Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

31-СЕ ӨЙРӘНЕҮ МӘҠӘЛӘҺЕ

Доға ҡылыу мөмкинлеген ҡәҙерләгеҙ

Доға ҡылыу мөмкинлеген ҡәҙерләгеҙ

«Доғам — һинең алдыңда әҙерләнгән фимиам кеүек... булһын» (ЗӘБ. 141:2).

47-СЕ ЙЫР Йәһүәгә көн дә доға ҡыл

БЫЛ МӘҠӘЛӘЛӘ a

1. Доға ҡылыу мөмкинлегенә нисек ҡарарға кәрәк?

 КҮКТЕ һәм ерҙе барлыҡҡа килтергән Йәһүә, беҙгә доға ҡылыу мөмкинлеген биреп, ҙур хөрмәт күрһәткән. Аллаға доға ҡылыр өсөн алдан яҙылырға кәрәкмәй. Беҙ уға төрлө ваҡытта һәм төрлө телдә күңелебеҙҙе бушата алабыҙ. Ҡайҙа ғына булһаҡ та — дауаханаламы, төрмәләме — күктәге ҡайғыртыусан Атабыҙ беҙҙе ишетә. Һәм беҙ уға был бүләге өсөн бик рәхмәтле!

2. Дауыт доға ҡылыу мөмкинлеген ҡәҙерләгәнен нисек күрһәткән?

2 Дауыт батша доға ҡылыу мөмкинлеген бик ҡәҙерләгән. Яҙған мәҙхиәләренең береһендә ул Йәһүәгә былай тип йырлаған: «Доғам — һинең алдыңда әҙерләнгән фимиам кеүек... булһын» (Зәб. 141:1, 2). Дауыт көндәрендә руханиҙар Аллаға хеҙмәт итеүҙә ҡулланған фимиамды ентекләп әҙерләгән (Сығ. 30:34, 35). Дауыт фимиамды юҡҡа ғына иҫкә алмаған. Күрәһең, ул күктәге Атаһына нимә әйтерен алдан яҡшы итеп уйлаған. Әлбиттә, беҙҙең дә шундай теләк бар. Беҙ доғаларыбыҙҙың Йәһүәгә хуш килеүен теләйбеҙ.

3. Доға ҡылғанда Йәһүәгә ҡарашыбыҙ ниндәй булырға тейеш һәм ни өсөн?

3 Доға ҡылғанда беҙ үҙебеҙҙе артыҡ иркен тоторға тейеш түгел. Киреһенсә, доғаларыбыҙҙа Аллаға ҡарата тәрән хөрмәт сағылырға тейеш. Ишағыя, Йәзәкил, Данил һәм Яхъя күргән иҫ киткес күренештәрҙе иҫегеҙгә төшөрөгөҙ. Күренештәр төрлө булһа ла, уларҙың уртаҡ яғы булған. Уларҙың барыһында ла Йәһүә бөйөк Батша булып һүрәтләнә. Ишағыя «бөйөк һәм мөһабәт тәхеттә ултырыусы Йәһүәне» күргән (Ишағ. 6:1—3). Йәзәкил күренештә күктәге арбала ултырған Йәһүәне күргән. Ул был күренеште былай тип һүрәтләгән: «[Йәһүәне] бар яҡтан балҡыш солғап алған ине. Шул балҡыш... йәйғорға оҡшаш ине» (Йәз. 1:26—28). Данил күренештә «боронғонан йәшәп килгән Заттың үҙ тәхетенә ултырғанын» күргән. «Уның кейеме ҡарҙай ап-аҡ... Уның тәхете гүйә ут ялҡындары», — тип яҙған Данил (Дан. 7:9, 10). Ә Яхъя Йәһүәне «зөбәржәт төҫөндәге йәйғор уратып алған» тәхеттә ултырыусы итеп күргән (Асыл. 4:2—4). Йәһүәнең данын бер нәмә менән дә сағыштырып булмай! Бының тураһында уйлағанда, беҙ доға ҡылыу мөмкинлеге өсөн тағы ла рәхмәтлерәк булып китәбеҙ. Бынан тыш, был күренештәр Йәһүәгә тәрән хөрмәт менән доға ҡылырға кәрәк икәнен иҫебеҙгә төшөрә. Әммә нимә тураһында беҙ доға ҡыла алабыҙ?

