Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

Алланың иҫерткес эсемлектәргә ҡарашы ниндәй?

Алланың иҫерткес эсемлектәргә ҡарашы ниндәй?

ЙӘҺҮӘ беҙгә күп төрлө бүләктәр биргән. Уларҙы нисек ҡулланырға икәнен беҙ үҙебеҙ хәл итә алабыҙ. Бының өсөн беҙ Йәһүәгә бик рәхмәтле. Был бүләктәрҙең береһе — шарап. Изге Яҙмала хатта: «Икмәк шатландыра, шарап тормошто күңелле итә», — тип яҙылған (Вәғ. 10:19; Зәб. 104:15). Шулай ҙа ҡайһы берәүҙәрҙең эскелеккә бәйле ауырлыҡтары бар. Бынан тыш, төрлө илдәрҙә һәм мәҙәниәттәрҙә иҫерткес эсемлектәргә ҡараштар ҙа төрлө. Улай булғас, Алла хеҙмәтсеһе иҫерткес эсемлектәргә нисек ҡарарға тейеш?

Ҡайҙа ғына йәшәһәк тә, ниндәй генә мәҙәниәттә үҫһәк тә, беҙгә Алланың ҡарашы буйынса эш итергә кәрәк. Алла беҙгә насар кәңәш бирмәй.

Бөгөн кешеләр йыш һәм күп эсә. Ҡайһы берәүҙәр — тынысланыр өсөн, башҡалары ауырлыҡтарын онотор өсөн эсә. Ә ҡайһы бер илдәрҙә күп эсеү матур йәшәй белгәнеңде йә ысын ир булғаныңды күрһәтә тип һанала.

Ләкин мәсихселәр ҡайғыртыусан Барлыҡҡа килтереүсене тыңлай. Мәҫәлән, ул беҙгә артыҡ эсеүҙең аяныс эҙемтәләре тураһында алдан әйткән. Был хаҡта Ғибрәтле һүҙҙәр 23:29—35-тә a яҙылған. Европала йәшәгән һәм йыйылыш өлкәне булып хеҙмәт иткән Дэ́ниел, Йәһүәне белгәнгә тиклем тормошоноң ниндәй булғанын иҫенә төшөрөп, былай ти: «Элек мин бигерәк күп эсә инем. Шул арҡала күпме аҡылһыҙ эштәр ҡылдым һәм үҙемә күпме ғазаптар килтерҙем! Күңел яралары һаман да төҙәлеп бөтмәгән».

Мәсихсегә үҙен эскелектән нисек һаҡларға? Ҡарарҙар ҡабул иткәндә уға Алла Һүҙенең кәңәштәре буйынса эш итергә кәрәк.

Изге Яҙмала иҫерткес эсемлектәр тураһында нимә әйтелә һәм ни өсөн ҡайһы берәүҙәр уларҙы эсә? Әйҙәгеҙ, быны ҡарап сығайыҡ.

ИЗГЕ ЯҘМАЛА ИҪЕРТКЕС ЭСЕМЛЕКТӘР ТУРАҺЫНДА НИМӘ ӘЙТЕЛӘ?

Алла Һүҙе самаһын белеп эсеүҙе хөкөм итмәй. Изге Яҙмала әйтелгәнсә, шарап күңелде күтәрә. Унда: «Бар, ҡыуанып икмәк аша, шатлыҡлы йөрәк менән шарап эс», — тип яҙылған (Вәғ. 9:7). Ғайса һәм Алланың башҡа тоғро хеҙмәтселәре ҡайһы саҡта шарап эскән (Матф. 26:27—29; Лука 7:34; 1 Тим. 5:23).

Алла Һүҙендә самаһын белеп эсеү менән иҫергәнсе эсеү араһындағы айырма асыҡ күрһәтелә. Унда аныҡ итеп: «Шарап эсеп иҫермәгеҙ», — тип яҙылған (Ефес. 5:18). «Эскеселәр... Алла батшалығына эйә була алмаясаҡ», — тип тә әйтелә хатта (1 Кор. 6:10). Эйе, Йәһүә күп эсеүҙе һәм эскелекте ҡаты хөкөм итә. Шуға күрә күптәр дөрөҫ тип һанағанды эшләү урынына, Йәһүәнең ҡарашын иҫәпкә алырға кәрәк.

Ҡайһы берәүҙәр, күп эсһәм дә иҫермәйем, тип уйлай. Ләкин был бик ҡурҡыныс. Изге Яҙманан күренеүенсә, «эскелеккә» бирелгәндәр әхлаҡи яҡтан аҙа һәм Йәһүә менән дуҫлығын юғалтырға мөмкин (Тит. 2:3; Ғиб. һүҙ. 20:1). Ғайса «саманан тыш» эскән кешенең яңы донъяға инә алмағаны хаҡында киҫәткән (Лука 21:34—36). Күреүебеҙсә, иҫерткес эсемлектәр күп проблемаға килтерә. Мәсихсе үҙен был тоҙаҡтан нисек һаҡлай ала?

