Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

Күренештең хәҙерге үтәлешендә биленә сәркәтип тартмаһы таҡҡан кеше ҡотолоусыларҙың маңлайҙарына билдә ҡуйған Ғайса Мәсихте символлаштыра

Уҡыусыларҙың һорауҙары

Уҡыусыларҙың һорауҙары

Йәзәкил күренешендәге биленә сәркәтип тартмаһы таҡҡан кеше һәм ҡулдарына емерер өсөн ҡорал тотҡан алты кеше кемде символлаштыра?

Улар Иерусалимды емереүҙә ҡатнашҡан һәм Армагеддонда Шайтандың яуыз донъя төҙөлөшөн юҡ итеүҙә ҡатнашасаҡ күк ғәскәрен символлаштыра. Ни өсөн был төҙәтелгән аңлатыу нигеҙле?

Б. э. т. 607 йылда мөртәт булып киткән Иерусалимдың тар-мар ителеүе алдынан Йәзәкил үҙенә бирелгән илаһи күренештә тәүҙә — унда ҡылынған яуыз эштәрҙе, шунан тар-мар ителеүгә килтерәсәк ваҡиғаларҙы күргән. Йәзәкил ҡулдарына емерер өсөн ҡорал тотҡан алты кешене күргән. Улар менән шулай уҡ «етен кейем кейгән, биленә сәркәтип тартмаһы таҡҡан бер кеше» булған (Йәз. 8:6—12; 9:2, 3). Шул кешегә бындай бойороҡ бирелгән: «Ҡаланы... әйләнеп сыҡ һәм унда башҡарылған сирҡаныс бөтә эштәр арҡаһында көрһөнгән һәм ыңғырашҡан кешеләрҙең маңлайына билдә ҡуй». Шунан ҡулдарына ҡорал тотҡан алты кеше маңлайында билдә булмаған һәр кешене үлтерергә тейеш булған (Йәз. 9:4—7). Был илаһи күренеш беҙҙе нимәгә өйрәтә, һәм биленә сәркәтип тартмаһы таҡҡан кеше кем ул?

Был пәйғәмбәри күренеш б. э. т. 612 йылда бирелгән булған. Беренсе тапҡыр ул ни бары биш йылдан һуң, Вавилон ғәскәре Иерусалимды тар-мар иткәндә үтәлгән. Мәжүси вавилондар ҡаланы яулап алһа ла, улар Йәһүәнең хөкөм ҡарарын үтәүселәр булараҡ эш иткән (Ирем. 25:9, 15—18). Йәһүә уларҙы мөртәт халҡына яза бирер өсөн ҡулланған. Шулай ҙа, Иерусалим тар-мар ителгәндә, тәҡүә кешеләр яуыздар менән бергә һәләк булмаған. Яратыу күрһәтеп, Йәһүә ҡалала ҡылынған сирҡаныс эштәрҙе хупламаған йәһүдтәрҙе ҡотҡарған.

Йәзәкил үҙе билдә ҡуйыуҙа һәм ҡаланы тар-мар итеүҙә ҡатнашмаған. Хөкөм ҡарарын ғәмәлгә ашырыу менән фәрештәләр етәкселек итергә тейеш булған. Шулай итеп, был пәйғәмбәрлек беҙгә «сәхнә артында», йәғни күктәге сферала нимә булғанын күрергә мөмкинлек бирә. Йәһүә үҙенең фәрештәләренә, яуыздарҙы тар-мар итеүҙе ойоштороуҙан тыш, шулай уҡ ҡотҡарыр өсөн тәҡүәләрҙе айырырға ҡушҡан *.

Элегерәк беҙҙең баҫмаларҙа, биленә сәркәтип тартмаһы таҡҡан кеше майланған мәсихселәрҙең ерҙә ҡалған өлөшөн символлаштыра, тип аңлатылғайны. Беҙ шулай уҡ, һөйөнөслө хәбәрҙе ҡабул иткән кешеләр ҡотолоу өсөн билдә ала, тип иҫәпләй инек. Әммә һуңғы йылдарҙа был аңлатыуға төҙәтмәләр индерергә кәрәк икәне асыҡланды. Матфей 25:31—33-тән күренгәнсә, тик Ғайса ғына кешеләрҙе хөкөм итә. Ҙур афәт ваҡытында Ғайса, ҡотолоп ҡаласаҡ символик һарыҡтарҙы һәләк буласаҡ символик кәзәләрҙән айырып, һуңғы хөкөм ҡарарын сығарасаҡ.

