Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

30-СЫ ӨЙРӘНЕҮ МӘҠӘЛӘһЕ

Дин тотмаған кешеләргә нисек вәғәзләргә?

Дин тотмаған кешеләргә нисек вәғәзләргә?

«Нисек булһа ла, һис юғы бер нисәүһен ҡотҡарыу өсөн, мин бөтәһе өсөн барыһына әйләндем» (1 КОР. 9:22).

78-СЕ ЙЫР Алла Һүҙенә өйрәтәбеҙ

БЫЛ МӘҠӘЛӘЛӘ *

1. Һуңғы тиҫтә йылдарҙа ҡайһы бер илдәрҙә ниндәй үҙгәрештәр күҙәтелә?

МЕҢЛӘГӘН йылдар дауамында күпселек кеше ниндәй ҙә булһа дин тотҡан. Ләкин һуңғы тиҫтә йылдарҙа хәл бик ныҡ үҙгәрҙе. Дин тотмаған кешеләрҙең һаны артҡандан-арта бара. Ҡайһы бер илдәрҙә күпселек кеше үҙен дин тотмаусы тип иҫәпләй * (Матф. 24:12).

2. Күп кешеләрҙең дин тотмауына ниндәй сәбәптәр булырға мөмкин?

2 Ни өсөн дин тотмаған кешеләрҙең * һаны арта бара? Берәүҙәр тормош мәшәҡәттәренә сумған, икенселәр күңел асыуҙарҙы иң мөһиме тип иҫәпләй (Лука 8:14). Ә кемдер, иманын юғалтып, атеист булып киткән. Башҡалар Аллаға ышана, әммә динде иҫкергән һәм файҙаһыҙ тип һанай; улар уйлауынса, дин фәнгә ҡаршы килә һәм айыҡ аҡылға тура килмәй. Бәлки, улар дуҫтарынан, уҡытыусыларҙан йә киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәрҙәренән тормоштоң эволюция һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килгәне тураһында ишеткәндер, ә Алланың барлығына инандырған дәлилдәр тураһында белергә мөмкинлектәре булмағандыр. Кемдер, дин әһелдәренең аҡса һәм хакимлыҡ яратыуын күреп, иманын юғалтҡандыр. Өҫтәүенә, ҡайһы бер илдәрҙә хөкүмәт диндәрҙең эшмәкәрлеген сикләй.

3. Был мәҡәләнең маҡсаты ниндәй?

3 Ғайса Мәсих беҙгә: «Барса халыҡтарға барығыҙ һәм уларҙы Минең шәкерттәрем итегеҙ», — тип ҡушҡан (Матф. 28:19). Дин тотмаған кешегә Аллаға ҡарата яратыу үҫтерергә һәм Мәсихтең шәкерте булып китергә ярҙам итер өсөн нимә эшләп була? Шуны аңларға кәрәк: кешенең хәбәребеҙгә ҡарашы уның ҡайҙа тыуып үҫкәненә бәйле. Мәҫәлән, Азияла үҫкән кеше, Европала үҫкән кеше менән сағыштырғанда, беҙҙең һүҙҙәргә башҡа төрлө ҡарарға мөмкин. Ни өсөн? Европала күптәр Изге Яҙма тураһында белә һәм бөтә нәмәне Алла барлыҡҡа килтергән тигән фекер менән таныш. Ләкин Азияла күптәр Изге Яҙма тураһында бик әҙ белә йә бөтөнләй белмәй һәм Барлыҡҡа килтереүсегә ышанмай. Был мәҡәлә беҙгә вәғәздә, кешеләрҙең ҡайҙа үҫкәненә һәм нимәгә ышанғанына ҡарамаҫтан, уларҙың йөрәгенә үтеп инерлек итеп әңгәмә ҡорорға ярҙам итер.

ЫҢҒАЙ ҠАРАШ ҺАҠЛАҒЫҘ

4. Ыңғай ҡараш һаҡлар өсөн ниндәй сәбәп бар?

