Бөйөк көршәксегә үҙегеҙҙе формалаштырырға юл ҡуяһығыҙмы?
«Һеҙ минең ҡулымда көршәксе ҡулындағы балсыҡ һымаҡ» (ИРЕМ. 18:6).
ЙЫРҘАР: 23, 22
1, 2. Ни өсөн Алла Данилды «ҡәҙерле кеше» тип һанаған, һәм беҙ нисек Данил кеүек тыңлаусан була алабыҙ?
ӘСИРЛЕККӘ алынған йәһүдтәр, боронғо Вавилонға килеп ингәс, ҡаланың боттар менән тулғанын, ә ундағы халыҡтың ендәр хакимлығында булғанын күргән. Шуға ҡарамаҫтан, Данил һәм уның өс дуҫы кеүек тоғро йәһүдтәр Вавилонда хөкөм һөргән мөхиткә үҙҙәрен формалаштырырға бирмәгән (Дан. 1:6, 8, 12; 3:16—18). Данил һәм уның дуҫтары Бөйөк көршәкселәре Йәһүәгә йән-тән менән бирелгән булырға ныҡлы ҡарар иткән. Һәм был йәһәттән улар уңышлы булған! Алланың фәрештәһе Вавилонда ғүмере буйы йәшәгән Данилды «ҡәҙерле кеше» тип атаған (Дан. 10:11, 19).
2 Элекке заманда көршәксе, балсыҡты берәй ҡалыпҡа тыңҡыслап тултырып, унан үҙе теләгән форма яһай алған. Бөгөнгө ваҡытта мәсихселәр Йәһүәне Иң юғары хаким — халыҡтар һәм милләттәрҙе формалаштырырға хаҡы булған берҙән-бер Шәхес итеп таный. (Иремия 18:6-ны уҡығыҙ *.) Алланың шулай уҡ беҙҙең һәр беребеҙҙе айырым формалаштырырға хаҡы бар. Әммә ул беҙҙең һайлау иркебеҙҙе хөрмәт итә һәм үҙ иркебеҙ менән буйһоноуыбыҙҙы теләй. Әйҙәгеҙ, Алла ҡулында нисек йомшаҡ балсыҡ булып ҡалырға икәнен күрер өсөн, бындай өс һорауҙы ҡарап сығайыҡ: 1) нимә арҡаһында беҙ, күңелебеҙ ҡатып, Йәһүәнең кәңәшен тыңламай башларға мөмкин, һәм бынан нисек һаҡланырға? 2) Ниндәй сифаттар ярҙамында беҙ Алла ҡулында йомшаҡ балсыҡ булып ҡала алабыҙ? 3) Балаларын тәрбиәләгәндә, мәсихсе ата-әсәләр нисек Аллаға буйһона ала?
КҮҢЕЛДЕ ҠАТЫРА АЛҒАН ҺЫҘАТТАРҘАН ҺАҠЛАНЫҒЫҘ
3. Ниндәй һыҙаттар арҡаһында күңелебеҙ ҡатырға мөмкин? Миҫал килтерегеҙ.
3 Ғибрәтле һүҙҙәр 4:23-тә: «Барыһынан да бигерәк йөрәгеңде һаҡла, йөрәк — тормош сығанағы бит», — тип әйтелә. Йөрәкте нимәнән һаҡларға кәрәк? Ниндәй һыҙаттар күңелде ҡатыра ала? Мәҫәлән, урынһыҙ ғорурлыҡ, ғәҙәткә ингән гонаһ һәм иман етмәү. Бының барыһы беҙҙә фетнәсел рух үҫтерә ала (Дан. 5:1, 20; Евр. 3:13, 18, 19). Ғорур Озия батшаның миҫалын ҡарап сығайыҡ. (2 Йылъяҙма 26:4, 5, 16—19-ҙе уҡығыҙ *.) Тәүҙә Озия «Йәһүә алдында дөрөҫ булғанды» эшләгән һәм «Алланы эҙләгән». Әммә, «ҡеүәтләнеп алғас, ул... ғорур йөрәкле булып киткән». Ә көс бит уға Алланан бирелгән булған! Ул хатта ғибәҙәтханала фимиам яндырырға маташҡан, ә был эште башҡарырға Һарун тоҡомонан сыҡҡан руханиҙарҙың ғына хаҡы булған. Руханиҙар Озия батшаға ҡаршы төшкәс, уның асыуы ҡабарған! Бының һөҙөмтәһе ниндәй булған? Алла ғорур батшаға яза биргән: Озия үҙ үлеменә ҡәҙәр махау сире менән ауырыған (Ғиб. һүҙ. 16:18).
