Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

51-СЕ ӨЙРӘНЕҮ МӘҠӘЛӘҺЕ

Өмөтөгөҙ һис шикһеҙ тормошҡа ашасаҡ!

Өмөтөгөҙ һис шикһеҙ тормошҡа ашасаҡ!

«Өмөт иһә алдамай» (РИМ. 5:5).

142-СЕ ЙЫР Өмөтөбөҙгә ныҡ тотонайыҡ

БЫЛ МӘҠӘЛӘЛӘ a

1. Ибраһимдың өмөтө бушҡа булмағаны нимәнән күренә?

 ЙӘҺҮӘ үҙ дуҫы Ибраһимға уның тоҡомо аша ер йөҙөндәге бөтә халыҡтар фатиха аласаҡ тип вәғәҙә иткән (Баш. 15:5; 22:18). Иманы көслө булғанға Ибраһим Йәһүәнең вәғәҙәһе үтәләсәгенә бер ҙә шикләнмәгән. Ләкин ваҡыт үткән, Ибраһимға инде 100 йәш, уның ҡатыны Сараға 90 йәш булған, ә вәғәҙә ителгән бала һаман да юҡ (Баш. 21:1—7). Шулай ҙа Изге Яҙмала әйтелгәнсә, Ибраһим «күп халыҡтарҙың атаһы» буласағына ныҡ ышанған (Рим. 4:18). Белеүебеҙсә, Ибраһимдың өмөтө тормошҡа ашҡан — күп йылдар үткәс, уның улы Исхаҡ тыуған. Ибраһимдың өмөтө нимәгә нигеҙләнгән булған?

2. Ни өсөн Ибраһим Йәһүәнең үҙ вәғәҙәһен үтәйәсәгенә ышанған?

2 Ибраһим Йәһүәне бик яҡшы белгән, шуға күрә Алланың үҙ вәғәҙәһен үтәйәсәгенә ныҡ ышанған (Рим. 4:21). Йәһүә Ибраһимды иманы өсөн хуплаған һәм уны тәҡүә тип һанаған (Яҡ. 2:23). Римдарға 4:18-ҙән күренеүенсә, Ибраһимдың иманы ла, өмөтө лә булған. Әйҙәгеҙ, Павелдың римдарға яҙған хатының 5-се бүлегендә өмөт тураһында нимә әйткәнен ҡарап сығайыҡ.

3. Павел өмөт тураһында нимә әйткән?

3 Павел «өмөт... алдамай» икәненә сәбәп килтерә (Рим. 5:5). Ул шулай уҡ өмөттөң нығына алғанын да аңлата. Был хаҡта ул Римдарға 5:1—5-тә яҙған. Был аяттарҙы тикшергәндә рухи яҡтан үҫеүегеҙҙе иҫкә төшөрөгөҙ һәм өмөтөгөҙҙөң ваҡыт үтеү менән нығынғандан-нығына барыуына иғтибар итегеҙ. Тәүҙә Павелдың ниндәй өмөттө күҙ уңында тотҡанын ҡарап сығайыҡ.

НЫҠЛЫ ӨМӨТӨБӨҘ

4. Римдарға 5:1, 2-лә нимә тураһында әйтелә?

4 Римдарға 5:1, 2-не уҡығыҙ. Павел был һүҙҙәрҙе Римдағы имандаштарына яҙған. Ҡасандыр улар Йәһүә һәм Ғайса тураһында белгән, уларға иман үҫтергән һәм Алла хеҙмәтсеһе булып киткән. Алла уларҙы имандары өсөн тәҡүә тип иғлан иткән һәм изге рух менән майлаған. Шулай итеп улар Алла вәғәҙә иткән бүләкте аласаҡтарына инанған.

5. Майланған мәсихселәрҙең ниндәй өмөтө бар?

5 Һуңыраҡ Павел Ефестағы майланған мәсихселәргә өмөт тураһында яҙған. Был өмөт — «Алланың изге халҡы» өсөн әҙерләнгән мираҫ (Ефес. 1:18). Ә Колосстағы мәсихселәргә ул был мираҫты ҡайҙа аласаҡтары тураһында яҙған. Ул был өмөттө «күктә һеҙҙең өсөн һаҡланған бүләк» тип атаған (Кол. 1:4, 5). Майланған мәсихселәр күктә мәңге йәшәр өсөн тереләсәк һәм Ғайса менән бергә идара итәсәк (1 Фес. 4:13—17; Асыл. 20:6).

