Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

53-СӨ ӨЙРӘНЕҮ МӘҠӘЛӘҺЕ

Йыйылыштағы йәш егеттәр, рухи етлеккәнлеккә ынтылығыҙ!

Йыйылыштағы йәш егеттәр, рухи етлеккәнлеккә ынтылығыҙ!

«Имандаштар, уйҙарығыҙ балаларҙыҡы кеүек булмаһын... фекер йөрөтөү рәүешегеҙ менән ололар һымаҡ булығыҙ» (1 КОР. 14:20).

135-СЕ ЙЫР «Улым, зирәк бул»

БЫЛ МӘҠӘЛӘЛӘ a

1. Йыйылышта һәр ир ҡәрҙәштән нимә көтөлә?

 ИЛСЕ Павел коринфтарға: «Имандаштар, уйҙарығыҙ балаларҙыҡы кеүек булмаһын... фекер йөрөтөү рәүешегеҙ менән ололар һымаҡ булығыҙ», — тигән (1 Кор. 14:20). Был һүҙҙәр йыйылыштағы бөтә ирҙәргә лә ҡағыла. Рухи яҡтан етлеккән мәсихсе Алла ҡанунына буйһона һәм бөтә өлкәләрҙә лә Изге Яҙмалағы принциптар буйынса эш итә (Лука 2:52). Ни өсөн йыйылыштағы егеттәргә тап шуға ынтылырға кәрәк?

2, 3. Ни өсөн йәш егеттәргә рухи етлеккәнлеккә ынтылырға кәрәк?

2 Ир кешегә йыйылышта һәм ғаиләлә мөһим роль бирелгән. Йәш ҡәрҙәш, һин, моғайын, киләсәгең тураһында уйланаһыңдыр. Һин үҙеңде кем итеп күрәһең? Бәлки, һин пионер, хеҙмәт ярҙамсыһы йә өлкән булып хеҙмәт итергә маҡсат ҡуяһыңдыр. Ә, бәлки, һин өйләнергә йә атай кеше булырға теләйһеңдер (Ефес. 6:4; 1 Тим. 3:1). Маҡсатың ниндәй генә булһа ла, уларҙың һәр береһе вазифалар менән бәйле. Был вазифаларҙы уңышлы башҡарыр өсөн, рухи яҡтан етлеккән булыу мөһим b.

3 Был яҡтан һиңә нимә ярҙам итер? Бының өсөн билдәле бер сифаттар һәм оҫталыҡтар кәрәк. Шул турала ентекләберәк һөйләшәйек.

РУХИ ЕТЛЕККӘНЛЕККӘ НИСЕК ӨЛГӘШЕП БУЛА?

Ғайсаның ҡайһы сифаттары һиңә оҡшай, был хаҡта уйлан һәм унан өлгө алырға тырыш. Был һиңә рухи яҡтан етлеккән кеше булырға ярҙам итер. (4-се абзацты ҡарағыҙ.)

4. Өлгө алырлыҡ кешеләрҙең миҫалдарын ҡайҙан табып була? (Фотоһүрәтте лә ҡарағыҙ.)

4 Өлгө алырлыҡ кешеләрҙең миҫалдарын һайла. Изге Яҙмала Йәһүәне яратҡан һәм уның халҡы хаҡында ҡайғыртҡан күп ирҙәр тураһында әйтелә. Уларҙан өлгө ал. Шулай уҡ йыйылышыңдағы етлеккән мәсихселәрҙән һәм Аллаға хеҙмәт иткән туғандарыңдан өлгө алып була (Евр. 13:7). Ә иң яҡшы үрнәк — Ғайса (1 Пет. 2:21). Был хеҙмәтселәрҙең ниндәй сифаттары һине һоҡландырғаны тураһында уйлан һәм улар кеүек эш итергә тырыш (Евр. 12:1, 2).

5. Йәһүә кеүек фекер йөрөтөргә һиңә нимә ярҙам итер һәм ни өсөн был мөһим? (Зәбур 119:9).

