Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

Башҡаларҙың хаталары һеҙҙең өсөн абыныу ташы булмаһын

Башҡаларҙың хаталары һеҙҙең өсөн абыныу ташы булмаһын

«Бер-берегеҙҙе кисерегеҙ» (ЕФЕС. 4:32).

ЙЫРҘАР: 53, 28

1, 2. Изге Яҙмала Йәһүә халҡының үҫеше тураһында нимә әйтелгән?

ЙӘҺҮӘНЕҢ ерҙәге тоғро хеҙмәтселәре, уның шаһиттары, үҙенә бер төрлө ойошмаға йыйылған. Был бөтә донъя ойошмаһы камил булмаған һәм хаталар яһаған кешеләрҙән тора. Әммә Алланың изге рухы ярҙамында ул үҫә һәм гөрләп сәскә ата. Йәһүәнең үҙенең камил булмаған, әммә тырыш хеҙмәтселәре ярҙамында башҡарған ғәжәп эштәренең бер нисәһен ҡарап сығайыҡ.

2 1914 йылда был яуыз донъя төҙөлөшөнөң һуңғы көндәре башланғанда, ерҙә Алланың хеҙмәтселәре әллә ни күп булмаған. Әммә Йәһүә вәғәз эшен фатихалаған. Артабанғы тиҫтәләгән йылдар дауамында миллионлаған кеше, Изге Яҙмалағы хәҡиҡәттәрҙе белеп, Йәһүә шаһиты булып киткән. Йәһүә үҙе ошо ғәжәйеп үҫеш тураһында пәйғәмбәрлек иткән булған: «Кескенәнән мең сығыр, әһәмиәтһеҙҙән көслө халыҡ барлыҡҡа килер. Мин, Йәһүә, быны үҙ ваҡытында тиҙләтермен» (Ишағ. 60:22). Һис шикһеҙ, был пәйғәмбәрлек беҙ йәшәгән һуңғы көндәрҙә үтәлә. Шуныһы ҡыҙыҡ: Алла халҡының һаны күп кенә илдәрҙең халыҡ һанынан да күберәк.

3. Алла хеҙмәтселәре нисек мөхәббәт күрһәтә?

3 Шулай уҡ ошо һуңғы көндәрҙә Йәһүә үҙенең халҡына тағы ла күберәк мөхәббәт сағылдырырға ярҙам итә, сөнки мөхәббәт уның төп сифаты булып тора (1 Яхъя 4:8). Алланың яратыуын өлгө итеп алған Ғайса Мәсих үҙенең шәкерттәренә былай тигән: «Һеҙгә яңы әмер бирәм: бер-берегеҙҙе яратығыҙ... Бер-берегеҙҙе яратыуығыҙҙан барыһы ла һеҙҙең Минең шәкерттәрем булыуығыҙҙы белер» (Яхъя 13:34, 35). Һуңғы тиҫтәләгән йылдарҙа күп халыҡтарҙың ғәйәт ҙур масштабтағы ҡан ҡойғос һуғыштарҙа ҡатнашыуы арҡаһында, был һүҙҙәрҙең мөһимлеге айырыуса асыҡ күренгән. Мәҫәлән, Икенсе бөтә донъя һуғышында ғына яҡынса 55 миллион кеше һәләк булған. Әммә Йәһүә шаһиттары был ҡот осҡос ҡырылышта ҡатнашмаған. (Миҡай 4:1, 3-тө уҡығыҙ *.) Шуға күрә улар кеше үлемендә ғәйепле булмаған (Ғәм. 20:26).

4. Ни өсөн Йәһүә халҡының күбәйеүе иғтибарға лайыҡ?