Фредерик Френц ҡәрҙәштең һүҙҙәренән күренеүенсә, майланғандар үҙ өмөттәренә бер ҙә шикләнмәй. (6-сы абзацты ҡарағыҙ.)

6. Үҙ өмөтө тураһында бер майланған мәсихсе нимә әйткән?

6 Майланған мәсихселәр үҙ өмөтөн бик ҡәҙерләй. Уларҙың береһе — Фредерик Френц ҡәрҙәш. Ул үҙ өмөтө тураһында йылылыҡ менән былай ти: «Беҙҙең өмөтөбөҙ бушҡа түгел. Бәләкәй көтөү һанына ингән 144000 майланған мәсихселәрҙең һәр береһенең өмөтө тормошҡа ашасаҡ. Аласаҡ бүләк беҙ көткәндән күпкә яҡшыраҡ буласаҡ». Был һүҙҙәрҙе Френц ҡәрҙәш 1991 йылда әйткән. Ул ваҡытҡа Френц ҡәрҙәш инде тиҫтәләгән йылдар Аллаға тоғро хеҙмәт иткән. Ул былай тип өҫтәгән: «Өмөттөң ни тиклем ҡиммәтле икәнен беҙ иҫтә тотабыҙ. [...] Уны оҙағыраҡ көткән һайын, беҙ уны тағы ла нығыраҡ ҡәҙерләйбеҙ. Хатта миллионлаған йылдар көтөргә тура килһә лә, беҙ уның тормошҡа ашыуын зарығып көтәбеҙ. Мин үҙ өмөтөмдө элеккегә ҡарағанда күпкә нығыраҡ ҡәҙерләйем».

7, 8. Күбебеҙҙең ниндәй өмөтө бар? (Римдарға 8:20, 21).

7 Алла хеҙмәтселәренең күбеһенең иһә өмөтө икенсерәк. Улар, Ибраһим кеүек, Алла Батшалығы идара иткән ерҙә мәңге йәшәргә өмөтләнә (Евр. 11:8—10, 13). Павел был иҫ киткес өмөт тураһында ла яҙған. (Римдарға 8:20, 21-ҙе уҡығыҙ.) Изге Яҙманан киләсәк тураһында беренсе тапҡыр ишеткәс, һеҙгә иң күбеһе нимә оҡшаны? Бер көндө һеҙҙең камил булып китеүегеҙме һәм гонаһ ҡылырға теләгегеҙ булмауымы? Ә, бәлки, үлгән яҡындарығыҙҙың терелеүен һәм улар менән ерҙәге ожмахта осрашыуығыҙҙы белеү таң ҡалдырғандыр? Эйе, Алла беҙгә шундай иҫ киткес өмөт биргәс, киләсәкте зарығып көтә алабыҙ!

8 Ҡайҙа ғына йәшәргә өмөтләнһәк тә — күктәме йә ерҙәме — беҙ киләсәкте шатлыҡ менән көтәбеҙ. Эйе, ваҡыт үтеү менән өмөтөбөҙ тағы ла нығыраҡ булып китә ала. Павел бының нисек буласағын аңлатҡан. Әйҙәгеҙ, уның һүҙҙәрен ҡарап сығайыҡ. Был беҙгә ышаныс өҫтәр.

ӨМӨТ НИСЕК НЫҒЫНА?

Мәсихселәрҙең бөтәһе лә һынауҙар менән осраша. (9, 10-сы абзацтарҙы ҡарағыҙ.)

9, 10. Павелдың миҫалынан күренеүенсә, һәр мәсихсе ниндәй ауырлыҡ менән осраша? (Римдарға 5:3). (Фотоһүрәтте лә ҡарағыҙ.)

