Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

26-СЫ ӨЙРӘНЕҮ МӘҠӘЛӘҺЕ

Һеҙ шәкерттәр әҙерләү эшендә ҡатнаша алаһығыҙмы?

Һеҙ шәкерттәр әҙерләү эшендә ҡатнаша алаһығыҙмы?

«Алла... һеҙҙә теләк тә, һәләт тә тыуҙыра» (ФЛП. 2:13).

64-СЕ ЙЫР Уңыш урыуҙа шатланып ҡатнашабыҙ

БЫЛ МӘҠӘЛӘЛӘ *

1. Йәһүә һеҙҙең өсөн нимә эшләгән?

ҺЕҘ нисек Йәһүә шаһиты булып киттегеҙ? Иң тәүҙә һеҙ Изге Яҙмалағы һөйөнөслө хәбәрҙе ишеттегеҙ. Уны һеҙгә, бәлки, атай-әсәйегеҙ, хеҙмәттәшегеҙ йә синыфташығыҙ һөйләгәндер. Ә, бәлки, Йәһүә шаһиттарының береһе, өйөгөҙгә килеп, һеҙгә вәғәзләгәндер (Марк 13:10). Шунан һуң кемдер һеҙҙең менән Изге Яҙманы өйрәнер өсөн күп ваҡыт һәм көс бүлгән. Өйрәнеү ваҡытында Йәһүәнең һеҙгә ҡарата яратыуы тураһында белгәс, һеҙ ҙә уны ярата башланығыҙ. Йәһүә һеҙҙе хәҡиҡәткә йәлеп итте һәм хәҙер, Ғайса Мәсихтең шәкерте булып киткәс, һеҙҙең мәңгелек тормошҡа өмөтөгөҙ бар (Яхъя 6:44). Һис шикһеҙ, һеҙ Йәһүәгә бик рәхмәтле, ул бит хеҙмәтселәренең береһен һеҙҙе хәҡиҡәткә өйрәтергә дәртләндергән һәм һеҙҙе үҙенең хеҙмәтсеһе итеп ҡабул иткән.

2. Был мәҡәләлә беҙ нимә ҡарап сығырбыҙ?

2 Хәҙер беҙ, хәҡиҡәтте белгәс, хөрмәтле эштә ҡатнашып, башҡаларға мәңгелек тормошҡа алып барған юлға баҫырға ярҙам итәбеҙ. Ҡайһы берәүҙәргә өйҙән-өйгә вәғәзләргә еңел, ә бына Изге Яҙма өйрәнеүе тәҡдим итергә һәм бигерәк тә уны үткәрергә ауыр булырға мөмкин. Әгәр һеҙгә шундай хистәр таныш булһа, был мәҡәләлә килтерелгән фекерҙәр һеҙгә файҙалы булыр. Беҙҙе шәкерттәр әҙерләү эшендә ҡатнашырға нимә дәртләндерә? Изге Яҙма өйрәнеүен үткәрергә ҡамасаулаған ауырлыҡтарҙы нисек еңергә? Ошо һорауҙарға яуаптар был мәҡәләлә ҡаралыр. Ә иң башта, әйҙәгеҙ, шуны беләйек: ни өсөн беҙ вәғәзселәр генә түгел, ә шулай уҡ уҡытыусылар ҙа булырға тейеш?

ҒАЙСА ҮҘЕНЕҢ ШӘКЕРТТӘРЕНӘ ВӘҒӘЗЛӘРГӘ ЛӘ, ӨЙРӘТЕРГӘ ЛӘ ҠУШҠАН

3. Ни өсөн беҙ вәғәзләйбеҙ?

3 Ғайса үҙ шәкерттәренә биргән йөкләмә үҙ эсенә ике яҡты алған. Беренсенән, ул уларға «Батшалыҡ тураһындағы Һөйөнөслө Хәбәрҙе» вәғәзләргә ҡушҡан һәм быны нисек эшләп булғанын аңлатҡан (Матф. 10:7; Лука 8:1). Өҫтәүенә, Ғайса уларҙы, тыңламаған кешеләр ҙә булыр, тип киҫәткән (Лука 9:2—5). Ул шулай уҡ, шәкерттәрем был һөйөнөслө хәбәрҙе бөтә донъя буйынса бар халыҡтарға таратасаҡ, тип пәйғәмбәрлек иткән (Матф. 24:14; Ғәм. 1:8). Кешеләрҙең тыңлаймы, юҡмы икәненә ҡарамаҫтан, Ғайсаның шәкерттәре Батшалыҡ хаҡында һәм уның нимә башҡарасағы тураһында һөйләргә тейеш булған.

