49-СЫ ӨЙРӘНЕҮ МӘҠӘЛӘҺЕ
147-СЕ ЙЫР Вәғәҙә ителгән мәңгелек тормош
Мәңге йәшәр өсөн нимә эшләргә кәрәк?
«Атам Улын күргән һәм Улына инанған һәр кемдең мәңгелек тормошҡа эйә булыуын теләй» (ЯХЪЯ 6:40).
ТӨП ФЕКЕР
Мәсихтең ҡорбаны майланғандарға һәм бүтән һарыҡтарға ниндәй киләсәккә юл аса?
1. Ҡайһы бер кешеләр мәңгелек тормош тураһында нимә уйлай?
КҮП кешеләр һау-сәләмәт булыр өсөн һәм оҙағыраҡ йәшәр өсөн нимә генә эшләмәй: дөрөҫ туҡлана, күнегеүҙәр яһай. Шул уҡ ваҡытта улар, мәңге йәшәй алырмын, тип уйламай. Беренсенән, улар был физик яҡтан мөмкин түгел тип һанай. Ә икенсенән, улар ҡартайып, ауырып мәңге йәшәргә теләмәй. Әммә Ғайса мәңгелек тормошто бөтөнләй башҡаса һүрәтләгән. Уның һүҙҙәрен беҙ, мәҫәлән, Яхъя 3:16-ла һәм 5:24-тә уҡый алабыҙ.
2. Яхъя китабының 6-сы бүлегендә мәңгелек тормош тураһында нимә әйтелә? (Яхъя 6:39, 40).
2 Бер көндө Ғайса мөғжизәле рәүештә меңәрләгән кешене икмәк һәм балыҡ менән туйҙырған a. Был бик ғәжәйеп нәмә булған. Ләкин Ғайсаның киләһе көндө әйткән һүҙҙәре кешеләрҙе шаҡ ҡатырған. Улар Ғәлиләйә диңгеҙе буйындағы Капирнаумға килгән, һәм Ғайса уларға үлгәндәрҙең тереләсәге һәм уларҙың мәңге йәшәй аласаҡтары хаҡында һөйләгән. (Яхъя 6:39, 40-ты уҡығыҙ.) Үҙегеҙҙең үлгән туғандарығыҙ һәм дуҫтарығыҙ тураһында уйлағыҙ. Был улар өсөн нимә аңлата? Улар терелеп, һеҙҙең менән бергә мәңге тормошҡа кинәнә аласаҡ. Әммә Яхъя китабының 6-сы бүлегендә яҙылған Ғайсаның артабанғы һүҙҙәре ҡайһы бер кешеләргә аңлашылмаған. Бөгөн дә күп кешеләр был һүҙҙәрҙе аңламай. Ғайса нимә әйткән һуң?
3. Яхъя 6:51-ҙә Ғайса үҙе тураһында нимә әйткән?
3 Ғайса мөғжизәле рәүештә халыҡты ашатҡанда, кешеләр Йәһүәнең сүлдә ата-бабаларын манна менән туҡландырғанын иҫенә төшөргән. Улар Яҙмаларҙан маннаның «күк икмәге» тип аталғанын белгән (Зәб. 104:40 [105:40, ЯДТ]; Яхъя 6:31). Уларҙы мөһим нәмәләргә өйрәтер өсөн, Ғайса манна тураһында белеүҙәренән файҙаланған. Маннаны мөғжизәле рәүештә Алла бирһә лә, уны ашаған кешеләр ваҡыт үткәс, барыбер үлгән (Яхъя 6:49). Ғайса үҙен «күктән... ысын икмәк», «Алла икмәге», «тормош икмәге» тип атаған (Яхъя 6:32, 33, 35). Ғайса менән манна араһында бер айырма булған. Ул үҙе тураһында: «Мин — күктән төшкән тере икмәк: уны ашаған кеше мәңге йәшәйәсәк», — тигән. (Яхъя 6:51-ҙе уҡығыҙ.) Ғайсаны тыңлаған йәһүдтәр аптырашта ҡалған. Уның ниндәй мәғәнәлә «күктән төшкән тере икмәк» булыуын аңламаған. Шулай уҡ улар ни өсөн был икмәк Алла ата-бабаларын туҡландырған маннанан яҡшыраҡ булыуына төшөнмәгән. «Икмәк — ул Минең тәнем», — тигән Ғайса уларға. Ул нимәне күҙ уңында тотҡан? Беҙгә лә был һорауға яуапты табырға кәрәк, сөнки беҙҙең һәм яҡындарыбыҙҙың мәңге йәшәүҙәре быға бәйле. Шуға күрә, әйҙәгеҙ, был һорауға яуапты тикшерәйек.
