Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

28-СЕ ӨЙРӘНЕҮ МӘҠӘЛӘҺЕ

123-СӨ ЙЫР Алла урынлаштырған тәртипкә буйһонабыҙ

Дөрөҫлөктө ялғандан айыра белегеҙ

Дөрөҫлөктө ялғандан айыра белегеҙ

«Билдәрегеҙҙе хәҡиҡәт билбауы менән быуып... сафҡа тороғоҙ» (ЕФЕС. 6:14).

ТӨП ФЕКЕР

Йәһүәнән килгән хәҡиҡәтте Шайтан һәм башҡа дошмандар таратҡан ялғандан айыра белергә нимә ярҙам итер?

1. Ни өсөн һеҙ хәҡиҡәтте ҡәҙерләйһегеҙ?

 ЙӘҺҮӘ хеҙмәтселәре Изге Яҙмалағы хәҡиҡәтте бик ҡәҙерләй. Беҙҙең иманыбыҙ уға нигеҙләнгән (Рим. 10:17). Йәһүә мәсихселәр йыйылышын «хәҡиҡәттең терәге һәм нигеҙе» итеп ойошторған, һәм беҙ быға бер ҙә шикләнмәйбеҙ (1 Тим. 3:15). Беҙ шулай уҡ арабыҙҙа етәкселекте үҙ өҫтәренә алған ҡәрҙәштәргә теләп буйһонабыҙ. Улар беҙгә Изге Яҙманы аңларға һәм Алланың ихтыярын үтәргә ярҙам итә (Евр. 13:17).

2. Хәҡиҡәтте белһәк тә, беҙгә ниндәй ҡурҡыныс янай? (Яҡуб 5:19).

2 Беҙ хәҡиҡәтте һәм Алла ойошмаһын яратабыҙ. Шулай ҙа беҙҙең хәҡиҡәт юлынан ситкә тайпылыуыбыҙ бар. (Яҡуб 5:19-ҙы уҡығыҙ.) Шайтан быны көтөп кенә тора. Ул беҙҙең Изге Яҙмаға һәм Алла ойошмаһы биргән күрһәтмәләргә ышанысыбыҙҙы ҡаҡшата алһа, бик шатланыр ине (Ефес. 4:14).

3. Ни өсөн беҙгә хәҡиҡәткә ныҡ тотонорға кәрәк? (Ефестарға 6:13, 14).

3 Ефестарға 6:13, 14-те уҡығыҙ. Оҙаҡламай Шайтан, үҙ пропагандаһы аша халыҡтарҙы алдап, уларҙы Йәһүәгә ҡаршы ҡоторта башлаясаҡ (Асыл. 16:13, 14). Алланың хеҙмәтселәрен алдар өсөн ул, моғайын, тағы ла күберәк көс һалыр (Асыл. 12:9). Шуға беҙгә инде хәҙер дөрөҫлөктө ялғандан айыра белергә һәм хәҡиҡәткә итәғәтле булырға кәрәк (Рим. 6:17; 1 Пет. 1:22). Бөйөк афәттә иҫән ҡалыр өсөн был үтә мөһим.

4. Был мәҡәләлә нимә ҡаралыр?

4 Был мәҡәләлә беҙ ике сифатҡа иғтибар итербеҙ. Улар беҙгә хәҡиҡәтте ялғандан айыра белергә һәм Алла ойошмаһына ышанырға ярҙам итер. Шулай уҡ беҙ хәҡиҡәткә ныҡ тотонорға ярҙам иткән өс кәңәште ҡарап сығырбыҙ.

ХӘҠИҠӘТТЕ ТАНЫРҒА ЯРҘАМ ИТКӘН ИКЕ СИФАТ

5. Йәһүәгә ҡарата ҡурҡыу-хөрмәт хәҡиҡәтте ялғандан айырырға нисек ярҙам итә?

