Иблистең тоҙағына нисек эләкмәҫкә?
ИЗРАИЛДӘР, Иордан йылғаһын кисеп, Вәғәҙә ителгән ергә инергә торған. Ҡапыл улар янына ҡунаҡтар килгән. Сит халыҡтан булған ҡатын-ҡыҙҙар Израиль ирҙәрен байрамға саҡырған. Был тәҡдим ҡыҙыҡтырғыс булып күренә алған, сөнки ул байрамда яңы дуҫтар табырға, бейергә һәм тәмле ризыҡтар ашап ҡарарға мөмкинлек булған. Шул ҡатын-ҡыҙҙарҙың ҡараштары һәм йолалары Йәһүәнең ҡанунына ҡаршы килһә лә, күрәһең, ҡайһы бер израилдәр: «Бының бер ҡурҡынысы ла юҡ. Мин һаҡ булырмын һәм үҙемде ҡулда тотормон», — тип уйлаған.
Һан. 25:1—3).
Артабан нимә булған? Изге Яҙмала былай тиелә: «Халыҡ Муав ҡыҙҙары менән фәхешлек ҡыла башланы». Ысынында, шул ҡатын-ҡыҙҙар Израиль ирҙәрен ялған илаһтарға табындырырға теләгән. Һәм улар маҡсатына ирешкән. Йәһүәнең Израиль халҡына асыуланғаны һис тә ғәжәп түгел (Шул израилдәр ике ауыр гонаһ ҡылған: боттарға табынған һәм енси әхлаҡһыҙлыҡҡа бирелгән. Алланы тыңламағанға, меңләгән ир-ат һәләк булған (Сығ. 20:4, 5, 14; Ҡан. 13:6—9). Был осраҡтың ниндәй ваҡытта булғанын иҫәпкә алһаҡ, израилдәрҙең хәле икеләтә аяныс булғанын күрәбеҙ. Алла ҡанунын боҙмаған булһалар, шул меңләгән ир-ат Вәғәҙә ителгән ергә керер ине (Һан. 25:5, 9).
Ошо ваҡиғаны иҫкә алып, илсе Павел былай тип яҙған: «Был хәлдәрҙең барыһы ла башҡаларға һабаҡ булһын өсөн эшләнгән, һәм беҙҙе, ахырызаман яҡынлашҡан саҡта йәшәгәндәрҙе, иҫкәртеп яҙылған» (1 Кор. 10:7—11). Һис шикһеҙ, Иблис шул израилдәрҙең, етди гонаһ ҡылып, Вәғәҙә ителгән ергә кермәгәненә бик шатланған. Беҙгә уларҙың хатаһынан һабаҡ алырға кәрәк, сөнки Шайтан беҙҙең дә Алланың яңы донъяһына инмәүебеҙҙе теләй!
ҠУРҠЫНЫС ТОҘАҠ
Мәсихселәргә зыян килтерер өсөн, Иблис электән уңышлы булған ҡоралдарын ҡуллана. Юғарыла әйтелгәнсә, Шайтан израилдәрҙе енси әхлаҡһыҙлыҡҡа этәргән. Беҙҙең көндәрҙә лә әхлаҡһыҙлыҡ ҡурҡыныс тоҙаҡ булып ҡала. Беҙҙе был тоҙаҡҡа эләктерер өсөн, Шайтан порнографияны ҡуллана.
Бөгөн порнографияны йәшерен рәүештә ҡарарға була. Ә тиҫтәләгән йылдар элек порнография ҡарарға теләгән кешегә, әхлаҡһыҙ журналдар һатылған махсус магазинға инергә йә өлкәндәр өсөн фильмдар күрһәтелгән кинотеатрға барырға тура килгән. Ул ваҡытта, моғайын, башҡалар күреп ҡалыр, тигән уй күптәрҙе шундай ерҙәргә барыуҙан тотоп ҡалғандыр. Әммә бөгөн интернетҡа инә алған һәр кеше порнографияны эш урынында йә хатта машинаһында ҡарай ала. Күп илдәрҙә ир-аттар һәм ҡатын-ҡыҙҙар өйҙән сыҡмайынса ла порнография ҡарай ала.
Унан да бигерәк, электрон яйланмалар порнография ҡарауҙы тағы ла еңеләйтте. Хәҙер кешеләр урамда йөрөгәндә, автобуста йә трамвайҙа барғанда порнографияны үҙенең телефонында йә планшетында ҡарай ала.
