Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

50-СЕ ӨЙРӘНЕҮ МӘҠӘЛӘҺЕ

Иман һәм эштәр тәҡүәлеккә алып бара

Иман һәм эштәр тәҡүәлеккә алып бара

«Ибраһим... иман юлынан барыусыларҙың атаһы» (РИМ. 4:12).

119-СЫ ЙЫР Иманыбыҙ ныҡ булһын!

БЫЛ МӘҠӘЛӘЛӘ a

1. Ибраһимдың иманы тураһында уйлағанда, ниндәй һорау тыуырға мөмкин?

 ИБРАҺИМ хаҡында күптәр ишетһә лә, күбеһе уның тураһында бик әҙ белә. Әммә һеҙ Ибраһим менән яҡшы таныш. Мәҫәлән, һеҙ уның иманлы кешеләргә атай булып киткәнен беләһегеҙ (Рим. 4:11). Шулай ҙа һеҙ, мин Ибраһим кеүек көслө иман үҫтерә алырмынмы, тип уйлайһығыҙҙыр. Шикләнмәгеҙ, был һеҙҙең ҡулығыҙҙан килә.

2. Ни өсөн Ибраһимдың миҫалын тикшереү мөһим? (Яҡуб 2:22, 23).

2 Ибраһимдың миҫалын тикшерһәк, беҙ уныҡы кеүек иманды үҫтерә алырбыҙ. Алланың ҡушыуы буйынса Ибраһим йыраҡ ергә күсенгән. Ул тиҫтәләгән йылдар сатырҙарҙа йәшәгән һәм яратҡан улы Исхаҡты ҡорбанға килтерергә әҙер булған. Бөтә был эштәрҙә уның көслө иманы сағылған. Алла Ибраһимды көслө иманы һәм эштәре өсөн хуплаған һәм хатта уны үҙенең дуҫы тип һанаған. (Яҡуб 2:22, 23-тө уҡығыҙ.) Йәһүә һәр беребеҙҙең, шул иҫәптән һеҙҙең дә, шундай уҡ фатихалар алыуығыҙҙы теләй. Шуға күрә ул Павел менән Яҡубты Ибраһим тураһында яҙырға рухландырған. Әйҙәгеҙ, Павелдың римдарға яҙған хатының 4-се бүлегендә һәм Яҡубтың хатының 2-се бүлегендә Ибраһим хаҡында нимә әйтелгәненә иғтибар итәйек. Был ике бүлектән Ибраһим тураһында мөһим хәҡиҡәттәрҙе белербеҙ.

3. Павел һәм Яҡуб Изге Яҙманан ниндәй аятты өҙөмтә итеп килтергән?

3 Павел да, Яҡуб та Башланмыш 15:6-лағы һүҙҙәрҙе өҙөмтә итеп килтергән. Унда: «[Ибраһим] Раббыға ышанды, һәм Раббы быны тәҡүәлелек билдәһе тип ҡабул итте», — тип әйтелә. «Тәҡүәлелек», йәғни тәҡүә булыу нимәне аңлата? Йәһүә тәҡүә кешене хуплай һәм уны саф, ғәйепһеҙ тип һанай. Шуныһы ғәжәп: камил булмаған гонаһлы кеше Йәһүә алдында ғәйепһеҙ була ала! Әлбиттә, һеҙ ҙә Алланың һеҙҙе тәҡүә кеше тип һанауын теләйһегеҙ. Һеҙ быға ирешә алаһығыҙ. Быға инаныр өсөн, әйҙәгеҙ, Йәһүәнең Ибраһимды ни өсөн тәҡүә тип һанағанын ҡарап сығайыҡ.

ТӘҠҮӘ БУЛЫР ӨСӨН ИМАН КӘРӘК

4. Кешеләргә тәҡүә булырға нимә ҡамасаулай?

4 Илсе Павел римдарға яҙған хатында, бөтә кешеләр гонаһ ҡылған, тип яҙған (Рим. 3:23). Улайһа, кеше нисек тәҡүә, ғәйепһеҙ һәм Аллаға яраҡлы була ала һуң? Был һорауға яуап табырға ярҙам итер өсөн, Павел Ибраһимдың миҫалына иғтибар иткән.

5. Ни өсөн Йәһүә Ибраһимды тәҡүә тип иғлан иткән? (Римдарға 4:2—4).

5 Ибраһим Ҡынаан ерҙәрендә йәшәгән саҡта уҡ Йәһүә уны тәҡүә тип һанаған. Ни өсөн? Ибраһим Муса ҡанунын теүәл үтәгәнгәме? Әлбиттә, юҡ (Рим. 4:13). Был ҡанун 400 йылдан ашыу ваҡыт үткәс кенә барлыҡҡа килгән. Улайһа, ни өсөн Алла уны тәҡүә тип һанаған? Йәһүә Ибраһимға йомарт игелек сағылдырған һәм иманы өсөн уны тәҡүә тип иғлан иткән. (Римдарға 4:2—4-те уҡығыҙ.)