4 Ыңғай ҡарашлы булығыҙ. Йыл һайын дин тотмаған күп кенә кешеләр Йәһүә шаһиттары булып китә. Уларҙың ҡайһы берҙәре быға тиклем дә юғары әхлаҡи нормалар буйынса йәшәгән һәм дин етәкселәренең ике йөҙлөлөгөн күрә алмаған. Башҡалар иһә әхлаҡһыҙ тормош алып барған, һәм уларға төрлө насар ғәҙәттәрҙән арынырға тура килгән. Күренеүенсә, Йәһүәнең ярҙамы менән хәҡиҡәтте ҡабул итергә әҙер булған кешеләрҙе табып була (Ғәм. 13:48; 1 Тим. 2:3, 4).

Изге Яҙмаға ышанмаған кешеләргә вәғәзләгәндә, уларҙың ҡараштарын иҫәпкә алып, төрлө ысулдар ҡулланығыҙ (5, 6-сы абзацтарҙы ҡарағыҙ.) *

5. Йыш ҡына кешеләрҙе хәбәребеҙгә нимә йәлеп итә?

5 Игелекле һәм ипле булығыҙ. Йыш ҡына вәғәздә нимә һөйләүебеҙ генә түгел, ә нисек һөйләүебеҙ ҙә ҙур роль уйнай. Игелекле, ипле һәм шәхси ҡыҙыҡһыныу күрһәткән кешеләр бөтәһенә лә оҡшай. Беҙ кешеләргә үҙ ҡараштарыбыҙҙы тағырға теләмәйбеҙ. Киреһенсә, уларҙың дингә нисек ҡарауын аңларға тырышабыҙ. Мәҫәлән, ҡайһы берәүҙәр сит кешеләр менән дин тураһында һөйләшергә яратмай. Башҡалар, кешегә Алла тураһында нимә уйлағаны хаҡында һорауҙар биреү дөрөҫ түгел, тип һанай. Ә кемдер, кешеләр минең берәйһе менән, бигерәк тә Йәһүә шаһиты менән Изге Яҙма уҡып торғанымды күрер, тип ояла. Нисек кенә булһа ла, беҙ кешеләрҙең хистәренә иғтибарлы булырға тырышабыҙ (2 Тим. 2:24).

6. Илсе Павел нисек кешеләрҙең хистәрен иҫәпкә алған, һәм беҙ нисек унан үрнәк ала алабыҙ?

6 Ә әгәр кешегә «Изге Яҙма», «Алла» йә «дин» тигән һүҙҙәр оҡшамағанын абайлаһаҡ, нимә эшләргә? Илсе Павелдан үрнәк алып, башҡа һүҙҙәр ҡулланырға мөмкин. Йәһүдтәр менән Павел Яҙмаларға нигеҙләнеп фекер алышҡан. Әммә, Ареопагта грек фәлсәфәселәре менән һөйләшкәндә, ул нимәгә нигеҙләнеп һөйләгәнен әйтмәгән (Ғәм. 17:2, 3, 22—31). Павелдан нисек өлгө алып була? Мәҫәлән, һеҙ Изге Яҙманан уҡығанда, кеше уңайһыҙланһа, аяттарҙы электрон яйланманан күрһәтеп була. Ә әгәр кеше Изге Яҙмаға ышанмаһа, уға Изге Яҙманың үҙенән уҡымау яҡшыраҡ булыр.

7. Павелдың 1 Коринфтарға 9:20—23-тә яҙылған һүҙҙәре буйынса эш итер өсөн нимә эшләп була?

7 Иғтибар менән тыңлағыҙ һәм кешене аңларға тырышығыҙ. Беҙгә вәғәздә осраған кешеләрҙең ҡараштарына нимә тәьҫир иткәнен аңларға тырышырға кәрәк (Ғиб. һүҙ. 20:5). Павелдың үрнәгенә ҡабат иғтибар итәйек. Ул йәһүдтәр араһында үҫкән. Шунлыҡтан, мәжүси халыҡтарҙан булған кешеләргә вәғәзләгәндә, ул уларҙың ҡараштарын иҫәпкә алырға тейеш булған, сөнки улар Йәһүә һәм Яҙмалар тураһында бик әҙ белгән йә хатта бер нәмә лә белмәгән. Территориябыҙҙа йәшәгән кешеләрҙе яҡшыраҡ аңларға теләһәк, улар тураһында күберәк белергә йә тәжрибәле вәғәзселәр менән кәңәшләшергә була. (1 Коринфтарға 9:20—23-тө уҡығыҙ.)

