Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

30-СЫ ӨЙРӘНЕҮ МӘҠӘЛӘҺЕ

36-СЫ ЙЫР «Йөрәгебеҙҙе һаҡлайыҡ»

Израиль батшаларының тормошонан һабаҡ алығыҙ

Израиль батшаларының тормошонан һабаҡ алығыҙ

«Һеҙ тәҡүә һәм яуыз кеше араһындағы айырманы, Аллаға хеҙмәт иткән һәм хеҙмәт итмәгән кеше араһындағы айырманы ҡабат күрерһегеҙ» (МАЛ. 3:18).

ТӨП ФЕКЕР

Йәһүә ҡайһы бер батшаларҙы яҡшы, ә икенселәрен насар тип һанаған. Был хаҡта белеү беҙгә Йәһүәнең үҙ хеҙмәтселәренән нимә көткәнен аңларға ярҙам итер.

1, 2. Изге Яҙмала Израиль батшалары тураһында нимә әйтелә?

 ИЗГЕ ЯҘМАЛА 40-тан ашыу Израиль батшалары тураһында яҙылған a. Унда уларҙың насар эштәре тураһында асыҡтан-асыҡ әйтелә. Мәҫәлән, хатта яҡшы батшалар ҙа ҡайһы саҡта насар эш иткән. Дауыт батшаның миҫалына иғтибар итәйек. Йәһүә уның тураһында: «Хеҙмәтсем Дауыт... минең күҙемдә дөрөҫ булғанды ғына эшләп, бөтөн йөрәге менән миңә эйәрҙе», — тигән (1 Бат. 14:8). Шулай ҙа Дауыт кейәүҙә булған ҡатын менән яҡынлыҡ ҡылған һәм уның ирен үлтерергә бойороҡ биргән (2 Сам. 11:4, 14, 15).

2 Шул уҡ ваҡытта күп кенә тоғро булмаған батшалар ҡайһы саҡта яҡшы эштәр ҡылған. Ровоамдың миҫалына иғтибар итәйек. Алла ҡарашында ул «яман булғанды» ҡылған (2 Йыл. 12:14). Ләкин Израилдең 10 ҡәбиләһе айырылырға һәм яңы батша һайларға ҡарар иткәс, Ровоам Йәһүәнең кәңәшенә ҡолаҡ һалып, улар менән һуғышырға бармаған. Өҫтәүенә, ул Йәһүҙиәнең ҡалаларын нығытҡан, һәм бының ярҙамында унда йәшәүселәр үҙҙәрен хәүефһеҙлектә тойған (1 Бат. 12:21—24; 2 Йыл. 11:5—12).

3. Ниндәй һорау тыуырға мөмкин һәм был мәҡәләлә нимә ҡаралыр?

3 Ошондай һорау тыуырға мөмкин: Израиль батшалары яҡшы эштәр ҙә, насар эштәр ҙә ҡылған икән, Йәһүә нимәгә ҡарап уларҙың ҡайһы берҙәрен тоғро тип, ә икенселәрен тоғро түгел тип һанаған? Был һорауға яуап беҙгә Алланың беҙҙән нимә көткәнен аңларға ярҙам итер. Йәһүә Израиль батшаларына баһа биргәндә уларҙың йөрәк торошон, тәүбә итеүен һәм хаҡ ғибәҙәткә ҡарашын иҫәпкә алған. Тап шул хаҡта был мәҡәләлә һүҙ барыр.

ЙӨРӘК ТОРОШО

4. Тоғро һәм тоғро булмаған батшаларҙың айырмаһы нимәлә булған?

