Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

32-СЕ ӨЙРӘНЕҮ МӘҠӘЛӘҺЕ

Йәһүәнән өлгө алығыҙ — һығылмалы булығыҙ

Йәһүәнән өлгө алығыҙ — һығылмалы булығыҙ

«[Һығылмалы] аҡыллы булыуығыҙ һәр кемгә билдәле булһын» (ФЛП. 4:5, ЯДТ, төшөрмә).

89-СЫ ЙЫР Нәсихәткә ҡолаҡ һал

БЫЛ МӘҠӘЛӘЛӘ a

Һеҙ ниндәй ағасҡа оҡшаш булырға теләр инегеҙ? (1-се абзацты ҡарағыҙ.)

1. Мәсихсе ҡайһы яҡтан ағас кеүек булырға тейеш? (Рәсемде лә ҡарағыҙ.)

 «ЭЙЕЛГӘН ағасҡа ел теймәҫ». Был мәҡәлдә ағастарҙың һығылмалы булыуына баҫым яһала. Мәсихсегә рухи яҡтан үҫер өсөн һығылмалы булыу бик мөһим. Был нимәне аңлата? Беҙгә һәр ваҡыт үҙгәреп торған шарттарға яраҡлашырға, шулай уҡ башҡаларҙың ҡараштарын һәм ҡарарҙарын хөрмәт итергә кәрәк.

2. Ниндәй сифаттар беҙгә үҙгәреп торған шарттарға яраҡлашырға ярҙам итер һәм был мәҡәләнән беҙ нимә белербеҙ?

2 Йәһүәнең хеҙмәтселәре булараҡ, беҙ һығылмалы булырға, үҙебеҙҙе кесе итеп тоторға һәм ҡыҙғаныу сифатын сағылдырырға теләйбеҙ. Ошо мәҡәләлә был сифаттарҙың ҡайһы бер ҡәрҙәштәргә үҙгәргән шарттарға яраҡлашырға нисек ярҙам иткәнен ҡарап сығырбыҙ. Шулай уҡ был сифаттарҙың беҙгә ҡайһы яҡтан ярҙам итә аласағын белербеҙ. Әйҙәгеҙ, Йәһүә һәм Ғайсаның һығылмалы булыуҙарының камил үрнәгенә иғтибар итәйек.

ЙӘҺҮӘ МЕНӘН ҒАЙСА ЯРАҠЛАША БЕЛӘ

3. Йәһүәнең яраҡлаша белеүе нимәнән күренә?

3 Йәһүә ныҡ һәм ҡаҡшамаҫ, шуға күрә Изге Яҙмала ул «Ҡая» тип атала (Ҡан. 32:4). Шул уҡ ваҡытта ул һығылмалы аҡылға эйә. Был донъяла шарттар һәр ваҡыт үҙгәреп тора. Әммә беҙҙең Аллабыҙ үҙ ихтыярын үтәр өсөн яраҡлашырға һәм үҙгәрештәр яһарға әҙер. Алла кешеләрҙе үҙенә оҡшатып барлыҡҡа килтергән һәм уларға үҙгәреп торған шарттарға яраҡлашыу һәләттәрен биргән. Шулай уҡ ул беҙгә төрлө ауырлыҡтарҙы йырып сығыр өсөн аҡыллы ҡарарҙар ҡабул итергә ярҙам иткән аныҡ принциптар биргән. Йәһүәнең өлгөһө һәм ул биргән принциптар шуны күрһәтә: Йәһүә «Ҡая» кеүек ныҡ булһа ла, шул уҡ ваҡытта һығылмалылыҡ сағылдыра.

4. Йәһүәнең яраҡлаша белеүенә миҫал килтерегеҙ (Левиттар 5:7, 11).

4 Йәһүәнең бөтә юлдары камил, ул яраҡлаша белә. Ул ҡырыҫ һәм талапсан түгел. Мәҫәлән, ҡорбандар килтереү тураһында әйткәндә, ул израилдәрҙең шарттарын иҫәпкә алған. Ул байҙарҙың да, ярлыларҙың да бер төрлө ҡорбан килтереүҙәрен талап итмәгән. Ҡайһы бер осраҡтарҙа ул кешеләргә үҙҙәренең шарттарына ярашлы ҡорбандар килтерергә рөхсәт иткән. (Левиттар 5:7, 11-ҙе уҡығыҙ.)

5. Ни өсөн беҙ Йәһүә тураһында, ул — кеселекле һәм ҡыҙғаныусан Алла, тип әйтә алабыҙ?