«ОШОЛАЙ ТИП ДОҒА ҠЫЛЫҒЫҘ»

4. Өлгөлө доғаның беренсе һүҙҙәренән беҙ нимәгә өйрәнәбеҙ? (Матфей 6:9, 10).

4 Матфей 6:9, 10-ды уҡығыҙ. Тауҙағы вәғәзендә Ғайса үҙенең шәкерттәрен доға ҡылырға өйрәткән һәм уларҙың доғалары Алланың күңеленә хуш килһен өсөн быны нисек эшләргә кәрәк икәнен аңлатҡан. «Ошолай тип доға ҡылығыҙ» тигән һүҙҙәрҙән һуң Ғайса Алланың ихтыяры менән туранан-тура бәйле булған нәмәләрҙе әйтеп киткән. Был — Алланың исемен изгеләндереү, Йәһүәнең бөтә дошмандарын юҡ иткән Батшалыҡтың килеүе һәм кешелектең матур киләсәге. Әгәр былар тураһында доға ҡылһаҡ, Алланың ихтыяры беҙҙең өсөн мөһим икәнен күрһәтербеҙ.

5. Йәһүә шәхси үтенестәребеҙҙе ишетәме?

5 Ғайса шулай уҡ шәхси үтенестәребеҙ тураһында доға ҡылыуҙың бер насарлығы ла юҡ икәнен күрһәткән. Беҙ Йәһүәгә көндәлек ризыҡ һәм гонаһтарыбыҙҙың кисерелеүе хаҡында әйтә алабыҙ. Шулай уҡ, ҡотҡоға бирелмәҫкә ярҙам ит һәм «Иблистән һаҡла», тип үтенә алабыҙ (Матф. 6:11—13). Шундай үтенестәр Аллаға мохтаж икәнебеҙҙе һәм уның хуплауын алырға теләгәнебеҙҙе күрһәтә.

Ағай-ҡәрҙәш ҡатыны менән нимә тураһында доға ҡыла ала? (6-сы абзацты ҡарағыҙ.) c

6. Ғайса өлгөлө доғала телгә алған нәмәләр тураһында ғына доға ҡылырға кәрәкме? Аңлатығыҙ.

6 Ғайса үҙ шәкерттәренең өлгөлө доғаны һүҙмә-һүҙ ҡабатлауҙарын теләмәгән. Доға ҡылғанда ул үҙе лә уны борсоған төрлө нәмәләр тураһында әйткән (Матф. 26:39, 42; Яхъя 17:1—26). Шуның шикелле, беҙ ҙә үҙебеҙҙе борсоған һәр нәмә тураһында әйтә алабыҙ. Ниндәйҙер ҡарар ҡабул итергә кәрәк булғанда, Йәһүәнән зирәклек һорау бик мөһим (Зәб. 119:33, 34). Ә яңы йөкләмәгә тотонғанда, ни өсөн Йәһүәнән уны нисек эшләп булғаны тураһында һорамаҫҡа? (Ғиб. һүҙ. 2:6). Ата-әсәләр — балалары өсөн, ә балалар ата-әсәләре өсөн доға ҡыла ала. Шулай уҡ беҙ барыбыҙ ҙа өйрәнеүселәребеҙ өсөн һәм вәғәздә осраған кешеләр өсөн доға ҡыла алабыҙ. Әлбиттә, доғаларыбыҙҙа үтенестәр генә булырға тейеш түгел.

Беҙ доғаларыбыҙҙа Йәһүәне нимә өсөн данлай алабыҙ һәм уға рәхмәттәр әйтә алабыҙ? (7—9-сы абзацтарҙы ҡарағыҙ.) d

7. Ни өсөн доғала Йәһүәне данларға кәрәк?

