Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

Хәтерләйһегеҙме?

Хәтерләйһегеҙме?

«Күҙәтеү манараһының» быйылғы сығарылыштарын иғтибар менән уҡынығыҙмы? Аҫта килтерелгән һорауҙарға яуап бирә алаһығыҙмы?

Йәһүә ҡатын-ҡыҙҙар менән мөғәмәлә итеүҙә ниндәй өлгө бирә?

Ул бөтә кешеләргә лә бер тигеҙ ҡарай һәм ҡатын-ҡыҙҙарҙы ир-егеттәрҙән кәмерәк тип һанамай. Алла ҡатын-ҡыҙҙарҙы тыңлай һәм уларҙың хистәренә һәм борсолоуҙарына битараф түгел. Шулай уҡ Йәһүә уларға күп йөкләмәләр ышанып тапшыра (w24.01, 15—16 бб.).

Эфестарға 5:7-ләге «ундайҙар менән бергә булмағыҙ» тигән принципты нисек ҡулланып була?

Илсе Пауыл Йәһүәне яратмағандар менән аралашыуҙың ҡурҡыныс булыуы хаҡында киҫәткән. Шул саҡта мәсихсегә Алланың нормалары буйынса йәшәү ауыр булырға мөмкин. Бөгөн ундай насар аралашыуҙар, туранан-тура аралашыуҙан тыш, социаль селтәрҙәрҙә лә була ала (w24.03, 22—23 бб.).

Дөрөҫ булмаған хәбәрҙәрҙән нисек һаҡланырға?

Беҙгә һаҡ булырға кәрәк. Дөрөҫ булмаған хәбәрҙәр беҙгә төрлө яҡтан килергә мөмкин. Мәҫәлән, хәбәрҙең дөрөҫмө-юҡмы икәнен тикшермәгән ҡәрҙәштәр аша ишетә алабыҙ. Шулай уҡ электрон хат алыуыбыҙ йә хеҙмәттә хәҡиҡәт менән ҡыҙыҡһынған булып ҡыланған мөртәтте осратыуыбыҙ бар (w24.04, 12 б.).

Йәһүәнең Сөләймәнгә һәм Содом менән Аморрала һәләк булғандарға ҡарата сығарған ҡарары тураһында беҙ нимәне беләбеҙ һәм нимәне белмәйбеҙ?

Йәһүә уларҙы мәңгелеккә юҡ иткән тип әйтергә нигеҙ юҡ. Ләкин, хөкөм ҡарары сығарғанда шәфҡәтле Аллабыҙҙың бөтә факттарҙы иҫәпкә аласағына бер ҙә шикләнмәйбеҙ (w24.05, 3—4 бб.).

Йәһүә ни өсөн ҡая менән сағыштырыла? (Ҡан. 32:4).

Йәһүә беҙҙең өсөн һыйыныу урыны. Ул ышаныслы Алла һәм һәр ваҡытта ла үҙ вәғәҙәләрен үтәй. Йәһүә үҙ-үҙенә тоғро һәм үҙгәрешһеҙ. Был уның шәхесенә лә, ниәттәренә лә ҡағыла (w24.06, 26—28 бб.).

Яңы йыйылышҡа өйрәнеп китергә нимә ярҙам итер?

Йәһүәгә таянығыҙ. Ул боронғо ваҡытта үҙ хеҙмәтселәрен нығытып торған, беҙҙе лә ҡалдырмаясаҡ. Әлеге йыйылышты элекке йыйылышығыҙ менән сағыштырмағыҙ. Яңы дуҫтар табығыҙ һәм йыйылыштың эштәрендә әүҙем ҡатнашығыҙ (w24.07, 26—28 бб.).

Матфай китабының 25-се бүлегендә яҙылған өс ғибрәтле хикәйәлә ниндәй һабаҡтар бар?

Һарыҡтар һәм кәзәләр тураһындағы хикәйә тоғро булып ҡалырға кәрәклеген күрһәтә. Аҡыллы һәм аҡылһыҙ ҡыҙҙар тураһындағы хикәйә уяу һәм әҙер булыуҙың мөһимлегенә баҫым яһай. Ә таланттар тураһындағы хикәйә тырыш булырға өндәй (w24.09, 20—24 бб.).

Сөләймәндең ғибәҙәтханаһының алғы бүлмәһе ниндәй бейеклектә булған?

Ҡайһы бер боронғо ҡулъяҙмаларҙа 2 Йылъяҙма 3:4-тә алғы бүлмәнең бейеклеге «120 терһәк» (йә 53 метр) булған тип әйтелә. Башҡа абруйлы ҡулъяҙмаларҙа шул уҡ аятта «20 терһәк» (йәғни 9 метр) булған тип яҙылған. Ғибәҙәтхана стеналарының ҡалынлығын иҫәпкә алғанда, һуңғы һан ышаныслыраҡ булып күренә (w24.10, 31 б.).

Хеҙмәт ярҙамсыһы ниндәй мәғәнәлә «үҙенең ҡатынына тоғро ир булырға» тейеш? (1 Тим. 3:12).

Уның бер генә ҡатыны булырға һәм ул енси әхлаҡһыҙлыҡтан ситтә торорға тейеш. Ул үҙ ҡатынына тоғро, ә башҡа ҡатындарға тейешһеҙ иғтибар күрһәтмәй (w24.11, 19 б.).

Ни өсөн Яхъя 6:53-тәге һүҙҙәр Хужаның киске ашына ҡағылмай?

Яхъя 6:53-тә, кешеләр Ғайсаның тәнен ашарға һәм уның ҡанын эсергә тейеш, тип әйтелә. Ғайса был һүҙҙәрҙе б. э. 32 йылында Ғәлиләйәлә булғанда әйткән. Был һүҙҙәр уға ышанырға тейешле йәһүдтәргә йүнәлтелгән булған. Хужаның киске ашын иһә Ғайса бер йылдан һуң Йәрүсәлимдә үткәргән. Был Кисәлә уның менән күктә идара итергә тейеш булған шәкерттәре генә булған (w24.12, 10—11 бб.).