Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

31-СЕ ӨЙРӘНЕҮ МӘҠӘЛӘҺЕ

«Ныҡ тороғоҙ, ҡаҡшамаҫ булығыҙ»

«Ныҡ тороғоҙ, ҡаҡшамаҫ булығыҙ»

«Ҡәҙерле имандаштарым... ныҡ тороғоҙ, ҡаҡшамаҫ булығыҙ» (1 КОР. 15:58).

122-СЕ ЙЫР Ныҡ тороғоҙ, ҡаҡшамаҫ булығыҙ!

БЫЛ МӘҠӘЛӘЛӘ a

1, 2. Мәсихсе ниндәй мәғәнәлә бейек бина кеүек була ала? (1 Коринфтарға 15:58).

 1970-СЕ йылдарҙың аҙағында Токио ҡалаһында 60-ҡатлы бина һалынған булған. Кешеләр, был бина унда йыш булған ер тетрәүҙәргә нисек сыҙар, тип ғәжәпләнгән. Был бинаның ныҡ булыуының сере нимәлә? Инженерҙар был бинаны бер яҡтан ныҡ, ә икенсе яҡтан, ер тетрәүҙәр ваҡытында һелкенһә лә, емерелмәҫлек итеп проектлаштырған. Мәсихселәрҙе лә шундай бина менән сағыштырып була. Ҡайһы яҡтан?

2 Мәсихсегә ныҡ булыу менән һығылмалы булыу араһында алтын уртаҡлыҡ табырға кәрәк. Йәһүәнең ҡанундары һәм нормалары тураһында һүҙ барғанда, уға ҡаҡшамаҫ булырға кәрәк. (1 Коринфтарға 15:58-ҙе уҡығыҙ.) Ул тыңлаусан һәм үҙ принциптарынан баш тартмай. Шул уҡ ваҡытта, мөмкинлек булған саҡта һәм шарттар талап иткәндә, ул юл ҡуйыусан, һығылмалы тип әйтеп була (Яҡ. 3:17). Был алтын уртаҡлыҡты тапҡан мәсихсе бер сиктән икенсеһенә һуғылмаҫ. Ул сиктән тыш ҡаты ла, йомшаҡ та булмаҫ. Тәүҙә был мәҡәләлә ҡаҡшамаҫ булырға нимә ярҙам иткәнен ҡарап сығырбыҙ. Шунан һуң Шайтан ҡулланған биш ысулға иғтибар итербеҙ, сөнки ул был ысулдарҙы ҡулланып, Йәһүә яғында ныҡ торорға теләгебеҙҙе ҡаҡшатырға тырыша. Ә шунан Шайтанға нисек ҡаршы тороп булғанын белербеҙ.

ҠАҠШАМАҪ БУЛЫРҒА НИМӘ ЯРҘАМ ИТЕР?

3. Бөйөк Ҡанун сығарыусының ниндәй әмерҙәре Ғәмәлдәр 15:28, 29-ҙа яҙылған?

3 Бөйөк Ҡанун сығарыусы булараҡ, Йәһүә үҙ халҡына һәр ваҡытта ла аныҡ ҡанундар биргән (Ишағ. 33:22). Мәҫәлән, беренсе быуаттағы етәксе кәңәшмә, Алла тарафынан рухландырылып, мәсихселәргә өс өлкәлә ҡаҡшамаҫ булырға ҡушҡан. Беҙ: 1) боттарҙы кире ҡағып, Йәһүәгә генә хеҙмәт итергә, 2) ҡандың изгелеген хөрмәт итергә һәм 3) Изге Яҙмалағы әхлаҡи нормалар буйынса йәшәргә тейеш. (Ғәмәлдәр 15:28, 29-ҙы уҡығыҙ.) Мәсихселәр ошо өс өлкәлә Йәһүәгә тыңлаусан булғандарын нисек күрһәтә ала?

4. Йәһүәгә йән-тән менән бирелгән булыуыбыҙ нимәнән күренә? (Асылыш 4:11).

