Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

БИОГРАФИЯ

Шәхси ҡыҙыҡһыныу ғүмерлек фатихалар килтерә

Шәхси ҡыҙыҡһыныу ғүмерлек фатихалар килтерә

1948 йыл. Мин әсәйем һәм һеңлем Пэт менән

«ХӘҠИҠӘТТЕ эҙләгеҙ, сөнки Англикан сиркәүе уға өйрәтмәй». Үҙе Англикан сиркәүенә йөрөгән өләсәйем был һүҙҙәрҙе әйткәс, әсәйем хаҡ динде эҙләй башлаған. Әммә Йәһүә шаһиттары менән ул аралашырға теләмәй ине. Беҙ Торо́нтола йәшәгән ваҡытта, улар өйөбөҙҙөң янына килһә, әсәйем миңә йәшенергә ҡуша торғайны. Ләкин 1950 йылда әсәйемдең һеңлеһе Йәһүә шаһиттары менән Изге Яҙманы өйрәнә башланы, һәм әсәйем уларға ҡушылды. Улар апайымдың өйөндә өйрәнә торғайны һәм һуңыраҡ икеһе лә һыуға сумдырылды.

Атайым Канадала Берләштерелгән сиркәүҙең пасторы булып хеҙмәт итә ине. Шуға күрә ул беҙҙе һеңлем менән һәр йәкшәмбе иртәнсәк сиркәү мәктәбенә ебәрә торғайны, ә сәғәт ун берҙә үҙе менән сиркәүгә ала торғайны. Төштән һуң беҙ әсәйем менән Батшалыҡ залына бара торғайныҡ. Беҙ был ике дин араһындағы айырманы яҡшы күрә инек.

1958 йыл. Мин Хатчесондар ғаиләһе менән «Алла ихтыяры» тигән халыҡ-ара конгресында

Әсәйем үҙ иманы тураһында дуҫтарына Бо́б менән Мэ́рион Ха́тчесондарға һөйләне. Улар ҙа хәҡиҡәтте ҡабул итте. 1958 йылда улар үҙҙәренең өс улы менән Нью-Йоркка һигеҙ көнлөк «Алла ихтыяры» тигән конгресҡа барҙы һәм мине лә үҙҙәре менән алды. Хәҙер, үткән йылдарҙы иҫкә төшөрөп, Боб менән Мэрионға дүрт малай хаҡында хәстәрлек күреү бик еңел булмағанын аңлайым. Әммә ул конгресс тормошомдағы иң шатлыҡлы ваҡиғаларҙың береһе булды.

БАШҠАЛАРҘЫҢ ЯРАТЫУЫ ҺӘМ ИҒТИБАРЫ КИЛӘСӘГЕМӘ ЙОҒОНТО ЯҺАНЫ

Үҫмер сағымда беҙ фермала йәшәнек һәм миңә мал-тыуар хаҡында хәстәрлек күреү оҡшай ине. Шуға күрә мин ветеринар булырға ҡарар иттем. Әсәйем был турала йыйылыштағы бер өлкәнгә әйтте. Ул минең менән ипле итеп һөйләште һәм «ахырызаман» ваҡытында йәшәгәнебеҙҙе иҫемә төшөрҙө. Шунан ул: «Университетта уҡыу Йәһүә менән мөнәсәбәттәреңә нисек тәьҫир итер икән?» — тип һораны (2 Тим. 3:1). Һөҙөмтәлә мин юғары белем алмаҫҡа булдым.

Мәктәпте тамамлағас, нимә эшләрмен икән? Һәр ял көндәрендә вәғәзләһәм дә, миңә вәғәзләү оҡшамай ине һәм пионер булып хеҙмәт иткем килмәй ине. Йәһүә шаһиты булмаған атайым һәм уның ҡустыһы мине Торонтолағы ҙур страховкалау компанияһына эшкә урынлашырға өндәне. Ағайым шул компанияла юғары вазифа биләй ине, шуға күрә мин ризалаштым.

Эштән һуң ҡалып күп эшләгәнгә һәм донъяуи кешеләр менән аралашҡанға, мин йыйылыш осрашыуҙарын ҡалдыра башланым һәм бик һирәк вәғәзләнем. Тәүҙә мин Йәһүә шаһиты булмаған олатайым менән йәшәнем. Ул үлгәс, миңә яңы йәшәү урыны эҙләргә тура килде.

