Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

28-СЕ ӨЙРӘНЕҮ МӘҠӘЛӘҺЕ

Алла Батшалығы идара итә!

Алла Батшалығы идара итә!

«Донъя өҫтөнән хәҙер Раббыбыҙ һәм Уның Мәсихе батшалыҡ итә башланы» (АСЫЛ. 11:15).

22-СЕ ЙЫР Алла Батшалығы килһен!

БЫЛ МӘҠӘЛӘЛӘ a

1. Беҙ нимәгә ышанабыҙ һәм ни өсөн?

 ТИРӘ-ЯҠТАҒЫ ваҡиғаларҙы күргәндә һеҙгә киләсәккә ыңғай ҡараш һаҡлауы еңелме? Яуыз кешеләр тағы ла яуызыраҡ була бара. Ғаилә ағзалары бер-береһе менән насар мөғәмәлә итә. Күптәргә хөкүмәткә ышаныуы ауыр. Әммә донъялағы шундай шарттар беҙгә тиҙҙән барыһы ла яҡшы яҡҡа үҙгәрәсәгенә ышаныс өҫтәй. Ни өсөн беҙ быға шикләнмәйбеҙ? Сөнки кешеләр бөгөн үҙҙәрен тап «ахырызаман» тураһындағы пәйғәмбәрлектә яҙылған һымаҡ тота (2 Тим. 3:1—5). Донъялағы хәлдәргә айыҡ ҡараш менән ҡараған кеше был һүҙҙәрҙең үтәлгәне менән ризалашыр. Ахырызаман тураһындағы был пәйғәмбәрлек Ғайса Мәсихтең инде идара итә башлағанын иҫбатлай, һәм был — Батшалыҡ тураһындағы пәйғәмбәрлектәрҙең береһе генә. Башҡа пәйғәмбәрлектәрҙең һуңғы йылдарҙа нисек үтәлгәнен ҡарап сығыу беҙгә иманыбыҙҙы нығытырға ярҙам итер.

Асылыш һәм Данил китаптарындағы пәйғәмбәрлектәр, пазлдың айырым өлөштәре һымаҡ, ҙур һүрәтте күрергә һәм беҙ ниндәй ваҡытта йәшәгәнебеҙҙе аңларға ярҙам итә. (2-се абзацты ҡарағыҙ.)

2. Беҙ был мәҡәләлә нимәне ҡарап сығырбыҙ һәм ниндәй маҡсат менән? (Тышлыҡтағы рәсемде ҡарағыҙ.)

2 Был мәҡәләлә ҡарап сыҡҡан пәйғәмбәрлектәр беҙгә ярҙам итер: 1) Алла Батшалығының ҡасан идара итә башлағанын билдәләргә, 2) Ғайсаның инде күктә идара иткәнен аңларға, 3) Алла Батшалығының дошмандары нисек юҡ ителәсәген белергә. Был пәйғәмбәрлектәр, пазлдың айырым өлөштәре һымаҡ, ҙур һүрәтте күрергә һәм беҙ ниндәй ваҡытта йәшәгәнебеҙҙе аңларға ярҙам итә.

АЛЛА БАТШАЛЫҒЫНЫҢ ҠАСАН ИДАРА ИТӘ БАШЛАҒАНЫН НИСЕК БЕЛЕРГӘ?

3. Данил 7:13, 14-тә яҙылған пәйғәмбәрлек нимәне күрһәтә?

3 Данил 7:13, 14-тәге пәйғәмбәрлек Ғайса Мәсихтең Алла Батшалығында иң яҡшы батша булыуына ышандыра. Уға «бөтә халыҡтар» шатланып хеҙмәт итәсәк һәм уны бер кем дә, бер ҡасан да алмаштырмаясаҡ. Данил китабының башҡа бер пәйғәмбәрлегендә, Ғайса «ете ваҡыт» үткәс батша хакимлығын аласаҡ, тип әйтелгән. Был пәйғәмбәрлектең ҡасан үтәләсәген билдәләп буламы?

4. Данил 4:10—17-ләге пәйғәмбәрлек беҙгә Мәсихтең батша булып киткән ваҡытты билдәләргә нисек ярҙам итә? Аңлатығыҙ. (Төшөрмәне лә ҡарағыҙ.)