4 Беҙ боттарға табыныуҙан баш тартабыҙ һәм тик Йәһүәгә генә хеҙмәт итәбеҙ. Алла израилдәрҙән йән-тән менән бирелгәнлекте талап иткән (Ҡан. 5:6—10). Шайтан Иблис менән һөйләшкәндә, Ғайса уға, беҙ бары тик Йәһүәгә генә хеҙмәт итергә тейешбеҙ, тип асыҡтан-асыҡ әйткән (Матф. 4:8—10). Шуға күрә беҙ боттарға табынмайбыҙ. Шулай уҡ беҙ кешеләрҙән кумир яһамайбыҙ. Дин әһелдәренә, сәйәсмәндәргә, спортсыларға йә «донъя йондоҙҙарына» илаһтарға кеүек ҡарамайбыҙ. Беҙ бөтә нәмәне бар иткән Йәһүәгә генә ғибәҙәт ҡылабыҙ. (Асылыш 4:11-ҙе уҡығыҙ.)

5. Ни өсөн беҙ Йәһүәнең ғүмер һәм ҡандың изге булыуына ҡағылышлы ҡанундарын үтәйбеҙ?

5 Беҙ Йәһүәнең ғүмер һәм ҡандың изге булыуына ҡағылышлы ҡанундарын үтәйбеҙ. Ни өсөн? Сөнки ҡан Йәһүәнең ҡиммәтле бүләген — ғүмерҙе символлаштыра (Лев. 17:14). Йәһүә кешеләргә беренсе тапҡыр ит ашарға рөхсәт иткәндә, ҡандан тыйылырға ҡушҡан (Баш. 9:4). Алла израилдәргә Муса ҡанунын биргәндә был әмерҙе ҡабатлаған (Лев. 17:10). Ул беренсе быуаттағы етәксе кәңәшмәне мәсихселәргә «ҡандан... тыйылығыҙ» тигән күрһәтмә бирергә өндәгән (Ғәм. 15:28, 29). Дауаланыуға ҡағылышлы ҡарарҙар ҡабул иткәндә, беҙ ҡаҡшамаҫ булып был әмергә буйһонабыҙ b.

6. Йәһүәнең юғары әхлаҡи нормалары буйынса йәшәр өсөн беҙ нимә эшләйбеҙ?

6 Беҙ Йәһүәнең юғары әхлаҡи нормаларына тәүәккәллек менән буйһонабыҙ (Евр. 13:4). Илсе Павел беҙҙе дөрөҫ булмаған теләктәрҙе бөтөрөргә, йәғни тәүәккәллек менән уларҙан арынырға дәртләндерә. Беҙ енси теләктәр уятҡан һүрәттәргә ҡарамайбыҙ һәм енси әхлаҡһыҙлыҡҡа килтерә алған эштәрҙән тыйылабыҙ (Әйүп 31:1; Кол. 3:5). Ҡотҡо менән осрашҡанда беҙ Алла менән дуҫлығыбыҙға зыян килтерә алған фекерҙәрҙе һәм эштәрҙе шунда уҡ кире ҡағабыҙ.

7. Беҙ тәүәккәллек менән нимә эшләргә тейеш һәм ни өсөн?

7 Йәһүә уға ихлас күңелдән тыңлаусан булыуыбыҙҙы көтә (Рим. 6:17). Уның ҡанундарының ҡайһыһын үтәргә, ә ҡайһыһын үтәмәҫкә икәнен һайлай алмайбыҙ. Ләкин Алланың бөтә ҡанундары беҙгә файҙа килтергәнен иҫтә тоторға кәрәк (Ишағ. 48:17, 18; 1 Кор. 6:9, 10). Беҙ Йәһүәне һөйөндөрөр өсөн барыһын эшләйбеҙ һәм мәҙхиә йырлаусының ҡарашын уртаҡлашабыҙ. Ул: «Күрһәтмәләреңде һәр ваҡыт, һуңғы көндәремә ҡәҙәр үтәүгә күңелемде беркеттем», — тигән (Зәб. 119:112). Әммә Шайтан беҙҙең Йәһүәгә тыңлаусан булырға теләгебеҙҙе ҡаҡшатырға маташа. Ул ниндәй ысулдар ҡуллана?

РУХИЛЫҒЫБЫҘҘЫ ҠАҠШАТЫР ӨСӨН ШАЙТАН НИМӘ ЭШЛӘЙ?

8. Йәһүәнең яғында торорға теләгебеҙҙе ҡаҡшатыр өсөн, Шайтан эҙәрләүҙәрҙе нисек ҡуллана?

