Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

Уҡыусыларҙың һорауҙары

Уҡыусыларҙың һорауҙары

Йәһүә шаһиттары тормош иптәшен табырға ярҙам иткән танышыу сайттарына нисек ҡарай?

Йәһүә никахҡа ингән кешеләрҙең бәхетле һәм мәңге бергә булыуҙарын теләй (Матф. 19:4—6). Ғаилә ҡорорға теләһәгеҙ, һеҙгә яраҡлы тормош иптәшен табырға нимә ярҙам итер? Йәһүә, Барлыҡҡа килтереүсе булараҡ, быны барыһынан да яҡшыраҡ белә. Әгәр һеҙ, осрашҡан саҡта һәм һуңынан никахҡа кергәс, уның принциптарына ярашлы йәшәһәгеҙ, һеҙ ысынлап та бәхетле булырһығыҙ. Әйҙәгеҙ, был принциптарҙың ҡайһы берҙәрен ҡарап сығайыҡ.

Беренсенән, беҙгә бындай мөһим хәҡиҡәтте аңларға кәрәк: «Кеше йөрәге дыуамал һәм бар нәмәнән дә мәкерлерәк» (Ирем. 17:9). Ике кеше осрашып йөрөй башлағас, ғашиҡ булыу хистәре айыҡ ҡараш һаҡларға ҡамасаулай ала. Хистәргә бирелеп өйләнешкән кешеләр йыш ҡына тәрән ҡәнәғәтһеҙлек кисерә (Ғиб. һүҙ. 28:26). Шуға күрә бер-берегеҙҙе яҡшыраҡ белгәнсе, романтик хистәргә бирелеү һәм нимәлер вәғәҙә итеү аҡыллы булмаҫ.

Ғибрәтле һүҙҙәр 22:3-тә былай тип яҙылған: «Алдын-артын уйлаусы, хәүеф-хәтәрҙе күреп, ҡасып китә, ә тәжрибәһеҙҙәр, туп-тура барып, яфа сигә». Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, танышыу сайттарын ҡулланып, ҡайһы берәүҙәрҙең ауыҙы бешкән. Интернет аша танышҡас, улар осрашып йөрөй башлаған, ә һуңынан алданған булғандарын абайлаған. Бынан тыш, ундай сайттарҙа хәйләкәр кешеләр башҡаларҙан аҡса һурып алыр өсөн ялған аккаунттар яһай. Ҡайһы бер осраҡтарҙа улар үҙҙәрен Йәһүә шаһиттары тип атай.

Тағы бер ҡурҡыныс яҡ бар. Ҡайһы бер сайттарҙа, кешегә яраҡлы пар табыр өсөн, математик алгоритмдар ҡулланыла. Әммә уларҙың эффектив булыуҙарына бер ниндәй ҙә дәлилдәр юҡ. Һеҙ тормош иптәшен һайлау һымаҡ мөһим һорауҙа кешеләр уйлап сығарған формулаларға ышаныр инегеҙме? Уларҙы Изге Яҙмалағы принциптар менән сағыштырып буламы ни? (Ғиб. һүҙ. 1:7; 3:5—7).

Башҡа принцип Ғибрәтле һүҙҙәр 14:15-тә килтерелә: «Бер ҡатлы кеше һәр һүҙгә ышана, ә алдын-артын уйлаусы һәр аҙымын үлсәп атлай». Әлбиттә, берәй кеше менән ғаилә ҡорор алдынан, уның менән яҡшы танышырға кәрәк. Әммә танышыу сайттарында быны эшләү ауыр. Һеҙ кешегә ундағы бөтә мәғлүмәтегеҙҙе ҡарарға рөхсәт бирһәгеҙ ҙә һәм уның менән күп яҙышһағыҙ ҙа, һеҙ бер-берегеҙҙе яҡшы беләһегеҙ, тип әйтеп буламы? Йыш ҡына, мин интернетта үҙемдең ғүмерлек мөхәббәтемде таптым, тип уйлаған кешеләр бер-береһе менән йөҙгә-йөҙ күрешеп аралашҡас, бик ныҡ күңелһеҙләнә.