Төҙәтелгән аңлатыуҙы иҫәпкә алғанда, Йәзәкилдең илаһи күренешенән нимәгә өйрәнеп була? Һабаҡтарҙың бишеһенә генә иғтибар итәйек:

  1. Иерусалимдың емерелеүе алдынан Йәзәкил Иремия менән бергә, элегерәк Ишағыя пәйғәмбәр кеүек, һаҡсы булараҡ хеҙмәт иткән. Бөгөн Йәһүә, майланған мәсихселәрҙең бәләкәй генә төркөмөн ҡулланып, үҙ халҡын рухи аҙыҡ менән тәьмин итә һәм ҙур афәт башланғансы башҡаларҙы киҫәтә. Был киҫәтеү хәбәрен Мәсихтең бөтә өйҙәгеләре лә иғлан итә (Матф. 24:45—47).

  2. Йәзәкил ҡотоласаҡ кешеләрҙең маңлайҙарына билдә ҡуйыуҙа ҡатнашмаған. Йәһүәнең бөгөнгө хеҙмәтселәре лә был эштә ҡатнашмай. Улар, фәрештәләрҙең етәкселегендә башҡарылған вәғәз эшендә ҡатнашып, Йәһүәнең хәбәрен тапшыралар ғына (Асыл. 14:6).

  3. Йәзәкил көндәрендә тура мәғәнәлә бер кемдең дә маңлайына билдә ҡуйылмаған. Хәҙерге ваҡыт тураһында ла шуны уҡ әйтеп була. Символик билдәгә эйә булып ҡотолор өсөн, кешеләргә нимә эшләргә кәрәк? Уларға һөйөнөслө хәбәрҙе ҡабул итергә, мәсихселәргә хас сифаттар үҫтерергә, Йәһүәгә бағышланырға һәм Мәсихтең ҡәрҙәштәренә ярҙам итергә кәрәк (Матф. 25:35—40). Шул саҡта ҙур афәт ваҡытында уларға билдә ҡуйыласаҡ, һәм улар тере ҡаласаҡ.

  4. Был күренештең хәҙерге үтәлешендә биленә сәркәтип тартмаһы таҡҡан кеше ҡотолоусыларҙың маңлайҙарына билдә ҡуйған Ғайса Мәсихте символлаштыра. Бихисап күп кеше ҙур афәт ваҡытында һарыҡтар булып танылғас, был билдә уларға ҡуйыласаҡ. Шул ваҡытта уларға ерҙә мәңге йәшәү мөмкинлеге асыласаҡ (Матф. 25:34, 46) *.

  5. Күренештең хәҙерге үтәлешендә ҡулдарына емерер өсөн ҡорал тотҡан алты кеше Ғайсаның үҙен һәм ул етәкселек иткән күк ғәскәрен символлаштыра. Тиҙҙән улар яуыз кешеләрҙе һәм бар боҙоҡлоҡто юҡҡа сығарасаҡ (Йәз. 9:2, 6, 7; Асыл. 19:11—21).

Был ҡиммәтле һабаҡтарҙы аңлау Йәһүәнең яуыздар менән бергә тәҡүәләрҙе һәләк итмәйәсәгенә ышанысыбыҙҙы нығыта (2 Пет. 2:9; 3:9). Был күренеш шулай уҡ беҙҙең көндәрҙә башҡарылған вәғәз эшенең ни тиклем әһәмиәтле булыуын иҫебеҙгә төшөрә. Ахыр килгәнсегә тиклем һәр кеше киҫәтеү хәбәрен ишетергә тейеш! (Матф. 24:14)

^ 6 абз. Иремияның сәркәтибе Барух, хәбәш Әбәдмәлик һәм рихабтар кеүек кешеләрҙең маңлайҙарына тура мәғәнәлә билдә ҡуйылмаһа ла, улар тере ҡалған (Ирем. 35:1—19; 39:15—18; 45:1—5). Символик билдәгә эйә булыу уларға ҡотолоу килтергән.

^ 12 абз. Тоғро майланған мәсихселәргә ҡотолор өсөн был билдә кәрәкмәй. Улар йә вафат булыр алдынан, йә ҙур афәт башланыр алдынан мәңгегә мөһөрләнәсәк (Асыл. 7:1, 3).