4 Данил 4:10—17-не b уҡығыҙ. «Ете ваҡыт» 2 520 йылға тиң. Был осор б. э. т. 607 йылда башланған. Шул йылда вавилондар Алланан булған һуңғы батшаны тәхеттән төшөргән. Ә 1914 йылда, Йәһүә Ғайса Мәсихте — «хоҡуғы булған затты» — үҙ Батшалығында тәхеткә ултыртҡас, «ете ваҡыт» осоро тамамланған (Йәз. 21:25—27) c.

5. Ни өсөн «ете ваҡыт» тураһындағы пәйғәмбәрлекте аңлау мөһим?

5 Ни өсөн был пәйғәмбәрлекте аңлау мөһим? «Ете ваҡыт» тураһындағы пәйғәмбәрлек Йәһүәнең үҙ вәғәҙәләрен ваҡытында үтәйәсәгенә ышандыра. Әгәр Йәһүә Батшалығын үҙе билдәләгән ваҡытта урынлаштырған икән, тимәк, башҡа пәйғәмбәрлектәр ҙә үҙ ваҡытында үтәләсәк. Бер ҙә шикләнмәгеҙ: Йәһүәнең көнө тотҡарланмаҫ (Аб. 2:3).

МӘСИХТЕҢ АЛЛА БАТШАЛЫҒЫНЫҢ БАТШАҺЫ БУЛЫП КИТКӘНЕН ҠАЙҘАН БЕЛЕП БУЛА?

6. а) Мәсихтең күктә күҙгә күренмәҫ идара итеүенә ниндәй дәлилдәр бар? б) Асылыш 6:2—8-ҙәге һүҙҙәр Ғайсаның идара итә башлағанын нисек раҫлай?

6 Ерҙәге хеҙмәтенең тамамланыуынан алдараҡ Ғайса бөтә донъяла буласаҡ ваҡиғалар тураһында пәйғәмбәрлек иткән. Был пәйғәмбәрлектәр мәсихселәргә уның күктә идара итә башлағанын билдәләргә ярҙам итер ине. Ғайса был ваҡиғалар араһында һуғыштар, аслыҡ, ер тетрәүҙәр тураһында әйткән. Шулай уҡ «ҡурҡыныс йоғошло сирҙәр хөкөм һөрөр» тигән. Мәҫәлән, COVID-19 пандемияһы быны иҫбатлай. Бөтә был ваҡиғалар Мәсихтең килеү осоронда үтәлергә тейеш (Матф. 24:3, 7; Лука 21:7, 10, 11). Үлеп күккә күтәрелгәндән һуң 60 йыл үткәс, Ғайса илсе Яхъяға был ваҡиғаларҙың буласағын иҫбатлаған күренеш биргән. (Асылыш 6:2—8-ҙе уҡығыҙ.) Бөтә был ваҡиғалар 1914 йылда Ғайса батша булып киткәндән һуң үтәлә башлаған.

7. Ни өсөн Ғайса идара итә башлағандан алып, ерҙә бик күп ҡайғы?

7 Ғайса тәхеткә ултырғас, ни өсөн ерҙәге шарттар ныҡ насарайған? Асылыш 6:2-лә мөһим нескәлек килтерелә. Батша булып киткәс, Ғайса иң тәүҙә Шайтан һәм уның ендәре менән һуғышҡан. Асылыш китабының 12-се бүлегенән күренеүенсә, Шайтан еңелгән һәм ендәре менән бергә ергә бәреп төшөрөлгән. Был уны ныҡ ярһытҡан, һәм ул үҙенең бөтөн ярһыуын кешеләргә яуҙыра башлаған. Бының арҡаһында бөтөн донъя ҡайғыға батҡан (Асыл. 12:7—12).

Насар яңылыҡтар шатландырмаһа ла, Изге Яҙмалағы пәйғәмбәрлектәрҙең үтәлеүе беҙҙе Алла Батшалығының инде идара иткәненә ышандыра (8-се абзацты ҡарағыҙ.)