НИ ӨСӨН? КҮПМЕ? ҠАСАН?

Һәр мәҙәниәттә иҫерткес эсемлектәр эсеү менән бәйле төрлө йолалар бар. Әммә ашап-эсеү тураһында әйткәндә, мәсихсе Йәһүәнең ҡарашын иҫәпкә ала. Инжилдә: «Ашайһығыҙмы, эсәһегеҙме, әллә башҡа берәй нәмә эшләйһегеҙме — бөтөнөһөн дә Алла даны өсөн башҡарығыҙ», — тип әйтелә (1 Кор. 10:31). Бына ошо һорауҙар һәм Изге Яҙмалағы принциптар өҫтөндә уйланыу бик мөһим.

Мин башҡаларҙан айырылып тормаҫ өсөн эсәмме? Сығыш 23:2-лә: «Күптәргә эйәреп, яманлыҡ ҡылмағыҙ», — тип әйтелә. Йәһүә боронғо ваҡытта израилдәрҙең уның әмерҙәрен тотмаған кешеләрҙән өлгө алыуҙарын теләмәгән. Йәһүәнең ҡарашы үҙгәрмәгән. Был кәңәш беҙҙең өсөн дә файҙалы. Әгәр беҙ башҡаларға иҫерткес эсемлектәргә ҡарашыбыҙға тәьҫир итергә рөхсәт итһәк, беҙҙең Йәһүәнән ситләшеүебеҙ һәм уның нормаларын кире ҡағыуыбыҙ бар (Рим. 12:2).

Мин көслө икәнемде күрһәтер өсөн эсәмме? Ҡайһы бер мәҙәниәттәрҙә йыш һәм күп эсеү хуплана, һәм ул ғәҙәти нәмә (1 Пет. 4:3). Әммә 1 Коринфтарға 16:13-тә нимә әйтелгәненә иғтибар итегеҙ: «Уяу булығыҙ, иманда ныҡ тороғоҙ, ҡыйыу һәм ныҡ булығыҙ». Иҫерткес эсемлек кешене ысындан да көслө итә аламы? Киреһенсә. Иҫерткес эсемлек хистәрҙе томалай һәм аныҡ уйларға ҡамасаулай. Күп эскән кеше көслө булып түгел, ә киреһенсә аҡылһыҙ булып күренә һәм көлкөгә ҡала. Ишағыя 28:7-лә ундай кешеләр тураһында: «Шарап арҡаһында юлдан яҙа. [...] Уларҙың фекерҙәре сыуала», — тип әйтелә.

Ысын көс Йәһүәнән килә һәм уяу булыуҙы, иманда ныҡ тороуҙы аңлата (Зәб. 18:32). Йәһүә менән мөнәсәбәттәребеҙҙе һаҡлап уяу булып ҡалһаҡ, беҙ ҙә көслө була алырбыҙ. Ғайса ысынлап та көслө булған, сөнки Алланың принциптарын тотҡан һәм дөрөҫ булғанды эшләргә ҡурҡмаған.

Мин проблемаларымды онотор өсөн эсәмме? Мәҙхиә йырлаусы: «Борсолоуҙар мине биләп алғанда, һин миңә йыуаныс һәм тыныслыҡ бирҙең», — тип әйткән (Зәб. 94:19). Тормошоңдоң ауыр саҡтарында ҡотолоуҙы араҡыла түгел, ә Йәһүәлә эҙлә. Тынысланыр өсөн йышыраҡ доға ҡыл, шулай уҡ үҙ борсолоуҙарыңды рухи яҡтан етлеккән берәй ҡәрҙәшкә һөйлә, ул һиңә яҡшы кәңәш бирер. Әгәр кеше проблемаларын онотор өсөн эскелеккә бирелһә, уның дөрөҫ эш итергә теләге һүрелер, һәм ул гонаһ ҡылырға мөмкин (Ос. 4:11). Юғарыла иҫкә алынған Дэниел былай ти: «Мин тыныслығымды юғалттым һәм һәр ваҡыт үҙемде ғәйепләнем. Шул ауыр хистәрҙе баҫыр өсөн мин эстем. Ләкин проблемалар ҡар өйөмө кеүек үҫкәндән-үҫә барҙы. Мин дуҫтарымды юғалтып бөттөм һәм үҙ-үҙемде хөрмәт итмәй башланым». Дэниел ҡотолоу юлын нисек тапҡан? «Мин шуны аңланым: проблемаларҙан арыныр өсөн миңә араҡы түгел, ә Йәһүә кәрәк ине. Уның ярҙамы менән мин яйлап ҡына бөтә ауырлыҡтарҙы еңә алдым». Хәл өмөтһөҙ булып күренһә лә, Йәһүәнең һеҙгә ярҙамға килергә әҙер булыуына шикләнмәгеҙ (Флп. 4:6, 7; 1 Пет. 5:7).