4. Матфей 28:18—20-нән күренеүенсә, беҙ, вәғәзләүҙән тыш, нимә эшләргә тейеш?

4 Ғайса биргән йөкләмәнең икенсе яғы үҙ эсенә нимәне ала? Ғайса былай тигән: «Уларҙы Минең шәкерттәрем итегеҙ, уларҙы... Һеҙгә ҡушҡандарымдың барыһын да үтәргә өйрәтегеҙ». Ҡайһы берәүҙәр, вәғәз һәм өйрәтеү эше беренсе быуаттағы шәкерттәргә генә ҡағылған, тип уйлай. Әммә Ғайса, был мөһим эш «донъя бөткәнгәсә» башҡарыласаҡ, тип әйткән. (Матфей 28:18—20-не уҡығыҙ.) Күрәһең, Ғайса был йөкләмәне 500-ҙән ашыу шәкертенә күренгәндә тапшырған (1 Кор. 15:6, 7). Асылыш китабынан күренеүенсә, Ғайсаның һәр шәкерте башҡаларға Йәһүә тураһында белем алырға ярҙам итергә тейеш (Асыл. 22:17).

5. Илсе Павел вәғәзләү һәм шәкерттәр әҙерләү эшен ниндәй миҫал менән сағыштырған? (1 Коринфтарға 3:6—9)

5 Илсе Павел, шәкерттәр әҙерләү эшен иген үҫтереү эше менән сағыштырып, сәсеүҙән тыш, башҡа күп нәмәләр эшләргә кәрәк икәнен күрһәткән. Ул, үҙен һәм Аполлосты баҫыуҙа эшләгән эшселәр менән сағыштырып, былай тигән: «Мин сәстем, Аполлос һыу ҡойҙо». Коринф кешеләрен иһә ул, «Алланың иген баҫыуы» тип атап, сәселгән баҫыу менән сағыштырған. (1 Коринфтарға 3:6—9-ҙы уҡығыҙ.) Беҙ, Алланың хеҙмәттәштәре булараҡ, вәғәзләгәндә орлоҡ сәсеп кенә ҡалмайбыҙ, ә шулай уҡ өйрәнеү үткәргәндә орлоҡтарға һыу һибәбеҙ, тип әйтеп була (Яхъя 4:35). Шул уҡ ваҡытта беҙ шуны таныйбыҙ: кешеләрҙе үҙенә йәлеп итеп, Алла хәҡиҡәт орлоҡтарын үҫтерә.

6. Кешеләрҙе хәҡиҡәткә өйрәтеү үҙ эсенә нимәне ала?

6 Беҙ «мәңгелек тормошҡа алып барған хәҡиҡәтте ҡабул итергә әҙер» булған кешеләрҙе эҙләйбеҙ (Ғәм. 13:48, ЯДТ). Уларға Ғайсаның шәкерте булып китер өсөн Изге Яҙмалағы хәҡиҡәтте: 1) аңларға, 2) ҡабул итергә һәм 3) ҡулланырға кәрәк (Яхъя 17:3; Кол. 2:6, 7; 1 Фес. 2:13). Йыйылышта һәр беребеҙ өйрәнеүсенең рухи үҫешенә өлөш индерә ала. Мәҫәлән, өйрәнеүселәр йыйылышҡа килгәндә, беҙ уларҙы йылы итеп ҡаршы алабыҙ һәм яратыуыбыҙҙы эштәр менән күрһәтәбеҙ (Яхъя 13:35). Ә өйрәнеү үткәргән ҡәрҙәшкә, өйрәнеүсеһенә тәрән тамырланған ҡараштарҙан һәм ғәҙәттәрҙән арынырға ярҙам итер өсөн, күп ваҡыт һәм көс кәрәк булырға мөмкин (2 Кор. 10:4, 5). Эйе, кеше һыуға сумдырылырға әҙер булғансы, күп айҙар үтергә мөмкин, әммә тырышлыҡтарыбыҙ бушҡа булмаҫ.