8. Батшалыҡ тураһындағы пәйғәмбәрлектәрҙең бөгөнгө ваҡытта үтәлгәнен аңлау ни өсөн мөһим?

8 Ни өсөн был пәйғәмбәрлектәрҙе аңлау мөһим? Донъялағы ваҡиғалар һәм кешеләрҙең насар яҡҡа үҙгәреүе Ғайсаның Батша булып киткәнен күрһәтә. Әлбиттә, кешеләрҙең үҙҙәрен генә яратҡанын һәм бер-береһен нәфрәт иткәнен күреү беҙҙе күңелһеҙләндерә. Әммә шуны онотмайыҡ: уларҙың үҙҙәрен шулай тотоуы Изге Яҙмалағы пәйғәмбәрлектәрҙең үтәлгәнен күрһәтә. Алла Батшалығы инде идара итә! (Зәб. 37:1). Ә Армагеддон яҡынлашҡан һайын, тормошобоҙ, моғайын, тағы ла насарая барыр (Марк 13:8; 2 Тим. 3:13). Йәһүә беҙгә донъялағы шарттар ни өсөн насарайғанын аңларға ярҙам итә. Беҙ бының өсөн уға бик рәхмәтле.

АЛЛА БАТШАЛЫҒЫНЫҢ ДОШМАНДАРЫ НИСЕК ҮҘ АХЫРЫНА КИЛЕР?

9. Данил 2:28, 31—35-тә һуңғы бөтә донъя державаһы нисек һүрәтләнә һәм ул ҡасан барлыҡҡа килгән?

9 Данил 2:28, 31—35-те d уҡығыҙ. Беҙ бөгөн был пәйғәмбәрлектең үтәлеүен күрәбеҙ. «Алла... Набуҡаднизар батшаға һуңғы көндәрҙә нимә буласағын» асҡан. Мәсих идара итә башлағандан алып, беҙ был ваҡиғаларҙың үтәлеүен күрәбеҙ. Изге Яҙмала Ғайсаның ерҙәге дошмандары тураһында әйтелә. Уларҙың береһе — һуңғы бөтә донъя державаһы. Ул держава һындың «тимер ҡатыш балсыҡтан» яһалған табандары итеп күрһәтелгән. Был табандар хәҙерге ваҡытта идара иткән Англо-Америка бөтә донъя державаһын символлаштыра. Ул Беренсе бөтә донъя һуғышы ваҡытында Великобритания менән Ҡушма Штаттар тығыҙ хеҙмәттәшлек иткәндән һуң барлыҡҡа килгән. Набуҡаднизарҙың төшө шулай уҡ был державаның башҡаларҙан айырылып торған ике яғын күрһәткән.

10. а) Ни өсөн, Данил китабында Великобритания менән АҠШ-тың берләшмәһе бик теүәл һүрәтләнгән, тип әйтеп була? б) Беҙгә нимәнән һаҡ булырға кәрәк? ( «Һаҡ булығыҙ: балсыҡ!» тигән рамканы ҡарағыҙ.)

10 Беренсенән, быға тиклем булған донъя державаларынан айырмалы булараҡ, Великобритания менән АҠШ-тың берләшмәһе таҙа алтын йә көмөш һымаҡ металдар итеп түгел, ә тимер ҡатыш балсыҡ итеп һүрәтләнә. Балсыҡ ябай кешеләрҙе символлаштыра (Дан. 2:43). Улар һайлауҙарҙа ҡатнаша, профсоюздар һәм протест акцияларын ойоштора һәм үҙҙәренең хоҡуҡтары өсөн көрәшә. Быларҙың барыһы һуңғы донъя державаһының көстәрен кәметә һәм уға сәйәси эштәрен тулыһынса башҡарырға бирмәй.

11. Англо-Америка державаһының барлыҡҡа килеүе һуңғы көндәрҙә йәшәүебеҙҙе нисек күрһәтә?

11 Икенсенән, Англо-Америка державаһы Изге Яҙмала һындың табандары итеп һүрәтләнә. Тимәк, ул — ерҙә идара иткән державаларҙың иң һуңғыһы. Унан һуң кешеләр урынлаштырған хөкүмәттәр бүтән булмаясаҡ. Алла Батшалығы Англо-Америка державаһын һәм башҡа хөкүмәттәрҙе Армагеддонда юҡ итәсәк (Асыл. 16:13, 14, 16; 19:19, 20) e.

