Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

29-СЫ ӨЙРӘНЕҮ МӘҠӘЛӘҺЕ

Ә һеҙ бөйөк афәткә әҙерме?

Ә һеҙ бөйөк афәткә әҙерме?

«Әҙер булығыҙ» (МАТФ. 24:44).

150-СЕ ЙЫР Ҡотолор өсөн, Хоҙайҙы эҙлә

БЫЛ МӘҠӘЛӘЛӘ a

1. Ни өсөн тәбиғәт афәттәренә әҙер булыу аҡыллы?

 ӘҘЕР булыу ғүмерҙе һаҡлап ҡала ала. Мәҫәлән, тәбиғәт афәтенә әҙер булған кеше үҙен дә ҡотҡара, башҡаларға ла ярҙам итә ала. Европалағы бер гуманитар ойошма әйтеүенсә, «яҡшы әҙерләнеү кешенең ғүмерен һаҡлап ҡала».

2. Ни өсөн беҙгә «бөйөк афәткә» әҙер булырға кәрәк? (Матфай 24:44).

2 «Бөйөк афәт» көтөлмәгәндә башланасаҡ (Матф. 24:21). Әммә башҡа афәттәрҙән айырмалы булараҡ, беҙгә уның килеүе билдәле. 2 000 йыл элек Ғайса үҙ шәкерттәренә, был көнгә әҙер булыу мөһим, тип әйткән. (Матфай 24:44-те уҡығыҙ.) Әҙер булһаҡ, шул ауыр ваҡытта үҙебеҙгә лә сыҙам ҡалыу, башҡаларға ла ярҙам итеү еңелерәк булыр (Лука 21:36).

3. Сыҙамлыҡ, ҡыҙғаныу һәм яратыу беҙгә бөйөк афәткә әҙер булырға нисек ярҙам итер?

3 Әйҙәгеҙ, бөйөк афәткә әҙер булырға ярҙам иткән өс сифатты ҡарап сығайыҡ. Беҙгә хөкөм хәбәрен вәғәзләргә ҡушһалар, ә иманһыҙ кешеләр беҙгә ҡаршы килһә, беҙ үҙебеҙҙе нисек тоторбоҙ? (Асыл. 16:21). Йәһүәгә тыңлаусан булыр өсөн һәм уның беҙҙе яҡлаясағына шикләнмәҫ өсөн беҙгә сыҙамлыҡ кәрәк булыр. Әгәр ҡәрҙәштәребеҙ мөлкәттәрен юғалтһа, беҙ нимә эшләрбеҙ? (Аб. 3:17, 18). Уларға ярҙам итер өсөн беҙгә ҡыҙғаныу кәрәк булыр. Халыҡтар берләшмәһе һөжүм иткәндә, беҙгә ҡәрҙәштәр менән бергә ҡыҫынҡы урында йәшенеп ултырырға тура килһә, шул саҡта беҙ үҙебеҙҙе нисек тоторбоҙ? (Йәз. 38:10—12). Улар менән бергә был ауыр ваҡытты үткәргәндә беҙҙең уларға ҡарата көслө яратыуыбыҙ булырға тейеш.

4. Сыҙамлыҡ, ҡыҙғаныу һәм яратыу үҫтерергә кәрәклеген Изге Яҙма нисек күрһәтә?

4 Алла Һүҙе беҙҙе сыҙамлыҡ, ҡыҙғаныу һәм яратыу үҫтерергә дәртләндерә. Лука 21:19-ҙа: «Сыҙамлығығыҙ менән ғүмерегеҙҙе һаҡлап ҡалырһығыҙ», — тип әйтелә. Колосстарға 3:12-лә: «Шәфҡәтле... булығыҙ», — тигән өндәү бар. Ә 1 Фессалоникаларға 4:9, 10-да: «Алла һеҙҙең үҙегеҙҙе бер-берегеҙҙе яратырға өйрәтте... Имандаштар, үтенеп һорайбыҙ, бер-берегеҙҙе тағы ла нығыраҡ яратһағыҙ ине», — тип яҙылған. Был һүҙҙәрҙе ишеткән мәсихселәр инде сыҙам, ҡыҙғаныусан булған һәм яратыу күрһәткән. Шулай ҙа уларға артабан да был сифаттарҙы үҫтерергә кәрәк булған. Беҙгә лә шуны уҡ эшләргә кәрәк. Был яҡтан беҙгә нимә ярҙам итер? Әйҙәгеҙ, беренсе быуаттағы мәсихселәр был сифаттарҙың һәр береһен нисек сағылдырғанын ҡарап сығайыҡ, ә шунан һуң уларҙан нисек өлгө алып булғанын беләйек. Шулай итеп беҙ бөйөк афәткә әҙербеҙме-юҡмы икәнебеҙҙе тикшерә алырбыҙ.

