Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

Бөйөк көршәксебеҙ Йәһүәгә рәхмәтле булығыҙ

Бөйөк көршәксебеҙ Йәһүәгә рәхмәтле булығыҙ

«Эй Йәһүә... һин беҙҙең Көршәксебеҙ. Беҙҙең барыбыҙҙы һинең ҡулың яһаны» (ИШАҒ. 64:8).

ЙЫРҘАР: 11, 26

1. Ни өсөн Йәһүәне Бөйөк көршәксе тип атап була?

ИКЕ МЕҢ УНЫНСЫ йылдың ноябрендә Лондон ҡалаһында үткәрелгән аукционда XVIII быуатта яһалған ҡытай фарфор вазаһының хаҡы яҡынса 70 миллион доллар күләмендә ҡуйылған. Күренеүенсә, көршәксе балсыҡ кеүек ябай һәм осһоҙ ғына нәмәне гүзәл һәм бик ҡиммәтле ҡомартҡыға әйләндерә ала. Ләкин бер көршәксе лә Йәһүә менән тиңләшә алмай. Алтынсы ижад көнөнөң аҙағында Алла, «ерҙәге тупраҡтан» камил бер кеше яратып, уға Барлыҡҡа килтереүсеһенең сифаттарын сағылдырыу һәләте биргән (Баш. 2:7). Тупраҡтан яһалған был камил кеше Әҙәм хаҡлы рәүештә Алланың улы тип аталған булған (Лука 3:38).

2, 3. Беҙ тәүбә иткән израилдәрҙән ниндәй өлгө ала алабыҙ?

2 Әммә Әҙәм Барлыҡҡа килтереүсеһенә ҡаршы сыҡҡан һәм Алланың улы тип һаналмай башлаған. Шуға ҡарамаҫтан, быуаттар дауамында Әҙәмдең күп кенә тоҡомдары Алланың хакимлығын яҡлаған (Евр. 12:1). Барлыҡҡа килтереүсеһенә баҫалҡы рәүештә буйһоноп, улар үҙ Атаһы һәм Көршәксеһе итеп Шайтанды түгел, ә Йәһүәне һайлағанын күрһәткән (Яхъя 8:44). Уларҙың Аллаға тоғро булыуҙары хаҡында уҡығанда, тәүбә иткән израилдәрҙең бындай һүҙҙәре иҫкә төшә: «Һин, эй Йәһүә, беҙҙең Атабыҙ. Беҙ балсыҡ, ә һин беҙҙең Көршәксебеҙ. Беҙҙең барыбыҙҙы һинең ҡулың яһаны» (Ишағ. 64:8).

3 Бөгөн Йәһүәгә рух һәм хәҡиҡәт буйынса ғибәҙәт ҡылыусыларҙың барыһы ла шундай уҡ баҫалҡылыҡ һәм тыңлаусанлыҡ сағылдырырға тырыша. Йәһүәне Ата тип атау һәм уға Бөйөк көршәксегә буйһонғандай буйһоноу — улар өсөн ҙур хөрмәт. Алла һеҙҙән күңеленә хуш килгән гүзәл һауыт яһай алһын өсөн, уның ҡулдарында йомшаҡ балсыҡ булырға әҙерһегеҙме? Йәһүәнең аҡрынлап һәр ҡәрҙәшегеҙҙе формалаштырғанын күрәһегеҙме? Уның Бөйөк көршәксе булараҡ башҡарған эше хаҡында уйланғанда, бындай өс яҡҡа иғтибар итәйек: Йәһүә формалаштырыр өсөн кешеләрҙе нисек һайлай, ни өсөн ул уларҙы формалаштыра, ул быны нисек эшләй?

ЙӘҺҮӘ ФОРМАЛАШТЫРЫУ ӨСӨН КЕШЕЛӘР ҺАЙЛАЙ

4. Йәһүә үҙенә кемде яҡынайтырға икәнен нисек һайлай? Миҫалдар килтерегеҙ.