12. Ни өсөн Данилдың ҙур һын тураһындағы пәйғәмбәрлеген аңлау мөһим?

12 Ни өсөн был пәйғәмбәрлекте аңлау мөһим? Данилдың пәйғәмбәрлеге беҙҙең һуңғы көндәрҙә йәшәгәнебеҙҙе раҫлай. 2 500 йыл элек Данил, Вавилондан һуң тағы дүрт бөтә донъя державаһы Алла халҡына тәьҫир итәсәк, тип пәйғәмбәрлек иткән. Һәм Англо-Америка — шул державаларҙың һуңғыһы. Быны аңлау беҙҙе йыуата һәм Алла Батшалығының, кеше хөкүмәттәрен юҡ итеп, бөтә ер өҫтөнән идара итә башлаясағына өмөт бирә (Дан. 2:44).

13. Асылыш 17:9—12-лә телгә алынған «һигеҙенсе батша» һәм «ун батша» нимәне символлаштыра һәм ундағы пәйғәмбәрлек нисек үтәлә?

13 Асылыш 17:9—12-не уҡығыҙ. Беренсе бөтә донъя һуғышы килтергән зыян ахырызаманға ҡағылышлы тағы бер пәйғәмбәрлектең үтәлешенә килтергән. Сәйәси етәкселәр, бөтә донъяла тыныслыҡ урынлаштырырға ниәтләп, 1920 йылдың ғинуарында Милләттәр Лигаһы ойошторған. Ә 1945 йылдың октябрь айында уны Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы алмаштырған. Был ойошма «һигеҙенсе батша» булып киткән, әммә ул бөтә донъя державаһы түгел. Башҡа хөкүмәттәр уға булышлыҡ күрһәткәнгә, ул хакимлыҡҡа эйә. Был хөкүмәттәр Изге Яҙмала «ун батша» тип атала.

14, 15. а) Асылыш 17:3—5-тә «Бөйөк Вавилон» тураһында нимә әйтелә? б) Ялған диндә булған күп кешеләр нимә эшләй?

14 Асылыш 17:3—5-те уҡығыҙ. Илсе Яхъя Алланан килгән күренештә ялған диндең бөтә донъя империяһын символлаштырған «Бөйөк Вавилон» тип аталған фәхишәне күргән. Был пәйғәмбәрлек нисек үтәлә? Ялған дин элек-электән донъяның сәйәси етәкселәре менән тығыҙ хеҙмәттәшлек итә һәм уларҙың эштәрен хуплай. Әммә тиҙҙән Йәһүә уларҙың күңеленә «Үҙенең ихтыярын үтәү теләген» һаласаҡ. Был нимәгә килтерер? Ул хөкүмәттәр — «ун батша» — ялған дингә һөжүм итеп, уны юҡ итәсәк (Асыл. 17:1, 2, 16, 17).

15 Бөйөк Вавилондың ахыры яҡын икәнен беҙ ҡайҙан беләбеҙ? Был һорауға яуап табыр өсөн тарихҡа иғтибар итәйек. Боронғо Вавилон ҡалаһы өлөшләтә бөйөк Евфрат йылғаһының һыуҙары менән уратып алынған булған, һәм был йылға ҡаланы дошмандарҙан яҡлап торған. Ә Асылыш китабында Бөйөк Вавилон яҡлы кешеләр уны яҡлап торған йылға һыуҙары менән сағыштырыла (Асыл. 17:15). Унда шулай уҡ, был йылға кипте, тип яҙылған. Икенсе һүҙҙәр менән әйткәндә, күп кешеләр ялған диндең бөтә донъя империяһын ҡалдырасаҡ (Асыл. 16:12). Был пәйғәмбәрлек бөгөн үтәлә, сөнки күп кешеләр, һорауҙарына яуап тапмайынса, ялған диндән китә.

