Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

51-СЕ ӨЙРӘНЕҮ МӘҠӘЛӘҺЕ

3-СӨ ЙЫР Ҡаябыҙ, ышыҡ урыныбыҙ, таянысыбыҙ

Йәһүә һәр күҙ йәшеңде иҫендә тота

Йәһүә һәр күҙ йәшеңде иҫендә тота

«Күҙ йәштәремде турһығыңа йый! Улар Һинең китабыңа яҙылмағанмы ни?» (ЗӘБ. 55:9; [56:8, ЯДТ]).

ТӨП ФЕКЕР

Йәһүә хис-тойғоларыбыҙҙы бик яҡшы аңлай һәм уларҙы нисек еңеләйтергә икәнен белә.

1, 2. Нимә арҡаһында беҙ илайбыҙ?

 ДОНЪЯЛА бер ҡасан да иламаған кеше юҡтыр. Берәй яҡшы нәмә булғанда, беҙ шатлыҡтан илайбыҙ. Мәҫәлән, бала тыуғанда йә оҙаҡ йылдар күрмәгән ҡәҙерле дуҫыбыҙҙы осратҡанда. Ә ҡайһы саҡта күңелебеҙҙе йылытҡан берәй хәтирә иҫебеҙгә төшһә, күҙҙәребеҙ йәш менән тула.

2 Шулай ҙа беҙ йыш ҡына ауыр саҡта илайбыҙ. Берәйһе өмөтөбөҙҙө өҙгәндә, күҙ йәштәрен тыйыу бик ауыр. Ҡайһы саҡта ауырығанға йә ныҡ ауыртыуҙан яфаланғанға, шулай уҡ ғәзиз кешебеҙҙең үлеүенә ҡайғырғанға ныҡ илайбыҙ. Шундай саҡтарҙа үҙебеҙҙе Йәрәмиә пәйғәмбәр кеүек тойоуыбыҙ бар. Вавилондар Йәрүсәлимде емергәс, ул: «Күҙҙәремдән йылға булып йәшем аға. Бер өҙлөкһөҙ йәшем аға, күҙҙәрем туҡтамай илар инде», — тигән (Йәрәм. ил. 3:48, 49).

3. Хеҙмәтселәре ғазап сиккәндә, Йәһүә нимә хис итә? (Ишағыя 63:9).

3 Үҙебеҙҙе насар хис иткәнгә күпме тапҡыр илағаныбыҙҙы Йәһүә яҡшы белә. Изге Яҙма беҙҙе шуға ышандыра: һәр бер шундай осраҡта Йәһүә беҙҙең нимә кисергәнебеҙҙе аңлай һәм ярҙам һорап ялбарыуыбыҙҙы ишетә (Зәб. 33:16 [34:15, ЯДТ]). Әммә Йәһүә, үтенестәребеҙҙе тыңлап, ғазаптарыбыҙҙы күреп кенә ҡалмай. Атай булараҡ, ул беҙҙе бик ныҡ ярата. Шуға күрә беҙ илағанда, ул да күңелһеҙләнә һәм беҙгә ярҙам итергә ашыға. (Ишағыя 63:9-ҙы уҡығыҙ.)

4. Беҙ ниндәй миҫалдарҙы ҡарап сығырбыҙ һәм Йәһүә тураһында нимә белербеҙ?

4 Хеҙмәтселәре илағанда, Йәһүә нимә хис итә һәм уларға нисек ярҙам итә? Был хаҡта Изге Яҙманан белеп була. Ошо мәҡәләлә Һанна, Дауыт һәм Хизаҡыяның тормошонда нимә булғанын ҡарап сығырбыҙ. Ни өсөн улар илаған һәм Йәһүә уларҙы нисек йыуатҡан? Яҡын кешебеҙҙең үлеүе, хыянатлыҡ йә өмөтһөҙлөк арҡаһында илағанда, Йәһүә беҙҙе нисек йыуата?

ҒӘЗИЗ КЕШЕБЕҘҘЕҢ ҮЛЕМЕ АРҠАҺЫНДА ИЛАҒАНДА

5. Һаннаның хәле ниндәй булған һәм ул нимә хис иткән?