Эсһәң, ни тиклем йыш һәм күп эсәһең? Быны аңлар өсөн, ошо һорауҙар ярҙамында үҙ-үҙеңде тикшерә алаһың. Туғандарың йә дуҫтарың һиңә, күп һәм йыш эсеүең тураһында әйтәме? Был һинең үҙең дә аңламайынса ҡурҡыныс юлдан барыуыңды һәм туҡтарға ваҡыт икәнен күрһәтә. Мин элеккегә ҡарағанда күберәк эсәмме? Был — һинең иҫерткес эсемлеккә бәйлелек тыуғанын күрһәтә. Бер нисә көн йә оҙағыраҡ эсмәһәм, миңә ауырмы? Эйе булһа, эскелеккә әүәҫләнеп китеүеңде күрһәтә. Шул саҡта һиңә, моғайын, табиптарҙың ярҙамы кәрәк булыр.

Эскелектең ҡурҡыныс яҡтарын күреп, ҡайһы бер имандаштарыбыҙ иҫерткес эсемлектәрҙе бөтөнләй эсмәҫкә булған. Ә ҡайһы берәүҙәр араҡыны тәмһеҙ тип таба, шуға күрә эсмәй. Дуҫтарыңдың береһе шундай ҡарарға килһә, уның ҡарашын хөрмәт ит һәм уны тәнҡитләмә.

Бәлки, һин, эсеүгә ҡағылышлы үҙеңә сиктәр ҡуйырға теләрһең. Кемдер аҙнаһына бер тапҡыр йәиһә аш алдынан әҙерәк эсә. Башҡалары иҫерткес эсемлектәрҙең ниндәйен эсергә, ә ниндәйен юҡ икәнен үҙенә билдәләгән. Мәҫәлән, улар әҙерәк шарап йәиһә һыра эсергә, ә көслө эсемлектәрҙе, шул иҫәптән коктейлдәрҙе лә, эсмәҫкә ҡарар иткән. Кеше үҙе өсөн аныҡ ҡағиҙәләр ҡуйһа, уға улар буйынса эш итеүе лә еңелерәк. Рухи яҡтан етлеккән мәсихсегә, башҡалар минең хаҡта нимә уйлар тип, борсолорға кәрәкмәй.

Тағы нимәне иҫәпкә алырға кәрәк? Башҡаларҙың хистәрен. Римдарға 14:21-ҙә беҙ былай тип уҡыйбыҙ: «Ит ашамауың, шарап эсмәүең, имандашыңдың абыныуына килтерерлек башҡа нәмәләр эшләмәүең яҡшы». Һин был кәңәште нисек ҡуллана алаһың? Ҡәрҙәштәреңде ярат. Иҫерткес эсемлек кем өсөндөр ҡотҡо булғанын белһәң, уның янында эсмәҫһең. Шулай итеп, һин башҡаларҙы үҙеңә ҡарағанда күберәк яратҡаныңды күрһәтерһең (1 Кор. 10:24).

Бынан тыш, мәсихселәр үҙҙәре йәшәгән илдең закондарына буйһона. Хөкүмәт йыш ҡына нисә йәштән эсергә ярағанлыҡты билдәләй, шулай уҡ эскән килеш руль артына ултырырға йәиһә берәй техника менән ҡулланырға рөхсәт итмәй (Рим. 13:1—5).

Йәһүәнең бүләктәре менән нисек ҡулланырға икәнен беҙ үҙебеҙ ҡарар итә алабыҙ. Ул бүләктәрҙең береһе — һайлау ирке. Беҙ нимә ашарға һәм нимә эсергә икәнен үҙебеҙ һайлай алабыҙ. Әйҙәгеҙ, был һайлау иркен Йәһүәне шатландырыр өсөн ҡулланайыҡ.

a Ауырыуҙарҙы контролдә тотоу һәм иҫкәртеү үҙәктәре (АҠШ) әйтеүенсә, бер мәртәбә генә булһа ла күп эсеү кеше үлтереүгә, үҙ-үҙеңә ҡул һалыуға, көсләүгә, ғаиләлә көс ҡулланыуға, әхлаҡһыҙлыҡ ҡылыуға, баланың үле булып тыуыуына килтерергә мөмкин.