Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

26-СЫ ӨЙРӘНЕҮ МӘҠӘЛӘһЕ

Стресс кисергәндәргә ярҙам итегеҙ

Стресс кисергәндәргә ярҙам итегеҙ

«Һәммәгеҙ бер фекерҙә, миһырбанлы, туған йәнле, шәфҡәтле, тыйнаҡ булығыҙ» (1 ПЕТ. 3:8).

107-СЕ ЙЫР Алла яратыуҙа өлгө күрһәтә

БЫЛ МӘҠӘЛӘЛӘ *

1. Беҙ ҡайғыртыусан Атабыҙҙан нисек өлгө ала алабыҙ?

ЙӘҺҮӘ беҙҙе бик ярата (Яхъя 3:16). Беҙ ҡайғыртыусан Атабыҙҙан өлгө алырға теләйбеҙ. Шунлыҡтан бөтә кешегә, ә «бигерәк тә имандаштарға» ҡарата «миһырбанлы, туған йәнле, шәфҡәтле» булырға тырышабыҙ (1 Пет. 3:8; Гал. 6:10). Ҡәрҙәштәребеҙ стресс кисергәндә, беҙ уларға ярҙам итергә теләйбеҙ.

2. Был мәҡәләлә нимә ҡараласаҡ?

2 Йәһүәгә хеҙмәт итергә теләгән һәр кеше һынауҙарға дусар буласаҡ (Марк 10:29, 30). Өҫтәүенә, был донъяның ахыры яҡынлашҡан һайын ауырлыҡтар, моғайын, тағы ла күбәйер. Беҙ бер-беребеҙгә нисек ярҙам итә алабыҙ? Әйҙәгеҙ, Изге Яҙмала тасуирланған Лут, Әйүп һәм Нәғмиәнең осраҡтарынан нимәгә өйрәнеп булғанын ҡарап сығайыҡ. Беҙ шулай уҡ ҡәрҙәштәрҙең ниндәй ауырлыҡтар кисергәненә һәм уларға нисек ярҙам итеп булғанына иғтибар итербеҙ.

САБЫР БУЛЫҒЫҘ

3. 2 Петр 2:7, 8-ҙән күренеүенсә, Лут ниндәй насар ҡарар ҡабул иткән, һәм был нимәгә килтергән?

3 Лут, әхлаҡһыҙлыҡҡа батҡан Содом кешеләре янына күсенергә ҡарар итеп, аҡылһыҙ эш иткән. (2 Петр 2:7, 8-ҙе уҡығыҙ.) Содом гөрләп сәскә атҡан ҡала булған, әммә Лут үҙенең ҡарары өсөн ифрат ҙур хаҡ түләгән (Баш. 13:8—13; 14:12). Уның ҡатыны, күрәһең, был ҡаланы йә унда йәшәгән ҡайһы бер кешеләрҙе шул тиклем оҡшатҡан, хатта шуның арҡаһында Йәһүәгә буйһонмаған. Алла шул ерҙәргә ут менән көкөрт яуҙырғанда, Луттың ҡатыны һәләк булған. Луттың ике ҡыҙы ла ҙур ҡайғы кисергән: уларҙың кейәүҙәре Содомда вафат булған. Лут үҙенең йортон, мөлкәтен, ә иң ҡурҡынысы — ҡатынын юғалтҡан (Баш. 19:12—14, 17, 26). Лут өсөн шундай ауыр ваҡытта Йәһүә нисек эш иткән?

Йәһүә, Лутты һәм уның ғаиләһен ҡотҡарыр өсөн, фәрештәләрҙе ебәрә. (4-се абзацты ҡарағыҙ.)

4. Лут менән мөғәмәлә иткәндә, Йәһүә нисек сабырлыҡ күрһәткән? (Тышлыҡтағы рәсемде ҡарағыҙ.)

4 Лут Содомда йәшәргә ҡарар итһә лә, Йәһүә, ҡыҙғаныу сағылдырып, уны һәм уның ғаиләһен ҡотҡарыр өсөн фәрештәләрен ебәргән. Әммә, фәрештәләрҙе тыңлап Содомдан тиҙерәк китеү урынына, Лут ашыҡмаған. Фәрештәләр Лутты, уның ҡатынын һәм ике ҡыҙын ҡулдарынан етәкләп ҡаланан алып сыҡҡан (Баш. 19:15, 16). Фәрештәләр Лутҡа тауҙарға табан йүгерергә ҡушҡан. Ләкин, Йәһүәгә буйһоноу урынына, Лут яҡындағы ҡалаға ҡасырға рөхсәт һораған (Баш. 19:17—20). Йәһүә уны сабырлыҡ менән тыңлаған һәм уға үҙенсә эш итергә рөхсәт иткән. Һуңыраҡ Лут шул ҡалала йәшәргә ҡурҡа башлаған, шунлыҡтан тауҙарға — Йәһүә баштан уҡ әйткән ергә киткән (Баш. 19:30). Ниндәй иҫ киткес сабырлыҡ күрһәткән Йәһүә! Беҙ унан нисек өлгө ала алабыҙ?

