Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

48-СЕ ӨЙРӘНЕҮ МӘҠӘЛӘҺЕ

97-СЕ ЙЫР Йәһүә әйткән һүҙ менән йәшәйбеҙ

Беҙ Ғайсаның мөғжизәһенән нимәгә өйрәнәбеҙ?

Беҙ Ғайсаның мөғжизәһенән нимәгә өйрәнәбеҙ?

«Мин — тормош икмәгемен. Миңә килгән кеше бер ҡасан да асыҡмаҫ» (ЯХЪЯ 6:35).

ТӨП ФЕКЕР

Яхъя китабының 6-сы бүлегендә Ғайсаның мөғжизәле рәүештә меңәрләгән кешене биш икмәк һәм ике балыҡ менән туйҙырғаны тураһында әйтелә. Бынан беҙ ниндәй һабаҡтар алабыҙ?

1. Боронғо ваҡытта икмәк ни тиклем мөһим булған?

 БОРОНҒО ваҡытта икмәк күптәр өсөн төп ризыҡ булған (Баш. 14:18; Лука 4:4). Ҡайһы ваҡыт Изге Яҙмала «икмәк» тигән һүҙ «ризыҡ» тигәнде аңлата (Матф. 6:11). Шулай уҡ унда Ғайсаның икмәк менән бәйле ике мөғжизәһе яҙылған (Матф. 16:9, 10). Уларҙың береһе Яхъя китабының 6-сы бүлегендә һүрәтләнә. Әйҙәгеҙ, был хикәйәне ҡарап сығайыҡ һәм үҙебеҙгә мөһим һабаҡтар табайыҡ.

2. Ни өсөн меңәрләгән кешегә ризыҡ кәрәк булған?

2 Ғайсаның шәкерттәре вәғәзләп килгәс, ял итеп алырға булған. Шуға күрә Ғайса улар менән бергә кәмәлә Ғәлиләйә диңгеҙенең аръяғына Бәйтсәйҙәнән йыраҡ булмаған бер аулаҡ урынға киткән (Марк 6:7, 30—32; Лука 9:10). Ләкин кешеләр был хаҡта белеп ҡалған, һәм унда меңәрләгән кеше йыйылған. Ғайса уларҙы иғтибарһыҙ ҡалдырмаған. Ул уларҙы Батшалыҡ хаҡында өйрәтә һәм ауырыуҙарҙы һауыҡтыра башлаған. Кис еткәс, шәкерттәре, шул тиклем күп кешене нисек ашатырға икән, тип борсолған. Моғайын, ҡайһы берҙәренең үҙҙәре менән әҙерәк ризығы булғандыр, ләкин күптәргә, яҡындағы ауылдарға барып, үҙҙәренә ризыҡ һатып алырға кәрәк булған (Матф. 14:15; Яхъя 6:4, 5). Ғайса шул саҡта нисек эш итер?

ҒАЙСА МӨҒЖИЗӘЛЕ РӘҮЕШТӘ МЕҢӘРЛӘГӘН КЕШЕНЕ ИКМӘК МЕНӘН ТУЙҘЫРҒАН

3. Ғайса илселәренә нимә эшләргә ҡушҡан? (Рәсемде лә ҡарағыҙ.)

3 Ғайса илселәренә: «Китеүҙең кәрәге юҡ. Һеҙ уларҙы үҙегеҙ ашатығыҙ», — тигән (Матф. 14:16). Был мөмкин түгел кеүек күренгән, сөнки унда яҡынса 5000 ир-ат йыйылған. Ә ҡатындарҙы һәм балаларҙы иҫәпкә алһаҡ, унда, күрәһең, 15 000 кеше булған (Матф. 14:21). Илсе Андрей: «Бында бер малайҙың биш арпа икмәге һәм ике балығы бар», — тигән. Ул ваҡытта кешеләр, ғәҙәттә, арпа икмәге ашаған. Балыҡтар, моғайын, киптерелгән булғандыр. Шунан илсе тәбиғи һорау биргән: «Әммә был тиклем күмәк халыҡҡа ул нимә генә инде?» (Яхъя 6:9). Ысынлап та, малайҙа булған ризыҡ менән бөтәһен дә туйҙырып булмаған. Әллә булғанмы икән?

Ғайса кешеләрҙең рухи һәм физик ихтыяждары хаҡында ҡайғыртҡан (3-сө абзацты ҡарағыҙ.)


4. Яхъя 6:11—13-тән беҙ үҙебеҙгә ниндәй һабаҡтар алабыҙ? (Рәсемдәрҙе лә ҡарағыҙ.)