5 Айыҡ аҡыл үҫтер һәм уйлап эш ит (Ғиб. һүҙ. 3:21). Аҡыллы кеше бер нәмәне лә ашығып эшләмәй. Ул барыһын да яҡшылап үлсәй һәм һәр ваҡытта ла Алланың ҡарашын иҫәпкә ала. Шулай эш итеү был донъялағы йәштәрҙең эш итеүенән ныҡ айырылып тора. Улар нимә теләй, шуны эшләй (Ғиб. һүҙ. 7:7; 29:11). Бынан тыш, интернет һәм социаль селтәрҙәр ныҡ тәьҫир итә. Шуға күрә был донъяның баҫымына бирешмәҫ өсөн көс һал. Ҡарар ҡабул итер алдынан тәүҙә Йәһүәнең был турала нимә уйлағанын бел, шунан һуң ул тәҡдим иткән принцип ни өсөн иң яҡшыһы икәнен аңларға тырыш. Артабан был белемдәрҙе ҡуллан. Шул саҡта һинең ҡарарҙарың Йәһүәне һөйөндөрөр. (Зәбур 119:9-ҙы уҡығыҙ.) Йәһүә кеүек фекер йөрөтөргә өйрәнһәң, һин рухи етлеккәнлеккә табан ҙур аҙым яһаясаҡһың (Ғиб. һүҙ. 2:11, 12; Евр. 5:14). Шулай фекер йөрөтөүең: 1) ҡыҙ ҡәрҙәштәр менән нисек мөғәмәлә итеүеңдә; 2) тышҡы ҡиәфәтеңдә һәм кейем һайлауҙа сағылыр. Был һиңә ниндәй файҙа килтергәнен ҡарап сығайыҡ.

6. Йәш егет имандаш ҡыҙҙарҙы хөрмәт иткәнен нисек күрһәтә ала?

6 Йәһүә кеүек фекер йөрөтөргә өйрәнгән ир ҡәрҙәш ҡатындарҙы хөрмәт итә. Әйтәйек, йыйылыштағы егет бер ҡыҙ ҡәрҙәш менән яҡынданыраҡ танышырға теләй, ти. Был тәбиғи һәм бының бер насарлығы ла юҡ. Ләкин ҡәрҙәш өйләнергә йыйынмаһа, ҡыҙ ҡәрҙәштең хистәренә ҡағылмаҫ. Мәҫәлән, уның хистәрен уятҡан һүҙҙәр әйтмәҫ, уға хаттар яҙмаҫ йә башҡа берәй нәмә эшләмәҫ (1 Тим. 5:1, 2). Әгәр ул ҡыҙ ҡәрҙәш менән осраша икән, ул уның абруйы хаҡында хәстәрлек күрер. Ул уның менән аралашҡанда етлеккән ҡәрҙәштең улар янында булыуын теләр һәм ҡыҙ менән икәүҙән-икәүгә ҡалмаҫ (1 Кор. 6:18).

7. Кейем һайлағанда йәш егет нимәне иҫтә тотор?

7 Йәһүәнең фекер йөрөтөүен үҙләштергән йәш егет кейемен аҡыл менән һайлай. Йыш ҡына мода артында әхлаҡһыҙ һәм Йәһүәне хөрмәт итмәгән кешеләр тора. Ундай боҙоҡ фекерле кешеләр ирҙәрҙе ҡатындарға оҡшатҡан, һылашып торған кейемдәр уйлап сығара. Кейем һайлағанда ҡәрҙәш нимәне иҫтә тотор? Әгәр ул һәр нәмәлә Мәсихтән өлгө алырға теләй икән, Изге Яҙмалағы принциптар буйынса эш итер һәм йыйылыштағы етлеккән ҡәрҙәштәрҙән өлгө алыр. Ул үҙенә бындай һорауҙар бирә ала: «Кейемем мәсихсегә яраҡлымы? Тышҡы ҡиәфәтемдә башҡаларға хөрмәт сағыламы? Кейемем Аллаға хеҙмәт иткәнемде күрһәтәме?» (1 Кор. 10:31—33; Тит. 2:6). Йәһүәнең ҡарашы һәм хистәре тураһында уйланған йәш егет имандаштарының ғына түгел, күктәге Атаһының да ихтирамын яулар.

8. Йәш ир ҡәрҙәш нисек ышаныслы кеше булып китә ала?

8 Ышаныслы бул. Ышаныслы ир ҡәрҙәш бөтә вазифаларын тырышып үтәй (Лука 16:10). Әйҙәгеҙ, Ғайсаның миҫалына иғтибар итәйек. Ул бөтә эштәрен еренә еткереп һәм яуаплылыҡ менән башҡарған. Ауыр булһа ла, Ғайса Йәһүәнең бөтә йөкләмәләрен үтәгән. Ул кешеләрҙе, айырыуса үҙенең шәкерттәрен яратҡан һәм улар өсөн үҙ ғүмерен биргән (Яхъя 13:1). Ғайсанан өлгө ал. Һиңә тапшырылған һәр эште күңелеңде һалып башҡар. Ә уны нисек эшләргә икәнен белмәһәң, тәжрибәле ағайҙарҙан ярҙам һорарға оялма. Ҡайһы бер кешеләр уларҙан талап ителгәнде генә эшләй. Уларға оҡшаш булма (Рим. 12:11). Һәр эшеңде «кешеләр өсөн түгел, ә Раббы өсөн эшләгән кеүек» эшлә һәм уны аҙағына тиклем еткер (Кол. 3:23). Әлбиттә, һин камил түгел, шуға күрә тыйнаҡ бул һәм үҙ хаталарыңды таный бел (Ғиб. һүҙ. 11:2).

