Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

52-СЕ ӨЙРӘНЕҮ МӘҠӘЛӘҺЕ

Ҡайғы-хәсрәт ваҡытында имандаштарығыҙға терәк булығыҙ

Ҡайғы-хәсрәт ваҡытында имандаштарығыҙға терәк булығыҙ

«Ярҙам итеү ҡулыңдан килгәндә, игелеккә мохтаж булғандарға уны күрһәтмәй ҡалма» (ҒИБ. ҺҮҘ. 3:27).

103-СӨ ЙЫР Көтөүселәр — бүләк итеп бирелгән кешеләр

БЫЛ МӘҠӘЛӘЛӘ a

1. Йәһүә хеҙмәтселәренең доғаларына, ғәҙәттә, нисек яуап бирә?

 БЕЛӘҺЕГЕҘМЕ, Йәһүә берәй кешенең ихлас доғаһына яуап бирер өсөн һеҙҙе ҡуллана ала. Кем генә булып хеҙмәт итһәк тә — өлкән, хеҙмәт ярҙамсыһы, пионер йә вәғәзсеме — беҙ Йәһүәнең ҡулында ҡорал була алабыҙ. Ир кешеме беҙ йә ҡатынмы, йәшме йә оломо, был уның өсөн мөһим түгел. Йәһүәнең яратҡан хеҙмәтсеһе унан ярҙам һораһа, Йәһүә йыш ҡына өлкәндәр һәм башҡа тоғро ҡәрҙәштәр аша ярҙам итә. Ундай кеше өсөн һеҙ ҙә ҙур йыуаныс сығанағы була алаһығыҙ (Кол. 4:11). Йәһүәгә һәм ҡәрҙәштәргә ошолай хеҙмәт итеү — беҙҙең өсөн ҙур хөрмәт! Беҙ уларға эпидемиялар, төрлө афәттәр һәм эҙәрләүҙәр ваҡытында терәк була алабыҙ.

ПАНДЕМИЯ ВАҠЫТЫНДА БАШҠАЛАРҒА ТЕРӘК БУЛЫҒЫҘ

2. Пандемия ваҡытында ҡәрҙәштәргә ярҙам итеү ни өсөн ауыр булырға мөмкин?

2 Пандемия ваҡытында башҡаларға ярҙам итеү еңел түгел. Әйтәйек, һеҙҙең дуҫтарығыҙға инеп сығырға теләгегеҙ бар, ти. Ләкин был хәүефле булырға мөмкин. Йә мохтаж булған ҡәрҙәште төшкө ашҡа саҡырырға теләйһегеҙҙер, әммә был да мөмкин түгел. Ә кемдеңдер ғаилә ағзаһы ауырый, шуға ул башҡаларға теләгәнсә ярҙам итә алмай. Шулай ҙа беҙгә ҡәрҙәштәргә терәк булырға кәрәк, һәм Йәһүә ҡулыбыҙҙан килгәндең барыһын эшләгәнебеҙҙе күргәндә бик шатлана (Ғиб. һүҙ. 3:27; 19:17). Беҙ ҡәрҙәштәргә нисек ярҙам итә алабыҙ?

3. Дейзиҙың йыйылышындағы өлкәндәрҙән нимәгә өйрәнеп була? (Иремия 23:4).

3 Өлкәндәр нимә эшләй ала? Һин йыйылышта өлкән вазифаһын башҡарһаң, көтөүеңдәге һәр һарыҡты яҡшы белергә тырыш. (Иремия 23:4-те b уҡығыҙ.) Үткән мәҡәләлә әйтеп кителгән Дейзи c апай-ҡәрҙәш былай ти: «Минең вәғәз төркөмөмдә хеҙмәт иткән өлкәндәр беҙҙең менән йыш хеҙмәткә йөрөнө, шулай уҡ беҙ йыш ҡына бергә ваҡыт үткәрә торғайныҡ һәм аралаша инек». Шуға күрә өлкәндәргә COVID-19 пандемияһы ваҡытында туғандарын юғалтҡан Дейзиға ярҙам итергә һәм уны йыуатырға еңелерәк булған.

4. Нимә ярҙамында өлкәндәр Дейзи ҡәрҙәште йыуата алған һәм был башҡа өлкәндәрҙе нимәгә өйрәтә?