5, 6. Йәһүәнән өлгө алып, 1 Фессалоникаларға 5:14-тә яҙылған һүҙҙәрҙе нисек ҡулланып була?

5 Ҡайһы бер ҡәрҙәштәр, Лут кеүек аҡылһыҙ ҡарарҙар ҡабул итеп, етди ауырлыҡтар менән осрашырға мөмкин. Шундай саҡтарҙа беҙ үҙебеҙҙе нисек тоторбоҙ? Бәлки, беҙ, нимә сәстең, шуны урҙың, тип әйтергә теләрбеҙ, һәм был хаҡ һүҙҙәр булырға мөмкин (Гал. 6:7). Әммә, Йәһүә Лутҡа ярҙам иткән кеүек ҡәрҙәшебеҙгә ярҙам итергә тырышһаҡ, күпкә яҡшыраҡ булыр.

6 Фәрештәләрҙе ебәргәндә, Йәһүә Лутты киҫәтергә генә түгел, ә шулай уҡ уға иҫән ҡалырға ярҙам итергә теләгән. Шуның шикелле, берәй ҡәрҙәштең бәләгә килтерә алған ҡарар ҡабул итеүен күрһәк, беҙ уны киҫәтергә тырышабыҙ. Әммә беҙ шулай уҡ уға ярҙам ҡулы һуҙа алабыҙ. Хатта ул Изге Яҙмаға нигеҙләнгән кәңәште ҡулланырға ашыҡмаһа ла, беҙгә сабыр булырға кәрәк. Теге ике фәрештәнән үрнәк алығыҙ. Ҡәрҙәшкә ҡул һелтәп унан ситләшеү урынына, уға ярҙам итер өсөн мөмкинлектәр эҙләгеҙ (1 Яхъя 3:18). Образлы итеп әйткәндә, уны ҡулынан етәкләп, бирелгән кәңәшкә ҡолаҡ һалырға ярҙам итегеҙ. (1 Фессалоникаларға 5:14-те уҡығыҙ.)

7. Ҡәрҙәштәргә нисек ҡарарға кәрәк?

7 Алла илсе Петрҙы үҙ хатында Лутты тәҡүә кеше тип атарға рухландырған. Тимәк, Йәһүә иғтибарын Луттың етешһеҙлектәренә генә тупламаған. Йәһүәнең хаталарыбыҙҙы ғәфү итеүенә беҙ шул тиклем шат! (Зәб. 130:3). Йәһүә Лутҡа нисек ҡараған, беҙгә лә башҡаларға шундай уҡ ҡараш үҫтерергә кәрәк. Иғтибарыбыҙҙы ҡәрҙәштәрҙең яҡшы сифаттарына туплаһаҡ, беҙгә уларға ҡарата сабырлыҡ сағылдырыуы еңелерәк булыр. Ә улар, үҙ сиратында, бәлки, ярҙамыбыҙҙы теләберәк ҡабул итер.

ҠЫҘҒАНЫУСАН БУЛЫҒЫҘ

8. Ҡыҙғаныусанлыҡ беҙҙе нимәгә дәртләндерер?

8 Луттан айырмалы рәүештә, Әйүп насар ҡарарҙар ҡабул итмәгән. Әммә ул да күп ҡайғы кисергән: мал-мөлкәтен, йәмғиәттәге дәрәжәһен һәм һаулығын юғалтҡан. Унан да бигерәк, Әйүп һәм уның ҡатыны бөтә балаларын юғалтҡан. Бынан тыш, өс «дуҫы» Әйүпкә нигеҙһеҙ ғәйептәр ташлаған. Ни өсөн был ялған йыуатыусылар уны ҡыҙғанмаған? Сәбәптәрҙең береһе: улар хәлдең асылына төшөнөргә тырышмаған. Шуға күрә улар, хаталы һығымталарға килеп, Әйүпте тәнҡитләгән. Беҙгә шундай уҡ хата яһамаҫ өсөн, нимә эшләп була? Шуны иҫтә тотоғоҙ: Йәһүә генә кешенең хәленә бәйле бөтә факттарҙы белә. Бәләгә эләккән кешене иғтибар менән тыңлағыҙ. Улай ғына ла түгел, уның күңел әрнеүен тойорға тырышығыҙ. Шул саҡта ғына һеҙ, ҡәрҙәшегеҙҙең хәленә инеп, уны йыуата алырһығыҙ.