1958 йылда үҙҙәре менән конгресҡа алып барған Хатчесондар ғаиләһе минең өсөн атай-әсәй кеүек ине. Улар мине үҙҙәренә йәшәргә саҡырҙылар һәм рухи яҡтан үҫергә ярҙам иттеләр. 1960 йылда мин уларҙың улдары Джон менән бергә һыуға сумдырылдым. Джон пионер хеҙмәтенә тотондо, һәм был мине күберәк вәғәзләргә дәртләндерҙе. Йыйылыштағы ағай-ҡәрҙәштәр, минең рухи яҡтан үҫеүемде күреп, Теократик хеҙмәт мәктәбенең хеҙмәтсеһе итеп билдәләне a.

МИН ИҪ КИТКЕС ХЕҘМӘТТӘШ ТАПТЫМ ҺӘМ ПИОНЕР ХЕҘМӘТЕН БАШЛАНЫМ

1966 йыл. Туй көнөбөҙ

1966 йылда мин Па́лмер Берг исемле апай-ҡәрҙәшкә өйләндем. Ул ашҡынып торған пионер ине һәм Йәһүә шаһиттары әҙ булған ерҙә хеҙмәт итергә теләй ине. Район күҙәтеүсебеҙ беҙгә ҙур иғтибар бүлде. Ул беҙҙе ярҙам кәрәк булған ергә Ори́ллиялағы (Онта́рио провинцияһы) йыйылышҡа күсергә өндәне. Беҙ әйберҙәребеҙҙе йыйҙыҡ та юлға сыҡтыҡ.

Ориллияла йәшәй башлағас та, мин, ҡатынымдан үрнәк алып, пионер булып хеҙмәт итә башланым. Уның янып тороуы бик йоғошло ине. Мин бар күңелемде һалып хеҙмәт иттем. Кешеләргә Изге Яҙмалағы аяттарҙы аңлатыу миңә бик оҡшай ине. Хәҡиҡәттең кешеләрҙең йөрәктәренә үтеп инеүен күреү мине ҡыуандырҙы. Бер пар менән Изге Яҙма өйрәнеүен үткәргәнебеҙҙе хәтерләйем. Уларға тормоштарын үҙгәртергә һәм Йәһүәнең хеҙмәтселәре булып китергә ярҙам итеү беҙгә ҙур шатлыҡ килтерҙе!

ЯҢЫ ТЕЛ ӨЙРӘНӘБЕҘ ҺӘМ ФЕКЕРЛӘҮ РӘҮЕШЕБЕҘҘЕ ҮҘГӘРТӘБЕҘ

Торонтола булғанда мин А́рнолд Макнама́р ағай-ҡәрҙәш менән танышҡан инем. Ул Вефилдә үҙ өҫтөнә етәкселек алған ҡәрҙәштәрҙең береһе ине. Ул беҙҙән: «Һеҙ махсус пионерҙар булып хеҙмәт итергә теләр инегеҙме?» — тип һораны. Мин шунда уҡ уға: «Әлбиттә, теләйбеҙ! Тик Квебекта түгел», — тинем. Миңә Канадала йәшәгән һәм инглиз телендә һөйләшкән кешеләрҙең кире ҡараштары тәьҫир итә ине. Улар француз телле Квебек провинцияһындағы социаль сыуалыштар менән ҡәнәғәт түгел ине. Ул ваҡытта Квебектағы бер сәйәси төркөм был провинцияның Канаданан айырылыуы өсөн көрәш алып бара ине.

Арнолд: «Филиал хәҙер махсус пионерҙарҙы тик Квебекка ғына ебәрә», — тине. Мин шунда уҡ ризалаштым, сөнки ҡатынымдың унда хеҙмәт итергә теләгәнен белә инем. Был тормошобоҙҙа ҡабул иткән ҡарарҙарҙың иң яҡшыһы ине.

Биш аҙналыҡ француз телендәге курстарҙы үткәс, беҙ ҡатыным менән һәм тағы бер пар Риму́ски ҡалаһына күсендек. Был ҡала Монреалдән төньяҡ-көнсығышҡа табан 540 километр йыраҡлыҡта ине. Француз телен насар белгәнебеҙ бер осрашыуҙа асыҡ күренде. Мин белдереүҙәр уҡығанда конгресҡа «Австриянан күп делегаттар килә» тип әйтер урынына, «дөйәғош делегаттары килә» тип әйткәйнем.

