25-СЕ ӨЙРӘНЕҮ МӘҠӘЛӘһЕ
Стресс кисергәндә Йәһүәгә таянығыҙ
«Борсолоуҙар кешенең күңелен төшөрә» (ҒИБ. ҺҮҘ. 12:25).
30-СЫ ЙЫР Йәһүә — Атам, Яҡлаусым, Дуҫым
БЫЛ МӘҠӘЛӘЛӘ *
1. Ни өсөн Ғайсаның киҫәтеүенә ҡолаҡ һалыу мөһим?
ҺУҢҒЫ көндәр тураһында пәйғәмбәрлек иткәндә, Ғайса Мәсих былай тигән: «Һаҡ булығыҙ... көнкүреш мәшәҡәттәренә күмелмәгеҙ» (Лука 21:34). Был һүҙҙәр менән Ғайса тормош мәшәҡәттәре йә йәшәр өсөн аҡса эшләү арҡаһында сиктән тыш ныҡ борсолоуҙан киҫәткән. Уның киҫәтеүенә ҡолаҡ һалыу бик мөһим. Ни өсөн? Сөнки беҙ бөтәбеҙ ҙә, төрлө ауырлыҡтар менән осрашып, ҙур стресс кисерәбеҙ.
2. Ҡәрҙәштәребеҙ ниндәй ауырлыҡтар арҡаһында стресс кисерә?
2 Ҡайһы саҡта бер нисә проблема бер үк ваҡытта башҡа төшә. Ике миҫалға иғтибар итәйек. Тарҡау склероздан интеккән Джон * исемле ағай-ҡәрҙәште 19 йыл бергә ғүмер иткән ҡатыны ташлап киткән. Өҫтәүенә, уның ике ҡыҙы Йәһүәгә хеҙмәт итеүҙән туҡтаған. Ә Боб менән Линда бүтән ауырлыҡтар менән осрашҡан. Улар икеһе лә эшен юғалтҡан һәм һуңыраҡ йортһоҙ ҡалған. Бынан тыш, Линдаға үлемгә килтерә алған йөрәк ауырыуы диагнозы ҡуйғандар һәм, өҫтәүенә, иммун системаһын ҡаҡшатҡан башҡа ауырыу тапҡандар.
3. Филиптарға 4:6, 7 буйынса, нимәгә һис тә шикләнмәҫкә була?
3 Барлыҡҡа килтереүсебеҙ һәм ҡайғыртыусан Атабыҙ Йәһүә стрестың беҙгә нисек тәьҫир итеүен яҡшы аңлай. Һәм ул беҙгә ярҙам итергә теләй. (Филиптарға 4:6, 7-не уҡығыҙ.) Изге Яҙмала төрлө ауырлыҡтарға осраған Алла хеҙмәтселәренең күп миҫалдары бар. Унда шулай уҡ Йәһүәнең уларға нисек ярҙам иткәне тураһында әйтелә. Әйҙәгеҙ, бер нисә миҫалға иғтибар итәйек.
ИЛЬЯС — «БЕҘҘЕҢ КЕҮЕК ҮК КЕШЕ»
4. Ильяс ниндәй ауырлыҡтар менән осрашҡан һәм нисек Йәһүәнең ҡулын күргән?
4 Ильяс ауыр замандарҙа хеҙмәт иткән һәм етди ауырлыҡтар менән осрашҡан. Ул ваҡыттарҙа тоғролоҡһоҙ Ахаб батша Ваалға табынған Иезавель исемле яуыз ҡатынға өйләнгән. Улар арҡаһында Израиль ере Ваалға табыныу менән тулған һәм Йәһүәнең күп пәйғәмбәрҙәре үлтерелгән. Ильяс иһә ҡотолоп ҡалған. Ул шулай уҡ Йәһүәнең ярҙамы менән ҡот осҡос аслыҡ осорон кисереп сыҡҡан (1 Бат. 17:2—4, 14—16). Бынан тыш, Ваалдың пәйғәмбәрҙәренә һәм уға табыныусыларға ҡаршы торғанда ла, Ильяс Йәһүәгә таянған һәм израилдәрҙе хаҡ Аллаға хеҙмәт итергә өндәгән (1 Бат. 18:21—24, 36—38). Шул ауыр ваҡыттарҙа Ильяс күп тапҡыр Йәһүәнең ярҙамын тойған.
