Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

Хәтерләйһегеҙме?

Хәтерләйһегеҙме?

«Күҙәтеү манараһының» быйылғы сығарылыштарын иғтибар менән уҡынығыҙмы? Аҫта килтерелгән һорауҙарға яуап бирә алаһығыҙмы?

Йәһүә менән аралашыуға, уны тыңлауға һәм уның тураһында уйланыуға ваҡыт бүлһәк, был беҙгә ниндәй файҙа килтерер?

Ҡабул ителгән ҡарарҙарыбыҙ аҡыллы булыр, өйрәтеү оҫталыҡтарыбыҙ яҡшырыр, иманыбыҙ нығыныр, ә Йәһүәгә ҡарата яратыуыбыҙ тәрәнәйер (w22.01, 30—31 бб.).

Ни өсөн Йәһүәгә һәм уның ерҙәге вәкилдәренә ышаныс үҫтереү мөһим?

Беҙгә Алланың дөрөҫ эш итеүенә һәм өлкәндәрҙең аҡыллы ҡарарҙар ҡабул итеүенә шикләнмәйенсә, ышанысыбыҙҙы инде бөгөн нығытырға кәрәк. Шулай эшләп, «ҙур афәт» ваҡытында бирелгән күрһәтмәләр сәйер йә ҡуллана алмаҫлыҡ булып тойолһа ла, уларҙы үтәргә әҙер булырбыҙ (w22.02, 4—6 бб.).

Фәрештә Зәкәриәгә «Зоровавель ҡулындағы аҫма» тураһында һөйләгәндә, нимәне күҙ уңында тотҡан? (Зәк. 4:8—10).

Был күренеш Алла хеҙмәтселәрен шуға ышандырған: яңы ғибәҙәтхана ябай булып күренһә лә, ул Алланың тәҡүә нормаларына тулыһынса тура киләсәк (w22.03, 16—17 бб.).

Беҙ һөйләшеүҙә нисек өлгө була алабыҙ? (1 Тим. 4:12).

Беҙ вәғәздә кешеләр менән игелекле итеп һәм ихтирам менән һөйләшәбеҙ; осрашыуҙарҙа ысын күңелдән йырлайбыҙ һәм фекер алышыуҙа даими ҡатнашабыҙ; көндәлек аралашыуҙа яман теллелектән баш тартабыҙ һәм башҡаларҙы һүҙҙәребеҙ менән нығытабыҙ (w22.04, 6—9 бб.).

Данил китабының 7-се бүлегендә иҫкә алынған дүрт януарҙың (батшалыҡтарҙың) һыҙаттары ни өсөн Асылыш китабында 13:1, 2-лә һүрәтләнгән бер януарҙа берләшә?

Асылыш китабының 13-сө бүлегендәге януар берәй хөкүмәтте йә донъя державаһын, мәҫәлән, Римды символлаштырмай. Был януар тарих дауамында кешеләр өҫтөнән идара иткән бөтә сәйәси системаларҙы символлаштыра (w22.05, 9 б.).

Беҙ Йәһүәнең ғәҙеллегенә ышаныуыбыҙҙы нисек күрһәтә алабыҙ?

Берәйһе беҙҙе рәнйетһә, үпкәләтһә йә беҙгә ҡаршы гонаһ ҡылһа, беҙ үпкә йә асыу хисенә бирелмәҫбеҙ һәм барыһын да Йәһүә ҡулына тапшырырбыҙ. Оҙаҡламай Йәһүә гонаһлы кешеләр килтергән бөтә зыянды юҡ итәсәк (w22.06, 10—11 бб.).

Йыйылыш осрашыуында йә вәғәз осрашыуында доға ҡылған ағай-ҡәрҙәш нимәне иҫтә тоторға тейеш?

Доғала ул кәңәш бирергә йә ниндәйҙер белдереүҙәр яһарға тейеш түгел. Шулай уҡ ул, бигерәк тә осрашыу алдынан, доға ҡылғанда «күп һүҙ» әйтергә тейеш түгел (Матф. 6:7) (w22.07, 24—25 бб.).

Ниндәй мәғәнәлә «яуызлыҡ эшләгәндәр хөкөм ителеү өсөн тереләсәк»? (Яхъя 5:28, 29).

Был һүҙҙәр кешеләрҙе үткәндә эшләгән гонаһтары өсөн хөкөм көтә тигәнде аңлатмай. Ғайса уларҙың терелгәндән һуң ҡыласаҡ эштәрен һәм ҡарашын иғтибар менән күҙәтәсәк (w22.09, 18 б.).

1922 йылдың сентябрь айында үткән конгреста ниндәй рухландырғыс саҡырыу яңғыраған?

Сидар-Пойнтта (Огайо штаты, АҠШ) үткән конгреста Рутерфорд ҡәрҙәш тыңлаусыларын: «Батша идара итә! Һеҙ — уның хәбәрселәре. Шуға күрә Батшаны һәм уның Батшалығын иғлан итегеҙ, иғлан итегеҙ, иғлан итегеҙ!» — тип саҡырған (w22.10, 3—5 бб.).

Ишағыя китабының 30-сы бүлегендә Алла һынауҙарҙа сыҙам ҡалырға ярҙам иткән ниндәй өс ысул тураһында әйтелә?

Был бүлектән беҙ Алланың: 1) доғаларыбыҙҙы тыңлағанын һәм уларға яуап ҡайтарғанын, 2) беҙҙе йүнәлткәнен, 3) бөгөн ярҙам иткәнен һәм киләсәктә бүләкләйәсәген күрәбеҙ (w22.11, 9 б.).

Ни өсөн Зәбур 37:10, 11, 29-ҙағы һүҙҙәр үткәндә генә түгел, ә киләсәктә лә үтәләсәк тип әйтеп була?

Дауыттың һүҙҙәре Сөләймән идара иткән ваҡытта Израилдә тормоштоң ни тиклем матур булғанын күрһәтә. Ғайса киләсәктәге ожмах тураһында әйткәндә 11-се аятты өҙөмтә итеп килтергән (Матф. 5:5; Лука 23:43) (w22.12, 8—10 бб., 14 б.).