8 Эҙәрләүҙәр. Йәһүә яғында торорға теләгебеҙҙе ҡаҡшатыр өсөн, Шайтан беҙгә физик һәм эмоциональ яҡтан һөжүм итә. Уның маҡсаты — беҙҙе «йоторға», йәғни Йәһүә менән дуҫлығыбыҙҙы емерергә (1 Пет. 5:8). Беренсе быуатта йәшәгән мәсихселәрҙе ҡаҡшамаҫ булғандары өсөн туҡмағандар, уларға янағандар һәм хатта үлтергәндәр (Ғәм. 5:27, 28, 40; 7:54—60). Шайтан бөгөн дә эҙәрләүҙәрҙе ҡуллана. Был Рәсәйҙә һәм башҡа илдәрҙә йәшәгән ҡәрҙәштәр менән аяуһыҙ мөғәмәлә итеүҙән күренә. Ысынында Йәһүәнең бөтә хеҙмәтселәре лә төрлө эҙәрләүҙәр менән осраша.

9. Ни өсөн беҙгә аҫтыртын баҫымға әҙер булырға кәрәк? Миҫал килтерегеҙ.

9 Аҫтыртын баҫым. Шайтан ҡайһы саҡта асыҡтан-асыҡ түгел, ә аҫтыртын ғына һөжүм итә. Шуға күрә беҙгә уның «мәкерле ниәттәрен» белергә кәрәк (Ефес. 6:11). Бына Роберт ҡәрҙәштең миҫалы. Уға етди операция яһарға тейеш булғандар. Дауаханала ул табиптарға бер ниндәй шарттарҙа ла ҡан ебәрергә ризалашмаясағы хаҡында әйткән. Хирург уның ҡарашын хөрмәт иткән. Әммә операция алдынан кисен Роберттың туғандары ҡайтып киткәс, уның палатаһына анестезиолог ингән. Ул Робертҡа, ҡан кәрәк булмаҫ, шулай ҙа беҙ уны ҡул аҫтында тоторбоҙ, тигән. Табип, туғандары булмағанда Роберт ҡарашын үҙгәртер, тип уйлағандыр. Әммә Роберт үҙ ҡарарында ныҡ булған һәм табипҡа: «Бер ниндәй шарттарҙа ла ҡан ебәреүгә ризалашмаҫмын», — тигән.

10. Донъя кешеләренең ҡараштары ҡайһы яҡтан ҡурҡыныс? (1 Коринфтарға 3:19, 20).

10 Был донъя кешеләренең ҡараштары. Әгәр беҙ был донъялағы кешеләр кеүек уйлай башлаһаҡ, ваҡыт уҙыу менән Йәһүәне лә, уның нормаларын да онотоуыбыҙ бар. (1 Коринфтарға 3:19, 20-не уҡығыҙ.) «Был донъяның аҡыллылығы» кешеләрҙе йыш ҡына Йәһүәне тыңламаҫҡа ҡоторта. Пергамда һәм Фиатирала йәшәгән ҡайһы бер мәсихселәргә әхлаҡһыҙ тормош алып барған һәм боттарға табынған кешеләр йоғонто яһаған. Ғайса был ике йыйылышҡа тура кәңәш биргән, сөнки улар әхлаҡһыҙлыҡҡа күҙ йомған (Асыл. 2:14, 20). Бөгөн дә дөрөҫ булмаған төрлө идеялар беҙгә йоғонто яһарға мөмкин. Туғандарыбыҙ һәм таныштарыбыҙ, хистәребеҙгә баҫым яһап, беҙҙе намыҫыбыҙға ҡаршы барырға өндәй. Мәҫәлән, улар, Изге Яҙмалағы нормалар инде иҫкергән һәм теләктәрҙе ҡәнәғәтләндереүҙең бер насарлығы ла юҡ тип, беҙҙе ышандырырға маташа.

11. Иманда ныҡ ҡалыр өсөн, беҙгә нимәнән һаҡланырға кәрәк?

11 Ҡайһы ваҡыт, Йәһүәнең беҙгә биргән күрһәтмәләре етерлек түгел, тип уйлауыбыҙ бар. Беҙҙең хатта «яҙылғандан тыш аҡыл һатырға» теләгебеҙ тыуырға мөмкин (1 Кор. 4:6). Ғайса көндәрендә йәшәгән дин әһелдәре шулай эшләгән. Улар, Алла ҡанунына кеше уйлап сығарған ҡағиҙәләр өҫтәп, ябай халыҡтың тормошон ауырлаштырған (Матф. 23:4). Йәһүә үҙенең Һүҙе һәм ойошмаһы аша беҙгә аныҡ күрһәтмәләр биргән. Үҙебеҙҙән нимәлер өҫтәүҙең кәрәге юҡ (Ғиб. һүҙ. 3:5—7). Шуға күрә беҙ Изге Яҙмала яҙылғандар буйынса ғына эш итәбеҙ һәм шәхси һорауҙарҙа ҡағиҙәләр урынлаштырмайбыҙ.

