Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

30-СЫ ӨЙРӘНЕҮ МӘҠӘЛӘҺЕ

Боронғо пәйғәмбәрлек һәм һеҙ

Боронғо пәйғәмбәрлек һәм һеҙ

«Һинең менән ҡатын араһына дошманлыҡ һалам Мин» (БАШ. 3:15).

15-СЕ ЙЫР Йәһ Улын данлағыҙ!

БЫЛ МӘҠӘЛӘЛӘ a

1. Әҙәм менән Һауа гонаһ ҡылғандан һуң, Йәһүә нимә эшләгән? (Башланмыш 3:15).

 ӘҘӘМ менән Һауа гонаһ ҡылғандан һуң, Йәһүә иҫ киткес пәйғәмбәрлек әйткән. Шул пәйғәмбәрлек уларҙың бөтә тоҡомдарына өмөт биргән. Ул Башланмыш 3:15-тә b (уҡығыҙ) яҙылған.

2. Башланмыш 3:15-тәге пәйғәмбәрлектең ниндәй үҙенсәлеге бар?

2 Был пәйғәмбәрлек Изге Яҙманың беренсе китабында яҙылған. Әммә ул Изге Яҙманың башҡа өлөштәрендә яҙылғандар менән тығыҙ бәйле. Китаптың тышы биттәрҙе бер бөтөнгә тоташтырған һымаҡ, Башланмыш 3:15-тәге пәйғәмбәрлек Изге Яҙманың бөтә китаптарын бер хәбәргә тоташтыра. Был пәйғәмбәрлектең асылы шунда: Алла Шайтанды һәм уға эйәргәндәрҙе тар-мар итер өсөн Ҡотҡарыусыны ебәрәсәк c. Ул ваҡытта Йәһүәне яратҡандар ни тиклем шатланыр!

3. Был мәҡәләлә нимә ҡаралыр?

3 Был мәҡәләлә беҙ Башланмыш 3:15-тәге пәйғәмбәрлеккә ҡағылышлы ошондай һорауҙарҙы ҡарап сығырбыҙ: Был пәйғәмбәрлектә кем тураһында әйтелә? Ул нисек үтәлә? Уны белеү ни өсөн мөһим?

БЫЛ ПӘЙҒӘМБӘРЛЕКТӘ КЕМ ТУРАҺЫНДА ӘЙТЕЛӘ?

4. Башланмыш 3:14, 15-тә иҫкә алынған «йылан» кем ул һәм беҙ быны ҡайҙан беләбеҙ?

4 Башланмыш 3:14, 15-тә «йылан» һәм уның «тоҡомо», шулай уҡ «ҡатын» һәм уның «тоҡомо» иҫкә алына. Изге Яҙма беҙгә улар кемде символлаштырғанын билдәләргә ярҙам итә d. Әйҙәгеҙ, тәүҙә «йыланға» иғтибар итәйек. Тәбиғәттәге йылан Йәһүәнең Эден баҡсаһында нимә әйткәнен аңламаҫ ине. Тимәк, Йәһүә аҡылға эйә булған шәхесте хөкөм иткән. Кем тураһында һүҙ бара? Асылыш 12:9-ҙа был һорауға тура яуап бирелә. «Боронғо йылан» — Шайтан Иблис ул. Әммә йыландың «тоҡомо» кемдәрҙе символлаштыра?

ЙЫЛАН

Асылыш 12:9-ҙа Шайтан Иблис «боронғо йылан» тип аталған (4-се абзацты ҡарағыҙ.)

5. Йыландың «тоҡомо» кем улар?

5 Изге Яҙмала ҡайһы берҙә «тоҡом» тип кемдәндер үрнәк алған кешеләрҙе атайҙар. Мәҫәлән, балалар атай кешенән үрнәк ала. Йыландың «тоҡомо» — Шайтанға эйәргән рухи заттар һәм кешеләр. Улар Йәһүәгә һәм уның халҡына ҡаршы тора. Уларҙың һанына Нух көндәрендә күктә үҙ хеҙмәттәрен ҡалдырған фәрештәләр, ә шулай уҡ Шайтандан үрнәк алған яуыз кешеләр инә (Баш. 6:1, 2; Яхъя 8:44; 1 Яхъя 5:19; Йәһ. 6).