Порнографияны табыу еңеләйгәнгә һәм уны башҡаларға белдермәйенсә генә ҡарап булғанға, ул элеккегә ҡарағанда күберәк кешегә зыян килтерә. Порнография ҡараған күп кешеләр үҙ-үҙҙәрен хөрмәт итмәй башлай, выждандары тупаҫлана һәм уларҙың ғаиләләрендә мөнәсәбәттәр боҙола. Ә тағы ла насарырағы: улар Алла менән мөнәсәбәттәрен ҡурҡыныс аҫтына ҡуя. Һис шикһеҙ, порнография ифрат ҙур зыян килтерә. Порнография ҡарау ғәҙәтенең аяныслы эҙемтәләрен бик яй бөтәшкән һәм тәндә йәмһеҙ эҙҙәр ҡалдырған яралар менән сағыштырып була.
Шуны иҫтә тотоу мөһим: Йәһүә беҙҙе Шайтандың был тоҙағынан һаҡлай ала. Йәһүәнең үҙебеҙҙе һаҡлауын теләһәк, беҙ, һәләк булған израилдәрҙән айырмалы рәүештә, уға тулыһынса буйһонорға тейеш (Сығ. 19:5). Алланың порнографияны күрә алмауын иҫтә тоторға кәрәк. Ни өсөн быға һис тә шикләнмәҫкә була?
ЙӘҺҮӘ КЕҮЕК, ПОРНОГРАФИЯНЫ НӘФРӘТ ИТЕГЕҘ
Уйлап ҡарағыҙ: боронғо заманда Алланың Израиль халҡына биргән ҡанундары башҡа халыҡтарҙың ҡанундарынан бик ныҡ айырылып торған. Улар, стена кеүек, израилдәрҙе тирә-яҡтағы халыҡтарҙың насар йоғонтоһонан һәм уларҙың ерәнес йолаларынан һаҡлап торған (Ҡан. 4:6—8). Был ҡанундар Йәһүәнең енси әхлаҡһыҙлыҡты нәфрәт итеүен асыҡ итеп күрһәткән.
Лев. 18:3, 25). Израилдең Изге Аллаһы ҡынаандарҙың йәшәү рәүешен шул тиклем ерәнес тип һанаған, хатта улар йәшәгән ер ҙә Алла ҡарашында нәжес булған.
Күрше халыҡтарҙың ниндәй боҙоҡлоҡтар ҡылғанын телгә алып, Йәһүә израилдәргә былай тигән: «Мин һеҙҙе алып барған Ҡынаан ерендәге кешеләр эшләгәнде эшләмәгеҙ. ...Уларҙың ере нәжес, мин унда йәшәүселәрҙе енәйәттәре өсөн язаға тарттырырмын» (Йәһүә ҡынаандарҙы язаға тарттырһа ла, бүтән халыҡтар енси әхлаҡһыҙлыҡ ҡылыуын дауам иткән. 1 500 йылдан ашыу ваҡыт үткәс, Павел беренсе быуаттағы халыҡтар тураһында былай тигән: «Улар, намыҫтарын юғалтып, аҙғынлыҡҡа бирелгән һәм ҡомһоҙланып һәр төрлө боҙоҡлоҡтар ҡыла» (Ефес. 4:17—19). Бөгөн дә күп кешеләр, ояттарын юғалтып, аҙғын тормош алып бара. Алла хеҙмәтселәре, был донъя кешеләренең аҙғынлыҡтарына ҡарамаҫ өсөн, бар көстәрен һалырға тейеш.
Порнография яһаусылар Аллаға ҡарата ҙур ихтирамһыҙлыҡ күрһәтә. Йәһүә кешеләрҙе үҙенә оҡшаш итеп яратҡан һәм уларға әҙәплелек тойғоһо һалған. Енси мөнәсәбәттәрҙә сиктәр ҡуйып, Йәһүә аҡыллы эш иткән. Уның ниәте буйынса, ундай мөнәсәбәттәр никахта булған кешеләргә шатлыҡ килтерергә тейеш (Баш. 1:26—28; Ғиб. һүҙ. 5:18, 19). Ләкин порнография яһаған һәм башҡаларға уны ҡарарға тәҡдим иткән кешеләр Алланың әхлаҡи нормаларын бөтөнләй һанға һуҡмай. Бының менән улар Йәһүәне хурлай. Йәһүә ундай кешеләрҙе хөкөм итәсәк (Рим. 1:24—27).
