27-СЕ ӨЙРӘНЕҮ МӘҠӘЛӘҺЕ
73-СӨ ЙЫР Беҙгә ҡыйыулыҡ бир
Садиҡ кеүек ҡыйыу булығыҙ
«Улар араһында... Садиҡ исемле ғәйрәтле ҡыйыу бер егет тә бар ине» (1 ЙЫЛ. 12:28).
ТӨП ФЕКЕР
Садиҡтың өлгөһө беҙгә ҡайһы яҡтан ҡыйыу булырға ярҙам итер?
1, 2. Садиҡ кем булған? (1 Йылъяҙма 12:22, 26—28).
КҮҘ алдына килтерегеҙ: Хеврондың таулы ерҙәрендә 340 000-дән ашыу ирҙәр йыйылған. Улар унда Дауытты Израиль өҫтөнән батша итеп ҡуйыр өсөн килгән. Өс көн дауамында улар байрам иткән. Бөтә ерҙә шатлыҡлы аралашыуҙар, көлөшөүҙәр һәм маҡтау йырҙары ишетелгән (1 Йыл. 12:39). Шул күп ирҙәр араһында Садиҡ исемле бер йәш егет тә булған. Ул башҡаларҙан бер нисек тә айырылып тормаған. Ләкин Йәһүә уға иғтибар иткән һәм уның тураһында белеүебеҙҙе ҡайғыртҡан. (1 Йылъяҙма 12:22, 26—28-ҙе уҡығыҙ.) Садиҡ кем булған?
2 Садиҡ рухани булған һәм баш рухани Авиафар менән бергә хеҙмәт иткән. Шулай уҡ Изге Яҙмала ул әүлиә тип атала. Алла уға үтә күреүсәнлек һәм уның ихтыярын аңлау һәләтен биргән (2 Сам. 15:27). Шуға күрә кешеләр кәңәш һорап Садиҡҡа мөрәжәғәт иткән. Ул шулай уҡ ҡыйыу кеше булған. Уның ҡыйыулығы тураһында был мәҡәләнән күберәк белербеҙ.
3. а) Ни өсөн Йәһүәнең хеҙмәтселәренә ҡыйыу булырға кәрәк? б) Был мәҡәләлә нимә ҡаралыр?
3 Был һуңғы көндәрҙә Шайтан беҙҙең иманыбыҙҙы емерер өсөн бөтә көсөн һала (1 Пет. 5:8). Беҙ Йәһүәнең Шайтанды һәм уның яуыз донъяһын юҡ итәсәген түҙемһеҙлек менән көтәбеҙ (Зәб. 31:24). Ә был көн килеп еткәнсе, беҙгә Алла Батшалығы яғында булырға, ҡәрҙәштәребеҙгә булышлыҡ итергә һәм Йәһүәгә тоғро булып ҡалырға кәрәк. Бының өсөн ҡыйыу булыу бик мөһим. Садиҡтың миҫалы беҙгә был йәһәттән нисек ярҙам иткәнен, әйҙәгеҙ, ҡарап сығайыҡ.
АЛЛА БАТШАЛЫҒЫ ЯҒЫНДА ТОРОҒОҘ
4. Ни өсөн Алла Батшалығы яғында торор өсөн ҡыйыулыҡ кәрәк? (Фотоһүрәтте лә ҡарағыҙ.)
4 Йәһүәнең хеҙмәтселәре Алла Батшалығы яғында тора һәм бөтә йөрәктән уны яҡлай (Матф. 6:33). Ҡайһы саҡта был еңел түгел. Мәҫәлән, Шайтандың был яуыз донъяһында Йәһүәнең нормалары буйынса йәшәр өсөн һәм Батшалыҡ хаҡындағы һөйөнөслө хәбәрҙе вәғәзләр өсөн ҡыйыулыҡ кәрәк (1 Фес. 2:2). Шулай уҡ сәйәси яҡтан тарҡалған донъяла нейтралитет һаҡлар өсөн дә ҡыйыу булыу мөһим (Яхъя 18:36). Хәрби хеҙмәттән һәм сәйәси эштәрҙән баш тартҡаны өсөн Йәһүә шаһиттарының күптәре матди яҡтан зыян күргән, туҡмалған йә төрмәгә эләккән.