Бер мәҙхиә йырлаусы былай тип яҙған: «Мин ялғансы кешеләр менән аралашып ултырмайым, ысын йөҙөн йәшереүселәрҙән һаҡланып йөрөйөм» (Зәб. 26:4). Күп кешеләр танышыу сайттарында үҙҙәре тураһында алдап яҙа. Яҡшыраҡ булып күренер өсөн улар нимәнелер йәшерергә, ә нимәнелер арттырып яҙырға мөмкин. Ҡайһы берәүҙәр үҙҙәрен Йәһүә шаһиты тип атай. Әммә ул ысынлап та һыуға сумдырылған ҡәрҙәшме? Ул рухи яҡтан етлеккәнме? Уның Йәһүә менән мөнәсәбәттәре ныҡмы? Уны йыйылышта хөрмәт итәләрме? Йәки ул насар үрнәк күрһәтә, ә, бәлки, хатта уның менән аралашыу «аҙғын кешеләр менән аралашыуға» тиң? (1 Кор. 15:33; 2 Тим. 2:20, 21). Никахҡа инер өсөн уның Изге Яҙмаға нигеҙләнгән хоҡуғы бармы? Был һорауҙарға яуаптар үтә мөһим. Әммә уларҙы уны яҡшы белгән ҡәрҙәштәрҙән генә белеп була (Ғиб. һүҙ. 15:22). Һәм, әлбиттә, Йәһүәгә тоғро булған мәсихсе бер ҡасан да «иманһыҙҙар менән бер тәртәгә» егелмәҫ (2 Кор. 6:14; 1 Кор. 7:39).

Һис шикһеҙ, шундай сайттар аша танышыу һәм осрашып йөрөү ҡурҡыныс. Улайһа, ҡайҙан яҡшы тормош иптәше табып була? Йәһүә шаһиттары бер-береһе менән йыйылыш осрашыуҙарында, конгрестарҙа йә башҡа берәй сараларҙа таныша ала.

Бергә ваҡыт үткәреп, һеҙ маҡсаттарығыҙ һәм тормош ҡиммәттәрегеҙ оҡшашмы икәнен белә алырһығыҙ

Күмәкләшеп йыйылырға ярамағанда (мәҫәлән, COVID-19 пандемияһы ваҡытында), Йәһүә шаһиттары йыйылыш осрашыуҙарын видео-конференц-элемтә аша үткәрә. Унда ғаилә ҡорорға теләгән мәсихселәр бер-береһе менән таныша ала. Мәҫәлән, осрашыуҙарҙа улар бер-береһенең сығыш яһағандарын һәм фекер алышыуҙа ҡатнашҡандарын күрә ала (1 Тим. 6:11, 12). Шулай уҡ осрашыуҙарҙан һуң беҙҙең бәләкәйерәк төркөмдәр менән сессион залдарҙа аралашырға мөмкинлек бар. Ә видео-элемтә аша үткәрелгән дуҫтар осрашыуҙарында кешенең башҡалар менән үҙен нисек тотҡанын күреп була (1 Пет. 3:4). Ваҡыт үтеү менән, яҡшыраҡ танышҡас, маҡсаттарығыҙ, тормош ҡиммәттәрегеҙ оҡшашмы, юҡмы һәм бер-берегеҙгә тура киләһегеҙме, юҡмы икәнен билдәләй алырһығыҙ.

Тормош иптәшен эҙләгән мәсихсе Изге Яҙмалағы принциптарға нигеҙләнеп эш итһә, бәхетле никах ҡора алыр. «Яҡшы ҡатын тапҡан кеше игелек тапҡан була һәм Йәһүәнең илтифатын ҡаҙана», — тип әйтелә Изге Яҙмала (Ғиб. һүҙ. 18:22).