4, 5. Ғорурлыҡтан һаҡланмаһаҡ, был нимәгә килтерә ала? Миҫал килтерегеҙ.
4 Ғорурлыҡтан һаҡланмаһаҡ, беҙ үҙебеҙ тураһында тейешенән артыҡ уйлай башларға һәм хатта Изге Яҙмаға нигеҙләнгән кәңәште кире ҡағырға мөмкин (Рим. 12:3; Ғиб. һүҙ. 29:1). Джим исемле бер өлкәндең миҫалын ҡарап сығайыҡ. Бер ваҡыт, башҡа өлкәндәр менән йыйылышҡа ҡағылышлы бер һорауҙы хәл иткәндә, ул уларҙың фекере менән ризалашмаған. «Мин ағай-ҡәрҙәштәргә уларҙың яратыу менән эш итмәүҙәре тураһында әйттем һәм осрашыуҙың бөтөүен дә көтөп тормайынса сығып киттем», — тип иҫенә төшөрә Джим. Яҡынса ярты йыл үткәс, ул күрше йыйылышҡа күскән, әммә унда уны өлкән итеп билдәләмәгәндәр. Ул былай ти: «Мин тәрән ҡайғыға баттым. Үҙ алдымда тәҡүә булыу мине һуҡырайтты, һәм мин хәҡиҡәттән киттем». Джим ун йыл буйына рухи яҡтан актив булмаған. Ул былай тип таный: «Булған хәл ғорурлығыма тейҙе, һәм мин Йәһүәне ғәйепләй башланым. Йылдар дауамында ағай-ҡәрҙәштәр, килеп, минең менән һөйләшергә тырышты, әммә мин уларҙың ярҙамынан баш тарттым».
5 Джимдың миҫалынан күренгәнсә, ғорурлыҡ арҡаһында беҙ дөрөҫ булмаған тәртибебеҙҙе аҡларға һәм ҡаты балсыҡҡа әйләнергә мөмкин (Ирем. 17:9). «Мин бер туҡтауһыҙ башҡаларҙың ни тиклем яңылышыуы хаҡында уйланым», — тип аңлата Джим. Берәй ҡасан имандашығыҙ һеҙҙе рәнйеткәне булдымы? Йәиһә яуаплы вазифаларҙан мәхрүм ҡалып ҡайғырғанығыҙ бармы? Ундай саҡтарҙа үҙегеҙҙе нисек тоттоғоҙ? Ғорурлыҡҡа үҙегеҙ менән идара итергә юл ҡуйҙығыҙмы? Йәки, ҡәрҙәшегеҙ менән татыулыҡ урынлаштырып, Йәһүәгә тоғро булып ҡалыу хаҡында борсолдоғоҙмо? (Зәбур 119:165 *; Ефестарға 4:32-не уҡығыҙ.)
6. Гонаһ ҡылыу ғәҙәткә инһә, нимә булырға мөмкин?
6 Гонаһ ҡылырға ғәҙәтләнеү йә хатта йәшерен
гонаһтар ҡылыу шулай уҡ күңелебеҙҙе ҡатыра ала, һәм беҙ Йәһүәнең кәңәшен тыңламай башларға мөмкин. Ул саҡта гонаһ ҡылыу кеше өсөн бер ни ҙә тормаясаҡ. Бер ағай-ҡәрҙәштең һүҙҙәре буйынса, ваҡыт үтеү менән гонаһлы тәртибе уны бөтөнләй борсомай башлаған (Вәғ. 8:11). Башҡа бер ағай-ҡәрҙәш порнография ҡарарға ғәҙәтләнеп киткән. Һуңыраҡ ул былай тигән: «Мин үҙемдең өлкәндәргә ҡарата тәнҡитсел булып киткәнемде абайлап ҡалдым». Уның насар ғәҙәте рухилығына зыян килтергән. Һөҙөмтәлә уның тәртибе асыҡланған, һәм уға кәрәкле ярҙам күрһәткәндәр. Әлбиттә, беҙҙең беребеҙ ҙә камил түгел. Шулай ҙа, Алланың кисереүен һәм ярҙамын эҙләү урынына тәнҡитсел ҡараш үҫтерһәк йә гонаһлы тәртибебеҙҙе аҡлаһаҡ, күңелебеҙ инде ҡата башлаған тип әйтеп була.7, 8. а) Иман етмәү арҡаһында боронғо израилдәрҙең күңелдәре нисек ҡатҡан? б) Беҙ бынан ниндәй һабаҡ алабыҙ?