4 Кешеләрҙе күҙәткәндә, Йәһүә уларҙың тышҡы ҡиәфәтенә иғтибар итмәй. Ул уларҙың йөрәген, эске донъяһын тикшерә. (1 Ишмуил 16:7б уҡығыҙ *.) Йәһүә мәсихселәр йыйылышын ойошторғанда, уның был һыҙаты айырыуса асыҡ күренгән. Ул үҙенә һәм Улына кеше ҡарашынан лайыҡһыҙ булып күренерҙәй күп кешеләрҙе яҡынайтҡан (Яхъя 6:44). Шундай кешеләрҙең береһе Савл исемле фарисей — «көфөр һөйләп йөрөгән, иман тотоусыларҙы эҙәрлекләгән тәкәббер кеше» булған (1 Тим. 1:12, 13). Әммә йөрәктәрҙе тикшергән Бөйөк көршәксе Савлды бер нәмәгә лә яраҡһыҙ балсыҡ тип һанамаған (Ғиб. һүҙ. 17:3). Киреһенсә, Алла унан ҡиммәтле һауыт яһап була икәнен күргән. Ул Савлды «башҡа халыҡтарға һәм уларҙың батшаларына, шулай уҡ Израиль халҡына» шаһитлыҡ бирер өсөн үҙ хеҙмәтсеһе итеп һайларға булған (Ғәм. 9:15). «Ҡиммәтле» һауыт булып киткән кешеләр араһында шулай уҡ элек эскесе йә ҡараҡ булған, әхлаҡһыҙ тормош алып барған кешеләр ҙә булған (Рим. 9:21; 1 Кор. 6:9—11). Алла Һүҙенән теүәл белем алып һәм имандарын нығытып, улар Йәһүәгә үҙҙәрен формалаштырырға юл ҡуйған.

5, 6. Йәһүәнең Бөйөк көршәксебеҙ булыуына ышаныу нисек а) вәғәздә осраған кешеләргә, б) ҡәрҙәштәргә ҡарата мөнәсәбәтебеҙгә тәьҫир итергә тейеш?

5 Юғарыла әйтелгәндәрҙән нимәгә өйрәнеп була? Йәһүәнең йөрәктәрҙе күреүенә һәм үҙе һайлаған кешеләрҙе үҙенә йәлеп итеүенә ышанһаҡ, вәғәздә осраған кешеләрҙе лә, йыйылышыбыҙҙағы ҡәрҙәштәрҙе лә хөкөм итмәҫбеҙ. Майкл исемле бер кешенең миҫалын ҡарап сығайыҡ. Ул былай тип иҫенә төшөрә: «Йәһүә шаһиттарын тупһамда күреү менән мин ишекте шап иттереп ябып ҡуя торғайным. Мин үҙемде бик тупаҫ тота инем. Һуңыраҡ мин бер ғаилә менән таныштым, уларҙың яҡшы тәртибе мине һоҡландырҙы. Бер көндө, уларҙың Йәһүә шаһиттары икәнен белеп ҡалғас, шаҡ ҡаттым! Уларҙың тәртибе мине, Йәһүә шаһиттарына ҡарата кире ҡарашым нимәгә нигеҙләнгән, тип уйланырға мәжбүр итте. Һөҙөмтәлә шуны аңланым: минең уларға мөнәсәбәтем факттарға түгел, ә наҙанлығыма һәм имеш-мимештәргә ҡоролған». Дөрөҫөн асыҡлау өсөн, Майкл Изге Яҙманы өйрәнергә ризалашҡан. Һуңыраҡ ул һыуға сумдырылған һәм Аллаға тулы ваҡытлы хеҙмәт башлаған.

6 Йәһүәне Көршәксебеҙ тип таныһаҡ, был беҙҙең ҡәрҙәштәргә ҡарата мөнәсәбәтебеҙгә тәьҫир итмәй ҡалмаҫ. Уларға Йәһүә ҡараған кеүек ҡарайбыҙмы? Ул уларҙы «әҙер һауыт» тип һанамай. Ҡәрҙәштәребеҙҙең формалашыуы тамамланмаған әле. Алла кешенең эске донъяһын күрә һәм үҙенең оҫта ҡулдарында уның ниндәй булып китә алыуын белә. Йәһүә үҙ иғтибарын кешеләрҙең ваҡытлыса булған кәмселектәренә түгел, ә яҡшы яҡтарына туплай (Зәб. 130:3). Ҡәрҙәштәргә ыңғай ҡараш һаҡлап, беҙ Йәһүәнән өлгө алабыҙ. Ысынында, ҡәрҙәштәргә рухи яҡтан үҫергә ярҙам иткәндә, беҙ Бөйөк көршәксебеҙ менән хеҙмәттәшлек итәбеҙ (1 Фес. 5:14, 15). Был йәһәттән, «бүләк» итеп бирелгән кешеләр булараҡ, өлкәндәр өлгө күрһәтергә тейеш (Ефес. 4:8, 11—13).