ШӘКЕРТТӘР ӘҘЕРЛӘРГӘ БЕҘҘЕ ЯРАТЫУ ДӘРТЛӘНДЕРӘ

7. Вәғәзләү һәм шәкерттәр әҙерләү эшендә ҡатнашырға беҙҙе нимә дәртләндерә?

7 Ни өсөн беҙ вәғәзләү һәм шәкерттәр әҙерләү эшендә ҡатнашабыҙ? Беренсенән, беҙ Йәһүәне яратабыҙ. Вәғәзләү һәм шәкерттәр әҙерләү эшендә ашҡынып ҡатнашҡанда, беҙ Алланы яратҡаныбыҙҙы күрһәтәбеҙ (1 Яхъя 5:3). Бына нимә тураһында уйлап ҡарағыҙ: Йәһүәгә ҡарата яратыу һеҙҙе өйҙән-өйгә йөрөп вәғәзләргә дәртләндерҙе. Был әмерҙе үтәүе һеҙгә еңел булдымы? Моғайын, юҡтыр. Беренсе тапҡыр ишек төбөндә торғанда, һеҙ тулҡынлана инегеҙме? Әлбиттә! Әммә һеҙ был йөкләмәне Ғайса үтәргә ҡушҡанын аңлай инегеҙ, шуға күрә уны үтәнегеҙ. Моғайын, ваҡыт үтеү менән һеҙгә вәғәзләүе еңелерәк булып киткәндер. Ә шәкерттәр әҙерләү эше һеҙҙә ниндәй хистәр тыуҙыра? Һеҙ бының тураһында уйланғанда, борсола башлайһығыҙмы? Әгәр шулай булһа, Йәһүәнән, был хистәрҙән арынырға ярҙам ит һәм кешеләргә Изге Яҙма өйрәнеүен тәҡдим итергә ҡыйыулыҡ бир, тип һорай алаһығыҙ. Шул саҡта ул һеҙгә шәкерттәр әҙерләү эшендә ҡатнашырға дәрт бирер.

8. Марк 6:34 буйынса, кешеләрҙе хәҡиҡәткә өйрәтергә беҙҙе тағы нимә дәртләндерә?

8 Икенсенән, беҙ кешеләрҙе яратабыҙ. Бер көндө Ғайса һәм уның шәкерттәре, көнө буйы вәғәзләгәнгә, ныҡ арыған һәм ял итеп алырға булған. Әммә ял итеү урынында уларҙы ҙур халыҡ төркөмө көтөп торған. Ғайса был кешеләрҙе бик йәлләгән һәм «күп нәмәләргә өйрәтә» башлаған. (Марк 6:34-те уҡығыҙ.) Ни өсөн Ғайса шундай фиҙаҡәрлек сағылдырған? Сөнки ул үҙен был кешеләр урынына ҡуйған. Ғайса, кешеләргә ни тиклем ауыр икәнен һәм уларҙың өмөткә бик мохтаж булғанын күреп, ярҙам итергә теләгән. Бөгөн дә кешеләр шундай уҡ хәлдә. Уларҙың тормоштары яҡшы булып күренә генә. Ә ысынында, улар ярҙамға мохтаж һәм көтөүсеһе булмаған һарыҡтарға оҡшаш. Илсе Павел әйткәнсә, улар «донъяла өмөтһөҙ һәм Аллаһыҙ йәшәй» (Ефес. 2:12). Асылда, улар «һәләкәткә алып барған» юлдан китеп бара (Матф. 7:13). Беҙҙең территорияла йәшәгән кешеләрҙең рухи һаулығы тураһында уйланһаҡ, яратыу һәм ҡыҙғаныу беҙҙе уларға ярҙам итергә этәрер. Ә уларға ярҙам итеүҙең иң яҡшы ысулы — Изге Яҙма өйрәнеүен тәҡдим итеү.

9. Филиптарға 2:13 буйынса, Йәһүә һеҙгә нисек ярҙам итә ала?

