшалығында идара итәсәгенә ышанған. Күрәһең, был кеше Алла уны ла терелтәсәгенә өмөтләнгән.

3. Ғайса ожмах тураһында әйткәс, тәүбә иткән енәйәтсе нимәне күҙ алдына килтергәндер? Аңлатығыҙ (Башланмыш 2:15).

3 Тәүбә иткән енәйәтсе еврей булғас, ул Әҙәм, Һауа һәм улар йәшәгән ожмах тураһында белгән. Шуға күрә Ғайса ожмах тураһында әйткәндә, был кеше, моғайын, ерҙәге иҫ киткес ожмахты күҙ алдына килтергәндер. (Башланмыш 2:15-те уҡығыҙ.)

4. Ғайсаның енәйәтсегә әйткән һүҙҙәре беҙҙе нимә тураһында уйланырға этәрә?

4 Ғайсаның енәйәтсегә әйткән һүҙҙәре беҙҙе ожмахтағы тормоштоң ниндәй буласағы тураһында уйланырға этәрә. Сөләймән батшаның идара итеүе тураһында уҡып, ожмах тураһында нимәлер белеп була. Изге Яҙмала, Ғайса «Сөләймәндән бөйөгөрәк», тип әйтелә (Матф. 12:42). Тимәк, ул үҙенең хакимдаштары менән ерҙә иҫ киткес шарттар булдырыр. Һәм «бүтән һарыҡтарға» ожмахта мәңге йәшәр өсөн нимә эшләргә кәрәклеге тураһында белеү мөһим (Яхъя 10:16).

ОЖМАХТАҒЫ ТОРМОШ НИНДӘЙ БУЛЫР?

5. Һеҙ ерҙәге тормошто нисек күҙ алдына килтерәһегеҙ?

5 Ожмахтағы тормош тураһында уйлағанда, һеҙ нимәне күҙ алдына килтерәһегеҙ? Бәлки, Эден баҡсаһына оҡшаған матур парктылыр (Баш. 2:7—9). Ә, бәлки, Миҡай пәйғәмбәрҙең «уларҙың һәр береһе үҙ йөҙөм ағасы һәм үҙ инжир ағасы аҫтында ултырыр» тигән һүҙҙәрен иҫкә төшөрәһегеҙҙер (Миҡ. 4:3, 4). Изге Яҙмалағы башҡа аяттарҙа ерҙә ризыҡтың мул булыуы тураһында яҙылған (Зәб. 72:16; Ишағ. 65:21, 22). Шуға күрә һеҙ үҙегеҙҙе матур баҡсала ризыҡ тулы өҫтәл артында ултыраһығыҙ тип, күҙ алдына килтерә алаһығыҙ. Һауала сәскәләр еҫе аңҡып тора. Һеҙ яҡындарығыҙҙың һәм дуҫтарығыҙҙың көлөү тауыштарын ишетәһегеҙ. Уларҙың араһында терелгән ғәзиз кешеләрегеҙ ҙә бар. Һәм был хыял ғына түгел. Ундай матур тормош ерҙең һәр мөйөшөндә булыр. Беҙ быға бер ҙә шикләнмәйбеҙ. Ә шулай уҡ ожмахта яратҡан эшебеҙ булыр.

Яңы донъяла беҙ ғәйәт ҙур эштә — терелгәндәрҙе өйрәтеү эшендә ҡатнашырбыҙ (6-сы абзацты ҡарағыҙ.)

6. Ожмахта беҙ нимә эшләрбеҙ? (Рәсемде ҡарағыҙ.)

6 Йәһүә беҙҙе эштән рәхәтлек табыу һәләте менән барлыҡҡа килтергән (Вәғ. 2:24). Мәсихтең Меңйыллыҡ идараһы ваҡытында эш бик күп булыр. Ҙур афәтте үткәндәргә һәм миллионлаған терелгәндәргә кейем, ризыҡ һәм йорттар кәрәк булыр. Бының барыһы булһын өсөн күп эшләргә тура килер. Әммә был эш беҙгә тик ҡәнәғәтлек кенә килтерер. Әҙәм менән Һауа Эден баҡсаһын эшкәртергә тейеш булған, шуның кеүек беҙгә лә ерҙе ожмахҡа әйләндерергә кәрәк булыр. Күҙ алдына килтерегеҙ: Йәһүә һәм уның ниәте тураһында белмәгән миллионлаған терелгәндәрҙе өйрәтеүе ни тиклем күңелле булыр! Шулай уҡ Алланың Ғайса Мәсихкә тиклем йәшәгән тоғро хеҙмәтселәренә улар үлгәндән һуң нимә булғаны тураһында һөйләү ҙур шатлыҡ килтерер.