7 Доға ҡылғанда Йәһүәне данларға онотмағыҙ. Ул ғына бөйөк данға лайыҡ. Йәһүә «игелекле һәм кисерергә әҙер». Шулай уҡ ул «шәфҡәтле һәм ҡыҙғаныусан Алла». Ул ярһырға ашыҡмай, «тоғро мөхәббәткә бай һәм һәр ваҡыт тоғро» (Зәб. 86:5, 15). Йәһүәне маҡтамай булмай, сөнки ул шундай яҡшы Шәхес, ә уның эштәре таң ҡалырлыҡ!

8. Беҙ Йәһүәгә нимә өсөн рәхмәттәр белдерә алабыҙ? (Зәбур 104:12—15, 24).

8 Йәһүәне данлауҙан башҡа, иҫ киткес бүләктәре өсөн уға рәхмәттәр белдереү мөһим. Мәҫәлән, матур сәскәләр, тәмле ризыҡ һәм яҡын дуҫтарыбыҙ өсөн уға рәхмәт әйтергә була. Ошондай һәм башҡа иҫ киткес бүләктәр биреп, ҡайғыртыусан Атабыҙ беҙҙең бәхетле булыуыбыҙҙы теләй (Зәбур 104:12—15, 24-те b уҡығыҙ.) Бынан тыш, Йәһүә беҙгә мул рухи аҙыҡ һәм киләсәккә иҫ киткес өмөт бүләк иткән. Беҙ быға бигерәк тә рәхмәтле.

9. Йәһүәгә рәхмәт әйтергә онотмаҫҡа беҙгә нимә ярҙам итер? (1 Фессалоникаларға 5:17, 18).

9 Ҡайһы ваҡыт беҙ Йәһүәгә рәхмәт әйтергә онотабыҙ. Шундай саҡта нимә эшләп була? Йәһүәнән нимә һорағанығыҙҙың исемлеген төҙөгөҙ. Һәм ул нисек яуап биргәнен күрер өсөн ваҡыт-ваҡыт шул исемлекте тикшереп тороғоҙ. Унан һуң Йәһүәгә ярҙамы өсөн рәхмәт әйтегеҙ. (1 Фессалоникаларға 5:17, 18-ҙе уҡығыҙ.) Бына нимә тураһында уйланығыҙ. Башҡалар беҙгә рәхмәт әйткәндә, беҙ бик ҡыуанабыҙ. Йәһүәгә лә беҙҙең рәхмәтле булыуыбыҙ шатлыҡ килтерә (Кол. 3:15). Әммә Аллаға рәхмәт әйтер өсөн беҙҙең тағы бер етди сәбәп бар.

ЙӘҺҮӘГӘ УНЫҢ ЯРАТҠАН УЛЫ ӨСӨН РӘХМӘТЛЕ БУЛЫҒЫҘ

10. Ни өсөн беҙ Йәһүәгә Ғайсаны ергә ебәргәне өсөн рәхмәтле булырға тейеш? (1 Петр 2:21).

10 1 Петр 2:21-ҙе уҡығыҙ. Беҙ Йәһүәгә, беҙҙе өйрәтергә теләп, үҙенең яратҡан Улын ебәргәне өсөн рәхмәтле булырға тейеш. Ғайсаның тормошо менән танышып, беҙ күктәге Атабыҙ тураһында һәм уны нисек һөйөндөрөп булғаны хаҡында күпте беләбеҙ. Әгәр Йәһүәнең яҡын дуҫтары булырға һәм уның менән татыу булырға теләһәк, беҙгә Мәсихтең йолом ҡорбанына ышанырға кәрәк (Рим. 5:1).

11. Ни өсөн беҙ Ғайса Мәсих аша доға ҡылырға тейеш?