Ә порнографияны аңлы рәүештә ҡараған йә шундай материал уҡыған кешеләр тураһында нимә әйтеп була? Ҡайһы берәүҙәр ундай күңел асыуҙы зыянһыҙ тип һанай. Әммә ысынбарлыҡта улар Йәһүәнең нормаларын һанға һуҡмаған кешеләргә булышлыҡ күрһәтә. Бәлки, порнография ҡарай башлағанда, уларҙың ундай ниәте булмағандыр ҙа. Шулай ҙа, быны эшләп, улар порнографияны хуплауҙарын күрһәтә. Шуныһы ап-асыҡ: хаҡ Алланың хеҙмәтселәре порнографияны нәфрәт итергә тейеш. Изге Яҙмала былай тиелә: «Эй Йәһүәне яратыусылар, яманлыҡты нәфрәт итегеҙ» (Зәб. 97:10).
Ирем. 17:9). Әммә күптәр, мәсихсе булып киткәс, был көрәштә еңеүсе булып сыҡҡан. Һеҙ ҙә шундай көрәш алып барһағыҙ, порнографияға ҡаршы тороу мөмкин икәнен белеү һеҙгә көс өҫтәй ала. Әйҙәгеҙ, Алла Һүҙе беҙгә Шайтандың был тоҙағына эләкмәҫкә нисек ярҙам итә алғанына иғтибар итәйек.
Хатта порнография ҡарарға теләмәгән кешеләргә лә был ҡотҡоға бирелмәү ауыр булырға мөмкин. Гонаһлы булғанға, беҙгә әхлаҡһыҙ теләктәргә ҡаршы көрәшергә тура килә. Бынан тыш, камилһыҙ йөрәгебеҙ Алла ҡанунын урап үтеү юлдарын эҙләргә мөмкин (ӘХЛАҠҺЫҘ ТЕЛӘКТӘРҘЕ ҮЛТЕРЕГЕҘ
Юғарыла әйтелгәнсә, күп израилдәрҙең насар теләктәргә бирелеүе аяныс эҙемтәләргә килтергән. Бөгөн дә шундай хәлдәр булырға мөмкин. Ғайса Мәсихтең ҡустыһы Яҡуб былай тип яҙған: «Һәр кемде үҙенең гонаһлы теләктәре мауыҡтыра һәм ымһындыра. Бынан һуң теләк, яралып, гонаһты тыуҙыра» (Яҡ. 1:14, 15). Кеше үҙенең йөрәгендә әхлаҡһыҙ теләк үҫтерһә, был, моғайын, гонаһ ҡылыуға килтерер. Шуға күрә әхлаҡһыҙ теләктәрҙән арыныу бик мөһим.
Әхлаҡһыҙ уйҙар тыуғанда, шунда уҡ эш итегеҙ. Ғайса былай тигән: «Әгәр ҙә ҡулың йәки аяғың һине гонаһҡа ҡотортһа, уны сабып ситкә ташла! [...] Әгәр ҙә күҙең гонаһҡа ҡотортһа, уны һурып алып ситкә ташла!» (Матф. 18:8, 9). Ғайса тәнде тура мәғәнәлә йәрәхәтләү тураһында әйтмәгән. Был миҫалды ҡулланып, ул гонаһҡа этәрә алған һәр нәмәнән ҡотолор өсөн ни тиклем тиҙ һәм тәүәккәл эш итергә кәрәклеген күрһәткән. Порнография тураһында әйткәндә, был кәңәште нисек ҡулланып була?
Күҙегеҙгә порнография эләкһә, был миңә тәьҫир итмәйәсәк, тип уйламағыҙ. Шунда уҡ ситкә боролоғоҙ. Телевизорҙы, компьютерҙы йә телефонды шунда уҡ һүндерегеҙ. Иғтибарығыҙҙы берәй яҡшы нәмәгә йүнәлтегеҙ. Шул саҡта һеҙ теләктәрегеҙгә ҡол түгел, ә хужа булырһығыҙ.
ӘХЛАҠҺЫҘ ХӘТИРӘЛӘР МЕНӘН НИМӘ ЭШЛӘРГӘ?
Порнография ҡарауҙан туҡтаған булһағыҙ ҙа, әхлаҡһыҙ хәтирәләр ваҡыт-ваҡыт күҙ
алдығыҙға баҫһа, нимә эшләргә? Порнографик образдар йә әхлаҡһыҙ фантазиялар кешенең аңында оҙаҡ һаҡланырға һәм теләһә ниндәй ваҡытта иҫкә төшөргә мөмкин. Шундай саҡтарҙа улар нәжес булған берәй эшкә, мәҫәлән, мастурбацияға этәрә ала. Шуға күрә ҡапыл тыуа алған әхлаҡһыҙ уйҙар менән көрәшергә әҙер булығыҙ.Алла өйрәткәнсә уйларға һәм эш итергә ынтылығыҙ. «Тәнемде сыныҡтырам һәм уны үҙ ихтыярыма буйһондорам», — тип әйткән илсе Павелдан үрнәк алығыҙ (1 Кор. 9:27). Әхлаҡһыҙ теләктәргә үҙегеҙҙе ҡол итергә бирмәгеҙ. «Зиһенегеҙҙе яңыртып, уй-фекерегеҙҙе үҙгәртегеҙ. Шулай итеп һеҙ Алланың ихтыярын — нимәнең яҡшы, яраҡлы һәм камил икәнлеген асыҡлай алырһығыҙ» (Рим. 12:2). Шуны иҫтә тотоғоҙ: гонаһлы теләктәрҙе ҡәнәғәтләндереү бәхет килтермәй, ә Алла өйрәткәнсә фекер йөрөтөү һәм эш итеү беҙҙе бәхетле итә.