5 Йәһүә — кеселекле һәм ҡыҙғаныусан Алла. Бына ни өсөн ул еңел яраҡлаша. Мәҫәлән, Йәһүәнең үҙен кесе итеп тотоуы Содомдың яуыз халҡын юҡ итергә йыйынғанда асыҡ күренгән. Фәрештәләре аша Йәһүә тәҡүә Лутҡа тауҙарға ҡасырға ҡушҡан. Әммә Лут унда барырға ҡурҡҡан. Шуға күрә ул Йәһүәнән үҙенә һәм ғаиләһенә Соар тигән бәләкәй ҡалаға ҡасырға рөхсәт итеүен үтенгән. Йәһүә Луттан бирелгән күрһәтмәләр буйынса эш итеүен талап итә алыр ине. Бының урынына Йәһүә Луттың үтенесен үтәгән һәм тәүҙә Соар ҡалаһын юҡ итергә ниәтләһә лә, уны һаҡлаған (Баш. 19:18—22). Быуаттар үткәс, Йәһүә Ниневия халҡына шәфҡәтлек сағылдырған. Ул Юныс пәйғәмбәрҙе Ниневияға ҡаланың һәм ундағы бөтә халыҡтың юҡ ителәсәге тураһында хәбәр итергә ебәргән. Әммә Ниневия халҡы тәүбә иткән. Шуға күрә Йәһүә кешеләрҙе лә, ҡаланы ла юҡ итмәгән (Юныс 3:1, 10; 4:10, 11).

6. Ғайса, башҡаларҙың шарттарын иҫәпкә алып, нисек Йәһүәнән өлгө алған?

6 Ғайса ла кешеләрҙең шарттарын иҫәпкә алған, шулай итеп ул Атаһынан өлгө алғанын күрһәткән. Йәһүә Ғайсаны ергә ебәреп, «Израиль халҡының юғалған һарыҡтарына ғына» вәғәзләргә ҡушҡан. Әммә был йөкләмәне үтәгәндә Ғайса һығылмалылыҡ сағылдырған. Бер ваҡыт Израиль халҡынан булмаған ҡатын Ғайсанан ендәр эйәләшкән һәм ныҡ ғазапланған ҡыҙының һауыҡтырыуын үтенгән. Ғайса, был ҡатынды йәлләп, уның ҡыҙын һауыҡтырған (Матф. 15:21—28). Тағы бер миҫал ҡарап сығайыҡ. Ғайса илселәрен өйрәткәндә: «Кем кешеләр алдында минән ваз кисһә, шул кешенән мин дә… ваз кисермен», — тигән (Матф. 10:33). Әммә Ғайса үҙен өс тапҡыр инҡар иткән Петрҙан ваз кискәнме? Юҡ. Ул илсеһенең тәүбә итеүен һәм иманын күргән. Терелгәндән һуң Ғайса Петрға күренгән һәм уны үҙ яратыуына һәм ғәфү итеүенә ышандырған (Лука 24:33, 34).

7. Филиптарға 4:5-кә килтерелгән төшөрмәлә әйтелгәнсә, беҙ ниндәй абруй ҡаҙанырға теләйбеҙ?

7 Күреүебеҙсә, Йәһүә менән Ғайса һығылмалылыҡ сағылдыра. Ә беҙҙең турала нимә әйтеп була? Йәһүә беҙҙең дә һығылмалы булыуыбыҙҙы теләй. (Филиптарға 4:5-те уҡығыҙ, ЯДТ.) Изге Яҙманың бер тәржемәһендә Филиптарға 4:5-тә: «Тәртибебеҙ һығылмалы булыуыбыҙҙы күрһәтергә тейеш», — тип әйтелә. Беҙ үҙебеҙҙән былай тип һорай алабыҙ: «Мине һығылмалы, юл ҡуйыусан, йомшаҡ тип һанайҙармы? Йәиһә мине ҡырыҫ, ҡаты бәғерле, үҙ һүҙле кеше итеп күрәләрме? Бөтә нәмә минеңсә булһын тип, үҙ һүҙемдә тораммы? Йәиһә мин башҡаларҙы тыңлайыммы һәм урынлы булғанда уларҙың теләктәрен иҫәпкә аламмы?» Һығылмалылыҡ сифатын яҡшыраҡ сағылдырған һайын, беҙ Йәһүәгә һәм Ғайсаға күберәк оҡшаш булып китәбеҙ. Әйҙәгеҙ, был сифатты күрһәтергә кәрәк булған ике өлкәне ҡарап сығайыҡ: шарттарыбыҙ үҙгәргәндә, шулай уҡ башҡаларҙың ҡараштары һәм ҡарарҙары беҙҙекенән айырылып торғанда.