9 Римдарға 5:3-тө уҡығыҙ. Павелдың әйтеүенсә, беҙ ғазап сиккәндә өмөтөбөҙ тағы ла нығыраҡ булып китә ала. Бер ҡарағанда, был фекер сәйер булып күренә. Ысынында бөтә мәсихселәр ҙә ғазаптарға дусар. Павелдың миҫалын ҡарап сығайыҡ. Ул Фессалоникала йәшәгән имандаштарына былай тип яҙған: «Беҙ янығыҙҙа булған саҡта уҡ эҙәрлекләүҙәргә дусар буласағыбыҙ хаҡында әйткәйнек. Белеүегеҙсә, шулай булды ла» (1 Фес. 3:4). Ә Коринфтағы мәсихселәргә ул былай тип яҙған: «Беҙ түҙгәндәр көс етмәҫлек һәм сиктән тыш ауыр ине, хатта иҫән ҡалыуға ла өмөтөбөҙҙө юғалтҡайныҡ» (2 Кор. 1:8; 11:23—27).

10 Алланың һәр хеҙмәтсеһе үҙ тормошонда төрлө ауырлыҡтар менән осраша (2 Тим. 3:12). Һеҙ быға үҙегеҙ инанғанһығыҙҙыр. Ғайса артынан эйәрергә ҡарар иткәс, һеҙгә ниндәй һынауҙар аша үтергә тура килде? Бәлки, дуҫтарығыҙ йә туғандарығыҙ һеҙҙән мыҫҡыллап көлгәндер. Йәиһә һеҙгә улар яғынан ҡурҡыныс янағандыр. Йә эштә үҙегеҙҙе намыҫлы тотоуығыҙ проблемалар тыуҙырғандыр (Евр. 13:18). Бәлки, башҡаларға өмөтөгөҙ тураһында һөйләгәнгә, хөкүмәт яғынан ҡаршылыҡтар менән осрашаһығыҙҙыр. Ниндәй генә бәләгә осраһаҡ та, Павел әйтеүенсә, шатланырға кәрәк. Был мөмкинме?

11. Ни өсөн беҙгә һынауҙарҙа ныҡ ҡалырға кәрәк?

11 Эйе, беҙ шатлана алабыҙ, сөнки һынауҙар иҫ киткес сифат үҫтерергә ярҙам итә. Римдарға 5:3-тә: «Михнәттең сыҙамлыҡ тыуҙырғанын беләбеҙ», — тип әйтелә. Бөтә мәсихселәрҙе лә ауырлыҡтар көтә. Шуға күрә һәр беребеҙгә сыҙамлыҡ кәрәк. Тик шул сифат ярҙамында ғына беҙ, бөтә һынауҙарҙы еңеп, үҙебеҙ өмөтләнгән нәмәләрҙең үтәлешен күрә алабыҙ. Беҙ Ғайса ҡиссаһындағы кешеләргә оҡшаш булырға теләмәйбеҙ. Улар ташлы тупраҡҡа төшкән орлоҡтар кеүек. Һүҙҙе ишетеү менән уны шунда уҡ шатланып ҡабул итә, әммә «хәбәр арҡаһында ауырлыҡтар һәм эҙәрләүҙәр башланғас, шунда уҡ иманын юғалта» (Матф. 13:5, 6, 20, 21). Әлбиттә, эҙәрләүҙәрҙең һәм һынауҙарҙың бер рәхәте лә юҡ. Ләкин сыҙам ҡалһаҡ, был беҙгә файҙа килтерә. Әйҙәгеҙ, был хаҡта күберәк беләйек.

12. Һынауҙар ниндәй файҙа килтерә?

12 Яҡуб һынауҙарҙың файҙа килтергәне тураһында былай тип яҙған: «Сыҙамлыҡ, һеҙҙең имен һәм бер ниндәй ҙә кәмселекһеҙ камил булыуығыҙ өсөн, үҙ эшен еренә еткерергә тейеш» (Яҡ. 1:2—4). Яҡуб сыҙамлыҡтың еренә еткерергә тейеш булған ниндәйҙер эше бар кеүек яҙған. Был ниндәй эш икән? Сыҙамлыҡ беҙгә түҙемлек, иман, Аллаға таяна белеү кеүек сифаттар үҫтерергә ярҙам итә. Ләкин ул тағы ла күберәк файҙа килтерә.

13, 14. Сыҙамлыҡ нисек өмөтөбөҙҙө нығыта? (Римдарға 5:4).