Гонаһлы теләктәрҙе ҡәнәғәтләндереү бәхет килтермәй, ә Алла өйрәткәнсә фекер йөрөтөү һәм эш итеү беҙҙе бәхетле итә
Изге Яҙманан бер нисә аят ятлап алығыҙ. Әхлаҡһыҙ уйҙар тыуғанда, үҙегеҙҙе шул аяттар тураһында уйланырға мәжбүр итегеҙ. Мәҫәлән, Зәбур 119:37; Ишағыя 52:11; Матфей 5:28; Ефестарға 5:3; Колосстарға 3:5; 1 Фессалоникаларға 4:4—8 кеүек аяттар һеҙгә, Йәһүә кеүек, порнографияны нәфрәт итергә һәм Йәһүәнең һеҙҙән нимә көткәнен иҫтә тоторға ярҙам итер.
Әхлаҡһыҙ нәмәләрҙе ҡарау йә улар тураһында уйлау теләгенә ҡаршы тора алмаһағыҙ, нимә эшләргә? Ғайса Мәсихтән үрнәк алығыҙ (1 Пет. 2:21). Ғайса һыуға сумдырылғандан һуң, Иблис уға төрлө ҡотҡолар һалған. Ғайса нимә эшләгән? Ул бирешмәгән. Ғайса, Изге Яҙманан төрлө өҙөмтәләр килтереп, Шайтандың тәҡдимдәрен кире ҡаҡҡан. Ул: «Кит, Иблис», — тигән, һәм Иблис уны ҡалдырып киткән. Ғайса Шайтанға ҡаршы көрәштә бирешмәгән кеүек, һеҙ ҙә көрәшеүҙән туҡтамағыҙ (Матф. 4:1—11). Шайтан һәм уның донъяһы артабан да аҡылығыҙҙы әхлаҡһыҙ нәмәләр менән тултырырға тырышасаҡ, әммә бер ҡасан да бирешмәгеҙ. Йәһүәнең ярҙамы менән һеҙ был көрәштә еңеүсе булып сығасаҡһығыҙ.
ЙӘҺҮӘГӘ ДОҒА ҠЫЛЫҒЫҘ ҺӘМ УҒА БУЙҺОНОҒОҘ
Йәһүәгә өҙлөкһөҙ доға ҡылығыҙ һәм унан ярҙам һорағыҙ. Павел былай тигән: «Алла алдында теләктәрегеҙҙе шөкөр итеп белдерегеҙ. Шулай булһа, һәр аҡылдан юғарыраҡ булған Алла именлеге йөрәктәрегеҙҙе һәм уй-фекерҙәрегеҙҙе Ғайса Мәсих менән берлектә һаҡлар» (Флп. 4:6, 7). Алла биргән йән тыныслығы ярҙамында һеҙ гонаһҡа ҡаршы тора аласаҡһығыҙ. Йәһүәгә яҡынлашһағыҙ, «Ул һеҙгә яҡынлашыр» (Яҡ. 4:8).
Иблистең тоҙаҡтарына эләкмәҫ өсөн, Ғаләмдең хакимы менән яҡшы мөнәсәбәттәрҙә булырға кәрәк. Ғайса: «Был донъяның хакимы [Иблис] килә. Уның Минең өҫтөмдән хакимлығы юҡ», — тигән (Яхъя 14:30). Ни өсөн Ғайса быға шикләнмәгән? Ул былай тип аңлатҡан: «Мине Ебәреүсе янымда, Ул Мине яңғыҙ ҡалдырманы, сөнки һәр ваҡыт Ул хуп күргәнде эшләйем» (Яхъя 8:29). Эштәрегеҙ менән Йәһүәне ҡыуандырырға тырышһағыҙ, ул һеҙҙе лә бер ҡасан да ҡалдырмаҫ. Порнографиянан ҡасығыҙ, һәм Шайтан һеҙҙе тоҙаҡҡа эләктерә алмаҫ.