ҮҘГӘРГӘН ШАРТТАРҒА ЯРАҠЛАШЫҒЫҘ

8. Шарттар үҙгәргәндә беҙгә һығылмалы булырға нимә ярҙам итер? (Төшөрмәне лә ҡарағыҙ.)

8 Һығылмалы булыу үҙгәргән шарттарға яраҡлаша белеүҙе аңлата. Шундай үҙгәрештәр арҡаһында беҙҙең көтөлмәгән ауырлыҡтар тыуыуы ихтимал. Мәҫәлән, сәләмәтлегебеҙ менән бәйле етди ауырлыҡтар тыуырға мөмкин. Ә иҡтисади һәм сәйәси үҙгәрештәр тормошобоҙҙоң аҫтын-өҫкә әйләндерә ала (Вәғ. 9:11; 1 Кор. 7:31). Ойошмала билдәләнеүҙәрҙең үҙгәреүе беҙҙең өсөн һынау булырға мөмкин. Ниндәй генә ауырлыҡтар менән осрашһаҡ та, яңы шарттарға яраҡлашып китергә ошо дүрт аҙым ярҙам итер: 1) ысынбарлыҡты таныу, 2) алға ҡарау, 3) ыңғай ҡараш һаҡлау, 4) башҡалар хаҡында ҡайғыртыу b. Әйҙәгеҙ, ошо кәңәштәрҙең ҡәрҙәштәргә нисек ярҙам иткәнен ҡарап сығайыҡ.

9. Бер миссионер пар көтөлмәгән ауырлыҡтарын нисек йырып сыҡҡан?

9 Ысынбарлыҡты танығыҙ. Эмануэ́ле менән Франче́ска икенсе илгә миссионер итеп билдәләнгән булған. Улар яңы телде өйрәнә башлағас һәм йыйылыш менән танышҡаc күп тә үтмәҫтән, COVID-19 пандемияһы ҡупҡан. Шунлыҡтан уларға изоляцияла ултырырға тура килгән. Шунан Франческаның әсәһе ҡапыл үлеп киткән. Әлбиттә, Франческа был ҡайғылы ваҡытта үҙ туғандары менән булырға теләгән. Ләкин пандемия арҡаһында ул уларға бара алмаған. Был ауыр шарттарҙа уға бирешмәҫкә нимә ярҙам иткән? Беренсенән, был пар көн һайын сығып торған ауырлыҡтарҙы еңер өсөн һәм сиктән тыш борсолмаҫ өсөн Йәһүәнән зирәклек һораған. Йәһүә Эмануэле менән Франческаның доғаларына үҙ ойошмаһы аша яуап биргән. Мәҫәлән, уларҙы бер ағай-ҡәрҙәштең интервьюла әйткән һүҙҙәре рухландырған: «Яңы шарттарға тиҙерәк яраҡлашырға тырышһаҡ, тиҙерәк шатлыҡ тойорбоҙ һәм яңы шарттарҙы мөмкин тиклем яҡшыраҡ ҡулланырбыҙ» c. Икенсенән, улар телефон аша вәғәзләүҙә оҫтарырға маҡсат ҡуйған. Улар хатта Изге Яҙма өйрәнеүе башлаған. Өсөнсөнән, улар урындағы ҡәрҙәштәрҙең рухландырыуы һәм ярҙам итеүе өсөн рәхмәтле булған. Бер ҡайғыртыусан апай-ҡәрҙәш уларға йыл дауамында көн һайын Изге Яҙманан ҡыҫҡа фекерҙәр ебәргән. Әгәр беҙ был миссионерҙар һымаҡ яңы шарттарҙы ҡабул итһәк, эшләй алғаныбыҙҙан шатлыҡ һәм ҡәнәғәтлек тойорбоҙ.

10. Бер апай-ҡәрҙәш тормошонда булған етди үҙгәрешкә нисек яраҡлашып киткән?