СЫҘАМЛЫҠ ҮҪТЕРЕГЕҘ

5. Беренсе быуаттағы мәсихселәргә сыҙам булырға нимә ярҙам иткән?

5 Беренсе быуаттағы мәсихселәргә сыҙамлыҡ кәрәк булған (Евр. 10:36). Бөтә кешеләр дусар булған проблемаларҙан тыш, улар өҫтәмә һынауҙар менән осрашҡан. Уларҙың күбеһе йәһүд дин әһелдәренең һәм Рим хөкүмәтенең эҙәрләүҙәре менән генә түгел, шулай уҡ туғандары яғынан да ҡаршылыҡтар менән осрашҡан (Матф. 10:21). Өҫтәүенә, уларға мөртәттәрҙең йоғонтоһо һәм уларҙың ялған өйрәтеүҙәре менән көрәшергә тура килгән (Ғәм. 20:29, 30). Шулай ҙа мәсихселәр сыҙам булып ҡалған (Асыл. 2:3). Уларға нимә ярҙам иткән? Улар Изге Яҙмала яҙылған һәм сыҙамлыҡ сағылдырған хеҙмәтселәрҙең миҫалдары хаҡында, мәҫәлән, Әйүптең өлгөһө тураһында уйланған (Яҡ. 5:10, 11). Шулай уҡ улар көс һорап доға ҡылған (Ғәм. 4:29—31). Бынан тыш, улар ахырға тиклем сыҙам ҡалыу ниндәй емештәр килтерәсәген иҫтә тотҡан (Ғәм. 5:41).

6. Меританың өлгөһө һеҙгә сыҙам булырға нисек ярҙам итә ала?

6 Изге Яҙманы һәм баҫмаларыбыҙҙы уҡып, сыҙамлыҡ сағылдырған кешеләр тураһында даими уйланһаҡ, беҙ ҙә сыҙам булып ҡала алырбыҙ. Албанияла йәшәгән Мери́та исемле апай-ҡәрҙәшебеҙгә ғаиләһенең ҡаты ҡаршылығын түҙергә тап шул ярҙам иткән. Ул былай ти: «Әйүптең өлгөһө мине бик нығытты. Шул тиклем күп ғазаптар кисерһә лә һәм уларҙың ҡайҙан килгәнен белмәһә лә, Әйүп: „Үлгәнсе үҙ сафлығымдан баш тартмам!“ — тигән. Ә минең һынауҙарым уныҡына ҡарағанда күпкә әҙерәк, шулай уҡ, Әйүптән айырмалы булараҡ, мин был һынауҙар артында кем торғанын бик яҡшы беләм» (Әйүп 27:5).

7. Әлеге ваҡытта етди һынауҙар менән осрашмаһаҡ та, беҙгә инде хәҙер нимәгә өйрәнергә кәрәк?

7 Борсолоуҙарыбыҙҙы Йәһүәгә ихлас һәм йыш һөйләп, беҙ сыҙамлыҡ сифатын үҫтерәбеҙ (Флп. 4:6; 1 Фес. 5:17). Бәлки, һеҙҙең хәҙер ҡаты һынауҙарығыҙ юҡтыр. Әммә үҙегеҙҙән һорағыҙ: «Төшөнкөлөккә бирелгәндә йәки нимә эшләргә белмәгәндә, мин Йәһүәнән ярҙам һорайыммы?» Бәләкәй һынауҙар менән осрашҡанда Аллаға доға ҡылып өйрәнһәгеҙ, ҙур һынауҙар менән осрашҡанда был һеҙҙең өсөн ғәҙәти булыр. Шикләнмәгеҙ, Йәһүә һеҙгә ҡасан һәм нисек ярҙам итергә кәрәклеген яҡшы белә (Зәб. 27:1, 3).