5 Һаннаның илар өсөн бер нисә сәбәбе булған. Уның иренең тағы бер ҡатыны — Фәнинә булған. Фәнинә Һаннаны нәфрәт иткән, һәм был Һаннаның йөрәген әрнеткән. Бынан тыш, Фәнинәнең балалары булған, ә Һаннаның юҡ (1 Сам. 1:1, 2). Шул арҡала Фәнинә Һаннаны мыҫҡыллаған һәм кәмһеткән. Һаннаның урынында булһағыҙ, һеҙ нимә хис итер инегеҙ? Изге Яҙмала уның тураһында, «күңелен хәсрәт баҫҡан ҡатын әрнеп илай» һәм «тамағына ашамай» ине, тип яҙылған (1 Сам. 1:6, 7, 10).

6. Һанна ҡайҙан йыуаныс тапҡан?

6 Һанна ҡайҙан йыуаныс тапҡан? Ул саф ғибәҙәт ҡылыу урынына — изге сатырға килгән. Күрәһең, ул изге сатырҙың ихатаһы янында «әрнеп илай-илай Раббыға» ялбарған. Һанна Йәһүәнән ярҙам һорап доға ҡылған (1 Сам. 1:10б, 11). Ул Аллаға бөтә уйҙарын һәм хистәрен асҡан. Йәһүә, ҡыҙының ни тиклем ҡайғырғанын күреп, уның менән бергә ҡайғырған. Һаннаның һәр бер йәш бөртөгө Атаһының күңелен өтөп алған.

7. Һанна ауырлыҡтары тураһында Йәһүәгә һөйләгәс, нимә үҙгәргән?

7 Баш рухани Илий Һаннаны, Йәһүә һинең доғаңа яуап бирер, тип ышандырған. Был уға нисек тәьҫир иткән? Изге Яҙмала: «[Ул] барып тамағына ашаны, йөҙө лә элекке кеүек ҡайғылы түгел ине инде», — тип яҙылған (1 Сам. 1:17, 18). Һаннаның хәле үҙгәрмәһә лә, ул тынысланған. Ул ауыр йөк булып ятҡан бөтә ҡайғыларын Атаһына тапшырған. Йәһүә Һаннаны тыңлаған, уның хистәрен аңлаған, ә һуңыраҡ балалар биреп уны фатихалаған (1 Сам. 1:19, 20; 2:21).

8, 9. Ни өсөн йыйылыш осрашыуҙарына йөрөү мөһим? (Еврейҙарға 10:24, 25). (Фотоһүрәтте лә ҡарағыҙ.)

8 Беҙҙең өсөн һабаҡтар. Бәлки, хәҙер тормошоңдоң иң ауыр осоролор һәм һин дә йыш илайһыңдыр. Йә яҡын кешеләреңдең йә дуҫтарыңдың береһе вафат булғандыр. Бер үҙең генә ҡалып торорға теләһәң, бының бер насарлығы ла юҡ. Ләкин, әйҙәгеҙ, Һаннаның миҫалына ҡайтайыҡ. Ул изге сатырға барған һәм унда Йәһүәнән йыуаныс алған. Шуға күрә һиңә бик күңелһеҙ булһа ла, үҙеңде насар хис итһәң дә, йыйылышҡа бар. (Еврейҙарға 10:24, 25-те уҡығыҙ.) Унда һине Йәһүә йыуатыр һәм һиңә көс бирер. Йыйылыш осрашыуында беҙ Изге Яҙманан аяттар уҡыйбыҙ һәм улар өҫтөндә уйланабыҙ. Шулай итеп Йәһүә беҙгә күңелһеҙ уйҙарҙан арынырға ярҙам итә. Хәл әле үҙгәрмәһә лә, беҙгә күпкә яҡшыраҡ булып китә.

9 Шулай уҡ осрашыуҙарҙа беҙ ҡәрҙәштәр менән аралашабыҙ. Улар беҙҙе ярата һәм улар янында булғанда беҙ үҙебеҙҙе яҡшыраҡ хис итәбеҙ (1 Тис. 5:11, 14). Ҡатыны үлгән бер махсус пионер үҙ хистәрен былай тип һүрәтләй: «Мин уны шул тиклем һағынам. Ҡайсаҡ миңә яңғыҙ ҡалырға кәрәк. Шул саҡта мин илайым да илайым. Әммә йыйылыш осрашыуҙарына барып, мин рухланып ҡайтам. Ҡәрҙәштәрҙең комментарийҙары һәм уларҙың игелекле һүҙҙәре ауыртыуымды баҫа. Осрашыу алдынан үҙемде насар хис итһәм һәм борсолһам да, һуңынан был тойғоларҙың эҙе лә ҡалмай». Эйе, осрашыуҙарға килгәндә Йәһүә беҙгә ҡәрҙәштәр аша ярҙам итә.