9. Ҡыҙғаныусанлыҡ беҙҙе нимәнән тотоп ҡалыр һәм ни өсөн?

9 Ҡыҙғаныусанлыҡ беҙҙе башҡаларҙың ауырлыҡтары тураһында ғәйбәт таратыуҙан тотоп ҡалыр. Ғәйбәтсе йыйылышты нығытмай, ә бүленештәр генә тыуҙыра (Ғиб. һүҙ. 20:19; Рим. 14:19). Ғәйбәтсе уйламайынса һөйләй, уның һүҙҙәре былай ҙа ғазап кисергән кешенең яраһына тоҙ һибә (Ғиб. һүҙ. 12:18; Ефес. 4:31, 32). Әйҙәгеҙ, кешенең яҡшы сифаттарын күрергә тырышайыҡ һәм уға нисек ярҙам итә алыуыбыҙ хаҡында уйланайыҡ.

Стресс кисергән ҡәрҙәш ҡаты һүҙҙәр әйтһә, уны түҙемлек менән тыңлағыҙ һәм уңайлы ваҡытта йыуаныслы һүҙҙәр әйтегеҙ (10, 11-се абзацтарҙы ҡарағыҙ.) *

10. Әйүп 6:2, 3-тәге һүҙҙәр беҙҙе нимәгә өйрәтә?

10 Әйүп 6:2, 3-тө уҡығыҙ *. Ҡайһы саҡта Әйүп дыуамалдарса һөйләгән. Һуңыраҡ ул ҡайһы бер һүҙҙәренә үкенгән (Әйүп 42:6). Әйүп кеүек, көслө стресс кисергән ҡәрҙәшебеҙ ҡаты һүҙҙәр әйтергә, ә һуңынан уларҙы әйткәненә үкенергә мөмкин. Беҙгә быға нисек ҡарарға кәрәк? Тәнҡитләү урынына, ҡыҙғаныусан булырға тырышайыҡ. Шуны онотмағыҙ: Йәһүәнең ниәте буйынса, кешеләр ғазап сигергә һәм ауырлыҡтар кисерергә тейеш булмаған. Шуға күрә Йәһүәнең тоғро хеҙмәтсеһе стресс арҡаһында уйламайынса һөйләһә, бында ғәжәпләнерлек бер ни ҙә юҡ. Хатта ул Йәһүәгә йә беҙгә ҡаршы нимәлер әйтһә лә, асыуланырға йә уны хөкөм итергә кәрәкмәй (Ғиб. һүҙ. 19:11).

11. Кәңәш биреү тураһында әйткәндә, өлкәндәр нисек Илуйҙан өлгө ала ала?

11 Ҡайһы ваҡыт бәләгә эләккән кеше кәңәшкә йә төҙәтеүгә мохтаж (Гал. 6:1). Өлкәндәр быны нисек эшләргә тейеш? Уларға Әйүпте иғтибар менән тыңлаған һәм уның хистәрен аңларға тырышҡан Илуйҙан өлгө алырға кәрәк (Әйүп 33:6, 7). Илуй, Әйүпте яҡшы аңлағандан һуң ғына, уға кәңәш биргән. Илуйҙың үрнәгенә эйәргән өлкәндәр кешене иғтибар менән тыңлар һәм уның хәленә инергә тырышыр. Шул саҡта мәсихсе, моғайын, уларҙың кәңәшен теләберәк ҡабул итер.

ЙЫУАТЫҒЫҘ

12. Иренең һәм ике улының үлеме Нәғмиәгә нисек тәьҫир иткән?

12 Нәғмиә Йәһүәне яратҡан тоғро ҡатын булған. Әммә иренең һәм ике улының үлеменән һуң ул үҙенең исемен «Мара» тигән исемгә алмаштырырға теләгән. Был исем «әсе» тигәнде аңлата (Руфь 1:3, 5, 20 төшөрмә, 21). Килене Руфь бөтә ҡайғыларҙа уның янында булған. Ул, Нәғмиәгә ғәмәли ярҙам күрһәтеүҙән тыш, шулай уҡ уны йыуатҡан. Ул ябай һәм эскерһеҙ һүҙҙәр менән Нәғмиәгә яратыуын белдергән (Руфь 1:16, 17).

13. Ни өсөн тормош иптәшен юғалтҡан ҡәрҙәштәр беҙҙең ярҙамға мохтаж?