16. Ни өсөн беҙгә Берләшкән Милләттәр Ойошмаһының ойошторолоуы һәм Бөйөк Вавилондың юҡ ителеүе тураһындағы пәйғәмбәрлектәрҙе аңлау мөһим?

16 Ни өсөн был пәйғәмбәрлектәрҙе аңлау мөһим? Берләшкән Милләттәр Ойошмаһының ойошторолоуы һәм кешеләрҙең ялған диндән китеүе һуңғы көндәрҙә йәшәгәнебеҙҙе күрһәтә. Бөйөк Вавилонды яҡлаған символик йылғалар кипһә лә, ялған диндең юҡ ителеүе башҡа сәбәп арҡаһында буласаҡ. Өҫтә әйтеп кителгәнсә, Йәһүә «ун батшаны», йәғни Берләшкән Милләттәр Ойошмаһына ярҙам күрһәткән сәйәси системаларҙы «Үҙенең ихтыярын үтәргә» этәрәсәк. Улар ялған динде ҡапыл юҡ итәсәк. Кешеләр өсөн был көтөлмәгән хәл буласаҡ һәм, моғайын, күп бәләләр килтерәсәк (Асыл. 18:8—10) f. Әммә Алла халҡының шатланыр өсөн кәм тигәндә ике сәбәбе бар. Беренсеһе — Йәһүәнең күптәнге дошманы мәңгегә юҡ ителәсәк. Икенсеһе — беҙҙең был яуыз донъянан ҡотолоуыбыҙ яҡын! (Лука 21:28).

КИЛӘСӘККӘ ЫШАНЫС МЕНӘН ҠАРАҒЫҘ

17, 18. а) Беҙ артабан да иманыбыҙҙы нисек нығыта алабыҙ? б) Киләһе мәҡәләлә нимә ҡаралыр?

17 Данил пәйғәмбәр һуңғы көндәрҙә «ысын белем артыр» тип яҙған. Һәм бының шулай икәнен беҙ үҙ күҙҙәребеҙ менән күрәбеҙ. Беҙ бөгөнгө көндәргә ҡағылышлы пәйғәмбәрлектәрҙе аңлайбыҙ (Дан. 12:4, 9, 10). Уларҙың теүәл үтәлеүе беҙҙә Йәһүәгә һәм уның Һүҙенә ҡарата ҡурҡыу-хөрмәт уята (Ишағ. 46:10; 55:11). Шуға күрә, әйҙәгеҙ, артабан да иманыбыҙҙы нығытайыҡ. Быны нисек эшләп була? Изге Яҙманы ентекләп өйрәнәйек һәм башҡаларға Йәһүә менән дуҫлыҡ үҫтерергә ярҙам итәйек. Ул үҙенә тулыһынса таянғандарҙы яҡлаясаҡ һәм уларға «бөтмәҫ тыныслыҡ» бирәсәк (Ишағ. 26:3).

18 Киләһе мәҡәләлә беҙ һуңғы көндәрҙәге йыйылыштарға ҡағылған пәйғәмбәрлектәрҙе ҡарап сығырбыҙ. Был пәйғәмбәрлектәрҙең дә үтәлеүе һуңғы көндәрҙә йәшәүебеҙҙе күрһәтә. Беҙ Ғайсаның, Батша булараҡ, үҙ шәкерттәрен алып барғанына күберәк дәлилдәр алырбыҙ.

61-СЕ ЙЫР Шаһиттар, алға!

a Беҙ бик мөһим ваҡытта — тарихтың хәл иткес осоронда йәшәйбеҙ. Изге Яҙмала Алла Батшалығының инде идара иткәне хаҡында пәйғәмбәрлектәр бар. Был мәҡәләлә беҙ уларҙың ҡайһы берҙәрен ҡарап сығырбыҙ. Был беҙҙең Йәһүәгә иманыбыҙҙы нығытыр, шулай уҡ тыныс булып ҡалырға һәм һәр ваҡыт Йәһүәгә таянырға ярҙам итер.

