Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

БИОГРАФИЯ

Ғүмер буйы өйрәнәм

Ғүмер буйы өйрәнәм

ЙӘҺҮӘГӘ ғүмерем буйына минең «Остазым» булыуына бик рәхмәтлемен (Ишағ. 30:20). Ул үҙ хеҙмәтселәрен Изге Яҙма аша, ғәжәйеп ижади эштәре һәм ойошмаһы аша өйрәтә. Шулай уҡ ул имандаштарыбыҙ аша ла өйрәтә. Мин инде 100 йәшкә етеп барһам да, һаман да Йәһүәнән өйрәнәм. Әйҙәгеҙ, был хаҡта һөйләп бирәйем.

Беҙҙең ғаиләбеҙ. 1948 йыл

Мин 1927 йылда Чикаго ҡалаһынан (Иллино́йс штаты, АҠШ) йыраҡ булмаған бер бәләкәй ҡалала тыуҙым. Атай-әсәйемдең биш балаһы булдыҡ: Джета, Дон, мин, Карл һәм Джой. Бөтәбеҙ ҙә ысын күңелдән Йәһүәгә хеҙмәт итергә теләй инек. Джета 1943 йылда Гилеад мәктәбенең 2 синыфын тамамланы. Дон, Карл һәм Джой Вефилдә хеҙмәт итә башланы. Донды — 1944 йылда, Карлды — 1947 һәм Джойҙы 1951 йылда саҡырҙылар. Уларҙың һәм атай-әсәйемдең өлгөһө мине Йәһүәгә күберәк хеҙмәт итергә дәртләндерҙе.

ҒАИЛӘБЕҘ ХӘҠИҠӘТ МЕНӘН ТАНЫША

Атай-әсәйем Изге Яҙманы уҡыған һәм Алланы яратҡан кешеләр ине. Улар беҙгә лә был яратыуҙы үҫтерергә ярҙам итте. Әммә атайым Беренсе бөтә донъя һуғышында булып ҡайтты һәм унда булғанда руханиҙарҙың ике йөҙлөлөгөн күргән, шуға уларҙы хөрмәт итмәй башланы. Атайымдың иҫән-һау ҡайтҡанына әсәйем бик ҡыуанды һәм уға: «Карл, әйҙә, элеккесә сиркәүгә йөрөйөк», — тине. Атайым уға: «Һине оҙатып барам, ләкин сиркәүгә инмәйем», — тип яуап бирҙе. «Нишләп инмәйһең?» — тип һораны әсәйем. «Һуғыш ваҡытында мин бер үк диндә булған, әммә ҡапма-ҡаршы яҡтарҙа торған руханиҙарҙың һалдаттарҙы һәм ҡоралдарҙы фатихалағанын күрҙем! Улай булғас, Алла кем яҡлы?» — тип аңлатып бирҙе атайым.

Бер көндө, әсәйем сиркәүҙә булған саҡта, беҙгә ике Йәһүә шаһиты килде. Улар атайыма ике томдан торған «Яҡтылыҡ» тигән китап тәҡдим итте. Унда Асылыш китабы аңлатыла ине. Атайым, ҡыҙыҡһынып, китаптарҙы алды. Әсәйем уларҙы шунда уҡ уҡый башланы. Һуңыраҡ ул урындағы гәзиттә, «Яҡтылыҡ» китабы ярҙамында Изге Яҙманы өйрәнергә теләүселәр саҡырыла, тигән бер белдереү күреп ҡалды. Әсәйем унда барырға булды. Адрес буйынса килгәс, уға ишекте оло йәштәге бер апай асҡан. Ҡулында булған китаптарҙың береһен күрһәтеп, әсәйем унан: «Быны бында өйрәнәләрме?» — тип һораған. «Эйе, һылыуым, әйҙә ин», — тигән яуап ишеткән. Киләһе аҙнала әсәйем бөтәбеҙҙе лә унда алып барҙы. Бына шулай итеп беҙ аҙна һайын был осрашыуҙарға йөрөй башланыҡ.

Осрашыуҙарҙың береһендә уны үткәргән ҡәрҙәш мине Зәбур 143:15-те уҡып сығырға һораны. Унда Йәһүәгә табынған халыҡ бәхетле тип атала. Был аят мине бик илһамландырҙы. Шулай уҡ миңә тағы ике аят оҡшаны. 1 Тимәтигә 1:11-ҙә Йәһүә «мөбәрәк Алла» тип атала, ә Эфестарға 5:1-ҙә «Уға оҡшарға тырышығыҙ» тигән өндәү бар. Мин Барлыҡҡа килтереүсемә башҡарған хеҙмәттән шатлыҡ табырға һәм был хөрмәт өсөн рәхмәтле булырға кәрәклеген аңланым. Шул ваҡыттан бирле мин тап шулай йәшәргә тырышам да.