4 Дейзи былай тип иҫенә төшөрә: «Минең өлкәндәр менән мөнәсәбәттәрем быға тиклем дә яҡшы ине, шуға үҙ хистәремде һәм борсолоуҙарымды уларға һөйләү ауыр булманы». Өлкәндәр өсөн ниндәй һабаҡ? Ҡайғы-хәсрәтте көтмәгеҙ, инде бөгөн үк һарыҡтарығыҙ хаҡында ҡайғыртығыҙ. Уларға дуҫ булығыҙ. Киҙеү арҡаһында уларға килеп китә алмаһағыҙ, башҡа мөмкинлектәр эҙләгеҙ. Дейзи дауам итә: «Ҡайһы саҡта бер нисә өлкән бер үк көндө миңә шылтыратты һәм смс-хәбәрҙәр ебәрҙе. Улар ебәргән аяттарҙы мин яҡшы белһәм дә, улар йөрәгемә үтеп инде».

5. Ҡәрҙәштәр нимәгә мохтаж икәнен өлкәндәр ҡайҙан белә ала һәм улар имандаштарына нисек ярҙам итергә мөмкин?

5 Ҡәрҙәштәребеҙ нимәгә мохтаж икәнен нисек белергә? Ысулдарҙың береһе — уларға ипле һорауҙар бирергә (Ғиб. һүҙ. 20:5). Уларҙың етерлек ризығы, дарыуҙары һәм башҡа кәрәкле әйберҙәре бармы, юҡмы икәнен белергә тырышығыҙ. Бәлки, улар эшен йә хатта йәшәү урынын юғалтырға ҡурҡалыр. Ә, бәлки, хөкүмәттән берәй пособие алыр өсөн уларға ярҙам кәрәктер. Дейзиға ҡәрҙәштәр аҡсалата ярҙам иткән. Әммә өлкәндәрҙең эмоциональ һәм рухи ярҙамы уның йөрәген айырыуса йылытҡан. Ул былай тип иҫенә төшөрә: «Өлкәндәр минең менән бергә доға ҡылды. Уларҙың нимә тураһында доға ҡылғанын хәтерләмәһәм дә, шул ваҡытта мин үҙемде нисек хис иткәнемде яҡшы иҫләйем. Әйтерһең дә, Йәһүә үҙе миңә: „Һин бер үҙең түгел“, — тип әйтте» (Ишағ. 41:10, 13).

Осрашыуҙы алып барған ҡәрҙәш имандаштарының, шул иҫәптән видеоэлемтә аша бәйләнешкә ингән оло йәштәге ағай-ҡәрҙәштең, фекер алышыуҙа ҡатнашыуына шатлана (6-сы абзацты ҡарағыҙ.)

6. Һәр беребеҙ йыйылышта нимә эшләй ала? (Фотоһүрәтте ҡарағыҙ.)

6 Башҡалар нимә эшләй ала? Әлбиттә, беҙ өлкәндәрҙең имандаштарына әүҙем ярҙам итеүен көтәбеҙ. Ләкин Йәһүә башҡаларҙы нығытыр өсөн һәр беребеҙҙе саҡыра (Гал. 6:10). Ауырыған кешегә саҡ ҡына иғтибар күрһәтеү уның ҡарашын яҡшы яҡҡа үҙгәртә ала. Мәҫәлән, бала уға һүрәт төшөрөп бирә ала, ә йәш кеше магазинға барып килергә йә өй эштәрен эшләшергә мөмкин. Шулай уҡ ауырыған кеше өсөн ризыҡ бешереп, уны ишек төбөндә ҡалдырырға була. Әлбиттә, пандемия ваҡытында һәр беребеҙ дәртләндереүгә мохтаж. Йыйылыш осрашыуынан һуң әҙерәк ҡалып, ҡәрҙәштәрегеҙ менән йә берәйһенә шәхсән иғтибар бүлеп, аралаша алыр инегеҙме? Өлкәндәребеҙ ҙә рухландырыуға мохтаж. Ҡайһы бер ҡәрҙәштәр, киҙеү ваҡытында арымай-талмай хеҙмәт иткән өлкәндәргә рәхмәт һүҙҙәрен әйтеп, открыткалар яҙған. Эйе, һәр беребеҙ башҡаларҙы дәртләндереп һәм нығытып тора ала! (1 Фес. 5:11).