12. Шайтан кешеләрҙе нисек алдай?

12 Ялған. Шайтан, ялған фекер йөрөтөүҙе һәм был донъяның ҡараштарын ҡулланып, кешеләрҙе алдай һәм бүленештәр тыуҙыра (Кол. 2:8). Беренсе быуатта ул ниндәй ҡоралдар ҡулланған? Кешеләр ҡарашына нигеҙләнгән фәлсәфәне, Яҙмаларға нигеҙләнмәгән йәһүд тәғлимәттәрен һәм мәсихселәр Муса ҡанунын тоторға тейеш тигән өйрәтеүҙе ҡулланған. Шундай ялған идеялар кешеләрҙең иғтибарын зирәклек Сығанағы — Йәһүәнән ситкә йүнәлткән. Бөгөн Шайтан киң мәғлүмәт сараларын һәм социаль селтәрҙәрҙе ҡулланып кешеләрҙе алдай. Улар аша ул уйҙырмалар, ялған яңылыҡтар һәм сәйәси пропаганда тарата. Беҙ быға COVID-19 пандемияһы ваҡытында үҙебеҙ инандыҡ c. Ышанысһыҙ мәғлүмәтте тыңлаған кешеләр сиктән тыш борсолған, ә Алла ойошмаһының күрһәтмәләрен тыңлаған Йәһүә шаһиттары тыныс ҡалған (Матф. 24:45).

13. Иғтибарҙы ситкә йүнәлткән нәмәләрҙең ниндәй ҡурҡыныс яғы бар?

13 Иғтибарҙы ситкә йүнәлткән нәмәләр. Беҙ тормошта иң яҡшыларҙы һайлай белергә тейеш (Флп. 1:9, 10). Ашау, эсеү, ял итеү һәм донъяуи эш кеүек ғәҙәти эштәр, тормошобоҙҙа беренсе урынға күсһә, рухи эштәргә бағышлай алған ваҡытыбыҙҙы һәм көсөбөҙҙө урларға мөмкин (Лука 21:34, 35). Бынан тыш, көн һайын беҙҙең өҫтөбөҙгә сыуалыштар һәм сәйәси бәхәстәр тураһындағы яңылыҡтар ябырыла. Онотмайыҡ, был беҙҙең өсөн тоҙаҡ булырға мөмкин. Беҙҙең абайламайынса теге йәки был яҡты хуплауыбыҙ ихтимал. Шайтан бөтә был ысулдарҙы дөрөҫлөктө эшләргә теләгебеҙҙе ҡаҡшатыр өсөн ҡуллана. Әйҙәгеҙ, уға нисек ҡаршы тора алыуыбыҙҙы һәм ҡаҡшамаҫ булып ҡалыуыбыҙҙы ҡарап сығайыҡ.

НЫҠ БУЛЫП ҠАЛЫРҒА НИМӘ ЯРҘАМ ИТЕР?

Ныҡ булыр өсөн бағышланыуығыҙ һәм һыуға сумдырылыуығыҙ тураһында уйланығыҙ, Алла Һүҙен өйрәнегеҙ, уның өҫтөндә уйланығыҙ, Йәһүәгә ҡарата тоғролоҡ һәм ышаныс үҫтерегеҙ (14—18-се абзацтарҙы ҡарағыҙ.)

14. Йәһүә яғында ныҡ торорға һеҙгә нимә ярҙам итер?