7 Күңелебеҙ иман етмәүҙән дә ҡатырға мөмкин. Был Мысыр әсирлегенән азат ителгән израилдәрҙең миҫалынан күренә. Улар Алланың үҙҙәре хаҡына күп мөғжизәләр ҡылыуын, ҡурҡыу-хөрмәт уятҡан бөйөк эштәр башҡарыуын күргән! Ләкин, Вәғәҙә ителгән ерҙең эргәһендә генә булғанда, израилдәр үҙҙәренең иманы етмәүен күрһәткән. Йәһүәгә таяныу урынына улар ҡурҡыуға бирелгән һәм Мусанан зарлана башлаған. Улар хатта Мысырға — үҙҙәрен ҡоллоҡта тотҡан илгә кире ҡайтырға теләгән! Был Йәһүәнең күңелен бик ныҡ әрнеткән. Ул былай тигән: «Ҡасанға хәтле был халыҡ миңә хөрмәт күрһәтмәҫ?» (Һан. 14:1—4, 11; Зәб. 78:40, 41). Ул быуын иманы етмәүе һәм ҡаты күңелле булыуы арҡаһында сүлдә үлеп бөткән.
8 Бөгөн, яңы донъяның тупһаһында баҫып торғанда, беҙҙең иманыбыҙ һынала. Иманыбыҙ ни тиклем көслө икәнен билдәләү бик тә мөһим. Мәҫәлән, Ғайсаның Матфей 6:33-тә яҙылған һүҙҙәренә ҡарашыбыҙҙы тикшерергә була. Үҙ-үҙегеҙгә бындай һорауҙар бирегеҙ: «Ҡабул иткән ҡарарҙарым һәм нимәне мөһим тип һанауым Ғайсаның һүҙҙәренә ысындан да ышаныуымды күрһәтәме? Күберәк аҡса эшләп алырға мөмкинлек сыҡһа, йыйылыш осрашыуҙарын ҡалдырырмынмы йә вәғәздә әҙерәк ҡатнашырмынмы? Эш урынымда баҫым көсәйһә, нимә эшләрмен? Был донъяға үҙемде формалаштырырға һәм, бәлки, хәҡиҡәттән алып китергә рөхсәт итерменме?»
9. Ни өсөн иман менән йәшәйбеҙме тип үҙебеҙҙе һынарға кәрәк, һәм быны нисек эшләп була?
9 Бүтән бер миҫал ҡарап сығайыҡ. Әйтәйек, Алланың хеҙмәтсеһе Изге Яҙмалағы кәңәштәрҙе, мәҫәлән аралашыуға, йыйылыштан сығарыуға йәки күңел асыуға ҡағылышлы кәңәштәрҙе, теләр-теләмәҫ кенә үтәй, ти. Беҙҙең менән шуға оҡшаш хәл булһа, нимә эшләргә? Үҙебеҙҙә күңел ҡатыуҙың билдәләрен абайлап ҡалһаҡ, иманыбыҙҙы кисектермәйенсә тикшереп сығырға кәрәк! Изге Яҙмала былай тип әйтелә: «Үҙегеҙҙе һынағыҙ: иман менән йәшәйһегеҙме? Үҙегеҙҙе тикшерегеҙ!» (2 Кор. 13:5). Үҙ-үҙебеҙ менән намыҫлы булайыҡ һәм Алла Һүҙе ярҙамында фекер йөрөтөүебеҙҙе даими төҙәтеп торайыҡ.
ЙОМШАҠ БАЛСЫҠ БУЛЫП ҠАЛЫҒЫҘ
10. Йәһүә ҡулында йомшаҡ балсыҡ кеүек булырға беҙгә нимә ярҙам итер?
