Һеҙ ерҙе мираҫ итеп алырға әҙерме?
ҒАЙСАНЫҢ: «Йыуаштар бәхетле, сөнки улар ерҙе мираҫ итеп алыр», — тигән һүҙҙәре күңелебеҙҙе йылыта (Матф. 5:5). Майланған мәсихселәр, күктә батша булып, Ғайса менән бергә ер өҫтөнән идара итәсәк (Асыл. 5:10; 20:6). Ләкин мәсихселәрҙең күбеһе ерҙе мираҫ итеп алырға һәм унда мәңге камиллыҡта, тыныслыҡта бәхетле йәшәргә өмөтләнә. Был тормошҡа ашһын өсөн, уларға мөһим эш башҡарырға кәрәк булыр. Уларға ерҙе эшкәртергә, терелгәндәр хаҡында ҡайғыртырға һәм уларҙы өйрәтергә кәрәк булыр. Яңы донъяла был эштәрҙе башҡарырға теләгегеҙ бармы? Булһа, быны инде хәҙер нисек күрһәтеп булғаны тураһында уйланығыҙ.
ЕРҘЕ ЭШКӘРТЕРГӘ ӘҘЕРБЕҘ
Йәһүә кешеләргә «күбәйегеҙ, ер өҫтөндә таралығыҙ һәм уға хужа булығыҙ» тип әйткәндә, ваҡыт үтеү менән ер шарының ожмахҡа әйләнәсәген күҙ уңында тотҡан (Баш. 1:28). Был эште ерҙе мираҫ итеп алған кешеләр башҡарасаҡ. Әммә тәүҙә ундағы шарттар ожмахтағы кеүек булмаясаҡ, сөнки Эден баҡсаһындағы ожмах бөгөн инде юҡ. Башта улар күп эш башҡарыр: ерҙе таҙартыр һәм уны тәртипкә килтерер. Эйе, эш бик күп булыр!
Был беҙгә Вавилондан ҡайтҡан израилдәрҙе иҫкә төшөрә. Уларҙың алдында ҙур йөкләмә торған. Улар ҡайтҡан ерҙә 70 йыл бер кем дә йәшәмәгән. Әммә Ишағыя пәйғәмбәр, Йәһүә фатихаһы менән улар был ерҙе тергеҙә аласаҡтар, тип пәйғәмбәрлек иткән. Пәйғәмбәрлектә: «[Йәһүә] уның сүлен Эден кеүек, ә далаһын Йәһүәнең баҡсаһы кеүек итер», — тип әйтелгән булған (Ишағ. 51:3). Израилдәр уңышҡа өлгәшкән. Шуның шикелле, ерҙе мираҫ итеп алғандар Йәһүәнең ярҙамы менән уны сәскә атҡан ожмахҡа әйләндерәсәк. Был эштә ҡатнашырға теләгегеҙ булғанын инде бөгөн үк күрһәтә алаһығыҙ.
Мәҫәлән, өйөгөҙҙө һәм ишек алдығыҙҙы көсөгөҙҙән килгәнсә тәртиптә тоторға була. Күршеләрегеҙ быны эшләмәһә лә, һеҙ был яҡшы ғәҙәттән баш тартмағыҙ. Шулай уҡ урындағы Батшалыҡ һәм Конгресс залдарын йыйыштырыуҙа һәм хеҙмәтләндереүҙә ҡатнашып була. Ә мөмкинлек булһа, тәбиғәт афәте үткән ерҙә ярҙам итер өсөн ғариза тултыра алаһығыҙ. Шулай итеп бәләгә осраған ҡәрҙәштәргә ярҙамға килергә әҙер булыуығыҙҙы күрһәтерһегеҙ. Һеҙ үҙегеҙгә: «Мин яңы донъяла кәрәк булған оҫталыҡтар үҫтерә аламмы?» — тигән һорау бирегеҙ.
ТЕРЕЛГӘНДӘР ХАҠЫНДА ҠАЙҒЫРТЫРҒА ӘҘЕРБЕҘ
Ғайса Яирҙың ҡыҙын терелткәс, шунда уҡ ҡыҙға ашарға биреүҙәрен һораған (Марк 5:42, 43). Әлбиттә, 12 йәшлек ҡыҙҙың тамағын туйҙырыу ауыр түгел. Әммә Ғайсаның вәғәҙәһе үтәлгәс һәм үлгәндәр терелгәс, ни тиклем күп эшләргә кәрәк булғаны тураһында уйлап ҡына ҡарағыҙ (Яхъя 5:28, 29). Изге Яҙмала бының тураһында ентекләп әйтелмәһә лә, терелгәндәргә ризыҡ, кейем һәм йәшәр өсөн йорттар кәрәк булыр. Уларға ярҙам итергә теләгәнегеҙҙе бөгөн үк күрһәтә алаһығыҙмы? Киләһе һорауҙар беҙгә был хаҡта уйланырға ярҙам итер.