11 Беҙ Йәһүәгә уның Улы аша доға ҡыла алғаныбыҙ өсөн бик рәхмәтле. Йәһүә беҙҙең доғаларыбыҙға уның аша яуап бирә. Әгәр беҙ Ғайса Мәсих исеменән доға ҡылһаҡ, Йәһүә беҙҙең үтенестәребеҙҙе тыңлай һәм беҙ мохтаж булған нәмәләрҙе бирә. Ғайса былай тип аңлатҡан: «Исемемде әйтеп нимә генә һораһағыҙ ҙа, эшләрмен; шулай итеп Ата Үҙ данлы бөйөклөгөн Улы аша күрһәтер» (Яхъя 14:13, 14).

12. Йәһүәгә Улы өсөн рәхмәтле булырға беҙҙең тағы ниндәй сәбәп бар?

12 Мәсихтең йолом ҡорбаны нигеҙендә Йәһүә беҙҙең гонаһтарыбыҙҙы кисерә. Изге Яҙмала Ғайса «күктәрҙә Мөһабәт Алланың тәхетенең уң яғына ултырған» Баш рухани итеп һүрәтләнә (Евр. 8:1). Ул «Ата алдында беҙҙең Яҡлаусыбыҙ» (1 Яхъя 2:1). Беҙ Йәһүәгә шундай аңлаусан Баш рухани биргәне өсөн рәхмәтлебеҙ. Ул беҙҙең етешһеҙлектәребеҙҙе аңлауҙан тыш, шулай уҡ «беҙҙең өсөн Аллаға ялбара» (Рим. 8:34; Евр. 4:15). Беҙ камил кешеләр түгел, шуға күрә әгәр Мәсихтең йоломо булмаһа, беҙҙең хатта доға ҡылыу мөмкинлеге лә булмаҫ ине. Һис шикһеҙ ризалашырһығыҙ, беҙ Йәһүәгә шундай ҡиммәтле бүләге — уның ҡәҙерле Улы өсөн бер ваҡытта ла тулыһынса ҡайтара алмаясаҡбыҙ.

ҠӘРҘӘШТӘР ӨСӨН ДОҒА ҠЫЛЫҒЫҘ

13. Үлер алдынан Ғайса шәкерттәренә үҙ яратыуын нисек күрһәткән?

13 Ғайса үлер алдынан төндә Атаһына шәкерттәре хаҡында оҙаҡ доға ҡылған һәм уларҙы Иблистән һаҡлауын үтенгән (Яхъя 17:15). Алла Улына ҡаты һынауҙар аша үтергә тура килһә лә, ул үҙе тураһында түгел, ә илселәре хаҡында борсолған. Был Ғайсаның уларға ҡарата тәрән яратыуын күрһәтә.

Ҡәрҙәштәребеҙ өсөн доға ҡылғанда, Йәһүәнән нимә тураһында һорай алабыҙ? (14—16-сы абзацтарҙы ҡарағыҙ.) e

14. Ҡәрҙәштәргә ҡарата яратыуыбыҙҙы нисек күрһәтеп була?

14 Беҙ Ғайсанан өлгө алырға тырышабыҙ, шуға күрә үҙебеҙ хаҡында ғына уйламайбыҙ. Доғаларҙа беҙ йыш ҡына ҡәрҙәштәр өсөн һорайбыҙ. Шулай эшләп, беҙ Ғайсаның «бер-берегеҙҙе яратығыҙ» тигән әмере буйынса эш итәбеҙ һәм Йәһүәгә ҡәрҙәштәребеҙҙе ни тиклем ныҡ яратҡаныбыҙҙы күрһәтәбеҙ (Яхъя 13:34). Ҡәрҙәштәр өсөн ҡылған доғаларыбыҙ уларға бик ярҙам итә ала. Сөнки Алла Һүҙендә: «Тәҡүә кешенең доғаһы көслө, ул күпте эшләргә һәләтле», — тип әйтелә (Яҡ. 5:16).

15. Ни өсөн ҡәрҙәштәр беҙҙең доғаларыбыҙға мохтаж?