4 Йәһүәне һөйөндөргән батшалар уға бөтә йөрәктән b хеҙмәт иткән. Мәҫәлән, яҡшы батша Иосафат тураһында ул «Йәһүәне бөтә йөрәге менән эҙләгән» тиелә (2 Йыл. 22:9). Иосия тураһында Изге Яҙмала былай тип әйтелә: «Бөтә йөрәге, бөтә йәне һәм бөтә көсө менән Йәһүәгә таба боролған Иосия кеүек бүтән батша уға ҡәҙәр ҙә, унан һуң да һис булманы» (2 Бат. 23:25). Ә ғүмеренең аҙағында хаҡ юлдан тайпылған Сөләймән тураһында беҙ нимә беләбеҙ? «Уның йөрәге... Аллаһы Йәһүәгә инде тулыһынса тоғро түгел ине», — тип яҙылған Алла Һүҙендә (1 Бат. 11:4). Башҡа бер насар батша — Әбйәм тураһында беҙ былай тип уҡыйбыҙ: «[Ул] Аллаһы Йәһүәгә тулыһынса тоғро түгел ине» (1 Бат. 15:3).

5. Йәһүәгә бөтә йөрәктән хеҙмәт итеү үҙ эсенә нимә ала? Аңлатығыҙ.

5 Йәһүәгә бөтә йөрәктән хеҙмәт итеү үҙ эсенә нимә ала? Кешенең Аллаға «исем өсөн генә» түгел, ә уға яратыуҙан һәм тәрән хөрмәт итеүҙән сығып табыныуын аңлата. Ул был мөхәбәтте һәм тоғролоҡто ғүмер буйы һаҡлай.

6. Беҙ йөрәгебеҙҙе нисек һаҡлай алабыҙ? (Ғибрәтле һүҙҙәр 4:23; Матфай 5:29, 30).

6 Беҙ нисек яҡшы батшаларҙан өлгө алып Йәһүәне бөтә йөрәктән ярата алабыҙ? Бының өсөн беҙгә йөрәгебеҙҙе боҙа алған бөтә нәмәнән һаҡланырға кәрәк. Мәҫәлән, күңел асыуҙарҙы һәм дуҫтарҙы һайлағанда иғтибарлы булыу мөһим. Шулай уҡ аҡса һәм әйберҙәр тураһында ғына уйлау бик ҡурҡыныс. Йәһүәгә ҡарата яратыуыбыҙҙың һүрелеүен абайлаһаҡ, беҙгә шунда уҡ уның менән дуҫлығыбыҙҙы емергән бөтә нәмәнән арынырға кәрәк. (Ғибрәтле һүҙҙәр 4:23; Матфай 5:29, 30-ҙы уҡығыҙ.)

7. Ни өсөн үҙебеҙҙе насар йоғонтонан һаҡларға кәрәк?

7 Ни өсөн йөрәгебеҙҙе һаҡлау мөһим? Кемдер, рухи эштәрҙе күбәйтһәм, насар йоғонто миңә тәьҫир итмәҫ, тип уйлай. Ләкин был алдаҡ ҡына. Бер миҫал ҡарап сығайыҡ. Күҙ алдына килтерегеҙ: һыуыҡ көндө һеҙ өшөп ҡайтып, мейес яғып ебәрәһегеҙ, ти. Ләкин ишекте асыҡ ҡалдырһағыҙ, бының файҙаһы булырмы? Юҡ. Тыштан бит һалҡын һауа керер. Был миҫалды Йәһүә менән мөнәсәбәттәребеҙгә лә ҡулланып була. Улар йылы килеш ҡалһын өсөн, рухи аҙыҡ менән туҡланыу әҙ. Беҙгә шулай уҡ үҙебеҙҙе донъяның йоғонтоһонан яҡлар өсөн, «ишекте ябырға» кәрәк. Юғиһә, ундағы идеялар, һалҡын һауа кеүек, йөрәгебеҙгә үтеп инеп Йәһүәгә яратыуыбыҙҙы һыуытыр (Ефес. 2:2).

ТӘҮБӘ ИТЕҮ

8, 9. Дауыт һәм Езекия, Йәһүә алдында гонаһ ҡылғанын аңлағас, үҙҙәрен нисек тотҡан? (Рәсемде ҡарағыҙ.)