5, 6. 1 Батшалар 19:1—4 буйынса, Ильяс ниндәй хистәр кисергән, һәм Йәһүә уға яратыуын нисек белдергән?
5 1 Батшалар 19:1—4-те уҡығыҙ *. Иезавель батшабикә Ильясҡа үлтереү менән янағас, ул ҡурҡыуға төшкән һәм Бәғәр-Шәвәгә ҡасҡан. Ул шул тиклем төшөнкөлөккә бирелгән, хатта «үҙенә үлем һорай башлаған». Ни өсөн Ильяс шундай хистәр кисергән? Сөнки ул «беҙҙең кеүек үк» камилһыҙ кеше булған (Яҡ. 5:17). Моғайын, Ильяс эмоциональ һәм физик яҡтан ныҡ көсһөҙләнгән булғандыр. Ул, күрәһең, Израилдә хәл һис тә үҙгәрмәй, тырышлыҡтарым юҡҡа ғына һәм бер үҙем генә Йәһүәгә хеҙмәт итәм, тип уйлаған (1 Бат. 18:3, 4, 13; 19:10, 14). Бәлки, беҙ был тоғро пәйғәмбәрҙең ни өсөн үҙен шулай тотҡанын аңламайбыҙҙыр. Әммә Йәһүә Ильястың хистәрен аңлаған.
6 Йәһүә уны шундай хистәр белдергәне өсөн шелтәләмәгән, ә, киреһенсә, уға көс биргән (1 Бат. 19:5—7). Һуңыраҡ Йәһүә, сикһеҙ ҡеүәтен күрһәтеп, яратыу менән Ильястың фекер йөрөтөү рәүешен төҙәткән. Шунан Йәһүә Израилдә Ваалға табынмаған тағы 7 000 кеше барлығы тураһында әйткән (1 Бат. 19:11—18). Шулай итеп Йәһүә Ильясҡа яратыуын белдергән.
ЙӘҺҮӘ БЕҘГӘ НИСЕК ЯРҘАМ ИТӘ?
7. Йәһүәнең Ильясты йыуатҡаны беҙҙе нисек рухландыра?
7 Бәлки, хәҙерге ваҡытта һеҙ ниндәйҙер проблема арҡаһында стресс кисерәһегеҙҙер. Йәһүәнең Ильястың хистәрен аңлағанын белеү бик йыуаныслы! Тимәк, ул беҙҙең хәлебеҙҙе лә аңлай. Йәһүә мөмкинлектәребеҙҙең сикле булғанын белә, ул хатта уйҙарыбыҙҙы һәм хистәребеҙҙе күрә (Зәб. 103:14; 139:3, 4). Ильястан өлгө алып Йәһүәгә таянһаҡ, Йәһүә беҙгә стресс тыуҙырған ауырлыҡтарҙы кисереп сығырға ярҙам итәсәк (Зәб. 55:22).
8. Йәһүә һеҙгә нисек стресты кисереп сығырға ярҙам итәсәк?
8 Стресс арҡаһында беҙ, тиҫкәре уйҙарға бирелеп, бойоғорға мөмкин. Ундай саҡтарҙа Йәһүәнең ярҙам итергә әҙер булыуын иҫтә тотоу мөһим. Ул беҙҙе доғала ауырлыҡтарыбыҙ тураһында һөйләргә саҡыра. Йәһүә ялбарыуҙарҙы яуапһыҙ ҡалдырмай (Зәб. 5:3; 1 Пет. 5:7). Шуға күрә уға борсолоуҙарығыҙ тураһында йышыраҡ һөйләгеҙ. Әлбиттә, Алла, Ильяс осрағындағы кеүек, һеҙҙең менән туранан-тура һөйләшмәҫ, әммә ул һеҙгә үҙенең Һүҙе һәм ойошмаһы аша өндәшер. Изге Яҙманан уҡығандарығыҙ һеҙгә йыуаныс һәм өмөт бирә ала. Бынан тыш, һеҙҙе ҡәрҙәштәр нығыта ала (Рим. 15:4; Евр. 10:24, 25).