14 Бағышланыуығыҙ һәм һыуға сумдырылыуығыҙ тураһында уйланығыҙ. Һеҙ был аҙымдарҙы Йәһүә яғына баҫырға теләгәнгә яһанығыҙ. Хәҡиҡәтте тапҡанығыҙға һеҙҙе нимә инандырғанын иҫегеҙгә төшөрөгөҙ. Һеҙ Йәһүә тураһында хаҡ белем алдығыҙ һәм күктәге Атағыҙҙы ярата һәм хөрмәт итә башланығыҙ. Һеҙ иман үҫтерҙегеҙ һәм был иман һеҙҙе тәүбә итергә дәртләндерҙе. Йәһүә нәфрәт иткән нәмәләрҙән баш тартып, һеҙ уның ихтыяры буйынса эш итә башланығыҙ. Алла һеҙҙе ғәфү иткәнен белгәс, өҫтөгөҙҙән ауыр йөк төшкәндәй булғандыр (Зәб. 32:1, 2). Һеҙ шулай уҡ йыйылыш осрашыуҙарына йөрөнөгөҙ һәм башҡаларға үҙегеҙ белгән иҫ киткес хәҡиҡәттәрҙе һөйләй башланығыҙ. Шунан һуң һеҙ бағышландығыҙ һәм һыуға сумдырылдығыҙ. Хәҙер инде һеҙ тормошҡа алып барған юлдан бараһығыҙ һәм был юлдан тайпылмаҫ өсөн бар көсөгөҙҙө һалаһығыҙ (Матф. 7:13, 14).

15. Өйрәнеү һәм уйланыу ниндәй файҙа килтерә?

15 Алла Һүҙен өйрәнегеҙ һәм уның өҫтөндә уйланығыҙ. Тәрән тамырҙары ярҙамында ныҡ торған ағас кеүек, Йәһүәгә иманыбыҙ көслө булһа, ныҡ тора алырбыҙ. Ағас үҫкән һайын уның тамырҙары ла тәрәнәйә һәм тарала бара. Уҡығанда һәм уйланғанда беҙ иманыбыҙҙы нығытабыҙ һәм Йәһүәнең юлы иң яҡшыһы булыуына тағы ла нығыраҡ ышанабыҙ (Кол. 2:6, 7). Йәһүәнең боронғо ваҡытта үҙ хеҙмәтселәрен нисек яҡлағаны һәм уның кәңәштәре уларға нисек ярҙам иткәне тураһында уйланығыҙ. Мәҫәлән, Йәзәкил күренештә ғибәҙәтхананы ентекләп үлсәгән фәрештәне күргән. Был күренеш Йәзәкилде нығытҡан. Унда беҙҙең өсөн дә ҡиммәтле һабаҡтар бар. Ул беҙҙе Йәһүәнең саф ғибәҙәткә ҡағылышлы нормалары буйынса йәшәргә өйрәтә (Йәз. 40:1—4; 43:10—12) d. Алла Һүҙендәге тәрән хәҡиҡәттәрҙе өйрәнеүгә һәм улар тураһында уйланыуға ваҡыт бүлеү беҙгә лә файҙалы.

16. Үҙ ҡарашында ныҡ ҡалыу Робертты нисек яҡлаған? (Зәбур 112:7).

16 Йөрәгегеҙҙе ныҡ килеш һаҡлағыҙ. Дауыт батша Йәһүәне һәр ваҡыт яратырға теләгән һәм был хаҡта ул былай тип йырлаған: «Минең йөрәгем ныҡ, эй Аллам» (Зәб. 57:7). Беҙ ҙә Йәһүәгә тулыһынса таянһаҡ, йөрәгебеҙ ныҡ булыр. (Зәбур 112:7-не уҡығыҙ.) Юғарыла әйтеп кителгән Робертҡа үҙ ҡарашында ныҡ тороу нисек ярҙам иткәнен ҡарап сығайыҡ. Хәтерләүебеҙсә, анестезиолог килеп уға: «Операция ваҡытында ҡанды ҡул аҫтында тоторбоҙ», — тигән. Роберт шунда уҡ: «Әгәр һеҙ миңә, ҡан ебәрмәйбеҙ тип, һүҙ бирә алмайһығыҙ икән, мин хәҙер үк дауахананан ҡайтып китәм», — тигән. Һуңыраҡ Роберт былай тип иҫенә төшөргән: «Мин бер ҙә икеләнмәнем, һәм минең йөрәгем ҡалтыраманы».

Рухи нигеҙебеҙ ныҡ булһа, беҙ һәр төрлө һынауҙы еңеп сыға алырбыҙ һәм иманда ныҡ ҡалырбыҙ (17-се абзацты ҡарағыҙ.)

17. Роберттың миҫалы беҙҙе нимәгә өйрәтә? (Фотоһүрәтте лә ҡарағыҙ.)