НИ ӨСӨН ЙӘҺҮӘ БЕҘҘЕ ФОРМАЛАШТЫРА?

7. Ни өсөн һеҙ Йәһүәнең тәрбиәһен ҡәҙерләйһегеҙ?

7 Бәлки, һеҙ берәйһенең: «Үҙемдең балаларым булғас ҡына, атам-әсәм тәрбиәһенең ҡәҙерен белдем», — тип әйткәнен ишеткәнегеҙ барҙыр. Тормош тәжрибәбеҙ артҡан һайын, тәрбиә менән язаға мөнәсәбәтебеҙ ҙә үҙгәрә бара, һәм беҙ, Йәһүә кеүек, был сараларҙы яратыу сағылышы тип һанай башлайбыҙ. (Еврейҙарға 12:5, 6, 11-ҙе уҡығыҙ.) Эйе, атайҙарса яратҡанға, Йәһүә беҙҙе сабырлыҡ менән формалаштыра. Ул беҙҙең зирәк, бәхетле булыуыбыҙҙы һәм уның яратыуына яратыу менән яуап ҡайтарыуыбыҙҙы теләй (Ғиб. һүҙ. 23:15). Йәһүә беҙҙең ғазап сигеүебеҙҙән кинәнес тапмай һәм Әҙәм кеүек «итәғәтһеҙ кеше» булып үлеүебеҙҙе һис тә теләмәй (Ефес. 2:2, 3).

8, 9. Бөгөн Йәһүә беҙгә нисек белем бирә, һәм был уҡытыу эше киләсәктә нисек дауам ителәсәк?

8 Элек, «итәғәтһеҙ кешеләр» булғанда, беҙ Аллаға оҡшамаған күп сифаттар сағылдырҙыҡ. Ә, бәлки, беҙ үҙебеҙҙе хатта йыртҡыс хайуандар кеүек аяуһыҙ тотҡанбыҙҙыр! Ләкин Йәһүәнең тәьҫире ярҙамында беҙ үҙгәрҙек һәм һарыҡ бәрәстәренә оҡшай башланыҡ (Ишағ. 11:6—8; Кол. 3:9, 10). Бөгөн Йәһүә рухи ожмах булдыра һәм ошо махсус мөхиттә беҙҙе формалаштыра. Яуыз донъяла йәшәүебеҙгә ҡарамаҫтан, беҙ үҙебеҙҙе хәүефһеҙ урында булғандай тоябыҙ. Насар ғаиләлә һөйөү күрмәй үҫкән кешеләр был мөхиттә, ниһайәт, ысын яратыуҙың ни икәнен аңлайҙар (Яхъя 13:35). Беҙ шулай уҡ башҡаларға яратыу күрһәтергә өйрәндек. Ә иң мөһиме, беҙ Йәһүәне белдек һәм хәҙер уның атайҙарса яратыуын тойоп йәшәйбеҙ (Яҡ. 4:8).

9 Яңы донъяла беҙ рухи ожмахтың фатихаларын тулы дәрәжәлә татыясаҡбыҙ. Ул саҡта беҙ рухи ожмахта ғына түгел, ә Алла Батшалығы етәкселегендә төҙөләсәк тура мәғәнәләге ожмахта ла йәшәйәсәкбеҙ. Был торғоҙолоу ваҡытында Йәһүә ерҙә йәшәүселәрҙе формалаштырыу эшен дауам итәсәк. Унда биреләсәк белемдең ни тиклем юғары буласағын әле хатта күҙ алдына килтереү ҙә мөмкин түгел! (Ишағ. 11:9) Өҫтәүенә, Алла аҡылыбыҙҙы һәм тәнебеҙҙе камил итәсәк, шунлыҡтан беҙ, ул биргән белемде һеңдереп, уның ихтыярын кәмселекһеҙ рәүештә үтәргә һәләтле буласаҡбыҙ. Шуға күрә, әйҙәгеҙ, тәүәккәллек менән артабан да Йәһүәгә буйһонайыҡ. Шулай итеп уның беҙҙе яратҡанға күрә формалаштырыуын аңлауыбыҙҙы күрһәтербеҙ (Ғиб. һүҙ. 3:11, 12).

ЙӘҺҮӘ БЕҘҘЕ НИСЕК ФОРМАЛАШТЫРА?