4 Изге Яҙмала әйтелгәнсә, Шайтан — «был донъяның илаһы». Шуға ҡарамаҫтан, Алла халҡы уның аяуһыҙ донъяһында күбәйә генә бара (2 Кор. 4:4). Сәйәси структуралар һәм киң мәғлүмәт саралары Шайтандың ҡулы аҫтында булһа ла, ул һөйөнөслө хәбәрҙе вәғәзләү эшен туҡтата алмай. Шулай ҙа, ваҡытының әҙ ҡалыуын белеп, Шайтан кешеләрҙе хаҡ ғибәҙәттән алып китергә тырыша һәм бының өсөн төрлө ысулдар ҡуллана (Асыл. 12:12).

ТОҒРОЛОҠ ҺЫНАЛҒАНДА

5. Ни өсөн башҡалар ҡай саҡ беҙҙе рәнйетергә мөмкин? (Мәҡәлә башындағы рәсемде ҡарағыҙ.)

5 Мәсихселәр йыйылышында Аллаға һәм кешеләргә ҡарата яратыуҙың мөһимлегенә баҫым яһала. Ғайса ла тап шуға өйрәткән. Ҡанунда иң мөһим әмер ниндәй, тигән һорауға ул былай тип яуаплаған: «„Раббы Аллаңды бөтә йөрәгең, бөтә йәнең һәм бөтә аҡылың менән ярат“... Был беренсе һәм иң мөһим әмер. Икенсеһе лә шундай уҡ: „Яҡыныңды үҙеңде яратҡан кеүек ярат“» (Матф. 22:35—39). Әммә Изге Яҙмала әйтелгәнсә, Әҙәмдең гонаһы арҡаһында беҙ барыбыҙ ҙа гонаһлы булып тыуабыҙ. (Римдарға 5:12, 19-ҙы уҡығыҙ.) Шунлыҡтан ҡай саҡ йыйылышта берәйһе тәртибе йә һүҙе менән беҙҙе рәнйетә ала. Был Йәһүәгә һәм уның халҡына ҡарата яратыуыбыҙҙы һынарға мөмкин. Ундай осраҡтарҙа беҙ нимә эшләрбеҙ? Хатта Алланың боронғо заманда йәшәгән тоғро хеҙмәтселәре лә башҡаларҙы үпкәләтерлек һүҙҙәр әйткән йә эштәр ҡылған. Изге Яҙманан был хаҡта уҡып, беҙ күп нәмәгә өйрәнә алабыҙ.

Илий һәм уның улдары йәшәгән ваҡытта Израилдә йәшәгән булһағыҙ, нисек эш итер инегеҙ? (6-сы абзацты ҡарағыҙ.)

6. Ни өсөн Илий үҙенең улдарын төҙәтмәгән тигән һөҙөмтәгә килергә була?

6 Мәҫәлән, баш рухани Илийҙың ике улы булған. Улар Йәһүәнең ҡанундарын боҙған. 1 Ишмуил 2:12-лә былай тиелгән: «Илийҙың улдары иһә яуыз кешеләр ине. Улар Йәһүәне һанға һуҡманылар». Илий хаҡ ғибәҙәттә мөһим роль уйнаһа ла, уның ике улы бик етди гонаһтар ҡылып йөрөгән. Илий улдарын төҙәтергә тейеш булған, әммә ул уларҙың гонаһтарына күҙ йомған. Һөҙөмтәлә Алла Илий йортона ҡаты хөкөм сығарған (1 Иш. 3:10—14). Ваҡыт уҙыу менән уның тоҡомдары баш рухани булып хеҙмәт итеү хөрмәтенән мәхрүм ителгән. Илий көндәрендә йәшәгән булһағыҙ, уның үҙ улдарының гонаһтарына түҙеп тороуына нисек ҡарар инегеҙ? Ул хәл һеҙҙең өсөн Йәһүәгә хеҙмәт итеүҙән туҡтата алған абыныу ташы булыр инеме?

7. Дауыт ниндәй етди гонаһтар ҡылған, һәм Алла нимә эшләгән?

