Уҡыусыларҙың һорауҙары
1 Тимәтигә 5:21-ҙә әйтеп кителгән «һайлап алынған фәрештәләр» кемдәр улар?
Илсе Пауыл аҡһаҡал булып хеҙмәт иткән Тимәтигә: «Алла, Ғайса Мәсих һәм һайлап алынған фәрештәләр алдында һинән үтенеп һорайым: ҡушылған күрһәтмәләремде үтәгәндә ғәҙел бул, бер кемгә лә өҫтөнлөк бирмә», — тип яҙған (1 Тим. 5:21).
Тәүҙә шуны билдәләйек: кем был фәрештәләр була алмай? Улар 144 000 майланғандар түгел икәне асыҡ билдәле. Пауыл Тимәтигә хатын яҙған ваҡытта майланғандарҙың күктә йәшәр өсөн терелтеүе әле башланмаған булған. Илселәр һәм башҡа майланғандар ул ваҡытта әле рухи заттар булып китмәгән, тимәк, «һайлап алынған фәрештәләр» улар түгел (1 Кәр. 15:50—54; 1 Тис. 4:13—17; 1 Яхъя 3:2).
Шулай уҡ Туфан алдынан Алланы кире ҡаҡҡан фәрештәләр ҙә «һайлап алынған фәрештәләр» була алмай. Улар — Шайтан яғына баҫҡан ендәр, йәғни Ғайсаның дошмандары (Баш. 6:2; Лука 8:30, 31; 2 Пет. 2:4). Киләсәктә улар 1 000 йылға упҡынға ташланасаҡ, ә шунан һуң Шайтан менән бергә юҡ ителәсәк (Йәһ. 6; Асыл. 20:1—3, 10).
Күреүебеҙсә, «һайлап алынған фәрештәләр» — Аллаға һәм Ғайса Мәсихкә тоғро хеҙмәт иткән фәрештәләр, сөнки улар был аятта бергә телгә алына.
Күктә Аллаға бихисап күп фәрештә тоғро хеҙмәт итә (Евр. 12:22, 23). Изге Яҙманан белеүебеҙсә, улар төрлө йөкләмәләр үтәй (Асыл. 14:17, 18). Мәҫәлән, Йәһүә бер фәрештәгә 185 000 Ассирия һуғышсыһын ҡырып һалырға ҡушҡан (2 Бат. 19:35). Ә бер нисә фәрештәгә «[Ғайсаның] Батшалығынан гонаһҡа этәреүселәрҙең һәм яуызлыҡ ҡылыусыларҙың барыһын йыйып алып» юҡ итергә бойорған (Матф. 13:39—41). Фәрештәләрҙең ҡайһы берҙәре майланғандарҙы йыя (Матф. 24:31). Ә ҡайһы бер фәрештәләргә Алла беҙҙе бөтә юлдарыбыҙҙа һаҡлап торорға бойороҡ биргән (Зәб. 90:11 [91:11, ЯДТ]; Матф. 18:10; Матфай 4:11 һәм Лука 22:43 менән сағыштырығыҙ).
1 Тимәтигә 5:21-ҙә әйтеп кителгән «һайлап алынған фәрештәләр», күрәһең, мәсихселәр йыйылышы менән бәйле йөкләмәләрҙе үтәр өсөн билдәләнгән фәрештәләр. Был бүлектә Пауыл аҡһаҡалдарға ҡәрҙәштәрҙең ихтирамын яулар өсөн вазифаларын нисек үтәргә кәрәклеге тураһында яҙа. Улар бер кемгә лә өҫтөнлөк бирергә һәм ашығып ҡарарҙар ҡабул итергә тейеш түгел. Аҡһаҡалдар «Алла, Ғайса Мәсих һәм һайлап алынған фәрештәләр алдында» хеҙмәт иткәнгә Пауылдың күрһәтмәләренә ҡолаҡ һалырға тейеш. Шулай итеп, ҡайһы бер фәрештәләргә йыйылыштарға ярҙам итергә йөкләмә бирелгән. Улар Алла хеҙмәтселәрен яҡлай, вәғәз эшендә булышлыҡ итә һәм күргәндәре хаҡында Йәһүәгә һөйләй (Матф. 18:10; Асыл. 14:6).