5. Ни өсөн Садиҡҡа ҡыйыулыҡ кәрәк булған?
5 Садиҡ Хевронға Дауыттың батша булып китеүен байрам итер өсөн генә килмәгән. Был ҡоралланған йәш кеше яуға барырға әҙер булған (1 Йыл. 12:38). Ул Дауыт яғында һуғышырға һәм Израилде дошмандарҙан яҡларға теләгән. Рухани булып хеҙмәт иткәнгә, Садиҡ, бәлки, тәжрибәле һуғышсы булмағандыр. Әммә ул бик ҡыйыу булған.
6. Ни өсөн Дауыттың ҡыйыулығы Садиҡ өсөн яҡшы өлгө була алған? (Зәбур 138:3).
6 Садиҡ нисек ҡыйыу булып киткән? Уның янында көслө һәм батыр кешеләр булған. Һис шикһеҙ, улар уға яҡшы йоғонто яһаған. Мәҫәлән, Дауыт. Ул ҡыйыу ғәскәр башлығы булған һәм «Израилде хәрби походтарға» йөрөткән, шуға күрә израилдәр уның батша булып китеүен теләгән (1 Йыл. 11:1, 2). Дошмандарға ҡаршы һуғышҡанда, Дауыт һәр ваҡыт Йәһүәгә таянған (Зәб. 28:7; Зәбур 138:3-тө уҡығыҙ). Садиҡтың янында шулай уҡ башҡа абруйлы ирҙәр ҙә булған: Йодай һәм уның ҡыйыу улы Бинай, шулай уҡ 22 нәҫел башлығы (1 Йыл. 11:22—25; 12:26—28). Улар ысын күңелдән Дауытҡа булышлыҡ күрһәткән һәм уның батшалығын яҡларға әҙер булған.
7. а) Ҡыйыулыҡ тураһында әйткәндә, беҙ кемдән өлгө ала алабыҙ? б) Нси́лу ир ҡәрҙәш тураһында видеояҙманы ҡарағас, һеҙ нимәгә өйрәндегеҙ?
7 Көслө һәм ҡыйыу булыр өсөн, нимә эшләргә кәрәк? Йәһүәнең хакимлығын ҡыйыулыҡ менән яҡлаған хеҙмәтселәрҙең миҫалдары тураһында уйланығыҙ. Тәү сиратта был — Батшабыҙ Ғайса Мәсих. Ул Шайтан донъяһының сәйәси эштәрендә ҡатнашыуҙан баш тартҡан (Матф. 4:8—11; Яхъя 6:14, 15). Ғайса үҙ көсөнә таянмаған. Ул һәр ваҡыт Йәһүәнән ярҙам эҙләгән. Шулай уҡ беҙҙең көндәрҙә йәшәгән Йәһүә хеҙмәтселәренең миҫалдары ла бар. Күп йәш ирҙәр, имандары буйынса эш итеп, армияға бармай һәм сәйәси эштәрҙә ҡатнашмай. Улар тураһында jw.org сайтыбыҙҙан күберәк белеп була a.
ҠӘРҘӘШТӘРГӘ ТЕРӘК БУЛЫҒЫҘ
8. Өлкәндәргә ниндәй осраҡтарҙа ҡыйыулыҡ кәрәк булыр?
8 Йәһүәнең хеҙмәтселәре бер-береһенә ярҙам итергә ярата (2 Кор. 8:4). Ҡайһы саҡта, мәҫәлән, һуғыш ваҡытында бының өсөн батырлыҡ кәрәк. Ҡәрҙәштәребеҙҙең Изге Яҙмаһы, әҙәбиәттәре, ризығы йә кейергә кейеме булмаҫҡа мөмкин. Ҡайғыртыусан өлкәндәр, Йәһүәнең «һарыҡтарына» кәрәкле нәмәләрҙе алып барыр өсөн, үҙ тормоштарын ҡурҡыныс аҫтына ҡуйырға әҙер (Яхъя 15:12, 13). Шул яҡтан улар ҡыйыулыҡ сағылдырған Садиҡҡа оҡшаш.
9. Дауыт Садиҡҡа ниндәй йөкләмә биргән? (2 Самуил 15:27—29). (Рәсемде лә ҡарағыҙ.)