10 Йәһүә беҙгә йомшаҡ балсыҡ булып ҡалыр өсөн кәрәк булғандың барыһын — үҙенең Һүҙен, мәсихселәр йыйылышын һәм вәғәз эшен биргән. Һыу балсыҡты йомшартҡан кеүек, Изге Яҙманы көн һайын уҡыу һәм тәрән уйланыу беҙгә Алла ҡулында йомшаҡ булырға ярҙам итә. Йәһүә Израиль батшаларына, үҙҙәре өсөн Ҡанундың күсермәһен яҙып алып, уны көн һайын уҡырға ҡушҡан (Ҡан. 17:18, 19). Илселәр ҙә Аллаға тоғро хеҙмәт итер өсөн Изге Яҙманы уҡыу һәм уның өҫтөндә уйланыу үтә мөһим икәнен аңлаған. Улар үҙ хаттарында йөҙләгән тапҡыр Еврей Яҙмаларынан өҙөмтәләр килтергән йә уға һылтанмалар яһаған һәм вәғәздә осраған кешеләрҙе лә шулай эшләргә дәртләндергән (Ғәм. 17:11). Бөгөн дә беҙ Алла Һүҙен көн һайын уҡыуҙың һәм доға ҡылып уйланыуҙың мөһимлеген күрәбеҙ (1 Тим. 4:15). Шулай эшләп, беҙ баҫалҡы булып ҡалырбыҙ һәм Йәһүә ҡулында йомшаҡ балсыҡ кеүек булырбыҙ.
11, 12. Йәһүә, һәр беребеҙҙең ихтыяждарын һәм үҙенсәлектәрен иҫәпкә алып, беҙҙе мәсихселәр йыйылышы аша нисек формалаштыра? Миҫал килтерегеҙ.
Йәһүә ғәйепле түгел“ һәм „Йәһүәгә тоғро хеҙмәт ит“ тигән мәҡәләләр миңә көс өҫтәне».
11 Йәһүә, һәр беребеҙҙең ихтыяждарын һәм үҙенсәлектәрен иҫәпкә алып, беҙҙе мәсихселәр йыйылышы аша формалаштыра. Юғарыла әйтелгән Джимдың миҫалын иҫкә төшөрәйек. Бер өлкән уның менән эскерһеҙ ҡыҙыҡһынып дуҫтарса аралаша башлағас, Джимдың күңеле ирей башлаған. «Ул мине бер ҙә ғәйепләмәне һәм тәнҡитләмәне, — ти Джим. — Киреһенсә, ул игелекле булды һәм ихлас күңелдән миңә ярҙам итергә тырышты». Яҡынса өс ай үткәндән һуң, был өлкән Джимды йыйылышҡа саҡырған. «Йыйылышта мине йылы ҡаршы алдылар, — тип бүлешә Джим. — Уларҙың яратыуы мине кире ҡайтырға дәртләндерҙе. Мин, ниһайәт, хистәрем иң мөһиме түгел икәнен аңлай башланым. Ағай-ҡәрҙәштәр һәм рухи яҡтан ҡаҡшамаҫ булып ҡалған ҡәҙерле ҡатынымдың ярҙамы менән мин аҡрынлап рухи яҡтан нығындым. Шулай уҡ 1992 йылдың 15 ноябрь һанындағы „Күҙәтеү манараһы“нда баҫтырылған „12 Ваҡыт уҙыу менән Джимды яңынан өлкән итеп билдәләгәндәр. Шул ваҡыттан бирле ул үҙенекенә оҡшаш ауырлыҡтар менән осрашҡан башҡа ағай-ҡәрҙәштәргә рухи яҡтан нығынырға ярҙам итә. Ул былай тип тамамлай: «Мин Йәһүә менән мөнәсәбәттәрем бик яҡын тип уйлағайным, әммә ысынбарлыҡта улай булмаған. Ғорурлыҡҡа үҙемде һуҡырайтырға рөхсәт итеп, күпкә мөһимерәк нәмәләрҙе күҙҙән ысҡындырғаныма һәм иғтибарымды башҡаларҙың хаталарына туплағаныма бик үкенәм» (1 Кор. 10:12).
13. Вәғәз эше беҙгә ниндәй сифаттар үҫтерергә ярҙам итә, һәм был ниндәй файҙа килтерә?
13 Вәғәз эше беҙҙе нисек формалаштыра ала? Һөйөнөслө хәбәрҙе башҡалар менән уртаҡлашҡан саҡта беҙ баҫалҡылыҡ һәм изге рух емешен тәшкил иткән сифаттарҙы үҫтерә алабыҙ (Гал.
