Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

50-СЕ ӨЙРӘНЕҮ МӘҠӘЛӘҺЕ

135-СЕ ЙЫР «Улым, зирәк бул»

Атай-әсәйҙәр, балағыҙға иманын нығытырға ярҙам итегеҙ

Атай-әсәйҙәр, балағыҙға иманын нығытырға ярҙам итегеҙ

Алланың ихтыярын — нимәнең яҡшы, яраҡлы һәм камил булыуын асыҡлағыҙ (РИМ. 12:2).

ТӨП ФЕКЕР

Ата-әсәләр балалары менән Алла һәм Изге Яҙма тураһында нисек ҡыҙыҡлы итеп аралаша ала һәм нисек уларға имандарын нығытырға ярҙам итә ала?

1, 2. Бала Алла һәм Изге Яҙма тураһында һорауҙар биргәндә, ата-әсәләр үҙҙәрен нисек тоторға тейеш?

 КҮПТӘР бала тәрбиәләүҙең алһыҙ-ялһыҙ эш булыуы менән ризалашыр. Ҡәҙерле ата-әсәләр, балағыҙҙың иманы көслө булһын өсөн, һеҙ күп көс һалаһығыҙ (Ҡан. 6:6, 7). Һеҙ маҡтауға лайыҡ! Бала үҫә барған һайын, ул етди һорауҙар, мәҫәлән, ни өсөн Изге Яҙмала ҡайһы бер нәмәләр тыйыла, тигән һорауҙар бирә башлай.

2 Был һеҙҙе ҡурҡытмаһын. Баланың һорау биреүе уға иман етмәй тигән һүҙ түгел. Ысынында, шулай итеп ул ышаныуҙарын үҫтерә. Был — олоғайыуҙың билдәһе (1 Кәр. 13:11). Шуға күрә борсолор өсөн сәбәптәр юҡ. Киреһенсә, балағыҙ һеҙгә һорау бирә икән, был мөмкинлекте ҡулдан ысҡындырмағыҙ. Уға Изге Яҙма Алла Һүҙе булыуына инанырға ярҙам итегеҙ.

3. Был мәҡәләлә нимә ҡаралыр?

3 Ата-әсәләр үҙ балаларын 1) көслө иман үҫтерергә, 2) Алланың әхлаҡи нормаларын яратып китергә һәм 3) ҡараштарын яҡларға өйрәтә ала. Был мәҡәләлә беҙ ошо өс өлкәгә иғтибар итербеҙ. Шулай уҡ балаларҙың һорауҙар биреүе ни өсөн яҡшы икәнен белербеҙ. Балаларға Изге Яҙмалағы темаларға һөйләшеүе ҡыҙыҡлы булһын өсөн, ата-әсәләр ниндәй алымдар ҡуллана ала?

БАЛАҒЫҘҒА НЫҠЛЫ ИМАН ҮҪТЕРЕРГӘ ЯРҘАМ ИТЕГЕҘ

4. Баланың ниндәй һорауҙары тыуырға мөмкин һәм ни өсөн?

4 Аллаға ышаныу нәҫелдән-нәҫелгә күсә алмауын аңлайбыҙ. Бер кем дә иман менән тыумай бит. Балаларыбыҙ ҙа шулай уҡ. Баланың: «Алланың барлығын мин ҡайҙан белә алам? Изге Яҙмаға ышанып буламы?» — тигән һорауҙары тыуырға мөмкин. Был бик яҡшы, сөнки Изге Яҙма аҡылыбыҙҙы ҡулланырға һәм бөтә нәмәне тикшерергә өндәй (Рим. 12:1; 1 Тис. 5:21). Балаға иманын нығытырға нисек ярҙам итергә икән?

5. Ата-әсәләр балаларының Изге Яҙмаға ышанысын үҫтерер өсөн нимә эшләй ала? (Римдарға 12:2).