9 Бер ваҡыт Әбессәләм, атаһы Дауытты үлтерергә һәм уның урынына тәхеткә ултырырға теләп, хәйлә ҡорған (2 Сам. 15:12, 13). Дауытҡа кисекмәҫтән Иерусалимдан китергә тура килгән. Ул үҙ хеҙмәтселәренә: «Тороғоҙ, ҡасырға кәрәк, юҡһа беребеҙ ҙә Әбессәләмдән ҡотола алмаҫ!» — тигән (2 Сам. 15:14). Дуҫтары менән ҡаланан киткәндә Дауыт, Әбессәләмдең пландары тураһында белеп торор өсөн, Иерусалимда ышаныслы кешеләрҙе ҡалдырған. Был йөкләмәне Дауыт Садиҡҡа һәм башҡа руханиҙарға тапшырған. (2 Самуил 15:27—29-ҙы уҡығыҙ.) Уларға бик һаҡ булырға кәрәк булған. Үҙ-үҙен яратҡан, үс алыусан һәм хыянатсыл Әбессәләм Садиҡтың һәм башҡа руханиҙарҙың уның артынан күҙәтеп йөрөүҙәрен белгән булһа, уларҙы үлтерер ине!
10. Садиҡ һәм уның дуҫтары нисек Дауыттың ғүмерен ҡотҡарған?
10 Дауыт план ҡорған һәм үҙенең тоғро дуҫтары Садиҡ менән Хушайҙан ярҙам һораған (2 Сам. 15:32—37). Был план буйынса, Хушай Әбессәләмдең ышанысын яуларға һәм уға кәңәш бирергә тейеш булған. Был Дауытҡа һөжүмгә әҙерләнергә ваҡыт биргән. Шунан Хушай Садиҡҡа һәм Авиафарға Әбессәләмгә нимә кәңәш иткәне тураһында һөйләгән (2 Сам. 17:8—16). Ә улар инде ишеткәндәрен Дауытҡа еткергән (2 Сам. 17:17). Шулай итеп Йәһүәнең ярҙамы менән Садиҡ һәм башҡа руханиҙар Дауыттың ғүмерен ҡотҡарып ҡала алған (2 Сам. 17:21, 22).
11. Имандаштарыбыҙға ярҙам иткәндә, беҙ Садиҡтың ҡыйыу булыуынан нимәгә өйрәнә алабыҙ?
11 Ҡурҡыныс хәлгә эләккән ҡәрҙәштәргә ярҙам итергә һораһалар, һеҙ нисек Садиҡтың ҡыйыулығын өлгө итеп ала алаһығыҙ? 1) Күрһәтмәләргә буйһоноғоҙ. Ауыр шарттарҙа берҙәм булыу үтә мөһим. Урындағы филиалдан килгән күрһәтмәләргә ҡолаҡ һалығыҙ (Евр. 13:17). Ҡәрҙәштәр афәттәргә әҙер булһын өсөн һәм нисек эш итергә кәрәклеген белһен өсөн, йыйылыш өлкәндәре ул күрһәтмәләрҙе ваҡыт-ваҡыт иҫтәренә төшөрөп торорға тейеш (1 Кор. 14:33, 40). 2) Ҡыйыу, әммә һаҡ булығыҙ (Ғиб. һүҙ. 22:3). Нимәлер эшләр алдынан, уйланығыҙ. Аҡыл менән эш итегеҙ һәм кәрәк булмаһа, ғүмерегеҙҙе ҡурҡыныс аҫтына ҡуймағыҙ. 3) Йәһүәгә таянығыҙ. Имандаштарығыҙға ярҙам иткәндә, онотмағыҙ: Йәһүә уларҙың ғына түгел, һеҙҙең именлегегеҙ хаҡында ла ҡайғырта. Ул ҡәрҙәштәрегеҙгә ярҙам итер өсөн һеҙгә бик ҡурҡыныс булмаған юлдар табырға ярҙам итер.
12, 13. Виктор һәм Виталийҙың миҫалы һеҙҙе нимәгә өйрәтә? (Фотоһүрәтте лә ҡарағыҙ.)