Римускиҙағы «Аҡ йорт»

Римускиҙа беҙгә ашҡынып торған дүрт апай-ҡәрҙәш, ә шулай уҡ ике ҡыҙы булған Юбердо́ ғаиләһе ҡушылды. Юбердо ғаиләһе беҙҙең бөтәбеҙ өсөн ҡуртымға бер ҙур өй алды. Аҡ бағаналары һәм фасады арҡаһында беҙ ул өйҙө «Аҡ йорт» тип йөрөтә инек. Ғәҙәттә, унда 12 йә 14 кеше йәшәй торғайны. Махсус пионер булып хеҙмәт иткәнгә күрә, беҙ Палмер менән иртәнсәк тә, төштән һуң да, кисен дә вәғәзләй инек. Шуға күрә беҙҙең менән, айырыуса һыуыҡ ҡыш кистәрендә, хеҙмәт итергә әҙер булған ҡәрҙәштәргә бик рәхмәтле инек.

Беҙ был пионерҙар менән бик дуҫлаштыҡ. Бер ғаилә кеүек булып киттек. Ҡай саҡ беҙ, усаҡ тирәләй йыйылып, төрлө эслек һалынған билмән бешерә торғайныҡ. Ул көндө беҙ «билмән көнө» тип атай инек. Ағай-ҡәрҙәштәребеҙҙең береһе музыкант ине, шуға шәмбе кисен беҙ йыш ҡына йырлай һәм бейей торғайныҡ.

Римуски уңдырышлы территория булып сыҡты. Биш йыл эсендә бер нисә өйрәнеүсе һыуға сумдырылды, ә йыйылышта вәғәзселәрҙең һаны яҡынса 35-кә тиклем үҫте.

Квебекта беҙ вәғәз эшендә бик ҡиммәтле тәжрибә тупланыҡ. Йәһүәнең беҙгә хеҙмәттә ярҙам итеүен һәм ихтыяждарыбыҙ хаҡында ҡайғыртыуын күрҙек. Бынан тыш, беҙ француз телендә һөйләшкән кешеләрҙе, уларҙың телен һәм мәҙәниәтен яратып киттек, ә был беҙгә башҡа мәҙәниәттән булған кешеләрҙе ярата башларға ярҙам итте (2 Кор. 6:13).

Көтмәгәндә филиал беҙгә Нью-Бра́нсуик провинцияһының көнсығышында урынлашҡан Тра́кади ҡалаһына күсенергә тәҡдим итте. Был беҙҙең өсөн еңел булманы. Беҙ яңы фатирға күсенергә йыйынып йөрөй инек һәм мин мәктәптә аҙнаһына бер нисә сәғәт дәрестәр бирергә һөйләшкәйнем. Бынан тыш, өйрәнеүселәребеҙҙең ҡайһы берҙәре яңы ғына вәғәзсе булып киткәйне. Улай ғына ла түгел, Римускиҙа Батшалыҡ залының төҙөлөшөнөң иң ҡыҙыу сағы ине.

Беҙ бөтә шәмбе һәм йәкшәмбе көн күсенеүебеҙ хаҡында доға ҡылдыҡ һәм Тракади ҡалаһын күреп ҡайтырға булдыҡ. Был ҡала Римускиҙан ныҡ айырылып тора ине. Әммә беҙ шундай ҡарарға килдек: Йәһүә беҙҙе унда күрергә теләй икән, күсенәбеҙ. Беҙ Йәһүәне һынап ҡараныҡ һәм уның юлыбыҙҙан бөтә кәртәләрҙе алып ҡуйыуын күрҙек (Мал. 3:10). Ҡатынымдың ныҡ рухилығы, фиҙаҡәрлеге һәм иҫ киткес юмор тойғоһо күсенеүебеҙҙе элеккесә еңеләйтте.

Беҙҙең яңы йыйылышыбыҙҙа Ро́берт Росс исемле бер генә өлкән бар ине. Улар ҡатыны Линда менән Тракадиҙа пионер булып хеҙмәт итә ине. Улдарының тыуыуына ҡарамаҫтан, улар унда ҡалырға булған. Бәпестең тыуыуы күп мәшәҡәттәр килтерһә лә, улар һәр ваҡыт ҡунаҡсыл булды һәм хеҙмәттә янып торҙо. Улар беҙҙең өсөн яҡшы өлгө булды.