10 Алға ҡарағыҙ һәм ыңғай ҡараш һаҡлағыҙ. Румыниянан булған һәм Японияла йәшәгән Кристина исемле апай-ҡәрҙәштең миҫалына иғтибар итәйек. Ул йөрөгән инглиз телендәге йыйылыш ябылғас, бик күңелһеҙләнгән. Әммә ул иғтибарын үткәндәргә тупламаған. Ул япон телендәге йыйылышҡа күсергә һәм ашҡынып хеҙмәт итергә булған. Кристина элек үҙе менән эшләгән хеҙмәттәшенән япон телен өйрәтеүен һораған. Ул ҡатын Изге Яҙма һәм «Һин мәңге йәшәй алаһың!» тигән брошюра ярҙамында Кристинаны япон теленә өйрәтергә ризалашҡан. Һөҙөмтәһе иҫ киткес булған! Кристина япон телен өйрәнгән, ә иң мөһиме, теге ҡатын хәҡиҡәт менән ҡыҙыҡһына башлаған. Әгәр беҙ алға ҡараһаҡ һәм иғтибарыбыҙҙы ыңғай нәмәләргә туплаһаҡ, көтөлмәгән үҙгәрештәр көтөлмәгән фатихаларға әйләнергә мөмкин.

11. Бер парға аҡса менән бәйле ауырлыҡтарҙы еңеп сығырға нимә ярҙам иткән?

11 Башҡалар хаҡында ҡайғыртығыҙ. Эшмәкәрлегебеҙ тыйылған илдә йәшәгән бер пар, экономика ҡаҡшағандан һуң, аҡса яғынан ҡытлыҡ кисергән. Уларға яңы шарттарға яраҡлашырға нимә ярҙам иткән? Беренсенән, улар тормоштарын ябайлаштырған. Шулай уҡ улар иғтибарын үҙ проблемаларына тупламаған, ә башҡаларға ярҙам итеп, ашҡынып вәғәзләргә тырышҡан (Ғәм. 20:35). Ағай-ҡәрҙәш былай ти: «Беҙ, хеҙмәттә әүҙем ҡатнашып, Йәһүәнең эштәренә күп ваҡыт бүлдек. Шуға үҙебеҙҙе йәлләп ултырырға ваҡыт булманы». Эйе, шарттарыбыҙ үҙгәргән саҡта артабан да башҡаларға ярҙам итеү, айырыуса вәғәз эшендә ҡатнашыу үтә мөһим.

12. Илсе Павелдың өлгөһө беҙгә хеҙмәттә һығылмалы булырға нисек ярҙам итә?

12 Вәғәздә һығылмалы булыу мөһим. Беҙ ҡараштары һәм сығыштары төрлө булған кешеләрҙе осратабыҙ. Илсе Павел кешеләр менән уртаҡ тел табырға тырышҡан, һәм беҙ унан өлгө ала алабыҙ. Ғайса Павелды «йәһүд булмағандарҙың илсеһе» итеп билдәләгән (Рим. 11:13). Павел үҙ ролен бик яҡшы үтәгән. Ул еврейҙарға ғына түгел, гректарға ла, уҡымышлы кешеләргә, ябай крәҫтиәндәргә, түрәләргә һәм батшаларға ла вәғәзләгән. Ул кешеләрҙең йөрәктәренә үтеп инерлек итеп һөйләр өсөн, «бөтәһе өсөн барыһына» әйләнгән (1 Кор. 9:19—23). Павел, кешеләрҙе Аллаға йәлеп итер өсөн, уларҙың мәҙәниәтен, тәрбиәһен һәм дини ҡараштарын иҫәпкә алған. Хеҙмәттә осратҡан кешеләр менән уртаҡ тел тапһаҡ һәм тапҡыр булһаҡ, хеҙмәтебеҙ тағы ла уңышлыраҡ булып китер.

БАШҠАЛАРҘЫҢ ҠАРАШТАРЫН ХӨРМӘТ ИТЕГЕҘ

Һығылмалы булһаҡ, беҙ башҡаларҙың ҡараштарын хөрмәт итербеҙ (13-сө абзацты ҡарағыҙ.)

13. Башҡаларҙың ҡараштарын хөрмәт итһәк, беҙ 1 Коринфтарға 8:9-ҙа телгә алынған ниндәй ҡурҡыныстан һаҡланырбыҙ?