ФАЙҘАЛЫ ОҪТАЛЫҠТАР ҮҪТЕР

9. Ни өсөн йәш егеткә файҙалы оҫталыҡтар үҫтерергә кәрәк?

9 Етлеккән мәсихсе булыр өсөн, һиңә файҙалы оҫталыҡтар үҫтерергә кәрәк. Был һиңә йыйылыштағы вазифаларҙы үтәргә, үҙеңде һәм ғаиләңде тәьмин итерлек эш табырға һәм башҡалар менән яҡшы мөнәсәбәттә булырға ярҙам итер. Әйҙәгеҙ, ҡайһы бер оҫталыҡтарға күҙ һалайыҡ.

Яҡшы уҡый һәм яҙа белеү үҙеңә лә, йыйылышҡа ла файҙа килтерер. (10, 11-се абзацтарҙы ҡарағыҙ.)

10, 11. Ни өсөн йәш егет яҡшы уҡырға һәм яҙырға өйрәнергә тейеш? (Зәбур 1:1—3). (Фотоһүрәтте лә ҡарағыҙ.)

10 Яҡшы итеп уҡырға һәм яҙырға өйрән. Зәбурҙа, Алла Һүҙен көн һайын уҡыған, уның өҫтөндә уйланған кеше бәхетле һәм уңышлы булыр, тип әйтелә. (Зәбур 1:1—3-тө уҡығыҙ.) Изге Яҙманы көн һайын уҡыһаң, Йәһүә кеүек фекер йөрөтөргә өйрәнерһең. Шул саҡта, ҡарарҙар ҡабул иткәндә, үҙ белдегең буйынса түгел, ә Изге Яҙмалағы принциптар буйынса эш итерһең (Ғиб. һүҙ. 1:3, 4). Шундай ирҙәр йыйылышта бик кәрәк. Ни өсөн?

11 Ҡәрҙәштәр Изге Яҙмалағы өйрәтеүгә һәм нәсихәткә мохтаж (Тит. 1:9). Һин яҡшы уҡый һәм яҙа белһәң, йыйылыш осрашыуҙарында төплө комментарийҙарың һәм телмәрҙәрең менән башҡаларҙың иманын нығыта алырһың. Шулай уҡ шәхси өйрәнеү ваҡытында, йыйылыш осрашыуҙарында йә конгрестарҙа яҙыуҙар алып бара алырһың. Был яҙыуҙар үҙеңдең иманыңды нығытырға һәм башҡаларҙы рухландырырға ярҙам итер.

12. Аралашыу оҫталығын нисек яҡшыртып була?

12 Аралашыу оҫталығын яҡшырт. Алла хеҙмәтсеһе яҡшы аралаша белергә тейеш (Ғиб. һүҙ. 20:5). Уға башҡаларҙы тыңлай белергә, уларҙың фекерҙәренә һәм хистәренә иғтибарлы булырға кәрәк. Бының өсөн кешенең тауышына, йөҙөнә һәм нимә әйткәненә иғтибар итеү бик мөһим. Тимәк, кеше менән ваҡыт үткәрергә кәрәк. Әгәр һин кешеләр менән тик яҙышаһың икән, аралашыу ауыр бирелер, шуға күрә улар менән йөҙгә-йөҙ һөйләшергә тырыш (2 Яхъя 12).

Киләсәктә эш табырға ярҙам иткән һөнәргә өйрәнеү файҙалы булыр. (13-сө абзацты ҡарағыҙ.)

13. Йәш ҡәрҙәшкә тағы нимәгә өйрәнергә кәрәк? (1 Тимофейға 5:8). (Фотоһүрәтте лә ҡарағыҙ.)