7 Йәһүә Дауытты яратҡан һәм уны «күңеленә хуш килгән кеше» тип атаған (1 Иш. 13:13, 14; Ғәм. 13:22). Ләкин һуңыраҡ Дауыт Битсәбиә менән зина ҡылған, һәм Битсәбиә ауырға ҡалған. Ул ваҡытта уның ире Урия һуғышта булған. Урия һуғыштан бер аҙ ваҡытҡа ҡайтҡас, Дауыт, уны ҡатыны янына ебәреп, уларҙың яҡынлыҡ ҡылыуҙарын ойошторорға теләгән. Ул саҡта барыһы ла баланың атаһы Урия тип уйлар ине. Әммә Дауыт теләгәнсә килеп сыҡмаған, шуға ул, хәйлә ҡороп, уның һуғышта һәләк булыуын ойошторған. Енәйәте Дауытҡа бик ҡыйбатҡа төшкән: уға һәм уның ғаиләһенә ҡайғылар ябырылған (2 Иш. 12:9—12). Әммә Алла уға мәрхәмәт күрһәткән, сөнки, дөйөм алғанда, Дауыт уның алдында «саф йөрәк... менән йөрөгән» (1 Бат. 9:4). Шул ваҡытта Алла халҡы араһында йәшәгән булһағыҙ, һеҙ быға нисек ҡарар инегеҙ? Дауыттың дөрөҫ булмаған тәртибе һеҙҙең өсөн абыныу ташы булыр инеме?

8. а) Илсе Петр нисек вәғәҙәһен боҙған? б) Петр хата яһаһа ла, ни өсөн Йәһүә уны артабан да ҡулланған?

8 Изге Яҙмала килтерелгән тағы бер миҫал — илсе Петр. Ғайса уны илселәренең береһе итеп һайлаған. Шулай ҙа ҡайһы саҡта Петр үкенерлек һүҙҙәр әйткән йә эштәр ҡылған. Мәҫәлән, иң ауыр ваҡытта илселәре Ғайсаны ташлап киткән. Бынан алдараҡ Петр Ғайсаға, башҡалар һинән ваз кисһә лә, мин бер ҡасан да улай эшләмәйәсәкмен, тигән (Марк 14:27—31, 50). Шуға ҡарамаҫтан, Ғайса ҡулға алынғас, бөтә илселәре, шул иҫәптән Петр ҙа уны ташлап ҡасҡан. Петр хатта бер нисә тапҡыр, ул кешене белмәйем, тип Ғайсанан ваз кискән (Марк 14:53, 54, 66—72). Әммә ул тәүбә иткән, һәм Йәһүә уны үҙ ихтыярын үтәүҙә артабан да ҡулланған. Ғайса шәкерттәренең береһе булған булһағыҙ, Петрҙың ҡылыҡтары Йәһүәгә ҡарата тоғролоғоғоҙҙо ҡаҡшатыр инеме?

9. Ни өсөн һеҙ Алланың һәр ваҡыт ғәҙел эш итеүенә ышанаһығыҙ?

9 Юғарыла иҫкә алынған миҫалдарҙан күренгәнсә, Йәһүәнең ҡайһы бер хеҙмәтселәре насар эштәр ҡылған һәм башҡаларҙы рәнйеткән. Эйе, шундай миҫалдар элек тә осраған, хәҙерге ваҡытта ла әҙ түгел. Эш шунда: беҙ быға нисек ҡарарбыҙ? Башҡаларҙың хаталарына үҙебеҙ өсөн абыныу ташы булырға юл ҡуйырбыҙмы? Шулар арҡаһында Йәһүәне һәм уның халҡын, шул иҫәптән йыйылышыбыҙҙағы ҡәрҙәштәрҙе ҡалдырырбыҙмы? Йәки беҙ Йәһүәнең ҡай саҡ гонаһ ҡылыусыларға тәүбә итер өсөн ваҡыт биреүен һәм ахыр сиктә, барыһын төҙәтеп, ғәҙеллек урынлаштырасағын аңларбыҙмы? Ләкин ҡайһы ваҡыт етди гонаһ ҡылыусылар Йәһүәнең мәрхәмәтен кире ҡаға һәм тәүбә итмәй. Шундай осраҡтарҙа Йәһүәнең үҙ ваҡытында ундай гонаһ ҡылыусыларҙы хөкөм итәсәгенә һәм, бәлки, уларҙы йыйылыштан сығарасағына ышанырбыҙмы?