9 Бәлки, һеҙ, Изге Яҙма өйрәнеүен үткәреү һәм уға әҙерләнеү күп ваҡыт алыр, тип уйлайһығыҙҙыр, шуға күрә кешеләргә өйрәнеү тәҡдим итмәйһегеҙ. Әгәр был һеҙгә ҡамасаулаһа, Аллаға хистәрегеҙҙе һөйләгеҙ. Йәһүәгә, өйрәнеү табырға һәм уны үткәрергә миндә теләк үҫтер, тип доға ҡылығыҙ. (Филиптарға 2:13-тө уҡығыҙ.) Изге Яҙмала яҙылғанса, әгәр доғаларыбыҙ «Алланың ихтыярына» тура килһә, ул уларҙы ишетә (1 Яхъя 5:14, 15). Шуға күрә шикләнмәгеҙ: Йәһүә һеҙгә шәкерттәр әҙерләү эшендә ҡатнашырға теләк бирәсәк.

БАШҠА АУЫРЛЫҠТАРҘЫ НИСЕК ЕҢЕРГӘ?

10, 11. Ҡайһы берәүҙәргә Изге Яҙма өйрәнеүен үткәрергә нимә ҡамасаулай?

10 Беҙ шәкерттәр әҙерләү эшенә бик етди ҡарайбыҙ. Әммә ҡайһы ваҡыт төрлө сәбәптәр арҡаһында беҙ был эштә теләгәнсә ҡатнаша алмайбыҙ. Ә ниндәй ауырлыҡтар беҙгә ҡамасаулай ала һәм уларҙы нисек еңеп сығырға? Әйҙәгеҙ, быны ҡарап сығайыҡ.

11 Ауыр шарттар. Ҡайһы бер ҡәрҙәштәр оло йәшкә еткән, йә уларҙың һаулыҡ менән бәйле ауырлыҡтары бар. Һеҙҙең осраҡта ла шулай булһа, коронавирус пандемияһы ваҡытында нимәгә өйрәнгәнегеҙ тураһында уйланығыҙ. Изге Яҙма өйрәнеүҙәрен онлайн үткәреп була икән! Тимәк, өйрәнеүҙе өйҙән сыҡмайынса башларға һәм үткәрергә була. Ҡайһы бер кешеләр беҙҙең менән Изге Яҙманы өйрәнергә бик теләр ине лә, әммә уларға беҙ килгән ваҡыт уңайлы түгел. Ә бына иртән-иртүк йә киске ваҡытта өйрәнеү улар өсөн уңайлыраҡ. Һеҙ үҙегеҙҙең графигығыҙҙы уларҙың шарттарына тура килтереп үҙгәртә алаһығыҙмы? Ғайса, мәҫәлән, Никодимды төндә өйрәткән, сөнки тап шул ваҡытта Никодимға уңайлы булған (Яхъя 3:1, 2).

12. Һеҙгә яҡшы уҡытыусы булырға нимә ярҙам итә ала?

12 Үҙ һәләттәребеҙҙә шикләнеү. Ҡайһы берәүҙәр, башҡаларҙы өйрәтер алдынан минең үҙемә белем һәм тәжрибә тупларға кәрәк, тип уйлай. Әгәр һеҙ ҙә шундай ҡарашта булһағыҙ, ҡыйыулыҡ өҫтәгән өс мөһим хәҡиҡәтте иҫегеҙгә төшөрөгөҙ. Беренсенән, Йәһүә үҙе һеҙҙе башҡаларҙы өйрәтергә һәләтле тип һанай (2 Кор. 3:5). Икенсенән, был эште һеҙгә Ғайса тапшырған, ә уға «күктә лә, ерҙә лә бөтөн хакимлыҡ» бирелгән (Матф. 28:18). Өсөнсөнән, һеҙ Йәһүәнең һәм ҡәрҙәштәрҙең ярҙамына таяна алаһығыҙ. Йәһүә Ғайсаға нимә һөйләргә һәм нимәгә өйрәтергә кәрәклеген аңлатҡан. Ул һеҙҙе лә өйрәтер (Яхъя 8:28; 12:49). Бынан тыш, Изге Яҙма өйрәнеүен нисек башларға һәм нисек үткәрергә икәнен вәғәз төркөмөгөҙҙәге күҙәтеүсе, тәжрибәле вәғәзсе йә пионер аңлата ала. Мәҫәлән, уларҙан һеҙҙе үҙ өйрәнеүҙәренә саҡырыуҙарын һорағыҙ һәм, унда ҡатнашып, һеҙ күп нәмәгә өйрәнә алырһығыҙ.

13. Ни өсөн яңы ысулдарҙы үҙләштереү мөһим?