ЯРҘАМ КӘРӘК БУЛҒАН ЕРҘӘ ШАТЛАНЫП ХЕҘМӘТ ИТӘБЕҘ

Ҡыш көнө. Беҙҙең беренсе районыбыҙ

Тракадиҙа ике йыл хеҙмәт иткәндән һуң беҙҙе яңы сюрприз көтә ине. Беҙҙе район хеҙмәтенә билдәләнеләр. Беҙ ете йыл инглиз телендәге райондарҙа, шунан Квебекта француз телендәге районда хеҙмәт иттек. Ул ваҡытта өлкә күҙәтеүсе булып хеҙмәт иткән Лео́нс Крепо́ ағай-ҡәрҙәш b мине телмәрҙәрем өсөн һәр ваҡыт маҡтай ине. Ә шунан һуң, ғәҙәттәгесә, ул минән: «Һин телмәрҙәреңде нисек тормошта ҡулланырлыҡ итеп әйтә алыр инең?» — тип һорай торғайны. Уның шәхси ҡыҙыҡһыныуы миңә телмәрҙәрҙе анығыраҡ һәм ябайыраҡ һөйләргә ярҙам итте.

1978 йылда Монреаль ҡалаһында «Еңеү килтергән иман» тигән халыҡ-ара конгресс үтте. Унда миңә бирелгән йөкләмәне бер ҡасан да онотмам. Мин делегаттар өсөн ризыҡ әҙерләү бүлегендә хеҙмәт иттем. Конгресҡа 80 000 кеше килергә тейеш ине. Ағай ҡәрҙәштәр, был юлы ризыҡ әҙерләү башҡаса ойошторолор, тине. Барыһы ла бөтөнләй яңы ине: ҡорамалдар, меню, ризыҡ әҙерләү ысулдары. Беҙҙең яҡынса 20 ҙур һыуытҡыс прицептар бар ине һәм улар ваҡыт-ваҡыт ватыла ине. Конгресс алдынан стадионда бөтә кәрәкле нәмәне урынлаштырырға кәрәк ине. Әммә ул көндө стадионда спорт ярышы үтте, һәм беҙ унда төндә генә керә алдыҡ. Иртәнге аш үҙ ваҡытында әҙер булһын өсөн, беҙгә таң атҡансы бөтә нәмәне эшләтеп ебәрергә кәрәк ине. Беҙ хәлдән тайҙыҡ. Әммә ирекмәндәрҙең тырышып эшләүе, рухилығы һәм шат күңелле булыуы мине таң ҡалдырҙы. Мин уларҙан күпкә өйрәндем. Беҙҙең арабыҙҙа һаман да дауам ителгән дуҫлыҡ барлыҡҡа килде. Ул тарихи конгреста булыу шул тиклем шатлыҡлы ине! Ә бит Квебекта 1940—1950-се йылдарҙа ҡаты эҙәрләүҙәр булды.

1985 йыл. Беҙ Палмер менән Монреалдә үткән конгресҡа әҙерләнәбеҙ

Монреалдә үткән ҙур конгрестарҙа мин яуаплы ағай-ҡәрҙәштәрҙән күпкә өйрәндем. Бер йылды конгрестың бюроһы өсөн хәҙер Етәксе кәңәшмәлә хеҙмәт иткән Дейвид Сплэйн ҡәрҙәш яуаплы ине. Ә киләһе конгрестарҙың береһендә был бүлек өсөн мин яуаплы булғанда, Дейвид ҡәрҙәш миңә бик ныҡ ярҙам итте.

Беҙ Палмер менән 36 йыл район хеҙмәтендә булғандан һуң, 2011 йылда мине Йыйылыш өлкәндәре өсөн мәктәпте үткәрергә саҡырҙылар. Ике йыл эсендә беҙгә 75 төрлө өйҙә йоҡларға тура килде. Әммә бының өсөн ҡорбандарға барырға була. Аҙна аҙағында өлкәндәр, Етәксе кәңәшмәнең улар хаҡында ни тиклем ныҡ ҡайғыртҡанын күреп, рәхмәтле ине.