4 Ғайса кешеләргә ҡунаҡсыллыҡ күрһәтергә теләгән, шуға уларҙың төркөм-төркөм булып үләнгә ултырыуын һораған (Марк 6:39, 40; Яхъя 6:11—13-тө уҡығыҙ). Шунан һуң ул Атаһына икмәк менән балыҡ өсөн рәхмәттәр әйткән. Шулай эшләп, ул бөтә ризыҡты Алла биргәнен күрһәткән. Беҙ ҙә, Ғайсанан үрнәк алып, үҙебеҙ генә йә кем менәндер бергә ашағанда аш алдынан доға ҡыла алабыҙ. Доға ҡылғас, Ғайса шәкерттәренә икмәк менән балыҡты кешеләргә таратып сығырға ҡушҡан. Бөтәһе лә туйғансы ашаған. Ризыҡ шул тиклем күп булған, хатта артып ҡалған. Ғайса уның әрәм булыуын теләмәгән. Шуға күрә ул, бәлки, һуңыраҡ ашап бөтөр өсөн, ҡалған һыныҡтарҙы йыйып алырға ҡушҡан. Күреүебеҙсә, Ғайса үҙендә булғанын бик ҡәҙерләгән. Беҙ ҙә был яҡтан унан өлгө ала алабыҙ. Атай-әсәйҙәр, был хикәйәне балаларығыҙ менән бергә уҡығыҙ. Ни өсөн аш алдынан доға ҡылырға, ҡунаҡсыл, йомарт булырға, шулай уҡ үҙебеҙҙә булғандарҙы ҡәҙерләргә кәрәклеге тураһында һөйләшегеҙ.

Үҙегеҙҙән: «Ғайса аш алдынан доға ҡылған. Ә мин шулай эшләйемме?» — тип һорағыҙ (4-се абзацты ҡарағыҙ.)


5. Кешеләр Ғайсаның ғәжәйеп эштәрен күргәс, нимә эшләргә теләгән, һәм ул нисек эш иткән?

5 Кешеләр Ғайсаның нисек өйрәткәненә һәм ниндәй мөғжизәләр ҡылғанына ғәжәпләнгән. Улар Мусаның Алла үҙ халҡына бөйөк пәйғәмбәр ебәрәсәк тигән һүҙҙәрен иҫендә тотҡан. Улар, бәлки, Ғайса тап шул пәйғәмбәр, тип фекер йөрөткәндер (Ҡан. 18:15—18). Күрәһең, улар, ул бөтә илде ашата алырлыҡ яҡшы хаким була алыр ине, тип уйлағандыр. Шуға улар уны «тотоп алып батша итеп ҡуйырға йыйынған» (Яхъя 6:14, 15). Әгәр Ғайса быға юл ҡуйһа, ул сәйәсәттә ҡатнашҡан булыр ине. Ләкин ул нисек эш иткән? Изге Яҙмала, ул «тауға менеп китте», тип яҙылған. Башҡаларҙың баҫымына ҡарамаҫтан, ул сәйәсәттә ҡатнашмаған һәм бының менән беҙгә иҫ киткес өлгө ҡалдырған!

6. Ғайсаның миҫалы ҡайһы яҡтан өлгө бирә? (Рәсемде лә ҡарағыҙ.)

6 Әлбиттә, кешеләр беҙҙең мөғжизәле рәүештә уларҙы ашатыуыбыҙҙы, һауыҡтырыуыбыҙҙы йә халыҡ өсөн батша булып китеүебеҙҙе һорамаҫ. Әммә башҡалар тормошобоҙҙо яҡшыртырға вәғәҙә иткән кешене һайлауыбыҙҙы талап итергә мөмкин. Ләкин Ғайса үҙ ҡарашын ап-асыҡ күрһәткән. Ул сәйәсәттә ҡатнашыуҙан баш тартҡан һәм һуңыраҡ: «Минең Батшалығым был донъяныҡы түгел», — тип әйткән (Яхъя 17:14; 18:36). Уның шәкерттәре булараҡ, беҙ уның кеүек фекер йөрөтөргә һәм эш итергә тейеш. Шуға беҙ Алла Батшалығы яҡлы, уның килеүе тураһында вәғәзләйбеҙ һәм доға ҡылабыҙ (Матф. 6:10). Ғайсаның меңәрләгән кешене икмәк менән туйҙырғанынан беҙ тағы нимәгә өйрәнә алабыҙ? Әйҙәгеҙ, быны ҡарап сығайыҡ.