5 Изге Яҙманың Алла Һүҙе булыуына дәлилдәр табырға өйрәтегеҙ. (Римдарға 12:2-не уҡығыҙ.) Балағыҙ һорауҙар бирһә, был мөмкинлекте ҡулдан ысҡындырмағыҙ. Өйрәнеү өсөн тәғәйенләнгән ҡоралдар ярҙамында һорауҙарға нисек яуап алып булғанын күрһәтегеҙ. Мәҫәлән, беҙҙең «Күҙәтеү манараһы баҫмаларының индексы» (урыҫ) һәм «Йәһүә шаһиттарының баҫмалары буйынса белешмә» бар. Балағыҙ, «Белешмәлә» «Изге Яҙма» тигән теманы «Алла тарафынан рухландырылған» тигән өҫтәмә исемде асып, Изге Яҙманың кешеләр яҙған яҡшы китап ҡына түгел, ә «Алла һүҙе» булыуына күп дәлилдәр таба ала (1 Тис. 2:13). Шундай дәлилдәрҙең береһе — Изге Яҙмала иҫкә алынған боронғо Ассирия ҡалаһы Нинәбә. Үткәндә ҡайһы бер ғалимдар был ҡала бер ҡасан да булмаған тигән фекерҙә торған. Әммә 1850-се йылдарҙа уның емереклектәре табылған. Был асыш Изге Яҙманың дөрөҫ булыуын раҫлаған (Саф. 2:13—15). Нинәбә тураһында Изге Яҙмала бер нисә пәйғәмбәрлек яҙылған. Улар тураһында балағыҙ «Күҙәтеү манараһы» 2021 йылдың ноябрь сығарылышында «Һеҙ белә инегеҙме?» тигән рубриканан уҡый ала. Баҫмаларыбыҙҙағы мәғлүмәтте донъяуи белешмәләрҙә һәм башҡа абруйлы сығанаҡтарҙа яҙылған мәғлүмәт менән сағыштырып, балағыҙ Изге Яҙмаға ышанып булғанына тағы ла нығыраҡ инаныр.

6. Баланың Изге Яҙмаға ышанысын нығытыр өсөн, ата-әсәләр ниндәй ысулдар ҡуллана ала? Миҫал килтерегеҙ. (Фотоһүрәтте лә ҡарағыҙ.)

6 Балағыҙҙың Изге Яҙмаға ышанысын үҫтерер өсөн төрлө ысулдар ҡулланығыҙ. Атай-әсәйҙәр, балаларығыҙ менән Изге Яҙма һәм Алла тураһында ҡыҙыҡлы итеп аралашыр өсөн, төрлө мөмкинлектәр эҙләгеҙ. Быны, мәҫәлән, музейға, ботаник баҡсаһына йә Йәһүә шаһиттарының филиалындағы күргәҙмәгә барғанда эшләп була. Музейҙа булғанда йә интернет аша музейҙы ҡарағанда, балағыҙҙың иғтибарын Изге Яҙма менән бәйле булған берәй нәмәгә йә ваҡиғаға йүнәлтегеҙ. Шулай итеп ул Алла Һүҙендәге мәғлүмәттең дөрөҫ булыуын күрер. Балағыҙ Моавит ташы тураһында беләме? Был ташҡа 3 000 йыл һәм унда Алланың исеме яҙылған. Ул Парижда Лувр музейында һаҡлана. Ә уның копияһын Йәһүә шаһиттарының Уорвиктағы (АҠШ) бөтә донъя баш идаралығында урынлашҡан «Изге Яҙма һәм Алла исеме» тигән күргәҙмәлә күреп була. Был ташта Муав батшаһы Мешаның Исраилға ҡаршы сыҡҡаны тураһында әйтелә. Ундағы мәғлүмәт Изге Яҙмала яҙылғандарға тулыһынса тап килә (2 Бат. 3:4, 5). Балағыҙ Изге Яҙмалағы ваҡиғаларҙың булыуына дәлилдәрҙе үҙ күҙҙәре менән күрһә, уның иманы тағы ла нығыраҡ булып китер. (2 Йылъяҙма 9:6 менән сағыштырығыҙ.)

Атай-әсәйҙәр музей экспонаттары ярҙамында нисек баланың Изге Яҙмаға ышанысын нығыта ала? (6-сы абзацты ҡарағыҙ.)


7, 8. а) Тәбиғәттәге матур биҙәктәр беҙҙе нимәгә өйрәтә? Миҫал килтерегеҙ. (Фотоһүрәтте лә ҡарағыҙ.) б) Ниндәй һорауҙар балағыҙға Барлыҡҡа килтереүсегә иманын үҫтерергә ярҙам итер?