9. Ышаныслы дуҫ нисек ярҙам итә ала?
9 Ильясҡа үҙенең ҡайһы бер вазифаларын Елисейға тапшырырға ҡушып, Йәһүә уға яҡшы дуҫ биргән. Һис шикһеҙ, ауыр ваҡыттарҙа Елисей Ильяс өсөн терәк булған. Шуның шикелле, ышаныслы дуҫҡа күңелебеҙҙе бушатһаҡ, был беҙгә стресты кисереп сығырға ярҙам итер (2 Бат. 2:2; Ғиб. һүҙ. 17:17). Шундай дуҫығыҙ булмаһа, Йәһүәгә доға ҡылып, һеҙҙе нығыта алған һәм рухи яҡтан етлеккән берәй ҡәрҙәште табырға ярҙам итеүен һорағыҙ.
10. Ильястың осрағы беҙҙе нимәгә ышандыра, һәм Ишағыя 40:28, 29-ҙа яҙылған вәғәҙә нисек беҙҙе рухландыра?
10 Йәһүәнең ярҙамы менән Ильяс стресты еңеп сыҡҡан һәм күп йылдар буйы тоғро хеҙмәт иткән. Ильястың осрағы беҙгә өмөт бирә. Ҡайһы саҡта көслө стресс арҡаһында беҙ физик һәм эмоциональ яҡтан хәлһеҙләнергә мөмкин. Әммә, Йәһүәгә таянһаҡ, ул беҙгә хеҙмәтебеҙҙе дауам итергә көс бирәсәк. (Ишағыя 40:28, 29-ҙы уҡығыҙ *.)
УЛАР ЙӘҺҮӘГӘ ТАЯНҒАН
11—13. Стресс Алланың өс хеҙмәтсеһенә нисек тәьҫир иткән?
11 Изге Яҙмала тасуирланған башҡа кешеләр ҙә ауыр ваҡыттар кисергән. Мәҫәлән, 1 Сам. 1:2, 6). Көслө стресс арҡаһында Һанна тәрән төшөнкөлөккә бирелгән, илаған һәм ашамаған (1 Сам. 1:7, 10).
Һанна балаға уҙа алмауы арҡаһында ныҡ ҡайғырған, өҫтәүенә, ул ваҡытта түлһеҙлек хурлыҡ тип һаналған. Бынан тыш, иренең икенсе ҡатыны, мыҫҡыллап, уның күңелен әрнеткән (12 Ҡайһы саҡта Дауыт батша ла ҙур стресс кисергән. Уның ниндәй ауырлыҡтар менән осрашҡаны тураһында уйлап ҡарағыҙ. Мәҫәлән, ул үҙенең күп хаталары өсөн ғәйеп тойғоһо кисергән (Зәб. 40:12). Яратҡан улы Әбессәләм уға ҡаршы фетнә күтәргән һәм, ахыр сиктә, үлтерелгән булған (2 Сам. 15:13, 14; 18:33). Бынан тыш, иң яҡын дуҫтарының береһе уға хыянат иткән (2 Сам. 16:23—17:2; Зәб. 55:12—14). Дауыт яҙған күп мәҙхиәләрҙә уның ауыр хистәре һәм шул уҡ ваҡытта Йәһүәгә ҡаҡшамаҫ ышанысы сағыла (Зәб. 38:5—10; 94:17—19).
13 Мәҙхиә йырлаусыларҙың береһе, яуыз кешеләрҙең тыныс йәшәүен күреп, көнләшә башлаған. Ул, күрәһең, Асаф исемле левиттың нәҫеленән булған һәм «Алланың бөйөк изге урынында» хеҙмәт иткән. Был мәҙхиә йырлаусы, стресс кисереп, бәхетһеҙ һәм ҡәнәғәтһеҙ булып киткән. Ул хатта Аллаға хеҙмәт итеү килтергән фатихаларҙы күрмәй башлаған (Зәб. 73:2—5, 7, 12—14, 16, 17, 21).