Ғайса сәйәси эштәрҙә ҡатнашмаған. Беҙ унан өлгө алырға тейеш. (6-сы абзацты ҡарағыҙ.)


«ИКМӘК МЕНӘН БУЛҒАН МӨҒЖИЗӘНЕҢ МӘҒӘНӘҺЕ»

7. Ғайса нимә эшләгән һәм илселәре быға нисек ҡараған? (Яхъя 6:16—20).

7 Ғайса күп кешене ашатҡандан һуң шәкерттәренә кәмәлә Капирнаумға ҡайтырға ҡушҡан, ә үҙе, кешеләрҙең уны батша итеп ҡуйырға йыйынғандарын белеп, яңғыҙы ғына тауға менеп киткән. (Яхъя 6:16—20-не уҡығыҙ.) Илселәр диңгеҙҙә булған саҡта, көслө дауыл ҡупҡан. Кәмәгә тулҡындар килеп бәрелеп, эсенә һыу тула башлаған. Шул мәлдә шәкерттәр Ғайсаның һыу өҫтөнән атлап килгәнен күргән. Ул Петерға ла шуны уҡ эшләргә тәҡдим иткән (Матф. 14:22—31). Ғайса кәмәгә ултырғас, дауыл тынған. Уның шәкерттәре: «Һин ысынлап та Алла Улы», — тигән (Матф. 14:33) a. Шуныһы ҡыҙыҡ, шәкерттәр Ғайса мөғжизәле рәүештә кешеләрҙе ашатҡандан һуң түгел, ә тик хәҙер генә шундай һығымтаға килгән. Марк был ваҡиғалар тураһында яҙғанда, бер мөһим нескәлеккә иғтибар иткән: «[Илселәр] быға бик ныҡ ғәжәпләнде, сөнки икмәк менән булған мөғжизәнең мәғәнәһенә төшөнмәгәйне. Күңелдәре һаман да ябыҡ ине» (Марк 6:50—52). Был мөғжизәне лә Ғайса Йәһүәнең көсө менән эшләгәнен улар аңламаған. Күп тә үтмәҫтән, Ғайса үҙе шәкерттәре менән яңынан икмәк тураһында һөйләшә башлаған. Ул уларға һәм беҙгә тағы бер мөһим һабаҡ бирергә теләгән.

8, 9. Ни өсөн кешеләр Ғайсаны эҙләгән? (Яхъя 6:26, 27).

8 Ғайса икмәк менән туҡландырған кешеләр тик үҙҙәренең ихтыяждары хаҡында ғына ҡайғыртҡан. Беҙ быны ҡайҙан беләбеҙ? Киләһе көндө улар Ғайсаны ла, шәкерттәрен дә тапмағас, Тивериаданан килгән бер нисә кәмәгә ултырып, уны эҙләп Капирнаумға киткән (Яхъя 6:22—24). Бәлки, улар Батшалыҡ тураһында күберәк белергә теләгәндер? Юҡ. Улар Ғайсаның тағы ла икмәк биреүен теләгән. Ни өсөн ундай һығымтаға килеп була?

9 Кешеләр Ғайсаны Капирнаум янында тапҡас, артабан нимә булғанына иғтибар итегеҙ. Ғайса ризыҡ эҙләп килгән кешеләргә: «Һеҙ Мине... туйғансы икмәк ашаған өсөн эҙләйһегеҙ!» — тип әйткән. «Фани ризыҡ» алыр өсөн улар күп көс һалған. Уларға иһә «мәңгелек тормош бирә торған фани булмаған ризыҡты табыр» өсөн тырышырға кәрәк булған. (Яхъя 6:26, 27-не уҡығыҙ.) Ғайса уларға Атаһының шундай ризыҡ бирә аласағы тураһында әйткән. Кешеләр мәңгелек тормош бирә торған ризыҡ тураһында ишеткәс, моғайын, бик ғәжәпләнгәндер. Был ниндәй ризыҡ һәм уны нисек алып була?

10. Кешеләргә мәңгелек тормош алыр өсөн нимә эшләргә кәрәк булған?

10 Йәһүдтәр Ғайсанан, шундай ризыҡты алыр өсөн, нимә эшләргә кәрәклеге тураһында һораған. Бәлки, улар Ғайса Ҡанундың ҡайһы бер талаптарын иҫкә төшөрөр, тип уйлағандыр. Әммә Ғайса: «Алла хуш күргән эш шул: Ул Кемде ебәргән булһа, Шуға инанығыҙ», — тип әйткән (Яхъя 6:28, 29). Ғайса мәңгелек тормош алыр өсөн уға ышанырға кәрәклеге тураһында элегерәк инде әйткән булған (Яхъя 3:16—18). Һуңыраҡ ул был талаптың мөһимлеге хаҡында тағы бер тапҡыр ҡабатлаған (Яхъя 17:3).