13 Вәғәздә ҡулланылған яңы ысулдар һәм яңы ҡоралдар. Беҙҙең өйрәтеү ысулдары үҙгәрҙе. Хәҙер төп инструментыбыҙ — «Һин мәңге йәшәй алаһың!» тигән китап. Шуға күрә беҙ өйрәнеүҙәргә башҡаса әҙерләнәбеҙ һәм уларҙы башҡаса үткәрәбеҙ. Өйрәнеүҙә күберәк ваҡыт абзацтарҙы уҡыуға түгел, ә кеше менән тема буйынса фекер алышыуға бүленә. Өйрәнеүҙәр үткәргәндә, беҙ күберәк видеояҙмаларҙы, сайтыбыҙҙағы һәм JW Library® ҡушымтаһындағы материалдарҙы ҡулланабыҙ. Әгәр һеҙ әлегә был ҡоралдарҙы ҡуллана белмәһәгеҙ, башҡаларҙан ярҙам һорағыҙ. Яңы аяҡ кейеме һәр ваҡыт ҡыҫа, тип әйтәләр. Әлбиттә, яңы ысулдарға өйрәнеп китеүе еңел булмаҫ, әммә Йәһүәнең һәм ҡәрҙәштәрҙең ярҙамы менән һеҙ уңышҡа өлгәшерһегеҙ, һәм һеҙгә яңы ысулдарҙы ҡулланып өйрәнеү үткәреү оҡшай башлар. Бер пионер әйтеүенсә, хәҙер өйрәнеүҙәр өйрәнеүсегә лә, өйрәнеү үткәргән ҡәрҙәшкә лә күпкә ҡыҙығыраҡ булып китте.

14. Территориябыҙҙа кешеләр хәҡиҡәткә битараф булһа, нимәне иҫтә тоторға кәрәк, һәм 1 Коринфтарға 3:6, 7-ләге һүҙҙәр беҙҙе нисек рухландыра?

14 Кешеләр Изге Яҙманы өйрәнергә теләмәгәндә. Бәлки, һеҙ йәшәгән территорияла кешеләр Изге Яҙмалағы хәбәрҙе тыңларға теләмәйҙер йә хатта һеҙгә ҡаршылыҡ күрһәтәлер. Шул саҡта нисек ыңғай ҡараш һаҡларға? Был шомло донъяла бар нәмә лә, шул иҫәптән кешеләрҙең шарттары ла үҙгәреп торғанын онотмағыҙ. Шуға күрә элек хәҡиҡәтте белергә теләмәгән кешенең дә ҡыҙыҡһыныуы уянырға мөмкин (Матф. 5:3). Ҡайһы саҡта беҙҙең баҫмаларҙы алырға теләмәгән кешеләр ваҡыт үтеү менән Изге Яҙманы өйрәнергә ризалаша. Беҙ шулай уҡ Йәһүә «ашлыҡ Хужаһы» икәнен беләбеҙ (Матф. 9:38). Алла беҙҙе хәҡиҡәт орлоҡтарын сәсергә һәм уға һыу һибергә дәртләндерә, әммә үҫтереүен ул үҙе үҫтерә (1 Кор. 3:6, 7). Беҙҙең, бәлки, әлегә Изге Яҙма өйрәнеүе юҡтыр. Әммә Йәһүә беҙҙе уңыштарыбыҙға ҡарап түгел, ә һалған тырышлыҡтарыбыҙға ҡарап бүләкләй. Быны белеү беҙҙе шатландыра *.

ШӘКЕРТТӘР ӘҘЕРЛӘҮ ЭШЕНӘН ШАТЛЫҠ ТАБЫҒЫҘ

Вәғәзләү һәм шәкерттәр әҙерләү эше кешенең тормошон нисек үҙгәртә алғанына иғтибар итегеҙ (15—17-се абзацтарҙы ҡарағыҙ.) *

15. Кеше, хәҡиҡәтте ҡабул итеп, белгәндәре буйынса йәшәй башлаһа, Йәһүә нимә хис итә?