5:22, 23). Уйлап ҡарағыҙ, хеҙмәт һеҙгә ниндәй яҡшы сифаттар үҫтерергә ярҙам итте? Бынан тыш, мәсихселәргә хас сифаттар сағылдырып, беҙ һөйөнөслө хәбәрҙе биҙәйбеҙ, был иһә ҡайһы бер кешеләрҙең беҙгә ҡарата ҡарашын ыңғай яҡҡа үҙгәртергә мөмкин. Мәҫәлән, Австралияла ике Йәһүә шаһиты өйҙән-өйгә йөрөп вәғәзләгәндә, бер ҡатын улар менән бик тупаҫ һөйләшкән. Шуға ҡарамаҫтан, улар уның менән ихтирамлы мөғәмәлә иткән. Һуңыраҡ был ҡатынға үҙен шулай тотҡаны өсөн оят булған, һәм ул филиалға хат яҙған. Унда бындай һүҙҙәр булған: «Миңә килеп киткән бик түҙемле, баҫалҡы кешеләрҙән үҙемде тәкәббер һәм әҙәпһеҙ тотҡаным өсөн ғәфү үтенгем килә. Мин үҙемде бик аҡылһыҙ тоттом: улар Алла Һүҙе тураһында һөйләшергә килгән, ә мин уларҙы ҡыуып сығарҙым». Әгәр вәғәзселәр саҡ ҡына булһа ла ҡәнәғәтһеҙлек белдерһә, был ҡатын ошондай һүҙҙәр яҙыр инеме? Моғайын, юҡтыр. Эйе, хеҙмәтебеҙ үҙебеҙгә лә, башҡа кешеләргә лә ҙур файҙа килтерә.БАЛАЛАРЫҒЫҘҘЫ ТӘРБИӘЛӘГӘНДӘ АЛЛАҒА БУЙҺОНОҒОҘ
14. Балаларын тәрбиәләүҙә уңышлы булырға теләһәләр, ата-әсәләр нимә эшләргә тейеш?
14 Күпселек балалар белемгә ынтыла, уларға баҫалҡылыҡ хас (Матф. 18:1—4). Шуға күрә зирәк ата-әсәләр, балалары әле бәләкәй булғанда, уларға хәҡиҡәтте белергә һәм уға һөйөү үҫтерергә ярҙам итә (2 Тим. 3:14, 15). Әлбиттә, был йәһәттән уңышҡа өлгәшер өсөн, ата-әсәләр, хәҡиҡәтте тәүҙә үҙ йөрәктәренә һеңдереп, уның буйынса йәшәргә тейеш. Улар шулай эшләгәндә, балалары хәҡиҡәтте ишетеп кенә ҡалмай, ә үҙ тормоштарында уның файҙаһын күрә. Унан да бигерәк, балалар тәрбиә сараларында ата-әсәләренең һәм Йәһүәнең яратыуын күрергә өйрәнә.
15, 16. Балалары йыйылыштан сығарылһа, ата-әсәләр үҙҙәренең Йәһүәгә таяныуын нисек күрһәтә ала?
15 Әммә, мәсихселәр ғаиләһендә тәрбиәләнеүгә ҡарамаҫтан, ҡайһы бер балалар һуңыраҡ хәҡиҡәтте ҡалдыра йәки йыйылыштан сығарыла. Был уларҙың ғаиләләренә күңел ғазаптары килтерә. «Ағайым йыйылыштан сығарылғас, — тип бүлешә Көньяҡ Африка Республикаһында йәшәгән бер апай-ҡәрҙәш, — беҙгә ул үлгәндәй тойолдо. Был йән әрнеткес хәл булды!» Апай-ҡәрҙәш һәм уның ата-әсәһе үҙен нисек тотҡан? Улар Алла Һүҙендәге күрһәтмә буйынса эш иткән. (1 Коринфтарға 5:11, 13-тө уҡығыҙ.) Ата-әсәһе былай ти: «Беҙ тәүәккәллек менән Изге Яҙмала яҙылғанса эш итергә булдыҡ, сөнки Аллаға тыңлаусан булыу иң яҡшы емештәр килтерәсәген аңлай инек. Беҙ йыйылыштан сығарыу Алланың яратыуҙан сығып биргән төҙәтеү сараһы икәнен һәм Йәһүәнең һәр ваҡыт тейешле дәрәжәлә генә төҙәткәнен белә инек. Шуға күрә беҙ улыбыҙ менән ғаиләгә ҡағылышлы етди һорауҙарҙы хәл иткәндә генә һөйләшә торғайныҡ».