7. Беҙ нимәгә ышанабыҙ һәм ни өсөн?

7 Ожмахта тыныслыҡ һәм тәртип булыр. Беҙ бер нәмәгә лә мохтаж булмаҫбыҙ. Беҙ быны ҡайҙан беләбеҙ? Йәһүә Улы идара иткән ваҡытта тормоштоң ниндәй буласағын инде күрһәткән. Әйҙәгеҙ, Сөләймән батша идара иткән ваҡыт тураһында һөйләшеп алайыҡ.

СӨЛӘЙМӘН БАТШАНЫҢ ИДАРА ИТЕҮЕ — КИЛӘСӘК ОЖМАХТЫҢ САҒЫЛЫШЫ

8. Зәбур 37:10, 11, 29-ҙағы һүҙҙәр боронғо ваҡытта нисек үтәлгән? (Был сығарылышта килтерелгән «Уҡыусыларҙың һорауҙары» тигән мәҡәләне ҡарағыҙ.)

8 Дауыт, Алла тарафынан рухландырылып, тәхеттә Аллаға тоғро һәм зирәк батша ултырғанда тормоштоң ниндәй буласағы тураһында яҙған. (Зәбур 37:10, 11, 29-ҙы c уҡығыҙ.) Кешеләр менән ожмах тураһында һөйләшкәндә, беҙ, ғәҙәттә, Зәбур 37:11-ҙе уҡыйбыҙ, һәм был дөрөҫ тә. Сөнки Ғайса, Тауҙағы вәғәзен һөйләгәндә ошо аятҡа һылтанып, был һүҙҙәрҙең үтәләсәген күрһәткән (Матф. 5:5). Әммә Дауыттың һүҙҙәре шулай уҡ Сөләймән идара иткән ваҡытта тормош ниндәй буласағын күрһәткән. Ул идара иткән ваҡытта Алла халҡы тыныслыҡҡа һәм муллыҡҡа кинәнгән. Израилдәр «һөт менән бал аҡҡан» иҫ киткес ерҙә йәшәгән. Алла уларға: «Әгәр ҡағиҙәләрем буйынса йәшәһәгеҙ... мин был ергә тыныслыҡ бирермен, һәм йоҡларға ятҡанда һеҙҙе бер кем ҡурҡытмаҫ», — тигән (Лев. 20:24; 26:3, 6). Был вәғәҙәләр Сөләймән идара иткән ваҡытта үтәлгән (1 Йыл. 22:9; 29:26—28). Алла вәғәҙә итеүенсә, ялған илаһтарға табынғандар юҡҡа сыҡҡан (Зәб. 37:10). Тимәк, Зәбур 37:10, 11, 29-ҙағы һүҙҙәр боронғо ваҡытта үтәлгән һәм киләсәктә лә үтәләсәк.

9. Сөләймән батшаның идара итеүе тураһында Шеба батшабикәһе нимә тигән?

9 Сөләймән идара иткән ваҡытта израилдәрҙең тыныслыҡта һәм муллыҡта йәшәүҙәре тураһында Шеба батшабикәһе ишеткән. Ул ишеткәндәрен үҙ күҙҙәре менән күрергә тип, йыраҡтан Иерусалимға килгән (1 Бат. 10:1). Сөләймәндең батшалығын күргәс, ул: «Миңә яртыһын да һөйләмәгәндәр икән! [...] Һинең халҡың бәхетле! Һинең алдыңда зирәк һүҙҙәреңде һәр ваҡыт тыңлап торған хеҙмәтселәрең бәхетле!» — тигән (1 Бат. 10:6—8). Әммә Сөләймәндең идараһы Йәһүәнең Ғайса аша кешеләргә яуҙырасаҡ фатихаларының тик сағылышы ғына булып торған.

10. Ғайса Сөләймәндән ҡайһы яҡтан айырылып тора?