ЙЫЛАНДЫҢ ТОҠОМО

Йәһүәгә һәм уның халҡына ҡаршы сыҡҡан яуыз рухи заттар һәм кешеләр (5-се абзацты ҡарағыҙ.)

6. Ни өсөн пәйғәмбәрлектәге «ҡатын» Һауа була алмай?

6 Был пәйғәмбәрлектәге «ҡатын» кем ул? Был Һауа була алмай. Ни өсөн? Сөнки пәйғәмбәрлектә, ҡатындың тоҡомо йыландың башын ярыр, тип әйтелә. Белеүебеҙсә, йылан — ул яуыз фәрештә, Шайтан. Һауаның берәй тоҡомо Шайтанды үлтерә аламы ни? Әлбиттә, юҡ. Улай булғас, Шайтан нисек юҡ ителәсәк?

7. Башланмыш 3:15-тә телгә алынған «ҡатын» кем ул? (Асылыш 12:1, 2, 5, 10).

7 Башланмыш 3:15-тә телгә алынған «ҡатын» кем икәнен белер өсөн Изге Яҙманың һуңғы китабына иғтибар итәйек. (Асылыш 12:1, 2, 5, 10-ды уҡығыҙ.) Асылыш китабында символик ҡатын һүрәтләнә. «Уның аяҡтары аҫтында — ай, башында — ун ике йондоҙҙан үрелгән таж». Был ҡатындың балаһы тыуа. Әммә ул ысын бала түгел, ә Алла Батшалығы. Был Батшалыҡ күктә урынлашҡан, тимәк, ҡатын да күктә булырға тейеш. Ҡатын тоғро фәрештәләрҙән торған Йәһүә ойошмаһының күктәге өлөшөн символлаштыра (Гал. 4:26).

ҠАТЫН

Йәһүә ойошмаһының тоғро фәрештәләрҙән торған күктәге өлөшө (7-се абзацты ҡарағыҙ.)

8. Ҡатын «тоҡомоноң» төп өлөшө кем һәм ҡасан ул «тоҡом» булып киткән? (Башланмыш 22:15—18).

8 Изге Яҙма шулай уҡ «тоҡомдоң» төп өлөшө кем икәнен аңларға ярҙам итә. Ул Ибраһим нәҫеленән килергә тейеш булған. (Башланмыш 22:15—18-ҙе уҡығыҙ.) Был пәйғәмбәрлек Ғайсала үтәлгән. Ул туранан-тура Ибраһимдың тоҡомо булған (Лука 3:23, 34). Әммә Башланмыш 3:15-тә иҫкә алынған тоҡом ябай кеше була алмаған, сөнки ул Шайтанды үлтерергә тейеш булған. Шуға күрә Ғайсаға 30 йәштәр тирәһе булғанда, Йәһүә уны изге рухы менән майлаған, һәм Ғайса Алланың рухи Улы булып киткән. Майланған ваҡытта Ғайса шулай уҡ ҡатын тоҡомоноң төп өлөшө булып киткән (Гал. 3:16). Ғайса үлеп терелгәндән һуң, Йәһүә уға «дан һәм хөрмәт тажы» кейҙергән һәм «Иблис эштәрен» емерер өсөн «күктә лә, ерҙә лә бөтөн хакимлыҡты» биргән (Евр. 2:7; Матф. 28:18; 1 Яхъя 3:8).

ҠАТЫНДЫҢ ТОҠОМО

Ғайса Мәсих һәм уның 144 000 хакимдашы (8, 9-сы абзацтарҙы ҡарағыҙ.)