13 Үҙеңде тәьмин итергә өйрән. Рухи яҡтан етлеккән мәсихсе үҙен дә, ғаиләһен дә тәьмин итә белергә тейеш. (1 Тимофейға 5:8-ҙе уҡығыҙ.) Ҡайһы бер илдәрҙә йәш егеттәр атаһынан йә башҡа туғанынан һөнәргә өйрәнә ала. Ә башҡа илдәрҙә урта белем алған ваҡытта берәй һөнәргә өйрәнеп була. Нисек кенә булмаһын, йәш сағыңда берәй һөнәргә өйрәнеү һиңә киләсәктә кәрәкле эш табырға ярҙам итер (Ғәм. 18:2, 3; 20:34; Ефес. 4:28). Тырыш бул һәм башлаған эшеңде һәр ваҡыт еренә еткерергә өйрән. Шул саҡта һин ышаныслы кеше булараҡ абруй ҡаҙанырһың, ә ундай эшселәр һәр ваҡыт юғары баһалана. Беҙ ҡарап сыҡҡан сифаттар һәм оҫталыҡтар һине киләсәктәге вазифаларға әҙерләр.

КИЛӘСӘКТӘ БУЛАСАҠ ВАЗИФАЛАРҒА ӘҘЕРЛӘН

14. Йыйылыштағы егет нисек тулы ваҡытлы хеҙмәткә әҙерләнә ала?

14 Тулы ваҡытлы хеҙмәтсе. Рухи яҡтан етлеккән күп кенә мәсихселәр тулы ваҡытлы хеҙмәтте йәш саҡтан башлаған (Флп. 4:11—13). Пионер хеҙмәте йәш ҡәрҙәште төрлө кешеләр менән аралашырға өйрәтә, шулай уҡ был хеҙмәт уға үҙ сығымдарын планлаштырырға ярҙам итә. Даими пионер хеҙмәтен башлар алдынан ярҙамсы пионер булып хеҙмәт итеү яҡшы булыр ине. Күптәр тап шул хеҙмәттән башлаған да. Шунан һуң улар даими пионер булып киткән. Был хеҙмәт улар алдында төҙөлөш эштәрендә йә Вефилдә хеҙмәт итеү мөмкинлектәрен асҡан.

15, 16. Йәш егеткә хеҙмәт ярҙамсыһы йә йыйылыш өлкәне булып китергә нимә ярҙам итер?

15 Хеҙмәт ярҙамсыһы йә йыйылыш өлкәне. Бөтә ир ҡәрҙәштәр өлкән булып хеҙмәт итергә ынтылырға тейеш. Бының өсөн уларға Изге Яҙмалағы талаптарға тура килергә кәрәк. Алла Һүҙендә шундай маҡсат ҡуйған хеҙмәтселәр маҡтап телгә алына (1 Тим. 3:1). Ҡәрҙәш йыйылыш өлкәне булырға теләһә, ниндәйҙер ваҡыт дауамында хеҙмәт ярҙамсыһы булырға тейеш. Был ҡәрҙәштәр өлкәндәргә төрлө өлкәләрҙә ярҙам итә. Өлкәндәр ҙә, хеҙмәт ярҙамсылары ла — Йәһүәнең һарыҡтары хаҡында ҡайғыртҡан һәм вәғәздә ашҡынып ҡатнашҡан кеселекле ҡәрҙәштәр. Йыйылыштағы егет 17 йәшенән хеҙмәт ярҙамсыһы булып китә ала, ә инде үҙ вазифаларын яҡшы башҡарһа, уны 20 йәшендә өлкән итеп билдәләй алалар.

16 Нисек хеҙмәт ярҙамсыһы йә йыйылыш өлкәне булып китергә? Бының бер ниндәй ҙә сере юҡ. Бөтә талаптар Изге Яҙмала килтерелә (1 Тим. 3:1—13; Тит. 1:6—9; 1 Пет. 5:2, 3). Ҡыҫҡаса әйткәндә, ундай ҡәрҙәш Йәһүәне, ғаиләһен һәм имандаштарын яратырға тейеш. Һинән нимә көтөлгәнен аңлар өсөн был абзацта килтерелгән бөтә аяттарҙы уҡып сыҡ, Йәһүәнән кәрәкле сифаттар үҫтерергә ярҙам итеүен һорап доға ҡыл c.

Йәһүә ир ҡәрҙәштән ҡатынын һәм балаларын яратыуын, уларҙың физик, эмоциональ һәм рухи ихтыяждарын ҡайғыртыуын көтә. (17-се абзацты ҡарағыҙ.)

17. Йәш ҡәрҙәш нисек ғаилә башлығы роленә әҙерләнә ала? (Фотоһүрәтте лә ҡарағыҙ.)