Иң яҡын йыйылыш 30 саҡрым йыраҡлыҡта Чикаго ҡалаһында ине. Быға ҡарамаҫтан, беҙ унда йөрөнөк, һәм Изге Яҙма тураһында белемем арта барҙы. Хәтерләйем, бер заман Джета комментарий биргән саҡта: «Мин бит быны беләм, мин дә комментарий бирә алыр инем», — тип уйлап ҡуйҙым. Шунан бирле мин йыйылыштарға әҙерләнә һәм осрашыуҙарҙа ҡатнаша башланым. Ә иң мөһиме, мин дә туғандарым кеүек рухи яҡтан үҫтем. 1941 йылда мин һыуға сумдырылдым.

ЙӘҺҮӘНӘН КОНГРЕСТАРҘА ӨЙРӘНӘМ

1942 йылда Кливленд ҡалаһында (Ога́йо штаты) үткән конгресс айырыуса хәтеремдә ҡалды. Ҡәрҙәштәр программаны АҠШ-тың 50-нән ашыу ҡалаларында телефон аша тыңланы. Беҙ һәм башҡа ғаиләләр ҡәрҙәштәр урынлаштырған палаткалы лагерҙа йәшәнек. Ул конгресс үткән урынға яҡын ине. Икенсе бөтә донъя һуғышының ҡыҙыу мәле ине һәм Йәһүә шаһиттарына йыш ҡына һөжүм итәләр ине. Кисен ир ҡәрҙәштәр машиналарын лагерға арты менән ҡуйҙылар. Улар, һәр машинала кемдер төнө буйы дежурҙа торорға тейеш, тип һөйләштеләр. Әгәр берәй ҡурҡыныс янаһа, улар машинаның фарҙарын яҡтыртып, сигнал бирә башлар ине. Был һөжүм итеүселәрҙең күҙҙәрен сағылтыр ине һәм башҡа ҡәрҙәштәр ярҙамға килеп өлгөрөр ине. Мин: «Алла халҡы бөтә нәмәгә әҙер тора!» — тип уйлап ҡуйҙым. Бәхеткә ҡаршы, бер нәмә лә булманы һәм беҙ тыныс йоҡлай алдыҡ.

Йылдар үткәс, был конгресты иҫемә төшөргәндә, әсәйемдең шул саҡта ни тиклем тыныс ҡалыуы тураһында уйландым. Ул борсолманы ла, ҡурҡманы ла, сөнки Йәһүәгә һәм уның ойошмаһына тулыһынса ышана ине. Уның иҫ киткес өлгөһөн мин бер ҡасан да онотмаясаҡмын.

Был конгрестан алдараҡ әсәйем пионер хеҙмәтен башланы. Шуға ул был хеҙмәткә ҡағылышлы телмәрҙәрҙе айырыуса иғтибар менән тыңланы. Өйгә ҡайтып барғанда ул: «Мин артабан да пионер булып хеҙмәт итергә теләр инем, әммә өйөбөҙ тураһында ҡайғыртырға кәрәк, бер үҙем быны булдыра алмам», — тине. Шунда ул беҙҙән, ярҙам итә алырһығыҙмы, тип һораны. Беҙ ризалаштыҡ, һәм һәр беребеҙ иртәнге ашҡа тиклем бер-ике бүлмәне йыйыштыра ине. Беҙ мәктәпкә киткәс, әсәйем өйҙө ҡарап сыға ине һәм барыһы ла тәртиптә икәнен күргәс, хеҙмәткә китә ине. Әсәйемдең эше күп булһа ла, ул беҙҙе иғтибарһыҙ ҡалдырманы. Беҙ мәктәптән һуң йә төшкө ашҡа ҡайтҡанда, ул һәр ваҡыт өйҙә була торғайны һәм беҙҙе ҡаршы ала ине. Ҡайһы саҡта дәрестәрҙән һуң беҙ уның менән хеҙмәткә йөрөй торғайныҡ. Был беҙгә пионер хеҙмәте нимә икәнен яҡшыраҡ аңларға ярҙам итте.