16 Уларҙың улдары үҙен нисек хис иткән? «Ғаиләм мине нәфрәт итмәгәнен белә инем, — ти ул, — улар Йәһүәгә һәм уның ойошмаһына тоғролоҡ күрһәтте». Ул былай тип өҫтәй: «Йәһүәгә ярҙам һәм кисереү һорап ялбарырға тура килгәндә, үҙеңдең уға ни тиклем мохтаж булғаныңды аңлайһың». Был егет Йәһүәгә кире ҡайтҡас, уның ғаиләһе ниндәй шатлыҡ кисергәнен күҙ алдына ғына килтерегеҙ! Эйе, бар юлдарыбыҙҙа Алланы күҙ уңында тотһаҡ, был иң яҡшы емештәр килтерәсәк (Ғиб. һүҙ. 3:5, 6; 28:26).
17. Ни өсөн тормоштоң бөтә өлкәләрендә Йәһүәгә буйһонорға кәрәк, һәм был беҙгә ниндәй файҙа килтерәсәк?
17 Ишағыя пәйғәмбәр йәһүдтәрҙең әсирлектә булыу ваҡытының тамамланыуы тураһында яҙған. Ул яҙғанса, тәүбә иткән йәһүдтәр Йәһүәгә былай тиер: «Эй Йәһүә, беҙҙең Атабыҙ. Беҙ балсыҡ, ә һин беҙҙең Көршәксебеҙ. Беҙҙең барыбыҙҙы һинең ҡулың яһаны». Шунан улар былай тип ялбарыр: «Гонаһтарыбыҙҙы мәңге иҫтә тотма. Беҙгә ҡарасы, беҙ бит барыбыҙ һинең халҡың» (Ишағ. 64:8, 9). Тормошобоҙҙоң бөтә өлкәләрендә баҫалҡы рәүештә Йәһүәгә буйһонһаҡ, беҙ ҙә, Данил пәйғәмбәр кеүек, Йәһүә өсөн ҡәҙерле кеше булырбыҙ. Унан тыш, Йәһүә беҙҙе үҙенең Һүҙе, изге рухы һәм ойошмаһы ярҙамында формалаштырыуын дауам итер, һәм бер көндө беҙ Алланың алдында уның камил балалары булараҡ баҫып тора алырбыҙ (Рим. 8:21).
^ 2 абз. Иремия 18:6: «Эй Израиль йорто, әллә мин һеҙҙең менән был көршәксе кеүек эш итә алмайыммы? — ти Йәһүә. — Эй Израиль йорто, һеҙ минең ҡулымда көршәксе ҡулындағы балсыҡ һымаҡ».
^ 3 абз. 2 Йылъяҙма 26:4, 5, 16—19: «Атаһы Амазыя кеүек, ул Йәһүә алдында дөрөҫ булғанды ҡылып йәшәне. Үҙен Аллаға ҡурҡыу-хөрмәт күрһәтеп йәшәргә өйрәткән Зәкәриә көндәрендә Озия Алланы эҙләне. Ул Йәһүәне эҙләп йәшәгән ваҡытта Алла уны үҙ фатихаһынан айырманы... Әммә ҡеүәтләнеп алғас, ул үҙ башына ғорур йөрәкле булып китте. Ул, төтәҫләү урынында фимиам яндырыу өсөн Йәһүәнең ғибәҙәтханаһына кереп, үҙенең Аллаһы Йәһүәгә ҡарата тоғролоҡһоҙлоҡ күрһәтте. Әммә Азарыя рухани һәм уның менән Йәһүәнең 80 ҡыйыу руханийы шунда уҡ уның артынан керҙеләр ҙә, Озия батшаға ҡаршы төшөп, былай тинеләр: „Озия, һинең Йәһүәгә фимиам яндырырға хаҡың юҡ! Фимиамды руханиҙар ғына яндырырға тейеш, сөнки улар — Һарундың изгеләндерелгән тоҡомдары. Сыҡ изге урындан! Һин тоғролоҡһоҙ эш иттең, бындай ҡылығың өсөн Йәһүә Алланан хөрмәт күрмәҫһең!“ Ләкин төтәҫләү һауытын тотоп торған Озияның асыуы ҡабарҙы. Руханиҙарға асыуы ҡайнаған мәлдә, уның маңлайына махау сыҡты. (Был хәл улар Йәһүә йортонда, төтәҫләү урыны янында торғанда булды.)»
^ 5 абз. Зәбур 119:165: «Ҡануныңды яратыусыларҙың тыныслығы мул, уларҙы һис нәмә абындыра алмай».