8 Юғарыла әйтеп кителгәнсә, Дауыт етди гонаһ ҡылған. Әммә Натан пәйғәмбәрҙең ярҙамы менән ул Йәһүәне ни тиклем ныҡ рәнйеткәнен аңлаған һәм ысын күңелдән тәүбә иткән (2 Сам. 12:13). Дауыт язанан ҡасыр өсөн үкенгән булып ҡыланмаған, уның тәүбә итеүе эскерһеҙ булған. Был 51-се мәҙхиәнән асыҡ күренә (Зәб. 51:3, 4, 17, башланғыс һүҙ).

9 Езекия батша ла Йәһүәгә ҡаршы гонаһ ҡылған. Изге Яҙмала: «Езекияның йөрәге ғорурланып киткәнгә... Алланың уға ла, Йәһүҙиә менән Иерусалимға ла асыуы килде», — тип әйтелә (2 Йыл. 32:25). Ни өсөн Езекия ғорур булып киткән? Күрәһең, уның байлығы, Ассирия ғәскәре өҫтөнән еңеү алыуы йәиһә мөғжизәле рәүештә һауығыуы башын әйләндергәндер. Бәлки, ғорурлығы уны Вавилон батшаһы алдында байлығы менән маҡтанырға этәргәндер. Һөҙөмтәлә Ишағыя пәйғәмбәр уны шелтәләгән (2 Бат. 20:12—18). Ләкин Дауыт кеүек, Езекия ла ысын күңелдән тәүбә иткән (2 Йыл. 32:26). Алла был батшаны нисек баһалаған? Йәһүә уны тоғро тип һанаған һәм уның тураһында «дөрөҫ булғанды ҡылып йәшәне» тип әйткән (2 Бат. 18:3).

Дауыт һәм Езекия Йәһүәгә ҡаршы ҡылған гонаһтарын таныған һәм ихлас тәүбә иткән. (8, 9-сы абзацтарҙы ҡарағыҙ.)


10. Амазыя батша пәйғәмбәрҙең һүҙҙәрен нисек ҡабул иткән?

10 Дауыттан һәм Езекиянан айырмалы булараҡ, Йәһүҙиә батшаһы Амазыя Йәһүә күҙендә дөрөҫ булғанды ҡылып йәшәһә лә, уға «бер бөтөн йөрәк менән хеҙмәт» итмәгән (2 Йыл. 25:2). Ул ниндәй хата эшләгән? Йәһүә Амазыяға идум халҡын еңергә ярҙам иткән, ә батша уларҙың илаһтарына табына башлаған c. Шунда Йәһүә уны төҙәтер өсөн пәйғәмбәрен ебәргән. Ләкин батша пәйғәмбәрҙең һүҙҙәренә асыуланған һәм тыңлап та бөтмәйенсә уны ҡыуып сығарған (2 Йыл. 25:14—16).

11. 2 Коринфтарға 7:9, 11 буйынса, Йәһүәнән кисереү алыр өсөн нимә эшләргә кәрәк? (Фотоһүрәтте лә ҡарағыҙ.)

11 Был миҫалдар беҙҙе нимәгә өйрәтә? Гонаһтарыбыҙҙа тәүбә итергә һәм уларҙы ҡабатламаҫ өсөн тырышлыҡтар һалырға кәрәк. Йыйылыш өлкәндәре һеҙгә кәңәш бирһә, ә һеҙгә был проблема ул тиклем етди түгел кеүек күренһә, нимә эшләргә? Өлкәндәр һеҙгә ҡаршы тора һәм Йәһүә һеҙҙе яратмай тип уйларға ашыҡмағыҙ. Хатта Израилдең яҡшы батшалары ла Йәһүәнән ҡаты өгөтләү алған (Евр. 12:6). Әгәр һеҙгә кәңәш бирһәләр: 1) үҙегеҙҙе кесе тотоп, кәңәште ҡабул итегеҙ; 2) кәрәкле үҙгәрештәр яһағыҙ; һәм 3) Йәһүәгә бөтә йөрәктән хеҙмәт итеүегеҙҙе дауам итегеҙ. Әгәр тәүбә итһәк, Йәһүә беҙҙе кисерер. (2 Коринфтарға 7:9, 11-ҙе уҡығыҙ.)