АФӘТТӘР ВАҠЫТЫНДА БАШҠАЛАРҒА ТЕРӘК БУЛЫҒЫҘ

7. Бәлә-ҡазалар кешенең тормошона нисек тәьҫир итә?

7 Бәлә-ҡазалар кешенең тормошон аҫтын-өҫкә әйләндерә ала. Кешеләр мөлкәтен, йәшәү урындарын, хатта яҡындарын юғалта. Шундай бәлә-ҡазалар ҡәрҙәштәребеҙҙе лә урап үтмәй. Уларға нисек ярҙам итеп була?

8. Өлкәндәр һәм ғаилә башлыҡтары яҡындарына афәттәргә алдан уҡ әҙерләнергә ярҙам итер өсөн нимә эшләргә тейеш?

8 Өлкәндәр нимә эшләй ала? Өлкәндәр, ҡәрҙәштәрҙе афәттәргә алдан уҡ әҙер булырға өйрәтегеҙ. Йыйылыштағы һәр ҡәрҙәшкә үҙен нисек һаҡлап ҡалырға һәм өлкәндәр менән нисек бәйләнешкә инергә кәрәклеген әйтегеҙ. Үткән мәҡәләлә әйтеп кителгән Маргрет апай-ҡәрҙәш былай тип һөйләй: «Йыйылыш ихтыяждарында өлкәндәр урман янғындары әле бөтмәгәне тураһында беҙҙе иҫкәртте. Хөкүмәттәр эвакуация иғлан итһә йә хәл киҫкенләшһә, йәшәгән урыныбыҙҙан шунда уҡ китергә кәрәклеге тураһында әйтте». Был киҫәтеү бик урынлы булған, сөнки ай ярым ваҡыт үтеү менән ул ерҙә көслө янғын башланған. Ғаилә башлыҡтары ғаилә өйрәнеүе ваҡытында нисек эш итеү тураһында һәр береһе менән һөйләшергә тейеш. Афәт ваҡытына әҙер булһағыҙ, тыныслыҡ һаҡлап ҡалыуы еңелерәк булыр.

9. Өлкәндәр афәткә тиклем һәм унан һуң нисек ярҙам ойоштора?

9 Ҡәҙерле ағай-ҡәрҙәш, әгәр һин вәғәз төркөмө өсөн яуаплы булһаң, ҡәрҙәштәрҙең адрестарын һәм телефон номерҙарын үҙеңә яҙып ҡуй, оҙаҡҡа һуҙма. Кәрәк саҡта был исемлекте яңыртып тор. Был һиңә афәт ваҡытында һәр ҡәрҙәш менән бәйләнешкә инергә һәм уның нимәгә мохтаж икәнен белергә ярҙам итер. Хәлде асыҡлағас та, был мәғлүмәтте өлкәндәр кәңәшмәһенең координаторына тапшыр, ә ул район күҙәтеүсеһенә ебәрер. Эйе, ише күптең көсө күп. Янғындан һуң Маргреттың район күҙәтеүсеһе 36 сәғәт дауамында урындағы өлкәндәр менән телефон аша бәйләнештә булған. Улар бергәләп өйҙәрен ташлап киткән 450 ҡәрҙәшкә ярҙам ойошторған (2 Кор. 11:27). Һөҙөмтәлә бөтәһенә лә урын табылған.

10. Ни өсөн өлкәндәр рухи ярҙам күрһәтеүҙе бик мөһим эш тип һанай? (Яхъя 21:15).

10 Өлкәндәр ҡәрҙәштәрҙе рухландырырға һәм бойоҡҡандарҙы йыуатырға яуаплы (1 Пет. 5:2). Афәт ваҡытында был ҡәрҙәштәр йыйылыштағыларҙың бөтәһе лә иҫән-именме икәнен һәм уларҙың ризыҡ, кейем һәм йәшәү урындары бармы, юҡмы икәнен белергә тырыша. Әммә зыян күргән ҡәрҙәштәр күп ваҡыт үткәндән һуң да, моғайын, рухи һәм эмоциональ ярҙамға мохтаж булыр. (Яхъя 21:15-те d уҡығыҙ, ЯДТ.) Филиал комитетында хеҙмәт иткән Харолд исемле өлкән афәттән зыян күргән күп ҡәрҙәштәр менән аралашҡан. Бына ул нимәгә иғтибар иткән: «Шундай ҡәрҙәштәргә тынысланыр өсөн ваҡыт кәрәк. Ғәҙәти тормошҡа ҡайтһалар ҙа, хәтирәләр уларҙы ғазапларға мөмкин. Сөнки уларҙың һәр береһе зыян күргән: яҡын кешеһен, ҡәҙерле әйберҙәрен юғалтҡан йә үҙе үлем сигендә булған. Ауыр хәтирәләр кешене көсһөҙләндерергә мөмкин, һәм был кешегә иман етмәй тигән һүҙ түгел. Был кеше өсөн тәбиғи».