ПИОНЕР ХЕҘМӘТЕН БАШЛАЙЫМ

Мин 16 йәшемдә пионер булып хеҙмәт итә башланым. Атайым ул ваҡытта әле Йәһүә шаһиты булмаһа ла, хеҙмәтем тураһында һорашып торҙо. Бер көндө кисен атайыма ни тиклем тырышһам да Изге Яҙманы өйрәнергә теләгән кешене таба алмағанымды әйттем. Шунан мин унан: «Ә, бәлки, һин өйрәнергә теләйһеңдер?» — тип һораным. Бер аҙ уйлап торғас, атайым: «Ысынлап та, нишләп өйрәнмәҫкә?» — тине. Эйе, минең беренсе өйрәнеүем атайым менән булды. Был минең өсөн көтөлмәгән бүләк ине!

Беҙ «Хәҡиҡәт һеҙҙе ирекле итер» тигән китап буйынса өйрәндек. Ваҡыт уҙыу менән атайымдың миңә Изге Яҙманы тикшереүсе һәм уҡытыусы булып үҫергә ярҙам иткәнен аңланым. Мәҫәлән, бер кис абзацты уҡып сыҡҡандан һуң атайым: «Мин китапта нимә әйтелгәнен уҡыным. Ләкин унда дөрөҫ яҙылғанмы-юҡмы икәнен һин ҡайҙан беләһең?» — тип һораны. Мин был һорауға яуапты белмәй инем, шуға: «Хәҙер был һорауға яуап бирә алмайым, ләкин икенсе өйрәнеүгә тикшереү үткәреп, яуап бирермен», — тинем. Мин тикшереү үткәрҙем һәм абзацтағы фекерҙәрҙе асыҡлаған аяттарҙы таптым. Был осраҡтан һуң ентекләберәк тикшереүҙәр үткәрә һәм өйрәнеүҙәргә яҡшыраҡ әҙерләнә башланым. Был миңә лә, атайыма ла рухи яҡтан үҫергә ярҙам итте. Ул белгәндәрен тормошонда ҡулланды һәм 1952 йылда һыуға сумдырылды.

ӨЙРӘНЕҮЕМДЕ ВЕФИЛДӘ ДАУАМ ИТӘМ

17 йәш тулғас, мин айырым йәшәй башланым. Джета a миссионер булып, ә Дон — Вефилдә хеҙмәт итә ине. Улар икеһе лә үҙ хеҙмәтен ярата ине һәм был мине лә Йәһүәгә күберәк хеҙмәт итергә рухландырҙы. Шуға Вефилгә лә, Гилеад мәктәбенә лә ғариза тултырып, Йәһүәнән яуап көттөм. Һөҙөмтәлә 1946 йылда мине Вефилгә саҡырҙылар.

Бында үткәргән йылдар мине күп нәмәгә өйрәтте. Мин инде 75 йыл Вефилдә хеҙмәт итәм һәм типографияла, бухгалтерияла һәм тәьмин итеү бүлегендә эшләнем. Ләкин айырыуса мин рухи өйрәнеүҙе — иртәнге ғибәҙәт ҡылыуҙы һәм вефилселәр өсөн телмәрҙәрҙе бик ҡәҙерләйем.

Аҡһаҡалдар өсөн тәғәйенләнгән өйрәтеү үткәрәм

Мин шулай уҡ ҡустымдан күп нәмәгә өйрәндем. Ул 1947 йылда Вефилгә килде. Карл бик һәйбәт уҡытыусы һәм Изге Яҙманы тикшереүсе ине. Бер көн миңә телмәр әҙерләргә кәрәк ине, шуға мин унан ярҙам һораным. Күп мәғлүмәт йыйһам да, уны нисек ҡулланырға икәнен белмәй инем. Шунда Карл: «Джоэл, телмәреңдең темаһы ниндәй?» — тип һораны. Мин шунда уҡ аңланым: темаға тура килгән мәғлүмәтте ҡулланырға, ә ҡалғанын алып ташларға кәрәк. Мин уның һүҙҙәрен бер ҡасан да онотмаясаҡмын.