7 Балағыҙҙың иғтибарын Алланың ижади эштәренә йүнәлтегеҙ. Паркта ял иткәндә йә баҡсала эшләгәндә, балағыҙға тәбиғәттә матур биҙәктәр булыуын күрергә ярҙам итегеҙ. Әгәр ундай биҙәктәр бар икән, тимәк, уларҙы кемдер уйлап сығарған. Ундай биҙәктәрҙе, мәҫәлән спираль структураларҙы, ғалимдар инде күп йылдар өйрәнә. Биофизик Нико́ла Фаме́ли былай тип аңлата: «Спиралдәрҙе һанаһаҡ, беҙ билдәле бер тәртип күрәбеҙ. Уларҙың һаны осраҡлы түгел, ә Фибона́ччи a һанына буйһона». Ундай биҙәкте күп нәмәлә күреп була: ҡайһы бер галактикаларҙа, наутилус ҡабырсағында, үҫемлек япраҡтарында, көнбағыш сәскәһендә b.

8 Мәктәптә балағыҙ тәбиғәттә башҡа төрлө биҙәктәрҙең дә булыуы һәм уларҙың билдәле бер закондарға буйһоноуы тураһында белем ала. Мәҫәлән, һәр ҡар бөртөгө геометрик фигураларҙан тора. Ундай биҙәк фрактал тип атала. Әммә шундай фракталь биҙәк ҡар бөртөгөндә генә түгел, ә күп нәмәләрҙә бар. Был биҙәктәрҙең һәм закондарҙың авторы кем? Шундай тәрән һорауҙар өҫтөндә уйланғанда балағыҙ, моғайын, бөтә нәмәне Алла булдырғанына инаныр (Евр. 3:4). Балағыҙ ҙурайғас, уға: «Әгәр Алла беҙҙе барлыҡҡа килтергән икән, ул беҙҙе бәхетле йәшәргә өйрәтә алмаймы ни?» — тигән һорау биреп була. Шунан Алла беҙҙе Изге Яҙма аша тап быға өйрәтә икәнен аңлата алаһығыҙ.

NASA, ESA, and the Hubble Heritage (STScl/AURA)-ESA/Hubble Collaboration

Тәбиғәттәге биҙәктәрҙең авторы кем? (7, 8-се абзацтарҙы ҡарағыҙ.)


БАЛАҒЫҘҒА АЛЛАНЫҢ ҠАНУНДАРЫН ЯРАТЫП КИТЕРГӘ ЯРҘАМ ИТЕГЕҘ

9. Ни өсөн балағыҙ Изге Яҙмалағы әмерҙәргә ҡағылышлы һорауҙар бирергә мөмкин?

9 Ҡайһы саҡта балағыҙ, ни өсөн Изге Яҙмала ҡайһы бер нәмәләр тыйыла, тип һорарға мөмкин. Уның ни өсөн был һорауҙы биргәнен аңларға тырышығыҙ. Был уның Изге Яҙмалағы тәғлимәттәр менән риза түгеллеген аңлатамы? Бәлки, ул ризалыр, әммә үҙ ҡараштарын башҡаларға аңлата белмәйҙер. Нисек кенә булмаһын, һеҙ уға Алланың әмерҙәренә буйһоноу ни өсөн файҙалы икәнен күрһәтә алаһығыҙ. Был яҡтан «Һин мәңге йәшәй алаһың!» тигән китап буйынса өйрәнеү ярҙам итер c.

10. Балағыҙға Йәһүәнең яҡын дуҫы булырға нисек ярҙам итә алаһығыҙ?

10 Балағыҙға Йәһүәнең яҡын дуҫы булырға ярҙам итегеҙ. Балағыҙ менән Изге Яҙманы өйрәнгәндә уның фекерҙәрен һәм тойғоларын белер өсөн күберәк һөйләшегеҙ. Был йәһәттән һеҙгә «Һин мәңге йәшәй алаһың!» тигән китаптағы һорауҙар һәм миҫалдар ярҙам итер (Ғиб. һүҙ. 20:5). Мәҫәлән, 8-се дәрестә Йәһүә ҡурҡыныстарҙан үҙ ваҡытында киҫәтеп торған дуҫ менән сағыштырыла. 1 Яхъя 5:3-тө ҡарап сыҡҡандан һуң: «Йәһүә — беҙҙең иң яҡшы дуҫыбыҙ булғас, беҙгә уның кәңәштәренә нисек ҡарарға кәрәк?» — тигән һорау бирә алаһығыҙ. Ошо ябай ғына һорау балағыҙға Алланың яратыуҙан сығып ҡанундар биргәнен күрергә ярҙам итер (Ишағ. 48:17, 18).