10 Ғайса, Сөләймәнгә ҡарағанда, бөтә яҡтан бөйөгөрәк. Сөләймән етди гонаһтар ҡылған, һәм был Алла халҡына интегеүҙәр килтергән. Ғайса иһә — бер ҡасан да хата яһамаған камил идарасы (Лука 1:32; Евр. 4:14, 15). Шайтан дусар иткән ауыр һынауҙарға ҡарамаҫтан, Ғайса Аллаға тоғро ҡалған. Мәсих бер ҡасан да гонаһ ҡылмаясағын һәм үҙенең идараһы аҫтында булған кешеләргә зыян килтермәйәсәген иҫбатлаған. Беҙҙең шундай батшабыҙ булғанына бик шатбыҙ!

11. Ғайса менән бергә кем идара итер?

11 Ғайса үҙенең 144 000 хакимдашы менән бергә кешеләр хаҡында ҡайғыртыр һәм Йәһүәнең ергә ҡарата ниәтен тормошҡа ашырыр (Асыл. 14:1—3). Майланғандар ерҙә йәшәгәндә күп ауырлыҡтар һәм ғазаптар аша үткән, шунлыҡтан улар кешеләрҙең хәленә инә белә. Улар ниндәй эш башҡарыр?

МАЙЛАНҒАНДАР НИНДӘЙ ЭШ БАШҠАРЫР?

12. Йәһүә майланғандарға ниндәй йөкләмә тапшырған?

12 Сөләймән батша башҡарған ғәйәт ҙур эштәрҙе Ғайса һәм уның хакимдаштары алып барасаҡ эш менән сағыштырып та булмай. Израиль батшаһы бер илдә йәшәгән бер нисә миллион кеше өҫтөнән идара иткән, ә Алла Батшалығы менән идара итеүселәр бөтә ер шары буйынса миллиардлаған кеше хаҡында ҡайғыртасаҡ. Йәһүә 144 000 майланған мәсихсегә ниндәй хөрмәтле эш тапшырған!

13. Ғайсаның хакимдаштары ниндәй вазифалар башҡарыр?

13 144 000 майланған мәсихсе, Ғайса һымаҡ, батшалар һәм руханиҙар булып хеҙмәт итәсәк (Асыл. 5:10). Израиль халҡы Муса ҡанунына буйһонғанда, руханиҙар улар хаҡында физик һәм рухи яҡтан ҡайғыртҡан. Был «ҡанун — килә торған яҡшы нәмәләрҙең... күләгәһе генә» булған (Евр. 10:1). Тимәк, Ғайса һәм уның хакимдаштары Алла халҡының физик һәм рухи ихтыяждары хаҡында ҡайғыртыр, тип әйтә алабыҙ. Был батшалар һәм руханиҙар ерҙә йәшәгән кешеләр менән нисек бәйләнешкә инерен беҙ әлегә белмәйбеҙ. Нисек кенә булмаһын, ерҙәге ожмахта йәшәгән кешеләргә Йәһүә кәрәкле күрһәтмәләр бирер (Асыл. 21:3, 4).

ОЖМАХТА ЙӘШӘР ӨСӨН «БҮТӘН ҺАРЫҠТАР» НИМӘ ЭШЛӘРГӘ ТЕЙЕШ?

14. «Бүтән һарыҡтар» һәм «бәләкәй көтөү» араһында мөнәсәбәт ниндәй?

14 Ғайса уның менән бергә идара иткәндәрҙе «бәләкәй көтөү» тип атаған (Лука 12:32). Ул шулай уҡ икенсе төркөм — «бүтән һарыҡтар» тураһында әйткән. Был ике төркөм бер бөтөн көтөүҙе тәшкил итә (Яхъя 10:16). Улар инде бөгөн үк хеҙмәттәшлек итә, һәм был эш ерҙәге ожмахта ла дауам ителәсәк. Әлбиттә, ул ваҡытта «бәләкәй көтөү» инде күктә булыр, ә «бүтән һарыҡтарға» ерҙә мәңге йәшәргә мөмкинлек асыласаҡ. Әммә ерҙәге ожмахта йәшәр өсөн улар билдәле талаптарға тура килергә тейеш.

Беҙ бөгөн үк ожмахта йәшәргә әҙерләнәбеҙ (15-се абзацты ҡарағыҙ.) d

15. а) «Бүтән һарыҡтар» Мәсихтең ҡәрҙәштәре менән нисек хеҙмәттәшлек итә? б) Фотоһүрәткә ҡарағыҙ. Дарыуханала вәғәзләгән ағай-ҡәрҙәштән һеҙ нимәгә өйрәнә алаһығыҙ?