13 Римдарға 5:4-те уҡығыҙ. Павел: «Сыҙамлыҡтан — ныҡлыҡ... барлыҡҡа килә», — тигән. Ныҡлы иман Йәһүәнең хуплауына килтерә. Беҙҙең ауырлыҡтар менән осрашыуыбыҙ Йәһүәгә оҡшай тигәнде аңлатамы? Әлбиттә, юҡ. Әммә һынауҙар менән осрашҡанда Йәһүәгә тоғро ҡалһаҡ, был уны һөйөндөрә. Тап бына ошо Йәһүәнең хуплауына килтерә лә. Йәһүә, сыҙам ҡалыуыбыҙҙы күреп, беҙҙең менән ғорурлана. Ә был — үҙенә күрә бер фатиха! (Зәб. 5:12).

14 Ибраһимды иҫкә төшөрәйек. Ул етди һынауҙар менән осрашҡан. Ләкин ул барыһын да сыҙамлыҡ менән еңеп сыҡҡан. Шуға күрә Йәһүә уны үҙ дуҫы тип һанаған һәм тәҡүә тип иғлан иткән (Баш. 15:6; Рим. 4:13, 22). Моғайын, һеҙ ҙә Алланың һеҙҙең хаҡта шундай һүҙҙәр әйтеүен теләйһегеҙҙер. Был һеҙҙең өсөн мөмкин. Алланың хуплауы ниндәй йөкләмәләр башҡарыуыбыҙҙан йә күпме хеҙмәт итеүебеҙҙән тормай. Йәһүә өсөн ҡаты һынауҙарҙа тоғро ҡалыуыбыҙ мөһим. Беҙҙең һәр беребеҙ сыҙам була ала. Был сифат йәшебеҙгә, шарттарыбыҙға йәиһә һәләттәребеҙгә бәйле түгел. Һеҙ хәҙер ниндәйҙер һынауға дусармы? Шуны онотмағыҙ: Йәһүә тоғро булыуығыҙҙы күрә. Беҙ Алла күҙендә дөрөҫ булғанды эшләгәнебеҙҙе аңлаһаҡ, уның хуплауына ышана алабыҙ. Тимәк, беҙ бүләк аласаҡбыҙ, ә был өмөтөбөҙҙө нығыта.

ҺЫНАУҘАРҘА СЫНЫҠҠАН ӨМӨТ

15. Павел Римдарға 5:4, 5-тә нимә әйтә һәм ни өсөн Изге Яҙманы уҡыған кеше аптырашта ҡалырға мөмкин?

15 Павел аңлатыуынса, беҙ һынауҙарҙа Йәһүәгә тоғро ҡалһаҡ, уның хуплауын ала алабыҙ. Павелдың артабан нимә әйткәненә иғтибар итегеҙ: «Сыҙамлыҡтан — ныҡлыҡ, ныҡлыҡтан өмөт барлыҡҡа килә. Өмөт иһә алдамай» (Рим. 5:4, 5). Был һүҙҙәр Изге Яҙманы уҡыған кешене аптырашта ҡалдырырға мөмкин. Ни өсөн? Алдараҡ Римдарға 5:2-лә Павел «Алла данын уртаҡлашырбыҙ... тигән өмөт» тураһында инде яҙған булған. Ни өсөн ул өмөт тураһында тағы бер тапҡыр әйтә?

Бөгөн өмөтөгөҙ элеккегә ҡарағанда күпкә көслөрәк. (16, 17-се абзацтарҙы ҡарағыҙ.)

16. Өмөттөң нисек нығынып барғанын һүрәтләп бирегеҙ (Фотоһүрәттәрҙе лә ҡарағыҙ.)

16 Күреүебеҙсә, ваҡыт үтеү менән өмөт нығый ала. Быны иҫәпкә алһаҡ, Павелдың һүҙҙәрен аңлауы еңелерәк. Беренсе тапҡыр ерҙә ожмах буласағы һәм һеҙ унда мәңге йәшәй аласағығыҙ тураһында ишеткәнегеҙҙе хәтерләйһегеҙме? Әлбиттә, был хәбәр күңелегеҙгә ятышлы булғандыр, шулай ҙа ундай киләсәк һеҙгә әкиәт кеүек күренгәндер. Шунан һеҙ, Йәһүә менән яҡыныраҡ танышып, уның вәғәҙәләре тураһында күберәк белем алдығыҙ һәм өмөттөң бушҡа булмағанына инандығыҙ.

17. Нимә ярҙамында һыуға сумдырылғандан һуң да өмөтөгөҙ тағы ла нығыраҡ булып китте?