b Данил 4:10—17: «Ятағымда йоҡлап ятҡан саҡта мин шундай күренеш күрҙем: ер уртаһында ғәйәт ҙур, бөйөк бер ағас тора. 11 Ағас үҫеп, ныҡ булып китте һәм уның осо күктәргә тиклем етте, уны ер ситенән үк күреп була ине. 12 Ағас ҡуйы япраҡлы, мул емешле ине, барлыҡ йән эйәләре унда аҙыҡ таба ине. Уның аҫтында йәнлектәр ышыҡлана ине, ботаҡтарында ҡоштар оялай ине. Ул барлыҡ тереклекте туйындырып торҙо. 13 Шунан мин ятағымда йоҡлап ятҡан саҡта күренештә күктәрҙән бер һаҡсының — изге заттың төшкәнен күрҙем. 14 Ул ҡаты тауыш менән былай тине: „Ағасты киҫеп ташлағыҙ, ботаҡтарын сабығыҙ! Япраҡтарын һелкеп төшөрөгөҙ, емештәрен төрлө яҡҡа сәсегеҙ! Уның аҫтынан йәнлектәр ҡасһын, ботаҡтары араһынан ҡоштар осоп китһен. 15 Әммә ағас төбөн, тимер һәм баҡыр бығау һалып, тамырҙары менән ерҙә, йәшел үлән араһында ҡалдырығыҙ. Ул күктән төшкән ысыҡ менән һуғарылһын, уның өлөшө йәнлектәр менән бергә ер өҫтөндәге йәшел үлән араһында булһын. 16 Уның әҙәм йөрәге хайуан йөрәгенә әүерелһен, һәм шул рәүешсә ете ваҡыт үтһен. 17 Ер йөҙөндә йәшәгән кешеләр Аллаһы Тәғәләнең кешелек батшалыҡтары өҫтөнән Хаким булыуын, хакимлыҡты кемгә бирергә теләһә, шуға биреүен һәм тәхеткә кешеләр араһынан хатта иң күренекһеҙен ултыртҡанын белһендәр өсөн, был бойороҡто һаҡсылар тапшырҙы, был ҡарар изге заттар аша бирелде“».

c «Һин мәңге йәшәй алаһың!» тигән китапта 32-се дәресте, 4-се пункты, ә шулай уҡ jw.org сайтында «Алла Батшалығы 1914 йылда идара итә башлаған» тигән видеоны (тат.) ҡарағыҙ.

d Данил 2:28, 31—35: «Әммә күктәрҙә серҙәрҙе асыусы Алла бар, һәм ул Набуҡаднизар батшаға һуңғы көндәрҙә нимә буласағын асты. Ятағыңда йоҡлап ятҡанда күргән төшөң һәм башыңдан сыҡмаған күренештәр бына улар. 31 Эй батша, һин ғәйәт ҙур бер һын күрҙең. Ғәҙәттән тыш ҙур, нурланып ялтырап торған был һын һинең алдыңда торҙо, һәм уның күренеше дәһшәтле ине. 32 Һындың башы — саф алтындан, күкрәге һәм ҡулдары — көмөштән, ҡорһағы һәм боттары — баҡырҙан, 33 балтырҙары — тимерҙән, табандары тимер ҡатыш балсыҡтан ине. 34 Һынға ҡарап торғанда, тауҙан кеше ҡулы теймәйенсә бер таш кителеп төштө лә һындың тимер ҡатыш балсыҡ өлөшөнә бәрелде һәм уны селпәрәмә килтерҙе. 35 Шул саҡ тимер, балсыҡ, баҡыр, көмөш һәм алтын — барыһы ла селпәрәмә килеп, йәйге ырҙындағы кәбәктәй булды, һәм ел уларҙы осороп алып китте, бер нәмә лә ҡалманы. Һынға килеп бәрелгән таш иһә, ҙур тауға әйләнеп, бөтөн ер йөҙөн тултырҙы».

e Данилдың пәйғәмбәрлеге тураһында «Күҙәтеү манараһының» (тат.) 2012 йылдың 15 июнь сығарылышында 14—19-сы биттәрендә күберәк белеп була.

f Яҡын киләсәктә нимә буласағы тураһында күберәк мәғлүмәтте «Алла Батшалығы идара итә!» тигән китаптың (тат.) 21-се бүлегендә табып була.