17 Ир һәм ғаилә башлығы. Ғайса әйткәнсә, рухи яҡтан етлеккән ҡайһы бер мәсихселәр никахҡа инмәҫкә ҡарар итер (Матф. 19:12). Әммә өйләнергә булһаң, һин, ғаилә башлығы булып китеп, өҫтөңә яңы вазифалар алырһың (1 Кор. 11:3). Йәһүә ир кешенән ҡатынын яратыуын һәм уның матди ихтыяждары хаҡында ҡайғыртыуын көтә. Ул шулай уҡ ҡатынына яҡын дуҫ булырға һәм уға Йәһүә менән ныҡлы мөнәсәбәттәр һаҡларға ярҙам итергә тейеш (Ефес. 5:28, 29). Был мәҡәләлә инде ҡарап сыҡҡанса, йәш ҡәрҙәштәргә Йәһүә кеүек фекер йөрөтөргә, ҡатын-ҡыҙҙарҙы хөрмәт итергә һәм ышаныслы булырға кәрәк. Быларҙың барыһы ла уларға ғаилә башлығы булып китергә ярҙам итер.

18. Йәш ҡәрҙәш нисек атай булырға өйрәнә ала?

18 Атай. Өйләнгәс, һеҙҙең балағыҙ тыуыуы ихтимал. Яҡшы атай булыр өсөн, Йәһүәнән өйрән. Был үҙ эсенә күпте ала (Ефес. 6:4). Йәһүә үҙенең улы Ғайсаға уны яратҡаны һәм хуплағаны хаҡында әйтергә оялмаған (Матф. 3:17). Һин дә, атай булып китһәң, балаларыңа уларҙы яратҡаныңды әйтергә онотма. Уларҙы бәләкәй игелекле эштәре өсөн дә маҡта. Йәһүәнән өлгө алған атайҙар үҙ балаларына рухи яҡтан етлеккән булып үҫергә ярҙам итә. Һин яҡшы атай булырға бөгөн үк өйрәнә алаһың. Үҙ ғаиләң һәм йыйылыштағы ҡәрҙәштәр хаҡында хәстәрлек күр. Уларҙы яратҡаныңа һәм ҡәҙерләгәнеңә ышандырырға өйрән (Яхъя 15:9). Шулай итеп һин яҡшы ир һәм атай булырға өйрәнерһең, Йәһүәне һөйөндөрөрһөң һәм яныңда булғандарҙы бәхетле итерһең.

ҺИН НИСЕК ЭШ ИТЕРҺЕҢ?

Күп кенә ир ҡәрҙәштәр бала саҡтан Изге Яҙманы өйрәнгән, белгәндәрен тормошта ҡулланған һәм рухи яҡтан етлеккән мәсихсе булып киткән. (19, 20-се абзацтарҙы ҡарағыҙ.)

19, 20. Йәш ир ҡәрҙәштәргә рухи яҡтан етлеккән мәсихселәр булырға нимә ярҙам итер? (Тышлыҡтағы фотоһүрәтте ҡарағыҙ.)

19 Рухи етлеккәнлек үҙенән-үҙе килмәй. Йәш егеттәр, һеҙгә өлгө алырлыҡ кешеләрҙең миҫалдарын һайларға, Йәһүә кеүек фекер йөрөтөргә, ышаныслы булырға, файҙалы оҫталыҡтар үҫтерергә һәм киләсәктәге вазифаларға әҙерләнергә кәрәк.

20 Бик күп эш башҡарырға кәрәк икәне тураһында уйлағанда, һине ҡурҡыу биләп алалыр. Ләкин һин барыһын да булдырырһың! Йәһүә һиңә ярҙам итергә вәғәҙә итә (Ишағ. 41:10, 13). Йыйылыштағы ҡәрҙәштәрең яныңда булыр, һин уларға һәр ваҡыт таяна алаһың. Йәһүә һинең етлеккән мәсихсе булып китеүеңде теләй. Шул саҡта тормошоң күпкә шатлыҡлыраҡ һәм ҡыҙығыраҡ булып китер. Йәш ир ҡәрҙәштәребеҙ, беҙ һеҙҙе бик-бик яратабыҙ. Рухи етлеккәнлеккә ынтылығыҙ, һәм Йәһүә һеҙҙе мул итеп фатихалар! (Ғиб. һүҙ. 22:4).

65-СЕ ЙЫР Алға бар!

a Мәсихселәр йыйылышында рухи яҡтан етлеккән ирҙәр бик кәрәк. Был мәҡәләнән йәш ҡәрҙәштәрҙең нисек шундай булып китеүҙәре тураһында белербеҙ.

b Үткән мәҡәләләге «Аңлатманы» ҡарағыҙ.