30-СЫ ӨЙРӘНЕҮ МӘҠӘЛӘҺЕ
«Мөхәббәтегеҙ... артҡандан-арта барһын»
«Мөхәббәтегеҙ... артҡандан-арта барһын тип доға ҡылам» (ФЛП. 1:9).
2-СЕ ЙЫР Һинең исемең Йәһүә
БЫЛ МӘҠӘЛӘЛӘ a
1. Изге Яҙманы өйрәнә башлағас, һеҙ нимә тураһында белдегеҙ?
ИЗГЕ ЯҘМАНЫ нисек өйрәнә башлағанығыҙҙы иҫегеҙгә төшөрөгөҙ. Бәлки, Алланың исеме бар икәнен белеү һеҙҙе ғәжәпләндергәндер. Алла кешеләрҙе утлы тамуҡта язаламай икәнен белеп, һеҙ, моғайын, еңел һулап ҡуйғанһығыҙҙыр. Әлбиттә, үлгән яҡындарығыҙҙың терелеүе тураһында һәм улар менән ерҙәге ожмахта йәшәй алыуығыҙ тураһында белеү һеҙҙе шатландырғандыр.
2. Рухи үҫешегеҙҙе һүрәтләп бирегеҙ (Ефестарға 5:1, 2).
2 Алла Һүҙен күберәк өйрәнгән һайын, һеҙҙең Йәһүәгә ҡарата мөхәббәтегеҙ ҙә көсәйә барҙы. Был мөхәббәт һеҙҙе белгәнегеҙҙе ҡулланырға дәртләндерҙе. Изге Яҙмалағы принциптар буйынса эш итеп, һеҙ йышыраҡ яҡшы ҡарарҙар ҡабул итә башланығыҙ. Алланы һөйөндөрөргә теләп, һеҙ үҙ фекерләү рәүешегеҙҙе һәм тәртибегеҙҙе үҙгәрттегеҙ. Ата-әсәһенә оҡшарға теләгән бала кеүек, һеҙ ҙә күктәге Атағыҙҙан өлгө алырға тырыштығыҙ. (Ефестарға 5:1, 2-не уҡығыҙ.)
3. Үҙебеҙгә ниндәй һорауҙар бирә алабыҙ?
3 Үҙегеҙҙән: «Һыуға сумдырылғандан һуң минең Йәһүәгә ҡарата мөхәббәтем көсәйҙеме? Фекер йөрөтөү рәүешем һәм тәртибем Йәһүәнекенә күберәк оҡшашмы? Мәҫәлән, ҡәрҙәштәргә ҡарата яратыуым үҫә барамы?» — тип һорағыҙ. «Башта булған һөйөүегеҙ» һыуынһа, бойоҡмағыҙ. Беренсе быуаттағы мәсихселәр менән дә шундай хәл булған, әммә Ғайса уларҙы кире ҡаҡмаған. Ул һеҙҙе лә кире ҡаҡмаясаҡ (Асыл. 2:4, 7). Ул беренсе һөйөүегеҙҙе яңынан яндырып ебәрә алыуығыҙҙы белә.
4. Был мәҡәләлә нимә ҡаралыр?
4 Был мәҡәләлә беҙ Йәһүәгә һәм яҡындарыбыҙға ҡарата нисек мөхәббәт үҫтерә алыуыбыҙ тураһында һәм үҫтергән мөхәббәтебеҙ ниндәй фатихаларға килтергәне тураһында белербеҙ.
ЙӘҺҮӘГӘ ҠАРАТА МӨХӘББӘТЕГЕҘ АРТҠАНДАН-АРТА БАРҺЫН
5, 6. а) Илсе Павел ниндәй ауырлыҡтар менән осрашҡан? б) Йәһүәгә хеҙмәтен дауам итер өсөн, Павел ҡайҙан көс алған?