8. Изге Яҙма тураһында әңгәмә башлар өсөн ниндәй ысул бар?

8 Беҙҙең маҡсат — «лайыҡлы булғандарҙы» табыу (Матф. 10:11, ЯДТ). Был эштә уңышлы булыр өсөн, беҙгә кешеләрҙе үҙ фекере менән бүлешергә дәртләндерергә һәм уларҙы иғтибар менән тыңларға кәрәк. Англиянан бер ағай-ҡәрҙәш кешеләргә бәхетле никах, бала тәрбиәләү һәм ғәҙелһеҙлеккә осрағанда бирешмәү кеүек темалар буйынса һорауҙар бирә. Кешенең яуабын тыңлағандан һуң, ул былай ти: «Һеҙҙеңсә, яҡынса 2 000 йыл элек яҙылған был кәңәш хәҙерге ваҡытта ҡулланырлыҡмы?» Шунан ул, Изге Яҙманы телгә алмайынса, үҙенең телефонынан темаға тура килгән аятты уҡый.

КЕШЕНЕҢ ЙӨРӘГЕНӘ ҮТЕП ИНЕРЛЕК ИТЕП ӘҢГӘМӘ ҠОРОҒОҘ

9. Алла тураһында һөйләшергә яратмаған кешеләрҙе нисек ҡыҙыҡһындырырға була?

9 Алла тураһында һөйләшергә яратмаған кешеләрҙе ҡыҙыҡһындырыр өсөн, уларҙың күңеленә яҡын булған темаларға һөйләшергә була. Мәҫәлән, күптәр тәбиғәт менән һоҡлана. Шуға күрә һөйләшеүҙе ошолайыраҡ башларға мөмкин: «Бәлки, һеҙ беләһегеҙҙер, кешеләр уйлап сығарған күп нәмәләр тәбиғәттә булған нәмәләргә оҡшатып яһалған? Мәҫәлән, микрофон уйлап сығарған кешеләр — ҡолаҡтың төҙөлөшөн, ә камера уйлап сығарған кешеләр күҙҙең төҙөлөшөн тикшерә. Һеҙҙеңсә, тәбиғәт нисек барлыҡҡа килгән: үҙенән-үҙе, кемдеңдер ихтыяры буйынса йә башҡа берәй нисекме?» Кешене иғтибарлы итеп тыңлағандан һуң, былай тип өҫтәргә була: «Инженерҙар, ҡолаҡтың йә күҙҙең төҙөлөшөн тикшергәндә, асылда, кемдән өйрәнә? Миңә боронғо ваҡытта йәшәгән бер шағирҙың һүҙҙәре оҡшай. Ул былай тигән: „Әллә ҡолаҡ биреүсе... ишетмәҫме? Әллә күҙ биреүсе... күрмәҫме? [...] Ул халыҡтарға аң-белем бирә!“ Ҡайһы бер ғалимдар был һүҙҙәр менән риза» (Зәб. 94:9, 10). Шунан jw.org® сайтынан «Интервьюлар һәм осраҡтар» тигән бүлексәлә «Тормош яралыуына бәйле ҡараштар» тигән рубриканан берәй видеояҙма күрһәтергә була. (БАҪМАЛАР > ВИДЕОЯҘМАЛАР > ИНТЕРВЬЮЛАР ҺӘМ ОСРАҠТАР тигән һылтанма буйынса табырға була.) Йәки кешегә «Тормош яратылған булғанмы?» (тат.) йә «Тормош яралыуы. Иғтибарға лайыҡ биш һорау» (урыҫ) тигән брошюраларҙың береһен тәҡдим итергә мөмкин.