«МИН... ТЕРЕ ИКМӘК» ҺӘМ«ИКМӘК — УЛ МИНЕҢ ТӘНЕМ» ТИГӘН ҺҮҘҘӘР НИМӘНЕ АҢЛАТА?
4. Ни өсөн Ғайсаның һүҙҙәре ҡайһы берәүҙәрҙе шаҡ ҡатырған?
4 Ғайса халыҡҡа улар ашарға тейеш булған икмәк уның тәне икәнен һәм ул уны «донъя йәшәһен өсөн» бирәсәге тураһында әйткән. Был һүҙҙәр уларҙы шаҡ ҡатырған. Улар Ғайса уның тәнен тура мәғәнәлә ашарға, йәғни каннибаллыҡҡа (йәғни кеше итен ашарға) ҡоторта тип уйлағандыр (Яхъя 6:52). Әммә Ғайса уларҙы тағы ла нығыраҡ ғәжәпләндергән һүҙҙәр әйткән: «Әҙәм Улының тәнен ашамаһағыҙ һәм Уның ҡанын эсмәһәгеҙ, һеҙҙә йәшәү булмаясаҡ», — тигән ул (Яхъя 6:53).
5. Ғайсаның кешеләрҙе уның ҡанын тура мәғәнәлә эсергә саҡырмағанын ҡайҙан беләбеҙ?
5 Нух көндәрендә Алла кешеләрҙе ҡан ашауҙан тыйған (Баш. 9:3, 4). Исраилдарға ҡанун биргәндә Йәһүә был талапты тағы бер тапҡыр ҡабатлаған. Был ҡанунды боҙған кеше үлтерелергә тейеш булған (Лев. 7:27). Ғайса йәһүдтәрҙе Муса ҡанунында яҙылғандарҙың барыһын да үтәргә өйрәткән (Матф. 5:17—19). Шуға күрә ул тура мәғәнәлә уның тәнен ашарға һәм ҡанын эсергә ҡушҡан тип уйлау дөрөҫ булмаҫ ине. Ләкин Ғайсаның был һүҙҙәре, сәйер булып яңғыраһа ла, «мәңгелек тормошҡа» юл асҡан (Яхъя 6:54).
6. Яхъя 6:53-тә Ғайса «тәнем» һәм «ҡаным» тигән һүҙҙәрҙе тура мәғәнәлә түгел, ә күсмә мәғәнәлә ҡулланғанын ҡайҙан беләбеҙ?
6 Шуныһы ап-асыҡ: Ғайса «тәнем» һәм «ҡаным» тигән һүҙҙәрҙе тура мәғәнәлә түгел, ә күсмә мәғәнәлә әйткән. Был ысулды ул элек тә ҡулланған. Мәҫәлән, ул Самария ҡатынына: «Мин биргән һыуҙы эскән кеше бер ҡасан да һыуһамаҫ. Мин биргән һыу ул кешелә мәңгелек тормошҡа аға торған шишмәгә әүереләсәк», — тип әйткән (Яхъя 4:7, 14) b. Әлбиттә, ул ниндәйҙер ҡоҙоҡтағы һыу Самария ҡатынына мәңгелек тормош бирә тигәнде күҙ уңында тотмаған. Шуның кеүек, ул Капирнаумда кешеләрҙе мәңгелек тормош алыр өсөн уның тәнен тура мәғәнәлә ашарға һәм ҡанын эсергә кәрәк тип өйрәтмәгән.