ЙӘҺҮӘГӘ ТОҒРОЛОҠ ҺАҠЛАҒЫҘ

10. Йәһүҙә Искариоттың һәм Петрҙың гонаһтарына килгәндә, Ғайса нимәне аңлаған?

10 Изге Яҙмала, башҡаларҙың етди хаталар ҡылыуына ҡарамаҫтан, Йәһүәгә һәм уның халҡына тоғролоҡ һаҡлаған күп кешеләр тураһында һөйләнелә. Мәҫәлән, 12 илсеһен һайлап алыр алдынан, Ғайса төнө буйы Атаһына доға ҡылған. Шул илселәрҙең береһе һуңыраҡ Остазына хыянат иткән Йәһүҙә Искариот булған. Әммә Ғайса Йәһүҙәнең хыянатына Атаһы менән мөнәсәбәттәрен боҙорға рөхсәт итмәгән. Петрҙың ваз кисеүе лә уны Йәһүәнән алыҫлаштырмаған (Лука 6:12—16; 22:2—6, 31, 32). Ғайса булған хәлдәрҙә Йәһүәнең йә уның халҡының ғәйебе юҡ икәнен яҡшы аңлаған. Ҡайһы бер шәкерттәре өмөттәрен аҡламаһа ла, Ғайса, тоғролоҡ күрһәтеп, үҙенә тапшырылған эште дауам иткән. Йәһүә уны үленән терелтеп бүләкләгән. Был, үҙ сиратында, Ғайсаға күктәге Батшалыҡта Батша булырға мөмкинселек асҡан (Матф. 28:7, 18—20).

11. Изге Яҙмала Йәһүәнең бөгөнгө хеҙмәтселәре тураһында нимә тип алдан әйтелгән булған?

11 Ғайсаның Йәһүәгә һәм уның халҡына ҡарата ышанысы нигеҙле һәм ҡаҡшамаҫ булған. Шундай уҡ ышаныс беҙҙә лә бар. Ысынлап та, Йәһүәнең һуңғы көндәрҙә үҙ хеҙмәтселәре аша башҡарған эштәре таң ҡалдыра! Бөгөн беҙҙән башҡа бер халыҡ та бөтә ер шары буйынса хәҡиҡәтте вәғәзләмәй, сөнки беҙҙең менән Йәһүә етәкселек итә. Ишағыя 65:14-тә Алла халҡының рухи торошо былай тасуирлана: «Бына, минең хеҙмәтселәрем йөрәктәре шатлыҡ менән тулғанға ҡыуанып ҡысҡырыр».

12. Башҡаларҙың хаталарына нисек ҡарарға кәрәк?

12 Йәһүәнең хеҙмәтселәре уның күрһәтмәләре ярҙамында яҡшы эштәр башҡара алыуына бик шатлана. Шул уҡ ваҡытта Шайтандың идараһы аҫтындағы кешелек көндән-көн арта барған ҡайғы һәм ғазаптарҙан интегә. Алланың бер нисә хеҙмәтсеһе ҡылған хаталар өсөн Йәһүәне һәм уның ойошмаһын ғәйепләү аҡыллы булмаҫ ине. Беҙгә Йәһүәгә тоғролоҡ һаҡларға һәм башҡаларҙың хаталарына дөрөҫ ҡарарға өйрәнергә кәрәк.

ХАТАЛАРҒА НИСЕК ҠАРАРҒА?

13, 14. а) Ни өсөн беҙ бер-беребеҙгә ҡарата сабыр булырға тейеш? б) Ниндәй вәғәҙәне иҫтә тоторға кәрәк?