9, 10. а) Ҡатындың тоҡомо кемдәрҙе үҙ эсенә ала һәм улар ҡасан тоҡом булып китә? б) Артабан беҙ нимә ҡарап сығырбыҙ?

9 Әммә ҡатындың башҡа «тоҡомо» ла булырға тейеш. Майланған мәсихселәр араһында йәһүдтәр ҙә, башҡа халыҡ кешеләре лә булһа ла, илсе Павел уларҙың бөтәһенә лә былай тип яҙған: «Мәсихтеке икән, тимәк, һеҙ — Ибраһим тоҡомдары һәм, Алла вәғәҙәһе буйынса, вариҫтарһығыҙ» (Гал. 3:28, 29). Изге рух менән майланған саҡта мәсихселәр ҡатындың тоҡомо булып китә. Тимәк, ҡатындың тоҡомо — Ғайса һәм уның 144 000 хакимдашы (Асыл. 14:1). Улар аталары Йәһүә һымаҡ уйларға һәм эш итергә тырыша.

10 Хәҙер беҙгә Башланмыш 3:15-тәге бөтә персонаждар ҙа билдәле. Әйҙәгеҙ, Йәһүәнең был пәйғәмбәрлекте нисек үтәгәнен ҡыҫҡаса ҡарап сығайыҡ һәм ни өсөн беҙгә уны аңлау мөһим икәнен беләйек.

БЫЛ ПӘЙҒӘМБӘРЛЕК НИСЕК ҮТӘЛӘ?

11. Ниндәй мәғәнәлә йылан ҡатындың тоҡомон үксәһенән саҡҡан?

11 Башланмыш 3:15-тә әйтелгәнсә, йылан ҡатындың тоҡомон үксәһенән сағырға тейеш булған. Шайтан йәһүдтәрҙе һәм римдарҙы Алланың Улын үлтерергә ҡотортҡан. Был пәйғәмбәрлектең һүҙҙәре шул ваҡытта үтәлгән (Лука 23:13, 20—24). Әгәр кеше үксәһен яралаһа, ул күпмелер ваҡыт йөрөй алмай. Шуның шикелле, Ғайса ла өс көн бер нәмә лә эшләй алмаған, сөнки ул үле булған (Матф. 16:21).

12. Ғайса йыландың башын ҡасан ярыр һәм ул быны нисек эшләр?

12 Башланмыш 3:15-тәге пәйғәмбәрлек үтәлһен өсөн, Ғайса ҡәберҙә ҡала алмаған. Сөнки пәйғәмбәрлек буйынса, ҡатындың тоҡомо йыландың башын ярырға тейеш. Тимәк, Алланың Улы терелергә тейеш булған. Бырыһы тап шулай үтәлгән дә! Язалап үлтерелгәндән һуң өс көн үткәс, Ғайса үлемһеҙ тормошҡа терелтелгән. Ул Йәһүә билдәләгән ваҡытта Шайтанды юҡ итәсәк (Евр. 2:14). Мәсих һәм уның хакимдаштары ерҙе Алланың бөтә дошмандарынан, йәғни йыландың тоҡомонан таҙартасаҡ (Асыл. 17:14; 20:4, 10) e.

 

НИ ӨСӨН БЫЛ ПӘЙҒӘМБӘРЛЕКТЕ БЕЛЕҮ МӨҺИМ?

13. Был пәйғәмбәрлектең үтәлеүе беҙгә нисек ҡағыла?