11. Күп кенә ваҡыт дауамында ғаиләләргә ниндәй ярҙам кәрәк булырға мөмкин?

11 Өлкәндәр илағандар менән бергә илай, тип әйтеп була (Рим. 12:15). Афәт аша үткәндәрҙе Йәһүәнең һәм ҡәрҙәштәрҙең яратыуына ышандырырға кәрәк. Өлкәндәр ғаиләләргә рухи эштәр тәртибен артабан да һаҡларға ярҙам итер. Мәҫәлән, доға ҡылырға, Изге Яҙманы өйрәнергә, йыйылыш осрашыуҙарына йөрөргә һәм вәғәзләргә. Улар шулай уҡ ата-әсәләрҙе балаларының иғтибарын афәт емерә алмаған нәмәләргә тупларға ярҙам итергә дәртләндерер. Ата-әсәләр, балаларығыҙға: «Йәһүә һинең Дуҫын һәм ниндәй генә хәл булһа ла, ул һинең яныңда, ә шулай уҡ бөтә ер шары буйынса ярҙамға килергә әҙер булған ҡәрҙәштәрең бар», — тип иҫтәренә төшөрөп тороғоҙ (1 Пет. 2:17).

Һеҙ йәшәгән ерҙә афәттәр булһа, үҙ ярҙамығыҙҙы тәҡдим итә алыр инегеҙме? (12-се абзацты ҡарағыҙ.) g

12. Афәттәр ваҡытында башҡалар нисек ярҙам итә ала? (Фотоһүрәтте ҡарағыҙ.)

12 Башҡалар нимә эшләй ала? Афәт үткән ер һеҙҙән йыраҡ булмаһа, өлкәндәрҙән нисек ярҙам итеп булғаны хаҡында һорағыҙ. Бәлки, һеҙ афәттән зыян күргәндәргә йә төҙөлөштә ҡатнашҡан ирекле хеҙмәтселәргә үҙегеҙҙә йәшәп торорға урын бирә алырһығыҙ. Ә, бәлки, мохтаж булған ҡәрҙәштәргә ризыҡ йә башҡа кәрәкле нәмәләр алып килерһегеҙ. Афәт һеҙ йәшәгән урындан йыраҡ булһа, һеҙ нисек ярҙам итә алаһығыҙ? Ҡәрҙәштәр хаҡына доға ҡылығыҙ (2 Кор. 1:8—11). Шулай уҡ бөтә донъя эшмәкәрлегенә иғәнә бирә алаһығыҙ (2 Кор. 8:2—5). Әгәр һеҙ афәт булған ергә барырға әҙер икән, был хаҡта өлкәндәргә әйтегеҙ. Саҡырһалар, һеҙ бер ни тиклем ваҡыт өйрәнеү үтерһегеҙ һәм ихтыяж булған ерҙә ярҙам итә алырһығыҙ.

ЭҘӘРЛӘҮҘӘР ВАҠЫТЫНДА АҒАЙ-ҠӘРҘӘШТӘРГӘ ТЕРӘК БУЛЫҒЫҘ

13. Эшмәкәрлегебеҙ тыйылған илдәрҙә ағай-ҡәрҙәштәр ниндәй ауырлыҡтар менән осраша?