ҒАЙСА ҠАСАН ТАҒЫ ТӘН ҺӘМ ИКМӘК ТУРАҺЫНДА ӘЙТКӘН?
7. Ҡайһы берәүҙәр Ғайсаның Яхъя 6:53-тә әйтелгән һүҙҙәрен нисек аңлата?
7 Ҡайһы бер диндәр, Ғайса Яхъя 6:53-тә Хужаның киске аш ваҡытында нимә эшләргә кәрәклеге тураһында әйткән, тип өйрәтә. Ул бит был сараны индергән саҡта ла үҙенең тәне һәм ҡаны тураһында әйткән (Матф. 26:26—28). Шуға улар, Хужаның киске ашында һәр кем икмәк менән шараптан ауыҙ итергә тейеш, тип раҫлай. Әммә шулай уйлау дөрөҫмө? Был һорауҙы ентекләп ҡарап сығыу мөһим, сөнки Иҫкә алыу кисәһенә йыл һайын миллионлаған кеше йыйыла. Беҙ Яхъя яҙылған осраҡ Иҫкә алыу кисәһенән ныҡ айырылып торғанын күрербеҙ. китабының 6-сы бүлегендә
8. Яхъя китабының 6-сы бүлегендә яҙылған осраҡ һәм Хужа кисәһе нимә менән айырылып тора? (Рәсемдәрҙе лә ҡарағыҙ.)
8 Тәүҙә, әйҙәгеҙ, ике айырмаға иғтибар итәйек. Беренсенән, Яхъя 6:53—56-лағы һүҙҙәрҙе Ғайса ҡайҙа һәм ҡасан әйткән? Был осраҡ Ғәлиләйәлә б. э. 32 йылында булған. Хужа кисәһен иһә ул Йәрүсәлимдә бер йыл үткәс кенә ғәмәлгә индергән. Икенсенән, был һүҙҙәрҙе ул кемгә әйткән? Ғәлиләйәләге кешеләрҙе Йәһүә һәм уның Батшалығы тураһындағы белемдәр түгел, ә күберәк ризыҡ ҡыҙыҡһындырған (Яхъя 6:26). Ғайса уларға аңлашылмаған һүҙҙәр һөйләгәс, улар уны тыңламай башлаған. Хатта ҡайһы бер шәкерттәре лә уны ҡалдырған (Яхъя 6:14, 36, 42, 60, 64, 66). Ә хәҙер был ваҡиғаны бер йылдан һуң б. э. 33 йылында ғәмәлгә индерелгән Хужаның кисәһе менән сағыштырығыҙ. Унда Ғайса менән бергә уның 11 тоғро илсеһе генә булған. Улар ҙа Ғайсаның ҡайһы бер өйрәтеүҙәрен тулыһынса аңламаған. Шуға ҡарамаҫтан, улар уға тоғро булып ҡалған. Ғәлиләйәләге кешеләрҙән айырмалы булараҡ, уның тоғро илселәре Ғайсаның Алла Улы булыуына һәм күктән килеүенә инанған булған (Матф. 16:16). Ул уларҙы: «Мин һынауҙар менән осрашҡанда, һеҙ минең менән ҡалдығыҙ», — тип маҡтаған (Лука 22:28). Яхъя 6:53-тәге һүҙҙәр Хужаның кисәһе менән бәйле түгел икәнен күрер өсөн хатта был ике айырма ла етерлек. Был ике ваҡиға тағы нимә менән айырылып тора? Әйҙәгеҙ, беләйек.