13 Әгәр һеҙ Алланың хеҙмәтсеһе булһағыҙ, был пәйғәмбәрлектең үтәлеүе туранан-тура һеҙгә ҡағыла. Нисек итеп? Ҡатын тоҡомоноң төп өлөшө, Ғайса, ерҙә кеше булараҡ йәшәгән. Ул камил рәүештә Атаһының үрнәгенә эйәргән (Яхъя 14:9). Уның ярҙамында беҙ Йәһүәне белдек һәм яраттыҡ. Өҫтәүенә, Ғайсаның өйрәтеүҙәре һәм уның бөгөн йыйылыштар менән етәкселек итеүе беҙгә ҙур файҙа килтерә. Йәһүә беҙҙе хуплаһын өсөн, Ғайса беҙҙе дөрөҫ йәшәргә өйрәтә. Һәм Алла Улы үксәһенән сағылған булғанға, йәғни үлгәнгә, беҙҙең киләсәккә өмөтөбөҙ бар. Сөнки Ғайса терелгәс, ул Йәһүәгә йолом ҡорбанының хаҡын тапшырған, ә был «беҙҙе һәр төрлө гонаһтарыбыҙҙан таҙарындыра» (1 Яхъя 1:7).

14. Йәһүәнең Эден баҡсаһында әйткән пәйғәмбәрлеге шунда уҡ үтәлергә тейеш булмағанын беҙ ҡайҙан беләбеҙ?

14 Йәһүәнең Эден баҡсаһында әйткән һүҙҙәре шунда уҡ үтәлмәгән. Сөнки символик ҡатын тоҡом тыуҙырырға, Шайтан үҙенә эйәргәндәрҙе йыйырға һәм был ике төркөм араһында дошманлыҡ үҫергә тейеш булған. Бының барыһы ваҡыт талап иткән. Беҙгә был пәйғәмбәрлекте белергә кәрәк, унда беҙҙең өсөн киҫәтеү бар: Шайтандың ҡулы аҫтында булған донъя Йәһүәнең хеҙмәтселәрен нәфрәт итәсәк. Быуаттар үткәс, Ғайса ла был хаҡта киҫәткән (Марк 13:13; Яхъя 17:14). Беҙ бөтәбеҙ ҙә был пәйғәмбәрлектең үтәлгәнен, айырыуса һуңғы 100 йылда, яҡшы күрәбеҙ.

15. Ни өсөн был донъя беҙҙе көндән-көн нығыраҡ нәфрәт итә, әммә ни өсөн Шайтандан ҡурҡырға кәрәкмәй?

15 1914 йылда Ғайса батша булып киткән һәм күп тә үтмәҫтән Шайтанды күктән бәреп төшөргән. Алланың был дошманы хәҙер ергә генә тәьҫир итә ала һәм үҙенең үлемен көтөп йәшәй (Асыл. 12:9, 12). Әммә ул тик ултырмай. Өмөтһөҙлөктән һәм ярһыуҙан ул үҙенең асыуын Алла халҡына яуҙыра (Асыл. 12:13, 17). Шуға күрә был донъя Алла хеҙмәтселәрен көндән-көн нығыраҡ нәфрәт итә. Шулай ҙа беҙ Шайтандан һәм уның яғында торғандарҙан ҡурҡырға тейеш түгел. Киреһенсә, беҙ: «Алла беҙҙең яҡлы булғас, кем беҙгә ҡаршы һуң?» — тип яҙған илсе Павелдың һүҙҙәре менән ризалашабыҙ (Рим. 8:31). Беҙҙең Йәһүәгә ышанырға бөтә сәбәптәребеҙ бар, сөнки беҙ Башланмыш 3:15-тәге пәйғәмбәрлектең күпселек өлөшөнөң үтәлгәнен күрҙек.

16—18. Башланмыш 3:15-тәге пәйғәмбәрлекте аңлау Кёртис, Урсула һәм Джессиканың тормошона нисек тәьҫир иткән?

16 Ниндәй генә һынауҙар менән осрашһаҡ та, Йәһүәнең Башланмыш 3:15-тә яҙылған пәйғәмбәрлеге беҙгә бирешмәҫкә ярҙам итә. Гуамда хеҙмәт иткән Кёртис исемле миссионер былай тип бүлешә: «Ҡай саҡ ауырлыҡтар арҡаһында Йәһүәгә тоғро ҡалыу еңел түгел. Әммә Башланмыш 3:15-тәге пәйғәмбәрлек өҫтөндә уйланыу миңә күктәге Атайыма ныҡ тотонорға ярҙам итә». Кёртис ҡәрҙәш Йәһүә бөтә ғазаптарыбыҙҙы бөтөргән көндө түҙемһеҙлек менән көтә.