Беҙгә кәңәш бирелгәндә: 1) үҙебеҙҙе кесе тотоп, ҡәрҙәште тыңларға; 2) кәрәкле үҙгәрештәр яһарға һәм 3) Йәһүәгә артабан да бөтә йөрәк менән хеҙмәт итергә кәрәк. (11-се абзацты ҡарағыҙ.) f


ХАҠ ҒИБӘҘӘТКӘ ҠАРАШ

12. Аллаға тоғро батшалар нимә менән айырылып торған?

12 Аллаға тоғро булған батшалар хаҡ ғибәҙәткә ныҡ тотонған һәм халыҡты ла быға өйрәткән. Әлбиттә, улар камил булмаған һәм хаталар яһаған. Ләкин улар Йәһүәгә йән-тән менән бирелгән булған һәм үҙ ерҙәрен илаһтарҙан таҙартҡан d.

13. Ни өсөн Ахаб Йәһүә күҙендә насар батша булған?

13 Тоғро булмаған батшалар тураһында нимә әйтеп була? Улар ҡылған эштәр бөтәһе лә насар булғанмы? Юҡ. Мәҫәлән, яуыз батша Ахаб, уның арҡаһында Нәбүтәйҙе үлтергәндәрен ишеткәс, бик бойоҡҡан һәм Йәһүә алдында үҙен түбәнһеткән (1 Бат. 21:27—29). Шулай уҡ был батша ҡалалар төҙөгән һәм Израилдең дошмандары өҫтөнән еңеүҙәр яулаған (1 Бат. 20:21, 29; 22:39). Ләкин Йәһүәнең күҙендә ул яуыз эштәре менән «дан ҡаҙанған». Ҡатыны Изәбәлдең ҡотортоуына бирелеп, ул ялған динде таратҡан. Ахаб был эштәрендә бер ҡасан да тәүбә итмәгән (1 Бат. 21:25, 26).

14. а) Ни өсөн Йәһүә Ровоамды насар батша тип һанаған? б) Тоғро булмаған батшаларҙың ниндәй уртаҡ яҡтары бар?

14 Тағы бер тоғро булмаған батша тураһында әйтеп китәйек. Был Ровоам. Ул идара итеүе ваҡытында күп яҡшы эштәр ҡылған. Ләкин уның хакимлығы нығынғас, ул Йәһүәне ҡалдырған һәм ялған илаһтарға табына башлаған (2 Йыл. 12:1). Шул ваҡыттан алып, ул Йәһүә менән ялған дин араһында бәрелеп һуғылып йөрөгән (1 Бат. 14:21—24). Ровоам һәм Ахабтан тыш, Йәһүәгә тоғролоҡ һаҡламаған башҡа батшалар ҙа булған. Израиль батшаларының күпселеге әҙме-күпме ялған диндең эштәрендә ҡатнашҡан. Күреүебеҙсә, Йәһүә ҡарашында батшаның яҡшы йә насар булыуы уның саф ғибәҙәткә ҡарашынан тора.

15. Ни өсөн хаҡ ғибәҙәт ҡылыу Йәһүә өсөн бик мөһим?

15 Ни өсөн хаҡ ғибәҙәт ҡылыу Йәһүә өсөн бик мөһим булған? Беренсенән, батшалар хаҡ табыныуҙа башҡаларға үрнәк күрһәтергә тейеш булған. Эйе, ялған илаһтарға табыныу кешеләрҙе башҡа етди гонаһтарға һәм яҡындары менән насар мөғәмәлә итеүгә килтерә (Ос. 4:1, 2). Икенсенән, бөтә халыҡ, шул иҫәптән батшалар ҙа, Йәһүәгә бағышланған булған. Шуға күрә Изге Яҙмала күрһәтелгәнсә, ялған илаһтарға табыныу тормош иптәшенә хыянат итеүгә тиң булып тора (Ирем. 3:8, 9). Зина ҡылған кеше тормош иптәшен бик ныҡ рәнйетә. Йәһүә лә, уның хеҙмәтсеһе ялған илаһтарға табына башлаһа, шундай уҡ хистәр тоя (Ҡан. 4:23, 24) e.

