Хәтерләйһегеҙме?
«Күҙәтеү манараһының» быйылғы сығарылыштарын иғтибар менән уҡынығыҙмы? Аҫта килтерелгән һорауҙарға яуап бирә алаһығыҙмы?
Уй-фекерҙе яңыртыу нимәне аңлата? (Рим. 12:2).
Уй-фекерҙе яңыртыр өсөн игелекле эштәр башҡарыу ғына әҙ. Беҙгә тәрән уйҙарыбыҙҙы тикшерергә һәм, тормошобоҙ Йәһүәнең нормаларына тура килһен өсөн, үҙебеҙҙе үҙгәртергә кәрәк (w23.01, 8—9 бб.).
Донъялағы ваҡиғалар менән ҡыҙыҡһынғанда нисек «айыҡ аҡыл» һаҡларға?
Донъялағы ваҡиғалар менән ҡыҙыҡһыныуыбыҙҙың етди сәбәптәре бар. Ул ваҡиғалар Изге Яҙмалағы пәйғәмбәрлектәрҙең үтәлгәнен күрһәтә. Ләкин беҙгә йыйылыштағы берҙәмлекте ҡаҡшата алған фараз ҡылыуҙан һаҡланырға кәрәк. Ҡәрҙәштәр менән аралашҡанда Алла ойошмаһынан килгән һуңғы мәғлүмәткә һылтанһаҡ, яҡшыраҡ булыр (1 Кор. 1:10) (w23.02, 16 б.).
Ғайсаның һәм уның шәкерттәренең һыуға сумдырылыуы араһында ниндәй айырма бар?
Беҙҙән айырмалы булараҡ, Ғайса Аллаға бағышланған халыҡта тыуған, шуға күрә уға Йәһүәгә бағышланырға кәрәк булмаған. Ул гонаһһыҙ, камил кеше булған. Уға тәүбә итергә лә кәрәк булмаған (w23.03, 5 б.).
Ҡәрҙәштәргә йыйылыш осрашыуҙарында комментарий бирергә нисек ярҙам итеп була?
Ҡыҫҡа яуаптар бирһәк, күберәк ҡәрҙәштәр фекер алышыуҙа ҡатнаша алыр. Шулай уҡ бөтә фекерҙәргә ҡағылмаһаҡ, башҡаларҙың да өҫтәр һүҙе булыр (w23.04, 23 б.).
Ишағыя 35:8-ҙә ниндәй «Изгелек юлы» тураһында һүҙ бара?
Йәһүдтәр Вавилондан ҡайтҡан юл образлы «Изгелек юлы» тип аталған. Ә беҙҙең көндәр тураһында нимә әйтеп була? 1919 йылға тиклем быуаттар дауамында «Изгелек юлында» күп эштәр башҡарылған булған. Был юлды әҙерләү эштәре үҙ эсенә Изге Яҙманы тәржемә итеү һәм уны баҫтырыу эштәрен алған. Бөгөн Алла халҡы рухи ожмахта йәшәй һәм «Изгелек юлынан» киләсәк фатихаларға таба атлай (w23.05, 15—19 бб.).
Ғибрәтле һүҙҙәр китабының 9-сы бүлегендә ниндәй ике символик ҡатын тураһында һүҙ бара?
Ғибрәтле һүҙҙәр китабында «аҡылһыҙ ҡатын» тураһында әйтелә. «Уның йорто үлемгә алып бара». Икенсе ҡатын «ысын зирәклек» итеп һүрәтләнә. Ул тормошҡа алып барған юлдан барырға тәҡдим итә (Ғиб. һүҙ. 9:1, 6, 13, 18) (w23.06, 22—24 бб.).
Луттың үтенесенә яуап биргәндә, Алланың кеселекле һәм һығылмалы булыуы нисек күренгән?
Йәһүә тәҡүә Лутҡа Содомдан тауҙарға ҡасырға ҡушҡан. Әммә Лут Йәһүәнән үҙенә һәм ғаиләһенә Соар тигән бәләкәй ҡалаға ҡасырға рөхсәт һорағас, Алла уның үтенесен үтәгән (w23.07, 21 б.).
Ире порнография ҡараһа, ҡатын нимә эшләй ала?
Уға үҙен ғәйепләргә кәрәкмәй. Ул иғтибарын Йәһүә менән мөнәсәбәттәренә туплай ала һәм Йәһүәнән йыуатыу алған ҡатындарҙың миҫалдары өҫтөндә уйлана ала. Ул иренә порнография ҡарарға этәрә алған осраҡтарҙан һаҡланырға ярҙам итә ала (w23.08, 14—17 бб.).
Үтә күреүсән булыу ҡараштарыбыҙҙы шик аҫтына ҡуйған кешеләргә йомшаҡ итеп яуап бирергә нисек ярҙам итер?
Кешенең һорауына тәнҡитләүгә йә иманыбыҙға һөжүм итеүгә кеүек ҡарамаһаҡ, ә уны нимә борсоғанын аңларға тырышһаҡ, уға йомшаҡ итеп яуап бирә алырбыҙ (w23.09, 17 б.).
Мәрйәмдең үҙенә кәрәкле көстө ҡайҙан алғаны беҙҙе нимәгә өйрәтә?
Мәрйәм Мәсихтең әсәһе булып китәсәге тураһында белгән. Был яуаплы йөкләмәне үтәр өсөн ул башҡаларҙан ярҙам эҙләгән. Ябраил фәрештә һәм Елизавета Мәрйәмдең Йәһүәгә ышанысын нығытҡан. Беҙ ҙә ҡәрҙәштәрҙән ярҙам эҙләй алабыҙ (w23.10, 15 б.).
Йәһүә доғаларыбыҙға нисек яуап бирә ала?
Йәһүә доғаларыбыҙҙы тыңларға вәғәҙә итә һәм үтенестәребеҙҙең уның ниәте менән нисек бәйле икәнен иҫәпкә ала (Ирем. 29:12). Алла оҡшаш үтенестәргә бер төрлө итеп яуап бирмәҫкә мөмкин, ләкин һәр ваҡытта ла беҙҙе нығытып торасаҡ (w23.11, 21—22 бб.).
Римдарға 5:2-лә, мәсихселәрҙең өмөтө бар, тип әйтелә. Улайһа, ни өсөн Павел Римдарға 5:4-тә өмөттө яңынан иҫкә ала?
Кеше һөйөнөслө хәбәрҙе ишеткәс, уның ерҙәге ожмахта йәшәргә өмөтө тыуа. Әммә ауырлыҡтар менән осрашҡас һәм уларҙы еңеп сыҡҡас, ул Алланың хуплауын тоя. Шулай итеп уның өмөтө элеккегә ҡарағанда тағы ла көслөрәк булып китә һәм ул уны тағы ла нығыраҡ ҡәҙерләй (w23.12, 12—13 бб.).