Һуңыраҡ мин Батшалыҡ вәғәзселәре мәктәбен алып барҙым. Ҡәрҙәштәргә еңел булманы, сөнки улар көнөнә ете сәғәт уҡый ине, ә кисен өс сәғәт дәрес әҙерләй ине. Өҫтәүенә, аҙна һайын улар дүрт-биш йөкләмә менән сығыш яһай ине. Беҙ икенсе уҡытыусы менән уларҙы Йәһүәнең ярҙамына ышандыра торғайныҡ. Уҡыусылар, уйлағандан күберәкте эшләй алғандарын күреп, үҙҙәре лә ғәжәпләнә ине! Эйе, Йәһүә менән барыһы ла мөмкин.

ШӘХСИ ҠЫҘЫҠҺЫНЫУ КҮРҺӘТЕҮ БИК МӨҺИМ!

Әсәйемдең башҡаларға ҡарата күрһәтелгән шәхси ҡыҙыҡһыныуы уның өйрәнеүселәренә рухи яҡтан үҫергә ярҙам итте. Хатта атайымдың да хәҡиҡәткә ҡарата ҡарашы йомшарҙы. Әсәйем үлгәндән һуң өс көн үткәс, атайымдың Батшалыҡ залына килеүе беҙҙе ғәжәпләндерҙе. Ул артабанғы 26 йыл дауамында йыйылыштарға йөрөүҙән туҡтаманы. Атайым һыуға сумдырылмаһа ла, өлкәндәр миңә уның һәр йыйылыш осрашыуына беренсе булып килгәне хаҡында әйтте.

Шулай уҡ әсәйем миңә һәм минең өс һеңлемә яҡшы йоғонто яһаны. Улар бөтәһе лә ирҙәре менән Йәһүәгә тоғро хеҙмәт итә. Ике һеңлем филиалдарҙа: беренсеһе — Португалияла, икенсеһе Гаитиҙа хеҙмәт итә.

Хәҙер беҙ Палмер менән Га́мильтонда (Онтарио провинцияһы) махсус пионерҙар булып хеҙмәт итәбеҙ. Район хеҙмәтендә булғанда беҙҙе ҡабат килеүҙәргә һәм Изге Яҙманы өйрәнеүҙәргә саҡыра торғайнылар. Был беҙгә оҡшай торғайны. Ә хәҙер беҙ үҙ өйрәнеүселәребеҙҙең рухи яҡтан үҫеүен күреп шатланабыҙ. Беҙ яңы йыйылышта ҡәрҙәштәр менән дуҫлаштыҡ. Йәһүәнең шатлыҡта ла, ҡайғыла ла улар менән булғанын күреп ҡыуанабыҙ.

Ошо йылдар дауамында беҙгә ҡыҙыҡһыныу күрһәткән күп кенә ҡәрҙәштәрҙе рәхмәт тойғоһо менән иҫкә төшөрәбеҙ. Ә беҙ үҙ сиратыбыҙҙа улар хаҡында эскерһеҙ ҡайғырттыҡ һәм уларға бар көстәрен һалып хеҙмәт итергә ярҙам иттек (2 Кор. 7:6, 7). Мәҫәлән, бер ғаиләлә әсәйҙәре, улы һәм ҡыҙы даими пионер булып хеҙмәт итә ине. Мин ғаилә башлығынан: «Һин ҡасан да булһа пионер хеҙмәте тураһында уйлағаның бармы?» — тип һораным. «Мин өс пионер хаҡында ҡайғыртам», — тине ул. Мин унан: «Әллә һин, улар хаҡында Йәһүәнән дә яҡшыраҡ ҡайғырта алам, тип уйлайһыңмы?» — тип һораным. Шунан мин уға, әгәр ҙә ул пионер булып хеҙмәт итә башлаһа, улар кеүек шатлыҡ кисереүе тураһында әйттем. Ярты йылдан һуң ул да пионер хеҙмәтен башланы.

Беҙ Палмер менән ҡәрҙәштәргә Йәһүәнең ғәжәйеп эштәре тураһында артабан да һөйләргә теләйбеҙ (Зәб. 71:17, 18). Беҙҙең кеүек улар ҙа хеҙмәтте ныҡ яратыр тип өмөтләнәбеҙ.

a «Мәсихселәр тормошо һәм хеҙмәте» осрашыуының күҙәтеүсеһе элек шулай тип аталған.