15 Тәүбә иткән енәйәтсенең Ғайсаға рәхмәтен белдерергә мөмкинлеге булмаған. Унан айырмалы булараҡ беҙҙең, «бүтән һарыҡтарҙың», Ғайсаға рәхмәтле булыуыбыҙҙы күрһәтергә мөмкинлектәребеҙ бик күп. Мәҫәлән, уның майланған ҡәрҙәштәренә ярҙам итеп, беҙ уға яратыуыбыҙҙы күрһәтәбеҙ. Ғайса һарыҡтарҙы кәзәләрҙән айырған ваҡытта тап быны иҫәпкә аласаҡ (Матф. 25:31—40). Беҙ, вәғәз һәм шәкерттәр әҙерләү эшендә ҡатнашып, Мәсихтең ҡәрҙәштәренә булышлыҡ күрһәтәбеҙ (Матф. 28:18—20). Бына ни өсөн беҙ улар биргән әҙәбиәтте, мәҫәлән, «Һин мәңге йәшәй алаһың!» тигән китапты хеҙмәттә әүҙем ҡулланырға теләйбеҙ. Әгәр һеҙҙең Изге Яҙма өйрәнеүегеҙ булмаһа, мөмкин тиклем күберәк кешегә Изге Яҙма өйрәнеүен тәҡдим итергә маҡсат ҡуйығыҙ.

16. Алла Батшалығының идараһы аҫтында йәшәргә теләгәнебеҙҙе нисек күрһәтеп була?

16 Йәһүә хуплаған кеше булып китер өсөн беҙгә ожмахты көтөргә кәрәкмәй. Беҙ бөгөн үк һүҙҙәребеҙҙә һәм эштәребеҙҙә намыҫлы һәм айыҡ аҡыллы була алабыҙ. Шулай уҡ Йәһүәгә, тормош иптәшебеҙгә һәм йыйылыштағы ҡәрҙәштәргә тоғролоҡ күрһәтә алабыҙ. Был яуыз донъяла Алла нормаларына буйһоноп йәшәргә өйрәнһәк, ожмахта был нормалар буйынса йәшәү еңелерәк булыр. Шулай уҡ беҙ яңы донъяла кәрәк булған сифаттар һәм оҫталыҡтар үҫтерә алабыҙ. Был турала ошо сығарылыштың «Һеҙ ерҙе мираҫ итеп алырға әҙерме?» тигән мәҡәләһендә уҡый алаһығыҙ.

17. Элек ҡылған гонаһтарыбыҙ арҡаһында беҙ бойоғорға тейешме? Аңлатығыҙ.

17 Шулай уҡ беҙгә элек ҡылған гонаһтарыбыҙ килтергән ғәйеп тойғоһонан арынырға кәрәк. Әлбиттә, Ғайса беҙҙең өсөн үлгән икән, хәҙер гонаһ ҡыла алабыҙ, тип уйлау дөрөҫ булмаҫ (Евр. 10:26—31). Әгәр етди гонаһтарыбыҙҙа эскерһеҙ тәүбә итһәк, Йәһүәнең ярҙамын эҙләһәк һәм үҙ тәртибебеҙҙе үҙгәртһәк, ул беҙҙе ғәфү иткәненә шикләнергә кәрәкмәй (Ишағ. 55:7; Ғәм. 3:19). Ғайсаның фарисейҙарға нимә әйткәнен онотмағыҙ. Ул: «Мин бит тәҡүә кешеләрҙе түгел, гонаһлыларҙы артымдан саҡырырға килдем», — тигән (Матф. 9:13). Йолом ҡорбаны ҙур көскә эйә. Ул бөтә гонаһтарҙы ҡаплай ала.

ҺЕҘ ОЖМАХТА МӘҢГЕ ЙӘШӘЙ АЛАҺЫҒЫҘ!

18. Ғайса эргәһендә үлгән енәйәтсе менән һеҙ нимә тураһында һөйләшер инегеҙ?