13 Тормош иптәшен юғалтҡан ҡәрҙәштәр беҙҙең ярҙамға мохтаж. Ир менән ҡатын йәнәш үҫкән ике ағасҡа оҡшаш. Йылдар буйы бергә үҫкән ағастарҙың тамырҙары бер-береһенә уралып бөтә. Бер ағасты төбө-тамыры менән аҡтарып сығарһаң, икенсе ағас ҙур зыян күрә. Шуның шикелле, ир менән ҡатындың береһе үлһә, икенсеһе оҙаҡ ваҡыт ауыр хистәр кисерергә мөмкин. Ире ҡапыл үлеп киткән Пола * былай тип бүлешә: «Тормошом аҫты өҫкә килде, һәм мин үҙемде көсһөҙ итеп тойҙом. Мин иң яҡын дуҫымды юғалттым. Мин иремә барыһын да һөйләй торғайным. Ул шатлыҡтарымды ла, ҡайғыларымды ла уртаҡлаша ине. Илап уға күңелемде бушата торғайным. Әйтерһең дә, яртымды киҫеп алғандар кеүек».

Тормош иптәшен юғалтҡан кешегә нисек ярҙам итеп була? (14, 15-се абзацтарҙы ҡарағыҙ.) *

14, 15. Тормош иптәшен юғалтҡан кешене нисек йыуатып була?

14 Тормош иптәшен юғалтҡан кешене нисек йыуатып була? Иң беренсе сиратта, уның менән һөйләшергә кәрәк. Хатта уңайһыҙланһаҡ та йә нимә әйтергә белмәһәк тә, ундай кеше менән һөйләшеүҙән ҡасыу дөрөҫ түгел. Юғарыла иҫкә алынған Пола былай ти: «Әлбиттә, берәйһе үлгәндә, башҡалар нимәлер әйтергә уңайһыҙлана. Улар, яңылыш рәнйетеп ҡуйырмын, тип борсола. Әммә шундай ауыр ваҡытта башҡалар бер ни өндәшмәһә, был тағы ла насарыраҡ». Юғалтыу ҡайғыһы кисергән кеше беҙҙән тәрән мәғәнәле фекерҙәр көтмәй. Пола былай тип дауам итә: «Дуҫтар „ҡайғыңды уртаҡлашабыҙ“ тигән ябай һүҙҙәр әйткәндә лә, мин уларға рәхмәтле инем».

15 Бер нисә йыл элек ҡатынын юғалтҡан Уильям былай тип әйтә: «Берәйһе ҡатынымды яҡшы һүҙ менән иҫкә алғанда, мин уға бик рәхмәтлемен. Шундай саҡтарҙа, ҡатынымды яратҡандар һәм хөрмәт иткәндәр, тип ҡыуанам. Был мине бик йыуата, сөнки ҡатыным минең өсөн бик ҡәҙерле ине, ул тормошомдоң ҙур өлөшөн биләп торҙо». Ә Бьянка исемле тол ҡатын былай тип аңлата: «Ҡәрҙәштәр минең менән доға ҡылғанда йә Изге Яҙманан бер-ике аят уҡығанда, шулай уҡ ирем тураһында һөйләгәндә йә минең уның хаҡта һөйләгәндәремде тыңлағанда, мин еңеллек тоям».

16. а) Тормош иптәшен юғалтҡан кешегә нисек ярҙам итеп була? б) Яҡуб 1:27 буйынса, беҙҙең һәр беребеҙҙә ниндәй яуаплылыҡ ята?

16 Руфь Нәғмиәне ҡалдырмаған кеүек, беҙ ҙә яҡын кешеһен юғалтҡандарға ярҙам күрһәтеүҙән туҡтарға тейеш түгел. Пола былай ти: «Ирем үлгәндән һуң, миңә күптәр ярҙам итте. Әммә ваҡыт уҙыу менән улар ғәҙәти йәшәү рәүешенә ҡайтты, ләкин мин улай итә алманым, сөнки тормошом бөтөнләй үҙгәрҙе. Яҡынының үлгәненә ҡайғырған кеше айҙар һәм хатта йылдар буйына ярҙамға мохтаж. Башҡаларҙың быны аңлауы бик мөһим». Әлбиттә, кешеләр төрлө була. Берәүҙәр яңы шарттарға сағыштырмаса тиҙ эйәләшә. Ә башҡалар иһә, элек мәрхүм менән бергә башҡарған эштәрҙе эшләгән һайын, күңел әрнеүе тоя. Кешеләр ҡайғыны төрлөсә кисерә. Әйҙәгеҙ, шуны иҫтә тотайыҡ: Йәһүә беҙгә тормош иптәшен юғалтҡан ҡәрҙәштәр хаҡында ҡайғыртыу вазифаһын йөкмәткән. Был ҙур хөрмәт һәм яуаплылыҡ. (Яҡуб 1:27-не уҡығыҙ.)