5 Илсе Павел Йәһүәгә хеҙмәт итеүҙә күп бәхет тапҡан. Әммә уның күп кенә ауырлыҡтары ла булған. Сәйәхәт иткәндә, уға йыш ҡына ҙур аралар үтергә тура килгән. Юлда булғанда ул «йылғаларҙа ҡурҡыныстарға дусар» булған һәм «юлбаҫарҙарҙан да хәүеф-хәтәргә» юлыҡҡан. Шулай уҡ хәҡиҡәткә ҡаршы булған кешеләр уны күп тапҡыр туҡмаған (2 Кор. 11:23—27). Ҡайһы саҡта имандаштары ла Павелдың уларға ярҙам итер өсөн һалған эскерһеҙ тырышлыҡтарын ҡәҙерләп бармаған (2 Кор. 10:10; Флп. 4:15).
6 Павелға бирешмәҫкә нимә ярҙам иткән? Ул Яҙмаларҙан һәм үҙ тәжрибәһенән Йәһүәнең ниндәй икәнен белгән. Павел Алланың уны яратҡанына инанған (Рим. 8:38, 39; Ефес. 2:4, 5). Ул үҙе лә Йәһүәне ныҡ яратып киткән. Павелдың Аллаға ҡарата яратыуы «Уның изгеләренә ярҙам» ҡылыуынан күренгән (Евр. 6:10).
7. Йәһүәгә ҡарата яратыу үҫтерергә беҙгә нимә ярҙам итә?
7 Изге Яҙманы тәрән өйрәнеү Аллаға ҡарата яратыу үҫтерергә ярҙам итә. Изге Яҙманы уҡығанда һәр өҙөктөң Йәһүә тураһында нимәгә өйрәткәнен аңларға тырышығыҙ. Үҙегеҙҙән һорағыҙ: «Был хәбәрҙән Йәһүәнең мине яратыуы нисек күренә? Был аяттар мине Йәһүәне яратырға нисек дәртләндерә?»
8. Доға нисек Йәһүәгә ҡарата яратыу үҫтерергә ярҙам итә?
8 Шулай уҡ Йәһүәгә нимә хис иткәнебеҙҙе әйтеп доға ҡылыу уға ҡарата яратыу үҫтерергә ярҙам итә (Зәб. 25:4, 5). Йәһүә доғаларыбыҙға яуап ҡайтара (1 Яхъя 3:21, 22). Азияла йәшәгән Кхан b исемле апай-ҡәрҙәш былай ти: «Изге Яҙманы өйрәнгәндә, мин Йәһүәне белдем һәм уны ярата башланым. Ә уның доғаларыма нисек яуап ҡайтарғанын күргәс, мин уны тағы ла нығыраҡ ярата башланым һәм ул хуп күргәнде эшләргә теләнем».
БАШҠАЛАРҒА ҠАРАТА МӨХӘББӘТЕГЕҘ АРТҠАНДАН-АРТА БАРҺЫН
9. Тимофейҙың имандаштарын ныҡ яратҡаны нимәнән күренә?
9 Мәсихсе булып киткәндән һуң бер нисә йыл үткәс, Павел Тимофей исемле бер эскерһеҙ йәш егет менән танышҡан. Тимофей Йәһүәне лә, кешеләрҙе лә яратҡан. Йылдар үткәс, Павел Филипптағы мәсихселәргә уның тураһында: «Һеҙҙең хаҡта уның кеүек ихлас күңелдән хәстәрлек күреүсе башҡа бер кемем дә юҡ», — тип яҙған (Флп. 2:20). Күрәһең, Павел Тимофейҙы яҡшы ойоштороусы йәиһә оҫта телмәр һөйләүсе булғаны өсөн түгел, ә имандаштарына ҡарата йылы мөхәббәт күрһәткәне өсөн маҡтаған. Шуға күрә ҡәрҙәштәр Тимофейҙың һәр килеүен зарығып көткәненә беҙ бер ҙә шикләнмәйбеҙ (1 Кор. 4:17).
10. Анна ире менән нисек ҡәрҙәштәргә ҡарата яратыуҙарын күрһәткән?