11. Балағыҙ Изге Яҙмалағы принциптар буйынса йәшәргә теләһен өсөн, нимә эшләп була? (Ғибрәтле һүҙҙәр 2:10, 11).

11 Изге Яҙмалағы принциптар тормошобоҙҙо яҡшыртҡаны хаҡында фекер алышығыҙ. Балағыҙ менән бергә Изге Яҙманы йә көндәлек аятты уҡығанда ундағы принциптар ғаиләгеҙгә ниндәй файҙа килтергәне тураһында һөйләшегеҙ. Мәҫәлән, балағыҙ намыҫлы һәм эшсән булыуҙың мөһимлеген күрәме? (Евр. 13:18). Шулай уҡ балағыҙға Изге Яҙмалағы принциптарҙы ҡулланыу бәхетле булырға һәм сәләмәтлекте һаҡларға ярҙам иткәнен аңлатығыҙ (Ғиб. һүҙ. 14:29, 30). Балағыҙ был принциптарҙың тормошобоҙҙо яҡшыртҡанын күрһә, моғайын, улар буйынса йәшәргә теләр. (Ғибрәтле һүҙҙәр 2:10, 11-ҙе уҡығыҙ.)

12. Стив ҡәрҙәш ҡатыны менән улына Изге Яҙмалағы принциптарҙың файҙалы булыуын күрергә нисек ярҙам итә?

12 Стив ҡатыны менән Францияла йәшәй. Улар 16 йәшлек улы И́танды Йәһүәнең бөтә ҡанундары яратыуға нигеҙләнгән булыуына инандырырға тырыша. Стив былай ти: «Мәҫәлән, беҙ уға ошондай һорауҙар бирәбеҙ: „Ни өсөн Йәһүә был ҡанунды үтәүебеҙҙе теләй? Был ҡанунда Йәһүәнең шәхсән һиңә ҡарата яратыуы нисек сағыла? Йәһүә ҡушҡанса түгел, ә үҙең теләгәнсә эш итһәң, нимә булыр?“». Шундай аралашыуҙар Итанды Йәһүәгә тулыһынса таянып булыуына һәм уның насар кәңәштәр бирмәүенә инандырған. Стив былай тип өҫтәй: «Беҙҙең маҡсат — улыбыҙға Изге Яҙмалағы зирәклектең кеше зирәклегенән күпкә өҫтөнөрәк булыуын аңларға ярҙам итеү».

13. Ата-әсәләр балаларын Изге Яҙмалағы принциптарҙы ҡулланырға нисек өйрәтә ала? Миҫал килтерегеҙ.

13 Балағыҙҙы Изге Яҙмалағы принциптарҙы ҡулланырға өйрәтегеҙ. Әйтәйек, балағыҙға мәктәптә ниндәйҙер китап уҡырға ҡушҡандар, ти. Бәлки, был китаптың персонаждары аяуһыҙ һәм әхлаҡһыҙҙыр, әммә автор уларҙы ыңғай яҡтан һүрәтләй. Кешеләр был китаптағы персонаждар кеүек эш иткәндә Йәһүә нимә хис итә? Балағыҙҙы шул турала уйланырға дәртләндерегеҙ (Ғиб. һүҙ. 22:24, 25; 1 Кәр. 15:33; Флп. 4:8). Уҡытыусы һәм синыфташтары уның был китап буйынса фекерен һораһа, ул уларға үҙ ҡарашын һәм ни өсөн Йәһүәне тыңларға теләгәнен аңлата алыр.

БАЛАҒЫҘҘЫ ҮҘ ҠАРАШТАРЫН ЯҠЛАРҒА ӨЙРӘТЕГЕҘ

14. Ниндәй темалар йәш мәсихселәрҙе ҡурҡыта һәм ни өсөн?