13 Алланың берәй хеҙмәтсеһе эше йә һүҙе менән беҙҙе рәнйетһә, беҙгә үҙебеҙҙе нисек тоторға? Вәғәзсе 7:9-ҙа бындай яҡшы принцип бирелә: «Үпкәләргә ашыҡма, сөнки үпкә тотоу аҡылһыҙҙар күңеленә оялай». Шуны ла әйтеп үтергә кәрәк: беренсе кешеләр камиллығын юғалтҡандан бирле 6 000 йыл самаһы үткән. Камил булмаған кешеләр хаталар ҡылмайынса булдыра алмай. Шуға күрә имандаштарыбыҙҙан артыҡ күпте көтөү дөрөҫ булмаҫ ине. Ҡәрҙәштәрҙең хаталарына саманан тыш иғтибар биреп, Алла халҡы менән бергә хеҙмәт итеүҙән кисергән шатлығыбыҙҙы юғалтмайыҡ. Башҡаларҙың хаталары арҡаһында Йәһүәнең ойошмаһын ҡалдырыу күпкә ҙурыраҡ хата булыр ине. Беҙҙең менән шундай хәл булһа, беҙ үҙ-үҙебеҙҙе Алла ихтыярын үтәү хөрмәтенән генә түгел, ә шулай уҡ яңы донъяла йәшәү өмөтөнән дә мәхрүм итер инек.

14 Шатлығыбыҙ тәрән, ә өмөтөбөҙ ныҡлы булып ҡалһын өсөн, беҙ Йәһүәнең бындай йыуаныслы вәғәҙәһен һәр ваҡыт иҫтә тоторға тейеш: «Бына, мин яңы күктәр һәм яңы ер барлыҡҡа килтерәм, элекке нәмәләр инде иҫкә төшмәҫ һәм күңелгә лә килмәҫ» (Ишағ. 65:17; 2 Пет. 3:13). Әйҙәгеҙ, башҡаларҙың хаталары арҡаһында үҙебеҙҙе был фатихаларҙан мәхрүм итмәйек.

15. Ғайсаның һүҙҙәре буйынса, башҡаларҙың хаталарына нисек ҡарарға кәрәк?

15 Әммә әлегә беҙ яңы донъяла түгел, шуға күрә, берәйһе эше йә һүҙе менән беҙҙе рәнйеткән саҡта үҙебеҙҙе дөрөҫ тотор өсөн, Алланың фекер йөрөтөү рәүешен үҙләштерергә кәрәк. Мәҫәлән, Ғайса әйтеп ҡалдырған бындай принцип хаҡында уйлап алырға була: «Һеҙ кешеләрҙең насар ғәмәлдәрен ғәфү итһәгеҙ, Күктәге Атағыҙ һеҙҙекен дә кисерер. Кешеләрҙең насар ғәмәлдәрен кисермәһәгеҙ инде, Күктәге Атағыҙ һеҙҙекен дә кисермәҫ». Шуны ла иҫкә төшөрәйек, Петр Ғайсанан: «Нисә тапҡыр кисерергә тейешмен? Етегә тиклемме?» — тип һорағас, ул былай тип яуаплаған: «Юҡ, етегә тиклем түгел, ә етмеш тапҡыр етегә тиклем». Ғайсаның һүҙҙәренән күренгәнсә, кисерергә әҙер булыу беҙҙең беренсе һәм төп ынтылышыбыҙ булырға тейеш (Матф. 6:14, 15; 18:21, 22).

16. Йософтоң үрнәгенән беҙ нимәгә өйрәнә алабыҙ?