10. Алла тураһында һөйләшергә теләмәгән кешеләр менән нисек һөйләшеү башларға була?

10 Күпселек кеше яҡшы киләсәк тураһында хыяллана. Әммә күптәр, ер юҡҡа сығыр йә кеше йәшәмәҫлек хәлгә килер, тип ҡурҡа. Норвегияла күсеп йөрөүсе күҙәтеүсе булып хеҙмәт иткән ағай-ҡәрҙәш әйтеүенсә, Алла тураһында һөйләшергә теләмәгән кешеләр йыш ҡына донъя хәле хаҡында һөйләшергә әҙер. Был ағай-ҡәрҙәш кеше менән иҫәнләшә лә былай ти: «Нисек уйлайһығыҙ, яҡты киләсәккә өмөтләнеп буламы? Тормошобоҙҙо кем яҡшыртыр: сәйәсмәндәр, ғалимдар йә башҡа берәйһеме?» Кешенең яуабын иғтибар менән тыңлағандан һуң, ул матур киләсәк тураһында берәй аят уҡый йә уны яттан әйтеп бирә. Ҡайһы берәүҙәр, Изге Яҙмала ер мәңге торасаҡ һәм яҡшы кешеләр мәңге йәшәйәсәк тип әйтелгәнен белгәс, бик ғәжәпләнә (Зәб. 37:29; Вәғ. 1:4).

11. Ни өсөн вәғәздә төрлө ысулдар ҡулланырға кәрәк һәм, Римдарға 1:14—16-нан күренеүенсә, Павел беҙгә ниндәй үрнәк күрһәткән?

11 Вәғәздә әңгәмәне кешеһенә ҡарап ҡорорға өйрәнеү яҡшы булыр ине. Ни өсөн? Сөнки бөтә кешеләр ҙә төрлө. Бер кешегә ҡыҙыҡ булған тема икенсе кешене һис тә ҡыҙыҡһындырмаҫҡа мөмкин. Ҡайһы берәүҙәр Алла һәм Изге Яҙма тураһында һөйләшергә ҡаршы түгел, ә башҡалар менән һөйләшеүҙе алыҫтан башлау яҡшыраҡ булыр. Нисек кенә булһа ла, төрлө кешеләргә вәғәзләр өсөн мөмкинлектәрҙе ҡулдан ысҡындырмайыҡ. (Римдарға 1:14—16-ны уҡығыҙ.) Әлбиттә, шуны ла иҫтә тотоу мөһим: дөрөҫлөк яратыусыларҙың йөрәгендә хәҡиҡәт орлоҡтарын Йәһүә үҫтерә (1 Кор. 3:6, 7).

АЗИЯНАН БУЛҒАН КЕШЕЛӘРГӘ НИСЕК ВӘҒӘЗЛӘРГӘ?

Күп вәғәзселәр христиан динен тотмаған илдәрҙән килгән кешеләргә шәхси ҡыҙыҡһыныу күрһәтә һәм уларға Изге Яҙмалағы аҡыллы кәңәштәр тураһында һөйләй. (12, 13-сө абзацтарҙы ҡарағыҙ.)

12. Барлыҡҡа килтереүсе тураһында бер ҙә уйланмаған кешеләргә нисек ярҙам итеп була?

12 Күп вәғәзселәр Азия илдәренән, шул иҫәптән диндәрҙең эшмәкәрлеге сикләнгән ерҙәрҙән килгән кешеләрҙе осрата. Азияның ҡайһы бер илдәрендә күптәр бөтә нәмәне барлыҡҡа килтергән шәхес тураһында бер ҡасан да уйланмаған. Шундай кешеләрҙең ҡайһы берҙәре, ҡыҙыҡһынып китеп, шунда уҡ Изге Яҙманы өйрәнергә ризалаша, башҡалар иһә тәүҙә яңы идеяларға шикләнеп ҡарай. Уларға ярҙам итер өсөн нимә эшләп була? Тәжрибәле вәғәзселәр әйтеүенсә, әңгәмәне иркен һәм дуҫтарса башлау, шәхси ҡыҙыҡһыныу күрһәтеү һәм, урынлы булғанда, Изге Яҙма принциптарының үҙебеҙгә ниндәй файҙа килтергәнен һөйләү яҡшы емештәр килтерә.