15 Кеше, хәҡиҡәтте ҡабул итеп, уның тураһында башҡаларға һөйләй башлаһа, Йәһүә быға бик шатлана (Ғиб. һүҙ. 23:15, 16). Йәһүә үҙ халҡының ашҡынып хеҙмәт иткәнен күргәндә лә бик ҡыуана. Мәҫәлән, коронавирус пандемияһына ҡарамаҫтан, 2020 хеҙмәт йылында 7 705 765 Изге Яҙма өйрәнеүе үткәрелгән, 241 994 кеше һыуға сумдырылған. Был яңы ҡәрҙәштәр, үҙ сиратында, үҙҙәре өйрәнеүҙәр үткәреп, яңы шәкерттәр әҙерләр (Лука 6:40). Һис шикһеҙ, шәкерттәр әҙерләү эшендә ҡатнашып, беҙ Йәһүәне һөйөндөрәбеҙ.

16. Беҙгә ниндәй маҡсатҡа ынтылырға кәрәк?

16 Шәкерттәр әҙерләү эше еңел булмаһа ла, беҙ Йәһүәнең ярҙамы менән кешеләрҙә уға ҡарата яратыу үҫтерә алабыҙ. Беҙ бер өйрәнеү булһа ла табырға һәм уны үткәрергә маҡсат ҡуя алабыҙмы? Әгәр беҙ һәр уңайлы осраҡта кешеләргә Изге Яҙма өйрәнеүе тәҡдим итһәк, һөҙөмтәһе беҙҙе ғәжәпләндерер. Әлбиттә, Йәһүә беҙҙең тырышлыҡтарыбыҙҙы фатихалаясаҡ.

17. Изге Яҙма өйрәнеүе үткәргәндә, беҙ ниндәй хистәр кисерәбеҙ?

17 Вәғәзләү һәм кешеләрҙе хәҡиҡәткә өйрәтеү — беҙҙең өсөн ҙур хөрмәт! Был беҙгә күп шатлыҡ килтерә. Илсе Павел Фессалоникала йәшәгән күп кенә кешеләргә хәҡиҡәткә килергә ярҙам иткән. Ул үҙ хистәрен былай тип белдергән: «Ғайса килгән саҡта кем беҙҙең өмөтөбөҙ, шатлығыбыҙ һәм маҡтау тажыбыҙ булыр һуң? Һеҙ түгелме ни? Һеҙ — беҙҙең ғорурлығыбыҙ һәм ҡыуанысыбыҙ бит» (1 Фес. 2:19, 20; Ғәм. 17:1—4). Бөгөн дә күп ҡәрҙәштәр оҡшаш хистәр кисерә. Ире менән бергә күп кешеләргә хәҡиҡәткә килергә ярҙам иткән Стефани былай ти: «Кешегә Йәһүәгә бағышланырға ярҙам итеү — иң ҙур бәхет».

57-СЕ ЙЫР Һәр төрлө кешегә вәғәзләйбеҙ

^ 5 абз. Йәһүә беҙгә вәғәзләү эшен генә түгел, ә шулай уҡ шәкерттәр әҙерләү эшен дә тапшырған. Беҙ кешеләрҙе Ғайса ҡушҡандарҙың барыһын да үтәргә өйрәтергә тейеш. Изге Яҙма өйрәнеүен үткәрергә беҙҙе нимә дәртләндерә ала? Вәғәзләү һәм шәкерттәр әҙерләү эшендә беҙ ниндәй ауырлыҡтар менән осрашабыҙ, һәм уларҙы еңеп сығырға беҙгә нимә ярҙам итер? Әйҙәгеҙ, был һорауҙарҙы ҡарап сығайыҡ.

^ 14 абз. 2021 йылдың март айындағы «Күҙәтеү манараһында» «Йыйылыш өйрәнеүсегә һыуға сумдырылырға нисек ярҙам итә» тигән мәҡәләлә шәкерттәр әҙерләү эшендә беҙҙең һәр беребеҙ ниндәй роль уйнағаны ҡарала.

^ 53 абз. РӘСЕМДӘРҘӘ: Изге Яҙма өйрәнеүе ярҙамында ир кешенең тормошо тулыһынса үҙгәрә. Тәүҙә, Йәһүәне белмәгәндә, ул тормошоноң мәғәнәһен күрмәгән. Шунан Йәһүә шаһиттары уға өйрәнеү тәҡдим иткән, һәм ул ризалашҡан. Алған белемдәре уны Йәһүәгә тормошон бағышларға һәм һыуға сумдырылырға дәртләндергән. Ваҡыт үтеү менән ул да башҡа кеше менән өйрәнеү үткәрә башлаған. Һөҙөмтәлә улар барыһы ла ожмахтағы тормошҡа кинәнә.