17 Аллаға бағышланып, һыуға сумдырылғандан һуң да һеҙҙең Йәһүә тураһында белемегеҙ һәм уға ҡарата яратыуығыҙ үҫә барҙы. Уның менән бергә өмөтөгөҙҙөң тормошҡа ашасағына ышанысығыҙ ҙа үҫте (Евр. 5:13—6:1). Римдарға 5:2—4-тә яҙылған һүҙҙәрҙе һеҙ, моғайын, үҙ тормошоғоҙҙа татығанһығыҙҙыр. Һеҙ күп ауырлыҡтарға дусар булдығыҙ, ләкин уларҙы еңеп, Йәһүәнең хуплауын тойҙоғоҙ. Алла һеҙҙе яратҡанын беләһегеҙ, шуға күрә бер ҙә шикләнмәгеҙ: ул үҙ вәғәҙәләрен һис шикһеҙ үтәйәсәк. Алланың яратыуын һәм хуплауын тойоу һеҙҙе уның вәғәҙәләре үтәләсәгенә ышандыра. Өмөтөгөҙ бушҡа түгел икәненә сәбәптәр тағы ла күбәйҙе. Һеҙ уны элеккегә ҡарағанда тағы ла нығыраҡ ҡәҙерләйһегеҙ. Ул һеҙҙең өсөн ысын булып китте һәм тормошоғоҙҙоң бөтә өлкәләренә, шул иҫәптән яҡындарығыҙ менән аралашыуға, ниндәй ҡарарҙар ҡабул итеүегеҙгә һәм хатта ваҡытығыҙҙы нисек ҡулланыуға тәьҫир итә.

18. Йәһүә һеҙҙе нимәгә ышандыра?

18 Әйтеп кителгәнсә, Йәһүәнең хуплауы ныҡлы өмөт бирә. Артабан Павел, өмөтөбөҙ һис шикһеҙ тормошҡа ашасаҡ, тип әйткән. Ни өсөн беҙ быға ышана алабыҙ? Алла тарафынан рухландырылып, Павел мәсихселәргә былай тип яҙған: «Өмөт иһә алдамай, сөнки Алла Үҙенең мөхәббәтен беҙгә бирелгән Изге Рух аша йөрәктәребеҙгә мул итеп яуҙырған» (Рим. 5:5). Был өмөткә ышаныр өсөн һеҙҙең бөтә сәбәптәрегеҙ бар.

19. Өмөтөбөҙҙө һаҡлап ҡалһаҡ, беҙҙе ниндәй бүләк көтә?

19 Әйҙәгеҙ, Ибраһим тураһында уйланайыҡ. Ул Алла вәғәҙәләренең үтәлгәнен көткән. Алла уны хуплаған һәм үҙенең дуҫы тип һанаған. Ибраһимдың көтөүе бушҡа булмаған. Изге Яҙмала: «Ибраһим, сабырлыҡ менән көткәндән һуң, вәғәҙә ителгәнде алған», — тип әйтелә (Евр. 6:15; 11:9, 18; Рим. 4:20—22). Уның өмөтө аҡланған. Әгәр Йәһүәгә тоғро ҡалһағыҙ, һеҙ ҙә бүләк аласаҡһығыҙ. Һеҙ өмөтләнгән нәмәләр хыял түгел. Улар ысынлап та буласаҡ. Һеҙҙе бушлыҡ түгел, ә шатлыҡ көтә! (Рим. 12:12). Был хаҡта Павел: «Изге Рухтың ҡөҙрәте менән өмөтөгөҙ артһын өсөн, өмөт биреүсе Алла һеҙҙе Уға инаныу аша бөтөн шатлыҡ һәм именлек менән һуғарһын», — тип яҙған (Рим. 15:13).

139-СЫ ЙЫР Ожмахты күҙ алдына килтер

a Мәсихселәр киләсәктән нимә көтә һәм ни өсөн улар өмөттәренең үтәләсәгенә ышана? Ошо мәҡәләлә был һорауҙарға яуаптарҙы ҡарап сығырбыҙ. Павелдың римдарға яҙған хатының 5-се бүлеген тикшергәндә, өмөтөбөҙҙөң ваҡыт үтеү менән нығына барғанын күрербеҙ.