14, 15. Изге Яҙмала тасуирланған өс осраҡтан нимәгә өйрәнеп була?
14 Был өс хеҙмәтсе Йәһүәгә таянған һәм унан ярҙам эҙләгән. Улар, ҡайнар доға ҡылып, уға күңелен бушатҡан. Улар Йәһүәгә ни өсөн төшөнкөлөккә бирелгәндәрен асыҡтан-асыҡ әйткән һәм ғибәҙәт ҡылыу урынына йөрөүҙән туҡтамаған (1 Сам. 1:9, 10; Зәб. 55:22; 73:17; 122:1).
15 Йәһүә уларҙың һәр береһен йәлләгән һәм 1 Сам. 1:18). Дауыт былай тип яҙған: «Тәҡүә кешенең михнәттәре күп, ләкин Йәһүә уны уларҙың барыһынан да ҡотҡара» (Зәб. 34:19). Ә мәҙхиә йырлаусы, Йәһүәнең яратыу менән биргән кәңәшен алғас, былай тигән: «Һин мине уң ҡулымдан тотоп тораһың». Ул шулай уҡ былай тип йырлаған: «Ә Аллаға яҡынлашыу — минең өсөн фатиха. Аллаһы Тәғәлә Йәһүәне... һыйыныр урыным иттем» (Зәб. 73:23, 24, 28). Был миҫалдарҙан нимәгә өйрәнеп була? Ваҡыт-ваҡыт беҙ етди ауырлыҡтар менән осрашырбыҙ һәм стресс кисерербеҙ. Әммә, Йәһүәнең башҡаларға нисек ярҙам иткәне тураһында уйланһаҡ, доғала уға күңелебеҙҙе бушатһаҡ һәм ул ҡушҡанса эш итһәк, бөтә ауырлыҡтарҙы кисереп сыға алырбыҙ (Зәб. 143:1, 4—8).
доғаларына яуап биргән. Һанна йән тыныслығына эйә булған (ЙӘҺҮӘГӘ ТАЯНЫҒЫҘ, ҺӘМ УЛ ҺЕҘГӘ ЯРҘАМ ИТЕР
16, 17. а) Ни өсөн беҙ Йәһүәнән һәм ҡәрҙәштәрҙән ситләшергә тейеш түгел? б) Беҙгә нимә көс өҫтәй ала?
16 Был өс осраҡтан тағы бер мөһим һабаҡ алып була: беҙ Йәһүәнән һәм уның халҡынан ситләшергә тейеш түгел (Ғиб. һүҙ. 18:1). Ире ташлап киткәс, Нэнси исемле апай-ҡәрҙәш ҙур стресс кисергән. Ул былай ти: «Күп көндәр дауамында минең бер кем менән күрешкем дә, һөйләшкем дә килмәй ине. Әммә башҡаларҙан ситләшкән һайын, тағы ла нығыраҡ бойоға инем». Ауырлыҡтар кисергән башҡа кешеләргә ярҙам итә башлағас, Нэнсиҙың хәле яҡшырған. Ул былай тип бүлешә: «Башҡалар үҙҙәренең проблемалары тураһында һөйләгәндә, мин уларҙы ихлас итеп тыңлай инем. Шуға иғтибар иттем: башҡаларҙың хәленә инергә тырышҡанға, мин үҙемдең ауырлыҡтарым тураһында әҙерәк уйлай башланым».
17 Йыйылыш осрашыуҙарына йөрөү ҙә көс өҫтәй ала. Осрашыуға барып, беҙ Йәһүәгә үҙебеҙҙе йыуатырға һәм ярҙам итергә тағы бер мөмкинлек бирәбеҙ (Зәб. 86:17). Осрашыуҙарҙа Йәһүә үҙенең Һүҙе, изге рухы һәм хеҙмәтселәре ярҙамында беҙҙе нығыта. Унда беҙ бер-беребеҙҙе рухландыра алабыҙ (Рим. 1:11, 12). София исемле апай-ҡәрҙәш былай ти: «Йәһүә һәм ҡәрҙәшлек миңә ауырлыҡтарҙа сыҙам булып ҡалырға көс бирҙе. Бигерәк тә йыйылыш осрашыуҙары ярҙам итте. Шуны аңланым: вәғәздә һәм осрашыуҙарҙа күберәк ҡатнашҡан һайын, стресс һәм борсолоуҙарҙы кисереп сығыу еңелерәк».