Имандаштарыбыҙҙың игелекле һүҙҙәре беҙҙе бик йыуата ала. (8, 9-сы абзацтарҙы ҡарағыҙ.)


10. Бик ныҡ борсолғанда беҙ Һаннанан тағы нимәгә өйрәнә алабыҙ?

10 Һанна Йәһүәнән йыуаныс алыр өсөн тағы нимә эшләгән? Ул уға күңелен бушатҡан. Һиңә лә үҙ борсолоуҙарыңды Йәһүәгә һөйләргә кәрәк (1 Пет. 5:7). Ул һине тыңлаясаҡ һәм ярҙам итәсәк, быға бер ҙә шикләнмә. Бер ҡыҙ ҡәрҙәшебеҙҙең ире ҡараҡтарҙың ҡулынан үлгән. Ул бына нимә тигән: «Минең йөрәгем селпәрәмә килгәндәй булды, һәм мин бер ҡасан да шатлана алмаҫмын тип уйлағайным. Доға ҡылғанда, күктәге ҡайғыртыусан Атайым мине йыуата һәм тынысландыра ине. Ҡайһы саҡта, хистәремде белдерер өсөн, дөрөҫ һүҙҙәр таба алмаһам да, ул мине аңлай ине. Үҙемә урын таба алмай йөрөгәндә мин Алла именлеген һорап доға ҡыла торғайным. Мин шунда уҡ тыныслана инем һәм тағы бер көн йәшәр өсөн көс таба инем». Беҙ илағанда һәм йөрәгебеҙҙә булған бөтә нәмәне Аллаға асҡанда, ул хистәребеҙҙе аңлай һәм беҙҙең менән бергә илай тип әйтеп була. Хатта ауырлыҡтар юҡҡа сыҡмаһа ла, Йәһүә беҙгә именлек бирә һәм тынысланырға ярҙам итә (Зәб. 93:19 [94:19, ЯДТ]; Флп. 4:6, 7). Ул беҙҙе тоғролоғобоҙ һәм сыҙамлығыбыҙ өсөн фатихаһыҙ ҡалдырмаҫ (Евр. 11:6).

ЯҠЫН КЕШЕБЕҘ БЕҘГӘ ХЫЯНАТ ИТКӘНДӘ

11. Дауыт ниндәй ауырлыҡтар менән осрашҡан һәм ул нимә хис иткән?

11 Дауыттың да иларға сәбәптәре булған. Күптәр уны күрә алмаған. Шулай уҡ ул ышанған ҡайһы бер кешеләр уға хыянат иткән (1 Сам. 19:10, 11; 2 Сам. 15:10—14, 30). Тормошоноң ауыр осоронда ул былай тип яҙған: «Ыңғырашып хәлдән тайҙым; түшәгем һыу күҙ йәшемдән һәр төн, күп илауҙан сыланған мендәрем». Ни өсөн Дауытҡа шул тиклем ауыр булған? Ул: «Дошмандарым арҡаһында», — тип яҙған (Зәб. 6:7, 8 [6:6, 7, ЯДТ]). Кешеләр Дауытты бик ныҡ рәнйеткән, шуға ул илауынан туҡтай алмаған.

12. Дауыт Зәбур 55:9-ҙа Йәһүә тураһында нимә яҙған?

12 Дауыттың тормошо бәлә-ҡазалар менән тулы булһа ла, ул Йәһүәнең яратыуына тулыһынса ышанған. Бер ваҡыт ул: «Раббы илағанымды ишетте», — тип әйткән (Зәб. 6:9 [6:8, ЯДТ]). Ә Зәбур 55:9-ҙа [56:8, ЯДТ] ул Йәһүә тураһында ғәжәп нәмә яҙған (уҡығыҙ). Был һүҙҙәрҙән күренеүенсә, Йәһүә үҙ хеҙмәтселәре хаҡында наҙлы итеп ҡайғырта. Дауыт, Алла уның күҙ йәштәрен һауытҡа «йыя» һәм китапҡа яҙа, тип әйткән. Ул Йәһүәнең уның тормошонда булған бөтә ауыр ваҡиғаларҙы белгәненә һәм уларҙы онотмаясағына ышанған. Күктәге ҡайғыртыусан Атаһы Дауыттың нимә кисергәнен генә түгел, ә был уға нисек тәьҫир иткәнен дә белгән.

13. Беҙҙе кемдер ныҡ күңелһеҙләндергәндә йә беҙгә хыянат иткәндә, нимәне иҫтә тоторға кәрәк? (Фотоһүрәтте лә ҡарағыҙ.)