11. Йәһүдтәрҙең ризыҡ тураһында ғына уйлағандары нимәнән күренә? (Зәбур 77:24, 25).

11 Шулай итеп Ғайса Алланың йәһүдтәрҙән нимә талап иткәнен асыҡ итеп аңлатҡан. Ләкин улар уның һүҙҙәрен күңеленә алмаған. Улар унан: «Беҙҙе Һиңә ышандырырлыҡ ниндәй билдә күрһәтерһең?» — тип һораған (Яхъя 6:30). Улар, Муса көндәрендә Алла мөғжизәле рәүештә ата-бабаларыбыҙға манна биргән, тигән. Манна ул ваҡытта йәһүдтәрҙең көндәлек ризығы булған (Ниҡ. 9:15; Яхъя 6:31; Зәбур 77:24, 25-те уҡығыҙ [78:24, 25, ЯДТ]). Күреүебеҙсә, йәһүдтәрҙең уйҙары тик ризыҡ тураһында ғына булған. Ғайса, күктәге «ысын икмәк» маннанан айырмалы булараҡ мәңгелек тормош бирә, тип әйтһә лә, улар уның нимәне күҙ уңында тотҡанын хатта ҡыҙыҡһынмаған да (Яхъя 6:32). Улар физик ихтыяждарына шул тиклем тупланған булған, хатта Ғайса уларға еткерергә теләгән мөһим рухи хәҡиҡәттәрҙе ҡолаҡтарына ла элмәгән. Был беҙҙе нимәгә өйрәтә?

БЕҘҘЕҢ ӨСӨН НИМӘ ИҢ МӨҺИМЕ БУЛЫРҒА ТЕЙЕШ?

12. Ғайсаның һүҙҙәренән күренеүенсә, кеше өсөн иң мөһиме нимә?

12 Яхъя китабының 6-сы бүлегенән ниндәй һабаҡтар алырға теләйбеҙ? Алла менән мөнәсәбәттәр тормошобоҙҙа беренсе урында булырға тейеш. Мәҫәлән, Ғайса, Шайтандың ҡотҡоһона ҡаршы торғанда, туҡ булыуға ҡарағанда Йәһүәгә тыңлаусан булыу мөһимерәк икәнен күрһәткән (Матф. 4:3, 4). Тауҙағы вәғәзендә лә Ғайса кешеләргә рухи ихтыяждарҙы ҡәнәғәтләндереү беренсе урында булырға тейешлеге хаҡында аңлатҡан (Матф. 5:3). Шуға күрә үҙегеҙҙән: «Тормошомда беренсе урында нимә тора: Йәһүә менән мөнәсәбәттәремме, әллә физик ихтыяждарыммы?» — тип һорағыҙ.

13. а) Ни өсөн рәхәтләнеп ашап-эсеүҙең бер насарлығы ла юҡ? б) Пауылдың ниндәй кәңәшенә ҡолаҡ һалыу мөһим? (1 Кәринттәргә 10:6, 7, 11).

13 Физик ихтыяждарыбыҙ хаҡында доға ҡылыуҙың һәм уларҙы ҡәнәғәтләндереүҙең бер насарлығы ла юҡ (Лука 11:3). Изге Яҙмала: «Кеше өсөн ашап-эсеү һәм үҙ хеҙмәте менән күңелен зауыҡландырыуҙан да хозурыраҡ нәмә юҡ», — тип әйтелә. Эйе, был бик яҡшы, сөнки бының барыһы кешегә «Алла тарафынан» бирелә (Вәғ. 2:24; 8:15; Яҡ. 1:17). Ләкин был эштәр тормошобоҙҙа беренсе урында булырға тейеш түгел. Был хаҡта илсе Пауыл хаттарының береһендә яҙған. Ул сүлдә һәм Синай тауы янында исраилдар менән нимә булғанын мәсихселәрҙең иҫенә төшөргән. Пауыл уларҙы, «яуызлыҡҡа әүәҫ» булған исраилдар кеүек булмағыҙ, тип киҫәткән. (1 Кәринттәргә 10:6, 7, 11-ҙе уҡығыҙ.) Йәһүә исраилдарға мөғжизәле рәүештә ризыҡ биргән. Ләкин нәфселәрен тыя алмағанлыҡтан, Алла биргән ризыҡ улар өсөн ҡотҡо булып киткән (Һан. 11:4—6, 31—34). Алтын быҙау менән булған осраҡтан күренеүенсә, ашап-эсеү һәм күңел асыу исраилдар өсөн Аллаға табыныуҙан мөһимерәк булған (Сығ. 32:4—6). Илсе Пауылдың хаты үҙ ваҡытында булған, сөнки б. э. 70 йылында Йәрүсәлим дә, ундағы ғибәҙәтхана ла емерелгән булған. Оҙаҡламай Шайтандың донъяһы юҡҡа сығасаҡ. Шуға күрә беҙгә Пауылдың һүҙҙәренә ҡолаҡ һалырға һәм исраилдар ҡылған хаталарҙы ҡабатламаҫ өсөн уяу булырға кәрәк.