13 Эҙәрләүҙәр тормошто тағы ла нығыраҡ ҡатмарландыра. Эшмәкәрлегебеҙ тыйылған илдәрҙә ҡәрҙәштәр, бөтә донъялағы ҡәрҙәштәр кеүек, матди ауырлыҡтар кисерә, ауырый һәм яҡындарын юғалта. Әммә тыйылыу арҡаһында өлкәндәр уларға иркен килә алмай. Үткән мәҡәләлә иҫкә алынған Андрей исемле өлкән менән тап шулай булған да. Уның төркөмөндә хеҙмәт иткән апай-ҡәрҙәш саҡ осон-осҡа ялғап йәшәгән. Етмәһә, ул аварияға эләккән. Уға бер нисә операция кәрәк булған һәм ул эшкә йөрөй алмаған. Ләкин ағай-ҡәрҙәштәр, пандемия һәм тыйылыуға ҡарамаҫтан, уға ярҙам итер өсөн ҡулдарынан килгәндең барыһын да эшләгән. Һәм был хәл Йәһүә күҙенән ысҡынмаған.

14. Өлкәндәр беҙгә ниндәй үрнәк күрһәтә?

14 Өлкәндәр нимә эшләй ала? Андрей ҡәрҙәш эскерһеҙ доға ҡылған һәм апай-ҡәрҙәшкә ярҙам итер өсөн тырышлыҡ һалған. Йәһүә уның доғаһын ишеткән һәм ҡәрҙәштәрҙе уға ярҙам итергә дәртләндергән. Кемдер апай-ҡәрҙәште табипҡа алып барған, башҡалары уға аҡсалата ярҙам иткән. Йәһүә уларҙы көстәренән килгәндең барыһын эшләргә дәртләндергән һәм уларҙың тырышлыҡтарын фатихалаған (Евр. 13:16). Өлкәндәр, әгәр һеҙ эшмәкәрлегебеҙ тыйылған илдә йәшәһәгеҙ, бөтә эште үҙ елкәгеҙгә йөкмәтмәгеҙ, башҡалар менән бүлешегеҙ (Ирем. 36:5, 6). Ә иң мөһиме, Йәһүәгә таянығыҙ. Ул һеҙгә ҡәрҙәштәр хаҡында ҡайғыртырға ярҙам итер.

15. Эҙәрләүҙәр ваҡытында нисек берҙәм булып ҡалырға?

15 Башҡалар нимә эшләй ала? Эшмәкәрлегебеҙ тыйылған ваҡытта һеҙгә, моғайын, бәләкәй төркөмдәргә бүленеп осрашырға тура килер. Шундай шарттарҙа бер-беребеҙ менән татыу булыу айырыуса мөһим. Ҡәрҙәштәр менән түгел, ә Шайтан менән көрәшергә кәрәк. Башҡаларҙың хаталарына иғтибар итмәгеҙ, ә ҡаршылыҡтар тыуһа, уларҙы шунда уҡ хәл итегеҙ (Ғиб. һүҙ. 19:11; Ефес. 4:26). Башҡаларҙың ярҙам һорауын көтөп ултырмағыҙ, үҙегеҙ ярҙам тәҡдим итегеҙ (Тит. 3:14). Аварияға эләккән апай-ҡәрҙәшкә ярҙам итеү ҡәрҙәштәрҙе берләштергән, һәм улар бер ғаилә булып киткән (Зәб. 133:1).

16. Эҙәрләүҙәргә дусар булған ҡәрҙәштәргә беҙ нисек ярҙам итә алабыҙ? (Колосстарға 4:3, 18).

16 Беҙҙең тиҫтәләгән мең ҡәрҙәшебеҙ эҙәрләүҙәргә ҡарамаҫтан Йәһүәгә тоғро хеҙмәт итә. Уларҙың ҡайһы берҙәре төрмәлә ултыра. Беҙ улар өсөн, уларҙың ғаиләләре өсөн, ә шулай уҡ уларға рухи, физик, юридик ярҙам күрһәтеп азатлыҡтарын ҡурҡыныс аҫтына ҡуйған ҡәрҙәштәр өсөн доға ҡыла алабыҙ e. (Колосстарға 4:3, 18-ҙе уҡығыҙ.) Доға ҙур көскә эйә, шуға күрә доғаны бер ҡасан да һуңғы ярҙам тип һанамағыҙ (2 Фес. 3:1, 2; 1 Тим. 2:1, 2).

Һеҙ ғаиләгеҙҙе эҙәрләүҙәргә инде бөгөн нисек әҙерләй алаһығыҙ? (17-се абзацты ҡарағыҙ.)

17. Эҙәрләүҙәргә инде хәҙер нисек әҙерләнеп була?