5 Йәһүәгә ҡарата ҡурҡыу-хөрмәт. Йәһүәгә ҡарата ҡурҡыу-хөрмәт уны яратыу менән тығыҙ бәйле. Йәһүәне яратһаҡ, беҙ уны рәнйеткән эштәр ҡылмаҫбыҙ. Йәһүәнең хуплауы беҙҙең өсөн үтә мөһим. Шуға күрә беҙ яҡшылыҡты яуызлыҡтан һәм хәҡиҡәтте ялғандан айыра белергә теләйбеҙ (Ғиб. һүҙ. 2:3—6; Евр. 5:14). Кешеләрҙән ҡурҡыу Йәһүәне яратыуҙан көслөрәк булмаһын, сөнки кешеләр оҡшатҡан нәмәләрҙе Йәһүә йыш ҡына нәфрәт итә.

6. Кешеләрҙән ҡурҡыуға бирелеп, нисек 10 шымсы дөрөҫлөктө ялғанға әйләндергән?

6 Беҙ Аллаға ҡарағанда кешеләрҙән нығыраҡ ҡурҡһаҡ, беҙҙең ялғанға ышана башлауыбыҙ бар. Муса 12 шымсыны Вәғәҙә ителгән ерҙе ҡарап сығырға ебәргәндә нимә булғанын иҫкә төшөрәйек. Шымсыларҙың 10-һы Ҡынаан кешеләренән ҡурҡҡан. Уларҙың ҡурҡыуы Йәһүәне яратыуҙан көслөрәк булған. Шуға улар милләттәштәренә: «Беҙ ул халыҡҡа ҡаршы бара алмайбыҙ, сөнки улар беҙҙән көслөрәк», — тигән (Һан. 13:27—31). Ысынында, улар дөрөҫөн әйткән. Кеше ҡарашынан, ҡынаандар израилдәрҙән көслөрәк булған. Әммә израилдәр дошмандарын еңә алмаясаҡ тип әйтеү дөрөҫ булғанмы? Йәһүәне бөтөнләй онотҡан кеше генә шулай тип әйтә алған. 10 шымсыға үҙ иғтибарын Йәһүәнең ихтыярына тупларға кәрәк булған, Йәһүә бит израилдәрҙең был ерҙе яулап алыуҙарын теләгән. Шулай уҡ уларға Йәһүәнең күптән түгел генә үҙ халҡын нисек ҡотҡарғанын иҫтәренә төшөрөргә кәрәк булған. Шул саҡта улар ҡынаандарҙың көсө, Йәһүәнең көсө менән сағыштырғанда, бер ни тормағанын аңлар ине. Был 10 шымсыға иман етмәгән. Уларҙан айырмалы булараҡ, Ешуа менән Ҡалип өсөн Йәһүәнең хуплауы иң мөһиме булған. Улар халыҡҡа: «Әгәр Йәһүә беҙҙе хуп күрһә, ул, һис шикһеҙ, беҙҙе шул ергә алып барыр һәм уны... беҙгә бирер», — тигән (Һан. 14:6—9).

7. Йәһүәгә ҡарата ҡурҡыу-хөрмәт нисек үҫтереп була? (Рәсемде лә ҡарағыҙ.)

7 Йәһүәгә ҡарата ҡурҡыу-хөрмәт нисек үҫтереп була? Ҡарарҙар ҡабул иткәндә һәр ваҡыт Алланың хистәре тураһында уйлағыҙ (Зәб. 16:8). Изге Яҙмалағы берәй өҙөктө уҡыған саҡта үҙегеҙҙән: «Ә мин был кеше урынында булһам, нисек эш итер инем?» — тип һорағыҙ. Мәҫәлән, күҙ алдына килтерегеҙ, һеҙ израилдәр араһында тораһығыҙ һәм 10 шымсынан кире хәбәрҙәр ишетәһегеҙ, ти. Һеҙ уларҙың һүҙҙәренә ышаныр инегеҙме? Ҡурҡыуға бирелер инегеҙме? Йә Йәһүәне яратыу кешеләрҙән ҡурҡыуға ҡарағанда көслөрәк булыр инеме? Ешуа менән Ҡалип дөрөҫөн һөйләгән, әммә халыҡ уларға ышанмаған. Һөҙөмтәлә был нәҫелдән, Ешуа менән Ҡалиптан башҡа, бер кем дә Вәғәҙә ителгән ергә кермәгән (Һан. 14:10, 22, 23).