17. Ни өсөн тормош иптәштәре ташлап киткән ҡәрҙәштәрҙе йыуатыу мөһим?

17 Тормош иптәштәре ташлап киткән ҡайһы бер ҡәрҙәштәр ҙә көслө йән әрнеүе кисерә. Джойстың ире икенсе ҡатынға киткән. Джойс былай ти: «Ирем үлгән хәлдә лә күңел әрнеүем шул тиклем көслө булмаҫ ине. Аварияла һәләк булғандарҙың йә ауырыу арҡаһында үлгәндәрҙең һайлау мөмкинлеге юҡ. Әммә ирем үҙе мине ташлап китергә ҡарар итте. Мин үҙемде ныҡ кәмһетелгән итеп тойҙом».

18. Яңғыҙ ҡалған ҡәрҙәштәргә нисек ярҙам итеп була?

18 Бәләкәй генә игелекле эштәр ҡылып та, беҙ ирһеҙ йә ҡатынһыҙ ҡалған ҡәрҙәштәрҙе яратыуыбыҙға ышандырабыҙ. Яңғыҙ ҡалғас, улар яҡшы дуҫтарға айырыуса мохтаж (Ғиб. һүҙ. 17:17). Һеҙ нисек уларға яҡшы дуҫ була алаһығыҙ? Мәҫәлән, уларҙы ҡапҡылап йә ял итеп алырға саҡырығыҙ йәки бергә хеҙмәткә барығыҙ. Бынан тыш, ҡайһы саҡта уларҙы ғаилә өйрәнеүегеҙгә саҡырырға була. Шулай эшләп, һеҙ Йәһүәне шатландырырһығыҙ, сөнки ул «яралы күңеллеләргә яҡын» һәм «тол ҡатындарҙың яҡлаусыһы» булып тора (Зәб. 34:18; 68:5).

19. 1 Петр 3:8-ҙә яҙылған һүҙҙәр беҙҙе нимәгә дәртләндерә?

19 Тиҙҙән, Алла Батшалығы ер өҫтөнән идара итә башлағас, бөтә «ҡайғы-хәсрәттәр онотолор», «элекке нәмәләр инде иҫкә төшмәҫ һәм күңелгә лә килмәҫ» (Ишағ. 65:16, 17). Беҙ шул ваҡытты зарығып көтәбеҙ. Ә ул көн килеп еткәнсе, әйҙәгеҙ, бер-беребеҙҙе нығытып торайыҡ. Һүҙҙәребеҙ һәм эштәребеҙ менән ҡәрҙәштәргә ҡарата эскерһеҙ яратыу сағылдырайыҡ! (1 Петр 3:8-ҙе уҡығыҙ.)

111-СЕ ЙЫР Шатланыр өсөн сәбәптәр

^ 5 абз. Лут, Әйүп һәм Нәғмиә Йәһүәгә тоғро хеҙмәт иткән, шулай ҙа уларҙың тормошонда ауыр ваҡыттар ҙа булған. Был мәҡәләлә беҙ уларҙан нимәгә өйрәнеп булғанын ҡарап сығырбыҙ. Шулай уҡ ни өсөн стресс кисергән ҡәрҙәштәрҙе йыуатыу һәм уларға ҡарата сабыр, шәфҡәтле булыу мөһим икәнен белербеҙ.

^ 10 абз. Әйүп 6:2, 3: «Эй, ҡайғы-хәсрәттәремде үлсәһәләр ине, бәләләрем менән бергә үлсәүгә һалһалар ине! Улар бит хәҙер диңгеҙ ҡомонан да ауырыраҡ. Шуға күрә дыуамалдарса һөйләшәм».

^ 13 абз. Был мәҡәләлә исемдәр үҙгәртелгән.

^ 58 абз. РӘСЕМДӘ: ныҡ бойоҡҡан ағай-ҡәрҙәш дыуамалдарса һөйләй, ә өлкән уны түҙемлек менән тыңлай. Һуңыраҡ, ағай-ҡәрҙәш тынысланғас, өлкән уны игелекле итеп төҙәтә.

^ 60 абз. РӘСЕМДӘ: йәш пар күптән түгел генә ҡатынын юғалтҡан ағай-ҡәрҙәш менән ваҡыт үткәрә. Фотолар ҡарағанда, улар ағай-ҡәрҙәштең ҡатынын йылылыҡ менән иҫкә ала.