13 Һығылмалылыҡ беҙгә башҡаларҙың ҡараштарын хөрмәт итергә ярҙам итер. Мәҫәлән, ҡайһы бер апай-ҡәрҙәштәр биҙәнергә ярата, ә икенселәре биҙәнмәй. Ҡайһы бер мәсихселәр самаһын белеп иҫерткес эсемлектәр эсә, ә икенселәре уларҙан бөтөнләй баш тарта. (1 Коринфтарға 8:9-ҙы уҡығыҙ; 10:23, 24). Бөтә мәсихселәр һау булырға теләй, әммә төрлө дауаланыу һайлай. Минең генә ҡарарым дөрөҫ, тип уйлап, уны башҡаларға таҡһаҡ, ҡәрҙәштәр өсөн абыныу ташы булыуыбыҙ һәм бүленештәр тыуҙырыуыбыҙ бар. Һис шикһеҙ, беҙ улай эшләргә теләмәҫ инек. Изге Яҙмалағы принциптарҙы ҡулланыу беҙгә бер сиктән икенсеһенә һуғылмаҫҡа һәм татыулыҡ һаҡларға ярҙам итә. Әйҙәгеҙ, быны ике миҫал ярҙамында ҡарап сығайыҡ.

Һығылмалы булһаҡ, беҙ башҡаларҙың ҡараштарын хөрмәт итербеҙ (14-се абзацты ҡарағыҙ.)

14. Кейем һәм прическа һайлағанда, Изге Яҙмалағы ниндәй принциптар ярҙам итә?

14 Кейемебеҙ һәм прическабыҙ. Нисек кейенергә кәрәклеге тураһында әйткәндә, Йәһүә ҡәтғи ҡағиҙәләр урынлаштырмаған. Бының урынына ул принциптар биргән. Алла хеҙмәтселәре булараҡ, беҙ «тыйнаҡ кейенеп, әҙәп һәм намыҫ һаҡлап», аҡыл менән эш итеүебеҙҙе күрһәтәбеҙ (1 Тим. 2:9, 10; 1 Пет. 3:3). Беҙ үҙебеҙгә сиктән тыш күп иғтибар йәлеп итергә теләмәйбеҙ. Изге Яҙмалағы принциптар йыйылыш өлкәндәренә лә кейемгә һәм прическаға ҡағылышлы үҙ ҡағиҙәләрен урынлаштырмаҫҡа ярҙам итә. Бер йыйылышта ҡайһы бер йәш ағай-ҡәрҙәштәр ҡыҫҡа, әммә тырпайып торған заманса прическа йөрөткән. Өлкәндәр уларға, үҙ ҡағиҙәләрен урынлаштырмайынса, нисек ярҙам иткән? Улар район күҙәтеүсеһенең бындай кәңәшенә ҡолаҡ һалған: «Был йәш ҡәрҙәштәргә шуны әйтегеҙ: „Сәхнәнән сығыш яһағанда, кешеләр һеҙҙең нимә әйткәнегеҙгә ҡарағанда тышҡы ҡиәфәтегеҙгә күберәк иғтибар итә икән, тимәк, кейемегеҙҙе һәм прическағыҙҙы үҙгәртергә кәрәк“». Шундай фекер алышыуҙар йәш ҡәрҙәштәргә уларҙан нимә талап ителгәнен аңларға, ә өлкәндәргә үҙ ҡағиҙәләрен урынлаштырмаҫҡа ярҙам иткән d.

Һығылмалы булһаҡ, беҙ башҡаларҙың ҡараштарын хөрмәт итербеҙ (15-се абзацты ҡарағыҙ.)

15. Һаулыҡҡа ҡағылышлы ҡарарҙар ҡабул иткәндә, Изге Яҙмалағы ниндәй ҡанундар һәм принциптар ярҙам итә? (Римдарға 14:5).