Ерҙе мираҫ итеп алырға әҙер булғанығыҙҙы һеҙ бөгөн нисек күрһәтә алаһығыҙ?
Йыйылышығыҙға район күҙәтеүсеһе килһә, һеҙ уны төшкө ашҡа саҡыраһығыҙмы? Вефилдә хеҙмәт иткән ҡәрҙәш үҙ хеҙмәтен ҡалдырһа һәм һеҙҙең йыйылышҡа билдәләнһә йә район күҙәтеүсеһе үҙ хеҙмәтен тамамлаһа, һеҙ уға йәшәр өсөн урын табырға ярҙам итә алаһығыҙмы? Һеҙ йәшәгән ерҙә региональ йә махсус конгресс үткәндә, әҙерләү эштәрендә йә делегаттарҙы ҡаршы алыуҙа ҡатнаша алаһығыҙмы?
ТЕРЕЛГӘНДӘРҘЕ ӨЙРӘТЕРГӘ ӘҘЕРБЕҘ
Ғәмәлдәр 24:15-тә миллиардлаған кешенең терелеүе тураһында әйтелә. Уларҙың күбеһе Йәһүә тураһында белмәгән. Ә бына яңы донъяла шундай мөмкинлек асыласаҡ a. Уларҙы Алланың тоғро, тәжрибәле хеҙмәтселәре өйрәтәсәк (Ишағ. 11:9). Европала, Көньяҡ Америкала һәм Африкала хеҙмәт иткән Шарлотта исемле апай-ҡәрҙәш был ваҡытты зарығып көтә. Ул ҡыуаныс менән былай ти: «Мин терелгәндәрҙе өйрәтергә бик теләйем. Боронғо ваҡытта йәшәгән кешеләр тураһында уҡығанда, мин йыш ҡына: „Был кеше Йәһүәне белһә, уның тормошо бөтөнләй башҡаса булыр ине“, — тип уйлайым. Мин уларға Алла тураһында һәм уға хеҙмәт итеү тормошто ни тиклем байытҡаны тураһында һөйләргә бик теләйем. Шул ваҡытты түҙемһеҙлек менән көтәм».
Ғайсаға тиклем йәшәгән Йәһүәнең тоғро хеҙмәтселәренә лә күп нәмәгә өйрәнергә кәрәк булыр. Данилға үҙе яҙған, әммә аңламаған пәйғәмбәрлектәрҙе аңлатыу ни тиклем шатлыҡлы булыуын күҙ алдына ғына килтерегеҙ! (Дан. 12:8). Руф менән Нәғмиәгә вәғәҙә ителгән Мәсих уларҙың нәҫеленән сыҡҡанын әйтеү ни тиклем ҡыуаныслы булыр. Бөтә донъя буйынса шундай ҙур өйрәтеүҙә ҡатнашыу беҙҙең өсөн сикһеҙ хөрмәт. Ул ваҡытта был яуыз донъяның баҫымы һәм иғтибарыбыҙҙы ситкә йүнәлткән нәмәләр инде булмаясаҡ.
Өйрәтеү оҫталыҡтарығыҙҙы яҡшыртып һәм йыш вәғәзләп, һеҙ был программала ҡатнашырға теләгәнегеҙҙе күрһәтә алаһығыҙ (Матф. 24:14). Ҡартлыҡ йә башҡа шарттар мөмкинлектәрегеҙҙе сикләһә лә, хеҙмәттә ашҡынып тороуығыҙ терелгәндәрҙе өйрәтергә теләгәнегеҙҙе күрһәтер.
Шулай итеп, һеҙ ерҙе мираҫ итеп алырға теләйһегеҙме? Ерҙе эшкәртергә, терелгәндәр хаҡында ҡайғыртырға һәм уларҙы өйрәтергә теләр инегеҙме? Һеҙ ул ваҡытты түҙемһеҙлек менән көтәһегеҙме? Әлбиттә, һеҙ «эйе» тип әйтерһегеҙ. Улай булғас, киләсәктә ҡатнашырға тура килгән эштәрҙә бөгөн үк ҡатнашығыҙ. Ундай мөмкинлекте ҡулдан ысҡындырмағыҙ!
a «Күҙәтеү манараһы» 2022 йылдың сентябрь айының сығарылышында «Күптәрҙе тәҡүәлеккә килтереүселәр» тигән мәҡәләне ҡарағыҙ.