14 Ҡайһы саҡта йәш мәсихселәр башҡаларға үҙ ҡараштары хаҡында һөйләргә ҡурҡа. Мәҫәлән, класта эволюция теорияһы ҡаралғанда, балаға бөтәһе алдында эволюцияға ышанмағаны хаҡында әйтеү ауыр булырға мөмкин. Ни өсөн? Ҡайһы бер уҡытыусылар, эволюция теорияһы — ысынбарлыҡ, тип өйрәтә. Ата-әсәләр, балағыҙға Изге Яҙмалағы хәҡиҡәттәрҙең дөрөҫлөгөнә инанырға нисек ярҙам итә алаһығыҙ?

15. Йәш мәсихсегә үҙ ҡараштарының дөрөҫлөгөнә инанырға нимә ярҙам итә ала?

15 Балағыҙға уның ҡараштары дөрөҫ булыуына инанырға ярҙам итегеҙ. Балағыҙ Барлыҡҡа килтереүсегә ышаныуынан оялырға тейеш түгел (2 Тим. 1:8). Хатта күп кенә ғалимдар ҙа тормоштоң үҙенән-үҙе барлыҡҡа килгәненә ышанмай. Улар тере организмдарҙың үтә ҡатмарлы булыуын күрә, тимәк, уларҙы кемдер барлыҡҡа килтергән тигән һығымтаға килә, шуға эволюция теорияһын ҡабул итмәй. Балағыҙға иманын нығытырға һәм ҡыйыуыраҡ булып китергә нимә ярҙам итә ала? Мәҫәлән, ул, башҡа ҡәрҙәштәрҙән ни өсөн Аллаға ышанғандары тураһында һорашып, үҙ иманын нығыта ала d.

16. Ата-әсәләр балаларын үҙ ҡараштарын яҡларға нисек өйрәтә ала? (1 Петер 3:15). (Фотоһүрәтте лә ҡарағыҙ.)

16 Балағыҙҙы үҙ ҡараштарын яҡларға өйрәтегеҙ. (1 Петер 3:15-те уҡығыҙ.) Уның менән «Йәштәрҙең һорауҙары. Барлыҡҡа килтереүме йә эволюциямы?» тигән мәҡәләләр йыйынтығын (тат.) ҡарап сығығыҙ. (Уларҙы jw.org сайтында табып була.) Шунан һуң балағыҙ үҙе өсөн иң ышаныслы тип һанаған аргументты һайлаһын һәм уның ярҙамында ни өсөн ул Барлыҡҡа килтереүсегә ышанғанын аңлатһын. Шулай итеп ул синыфташтары менән һөйләшергә әҙер булыр. Уны бәхәсләшеүҙән киҫәтегеҙ. Ә инде кемдер Алла тураһында күберәк белергә теләй икән балағыҙҙың аңлатыуы ябай һәм эҙмә-эҙлекле булырға тейеш. Әйтәйек, уның синыфташы былай ти: «Мин тик күргәндәремә генә ышанам, ә Алланы бер ҡасан да күрмәнем». Шул саҡта йәш ҡәрҙәшебеҙ былай тип әйтә ала: «Күҙ алдыңа килтер: һин бер кем дә йәшәмәгән ҡара урманда китеп бараһың. Ҡараһаң, алдыңда ҡоҙоҡ тора. Һин нимә уйларһың? Был ҡоҙоҡ ҡайҙан килеп сыҡҡан? Шуны уҡ беҙҙең планетабыҙ һәм унда булған бөтә нәмәләр тураһында әйтеп була. Уларҙы бит кемдер барлыҡҡа килтерергә тейеш!»

Синыфташыңа үҙ ҡараштарыңды аңлатҡанда ябай һәм эҙмә-эҙлекле итеп һөйлә. (16, 17-се абзацтарҙы ҡарағыҙ.) e


17. Ата-әсәләр балаларын хәҡиҡәт менән уртаҡлашырға нисек өйрәтә ала? Миҫал килтерегеҙ.