СЫҘАМЛЫҠ

Һынауҙа сыҙам ҡалыу беҙҙе киләһе һынауҙарҙа ныҡ булырға әҙерләй (8-се абзацты ҡарағыҙ.)

8. Бөгөн сыҙам ҡалһаҡ, киләсәк һынауҙарҙы еңә алыуыбыҙҙы Мираның миҫалы нисек күрһәтә? (Яҡуб 1:2—4). (Фотоһүрәтте лә ҡарағыҙ.)

8 Бөгөн үк һынауҙарҙа сыҙамлыҡ сағылдырһаҡ, киләсәк бөйөк афәт ваҡытында ныҡ ҡала алырбыҙ (Рим. 5:3). Ни өсөн шундай һығымта яһап була? Ҡәрҙәштәрҙең күбеһе шуға иғтибар иткән: улар бер һынауҙа сыҙам ҡалғанда, башҡалары уларға еңелерәк бирелгән. Был Йәһүәнең уларҙың янында булыуына һәм ярҙам итергә әҙер тороуына иманын нығытҡан. Ә иман, үҙ сиратында, уларға киләһе һынауҙарҙа сыҙам булып ҡалырға ярҙам иткән. (Яҡуб 1:2—4-те уҡығыҙ.) Албанияла йәшәгән һәм пионер булып хеҙмәт иткән Ми́ра апай-ҡәрҙәшкә сыҙамлыҡ һаҡларға элек йыйған тәжрибәһе ярҙам иткән. Ҡайһы саҡта уға тик уның ғына ауырлыҡтары шул тиклем күп кеүек тойола. Әммә Йәһүәнең 20 йыл дауамында уны нисек нығытып торғанын иҫенә төшөргәндә, ул үҙ-үҙенә былай ти: «Бирешмә, Йәһүәнең һиңә нимә эшләгәнен онотма. Йәһүә ярҙамында һин инде күпме көрәштәрҙә еңеп сыҡтың». Йәһүәнең һеҙгә лә нисек сыҙам ҡалырға ярҙам иткәнен иҫегеҙгә төшөрә алаһығыҙ. Шул саҡта бөйөк афәт яҡынлашҡас, һынауҙарҙы йырып сығырға инде тәжрибәгеҙ булыр, һәм һеҙ артабан да сыҙам ҡалырға әҙер булырһығыҙ. Шикләнмәгеҙ, Йәһүә һеҙ йырып сыҡҡан һәр һынауҙы күрә һәм һеҙҙе сыҙамлыҡ өсөн мотлаҡ бүләкләйәсәк (Матф. 5:10—12).

ҠЫҘҒАНЫУСАН БУЛЫҒЫҘ

9. Сүриәләге Антиохияла йәшәгән мәсихселәр нисек ҡыҙғаныу сағылдырған?

9 Йәһүҙиәлә көслө аслыҡ башланғас, нимә булғанын ҡарап сығайыҡ. Сүриәләге Антиохияла йәшәгән мәсихселәр был хаҡта ишеткәс, Йәһүҙиәләге ҡәрҙәштәрен бик ҡыҙғанғандыр. Әммә улар ҡыҙғаныу хистәрен сағылдырып ҡына ҡалмаған, улар быны эш менән күрһәткән. Улар «һәр береһенең хәленән килгәнсә, Йәһүҙиәлә йәшәүсе имандаштарына ярҙам ебәрергә» булған (Ғәм. 11:27—30). Йәһүҙиә Антиохиянан йыраҡ булһа ла, мәсихселәр үҙ ҡәрҙәштәренә ярҙам итергә бик теләгән (1 Яхъя 3:17, 18).

ҠЫҘҒАНЫУ

Афәттәр ваҡытында беҙ башҡаларға ҡыҙғаныусан була алабыҙ (10-сы абзацты ҡарағыҙ.)

10. Бәләгә эләккән ҡәрҙәштәрҙе ҡыҙғаныуыбыҙҙы нисек күрһәтә алабыҙ? (Фотоһүрәтте лә ҡарағыҙ.)

