Уҡыусыларҙың һорауҙары
Ғайса Мәсих ҡасан Баш рухани булып киткән? Яңы килешеү ҡасан раҫланған һәм ғәмәлгә ашҡан?
Б. э. 29 йылында һыуға сумдырылғандан һуң, Ғайса Мәсих Баш рухани булып киткән. Беҙ быны ҡайҙан беләбеҙ? Һыуға сумдырылып, Ғайса үҙ ғүмерен ҡорбан итеп килтерергә әҙер булғанын күрһәткән, ә символик ҡорбан килтереү урыны Алла ихтыярын символлаштыра (Гал. 1:4; Евр. 10:5—10). Был символик ҡорбан килтереү урыны Ғайса һыуға сумдырылған ваҡыттан алып барлыҡҡа килгән. Ә ҡорбан килтереү урыны ғибәҙәтхананың айырылғыһыҙ өлөшө булғанға, күрәһең, Йәһүәнең бөйөк рухи ғибәҙәтханаһы ла шул уҡ ваҡытта барлыҡҡа килгән. Был рухи ғибәҙәтхана ярҙамында кешеләр йолом ҡорбаны нигеҙендә Йәһүәгә ғибәҙәт ҡыла ала (Матф. 3:16, 17; Евр. 5:4—6).
Бөйөк рухи ғибәҙәтханала Баш рухани хеҙмәт итергә тейеш. Ғайса Мәсих был ролде үтәй алһын өсөн, Йәһүә уны изге рух менән һуғарған (Ғәм. 10:37, 38; Марк 1:9—11). Әммә ни өсөн Ғайсаның үҙ үлеменә һәм терелтелеүенә тиклем Баш рухани булып киткәненә һис тә шикләнмәҫкә була? Был һорауға яуап алыр өсөн, әйҙәгеҙ, Һарундың һәм уға алмашҡа килгән башҡа баш руханиҙарҙың миҫалдарын ҡарап сығайыҡ.
Муса ҡануны буйынса, тик баш рухани ғына изге сатырҙың, ә һуңыраҡ ғибәҙәтхананың Иң изге урынына инә алған. Был бүлмә Изге урындан шаршау менән айырылған. Баш рухани Йолоу көнөндә генә шул шаршау аша үткән (Евр. 9:1—3, 6, 7). Һарун һәм башҡа руханиҙар, баш рухани итеп билдәләнгәс кенә, шаршау аша үтә алған. Шуның шикелле, Ғайса ла тәүҙә Йәһүәнең бөйөк рухи ғибәҙәтханаһында Баш рухани итеп билдәләнгән, ә шунан һуң ғына үлгән һәм «шаршау», йәғни үҙ тәне аша үтеп күккә ҡайтҡан (Евр. 10:20). Бына ни өсөн илсе Павел Ғайса Мәсихтең, Баш Рухани булып киткәс кенә, «кеше ҡулы менән һалынмаған... бөйөгөрәк һәм камилыраҡ» сатыр аша үтеп, «күктең үҙенә» ингәне хаҡында яҙған (Евр. 9:11, 24).
Яңы килешеү бер үк ваҡытта раҫланған һәм ғәмәлгә ашҡан. Ни өсөн шулай тип әйтеп була? Күккә күтәрелеп камил кеше ғүмеренең хаҡын Йәһүәгә тапшырғас, Ғайса яңы килешеүҙең раҫланыуына һәм ғәмәлгә ашыуына нигеҙ һалған. Уның раҫланыуы һәм ғәмәлгә ашыуы ниндәй аҙымдарҙан торған?
Беренсенән, Ғайса Йәһүә алдына килеп баҫҡан. Икенсенән, ул Йәһүәгә үҙ ҡорбанының хаҡын тапшырған. Һәм өсөнсөнән, Йәһүә Ғайсаның түгелгән ҡанының хаҡын ҡабул иткән. Ошо аҙымдар яһалғанға тиклем, яңы килешеү ғәмәлгә ашмаған әле.
Изге Яҙмала Йәһүәнең теүәл ниндәй ваҡытта Ғайса ҡорбанының хаҡын ҡабул иткәне тураһында әйтелмәй. Шуға күрә беҙ яңы килешеүҙең теүәл ниндәй ваҡытта раҫланғанын һәм ғәмәлгә ашҡанын белмәйбеҙ. Әммә беҙгә шул билдәле: Ғайса Илленсе көн байрамына тиклем 10 көн ҡалғас күккә күтәрелгән (Ғәм. 1:3). Тимәк, тап шул ҡыҫҡа осор дауамында Ғайса Йәһүәгә үҙ ҡорбанының хаҡын тапшырған да, һәм Йәһүә уны ҡабул иткән (Евр. 9:12). Иленсе көн байрамында булған ваҡиғалар яңы килешеүҙең ғәмәлгә ингәненә күҙгә күренгән дәлиле булып торған (Ғәм. 2:1—4, 32, 33).
Шулай итеп, Йәһүә Ғайсаның түгелгән ҡанының хаҡын ҡабул иткәндән һуң, майланғандар менән төҙөлгән килешеү раҫланған һәм ғәмәлгә ашҡан. Ғайса Мәсих был яңы килешеүҙең аралашсыһы булып тора (Евр. 7:25; 8:1—3, 6; 9:13—15).