Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

Файҙалы кәңәштәр. Өйрәнеү өсөн тәҡдимдәр

Файҙалы кәңәштәр. Өйрәнеү өсөн тәҡдимдәр

Беренсе сиратта нимәне өйрәнергә?

Шәхси өйрәнеү өсөн ваҡытыбыҙ күп түгел. Булған ваҡытыбыҙҙы нисек мөмкин тиклем яҡшыраҡ ҡулланырға? Беренсенән, ашыҡмағыҙ. Күп материалды өҫтән-мөҫтән ҡарап сығыу урынына, әҙерәк материалды ентекләп өйрәнеү күпкә файҙалыраҡ.

Икенсенән, нимә мөһимерәк икәнен билдәләгеҙ (Ефес. 5:15, 16). Бына бер нисә кәңәш:

  • Изге Яҙманы көн һайын уҡығыҙ (Зәб. 1:2). Тәүҙә «Мәсихсе тормошобоҙ һәм хеҙмәтебеҙ» тигән эш дәфтәрендә килтерелгән аҙналыҡ график буйынса Изге Яҙманы уҡый алаһығыҙ.

  • «Күҙәтеү манараһын» өйрәнеүгә һәм аҙна уртаһында үткән осрашыуға әҙерләнегеҙ. Комментарий бирергә әҙер булығыҙ (Зәб. 22:22).

  • Ваҡытығыҙ булһа, башҡа рухи аҙыҡты, мәҫәлән, таратыр өсөн журналдарҙы, jw.org сайтындағы видеояҙмаларҙы һәм мәҡәләләрҙе тикшерегеҙ.

  • Өйрәнеү өсөн тема һайлағыҙ һәм уны ентекләп тикшерегеҙ. Әйтәйек, һеҙгә берәй ауырлыҡты еңер өсөн мәғлүмәт кәрәк, ти. Йәиһә ниндәйҙер һорауҙы йә Изге Яҙмалағы берәй аятты яҡшыраҡ аңларға теләйһегеҙ, ти. Яҡшы тәҡдимдәрҙе jw.org сайтында «Изге Яҙманы өйрәнер өсөн йөкләмәләр» (урыҫ) тигән бүлектә табып була.