12 Украинала йәшәгән йыйылыш өлкәндәре Виктор менән Виталий имандаштарына ризыҡ һәм һыу килтереп торған. «Беҙгә ризыҡты төрлө ерҙәрҙән, хатта һуғыш барған ерҙәрҙән дә эҙләргә тура килде, — тип һөйләй Виктор. — Бер тапҡыр имандашыбыҙ ҡәрҙәштәр өсөн байтаҡ ҡына аҙыҡ-түлек бирҙе. Уның йомартлығы күп ҡәрҙәштәргә ас ҡалмаҫҡа ярҙам итте. Беҙ был ризыҡты машинаға тейәгән саҡта яныбыҙға 20 метр етмәҫтән ракета килеп төштө. Артабан да ҡәрҙәштәргә ярҙам итер өсөн ҡыйыулыҡ һорап, мин көнө буйы Йәһүәгә ялбарып доға ҡылдым».
13 «Миңә ҙур ҡыйыулыҡ кәрәк ине, — ти Виталий. — Сөнки был тапҡыр мин үҙем генә юлға сыҡтым. Мин машинала 12 сәғәт барҙым һәм юл буйы Йәһүә менән һөйләштем». Виталий ҡыйыу, әммә шул уҡ ваҡыт һаҡ булған. Ул былай тип дауам итә: «Мин Йәһүәнән һәр ваҡыт зирәклек һәм тыйнаҡлыҡ һораным. Мин хөкүмәттәр рөхсәт иткән юлдарҙан ғына йөрөнөм. Ҡәрҙәштәремдең берҙәм эш итеүҙәрен күреү иманымды нығытты. Берәүҙәр Виктор менән минең өсөн маршрут төҙөнө, икенселәре гуманитар ярҙам йыйҙы һәм тейәне, ә кемдер беҙҙе ашатты һәм ял итеп алырға урын бирҙе».
ЙӘҺҮӘГӘ ТОҒРО ҠАЛЫҒЫҘ
14. Яҡын кешебеҙ Йәһүәне ҡалдырһа, беҙ нимә хис итәбеҙ?
14 Яҡын дуҫыбыҙ йә туғаныбыҙ Йәһүәне ҡалдырһа, был беҙҙе ҡайғыға һала (Зәб. 78:40; Ғиб. һүҙ. 24:10). Кешене ни тиклем нығыраҡ яратабыҙ, шул тиклем ауырыраҡ. Әгәр һеҙ шундай ҡайғы кисергән булһағыҙ, Садиҡтың тоғролоғо һеҙгә көс өҫтәр.
15. Ни өсөн Йәһүәгә тоғро ҡалыр өсөн, Садиҡҡа ҡыйыулыҡ кәрәк булған? (1 Батшалар 1:5—8).
15 Яҡын дуҫы Авиафар хыянатсы булып китһә лә, Садиҡ Йәһүәгә тоғро ҡалған. Был Дауыт батшаның идара итеүенең аҙағында булған. Дауыт инде ҡарт булған, һәм уның улы Адания Сөләймәнгә вәғәҙә ителгән батшалыҡты тартып алырға маташҡан (1 Йыл. 22:9, 10). Авиафар Адания яғына баҫҡан. (1 Батшалар 1:5—8-ҙе уҡығыҙ.) Шулай итеп ул Дауытҡа ғына түгел, Аллаға ла хыянат иткән. Садиҡ өсөн был ниндәй ҙур ҡайғы булғанын күҙ алдына ғына килтерегеҙ! 40 йылдан ашыу ваҡыт улар Авиафар менән руханиҙар булып иңгә-иң хеҙмәт иткән һәм «Алланың килешеү һандығы» хаҡында ҡайғыртҡан (2 Сам. 8:17; 15:29). Шул ваҡыт дауамында улар икеһе лә Дауыттың батшалығын яҡлаған. Уларҙы бит Йәһүәгә хеҙмәт итеүҙә күп нәмә берләштергән (2 Сам. 19:11—14).
16. Садиҡҡа Йәһүәгә тоғро булып ҡалырға нимә ярҙам иткән?