10 Беҙ ҙә бөгөн бәләгә эләккән ҡәрҙәштәргә ҡыҙғаныусан була алабыҙ. Беҙ шунда уҡ ярҙамға киләбеҙ. Мәҫәлән, әҙер булыуыбыҙҙы өлкәндәргә әйтәбеҙ b, шулай уҡ бөтә донъя эшмәкәрлегенә иғәнә бирәбеҙ һәм зыян күргәндәр өсөн доға ҡылабыҙ (Ғиб. һүҙ. 17:17). 2020 йылда COVID-19 пандемияһынан зыян күргәндәргә ярҙам итер өсөн, бөтә донъя буйынса 950-нән ашыу комитет ойошторолған булған. Был комитеттар менән хеҙмәттәшлек иткән ҡәрҙәштәр маҡтау һүҙҙәренә лайыҡ. Имандаштарын йәлләп улар гуманитар ярҙам алып килгән, рухи яҡтан ныҡ ҡалырға ярҙам иткән, ә ҡайһы бер осраҡтарҙа уларҙың өйҙәрен һәм Батшалыҡ залдарын ремонтлаған йәиһә яңынан торғоҙған. (2 Коринфтарға 8:1—4 менән сағыштырығыҙ.)

11. Игелекле эштәребеҙ нисек күктәге Атабыҙҙы данлай?

11 Тәбиғәт афәтенән һуң ярҙам иткәндә беҙҙең эштәребеҙ башҡалар өсөн күренмәй ҡалмай. Мәҫәлән, 2019 йылда «До́риан» тигән көслө дауыл Багамала Батшалыҡ залын емергән. Ҡәрҙәштәребеҙ был залды торғоҙғанда Йәһүә шаһиты булмаған подрядсынан уның эше күпмегә төшөүе тураһында һорашҡан. Ул былай тип яуап биргән: «Бер-берегеҙ тураһында ҡайғыртыуығыҙ мине һоҡландыра. Мин һеҙҙең ойошмағыҙға ярҙам итергә теләйем, шуға күрә ҡорамалдар, эшселәр һәм материалдарҙы бушлай бирәм». Был донъяла кешеләрҙең күбеһе Йәһүәне белмәй, әммә улар Йәһүә шаһиттарын күҙәтә. Игелекле эштәребеҙҙең кешеләрҙе «сикһеҙ шәфҡәтле Аллаға» йәлеп итеүен күреү беҙҙе шатландыра! (Ефес. 2:4).

12. Бөгөн үк ҡыҙғаныу сифатын үҫтереү беҙҙе бөйөк афәткә нисек әҙерләй? (Асылыш 13:16, 17).

12 Ни өсөн беҙгә бөйөк афәт ваҡытында ҡыҙғаныу сифатын сағылдырырға кәрәк булыр? Изге Яҙманан күренеүенсә, сәйәси системаға булышлыҡ итмәгән кешеләрҙең бөгөн дә, бөйөк афәт ваҡытында ла ауырлыҡтары күп булыр. (Асылыш 13:16, 17-не уҡығыҙ.) Ҡәрҙәштәр, моғайын, иң кәрәкле нәмәләргә мохтаж булыр. Оҙаҡламай Батшабыҙ Ғайса Мәсих Алланың был донъя өҫтөнән хөкөм ҡарарын үтәр өсөн килә. Шул саҡта ул, ҡәрҙәштәребеҙгә ҡыҙғаныусан булыуыбыҙҙы күреп, беҙгә лә: «Батшалыҡты мираҫ итеп алығыҙ», — тип әйтер (Матф. 25:34—40).

ЯРАТЫУ ҮҪТЕРЕГЕҘ

13. Павелдың Римдарға 15:7-лә яҙған кәңәше беренсе быуаттағы мәсихселәргә яратыу бәйләнештәрен нығытырға нисек ярҙам иткән?