13. Кешеләрҙе Изге Яҙмаға нимә йәлеп итә ала? (Тышлыҡтағы фотоһүрәтте ҡарағыҙ.)

13 Күп кешеләрҙе Изге Яҙманың файҙалы принциптары йәлеп итә (Вәғ. 7:12). Нью-Йоркта ҡытайҙарға вәғәзләгән бер апай-ҡәрҙәш былай ти: «Мин кешеләр менән эскерһеҙ ҡыҙыҡһынам һәм уларҙы иғтибар менән тыңлайым. Яңы ғына күсеп килгән эммигранттарҙы осратҡанда, уларҙан былай тип һорайым: „Нисек урынлаштығыҙ? Эш таба алдығыҙмы? Бындағы кешеләр һеҙҙең менән яҡшы мөғәмәлә итәме?“» Ҡайһы саҡта был Изге Яҙманан берәй фекер менән бүлешергә мөмкинлек бирә. Урынлы булғанда, апай-ҡәрҙәш былай тип өҫтәй: «Һеҙҙеңсә, кешеләр менән татыу йәшәргә нимә ярҙам итә ала? Һеҙгә Изге Яҙманан бер фекер уҡып киткем килә. Унда былай тиелгән: „Ыҙғыштың башланыуы һыуға юл асыу кеүек. Талаш ҡупҡансы, унан китергә тырыш“. Нисек уйлайһығыҙ, был кәңәш башҡалар менән татыулыҡ һаҡларға ярҙам итерме?» (Ғиб. һүҙ. 17:14). Шундай әңгәмәләр кеше күберәк белергә теләйме, юҡмы икәнен билдәләргә ярҙам итә.

14. Бер ағай-ҡәрҙәш «Аллаға ышанмайым» тигән кешеләргә нисек вәғәзләй?

14 Ә «Аллаға ышанмайым» тигән кешеләргә нимә әйтеп була? Алыҫ Көнсығышта дин тотмаған кешеләргә вәғәзләп тәжрибә туплаған бер ағай-ҡәрҙәш былай ти: «Ғәҙәттә, „Аллаға ышанмайым“ тиеп, кеше традицион диндәрҙең илаһтарына ышанмауын күҙ уңында тота. Шуға күрә мин йыш ҡына, уйлап сығарылған илаһтар тере түгел шул, тиеп кеше менән ризалашам. Унан һуң Иремия 16:20-нән: „Кеше үҙенә илаһ яһай аламы ни? Уның яһағаны һис тә илаһ түгел!“ — тигән һүҙҙәрҙе уҡыйым да бындай һорау бирәм: „Хаҡ Алланы кешеләр уйлап сығарған илаһтарҙан нисек айырып була?“ Кешенең яуабын иғтибар менән тыңлағандан һуң, Ишағыя 41:23-тән бындай һүҙҙәрҙе уҡыйым: „Беҙгә киләсәктә нимә булырын һөйләп бирегеҙ, һәм беҙ һеҙҙең илаһтар икәнегеҙҙе белербеҙ“. Ә шунан Йәһүә әйткән берәй пәйғәмбәрлектең нисек үтәлгәнен күрһәтәм».

15. Көнсығыш Азияла хеҙмәт иткән бер ағай-ҡәрҙәштең миҫалынан нимәгә өйрәнеп була?

15 Ә Көнсығыш Азияла бер ағай-ҡәрҙәш кешегә ҡабат килгәндә нисек әңгәмә ҡорғаны тураһында былай ти: «Мин Изге Яҙмалағы аҡыллы кәңәштәрҙе, үтәлгән пәйғәмбәрлектәрҙе йә Ғаләмдә эш иткән закондарҙы миҫал итеп килтерәм. Шунан быларҙың барыһында ла Барлыҡҡа килтереүсенең зирәклеге нисек сағылғанын аңлатам. Кеше Алланың барлығы менән ризалаша башлаһа, Изге Яҙмала Йәһүә тураһында нимә әтелгәнен күрһәтәм».