14. Яңы донъялағы ризыҡ тураһында әйткәндә, Изге Яҙма нимә вәғәҙә итә?

14 Ғайса беҙҙе «был көнгә» кәрәкле икмәгебеҙ хаҡында һәм Алланың ихтыяры «күктә үтәлгән кеүек, ерҙә лә үтәлеүе» хаҡында доға ҡылырға өйрәткән (Матф. 6:9—11). Һеҙ матур киләсәк тураһында уйлағанда күҙ алдына нимә килтерәһегеҙ? Изге Яҙмала әйтелгәнсә, Алла ерҙәге ризыҡтың яҡшы булыуын теләй. Ишағыя 25:6—8-ҙә, кешеләрҙең ризыҡтары затлы һәм туҡлыҡлы булыр, тиелгән. Ә Зәбур 71:16-ла бындай вәғәҙә бар: «Илдә ашлыҡ ишелеп уңһын, тау итәктәрендә башаҡтар тулҡынланһын!» Күҙ алдына килтерегеҙ, һеҙ был ашлыҡты яратҡан икмәгегеҙҙе бешерер өсөн йәки бөтөнләй яңы нәмә бешереп ҡарар өсөн ҡулланаһығыҙ, ти. Һеҙ шулай уҡ йөҙөм үҫтерә алырһығыҙ һәм унан шарап яһай алырһығыҙ (Ишағ. 65:21, 22). Ундай иҫ киткес шарттарҙа һеҙ генә түгел, ә бөтә кешеләр йәшәйәсәк.

15. Терелгәндәр өсөн ниндәй өйрәтеү программаһы ойоштороласаҡ? (Яхъя 6:35).

15 Яхъя 6:35-те уҡығыҙ. Әйҙәгеҙ, Ғайса икмәк һәм балыҡ менән туйҙырған кешеләрҙе иҫкә төшөрәйек. Ғайсаға ышанмаһа ла, улар яңы донъяла терелгән кешеләр араһында булырға мөмкин (Яхъя 5:28, 29). Шул саҡта улар Ғайсаның: «Мин — тормош икмәгемен. Миңә килгән кеше бер ҡасан да асыҡмаҫ», — тигән һүҙҙәренең мәғәнәһен аңлар. Уларға Ғайсаның йолом ҡорбанына — уның улар өсөн үҙ ғүмерен биргәненә ышанырға кәрәк булыр. Ул ваҡытта терелгәндәр өсөн һәм яңы донъяла тыуасаҡ балалар өсөн рухи өйрәтеү программаһы ойошторолор. Беҙ уларға Йәһүә һәм уның ихтыяры тураһында белергә ярҙам итербеҙ. Был беҙгә иң тәмле һәм иң затлы ризыҡҡа ҡарағанда ла күберәк шатлыҡ килтерер!

16. Киләһе мәҡәләлә нимә тураһында һүҙ барыр?

16 Беҙ Яхъя китабының 6-сы бүлегендә килтерелгән һабаҡтарҙың ҡайһы берҙәрен генә ҡарап сыҡтыҡ. Әммә унда мәңгелек тормош алыр өсөн Ғайсаның башҡа мөһим нәсихәттәре лә яҙылған. Ғайса өйрәткән йәһүдтәр уны иғтибар менән тыңларға тейеш булған. Шуны уҡ беҙгә лә эшләргә кәрәк. Киләһе мәҡәләлә беҙ Яхъя китабының 6-сы бүлеген өйрәнеүебеҙҙе дауам итербеҙ.

20-СЕ ЙЫР Ҡәҙерле Улыңды бирҙең