10. Ғайса Бөйөк көршәксенең сабырлығын һәм маһирлығын нисек сағылдырған?

10 Маһир көршәксе кеүек, Йәһүә ҡулына алған «балсыҡтың» төрөн һәм сифатын белә һәм уға ярашлы форма бирә. (Зәбур 103:10—14-те уҡығыҙ *.) Эйе, ул, көсһөҙ яҡтарыбыҙҙы, мөмкинлектәребеҙҙе һәм рухи яҡтан ни тиклем етлеккән булыуыбыҙҙы иҫәпкә алып, һәр беребеҙгә үҙенә генә тәғәйен алым ҡуллана. Алланың камил булмаған хеҙмәтселәренә мөнәсәбәте уның Улының тәртибе аша асыҡ күренгән. Ғайсаның үҙ илселәренең кәмселектәренә, айырыуса араларында кем иң бөйөгө тип бәхәсләшеүҙәренә, нисек ҡарағанын иҫкә төшөрәйек. Әгәр һеҙ илселәрҙең ҡыҙыу бәхәстәренә шаһит булһағыҙ, был ир-аттарҙы йыуаш һәм юл ҡуйыусан кешеләр тип атар инегеҙме? Әммә Ғайса улар хаҡында насар уйламаған. Ул үҙенең игелек һәм сабырлыҡ менән биргән кәңәштәре, шулай уҡ үҙе күрһәткән баҫалҡылыҡ өлгөһө тоғро илселәрен үҙгәртә ала икәнен белгән (Марк 9:33—37; 10:37, 41—45; Лука 22:24—27). Ғайса терелтелгәс һәм шәкерттәргә изге рух иңгәс, илселәр үҙ иғтибарын юғарыраҡ дәрәжә ҡаҙаныуға түгел, ә үҙҙәренә тапшырылған эшкә туплаған (Ғәм. 5:42).

11. Дауыт үҙенең йомшаҡ балсыҡҡа оҡшаш булыуын нисек күрһәткән, һәм беҙ уның өлгөһөнә нисек эйәрә алабыҙ?

11 Бөгөн Йәһүә үҙ хеҙмәтселәрен башлыса үҙенең Һүҙе, изге рухы һәм мәсихселәр йыйылышы ярҙамында формалаштыра. Изге Яҙманы иғтибар менән уҡығанда, уҡығаныбыҙ хаҡында төптән уйланғанда һәм Йәһүәнән аңлағандарҙы тормошта ҡулланырға ярҙам итеүен һорағанда, уның Һүҙе беҙгә тәьҫир итә. Дауыт батша былай тип яҙған: «Түшәгемдә һине иҫемә төшөрәм, төндәрен һинең турала уйланып ятам» (Зәб. 63:6). Ул шулай уҡ: «Миңә кәңәш биргән Йәһүәне маҡтармын мин. Төндә лә йәшерен уйҙарым мине төҙәтә», — тигән (Зәб. 16:7). Эйе, Дауыт Алла кәңәшенә, үҙенең эс-бауырҙарына тиклем үтеп инеп, иң тәрән уйҙарын һәм хис-тойғоларын формалаштырырға юл ҡуйған. Ул кәңәште ҡабул итеү ауыр булған саҡтарҙа ла шулай эшләгән (2 Иш. 12:1—13). Баҫалҡы һәм тыңлаусан булыуҙа Дауыт беҙгә ғәжәйеп өлгө ҡалдырған! Һеҙ ҙә, Алла Һүҙе өҫтөндә уйланып, уға күңелегеҙҙең иң тәрән төпкөлөнә үтеп инергә рөхсәт итәһегеҙме? Был йәһәттән тағы ла яҡшырыр өсөн нимә эшләй алаһығыҙ? (Зәб. 1:2, 3)

12, 13. Йәһүә, изге рухты һәм мәсихселәр йыйылышын ҡулланып, беҙҙе нисек формалаштыра?

