Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

Аҫыл таштарҙан да ҡиммәтерәк сифат

Аҫыл таштарҙан да ҡиммәтерәк сифат

Аҫыл таштарҙы электән үк юғары баһалайҙар. Уларҙың ҡайһы берҙәре миллионлаған доллар тора. Әммә Алла өсөн аҫыл таштарҙан да ҡиммәтерәк нәмә бар. Нимә ул?

Арменияла йәшәгән Айкануш исемле һыуға сумдырылмаған вәғәзсе өйө эргәһендә бер паспорт табып алған. Паспорт эсендә бер нисә банк картаһы һәм ҙур сумма аҡса булған. Был турала ул үҙенең иренә һөйләп биргән, ул да һыуға сумдырылмаған вәғәзсе булған.

Был ғаилә аҡса яғынан етди ауырлыҡтар кисергән, етмәһә уларҙың бурыстары ла булған. Шуға ҡарамаҫтан, улар тапҡан аҡсаны паспорттағы адрес буйынса алып барырға хәл иткән. Паспортын юғалтҡан ир, шул иҫәптән уның ғаиләһе лә, быға шаҡ ҡатҡан. Айкануш һәм уның ире, беҙҙе намыҫлы булырға Изге Яҙма өйрәтте, тип аңлатҡан. Форсаттан файҙаланып, улар был ғаиләгә Йәһүә шаһиттары хаҡында һөйләгән һәм бер нисә баҫма ҡалдырған.

Теге ир һәм уның ҡатыны Айканушҡа бүләккә аҡса тәҡдим иткән, ләкин ул алмаған. Икенсе көндө ҡатыны, Айкануштың өйөнә килеп, ныҡышып уға рәхмәт йөҙөнән аҫыл ташлы балдаҡ биргән.

Күп кеше, шул ғаилә һымаҡ, Айкануш менән уның иренең намыҫлылығына ғәжәпләнер ине. Ләкин Йәһүәне был ғәжәпләндергәнме? Ул уларҙың намыҫлылығына нисек ҡараған? Уларға намыҫлы эш итергә кәрәк булғанмы?

БАЙЛЫҠТАН ДА ҠИММӘТЕРӘК СИФАТТАР

Был һорауҙарға яуап биреү ауыр түгел, сөнки Алланың хеҙмәтселәре Йәһүәгә хас сифаттарҙы сағылдырыу уның өсөн алтын-көмөш һәм бөтә башҡа затлы әйберҙәрҙән дә ҡиммәтерәк икәнен белә. Эйе, Йәһүәнең нимә ҡиммәтле, ә нимә ҡиммәтле түгел тигән һорауға ҡарашы күпселек кешенекенән айырылып тора (Ишағ. 55:8, 9). Шунлыҡтан Алла хеҙмәтселәре Йәһүәгә хас сифаттарҙы камилыраҡ дәрәжәлә сағылдырыуҙы баһалап бөткөһөҙ ҙур ҡаҙаныш тип һанай.

Беҙ быны Изге Яҙмала үтә күреүсәнлек һәм зирәклек тураһында нимә әйтелгәненән аңлай алабыҙ. Ғибрәтле һүҙҙәр 3:13—15-тә былай тип яҙылған: «Зирәклек тапҡан кеше һәм үтә күреүсәнлек ҡаҙанған әҙәм бәхетле. Зирәклеккә эйә булыу көмөшкә эйә булыуҙан яҡшыраҡ, ул алтындан файҙалыраҡ. Ул мәрйендәрҙән дә ҡиммәтерәк, һин теләгән бер нәмә лә уға тиң булмаҫ». Ап-асыҡ, Йәһүә бындай сифаттарҙы теләһә ниндәй хазиналарҙан юғарыраҡ баһалай.

Ә намыҫлылыҡ тураһында шуны уҡ әйтеп буламы?

Йәһүә үҙе намыҫлы, ул «бер ҡасан да ялған һөйләмәй» (Тит. 1:2). Ул илсе Павелды беренсе быуатта йәшәгән еврей мәсихселәренә ошондай һүҙҙәр яҙырға рухландырған: «Беҙҙең өсөн доға ҡылығыҙ. Беҙ намыҫыбыҙҙың саф булыуына ышанабыҙ, сөнки һәр нәмәлә дөрөҫ [намыҫлы, ЯДТ] эш итергә тырышабыҙ» (Евр. 13:18).