15 Һаулыҡ. Һәр мәсихсе үҙ һаулығы тураһында нисек ҡайғыртырға икәнен үҙе хәл итергә тейеш (Гал. 6:5). Изге Яҙмала дауаланыуға ҡағылышлы бер нисә генә ҡанун бар, мәҫәлән, ҡандан һәм сихырсылыҡтан тыйылырға кәрәк (Ғәм. 15:20; Гал. 5:19, 20). Ә ҡалған өлкәләрҙә мәсихселәр нисек дауаланырға үҙҙәре хәл итә. Кемдер традицион медицинаға мөрәжәғәт итә, ә икенселәре альтернатив дауаланыу һайлай. Әгәр билдәле бер дауаланыу ысулы файҙалы икәненә инанһаҡ та, беҙ башҡаларҙың һайлау хоҡуғын хөрмәт итергә тейеш. Ошо фекерҙәрҙе иҫтә тотоғоҙ: 1) тик Алла Батшалығы ғына кешеләрҙе ауырыуҙарҙан тулыһынса һәм мәңгегә азат итәсәк (Ишағ. 33:24); 2) һәр мәсихсе үҙе өсөн иң яҡшы тип тапҡан ҡарарҙы ҡабул итә (Римдарға 14:5-те уҡығыҙ); 3) башҡаларҙы хөкөм итмәйек һәм улар өсөн абыныу ташы булмайыҡ, сөнки был уларҙың иманын ҡаҡшатырға мөмкин (Рим. 14:13); 4) мәсихселәр яратыу сағылдыра, сөнки улар өсөн йыйылыштағы берҙәмлек һәм татыулыҡ шәхси ҡараштарына ҡарағанда күпкә мөһимерәк (Рим. 14:15, 19, 20). Ошо фекерҙәрҙе иҫтә тотһаҡ, ҡәрҙәштәребеҙ менән татыулыҡта булырбыҙ һәм йыйылыш берҙәмлегенә үҙ өлөшөбөҙҙө индерербеҙ.

Һығылмалы булһаҡ, беҙ башҡаларҙың ҡараштарын хөрмәт итербеҙ (16-сы абзацты ҡарағыҙ.)

16. Өлкән булып хеҙмәт иткән ағай-ҡәрҙәш башҡа өлкәндәр менән ҡарар ҡабул иткәндә, нисек һығылмалылыҡ сағылдыра ала? (Фотоһүрәтте лә ҡарағыҙ.)

16 Йыйылыш өлкәндәре һығылмалы булыуҙа өлгө күрһәтергә тейеш (1 Тим. 3:2, 3). Ағай-ҡәрҙәш, мин башҡаларға ҡарағанда олораҡ һәм тәжрибәлерәк, бөтәһе лә минең менән һәр ваҡыт ризалашырға тейеш, тип уйламаҫ. Ул шуны аңлай: өлкәндәр кәңәшмәһе аҡыллы ҡарар ҡабул итә алһын өсөн, Йәһүә изге рух ярҙамында һәр ҡайһы өлкәнгә кәрәкле уй бирә ала. Өлкәндәрҙең күбеһенең ҡарары Изге Яҙмалағы принциптарға ҡаршы килмәһә, юл ҡуйыусан өлкән, башҡа ҡарашта булһа ла, улар менән ризалашыр.

ҺЫҒЫЛМАЛЫ БУЛЫУҘЫҢ ФАЙҘАҺЫ

17. Һығылмалылыҡ сағылдырғандарҙы ниндәй фатихалар көтә?

17 Һығылмалылыҡ сағылдырыу беҙгә күп фатихалар килтерә. Ҡәрҙәштәр менән мөнәсәбәттәребеҙ яҡшыра, ә йыйылыштарҙа тыныслыҡ хөкөм һөрә. Төрлө милләттән һәм мәҙәниәттән булыуға ҡарамаҫтан, Йәһүәнең беҙҙе бер ҙур татыу ғаиләгә йәлеп иткәненә шатланабыҙ. Ә иң мөһиме, беҙ һығылмалылыҡ сағылдырған Йәһүә Аллаға тағы ла нығыраҡ оҡшаш була алғаныбыҙға ҡыуанабыҙ.

90-СЫ ЙЫР Бер-беребеҙҙе дәртләндерәйек

a Йәһүә менән Ғайса һығылмалы, һәм улар беҙҙең дә шундай булыуыбыҙҙы теләй. Һығылмалы булһаҡ, тормоштағы үҙгәрештәргә, мәҫәлән, ауырыуҙарға йәиһә матди ауырлыҡтарға яраҡлашыуы еңелерәк булыр. Шулай уҡ беҙ йыйылыштың тыныслығына һәм берҙәмлегенә үҙ өлөшөбөҙҙө индерә алырбыҙ.

b 2016 йылдағы «Уянығыҙ!» журналының (тат.) № 4 сығарылышында «Үҙгәрештәрҙе нисек кисереп була?» тигән мәҡәләне ҡарағыҙ.

c Был видеояҙманы ҡарар өсөн jw.org сайтына инегеҙ һәм эҙләү юлында «Дмитрий Михайлов менән интервью» тигән һүҙбәйләнеште яҙығыҙ.

d Кейем һәм тышҡы ҡиәфәт тураһында күберәк мәғлүмәт табыр өсөн, «Һин мәңге йәшәй алаһың!» тигән китаптың 52-се дәресен ҡарағыҙ.