15 Ҡәрҙәштәребеҙ күп һынауҙар менән осраша. Шуға күрә улар беҙҙең доғаларыбыҙға бик мохтаж. Беҙ Йәһүәгә тәбиғәт афәттәренән, һуғыштарҙан һәм эҙәрләүҙәрҙән зыян күргән, шулай уҡ ауырыған йә башҡа ауырлыҡтар менән осрашҡан ҡәрҙәштәр өсөн доға ҡыла алабыҙ. Бынан тыш, бәләгә эләккәндәргә үҙҙәрен йәлләмәйенсә ярҙам иткән ҡәрҙәштәребеҙ өсөн доға ҡылыу мөһим. Бәлки, һеҙ ҙә ундай ҡәрҙәштәр менән таныштыр. Беҙ, уларҙың исемдәрен әйтеп, улар өсөн доға ҡыла алабыҙ. Шулай итеп беҙ ҡәрҙәшлегебеҙгә ысын яратыу күрһәтәбеҙ.

16. Ни өсөн беҙ яуаплы ағай-ҡәрҙәштәр өсөн доға ҡылырға тейеш?

16 Беҙ йыйылыштағы яуаплы ағай-ҡәрҙәштәр өсөн доға ҡылғанға, улар бик рәхмәтле. Әгәр улар өсөн доға ҡылмаһаҡ, уларға үҙ вазифаларын үтәүе ауырыраҡ булыр ине. Был турала илсе Павел былай тип яҙған: «Һөйөнөслө Хәбәрҙең серен тәүәккәл белдереүемде теләп, һөйләгән саҡта кәрәкле һүҙҙәр табылып торһон тип, минең өсөн дә доға ҡылығыҙ» (Ефес. 6:19). Бөгөн арабыҙҙа Павел һымаҡ фиҙаҡәр ағай-ҡәрҙәштәр бик күп. Шундай ҡәрҙәштәрҙе яратҡанға, беҙ Йәһүәгә, уларға ярҙам ит, тип доға ҡылабыҙ.

БАШҠАЛАР АЛДЫНДА ДОҒА ҠЫЛҒАНДА

17, 18. Ниндәй осраҡта беҙгә башҡалар алдында доға ҡылырға тура килергә мөмкин һәм нимәне иҫтә тоторға кәрәк?

17 Ҡайһы саҡта беҙҙе башҡалар алдында доға ҡылырға һорайҙар. Мәҫәлән, бер апай-ҡәрҙәш икенсеһен Изге Яҙма өйрәнеүенә саҡыра һәм доға ҡылырға һорай. Саҡырылған апай-ҡәрҙәш өйрәнеүсенең бөтә шарттарын белмәҫкә мөмкин, шуға күрә ул өйрәнеүҙең аҙағында доға ҡылыу яҡшыраҡ булыр тигән ҡарарға килер. Шул ваҡытта доға ҡылғанда уға өйрәнеүсенең ихтыяждарын иҫәпкә алыуы еңелерәк булыр.

18 Ағай-ҡәрҙәштәр йыйылыш осрашыуында йә вәғәз осрашыуында доға ҡыла. Улар нимәне иҫтә тоторға тейеш? Беренсе сиратта, уларға ни өсөн унда йыйылғандарын иҫәпкә алырға кәрәк. Бынан тыш, доғала улар йыйылышҡа кәңәш бирергә йә ниндәйҙер белдереүҙәр яһарға тейеш түгел. Шулай уҡ йырға һәм доғаға, ғәҙәттә, биш минут бүленә. Тимәк, ағай-ҡәрҙәштәр, бигерәк тә осрашыу алдынан, доға ҡылғанда «күп һүҙ» әйтергә тейеш түгел (Матф. 6:7).

ДОҒА ТОРМОШОҒОҘҘОҢ МӨҺИМ ӨЛӨШӨ БУЛҺЫН

19. Йәһүәнең хөкөм көнөнә әҙер булырға беҙгә нимә ярҙам итер?