Намыҫлы булыуҙа Ғайса Мәсих яҡшы үрнәк ҡалдырған. Иҫкә төшөрәйек, иң баш рухани Каиафа уға: «Мәңге тере Алла алдында ант итеп әйтеүеңде талап итәм: Һин Алла Улы Мәсихме?» — тигән. Дөрөҫөн әйтеү Юғары кәңәшмәгә, Ғайсаны Алланы хурлаусы тип ғәйепләп, үлем ҡарары сығарырға мөмкинлек бирһә лә, ул намыҫлы рәүештә үҙенең Мәсих икәнен таныған (Матф. 26:63—67).

Ә беҙҙең турала нимә әйтеп була? Нимәнелер әйтмәй ҡалыу йә саҡ ҡына факттарҙы боҙоу матди яҡтан файҙа килтерә алғанда, беҙ намыҫлы булырбыҙмы?

НАМЫҪЛЫ БУЛЫУ ЕҢЕЛ ТҮГЕЛ

Дөрөҫөн генә әйткәндә, был һуңғы көндәрҙә намыҫлы булыу еңел түгел, сөнки күптәр үҙҙәрен генә ярата һәм аҡсаға табына (2 Тим. 3:2). Финанс кризис һәм эшһеҙлек арҡаһында кешеләрҙең намыҫлылыҡҡа ҡарашы үҙгәргән. Күптәр урлау, хәйләләү һәм башҡа шуның кеүек намыҫһыҙ шөғөлдәрҙе аҡлай. Бындай ҡараш бик киң таралған, һәм күптәр, матди файҙа алыу тураһында һүҙ барғанда, намыҫлылыҡ хаҡында әйтеп тораһы ла юҡ тип уйлай. Хатта ҡайһы бер мәсихселәр ҙә, намыҫһыҙ табыш артынан ҡыуып, аҡылһыҙ ҡарарҙар ҡабул иткән һәм йыйылышта үҙ исеменә тап төшөргән (1 Тим. 3:8; Тит. 1:7).

Шулай ҙа күпселек мәсихселәр Ғайсанан өлгө ала. Улар Аллаға хас сифаттар теләһә ниндәй байлыҡтан һәм табыштан мөһимерәк икәнен аңлай. Мәҫәлән, йәш мәсихселәр мәктәптә яҡшы билдәләр алыр өсөн күсермәй (Ғиб. һүҙ. 20:23). Шуныһын әйтеп китергә кәрәк, намыҫлылыҡ бик һирәк бүләкләнә. Беҙҙең менән дә Айкануш осрағындағы һымаҡ мөғәмәлә итерҙәр тип көтөргә кәрәкмәй. Шулай ҙа намыҫлы булыу Алланың күңеленә хуш килә. Үҙебеҙҙе намыҫлы тотоп, беҙ ысындан да бик ҡиммәтле нәмәгә — саф выжданға эйә булабыҙ.

Быны Гагик исемле бер ағай-ҡәрҙәштең миҫалы яҡшы иҫбатлай. Ул былай тип һөйләй: «Хәҡиҡәтте белгәнгә тиклем, мин бер ҙур компанияла эшләнем. Хужа, компания килеменең шаҡтай ҙур өлөшөн йәшереп, һалым түләүҙән ҡаса ине. Етәкселәрҙең береһе булараҡ, мин, һалым инспекторы компанияның аҫтыртын эштәренә күҙ йомһон өсөн, уға ришүәт биреп, эште „яйға һалырға“ тейеш инем. Һөҙөмтәлә минең намыҫһыҙ кеше тигән яманатым сыҡты. Хәҡиҡәтте белгәс, эш хаҡы яҡшы булһа ла, мин бының менән шөғөлләнеүҙән баш тарттым. Мин үҙемдең бизнесымды астым. Беренсе көндән алып мин компаниямды рәсми рәүештә теркәнем һәм бөтә һалымдарҙы түләп барам» (2 Кор. 8:21).