17 Роберт ҡаҡшамаҫ булып ҡала алған, сөнки ул дауаханаға ятҡансы күпкә алдараҡ ныҡ ҡалырға ҡарар иткән. Беренсенән, ул Йәһүәне шатландырырға теләгән. Икенсенән, ул Изге Яҙмала һәм уға нигеҙләнгән баҫмаларыбыҙҙа ғүмерҙең һәм ҡандың изгелеге тураһында нимә әйтелгәнен ентекләп тикшергән. Өсөнсөнән, ул Йәһүәнең күрһәтмәләренә буйһоноу бөтмәҫ файҙа килтерәсәгенә инанған. Ниндәй генә һынауҙар менән осрашһаҡ та, беҙҙең дә йөрәгебеҙ ныҡ була ала.

Варак һәм уның һуғышсылары Сисараның ғәскәрен ҡыйыу рәүештә ҡыуып бара. (18-се абзацты ҡарағыҙ.)

18. Варактың миҫалы беҙҙе нисек Йәһүәгә ышанырға өйрәтә? (Тышлыҡтағы рәсемде ҡарағыҙ.)

18 Йәһүәгә ҡарата ышаныс үҫтерегеҙ. Әйҙәгеҙ, Йәһүәнең күрһәтмәләре хөкөмсө Варакка еңеү яуларға нисек ярҙам иткәнен ҡарап сығайыҡ. Израилдәрҙең ҡалҡандары ла, һөңгөләре лә булмаған. Шулай ҙа Йәһүә Варакка яҡшы ҡоралланған ҡынаандарға ҡаршы һуғышырға ҡушҡан (Хөк. 5:8). Пәйғәмбәр ҡатын Девора Варакка, үҙәнлеккә төшөп, ҡынаандарҙың ғәскәр башлығы Сисараға һәм уның 900 хәрби арбаларына ҡаршы сығырға ҡушҡан. Израилдәргә үҙәнлектә хәрби арбаларға ҡаршы һуғышыу еңел булмаясағын белһә лә, Варак буйһонған. Уның һуғышсылары Табур тауынан төшкән саҡта Йәһүә көслө ямғыр яуҙырған. Сисараның хәрби арбалары батҡаҡҡа батҡан, һәм Алла Варакка еңеү бүләк иткән (Хөк. 4:1—7, 10, 13—16). Әгәр Йәһүәгә һәм үҙенең вәкилдәре аша биргән күрһәтмәләргә ышанһаҡ, Йәһүә беҙгә лә еңеү бүләк итәсәк (Ҡан. 31:6).

НЫҠ БУЛЫП ҠАЛЫҒЫҘ

19. Ни өсөн беҙ Йәһүәнең яғында ныҡ торорға теләйбеҙ?

19 Был шомло донъяла ныҡ булып ҡалыр өсөн, беҙгә көн дә көрәш алып барырға кәрәк (1 Тим. 6:11, 12; 2 Пет. 3:17). Эҙәрләүҙәргә, аҫтыртын баҫым, донъя кешеләренең ҡараштары, ялған, иғтибарҙы ситкә йүнәлткән нәмәләргә беҙҙе ҡаҡшатырға юл ҡуймайыҡ (Ефес. 4:14). Әйҙәгеҙ, ныҡ булайыҡ, Йәһүәгә тоғролоҡ һаҡлайыҡ һәм һәр ваҡыт уның күрһәтмәләренә тәүәккәллек менән буйһонайыҡ. Шул уҡ ваҡытта һығылмалы аҡыл менән эш итәйек. Киләһе мәҡәләлә беҙ Йәһүәнең һәм Ғайсаның был яҡтан ҡалдырған камил үрнәген ҡарап сығырбыҙ.

129-СЫ ЙЫР Сыҙам булып ҡалайыҡ

a Әҙәм менән Һауа көндәренән башлап, Шайтан Иблис кешеләр нимә дөрөҫ, ә нимә дөрөҫ түгел икәнен үҙҙәре хәл итә ала тигән фекерҙе тарата. Ул беҙҙең дә Йәһүә ҡанундарына һәм ойошманың күрһәтмәләренә шундай уҡ ҡарашта булыуыбыҙҙы теләй. Был мәҡәлә беҙгә Шайтан донъяһында хөкөм һөргән фетнәсел рухтан һаҡланырға һәм Йәһүә яғында ныҡ торорға теләгебеҙҙе нығытасаҡ.

b Алланың ҡанға ҡарашы тураһында күберәк мәғлүмәтте «Һин мәңге йәшәй алаһың!» тигән китаптың 39-сы дәресендә табып була.

c jw.org сайтында «Үҙегеҙҙе ялған мәғлүмәттән һаҡлағыҙ» тигән мәҡәләне ҡарағыҙ.