6. Нимә арҡаһында Йәһүә гонаһлы кешеләрҙе тәҡүә тип иғлан итә?

6 Павел әйткәнсә, Аллаға ышанған кеше «иманы менән хаҡ [«тәҡүә тип», ЯДТ] һанала» (Рим. 4:5). Артабан ул дауам итә: «Эш-ғәмәлдәренә ҡарамайынса Алла тарафынан хаҡ тип иҫәпләнгән кешенең бәхетле булыуы тураһында Дауыт былай ти: „Яуыз эштәре кисерелгән, гонаһтары бөтөрөлгән кешеләр бәхетле. Раббы тарафынан гонаһтары иҫәпкә алынмағандар бәхетле“» (Рим. 4:6—8; Зәб. 32:1, 2). Әгәр кеше Аллаға ышанһа, Алла уның гонаһтарын тулыһынса кисерә, йәғни уларҙы ҡаплай һәм бүтән иҫкә төшөрмәй. Иманы арҡаһында ул ғәйепһеҙ һәм тәҡүә кеше тип һанала.

7. Ни өсөн Алланың боронғо хеҙмәтселәре тәҡүә булған тип әйтеп була?

7 Ибраһим, Дауыт һәм Алланың башҡа тоғро хеҙмәтселәре тәҡүә тип һаналһа ла, камилһыҙ һәм гонаһлы булып ҡалған. Ләкин имандары арҡаһында Алла уларҙы, айырыуса уға ышанмаған кешеләр менән сағыштырғанда, ғәйепһеҙ тип тапҡан (Ефес. 2:12). Павелдың һүҙҙәренән күренеүенсә, Алланың дуҫы булыр өсөн иман кәрәк. Ибраһим да, Дауыт та Аллаға иман иткән, шуға улар уның дуҫы булған. Беҙҙең иманыбыҙ булһа, беҙ ҙә Алланың дуҫы була алабыҙ.

ИМАН ҺӘМ ЭШТӘР БЕР-БЕРЕҺЕ МЕНӘН НИСЕК БӘЙЛЕ?

8, 9. Ҡайһы берәүҙәр Павелдың һәм Яҡубтың һүҙҙәрен нисек аңлата һәм был ниндәй бәхәстәргә килтерә?

8 Иманмы, әллә эштәрме? Нимә мөһимерәк? Был һорау быуаттар дауамында христиан донъяһында бәхәс тыуҙырған. Ҡайһы бер дин әһелдәре: «Раббы Ғайса Мәсихкә ышанһағыҙ — ҡотолорһоғоҙ», — тип өйрәтә. Улар хатта илсе Павелдың, кеше «эш-ғәмәлдәренә ҡарамайынса Алла тарафынан хаҡ тип [иҫәпләнә]», тигән һүҙҙәренә һылтана (Рим. 4:6). Башҡалар иһә, ҡотолор өсөн сиркәү изге тип һанаған урындарға барырға һәм башҡа йолаларҙы үтәргә кәрәк, тип әйтәләр. Быны иҫбатлар өсөн улар Яҡуб 2:24-тәге «кеше Алла тарафынан иманына ғына түгел, ә ҡылған ғәмәлдәренә ҡарап та аҡлана» тигән һүҙҙәрҙе килтерергә мөмкин.

9 Ҡайһы бер дини белгестәр, Павелдың һәм Яҡубтың өйрәтеүҙәре бер-береһенә ҡаршы тора, тигән һөҙөмтәгә килгән. Руханиҙарҙың әйтеүенсә, Павел кешене эштәр түгел, ә иман тәҡүә итә тип һанаған, ә Яҡуб, Алланың хуплауын алыр өсөн игелекле эштәр ҡылырға кәрәк, тип өйрәткән. Был хаҡта бер дин ғалимы былай тигән: «Яҡуб Павелдың, кешегә тәҡүә булыр өсөн эштәр түгел, ә тик иман ғына кәрәк, тигән фекерҙә ныҡ торғанын аңламаған, шуға ул Павел менән ризалашмаған». Ләкин Павел да, Яҡуб та үҙ хаттарын Алла тарафынан рухландырылып яҙған (2 Тим. 3:16). Тимәк, уларҙың шундай ҡараштарының сәбәптәре булырға тейеш. Уларҙы белер өсөн, әйҙәгеҙ, Павел менән Яҡубтың хаттарын иғтибар менән тикшерәйек.