Гагик былай тип дауам итә: «Килемдәрем икеләтә тиерлек төштө, шуға ғаиләмде тьәмин итеү еңел булманы. Әммә хәҙер мин күпкә бәхетлерәк. Йәһүә алдында выжданым саф. Ике улыма мин яҡшы өлгө күрһәтәм, һәм миңә йыйылышта хөрмәтле вазифаларҙы ышанып тапшырҙылар. Хәҙер һалым инспекторҙары һәм бизнес партнерҙар мине намыҫлы кеше булараҡ беләләр».

ЙӘҺҮӘ — ЯРҘАМ СЫҒАНАҒЫ

Йәһүә үҙенең ғәжәп сифаттарын, шул иҫәптән намыҫлылыҡ сифатын сағылдырған кешеләрҙе ярата. Шулай эш итеп, беҙ уның тәғлимәтен күркәмләндерәбеҙ (Тит. 2:10). Йәһүә Дауыт батшаны бындай һүҙҙәр яҙырға рухландырған: «Мин йәш инем һәм бына ҡартайҙым, ләкин Алланың бер тәҡүә кешене ҡалдырғанын да, уның балаларының икмәк һоранып йөрөгәнен дә күрмәнем» (Зәб. 37:25).

Алланы тәрән ихтирам иткән Руттың миҫалы был һүҙҙәрҙең дөрөҫлөгөн раҫлай. Ул оло йәштәге ҡәйнәһе Нәғмиәне ташлап китмәгән, ә Израилгә күсергә һәм хаҡ Аллаға ғибәҙәт ҡылырға ҡарар иткән (Рут 1:16, 17). Израилдә Рут, Муса ҡанунында әйтелгәнсә, тырышып башаҡ йыйып, намыҫлы һәм эшсән кеше булараҡ танылған. Дауыттың һуңыраҡ яҙған һүҙҙәре буйынса, Йәһүә Рут менән Нәғмиәне мохтажлыҡта ҡалдырмаған (Рут 2:2—18). Шуныһы әһәмиәтле: Йәһүә Рутты матди яҡтан тәьмин итеп кенә ҡалмаған, ә уны Дауыт батшаның өләсәһенең әсәһе итеп һайлаған һәм хатта вәғәҙә ителгән Мәсихтең нәҫел шәжәрәһенә индергән (Рут 4:13—17; Матф. 1:5, 16).

Йәһүәнең ҡайһы бер хеҙмәтселәренә осто осҡа ялғау ауырға төшә. Еңел, әммә намыҫһыҙ юл менән аҡса табыу урынына, улар тырышып эшләргә ынтыла. Шулай эшләп, улар Алланың ғәжәп сифаттарын, шул иҫәптән намыҫлылыҡ сифатын, һәр төрлө матди нәмәләрҙән нығыраҡ ҡәҙерләүен күрһәтә (Ғиб. һүҙ. 12:24; Ефес. 4:28).

Рут һымаҡ, бөтә донъялағы мәсихселәр Йәһүәнең үҙҙәренә ярҙам итә алыуына ышана. Улар үҙенең Һүҙендә «мин бер ҡасан да һине яңғыҙ ҡалдырмам һәм ташламам» тигән вәғәҙә биргән Шәхескә тулыһынса таяна (Евр. 13:5). Йәһүә мохтажлыҡта йәшәүҙәренә ҡарамаҫтан һәр саҡ намыҫлы эш иткән кешеләргә ярҙам итә алыуын ҡат-ҡат күрһәткән. Ул, хеҙмәтселәрен иң кәрәклеһе менән тәьмин итеп, үҙенең вәғәҙәһенә тоғро булып ҡала (Матф. 6:33).

Әлбиттә, кешеләр аҫыл таштарҙы һәм башҡа ҡиммәтле нәмәләрҙе юғары баһалай. Әммә ләкин күктәге Атабыҙ өсөн беҙҙең намыҫлылыҡ һәм башҡа күркәм сифаттар сағылдырыуыбыҙ теләһә ниндәй аҫыл таштарҙан ҡиммәтерәк, эйе, күпкә ҡиммәтерәк!

Намыҫлы булыу беҙгә саф выжданға һәм вәғәздә һөйләү иркенә эйә булырға мөмкинлек бирә