Һеҙ кемгә ышаныр инегеҙ? (7-се абзацты ҡарағыҙ.)


8. Беҙгә бар көсөбөҙҙө һалып ниндәй сифат үҫтерергә кәрәк һәм ни өсөн?

8 Кеселеклек. Йәһүә хәҡиҡәтте тик кеселекле кешеләргә генә аса (Матф. 11:25). Хәҡиҡәт менән таныша башлағас, уны аңлар өсөн беҙ ярҙамға мохтаж булыуыбыҙҙы таныныҡ (Ғәм. 8:30, 31). Әммә ғорур булып китмәҫ өсөн, беҙгә һаҡ булырға кәрәк. Юғиһә, шәхси ҡараштарыбыҙ тураһында, улар Изге Яҙмалағы принциптарҙан һәм ойошма биргән күрһәтмәләрҙән кәм түгел, тип һанай башлауыбыҙ бар.

9. Беҙгә кеселекле булып ҡалырға нимә ярҙам итер?

9 Кеселекле булып ҡалыр өсөн, Йәһүә менән сағыштырғанда үҙебеҙҙең ни тиклем әһәмиәтһеҙ булыуыбыҙҙы иҫтә тотоу мөһим (Зәб. 8:3, 4). Беҙ Йәһүәгә, кеселекле булырға ярҙам ит һәм һинән өйрәнергә теләк бир, тип доға ҡыла алабыҙ. Йәһүә үҙ фекерҙәрен Изге Яҙма һәм ойошма сығарған материалдар аша беҙгә мул итеп еткерә. Ул беҙгә уның фекерҙәрен ҡәҙерләргә һәм уларҙы үҙ ҡарашыбыҙҙан өҫтөн ҡуйырға ярҙам итер. Алла Һүҙен уҡығанда Йәһүәнең кеселекле кешене яратҡанына, ә тәкәббер һәм ғорур булғандарҙы нәфрәт иткәненә иғтибар итегеҙ. Беҙ ойошмала ниндәйҙер хөрмәтле вазифаларға эйә булһаҡ, кеселекле булып ҡалыу айырыуса мөһим.

ХӘҠИҠӘТКӘ НЫҠ ТОТОНОРҒА НИМӘ ЯРҘАМ ИТЕР?

10. Йәһүә боронғо ваҡытта күрһәтмәләрен кем аша биргән һәм бөгөн ул быны нисек эшләй?

10 Һәр ваҡыт Йәһүә ойошмаһына ышанығыҙ. Боронғо ваҡытта Йәһүә үҙ халҡына күрһәтмәләрҙе тәүҙә Муса, ә шунан Ешуа аша биргән (Еш. 1:16, 17). Израилдәр был ирҙәрҙең Алла тарафынан билдәләнгән булыуын танырға һәм уларҙы хөрмәт итергә тейеш булған. Шулай эшләгәндә, уларҙың бөтә эштәре лә уңышлы булған. Быуаттар үткәс, мәсихселәр йыйылышы ойошторолған. Тәүҙә Йәһүәнең күрһәтмәләре 12 илсе аша бирелгән (Ғәм. 8:14, 15). Һуңыраҡ уларға Иерусалимдағы башҡа өлкәндәр ҙә ҡушылған. Мәсихселәр был тоғро ирҙәрҙең күрһәтмәләренә буйһонғанда, йыйылыштағыларҙың иманы нығынған һәм «көндән-көн иманға килеүселәрҙең һаны арта» барған (Ғәм. 16:4, 5). Бөгөн дә Йәһүә ойошмаһы биргән күрһәтмәләргә тыңлаусан булһаҡ, уңышлы булырбыҙ. Әгәр беҙ был яуаплы ҡәрҙәштәргә буйһонорға теләмәһәк, Йәһүә нимә хис итер? Израилдәр менән булған бер осраҡты ҡарап сыҡҡас, беҙ был һорауға яуап алырбыҙ.

11. Мусаны хөрмәт итмәгән кешеләр менән нимә булған? (Рәсемде лә ҡарағыҙ.)