18. Беҙ төшөнкөлөккә бирелгәндә, Йәһүә нисек ярҙам итә ала?
18 Төшөнкөлөккә бирелгәндә, әйҙәгеҙ, шуны иҫтә тотайыҡ: киләсәктә Йәһүә беҙҙе стрестан азат итәсәк, улай ғына ла түгел, ул инде хәҙер беҙгә ауырлыҡтарҙы кисереп сығырға ярҙам итә. Ул беҙгә күңел төшөнкөлөгө һәм өмөтһөҙлөк менән көрәшергә «теләк тә, һәләт тә» бирә (Флп. 2:13).
19. Римдарға 8:37—39-ҙа яҙылған һүҙҙәр беҙҙе нимәгә ышандыра?
19 Римдарға 8:37—39-ҙы уҡығыҙ. Илсе Павел яҙғанса, бер нәмә лә беҙҙе Алла мөхәббәтенән айыра алмай. Киләһе мәҡәләлә беҙ стресс кисергән имандаштарыбыҙға нисек ярҙам итеп булғанын ҡарап сығырбыҙ. Шулай уҡ, ундай ҡәрҙәштәргә ҡыҙғаныу сағылдырып һәм уларҙы нығытып, Йәһүәнән нисек өлгө алып булғанын белербеҙ.
44-СЕ ЙЫР Бойоҡҡан кешенең доғаһы
^ 5 абз. Көслө йә оҙайлы стресс беҙгә физик һәм эмоциональ яҡтан зыян килтерергә мөмкин. Йәһүә беҙгә нисек ярҙам итә ала? Был мәҡәләлә беҙ Йәһүәнең Ильясҡа һәм үҙенең башҡа хеҙмәтселәренә нисек ярҙам иткәнен ҡарап сығырбыҙ, шулай уҡ стресс кисергәндә Йәһүәнән ярҙам алыр өсөн нимә эшләргә кәрәклеген белербеҙ.
^ 2 абз. Был мәҡәләлә исемдәр үҙгәртелгән.
^ 5 абз. 1 Батшалар 19:1—4: «Унан һуң Ахаб Иезавелгә Ильястың ҡылған эштәрен һәм уның бөтә пәйғәмбәрҙәрҙе ҡылыстан үткәргәнен һөйләп бирҙе. Шунда Иезавель Ильясҡа бер хәбәрсе аша былай тине: „Һин бөтә пәйғәмбәрҙәрҙе үлтергәндәй, мин дә иртәгә ошо ваҡытта һинең йәнеңде алмаһам, өҫтөмә илаһтар ҡарғышы төшһөн!“ Шул саҡ Ильяс, ҡурҡыуға төшөп, йәнен һаҡлап ҡалыр өсөн, ҡасып китте. Ул Йәһүҙә ерендәге Бәғәр-Шәвәгә килде һәм шунда үҙенең хеҙмәтсеһен ҡалдырҙы. Үҙе иһә сүлгә китте һәм, бер көнлөк юл үтеп, бер ҡыуаҡлы ағас аҫтына барып ултырҙы. Шунда ул үҙенә үлем һорай башланы. Ул: „Булды, туйҙым! Эй Йәһүә, йәнемде алсы, мин ата-бабаларымдан ҡайһы ерем менән яҡшыраҡ?“ — тине».
^ 10 абз. Ишағыя 40:28, 29: «Әллә белмәйһеңме? Ишеткәнең юҡмы? Ер ситтәрен барлыҡҡа килтереүсе Йәһүә — мәңгегә Алла. Ул бер ҡасан да арымай һәм талмай. Ул аңлаған нәмәләрҙе белеп бөтөрөп булмай. Ул арыған кешегә — көс, хәлһеҙләнгән кешегә ҡеүәт бирә».