17 Үҙегеҙҙе һәм ғаиләгеҙҙе эҙәрләүҙәргә инде хәҙерҙән үк әҙерләгеҙ (Ғәм. 14:22). Бәлки бер ҡасан да булмаясаҡ ҡурҡыныс осраҡтарҙы күҙ алдына килтермәгеҙ. Бының урынына Йәһүә менән мөнәсәбәттәрегеҙҙе нығытығыҙ һәм балаларығыҙға уның дуҫы булып китергә ярҙам итегеҙ. Борсолоуҙар һеҙҙе биләп алһа, Йәһүәгә күңелдәрегеҙҙе бушатығыҙ (Зәб. 62:7, 8). Ни өсөн Йәһүәгә ышанып булғаны тураһында ғаиләгеҙ менән фекер алышығыҙ f. Афәткә әҙерләнергә өйрәткән кеүек, балаларығыҙҙы һүҙҙәрегеҙ һәм эштәрегеҙ менән Йәһүәгә тулыһынса таянырға өйрәтегеҙ. Шул саҡта улар ҡыйыу булыр, ә йөрәктәрендә именлек һәм тыныслыҡ тойор.

18. Беҙҙе ниндәй киләсәк көтә?

18 Алла именлеге булғанға беҙ үҙебеҙҙе киҙеүҙәр, афәттәр һәм эҙәрләүҙәр ваҡытында тыныс һәм яҡлаулы итеп тоябыҙ (Флп. 4:6, 7). Алла беҙгә арымай-талмай хеҙмәт иткән өлкәндәр аша ярҙам итә. Ул шулай уҡ беҙгә лә ярҙамда ҡатнашырға мөмкинлек бирә. Бөгөн булған именлек беҙҙе киләсәктә буласаҡ тағы ла ауырыраҡ һынауҙарға, хатта «ҙур афәткә» әҙерләй (Матф. 24:21). Шул ауыр ваҡыттарҙа беҙ, тыныслыҡты һаҡлап, ҡәрҙәштәргә лә тыныс ҡалырға ярҙам итә алырбыҙ. Унан һуң инде борсолоуҙар беҙҙе бер ҡасан да ғазапламаҫ. Ниһайәт, беҙ Йәһүә бирергә теләгән бөтмәҫ тыныслыҡҡа эйә булырбыҙ (Ишағ. 26:3, 4).

109-СЫ ЙЫР Бер-берегеҙҙе ысын күңелдән яратығыҙ

a Йәһүә ауырлыҡтарға дусар булған ҡәрҙәштәргә йыш ҡына үҙенең башҡа тоғро хеҙмәтселәре аша ярҙам итә. Ҡәрҙәштәргә ярҙам итер өсөн ул һеҙҙе лә ҡуллана ала. Әйҙәгеҙ, ауыр шарттарға эләккән ҡәрҙәштәргә ярҙам итер өсөн нимә эшләп булғанын ҡарап сығайыҡ.

b Иремия 23:4: «„Мин улар өҫтөнән уларҙы ысын күңелдән көтәсәк көтөүселәр ҡуйырмын, һарыҡтарым инде бүтән ҡурҡмаҫ, уларҙың ҡоттары алынмаҫ. Береһе лә юғалмаҫ“, — тип әйтә Йәһүә».

c Ҡайһы бер исемдәр үҙгәртелгән.

d Яхъя 21:15: «Ашап алғандан һуң, Ғайса Симон Петрҙан: „Яхъя улы Симон, һин мине быларға ҡарағанда күберәк яратаһыңмы?“ — тип һораны. Петр уға: „Эйе, Хужам, һин беләһең: һин минең өсөн бик ҡәҙерле“, — тип яуап бирҙе. Ғайса уға: „Бәрәстәремде ашатып тор“, — тине».

e Баш идаралыҡтың һәм филиалдарҙың төрмәлә ултырған ҡәрҙәштәргә һеҙҙең хаттарығыҙҙы еткерергә мөмкинлектәре юҡ.

f «Күҙәтеү манараһының» 2019 йылдың июль сығарылышында «Хәҙерҙән үк эҙәрләүҙәргә әҙерләнегеҙ» тигән мәҡәләне ҡарағыҙ.

g ФОТОҺҮРӘТ: бер пар афәттән һуң палаткала йәшәгән бер ғаиләгә ризыҡ алып килгән.