13 Беренсе быуаттағы мәсихселәр бер-береһенә ҡарата яратыуҙары менән айырылып торған. Әммә уларға был сифатты сағылдырыу еңел булғанмы? Мәҫәлән, Рим ҡалаһындағы мәсихселәрҙең йыйылышы тураһында әйтеп китәйек. Ул төрлө кешеләрҙән торған. Унда Муса ҡанунын бала саҡтан белгән еврейҙарҙан тыш, бөтөнләй башҡа шарттарҙа үҫкән мәжүсиҙәр булған. Мәсихселәр араһында, күрәһең, ҡолдар, иреклеләр, хатта ҡол хужалары ла булған. Улар, был айырмаларҙы еңеп, бер-береһенә нисек яратыу күрһәтә алған? Илсе Павел уларға: «Бер-берегеҙҙе ҡабул итегеҙ», — тип әйткән. (Римдарға 15:7-не уҡығыҙ.) Ул нимәне күҙ уңында тотҡан? «Ҡабул итегеҙ» тип тәржемә ителгән грек һүҙе «кемделер өйөңдә ҡунаҡ итеүҙе» йәиһә «ул кешене үҙ дуҫың тип һанауҙы» аңлата. Мәҫәлән, Павел Филимонға уның ҡасып йөрөгән ҡоло Онисим тураһында: «Уны ла минең һымаҡ күреп ихлас ҡабул ит», — тигән (Фил. 17). Ә Прискилла менән Акила, Аполлосты үҙенә саҡырып, Алла юлы тураһында күберәк һөйләгән (Ғәм. 18:26). Ул мәсихселәр, төрлө булыуҙарына ҡарамаҫтан, берҙәм булған һәм бер-береһен ихлас күңелдән ҡабул иткән.

ЯРАТЫУ

Беҙ бөтә ҡәрҙәштәрҙең яратыуына мохтаж (15-се абзацты ҡарағыҙ.)

14. Миссионер булып хеҙмәт иткән бер пар яратыуҙарын нисек эш менән күрһәткән?

14 Беҙ ҙә ҡәрҙәштәр менән дуҫлашып һәм улар менән ваҡыт үткәреп, уларға ҡарата яратыу күрһәтә алабыҙ. Яуап итеп улар ҙа беҙҙең өсөн йөрәктәрен асыр (2 Кор. 6:11—13). Бына Аннаның миҫалы. Уларҙы ире менән Көнбайыш Африкаға миссионер итеп билдәләгәс тә, COVID-19 пандемияһы башланған. Шуға күрә улар яңы йыйылыштағы ҡәрҙәштәр менән осраша алмаған. Нисек был пар имандаштарына ҡарата яратыу күрһәткән? Улар ҡәрҙәштәргә видеоэлемтә аша шылтыратҡан һәм улар менән яҡыныраҡ танышырға теләгәндәре тураһында әйткән. Күп кенә ғаиләләр был миссионерҙарҙың яратыуын тойған һәм яуап итеп уларға шылтыратҡан һәм смс-хәбәрҙәр ебәргән. Ни өсөн был пар яңы йыйылыш менән шул тиклем ныҡ дуҫлашырға теләгән? Анна былай ти: «Минең ғаиләм ҡайғыла ла, шатлыҡта ла күп тапҡыр ҡәрҙәштәрҙең яратыуын күрҙе. Был минең иҫемдә ҡалған, шуға күрә мин дә шундай яратыу сағылдырырға теләнем».

15. Ванессаның миҫалы ҡәрҙәштәргә яратыу сағылдырырға нисек ярҙам итә? (Фотоһүрәтте лә ҡарағыҙ.)

15 Йыйылышта беҙ мәҙәниәттәре һәм холоҡтары төрлө булған ҡәрҙәштәрҙе осрата алабыҙ. Уларҙың яҡшы сифаттарына иғтибар итеү бик мөһим. Шул саҡта уларға ҡарата яратыуыбыҙ үҫә барыр. Яңы Зеландияла хеҙмәт иткән Ванессаға ҡайһы бер ҡәрҙәштәр менән уртаҡ тел табыуы ауыр булған. Ләкин ул, уның асыуын сығарған ҡәрҙәштәрҙән ситләшер урынына, улар менән күберәк ваҡыт үткәрә башлаған. Был уға Йәһүәнең уларҙы ни өсөн яратҡанын күрергә ярҙам иткән. Ул былай ти: «Ирем район күҙәтеүсеһе булып киткәс, дуҫтарыбыҙ тағы ла күбәйҙе, һәм уларҙың һәр береһенең үҙ холҡо бар ине. Әммә был минең өсөн инде проблема булманы, сөнки мин төрлөлөктө ярата башланым. Йәһүә лә төрлөлөктө ярата бит, ул беҙҙе, төрлө булыуыбыҙға ҡарамаҫтан, үҙенә йәлеп иткән». Башҡаларға Йәһүәнең күҙлегенән ҡарағанда уларҙы яратҡаныбыҙҙы күрһәтәбеҙ (2 Кор. 8:24).