13 Беҙҙең өсөн һабаҡтар. Ышанған кешең һине ныҡ күңелһеҙләндергәнгә йәки һиңә хыянат иткәнгә, йөрәгең ныҡ әрнейҙер. Бәлки, осрашып йөрөгән кешең менән йә тормош иптәшең менән мөнәсәбәттәр ҡапыл өҙөлгәндер. Йәки яҡын кешең Йәһүәгә хеҙмәт итеүҙән туҡтағандыр. Бер ир ҡәрҙәштең ҡатыны зина ҡылып уны ташлап киткәндән һуң ул бына нимә тигән: «Быға ышаныу бик ауыр ине. Үҙемде булдыҡһыҙ итеп тойҙом. Шул уҡ ваҡыт мине асыу ҡатыш бойоғоу биләп алды». Әгәр берәйһе һиңә лә хыянат иткән икән йә ныҡ күңелһеҙләндергән икән, Йәһүә һине бер ҡасан да ҡалдырмаясаҡ тигән фекер йыуатһын. Ҡәрҙәшебеҙ былай тигән: «Кешеләр ҡай саҡ тоғролоҡһоҙ булып сыға, әммә быны Йәһүә тураһында әйтеп булмай. Ул — беҙҙең Ҡаябыҙ. Нимә генә булмаһын, ул һәр ваҡыт беҙҙең яныбыҙҙа. Ул үҙенә тоғро булғандарҙы бер ҡасан да ҡалдырмаясаҡ» (Зәб. 36:28 [37:28, ЯДТ]). Иҫеңдә тот: һине бер кем дә Йәһүә яратҡандай яратмай. Һинең менән булған хәл баһаңды төшөрмәй (Рим. 8:38, 39). Кешеләр үҙҙәрен нисек кенә тотһа ла, күктәге Атайың һине һәр ваҡыт яратасағын бер ҡасан да онотма.

Мәҙхиәләр Йәһүәнең рухы һынғандарға яҡын булыуына ышандыра. (13-сө абзацты ҡарағыҙ.)


14. Зәбур 33:19-ҙағы һүҙҙәр беҙҙе нимәгә ышандыра?

14 Хыянатлыҡ менән осрашҡанда Дауыттың Зәбур 33:19-ҙа [34:18, ЯДТ] яҙылған һүҙҙәре беҙҙе лә йыуатырға мөмкин (уҡығыҙ). Бер белешмәлә «рухы һынғандар» тигән һүҙбәйләнеш «өмөтө өҙөлгәндәр» тигәнде лә аңлатырға мөмкин. Йәһүә ундай кешеләрҙе нисек нығыта? Ул уларға «яҡын». Ул илаған балаһын күкрәгенә ҡыҫып ҡулында күтәреп йөрөткән ата-әсәгә оҡшаш. Хыянатлыҡ менән осрашҡанда йә яңғыҙ тороп ҡалғанда ғазап сикһәк, Йәһүә хистәребеҙҙе аңлай һәм ярҙамға ашыға. Йөрәгебеҙ ныҡ әрнегәндә һәм үҙебеҙҙе булдыҡһыҙ итеп тойғанда, Йәһүә беҙҙе йыуата һәм тынысландыра. Бөгөнгө булған хәлде кисереп сығыуы еңелерәк булһын өсөн, Йәһүә киләсәктә беҙҙе ниндәй иҫ киткес фатихалар көткәнен иҫебеҙгә төшөрә (Ишағ. 65:17).

ӨМӨТҺӨҘЛӨКТӘН ИЛАҒАНДА

15. Ни өсөн Хизаҡыя әсенеп илаған?

15 Йәһүҙиә батшаһы Хизаҡыя 39 йәшендә үлемесле ауырыу менән ауырығанын белеп ҡалған. Ишағыя пәйғәмбәр уға, һин ошо ауырыуҙан үләсәкһең тип, Йәһүәнең хәбәрен еткергән (2 Бат. 20:1). Хизаҡыя был ҡот осҡос хәбәрҙе ишеткәс, әсенеп илаған. Ул Йәһүәгә ҡайнар доға ҡыла башлаған (2 Бат. 20:2, 3).

16. Йәһүә Хизаҡыяның ялбарыуына ниндәй яуап ҡайтарған?

16 Хизаҡыяның ялбарыуы Йәһүәнең йөрәгенә үтеп ингән һәм Алла игелек менән уға: «Доғаңды ишеттем, күҙ йәштәреңде күрҙем. Бына, һаулығыңды ҡайтарам», — тигән. Йәһүә Хизаҡыя батшаға шәфҡәтлек күрһәткән һәм Ишағыя пәйғәмбәр аша уның ғүмерен оҙайтасағы һәм Йәрүсәлимде ассирийҙарҙан ҡотҡарып ҡаласағы тураһында әйткән (2 Бат. 20:4—6).