11 Вәғәҙә ителгән ергә барғанда ҡайһы бер хөрмәтле ирҙәр Мусаның халыҡ өҫтөнән башлыҡ булыу хоҡуғын шик аҫтына ҡуя башлаған. Улар: «Бөтә йәмғиәт изге [Муса ғына түгел], һәм Йәһүә улар араһында», — тигән (Һан. 16:1—3). Эйе, Йәһүә «бөтә йәмғиәтте изге» тип һанаған, әммә үҙ халҡы менән етәкселек итергә ул Мусаны һайлаған (Һан. 16:28). Мусаны тәнҡитләп, баш күтәреүселәр ысынында Йәһүәне тәнҡитләгән. Улар Йәһүәнең ихтыяры тураһында түгел, ә үҙ теләге тураһында — ҙурыраҡ хакимлыҡҡа эйә булыу теләге тураһында уйлаған. Йәһүә фетнәселәрҙе һәм уларға ҡушылған меңәрләгән кешеләрҙе язаға тартҡан (Һан. 16:30—35, 41, 49). Бөгөн дә бер нәмә лә үҙгәрмәгән: әгәр берәйһе Йәһүә ойошмаһының күрһәтмәләрен һанға һуҡмаһа, был уға оҡшамай.

Һеҙ кем яҡлы булыр инегеҙ? (11-се абзацты ҡарағыҙ.)


12. Ни өсөн беҙ Йәһүә ойошмаһына тулыһынса ышана алабыҙ?

12 Беҙ Йәһүәнең ойошмаһына тулыһынса ышанабыҙ. Изге Яҙмалағы хәҡиҡәтте аңлауыбыҙға йә Батшалыҡ эштәрен ойоштороуға ниндәйҙер үҙгәрештәр индерергә кәрәк булһа, Етәксе кәңәшмәләге ҡәрҙәштәр кисектермәйенсә эш итә, сөнки Йәһүә теләгәнде эшләү улар өсөн иң мөһиме (Ғиб. һүҙ. 4:18). Шулай уҡ улар бөтә ҡарарҙарҙы беҙҙең өсөн өлгө булып торған Изге Яҙмаға нигеҙләй.

13. «Хаҡ тәғлимәт» үҙ эсенә нимә ала һәм ни өсөн уны «өлгө итеп» тоторға кәрәк?

13 «Хаҡ тәғлимәтте өлгө итеп» тотоғоҙ (2 Тим. 1:13). «Хаҡ тәғлимәт» Изге Яҙмала яҙылған бөтә тәғлимәттәрҙе үҙ эсенә ала (Яхъя 17:17). Беҙҙең иманыбыҙ был тәғлимәттәргә нигеҙләнә. Йәһүә ойошмаһы был тәғлимәттәрҙе «өлгө итеп» тоторға өйрәтә. Шулай эшләһәк, был беҙҙең өсөн яҡлау булыр.

14. Беренсе быуаттағы мәсихселәр нисек «хаҡ тәғлимәттән» тайпылған?

14 Әгәр беҙ «хаҡ тәғлимәттән» тайпылһаҡ, нимә булырға мөмкин? Бер миҫалға иғтибар итәйек. Беренсе быуатта мәсихселәр йыйылышында Алла көнө инде килгән тигән имеш-мимештәр таралған булған. Нисек улай килеп сыҡҡан һуң? Йәнәһе илсе Павел үҙе уларға был турала яҙған. Фессалоникала йәшәгән ҡайһы бер мәсихселәр факттарҙы тикшермәйенсә был хәбәргә ышанған һәм хатта уны башҡаларға ла таратҡан. Әгәр улар Павелдың өйрәткәндәрен иҫтә тотҡан булһа, улар бер ҡасан да алданмаҫ ине (2 Фес. 2:1—5). Шуға Павел ҡәрҙәштәренә еңел ышаныусан булмаҫҡа кәңәш биргән. Мәсихселәр артабан да дөрөҫ мәғлүмәтте ялғандан айыра белһен өсөн, Павел үҙ хатын бындай һүҙҙәр менән тамамлаған: «Мин, Павел, был хаттың минән икәнлеген күрһәтеү өсөн, башҡа хаттарҙағы кеүек үк, сәләмләү һүҙҙәрен үҙ ҡулдарым менән яҙам» (2 Фес. 3:17).

