ӨЙРӘНЕҮ ӨСӨН ТЕМА
Йәһүәгә биргән вәғәҙәләребеҙҙе үтәү бик мөһим
Хөкөмсөләр 11:30—40-тағы өҙөктө уҡығыҙ. Унан, вәғәҙәләрҙе үтәү ни тиклем мөһим икәнен белерһегеҙ.
Контексҡа иғтибар итегеҙ. Йәһүәгә тоғро булған исраилдар уға биргән вәғәҙәләренә нисек ҡараған? (Һан. 30:2). Ифтахтың һәм уның ҡыҙының Йәһүәгә ныҡ ышаныуы нимәнән күренә? (Хөк. 11:9—11, 19—24, 36).
Нескәлектәрҙе иҫәпкә алығыҙ. «Миңә ҡаршы беренсе булып сыҡҡан йән эйәһен тотош яндырыу ҡорбаны итеп Һиңә бағышлар инем!» — тип әйтеп, Ифтах нимәне күҙ уңында тотҡан? (w16.04 7, 12 абз.). Үҙ вәғәҙәһен үтәр өсөн Ифтах һәм уның ҡыҙы ниндәй ҡорбандарға барған? (w16.04 7—8, 14—16 абз.). Бөгөн Йәһүә хеҙмәтселәре ниндәй мөһим вәғәҙәләр бирә? (w17.04 5—8, 10—19 абз.).
Беҙҙең өсөн һабаҡтар. Үҙегеҙҙән һорағыҙ:
-
«Бағышланыу антына тоғро булырға миңә нимә ярҙам итер?» (w20.03 13, 20 абз.).
-
«Йәһүәгә күберәк хеҙмәт итер өсөн мин ниндәй ҡорбандарға барырға әҙермен?»
-
«Никах антына тоғро ҡалырға миңә нимә ярҙам итер?» (Матф. 19:5, 6; Эфес. 5:28—33).