17 Баварияла йәшәгән Урсула апай-ҡәрҙәште Башланмыш 3:15-тә яҙылған пәйғәмбәрлек Изге Яҙманың Алла тарафынан рухландырылғанына ышандырған. Ул был вәғәҙә менән башҡа пәйғәмбәрлектәр араһында тығыҙ бәйләнеш булғанын күргән. Һәм был уға ныҡ тәьҫир иткән. Ул бына нимә ти: «Беренсе кешеләр гонаһ ҡылғандан һуң, Йәһүәнең шунда уҡ кешелеккә өмөт биргәне минең күңелемә көслө йоғонто яһаны».

18 Микронезияла йәшәгән Джессика исемле апай-ҡәрҙәш бына нимә ти: «Мин хәҡиҡәтте тапҡан мәлде бер ҡасан да онотмам. Башланмыш 3:15-тә яҙылған пәйғәмбәрлек минең күҙ алдымда үтәлә! Был миңә шуны иҫтә тоторға ярҙам итә: Алла беҙҙең бөгөн йәшәгән кеүек йәшәүебеҙҙе теләмәгән. Был пәйғәмбәрлек шулай уҡ мине Йәһүәгә хеҙмәт итеүҙән дә яҡшыраҡ нәмә булмағанына һәм киләсәк иҫ киткес буласағына ныҡ ышандыра».

19. Ни өсөн беҙ Башланмыш 3:15-тәге пәйғәмбәрлектең тулыһынса үтәләсәгенә ышана алабыҙ?

19 Күреүебеҙсә, Башланмыш 3:15-тәге пәйғәмбәрлек тулыһынса үтәлеп бара. Ҡатындың тоҡомо һәм йыландың тоҡомо кемдәрҙе символлаштырғаны инде билдәле. Ҡатын тоҡомоноң төп өлөшө, Ғайса, инде үксәһенән сағылған, әммә хәҙер ул үлемһеҙ ҡөҙрәтле Батша. Йәһүә ҡатын тоҡомоноң күпселек өлөшөн инде йыйған. Пәйғәмбәрлектең беренсе өлөшө үтәлгәс, тимәк, икенсе өлөшө лә мотлаҡ үтәләсәк. Ҡатындың тоҡомо йыландың башын һис шикһеҙ ярасаҡ. Шайтан мәңгегә юҡ ителгәс, Аллаға тоғро булған кешеләр еңеллек менән һулап ҡуясаҡ! Шуға күрә, ҡәрҙәштәр, зинһар өсөн бирешмәгеҙ. Аллабыҙ үҙенә тулыһынса ышанып булғанын инде күрһәткән. Ҡатындың тоҡомо аша ул «бөтә халыҡтарға» бөтмәҫ фатихалар яуҙырасаҡ (Баш. 22:18).

23-СӨ ЙЫР Йәһүә идара итә башлай

a Әгәр Башланмыш 3:15-тә яҙылған пәйғәмбәрлекте аңламаһаҡ, беҙ Изге Яҙмалағы хәбәрҙең тәрәнлегенә төшөнә алмаясаҡбыҙ. Был пәйғәмбәрлекте тикшереү Йәһүәгә иманыбыҙҙы нығытыр һәм уның бөтә вәғәҙәләренә ышаныс өҫтәр.

b Башланмыш 3:15, ЯДТ: «Һинең менән ҡатын араһына, һинең тоҡомоң менән уның тоҡомо араһына дошманлыҡ һаласаҡмын. Ҡатындың тоҡомо һинең башыңды ярыр, һин иһә уны үксәһенән сағырһың».

d «Башланмыш 3:14, 15-тә телгә алынған шәхестәр» тигән рамканы ҡарағыҙ.