12 Изге рух беҙҙе төрлө юлдар менән формалаштыра. Мәҫәлән, ул беҙгә, Мәсихтән үрнәк алып, рух емешен тәшкил иткән сифаттарҙы үҫтерергә ярҙам итә ала (Гал. 5:22, 23). Шул сифаттарҙың береһе — мөхәббәт. Беҙ Алланы яратабыҙ, шуға күрә, уға буйһоноп, уның үҙебеҙҙе формалаштырыуын теләйбеҙ, сөнки Алланың әмерҙәре ауыр түгел. Изге рух беҙгә шулай уҡ донъяның йоғонтоһона һәм уның насар рухына ҡаршы торорға көс бирә ала (Ефес. 2:2). Илсе Павел, йәш сағында һауалы дин әһелдәренең тәьҫиренә бирелгән булһа ла, һуңыраҡ былай тип яҙған: «Әммә беҙ ни бары хазина һаҡлаған балсыҡ һауыттар ғына. Бының менән саманан тыш ҙур ҡөҙрәттең беҙҙеке түгел, ә Алланыҡы икәне күрһәтелә» (2 Кор. 4:7). Шуға күрә, әйҙәгеҙ, Павел кеүек, Алланан һәр ваҡыт изге рух һорайыҡ. Йәһүә йыуаш кешеләрҙең эскерһеҙ үтенесен иғтибарһыҙ ҡалдырмаҫ (Зәб. 10:17).

Йәһүә беҙҙе формалаштырғанда өлкәндәрҙе ҡулланһа ла, беҙ үҙебеҙ ҙә тырышлыҡ һалырға тейеш (12, 13-сө абзацтарҙы ҡарағыҙ.)

13 Йәһүә, мәсихселәр йыйылышын һәм күҙәтеүселәрҙе ҡулланып, һәр беребеҙҙе формалаштыра. Мәҫәлән, өлкәндәр, рухи проблемаларға юлығыуыбыҙҙы күреп ҡалһа, беҙгә ярҙам итергә тырыша (Гал. 6:1). Әммә улар быны кешелек туплаған аҡылға таянып эшләмәй, ә, баҫалҡылыҡ күрһәтеп, Алланан аңлау һәм зирәклек һорай. Шунан улар доғаларына ярашлы эш итә һәм, беҙ эләккән хәлде күҙҙә тотоп, Алла Һүҙен һәм баҫмаларыбыҙҙы тикшерә. Бының ярҙамында улар, шарттарыбыҙҙы иҫәпкә алып, беҙгә тейешле ярҙам күрһәтә ала. Әгәр улар, янығыҙға килеп, игелек менән, мәҫәлән кейемегеҙгә ҡағылышлы кәңәш бирһә, һеҙ ундай ярҙамды Алланың үҙегеҙгә ҡарата һөйөүенең сағылышы итеп ҡабул итерһегеҙме? Шулай эшләп, һеҙ үҙегеҙҙең Йәһүә ҡулдарында йомшаҡ балсыҡҡа оҡшаш булыуығыҙҙы һәм яҡшы яҡҡа үҙгәрергә теләүегеҙҙе күрһәтерһегеҙ.

14. «Балсыҡ» өҫтөнән хакимлығы булһа ла, Йәһүә беҙҙең ихтыяр иркебеҙҙе нисек хөрмәт итә?

14 Алланың беҙҙе нисек формалаштырыуын аңлау имандаштарыбыҙ менән яҡшы мөнәсәбәттәрҙә булырға һәм вәғәздә осраған кешеләргә, шул иҫәптән Изге Яҙманы өйрәнеүселәргә дөрөҫ ҡараш һаҡларға ярҙам итә. Изге Яҙма яҙылған осорҙа көршәксе балсыҡ киҫәген ер аҫтынан соҡоп алыу менән уға форма бирә башламаған. Тәүҙә ул, балсыҡты таштарҙан һәм башҡа ҡатышмаларҙан таҙартып, уны әҙерләгән. Рухи мәғәнәлә әйткәндә, Алла үҙгәрергә теләгән кешеләрҙе, формалаштыра башлар алдынан, тәүҙә әҙерләй. Әммә ул үҙгәрергә мәжбүр итмәй, ә уларға үҙенең ғәҙел нормаларын аса. Шулай итеп был кешеләр, тормоштарын «таҙартып», үҙ иректәре менән үҙгәрештәр яһай ала.

15, 16. Изге Яҙманы өйрәнеүселәр Йәһүәнең үҙҙәрен формалаштырыуын теләгәндәрен нисек күрһәтә ала? Миҫал килтерегеҙ.