ҒАЙСАНЫҢ ҺҮҘҘӘРЕ ҺЕҘҘЕҢ ӨСӨН НИМӘНЕ АҢЛАТА?
9. Ғайсаның Хужа кисәһендә әйткән һүҙҙәре кемгә ҡағылған булған?
9 Хужаның киске ашында Ғайса илселәренә сөсө икмәк биргән һәм был икмәк уның тәнен символлаштырғанын аңлатҡан. Шунан ул уларға шарап биргән һәм был «килешеү ҡанымды» аңлата тигән (Марк 14:22—25; Лука 22:20; 1 Кәр. 11:24). Шулай итеп, тағы бер мөһим нескәлек: Ғайса килешеү тураһында әйтә. Яңы килешеүҙе Йәһүә бөтә кешеләр менән түгел, ә «Алланың Батшалығында» Ғайса Мәсих менән бергә идара итәсәк рухи Исраил менән генә төҙөгән (Евр. 8:6, 10; 9:15). Әлбиттә, илселәр ҡайһы бер нәмәне аңламаған. Әммә тиҙҙән улар изге рух менән майланған булған һәм Ғайса менән күктә булыр өсөн яңы килешеүҙә ҡатнашҡан (Яхъя 14:2, 3).
10. Хужа кисәһе Ғәлиләйәлә булған осраҡтан тағы нимә менән айырылып тора? (Фотоһүрәтте лә ҡарағыҙ.)
10 Иғтибар итегеҙ, Ғайсаның Хужа кисәһендә әйткән һүҙҙәре тик «бәләкәй көтөүгә» генә ҡағылған (Лука 12:32). Был төркөмгә беренсе булып уның тоғро илселәре ингән. Улар һәм һуңыраҡ был төркөмгә ҡушылған башҡа майланған мәсихселәр Хужа кисәһендә икмәк менән шараптан ауыҙ итәләр. Тап улар өсөн күктә Ғайса янында урын әҙерләнгән. Был тағы бер айырма булған. Ғайсаның Хужа кисәһендә әйткән һүҙҙәре — тик шәкерттәренең ҡайһы берҙәренә генә, ә Ғәлиләйәлә әйткән һүҙҙәре иҫәпһеҙ күп кешегә ҡағылған.
11. Ғайсаның Ғәлиләйәлә мәңгелек тормош тураһындағы әйткән һүҙҙәре бөтә кешеләргә лә ҡағылғанын ҡайҙан беләбеҙ?
11 Беҙҙең эраның 32 йылында Ғәлиләйәлә Ғайсаны тыңлаған күпселек кеше уның ризыҡ биреүен теләгән. Әммә Ғайса уларҙың иғтибарын ризыҡҡа түгел, ә мәңгелек тормошҡа алып барған мөһимерәк нәмәгә йүнәлткән. Ғайса, үлеләр терелә һәм мәңге йәшәй аласаҡ, тигән. Уның был һүҙҙәре Хужа кисәһендә йыйыласаҡ бер нисә кешегә генә түгел, ә бөтә кешеләргә лә ҡағылған. Тимәк, был фатихалар һәр кемгә бирелергә мөмкин. Шуға күрә ул: «[Икмәкте] ашаған кеше мәңге йәшәйәсәк. Мин бирәсәк икмәк — ул Минең тәнем. Уны Мин донъя йәшәһен өсөн бирәм», — тигән (Яхъя 6:51).
12. Мәңгелек тормош алыр өсөн кешенән нимә талап ителә?