17. Ауырыған сағыбыҙҙа Йәһүә беҙҙе нисек нығыта? (Зәбур 40:4). (Фотоһүрәтте лә ҡарағыҙ.)

17 Беҙҙең өсөн һабаҡтар. Бәлки, һин дә ҡаты ауырып киткәнһеңдер. Бөтә хистәреңде Йәһүәгә һөйлә. Доға ҡылғанда күҙ йәштәреңде тыя алмаһаң, иларға оялма. Ул һине тыңлаясаҡ. Изге Яҙмала былай тиелә: «Һәр яҡлап йыуатыусы Алла һәм шәфҡәтлелек күрһәтеүсе Атай... ...Беҙҙе барлыҡ ҡайғыларыбыҙҙа йыуата» (2 Кәр. 1:3, 4). Бөгөн беҙ Йәһүәнең мөғжизәле рәүештә бөтә ауырлыҡтарыбыҙҙы бөтөргәнен көтмәйбеҙ, әммә беҙ уның ярҙамына өмөтләнә алабыҙ. (Зәбур 40:4-те уҡығыҙ [41:3, ЯДТ].) Беҙҙә көс, зирәклек һәм йөрәгебеҙҙә тыныслыҡ булһын өсөн, Алла беҙгә изге рух бирә (Ғиб. һүҙ. 18:14; Флп. 4:13). Шулай уҡ киләсәктә бер кем дә ауырымаясаҡ тигән өмөт беҙҙе рухландыра (Ишағ. 33:24).

Йәһүә доғаларыбыҙға яуап итеп, беҙгә көс, зирәклек һәм йән тыныслығы бирер. (17-се абзацты ҡарағыҙ.)


18. Ауыр саҡтарҙа ниндәй аят һеҙҙе айырыуса йыуата? (« Илағанда йыуаныс биргән аяттар» тигән рамканы ҡарағыҙ.)

18 Йәһүәнең һүҙҙәре Хизаҡыяны йыуатҡан. Алла беҙҙе лә Изге Яҙма аша йыуата, һәм унда ул ауыр осраҡтарҙа нығыта алған һәм тынысланырға ярҙам иткән аяттарҙы һаҡлаған (Рим. 15:4). Көнбайыш Африкала йәшәгән бер ҡыҙ ҡәрҙәшебеҙ рак менән ауырып киткәнен белгәс, бик күп илаған. Ул былай тип бүлешә: «Ишағыя 26:3-тәге һүҙҙәр мине айырыуса йыуата. Тормоштағы ҡайһы бер осраҡтарға беҙ бер нисек тә тәьҫир итә алмайбыҙ. Ләкин был һүҙҙәр Йәһүәнең миңә йән тыныслығы бирә алыуына һәм һәр төрлө һынауҙы йырып сыға алыуыма ышандыра». Бер нәмәне лә үҙгәртеп булмай кеүек күренгәндә ниндәй аят һеҙгә көс өҫтәй?

19. Беҙҙе ниндәй киләсәк көтә?

19 Был донъяның ахыры яҡынлашҡан һайын ауырлыҡтар тағы ла артасаҡ. Шуға, моғайын, күҙ йәштәребеҙ өсөн күберәк сәбәптәр булыр. Был мәҡәләлә беҙ Һанна, Дауыт, Хизаҡыяның миҫалын ҡарап сыҡтыҡ, шулай уҡ Йәһүә үҙ хеҙмәтселәренең илағанын күрә һәм уларҙы ҡыҙғана икәнен белдек. Ул һинең дә һәр күҙ йәшеңде иҫендә тота. Шуға ауыр хәлгә эләккәндә уға күңелеңде бушат. Ҡәрҙәштәрҙән ситләшмә. Улар бит һине ярата. Артабан да Алла Һүҙенән йыуаныс эҙлә. Алла һине сыҙамлығың өсөн һис шикһеҙ бүләкләйәсәк. Ул һинең һәр йәш бөртөгөңдө һөртәсәк. Үлем, хыянатлыҡ һәм өмөтһөҙлөк бүтән булмаҫ (Асыл. 21:4). Яңы донъяла беҙ тик шатлыҡтан ғына иларбыҙ.

4-СЕ ЙЫР «Йәһүә — Көтөүсем минең»