Вефиль хеҙмәтендә шатлыҡлы булып ҡалыр өсөн, вәғәз эшендә әүҙем ҡатнашырға кәрәк. Шул саҡта рухландырғыс осраҡтар була. Бына минең менән ниндәй осраҡ булды: беҙ имандашым менән кисен Нью-Йорк ҡалаһының Бронкс районында бер ҡатын-ҡыҙға килдек. Үткән тапҡыр уға «Күҙәтеү манараһы» һәм «Уянығыҙ!» журналдарын ҡалдырған инек. Беҙ уға: «Һеҙгә Изге Яҙманан шатландырғыс фекер күрһәткебеҙ килә», — тинек. «Изге Яҙма тураһында булһа, инегеҙ», — тип яуап бирҙе ул. Беҙ Алла Батшалығы һәм яңы донъя тураһында бер-ике аят уҡып сыҡтыҡ һәм уларҙы аңлаттыҡ. Аралашыуыбыҙ уға яҡшы йоғонто яһаны, сөнки киләһе аҙнала ул беҙҙең килеүебеҙгә үҙенең дуҫтарын саҡырған ине. Һуңыраҡ ул һәм уның ире Йәһүә шаһиты булып китте.

ТОРМОШ ИПТӘШЕМДӘН ӨЙРӘНӘМ

Ҡатыным менән танышҡансы, мин 10 йыл үҙемә тура килгән тормош иптәше эҙләнем. Был яҡтан миңә нимә ярҙам итте? Мин был хаҡта йыш доға ҡылдым һәм: «Өйләнеүҙән һуң тормошомдо нисек күрәм?» — тигән һорау өҫтөндә уйландым.

Мэри менән район хеҙмәтендә

1953 йылда «Янки» стадионында үткән конгрестан һуң мин Мэри Аньёл исемле ҡыҙ ҡәрҙәш менән таныштым. Ул Джета менән Гилеад мәктәбенең икенсе синыфында уҡыған һәм апайымдың хеҙмәттәше ине. Ул Кариб утрауында хеҙмәт иткәне тураһында һәм шул йылдар дауамында тапҡан өйрәнеүселәре хаҡында дәртләнеп һөйләй ине. Уның менән күберәк аралашҡан һайын, беҙ рухи маҡсаттарыбыҙҙың бер төрлө булыуын тағы ла яҡшыраҡ аңланыҡ. Беҙҙең үҙ-ара мөхәббәтебеҙ үҫә барҙы, һәм 1955 йылда беҙ өйләнештек. Мэри — Йәһүәнән бирелгән бүләк ине. Ул күп кенә яҡтарҙан минең өсөн өлгө булып торҙо. Уға ниндәй генә йөкләмәләр бирһәләр ҙә, ул уларҙы шатланып башҡарҙы. Мэри бик эшсән һәм башҡалар хаҡында ҡайғыртыусан кеше ине. Алла Батшалығы уның өсөн һәр ваҡыт беренсе урында булды (Матф. 6:33). Беҙ өс йыл район хеҙмәтендә ҡатнаштыҡ һәм 1958 йылда Вефилгә саҡырыу алдыҡ.

Мин Мэриҙан күп нәмәгә өйрәндем. Мәҫәлән, өйләнешкәндән һуң беҙ Изге Яҙманы бергәләп уҡырға булдыҡ, һәм һәр ваҡыт 15 аят уҡый инек. Беребеҙ өҙөктө уҡып сыға ине, ә шунан уның өҫтөндә уйлана инек һәм тормошта нисек ҡулланып булғаны хаҡында фекер алыша инек. Мэри йыш ҡына Гилеад мәктәбендә һәм миссионер булып хеҙмәт иткәндә нимәгә өйрәнгәне менән бүлешә ине. Уның һөйләгәндәре миңә телмәрҙәр әҙерләгәндә ҙур файҙа килтерҙе. Шулай уҡ Мэри ярҙамында мин ҡыҙ ҡәрҙәштәрҙең ихтыяждарын аңларға һәм уларҙы рухландырырға өйрәндем (Ғиб. һүҙ. 25:11).

Минең ҡәҙерле ҡатыным Мэри 2013 йылда үлеп китте. Мин уны бик һағынам һәм яңы донъяла осрашыуыбыҙҙы түҙемһеҙлек менән көтәм! Әлегә мин, Йәһүәгә тулыһынса таянып, артабан да унан өйрәнәм (Ғиб. һүҙ. 3:5, 6). Йәһүәнең үҙ халҡы өсөн яңы донъяла нимә әҙерләгәне тураһында уйланыу күңелемде тыныслыҡ һәм шатлыҡ менән тултыра. Унда беҙ Бөйөк Нәсихәтсебеҙ һәм уның ижади эштәре тураһында тағы ла күпте белербеҙ. Эйе, Йәһүәнең өйрәткәндәре һәм уның миңә күрһәткән йомарт игелеге өсөн мәңге рәхмәтлемен!