15. Ялған мәғлүмәт ысын итеп күрһәтелгәндә, үҙебеҙҙе нисек һаҡларға? Миҫал килтерегеҙ. (Фотоһүрәтте лә ҡарағыҙ.)

15 Павелдың фессалоникаларға яҙған хатынан ниндәй һабаҡ алып була? Беҙ ҙә бөгөн шаҡ ҡатырғыс йә Изге Яҙмалағы хәҡиҡәткә нигеҙләнмәгән хәбәрҙәр ишетә алабыҙ. Ундай осраҡтарҙа үтә күреүсән булыу мөһим. Советтар Союзында ҡәрҙәштәребеҙ, имеш, баш идаралыҡтан килгән хат алған. Шул хатта ҡәрҙәштәргә айырым ойошма булдырырға кәңәш ителгән. Хат ысын булып күренһә лә, асылда, уны дошмандар яҙған. Әммә тоғро ҡәрҙәштәр алданмаған. Улар был хатта яҙылғандарҙың ойошманың өйрәтеүҙәренә ҡаршы килгәнен аңлаған. Бөгөн дә хәҡиҡәткә ҡаршы килеүселәр заманса технологияларҙы ҡулланып, беҙҙе алдарға һәм арабыҙҙа бүленештәр тыуҙырырға тырыша. Шуға беҙгә аҡыл менән эш итеп ашығыс һөҙөмтәләр яһауҙан һаҡ булырға кәрәк. Үҙебеҙҙе яҡлар өсөн беҙгә уҡығандарыбыҙ һәм ишеткәндәребеҙ инде белгән хәҡиҡәттәргә тура киләме-юҡмы икәнен ентекләп тикшерергә кәрәк (2 Фес. 2:2; 1 Яхъя 4:1).

Ялған мәғлүмәт ысын итеп күрһәтелгәндә, алданмағыҙ. (15-се абзацты ҡарағыҙ.) a


16. Римдарға 16:17, 18 буйынса, берәйһе йыйылышта хәҡиҡәткә ҡаршы булған идеялар таратһа, нимә эшләргә?

16 Йәһүәнең тоғро хеҙмәтселәре менән берҙәм булығыҙ. Йәһүә бөтә хеҙмәтселәренең уға берҙәм ғибәҙәт ҡылыуҙарын теләй. Хәҡиҡәткә ныҡ тотонғанда ғына был мөмкин. Әгәр берәйһе хәҡиҡәткә ҡаршы булған идеялар таратһа, был йыйылышта бүленештәр тыуҙыра. Шуға Алла: «Ундайҙарҙан ситләшегеҙ», — ти. Юғиһә, беҙҙең хәҡиҡәттән тайпылыуыбыҙ ихтимал. (Римдарға 16:17, 18-ҙе уҡығыҙ.)

17. Ни өсөн дөрөҫлөктө ялғандан айыра белергә һәм хәҡиҡәткә ныҡ тотонорға кәрәк?

17 Хәҡиҡәтте танып уға ныҡ тотонһаҡ, беҙ рухи яҡтан көслө булып ҡалырбыҙ (Ефес. 4:15, 16). Был беҙҙе Шайтандың ялған тәғлимәттәренән һәм уның пропагандаһынан яҡлар. Шулай уҡ бөйөк афәт килгәндә беҙ Йәһүәнең ярҙам итеүенә тулыһынса ышана алырбыҙ. Хәҡиҡәткә ныҡ тотоноғоҙ һәм «именлек Аллаһы һеҙҙең менән булыр»! (Флп. 4:8, 9).

122-СЕ ЙЫР Ныҡ тороғоҙ, ҡаҡшамаҫ булығыҙ!!

a ФОТОҺҮРӘТТӘ. Советтар Союзы ваҡытында булған осраҡтың сәхнәләштерелеүе. Ҡәрҙәштәр, йәнәһе, Йәһүә шаһиттарының баш идаралығынан хат алған. Ысынында, уны дошмандар яҙған. Бөгөн дә хәҡиҡәт дошмандары интернет аша ойошмабыҙ тураһында ялған мәғлүмәт тарата.