16. Йәһүә күҙендә яҡшы кеше яуыз кешенән нимә менән айырылып тора?

16 Беҙ үҙебеҙгә ниндәй һабаҡтар ала алабыҙ? Беҙгә ялған табыныу менән бәйле бөтә нәмәнән йыраҡ торорға кәрәк. Әммә улай ғына түгел. Беҙгә шулай уҡ хаҡ табыныуға йәбешергә һәм Йәһүәгә бөтә йөрәктән хеҙмәт итергә кәрәк. Малахи пәйғәмбәр Йәһүә күҙендә яҡшы кеше насар кешенән нимә менән айырылып торғанын асыҡ итеп күрһәткән. Ул былай тип яҙған: «Һеҙ тәҡүә һәм яуыз кеше араһындағы айырманы, Аллаға хеҙмәт иткән һәм хеҙмәт итмәгән кеше араһындағы айырманы ҡабат күрерһегеҙ» (Мал. 3:18). Шуға беҙгә Йәһүәгә ғибәҙәт ҡылыуҙа бер нәмә лә ҡамасауларға тейеш түгел. Мәҫәлән, ҡай саҡ етешһеҙлектәребеҙ һәм хаталарыбыҙ беҙҙе ныҡ күңелһеҙләндерә, һәм беҙ бирешергә әҙербеҙ. Әммә беҙгә Йәһүәгә хеҙмәт итеүҙән туҡтарға ярамай, сөнки был үҙенән-үҙе гонаһ булыр ине.

17. Тормош иптәшен һайлау Йәһүә менән мөнәсәбәттәрегеҙгә нисек тәьҫир итә ала?

17 Һеҙ ғаилә ҡорорға теләһәгеҙ, Малахи пәйғәмбәрҙең һүҙҙәре һеҙгә тура килгән тормош иптәшен һайларға ярҙам итер. Бәлки, был кешенең яҡшы сифаттары барҙыр, ләкин Йәһүә уға хеҙмәт итмәгән кешене тәҡүә тип һанармы? (2 Кор. 6:14) Һеҙ ундай кеше менән никахҡа инһәгеҙ, ул һеҙгә Йәһүәгә яҡыныраҡ булырға ярҙам итерме? Бына нимә тураһында уйланығыҙ. Моғайын, Сөләймән ҡатындарының да яҡшы сифаттары булғандыр. Ләкин улар Йәһүәгә хеҙмәт итмәгән һәм яйлап ҡына Сөләймәндең йөрәген ялған илаһтарға табынырға әүрәткән (1 Бат. 11:1, 4).

18. Ата-әсәләр балаларын нимәгә өйрәтергә тейеш?

18 Ата-әсәләр, балаларығыҙҙа Йәһүәгә хеҙмәт итеү теләген үҫтерер өсөн, был мәҡәләләге фекерҙәрҙе ҡулланығыҙ. Уларға ни өсөн Алла ҡайһы бер батшаларҙы яҡшы, ә икенселәрен насар тип һанағанын аңларға ярҙам итегеҙ. Батшаларҙың Йәһүәгә генә табыныуы һәм башҡаларҙы ла быға өйрәтеүе мөһим булған. Балаларығыҙға тормошта рухи эштәр беренсе урында торорға тейеш икәнен аңлатығыҙ. Үҙегеҙ ҙә был яҡтан өлгө булып тороғоҙ. Балаларығыҙ Изге Яҙманы өйрәнеү, йыйылыш осрашыуҙарына йөрөү, хеҙмәттә ҡатнашыу тормошоғоҙҙа беренсе урында торғанын күрһен (Матф. 6:33). Улар, Йәһүә шаһиттарының ғаиләһендә булыуҙан тыш, үҙҙәре Йәһүә менән шәхси мөнәсәбәттәр үҫтереү мөһим икәнен аңларға тейеш. Юғиһә, улар Йәһүәгә табыныуҙы икенсе урынға күсерергә йә хәҡиҡәттән бөтөнләй китергә мөмкин.