Бөйөк афәт ваҡытында ҡәрҙәштәр янында булһаҡ, Йәһүә беҙҙе яҡлар (16-сы абзацты ҡарағыҙ.)

16. Ни өсөн яратыу бөйөк афәт ваҡытында айырыуса мөһим буласаҡ? (Рәсемде лә ҡарағыҙ.)

16 Бөйөк афәт ваҡытында яратыу сағылдырыу айырыуса мөһим булыр. Бөйөк афәт башланғас, беҙҙе Йәһүә нисек яҡлар? Мидия-Фарсы ғәскәрҙәре боронғо Вавилонға һөжүм иткәс, Йәһүә үҙенең хеҙмәтселәренә: «Бар, халҡым, эске бүлмәләреңә ин һәм артыңдан ишектәреңде яп. Алланың ярһыуы баҫылғансы, бер аҙға ғына йәшенеп тор», — тигән (Ишағ. 26:20). Был һүҙҙәр беҙгә лә — бөйөк афәт алдынан йәшәгән кешеләргә ҡағыла. «Эске бүлмәләр» тигән һүҙ йыйылыштарҙы аңлатырға мөмкин. Бөйөк афәт ваҡытында беҙ рухи ғаиләбеҙ менән бергә булһаҡ ҡына, Йәһүә беҙҙе яҡлаясаҡ. Шуға күрә бөгөн үк ҡәрҙәштәрҙе түҙеп торорға ғына түгел, ә яратырға тырышырға кәрәк. Был беҙҙең ғүмеребеҙгә бәйле!

БӨГӨН ҮК ӘҘЕРЛӘНЕГЕҘ

17. Бөгөн үк әҙерләнә башлаһаҡ, бөйөк афәт ваҡытында нимә эшләй алырбыҙ?

17 «Йәһүәнең бөйөк көнө» кешелек өсөн бик көсөргәнешле буласаҡ (Саф. 1:14, 15). Йәһүәнең хеҙмәтселәренә лә еңел булмаҫ. Әммә бөгөн үк әҙерләнһәк, беҙ үҙебеҙ ҙә тыныслыҡ һаҡлап ҡалырбыҙ, башҡаларға ла ярҙам итә алырбыҙ. Юлыбыҙҙа осраған һәр төрлө ауырлыҡты сыҙамлыҡ менән йырып сыға алырбыҙ. Әгәр ҡәрҙәштәребеҙ бәләгә эләкһә, уларға ҡыҙғаныусан булырбыҙ һәм уларҙың ихтыяждары хаҡында ҡайғыртыр өсөн көсөбөҙҙән килгәндең барыһын эшләрбеҙ. Бөгөн үк ҡәрҙәштәрҙе яратырға өйрәнһәк, киләсәктә лә уларға ҡарата яратыу сағылдырырбыҙ. Шул саҡта Йәһүә беҙгә бәләләр һәм бәхетһеҙлек булмаған яңы донъяла мәңгелек тормош бүләк итәсәк (Ишағ. 65:17).

144-СЕ ЙЫР Бүләктән күҙеңде алма

a Бөйөк афәт бик тиҙ яҡынлаша. Уға әҙер булыр өсөн беҙгә сыҙамлыҡ, ҡыҙғаныу һәм мөхәббәт кеүек сифаттар кәрәк. Әйҙәгеҙ, был сифаттарҙы беренсе быуаттағы мәсихселәр нисек үҫтергәнен, беҙ бөгөн уларҙы нисек үҫтерә алғаныбыҙҙы һәм был өс сифат беҙҙе бөйөк афәткә нисек әҙерләгәнен ҡарап сығайыҡ.

b Әгәр һеҙ ярҙам итеү эштәрендә ҡатнашырға теләһәгеҙ, «Урындағы төҙөү-проектлаштырыу бүлегенең программаһында ирекле хеҙмәтсе булып ҡатнашыр өсөн ғариза» (DC-50) йәиһә «Ирекле хеҙмәткә ғариза» (A-19) тултырығыҙ һәм һеҙҙе саҡырғандарын көтөгөҙ.