12 Ғайсаның Ғәлиләйәлә әйткән һүҙҙәре тарих дауамында ерҙә йәшәгән бөтә кешеләр ҙә мәңгелек тормош ала тигәнде аңлатамы? Юҡ. Ысынында «[икмәкте] ашаған кеше», йәғни Ғайсаға иманын эштәре менән күрһәткән кеше генә мәңге йәшәйәсәк. Христиан динен тотҡан күп кешеләр, Ғайсаға иман итеп уны Ҡотҡарыусы тип таныу ғына етерлек, тип һанай (Яхъя 6:29). Ләкин бына нимә тураһында уйланығыҙ: Ғәлиләйәлә Ғайсаны тыңлаған кешеләрҙең күбеһе тәүҙә уға ышанған, ә һуңыраҡ уны ҡалдырып киткән. Ни өсөн?
13. Ғайсаның ысын шәкерте булыу нимәне аңлата?
13 Ғайса ашатҡан кешеләрҙең күбеһе теләгәнен алғанға ғына уның артынан барырға әҙер булған һәм уның уларҙы ашатыуын, һауыҡтырыуын, яғымлы һүҙҙәр генә әйтеүен теләгән. Ләкин Ғайса ергә башҡа маҡсат менән — үҙенә шәкерттәр әҙерләр өсөн килгән. Ул кешеләрҙе «янына килергә» саҡырған. Был уны иғтибар менән тыңлауҙы һәм өйрәтеүҙәрен тормошта ҡулланыуҙы аңлата (Яхъя 5:40; 6:44).
14. Мәңге йәшәр өсөн нимә эшләргә кәрәк?
14 Яхъя 6:53-тә Ғайса үҙенең тәне һәм ҡаны тураһында әйткәндә, уның килтерәсәк йолом ҡорбаны мәңгелек тормошҡа юл асҡанын күрһәтергә теләгән. Уны тыңлаған йәһүдтәргә был хәҡиҡәткә ышанырға кәрәк булған. Бөгөн дә шулай уҡ (Яхъя 6:40). Кеше мәңге йәшәргә теләһә, ул Ғайсаның йолом ҡорбанына ышанырға тейеш. Ундай мөмкинлек иҫәпһеҙ күп кеше өсөн асыҡ (Эфес. 1:7).
15, 16. Яхъя китабының 6-сы бүлегендә ниндәй мөһим һабаҡтар бар?
15 Яхъя китабының 6-сы бүлеген ҡарап сығыу ни тиклем фәһемле булды! Был бүлектән беҙ Ғайсаның кешеләр хаҡында наҙлы итеп ҡайғыртҡанын күрҙек. Ғәлиләйәлә ул кешеләрҙе һауыҡтырған, ашатҡан һәм Батшалыҡ тураһында һөйләгән (Лука 9:11; Яхъя 6:2, 11, 12). Ә иң мөһиме, ул уларҙы үҙенең «тормош икмәге» булыуы тураһында өйрәткән (Яхъя 6:35, 48).
16 «Бүтән һарыҡтар» Хужа кисәһендә икмәк менән шараптан ауыҙ итергә тейеш түгел (Яхъя 10:16). Ләкин улар, Мәсихтең йолом ҡорбанына инанып, күсмә мәғәнәлә «тормош икмәген» ашай, тип әйтеп була (Яхъя 6:53). Хужа кисәһендә шараптан һәм икмәктән ауыҙ иткәндәр яңы килешеүҙә ҡатнашыуҙарын һәм күктәге Батшалыҡта батша буласаҡтарын күрһәтә. Яхъя китабының 6-сы бүлегендә Ғайсаның бөтә шәкерттәре — майланғандар өсөн дә, бүтән һарыҡтар өсөн дә мөһим һабаҡтар бар. Улар беҙҙе йолом ҡорбанына ышанырға өйрәтә. Шул саҡта ғына беҙ мәңгелек тормошҡа эйә буласаҡбыҙ.
150-СЕ ЙЫР Ҡотолор өсөн, Хоҙайҙы эҙлә
a Яхъя 6:5—35-тәге өҙөк үткән мәҡәләлә ҡаралды.
b Ғайса иҫкә алған һыу Йәһүәнең кешеләр мәңге йәшәй алһын өсөн эшләгән бөтә эштәрен символлаштыра.