10 Беҙ ҙә ҡәрҙәштәргә ярҙам итер өсөн мөмкинлектәр эҙләйбеҙ (Евр. 13:16). Бына үткән мәҡәләлә әйтеп кителгән Аннаның миҫалы. Көслө дауыл үткәндән һуң ул ире менән Йәһүә шаһиты булған бер ғаиләгә килгән һәм уларҙың өйҙәренең ҡыйығы емерелгәнен күргән. Шул арҡала был ғаиләнең кейергә таҙа кейеме ҡалмаған. Анна былай тип һөйләй: «Беҙ уларҙың кейемдәрен алып ҡайтып йыуҙыҡ, үтекләнек, таҫлап һалдыҡ та уларға алып барып бирҙек. Был беҙҙең өсөн ауыр булманы, әммә шулай итеп беҙҙең арала һаман да дауам ителгән ныҡлы дуҫлыҡ барлыҡҡа килде». Мөхәббәт миссионерҙарҙы ҡәрҙәштәренә ярҙам итергә дәртләндергән (1 Яхъя 3:17, 18).
11. а) Кешеләргә ҡарата яратыу сағылдырһаҡ, улар нимә хис итер? б) Ғибрәтле һүҙҙәр 19:17-лә әйтелгәнсә, яратыу сағылдырһаҡ, Йәһүә нимә хис итә?
11 Беҙ башҡаларға ҡарата яратыу һәм игелек сағылдырһаҡ, улар беҙҙең Йәһүәнән өлгө алырға тырышҡаныбыҙҙы күрергә мөмкин. Игелегебеҙ кешеләргә шул тиклем ныҡ тәьҫир итә, был турала үҙебеҙ ҙә белмәйбеҙ. Юғарыла әйтеп кителгән Кхан үҙенә ярҙам иткән ҡәрҙәштәрҙе йылы итеп иҫкә ала. Ул былай тип бүлешә: «Мин апай-ҡәрҙәштәргә бик рәхмәтлемен! Улар мине үҙҙәре менән хеҙмәткә ала ине, төшкө ашҡа ҡунаҡҡа саҡыра ине, улар мине кереп ала ине, ә шунан һуң өйөмә тиклем килтереп китә ине. Быны эшләр өсөн уларға күпме тырышлыҡ һалырға тура килгәнен мин хәҙер генә аңлай башланым. Улар быны яратыуҙан сығып эшләй ине». Әлбиттә, бөтәһе лә беҙгә игелекле эштәребеҙ өсөн рәхмәттәр әйтмәҫ. Кхан үҙенә ярҙам иткән ҡәрҙәштәр тураһында бына нимә ти: «Мин уларға игелектәре өсөн рәхмәттәр әйтергә теләр инем, тик хәҙер уларҙың ҡайҙа йәшәгәндәрен белмәйем. Әммә Йәһүә белә. Шуға күрә уға, минең өсөн уларға рәхмәттәр әйт, тип доға ҡылам». Ниндәй дөрөҫ һүҙҙәр! Эйе, Йәһүә ысынлап та беҙҙең хатта бәләкәй генә игелекле эштәребеҙҙе күрә. Ул уларҙы, ҡиммәтле ҡорбан — үҙе ҡайтарырға тейеш булған бурыс, тип һанай. (Ғибрәтле һүҙҙәр 19:17-не уҡығыҙ.)
12. Ағай-ҡәрҙәштәр имандаштарын яратыуын нисек күрһәтә ала? (Фотоһүрәтте лә ҡарағыҙ.)
12 Ағай-ҡәрҙәш булһаң, һин нисек башҡаларға ярҙам итеп яратыуыңды күрһәтә алаһың? Бер ваҡыт Джо́рдан исемле йәш ағай-ҡәрҙәш өлкәнгә йыйылышта күберәк эштәр башҡарырға теләгәне тураһында әйткән. Өлкән уны инде өлгәшкән уңыштары өсөн маҡтаған, ә шунан һуң бер нисә кәңәш биргән. Мәҫәлән, ул Джорданды Батшалыҡ залына иртәрәк килеп, яңы килгәндәрҙе ҡаршы алырға, йыйылыш осрашыуҙарында комментарийҙар бирергә, хеҙмәт төркөмө менән йышыраҡ вәғәзләргә һәм башҡаларға нисек ярҙам итеп булғаны тураһында уйланырға дәртләндергән. Джордан был кәңәштәргә ҡолаҡ һалған. Яҡшы ғәҙәттәр үҫтереүҙән тыш, ул ҡәрҙәштәрҙе нығыраҡ ярата башлаған. Джордан шуны аңлаған: хеҙмәт ярҙамсыһы булып китеү — башҡаларға ярҙам итеүҙең башы түгел, ә дауам ителеүе (1 Тим. 3:8—10, 13).