Павел Римдағы еврей халҡынан булған мәсихселәргә, кеше Муса ҡанунын үтәгәнгә түгел, ә иман сағылдырғанға күрә Алла алдында тәҡүә була, тип аңлатҡан. (10-сы абзацты ҡарағыҙ.) b

10. Павел, дөйөм алғанда, ниндәй эштәр тураһында әйткән? (Римдарға 3:21, 28). (Рәсемде лә ҡарағыҙ.)

10 Павел Римдарға 3-сө һәм 4-се бүлектәрҙә ниндәй эштәр тураһында яҙған? Дөйөм алғанда, ул Синай тауында бирелгән Муса ҡануны талап иткән эштәрҙе күҙ уңында тотҡан. (Римдарға 3:21, 28-ҙе уҡығыҙ.) Күрәһең, Павел көндәрендә еврей халҡынан булған мәсихселәр, Муса ҡануны буйынса йәшәргә кәрәк, тип һанаған. Шуға күрә Павел, Ибраһимдың миҫалын килтереп, Алланың хуплауын алыр өсөн кеше ҡанунды үтәргә түгел, ә иман сағылдырырға тейеш икәнен күрһәткән. Был фекер беҙҙе йыуата: Аллаға һәм Мәсихкә иманыбыҙ булһа, Алла беҙҙе хуплаясаҡ.

Яҡуб мәсихселәрҙе, башҡаларға бер тигеҙ ҡарап һәм игелек ҡылып, имандарын эштәр менән күрһәтергә дәртләндергән. (11, 12-се абзацтарҙы ҡарағыҙ.) c

11. Яҡуб ниндәй эштәр тураһында яҙған?

11 Яҡуб та үҙенең хатының 2-се бүлегендә эштәр тураһында яҙған. Әммә унда һүҙ ҡанун талаптарын үтәү тураһында бармай. Яҡуб мәсихселәр көн дә ҡылған яҡшы эштәр тураһында әйткән. Был эштәргә ҡарап, мәсихсе Аллаға ысынлап та ышанамы-юҡмы икәнен белеп була. Яҡуб ҡулланған ике миҫалға иғтибар итәйек.

12. Яҡуб иман менән эштәр үҙ-ара бәйле икәнен нисек аңлатҡан? (Рәсемде лә ҡарағыҙ.)

12 Яҡуб беренсе миҫалында, мәсихселәр башҡаларға бер тигеҙ ҡарарға тейеш, тип әйткән. Быны күрһәтер өсөн ул, байҙы ярлы кешенән өҫтөн күргән кеше тураһында һөйләй. Ундай кеше иманым бар тиһә лә, уның эштәре быны иҫбатламай (Яҡ. 2:1—5, 9). Икенсе миҫалында Яҡуб имандаштарының кейемгә һәм көндәлек ризыҡҡа мохтаж булыуын күреп ярҙам итмәгән кеше тураһында һөйләй. Ундай кеше иманым бар тиһә лә, уның эштәре иманы булмағанын күрһәтә. Шуға күрә был иман файҙаһыҙ. Яҡуб яҙыуынса, «ғәмәле булмаһа, ул [иман] үҙенән-үҙе үле» (Яҡ. 2:14—17).

13. Яҡуб имандың да, эштәрҙең дә мөһимлеген күрһәтер өсөн кемде үрнәк итеп килтерә? (Яҡуб 2:25, 26).

13 Имандың эштәр менән раҫланырға тейешлеген күрһәтер өсөн, Яҡуб Рахавтың миҫалын килтерә. (Яҡуб 2:25, 26-ны уҡығыҙ.) Рахав Йәһүә тураһында ишеткән һәм уның израилдәрҙе яҡлағанын таныған (Еш. 2:9—11). Ул иманын эштәр менән күрһәткән. Израилдәрҙең ике шымсыһының ғүмеренә ҡурҡыныс янағанда, ул уларҙы йәшереп алып ҡалған. Һөҙөмтәлә Израиль халҡынан булмаған был ҡатын Ибраһим кеүек тәҡүә тип иғлан ителгән. Рахавтың үрнәге беҙҙе бына нимәгә өйрәтә: иман эштәр менән теркәлергә тейеш.

14. Ни өсөн Павел менән Яҡубтың һүҙҙәре бер-береһенә ҡаршы килмәй?

14 Күреүебеҙсә, Павел менән Яҡуб иман һәм эштәргә ҡағылышлы һорауҙарға төрлө яҡтан ҡараған. Павел еврей халҡынан булған мәсихселәргә Муса ҡануны талап иткән эштәрҙе генә башҡарып Йәһүәне һөйөндөрә алмаясаҡтары тураһында әйткән. Ә Яҡуб бөтә мәсихселәргә лә үҙ имандарын игелекле эштәр менән дәлилләргә кәрәк тигән фекергә иғтибар иткән.

Иманығыҙ Йәһүә хуплаған эштәр башҡарырға рухландырамы? (15-се абзацты ҡарағыҙ.)