16 Авиафарҙың һайлауына ҡарамаҫтан, Садиҡ Йәһүәгә тоғро булып ҡалған. Дауыт Садиҡтың тоғролоғона тулыһынса ышанған. Аданияның хыянат итеүе билдәле булғас, Дауыт Садиҡҡа, Натанға һәм Бинайға Сөләймәнде батшалыҡҡа майларға ҡушҡан (1 Бат. 1:32—34). Садиҡтың янында шундай кешеләрҙең булыуы уны нығытҡан һәм Йәһүәгә тоғро булып ҡалырға ярҙам иткән (1 Бат. 1:38, 39). Сөләймән, батша булып киткәс, Садиҡты Авиафар урынына баш рухани итеп билдәләгән (1 Бат. 2:35).
17. Яҡын дуҫығыҙ йә туғанығыҙ Йәһүәне ҡалдырһа, һеҙ Садиҡтан ниндәй өлгө ала алаһығыҙ?
17 Һеҙ Садиҡтан ниндәй өлгө ала алаһығыҙ? Әгәр яҡын дуҫығыҙ йә туғанығыҙ хәҡиҡәтте ҡалдырһа, Йәһүәгә тоғро ҡалырға ҡарар итегеҙ. Алла һеҙгә дөрөҫ эш итергә көс тә, ҡыйыулыҡ та бирәсәк (Еш. 24:15). Уға таянығыҙ һәм доға ҡылығыҙ. Алланың тоғро хеҙмәтселәре менән дуҫлашығыҙ. Йәһүә һеҙҙең тоғролоғоғоҙҙо ҡәҙерләй һәм мотлаҡ бүләкләйәсәк (2 Сам. 22:26).
18. Марко менән Сидсеның миҫалы һеҙҙе нимәгә өйрәтә?
18 Ма́рко һәм уның ҡатыны Си́дсеның миҫалына иғтибар итәйек. Уларҙың ике ҡыҙы ла ҙурайғас, хәҡиҡәтте ҡалдырған. Марко былай ти: «Балаңды беренсе тапҡыр ҡулыңа алғанда, һине яратыу солғап ала. Уны яҡлар өсөн һин барыһын да эшләргә әҙерһең. Шуға күрә ҡыҙҙарыбыҙ Йәһүәне ҡалдырғас, күңелебеҙ өҙгөләнде». Ул былай тип дауам итә: «Йәһүә һәр ваҡыт яныбыҙҙа булды. Ул бер-беребеҙҙе рухландырып торорға ярҙам итте. Мин көсһөҙ саҡта ҡатыным көслө булды, ә ул көсһөҙ саҡта мин көслө булдым». Сидсе былай тип өҫтәй: «Беҙ Йәһүәһеҙ был ауырлыҡты йырып сыға алмаҫ инек. Был минең ғәйебем тип уйлап, үҙ-үҙемде бөтөрҙөм. Был хаҡта мин Йәһүәгә доға ҡылдым. Бер нисә көндән һуң Батшалыҡ залында инде күп йылдар күрешмәгән бер ҡыҙ ҡәрҙәшем яныма килде. Ул мине ҡосаҡлап күҙҙәремә ҡараны ла: „Сидсе, ҡәҙерлем, бында һин ғәйепле түгел“, — тине. Йәһүә мине ҡалдырмай һәм хеҙмәттә шатлыҡ юғалтмаҫҡа ярҙам итә».
19. Был мәҡәләне өйрәнгәндән һуң үҙегеҙгә ниндәй маҡсаттар ҡуйҙығыҙ?
19 Йәһүә бөтә хеҙмәтселәренең дә Садиҡ кеүек ҡыйыу булыуҙарын теләй (2 Тим. 1:7). Ләкин Аллабыҙ үҙ көсөбөҙгә түгел, ә уға таяныуыбыҙҙы теләй. Һеҙгә ҡыйыулыҡ етмәһә, уны Йәһүәнән һорағыҙ. Ул һеҙҙе лә Садиҡ кеүек ҡыйыу итәсәк! (1 Пет. 5:10).
126-СЫ ЙЫР Уяу, ҡыйыу, сыҙам бул!
a jw.org сайтында «Ни өсөн мәсихселәргә ҡыйыулыҡ кәрәк? Нейтралитет һаҡлар өсөн» тигән видеояҙманы ҡарағыҙ.