13. Яратыу сағылдырыу Кристиан ҡәрҙәшкә яңынан өлкән булып хеҙмәт итергә нисек ярҙам иткән?
13 Ә һин хеҙмәт ярҙамсыһы йәиһә өлкән булып бүтән хеҙмәт итмәһәң, нимә эшләргә? Йәһүә хеҙмәтеңде лә, игелекле эштәргә дәртләндергән мөхәббәтеңде лә иҫтә тота (1 Кор. 15:58). Ул һинең артабан да мөхәббәт сағылдырыуыңды күрә. Кри́стиан исемле ағай-ҡәрҙәш бүтән өлкән булып хеҙмәт итмәгәне арҡаһында бойоҡҡан. «Ниндәй генә вазифа башҡарһам да, артабан да Йәһүәгә хеҙмәт итер өсөн көсөмдән килгәндең барыһын эшләргә булдым», — ти ул. Ваҡыт үтеү менән уны яңынан өлкән итеп билдәләгәндәр. Кристиан былай тип дауам итә: «Тәүҙә мин бер аҙ борсолдом. Һуңынан шуны аңланым: Йәһүә мәрхәмәтлек күрһәтеп миңә яңынан өлкән булып хеҙмәт итергә рөхсәт итә икән, мин быны эшләй алырмын тип ышанам, сөнки мин уны ла, ҡәрҙәштәремде лә бик яратам».
14. Грузияла йәшәгән апай-ҡәрҙәштең һүҙҙәре һеҙҙе нимәгә өйрәтә?
14 Йәһүәнең хеҙмәтселәре башҡа кешеләрҙе лә ярата (Матф. 22:37—39). Мәҫәлән, Грузияла йәшәгән Елена былай ти: «Башта мин тик Йәһүәне яратҡанға ғына вәғәзләнем, әммә күктәге Атайымды нығыраҡ ярата башлағас, мин кешеләрҙе лә нығыраҡ ярата башланым. Мин уларҙың ниндәй ауырлыҡтар менән осрашырға тура килгәндәрен һәм ниндәй темалар менән ҡыҙыҡһынғандарын күҙ алдыма килтерергә тырыштым. Был хаҡта күберәк уйланған һайын, уларға күберәк ярҙам итергә теләнем» (Рим. 10:13—15).
БАШҠАЛАРҒА ҠАРАТА ЯРАТЫУ ФАТИХАЛАР КИЛТЕРӘ
15, 16. Фотоһүрәткә ҡарағыҙ. Башҡаларға яратыу сағылдырған кешеләрҙе ниндәй фатихалар көтә?
15 Ҡәрҙәштәргә ҡарата күрһәтелгән яратыуыбыҙ уларға ғына түгел, башҡаларға ла фатихалар килтерә. COVID-19 пандемияһы ваҡытында Пао́ло ҡатыны менән оло йәштәге апай-ҡәрҙәштәрҙе вәғәздә электрон яйланмаларҙы ҡулланырға өйрәткән. Мәҫәлән, бер апай-ҡәрҙәшкә планшет менән ҡулланыуы ауыр бирелгән. Әммә уларҙың ярҙамы менән ул өйрәнгән. Был уға туғандарын Кисәгә саҡырырға мөмкинлек асҡан, һәм һөҙөмтәлә 60 кеше видеоэлемтә аша бәйләнешкә инә алған! Паоло һәм уның ҡатынының тырышлыҡтары был апай-ҡәрҙәшкә һәм уның туғандарына файҙа килтергән. Һуңыраҡ был апай-ҡәрҙәш Паоло ҡәрҙәшкә былай тип яҙған: «Беҙҙе, оло йәштәгеләрҙе өйрәткәнегеҙ өсөн ҙур рәхмәт! Ҡәҙерлеләрем, мин Йәһүәнең һәм һеҙҙең беҙҙең өсөн эшләгән игелегегеҙҙе бер ҡасан да онотмам!»