15. Иманыбыҙҙы эштәр менән күрһәтер өсөн ниндәй мөмкинлектәр бар? (Фотоһүрәттәрҙе лә ҡарағыҙ.)

15 Беҙгә Йәһүә алдында тәҡүә булыр өсөн, Ибраһим башҡарған эштәр талап ителмәй. Иманыбыҙҙы күрһәтер өсөн күп мөмкинлектәр бар. Беҙ йыйылышҡа килгән яңы кешеләрҙе йылы итеп ҡаршы алабыҙ, мохтажлыҡта ҡалған ҡәрҙәштәргә ярҙам итәбеҙ, шулай уҡ үҙ ғаиләбеҙ хаҡында ҡайғыртабыҙ (Рим. 15:7; 1 Тим. 5:4, 8; 1 Яхъя 3:18). Иманыбыҙҙың булғанын күрһәткән тағы бер мөһим эш — вәғәздә ҡатнашыу (1 Тим. 4:16). Бөтәбеҙ ҙә эштәребеҙ менән Йәһүәнең вәғәҙәләре үтәләсәгенә һәм ул һәр ваҡытта ла дөрөҫ эш иткәненә ышанғаныбыҙҙы күрһәтә алабыҙ. Шул саҡта Алла беҙҙе тәҡүә тип һанар һәм үҙенең дуҫы тип атар.

ӨМӨТ ИМАНДЫ НЫҒЫТА

16. Ибраһим нимәгә өмөтләнгән һәм нимәгә ышанған?

16 Римдарға яҙылған хаттың 4-се бүлегендә Ибраһим ҡалдырған тағы бер ҡиммәтле һабаҡ бар. Был бүлектән беҙ өмөттөң ни тиклем мөһим булыуын беләбеҙ. Йәһүә Ибраһимға «ер йөҙөндәге бар халыҡ һинең аша булыр фатихалы» тип вәғәҙә биргән. Күҙ алдына килтерегеҙ, Алла Ибраһимға ни тиклем иҫ киткес өмөт биргән (Баш. 12:3; 15:5; 17:4; Рим. 4:17). Хатта Ибраһимға 100 йәш, ә уның ҡатыны Сараға 90 йәш булғанда ла, уларҙың вәғәҙә ителгән улдары һаман да булмаған. Кеше күҙлегенән ул йәштә бала табыу мөмкин түгел. Был Ибраһимдың иманын һынаған. Шулай ҙа ул «күп халыҡтарҙың атаһы» булып китәсәгенә ышанған (Рим. 4:18, 19). Белеүебеҙсә, уның өмөтө тормошҡа ашҡан. Уларҙың оҙаҡ көтөп алған улдары Исхаҡ тыуған (Рим. 4:20—22).

17. Алланың беҙҙе тәҡүә тип иғлан итәсәген һәм үҙенең дуҫтары тип атаясағын ҡайҙан беләбеҙ?

17 Ибраһимдың тормошо шуны күрһәтә: беҙ ҙә Алланың хуплауын ала алабыҙ, уның күҙендә тәҡүә була алабыҙ һәм уның дуҫы тип атала алабыҙ. Тап ошо хаҡта Павел былай тигән: «„Хаҡ һаналды“ тигән һүҙ уға ҡарата ғына түгел, беҙҙең өсөн дә яҙылған. Раббыбыҙ Ғайсаны үленән терелткән Аллаға инанғанлыҡтан, Алла беҙҙе лә хаҡ һанар» (Рим. 4:23, 24). Ибраһимға кеүек беҙгә иман да, эштәр ҙә, өмөт тә кәрәк. Павел өмөт тураһындағы фекерҙе Римдарға 5-се бүлектә дауам итә. Быны киләһе мәҡәләнән белербеҙ.

28-СЕ ЙЫР Кем Йәһүәнең дуҫы була ала?

a Беҙ Алланың хуплауын алырға һәм уның алдында тәҡүә булырға теләйбеҙ. Йәһүәнең хуплауын нисек алып була һәм быға ирешер өсөн ни өсөн иман һәм эштәр кәрәк? Был йәһәттән беҙгә Павел менән Яҡубтың хаттары ярҙам итер.

b РӘСЕМДӘ. Павел еврей халҡынан булған мәсихселәргә, уларҙы Муса ҡануны талап иткән эштәр түгел, ә имандары Алла алдында тәҡүә итә, тип аңлатҡан. Шуға күрә кейемдең итәгенә зәңгәр еп тегеү, Ҡотҡарылыу байрамын үткәреү һәм ҡул йыуыу йолаһы кеүек эштәр ғәмәлдән сыҡҡан.

c РӘСЕМДӘ. Яҡуб мәсихселәрҙе башҡаларға игелек ҡылып, мәҫәлән, ярлыларға ярҙам итеп, иманды эштәр менән күрһәтергә дәртләндергән.