19. Йәһүәгә ҡайтырға теләгәндәргә нимә эшләргә кәрәк? ( «Йәһүәгә ҡайтығыҙ!» тигән рамканы ла ҡарағыҙ.)

19 Йәһүәнән киткән кеше яңынан уның дуҫы була аламы? Эйе. Ул тәүбә итеп Йәһүәгә кире ҡайта ала. Бының өсөн уға ғорурлығын ҡалдырырға һәм йыйылыш өлкәндәренең ярҙамын ҡабул итергә кәрәк. Әлбиттә, был еңел булмаҫ (Яҡ. 5:14). Ләкин Йәһүә менән дуҫлыҡ бөтә нәмәнән дә ҡәҙерлерәк.

20. Тоғро батшаларҙан өлгө алһаҡ, Йәһүә беҙгә ниндәй баһа бирер?

20 Был мәҡәләнән беҙ нимә белдек? Беҙгә тоғро батшаларҙан өлгө алырға кәрәк. Ә бының өсөн йөрәгебеҙҙе һаҡлау һәм тулыһынса Йәһүәгә тоғро булыу мөһим. Әйҙәгеҙ, хаталарыбыҙҙан һабаҡтар алайыҡ, гонаһтарыбыҙҙа эскерһеҙ тәүбә итәйек һәм кәңәштәргә ҡолаҡ һалайыҡ. Өҫтәүенә, бер генә хаҡ Аллаға табыныу ни тиклем мөһим икәнен иҫтә тотайыҡ. Шулай эшләһәк, беҙ Йәһүә күҙендә тәҡүә булырбыҙ.

45-СЕ ЙЫР Күңел түремдәге уйҙарым

a Был мәҡәләлә Алла халҡының бөтә батшалары — Йәһүҙиәнең 2 ҡәбиләһе менән, Израилдең 10 йә бөтә 12 ҡәбиләһе менән идара иткән батшалар — «Израиль батшалары» тип атала.

b АҢЛАТМА. Изге Яҙмала «йөрәк» тигән һүҙ беҙҙең эске асылыбыҙҙы, йәғни теләктәребеҙҙе, уйҙарыбыҙ, ынтылыштарыбыҙ, ҡараштарыбыҙ, һәләттәребеҙ, эске ниәттәребеҙ һәм маҡсаттарыбыҙҙы үҙ эсенә ала.

c Күрәһең, ул мәжүси батшаларҙың йолалары буйынса эш иткән. Улар, ғәҙәттә, яулап алған халыҡтарҙың илаһтарына табынған.

d Мәҫәлән, Аса батша етди гонаһтар ҡылған (2 Йыл. 16:7, 10). Ләкин Изге Яҙмала, ул Йәһүә күҙендә дөрөҫ булғанды эшләгән, тип әйтелә. Әлбиттә, ул тәүҙә пәйғәмбәргә асыуланған, әммә һуңыраҡ, күрәһең, тәүбә иткән. Тулайым алғанда, уның насар эштәренә ҡарағанда яҡшы эштәре күберәк булған. Иң мөһиме, Аса батша тик Йәһүәгә генә табынған һәм үҙ батшалығындағы ялған табыныуҙы юҡ итер өсөн күп көс һалған (1 Бат. 15:11—13; 2 Йыл. 14:2—5).

e Муса ҡанунының беренсе ике әмере Йәһүәнән тыш бер кемгә лә һәм бер нәмәгә лә табынырға рөхсәт итмәгән (Сығ. 20:1—6). Был Йәһүә өсөн уға ғына ғибәҙәт ҡылыу бик мөһим булғанын күрһәтә.

f РӘСЕМДӘ. Йыйылыш өлкәне булып хеҙмәт иткән йәш ҡәрҙәшебеҙ имандашының иҫерткес эсемлеккә әүәҫләнеп китеүен абайлап ҡала һәм уға был хаҡта әйтә. Был ир ҡәрҙәш үҙен кесе тотоп уны тыңлай, кәрәкле үҙгәрештәр яһай һәм Йәһүәгә бөтә йөрәктән хеҙмәт итеүен дауам итә.