15 Австралияла йәшәгән Тесси исемле апай-ҡәрҙәштең миҫалын ҡарап сығайыҡ. Уның менән Изге Яҙманы өйрәнгән апай-ҡәрҙәш былай ти: «Тессиға хәҡиҡәтте ҡабул итеү ауыр булманы. Ләкин ул рухи яҡтан үҫмәне тиерлек, хатта йыйылыш осрашыуҙарына ла йөрөмәй ине! Шуға күрә, күп тапҡырҙар доға ҡылып уйланғандан һуң, мин был өйрәнеүҙе туҡтатырға булдым. Шунда ғәжәп бер хәл булды. Мин һуңғы тип иҫәпләгән өйрәнеүҙә Тесси миңә йөрәген асты. Ул, ҡомарлы уйындар уйнағанға, үҙен ике йөҙлө итеп хис иткәне һәм хәҙер шул зыянлы ғәҙәттән арынырға булғаны хаҡында әйтте».

16 Күп тә үтмәҫтән, Тесси, хатта әхирәттәренең мыҫҡыллап көлөүҙәренә лә ҡарамаҫтан, йыйылыш осрашыуҙарына йөрөп, мәсихселәргә хас сифаттар сағылдыра башланы. Апай-ҡәрҙәш былай тип өҫтәй: «Ваҡыт уҙыу менән Тесси һыуға сумдырылды һәм һуңыраҡ, балалары бәләкәс булһа ла, пионер хеҙмәтен башланы». Эйе, Изге Яҙманы өйрәнеүселәр Алланың күңелен табыр өсөн тормоштарында үҙгәрештәр яһағанда, Йәһүә уларға яҡынлаша һәм уларҙан гүзәл «һауыттар» яһай башлай.

17. а) Ни өсөн һеҙ Бөйөк көршәксе Йәһүәнең үҙегеҙҙе формалаштырыуын ҡәҙерләйһегеҙ? б) Киләһе мәҡәләлә формалаштырыуҙың ниндәй яҡтары ҡараласаҡ?

17 Бөгөнгө көндә лә, ҡайһы бер һауыттарҙы яһағанда, көршәкселәр уларға үҙ ҡулдары менән тырышып форма бирә. Шуның шикелле, Бөйөк көршәксебеҙ ҙә һәр беребеҙҙе сабырлыҡ менән формалаштыра. Ул, кәңәш биреп, беҙҙең уны нисек ҡабул итеүебеҙҙе күҙәтә. (Зәбур 32:8-ҙе уҡығыҙ *.) Йәһүәнең үҙегеҙ менән ихлас ҡыҙыҡһынғанын һиҙәһегеҙме? Уның ҡайғыртыусан һәм оҫта ҡулдары үҙегеҙгә форма биреүен күрәһегеҙме? Шулай булһа, ниндәй сифаттар һеҙгә Йәһүә ҡулында йомшаҡ балсыҡ булып ҡалырға ярҙам итер? Ҡоро һәм ҡаты балсыҡҡа әйләнмәҫ өсөн, холҡоғоҙҙоң ниндәй һыҙаттарынан ҡотолорға кәрәк? Балаларын тәрбиәләгәндә ата-әсәләр нисек Йәһүә менән хеҙмәттәшлек итә ала? Был һорауҙар киләһе мәҡәләлә ҡараласаҡ.

^ 4 абз. 1 Ишмуил 16:7: «Алла бит кеше кеүек ҡарамай: кеше — күҙҙәре күргәнде, ә Йәһүә йөрәкте күрә».

^ 10 абз. Зәбур 103:10—14: «Ул ҡылған гонаһтарыбыҙға ҡарап яза бирмәй, хаталарыбыҙға ҡарап ҡайтармай. Сөнки күктәр ерҙән ни тиклем бейек булһа, үҙен тәрән хөрмәт итеүселәргә уның тоғро мөхәббәте шул тиклем бөйөк. Көнсығыш көнбайыштан ни хәтле йыраҡ булһа, ул енәйәттәребеҙҙе беҙҙән шул хәтле йыраҡ итә. Атай кеше үҙ улдарына мәрхәмәтле булған кеүек, Йәһүә лә үҙен тәрән хөрмәт итеүселәргә мәрхәмәтле. Сөнки ул беҙҙең нисек яратылғаныбыҙҙы яҡшы белә, беҙҙең тупраҡ икәнебеҙҙе онотмай».

^ 17 абз. Зәбур 32:8: «Мин һиңә аңлау һәләте бирермен һәм дөрөҫ юлға өйрәтермен. Кәңәш биреп, һине күҙәтермен».