19 Йәһүә көнө яҡынлашҡанға, доға ҡылыу беҙҙең өсөн тағы ла мөһимерәк булырға тейеш. Бына ни өсөн Ғайса: «Һәр ваҡыт уяу булығыҙ һәм, буласаҡ бәлә-ҡазаларға түҙерлек... көсөгөҙ булһын өсөн доға ҡылығыҙ», — тигән (Лука 21:36). Әгәр беҙ Йәһүәгә һәр ваҡыт доға ҡылып торһаҡ, рухи яҡтан көслө булырбыҙ һәм хөкөм көнө беҙ көтмәгәндә килмәҫ.

20. Ниндәй саҡта беҙҙең доғаларыбыҙҙы хуш еҫле фимиам менән сағыштырып була?

20 Был мәҡәләнән беҙ нимә белдек? Беҙгә доға ҡылыу мөмкинлеген ҡәҙерләргә кәрәк. Доғаларыбыҙҙың төп темаһы Йәһүәнең ихтыяры менән бәйле булырға тейеш. Шулай уҡ Аллаға уның Улы өсөн һәм Мәсихтең идараһы аҫтындағы Батшалыҡ өсөн рәхмәт әйтергә кәрәк. Бынан тыш, беҙгә ҡәрҙәштәр өсөн доға ҡылыу мөһим. Һәм, әлбиттә, Йәһүә беҙҙең көндәлек ихтыяждарыбыҙ хаҡында ҡайғыртһын тип, һәм рухи яҡтан ныҡ булып ҡалырға ярҙам итһен тип, доға ҡылыу урынлы. Доғала нимә тураһында әйтергә теләгәнебеҙҙе алдан уйлаһаҡ, беҙ Аллаға мөрәжәғәт итеү мөмкинлеген ҡәҙерләгәнебеҙҙе күрһәтәбеҙ. Шул саҡта һүҙҙәребеҙ, фимиам һымаҡ, Йәһүәнең «күңеленә хуш» килер (Ғиб. һүҙ. 15:8).

45-СЕ ЙЫР Күңел түремдәге уйҙарым

a Доға ҡылыу мөмкинлеге — Йәһүәнең бик ҡәҙерле бүләге. Беҙ доғаларыбыҙҙың Алла өсөн хуш еҫле фимиам һымаҡ булыуын теләйбеҙ. Был мәҡәләлә нимә тураһында доға ҡылырға, шулай уҡ башҡалар алдында доға ҡылғанда нимәне иҫәпкә алырға кәрәклеген ҡарап сығырбыҙ.

b Зәбур 104:12—15, 24: «Һыуҙар янында ҡоштар ҡунырға туҡтай, улар ҡуйы япраҡлы ағастар араһында һайрай. 13 Ул үҙенең өҫкө бүлмәләренән тауҙарҙы һуғара. Эштәреңдең емештәре менән ер туйына. 14 Ул мал-тыуарға — үлән, кешеләр файҙаһына үҫемлектәр үҫтерә, ер тупрағынан ризыҡ булдыра: 15 кеше күңелен шатландырған шарап, йөҙөн ялтыратҡан май, кешенең йөрәген нығытҡан икмәк. 24 Эй Йәһүә, ҡылған эштәрең шул тиклем күп! Һин уларҙың барыһын зирәклек менән яратҡанһың. Ер йөҙө һин булдырған нәмәләр менән тулы».

c РӘСЕМДӘ: ағай-ҡәрҙәш ҡатыны менән мәктәптә уҡыған ҡыҙының именлеге өсөн, дауаханала ятҡан ҡайныһының һаулығы өсөн һәм Изге Яҙманы өйрәнгән кеше өсөн доға ҡыла.

d РӘСЕМДӘ: йәш ағай-ҡәрҙәш Йәһүәгә Мәсихтең йолом ҡорбаны өсөн, беҙҙең иҫ киткес йәшәү урыныбыҙ өсөн һәм файҙалы ризыҡ өсөн рәхмәттәр әйтә.

e РӘСЕМДӘ: апай-ҡәрҙәш Йәһүәгә Етәксе кәңәшмәне үҙ рухы менән нығытһын тип, шулай уҡ тәбиғәт афәттәренән һәм эҙәрләүҙәрҙән ғазап сиккәндәргә ярҙам итһен тип, доға ҡыла.