16. Еврейҙарға 11:6 буйынса, ни өсөн өйрәнеүсе Аллаға һәм Изге Яҙмаға ышаныс үҫтерергә тейеш, һәм беҙ уларға был йәһәттән нисек ярҙам итә алабыҙ?

16 Дин тотмаған ғаиләлә үҫкән кеше менән өйрәнеү үткәрһәк, уның Алланың барлығына ышанысын даими нығытып торорға кәрәк. (Еврейҙарға 11:6-ны уҡығыҙ.) Шулай уҡ Изге Яҙмаға ышаныс үҫтерергә ярҙам итеү ҙә мөһим. Бының өсөн беҙгә, бәлки, ҡайһы бер фекерҙәрҙе бер нисә тапҡыр ҡабатларға тура килер. Өйрәнеү үткәргән һайын, Изге Яҙманың Алла Һүҙе икәненә дәлилдәр килтерергә кәрәк булырға мөмкин. Мәҫәлән, Изге Яҙманың фәнни һәм тарихи яҡтарҙан теүәл булғаны, ундағы кәңәштәрҙең файҙа килтергәне йә пәйғәмбәрлектәрҙең нисек үтәлгәне тураһында ҡыҫҡа ғына фекер алышырға була.

17. Яратыу сағылдырыуыбыҙ кешеләргә нисек тәьҫир итергә мөмкин?

17 Кеше дин тотамы, юҡмы, беҙ уға ҡарата яратыу сағылдырырға тырышабыҙ. Шулай итеп беҙ уға Мәсихтең шәкерте булып китергә ярҙам итә алабыҙ (1 Кор. 13:1). Өйрәнеү үткәргәндә, маҡсатыбыҙ — кешегә Алланың беҙҙе яратҡанын һәм беҙҙән дә яратыу көткәнен күрһәтеү. Йыл һайын элек дингә битараф булған меңәрләгән кеше, Аллаға ҡарата яратыу үҫтереп, һыуға сумдырыла. Шуға күрә ыңғай ҡараш һаҡлағыҙ, шулай уҡ төрлө кешеләргә ҡарата яратыу һәм шәхси ҡыҙыҡһыныу күрһәтегеҙ. Уларҙы иғтибар менән тыңлағыҙ һәм аңларға тырышығыҙ. Үҙ үрнәгегеҙ менән уларға Мәсихтең шәкерте булыу нимә аңлатҡанын күрһәтегеҙ.

76-СЫ ЙЫР Алланы данлау ҙур шатлыҡ килтерә

^ 5 абз. Хәҙерге ваҡытта дин тотмаған кешеләр элеккегә ҡарағанда күпкә йышыраҡ осрай. Был мәҡәләлә беҙ шундай кешеләргә нисек вәғәзләп булғанын ҡарап сығырбыҙ. Шулай уҡ уларға Изге Яҙмаға һәм Йәһүәгә ышаныс үҫтерергә ярҙам итер өсөн нимә эшләп булғанын белербеҙ.

^ 1 абз. Һорау алыуҙар буйынса, шундай илдәрҙең ҡайһы берҙәре: Австралия, Австрия, Әзербайжан, Албания, Бөйөк Британия, Вьетнам, Германия, Дания, Израиль, Ирландия, Испания, Канада, Көньяҡ Корея, Ҡытай, Нидерланд, Норвегия, Франция, Чех Республикаһы, Швейцария, Швеция һәм Япония.

^ 2 абз. АҢЛАТМА. Был мәҡәләлә дин тотмау тигән һүҙбәйләнеш бер ниндәй дингә ҡушылмаған кешеләргә лә, Аллаға ышанмаған кешеләргә лә ҡулланыла.

^ 54 абз. РӘСЕМДӘ: больниста эшләгән ағай-ҡәрҙәш хеҙмәттәшенә шаһитлыҡ бирә, ә һуңыраҡ хеҙмәттәше беҙҙең сайтҡа инә.