16 Паоло үҙенә мөһим һабаҡ алған. Ул мөхәббәттең белемдәргә һәм һәләттәргә ҡарағанда күпкә мөһимерәк икәнен аңлаған. Ул былай ти: «Элек мин район күҙәтеүсеһе булып хеҙмәт иттем. Ҡәрҙәштәр минең телмәрҙәремде инде онотҡандыр, әммә улар өсөн эшләгән игелекле эштәремде иҫтә тота, тип ышанам».
17. Яратыу сағылдырһаҡ, был тағы кемгә файҙа килтерер?
17 Башҡаларға яратыу сағылдырһаҡ, үҙебеҙ ҙә көтөлмәгән фатихалар урырбыҙ. Яңы Зеландиянан Джо́натан исемле ағай-ҡәрҙәш быны үҙ тәжрибәһендә татыған. Бер ваҡыт шәмбе көндө ул юл буйында бер үҙе вәғәзләгән пионерҙы күргән. Ул көн бик эҫе булған. Джонатан киләһе шәмбенән башлап был пионер менән бергә вәғәзләргә ҡарар иткән. Был игелекле эше уның үҙенә күпме файҙа килтерәсәге хаҡында ул хатта уйлап та бирмәгән. «Ул ваҡытта мин вәғәзләргә бик яратып бармай инем, — тип таный Джонатан. — Әммә мин был ағай-ҡәрҙәштең нисек өйрәткәнен ишеткәс һәм уның хеҙмәте ниндәй емештәр килтергәнен күргәс, минең вәғәзгә ҡарата яратыуым уянды. Шулай уҡ был ҡәрҙәш миңә яҡын дуҫ булып китте. Ул миңә рухи яҡтан үҫергә, хеҙмәтте яратырға һәм Йәһүәгә яҡынлашырға ярҙам итте».
18. Йәһүә беҙҙән нимә көтә?
18 Йәһүә бөтәбеҙҙең дә уға һәм башҡаларға ҡарата мөхәббәтебеҙҙең артҡандан-арта барыуын теләй. Алла Һүҙен уҡығанда, уның өҫтөндә уйлағанда һәм йыш доға ҡылғанда, Йәһүәгә ҡарата мөхәббәтебеҙ көслө булып китәсәк. Ә ҡәрҙәштәргә ҡарата яратыуыбыҙ үҫһен өсөн, уларға эштәр менән ярҙам күрһәтергә кәрәк. Шул саҡта беҙ Йәһүәгә лә, рухи ғаиләбеҙгә лә тағы ла нығыраҡ яҡынлашырбыҙ. Һәм беҙҙең дуҫлығыбыҙ бер ҡасан да өҙөлмәҫ!
109-СЫ ЙЫР Бер-берегеҙҙе ысын күңелдән яратығыҙ
a Хәҡиҡәткә беҙ яңы ғына килгәнбеҙме йәиһә күп йылдар Йәһүәгә хеҙмәт итәбеҙме, беҙ артабан да яҡшы яҡҡа үҙгәрә алабыҙ. Беҙгә был яҡтан нимә ярҙам иткәнен ошо мәҡәләлә ҡарап сығырбыҙ. Йәһүәгә һәм башҡаларға ҡарата мөхәббәтте нисек үҫтерергә? Был мәҡәләнең фекерҙәре өҫтөндә уйланғанда, нимәгә өлгәшкәнегеҙҙе иҫегеҙгә төшөрөгөҙ һәм тағы ниндәй маҡсаттар ҡуйып булғаны тураһында уйлағыҙ.
b Ҡайһы бер исемдәр үҙгәртелгән.