18 Күҙ алдына килтерегеҙ: һеҙ Ғайса эргәһендә үлгән енәйәтсе менән һөйләшәһегеҙ, ти. Ул да, һеҙ ҙә Мәсихтең йолом ҡорбаны өсөн Аллаға бик рәхмәтле. Моғайын, һеҙ ул кешенән: «Ғайсаның үлеме алдынан һуңғы сәғәттәрҙә нимә булғанын һөйлә әле. Ғайса һиңә: „Минең менән ожмахта булырһың“, — тигәс, һин нимә хис иттең?» — тип һорарһығыҙ. Ә бәлки, ул һеҙҙән: «Шайтан донъяһының һуңғы көндәрендә нисек йәшәнегеҙ?» — тип һорар. Ул ваҡытта шундай кешеләр менән Изге Яҙманы өйрәнеү беҙҙең өсөн ҙур хөрмәт булыр (Ефес. 4:22—24).

Мәсихтең Меңйыллыҡ идараһы ваҡытында ағай-ҡәрҙәш үҙ һәләтен үҫтерә, был хаҡта ул күптән хыялланған. (50-се өйрәнеү мәҡәләһендә 19-сы абзацты ҡарағыҙ.)

19. Ни өсөн ожмахтағы тормош күңелһеҙ булмаясаҡ? (Тышлыҡтағы рәсемде ҡарағыҙ.)

19 Ожмахтағы тормош күңелһеҙ булмаҫ. Беҙ төрлө кешеләрҙе осратырбыҙ һәм һәр ваҡыт ҡыҙыҡлы эш менән мәшғүл булырбыҙ. Әммә иң мөһиме, беҙ күктәге Атабыҙҙы тағы ла яҡшыраҡ белә алырбыҙ һәм уның бүләктәренә шатланырбыҙ. Беҙ Йәһүә һәм уның ижади эштәре тураһында мәңге белем алырбыҙ. Оҙағыраҡ йәшәгән һайын, беҙҙең Аллаға ҡарата яратыуыбыҙ тәрәнәйә барыр. Беҙ Йәһүәгә һәм Ғайсаға ожмахта мәңге йәшәргә өмөт биргәне өсөн бик рәхмәтле.

22-СЕ ЙЫР Алла Батшалығы килһен!

a Һеҙ ожмахтағы тормоштоң ниндәй буласағын йыш күҙ алдына килтерәһегеҙме? Был хаҡта уйлау беҙҙе рухландыра. Йәһүә әҙерләгән яңы донъя тураһында күберәк уйлаған һайын, беҙ башҡаларға уның тураһында шатланыбыраҡ һөйләрбеҙ. Был мәҡәлә Ғайсаның киләсәк ожмах тураһындағы вәғәҙәһенә иманыбыҙҙы нығытыр.

b Лука 23:39—43: «Шунда бағаналағы енәйәтселәрҙең береһе, уны хурлап: „Һин Мәсих түгелме һуң? Ҡотҡар, улайһа, үҙеңде лә, беҙҙе лә!“ — ти башланы. 40  Икенсеһе иһә уны шелтәләргә тотондо: „Һин нәмә, әллә Алланан бер ҙә ҡурҡмайһыңмы? Һин дә бит шундай язаға дусар. 41 Беҙҙе ғәҙел хөкөм иттеләр, сөнки ҡылған эштәребеҙгә ҡарап тейешлеһен алдыҡ, ә был кеше һис ниндәй насарлыҡ ҡылманы“. 42 Шунан һуң ул: „Ғайса, үҙ Батшалығыңа килгәс, мине иҫеңә төшөр“, — тине. 43 Ғайса уға: „Хаҡ һүҙ әйтәм һиңә бөгөн: һин минең менән бергә ожмахта буласаҡһың“, — тип әйтте».

c Зәбур 37:10, 11, 29: «Тағы бер аҙҙан яуыздар инде юҡ буласаҡ, торған урындарына ҡарарһың, ә улар унда булмаҫ. 11 Ә йыуаштар ерҙе мираҫ итеп аласаҡ һәм сикһеҙ тыныслыҡтан ҙур рәхәтлек табасаҡ. 29 Тәҡүәләр ерҙе мираҫ итеп аласаҡ һәм унда мәңге йәшәйәсәк».

d ФОТОҺҮРӘТ: яңы донъяла терелгәндәрҙе өйрәтергә теләгән ағай-ҡәрҙәш бөгөн үк үҙенең өйрәтеү оҫталыҡтарын үҫтерә.