16 Был йәһәттән Яҡуптың Рәхиләнән тыуған беренсе улы Йософ яҡшы үрнәк ҡалдырған. Йософ Яҡуптың иң яратҡан улы булғанға, уның ун үгәй ағаһы аталарын унан көнләшкән. Һөҙөмтәлә ағалары уны ҡоллоҡҡа һатып ебәргән. Күп йылдар үткән, Йософ Мысырҙа яҡшы эштәре менән абруй ҡаҙанған һәм фирғәүендән һуң икенсе кеше булып киткән. Шул ерҙәрҙә аслыҡ башланғас, Йософтоң ағалары Мысырға ризыҡ һатып алырға килгән, әммә улар уны танымаған. Йософ, хакимлығын ҡулланып, ағаларынан үҙе менән бик насар мөғәмәлә иткәндәре өсөн үс ала алған. Әммә бының урынына ул, ағалары үҙгәргәнме, юҡмы икәнен белер өсөн, уларҙы һынарға булған. Ағаларының ысындан да үҙгәргәнен күргәс, Йософ уларға үҙенең кем икәнен асҡан. Һуңыраҡ ул: «Ҡурҡмағыҙ. Мин һеҙҙе һәм балаларығыҙҙы ҡайғыртасаҡмын», — тигән. «Ошо һүҙҙәр ағай-энене тынысландырҙы, күңелдәре рәхмәт тойғоһо менән тулды», — тип өҫтәлә Изге Яҙмала (Баш. 50:21).

17. Башҡалар хаталар ҡылғанда, беҙ нисек эш итергә теләйбеҙ?

17 Шуны ла иҫтә тоторға кәрәк: беҙ барыбыҙ ҙа хаталар яһайбыҙ, шуға күрә беҙ ҙә башҡаларҙы рәнйетергә мөмкин. Берәйһен рәнйеткәнебеҙҙе аңлап ҡалһаҡ, беҙгә, Изге Яҙмалағы кәңәш буйынса эш итеп, шул кеше янына барып ярашырға кәрәк. (Матфей 5:23, 24-те уҡығыҙ.) Башҡалар беҙгә үпкә һаҡлап йөрөмәһә, беҙ уларға бик рәхмәтлебеҙ, шуға күрә беҙ ҙә шулай уҡ эш итергә теләйбеҙ. Ефестарға 4:32-лә бындай өндәү һүҙҙәре яҙылған: «Бер-берегеҙгә ҡарата изгелекле, шәфҡәтле булығыҙ, Алла һеҙҙе Мәсих аша кисергән кеүек, бер-берегеҙҙе кисерегеҙ». Ә 1 Коринфтарға 13:5-тә яҙылғанса, мәсихселәргә хас яратыу «яуызлыҡ тотмай», йәғни яман эштәрҙе һанап бармай. Әгәр беҙ башҡаларҙы кисерһәк, Йәһүә лә беҙҙе кисерәсәк. Шуға күрә, әйҙәгеҙ, башҡалар хаталар ҡылғанда, мәсихселәрсә эш итеп, беҙгә мәрхәмәт күрһәткән Атабыҙҙан үрнәк алайыҡ. (Зәбур 103:12—14-те уҡығыҙ *.)

^ 3 абз. Миҡай 4:1, 3: «Һуңғы көндәрҙә Йәһүә йортоноң тауы тау баштарынан юғарыраҡ ныҡ урынлашыр. Ул ҡалҡыулыҡтарҙан бейегерәк күтәрелер, һәм халыҡтар уға ағылыр... Ул күп халыҡтар араһында хөкөмсө булыр һәм йыраҡта йәшәгән көслө халыҡтар файҙаһына барыһын төҙәтер. Улар үҙ ҡылыстарынан сүкеп төрәндәр, һөңгөләренән сүкеп баҡса ҡайсылары яһар. Халыҡ халыҡҡа ҡылыс күтәрмәҫ, башҡа бер кем дә һуғышырға өйрәнмәҫ».

^ 17 абз. Зәбур 103:12—14: «Көнсығыш көнбайыштан ни хәтле йыраҡ булһа, ул енәйәттәребеҙҙе беҙҙән шул хәтле йыраҡ итә. Атай кеше үҙ улдарына мәрхәмәтле булған кеүек, Йәһүә лә үҙен тәрән хөрмәт итеүселәргә мәрхәмәтле. Сөнки ул беҙҙең нисек яратылғаныбыҙҙы яҡшы белә, беҙҙең тупраҡ икәнебеҙҙе онотмай».