17 Балағыҙҙы Изге Яҙма тураһында вәғәзләргә өйрәтегеҙ (Рим. 10:10). Изге Яҙма тураһында башҡаларға һөйләү музыка ҡоралында уйнарға өйрәнеүгә оҡшаш. Тәүҙә беҙ ябай моңдарҙан башлайбыҙ, ә инде оҫтарғас, ҡатмарлы моңдарға күсәбеҙ. Вәғәздә лә шулай: йәш мәсихсе иманы менән уртаҡлаша башлағас, тәүҙә ябай ысул ҡуллана ала. Мәҫәлән, ул синыфташынан: «Һин белә инеңме, инженерҙар берәй нәмәне уйлап сығарыр алдынан башта тәбиғәтте күҙәтә һәм унан күп кенә идеяларҙы күсереп ала? Һиңә был темаға ҡағылышлы бер видео күрһәтәйемме?» — тип һорай ала. «Тәбиғәт мөғжизәләре» тигән рубриканан видеояҙма ҡарағас, былай тип әйтеп була: «Ғалимдар тәбиғәттә инде булғанды күсереп алһа ла, кешеләр улар менән йыш ҡына һоҡлана. Улайһа, оригиналды булдырғаны өсөн кем маҡтауға лайыҡ?» Бәлки, был аралашыуҙан һуң балағыҙҙың синыфташы Йәһүә тураһында күберәк белергә теләр.

БАЛАҒЫҘҒА АРТАБАН ДА ИМАНЫН НЫҒЫТЫРҒА ЯРҘАМ ИТЕГЕҘ

18. Ата-әсәләр балаларына Аллаға иманын нығытырға нисек ярҙам итә ала?

18 Беҙ йәшәгән донъяла күптәр Йәһүәгә ышанмай (2 Пет. 3:3). Шуға күрә, ҡәҙерле атай-әсәйҙәр, өйрәнеү үткәргәндә балағыҙҙы Алланы һәм уның нормаларын тағы ла нығыраҡ яратырға ярҙам иткән темаларҙы тикшерергә дәртләндерегеҙ. Уның иғтибарын Йәһүәнең иҫ киткес ижади эштәренә йүнәлтегеҙ. Бөгөнгө көндәрҙә үтәлгән ғәжәйеп пәйғәмбәрлектәр тураһында белергә ярҙам итегеҙ. Ә иң мөһиме, уның менән һәм уның өсөн доға ҡылығыҙ. Бер ҙә шикләнмәгеҙ: балағыҙға иманын нығытырға ярҙам итер өсөн һалған тырышлыҡтарығыҙҙы Йәһүә ҡәҙерләй һәм һеҙҙе мотлаҡ бүләкләйәсәк! (2 Йыл. 15:7).

133-СӨ ЙЫР Йәһүәгә йәштән үк хеҙмәт ит

a Был рәттә 1-ҙән һуң килгән һәр һан алдағы ике һандың суммаһына тигеҙ: 1, 1, 2, 3, 5, 8, 13, 21, 34, 55 һәм шулай дауам ителә.

b jw.org сайтында «Алланың иҫ киткес ижади эштәре уға дан килтерә. Биҙәкле тәбиғәт» тигән видеояҙманан (тат.) күберәк мәғлүмәт табып була.

c Балағыҙ менән «Һин мәңге йәшәй алаһың!» тигән китап ярҙамында өйрәнеүҙе тамамлаһағыҙ, уның менән әхлаҡи нормалар тураһында ҡайһы бер дәрестәрҙе ҡабатлап була. Ул дәрестәр 3-сө һәм 4-се өлөштәрҙә килтерелә.

d 2006 йылдың сентябрь сығарылышында «Уянығыҙ!» журналында «Почему мы верим в Творца» (урыҫ) тигән мәҡәләне һәм «Тормош яралыуы. Иғтибарға лайыҡ биш һорау» тигән брошюраны ҡарағыҙ. Шулай уҡ jw.org сайтында «Тормош яралыуына бәйле ҡараштар» тигән рубриканы ҡарап, ҡәрҙәштәрҙең осраҡтары тураһында белеп була.

e ФОТОҺҮРӘТТӘ. Йәш мәсихсе дрон менән ҡыҙыҡһынған синыфташына «Тәбиғәт мөғжизәләре» тигән рубриканан видеояҙма күрһәтә.