КҮҘӘТЕҮ МАНАРАҺЫ (ӨЙРӘНЕҮ БАҪМАҺЫ) Июнь 2020

Был баҫмалағы өйрәнеү мәҡәләләре 2020 йылдың 3 авгусынан алып 30 авгусҡа тиклем ҡараласаҡ.

Исемең изге тип танылһын

23-сө өйрәнеү мәҡәләһе (3—9 август, 2020). Ниндәй мөһим һорау бөтә кешеләргә һәм фәрештәләргә ҡағыла? Ни өсөн был һорау шул тиклем мөһим, һәм ул беҙҙең менән нисек бәйле? Был һәм быға бәйле башҡа һорауҙарға яуап алыу беҙҙең Йәһүә менән мөнәсәбәттәрҙе нығытыр.

«Исемеңде тәрән хөрмәт итер өсөн, йөрәгемде бер бөтөн ит»

24-се өйрәнеү мәҡәләһе (10—16 август, 2020). Был мәҡәләлә беҙ Дауыт батшаның Зәбур 86:11, 12-лә яҙылған доғаһының бер өлөшөн ҡарап сығырбыҙ. Йәһүәнең исемен тәрән хөрмәт итеү үҙ эсенә нимәне ала? Ни өсөн беҙ был бөйөк исемгә тәрән хөрмәт менән ҡарарға тейеш? Һәм Алла алдында ҡурҡыу-хөрмәт үҫтереү беҙҙе төрлө ҡотҡоларҙан нисек яҡлай ала?

Уҡыусыларҙың һорауҙары

«Рух емеше» Галаттарға 5:22, 23-тә һанап кителгән сифаттарҙан ғына торамы?

«Мин үҙем һарыҡтарымды эҙләрмен»

25-се өйрәнеү мәҡәләһе (17—23 август, 2020). Ни өсөн йылдар буйы Йәһүәгә тоғро хеҙмәт иткән ҡайһы бер ҡәрҙәштәр йыйылыштан алыҫлаша? Алла уларға нисек ҡарай? Ә боронғо ваҡытта Йәһүә үҙенән ваҡытлыса йыраҡлашҡан хеҙмәтселәренә нисек ярҙам иткән, һәм беҙ бынан нимәгә өйрәнә алабыҙ? Был мәҡәләлә ошо һорауҙарға яуап бирелер.

«Миңә кире ҡайтығыҙ»

26-сы өйрәнеү мәҡәләһе (24—30 август, 2020). Йәһүә йыйылыштан йыраҡлашҡан хеҙмәтселәрен: «Миңә кире ҡайтығыҙ», — тип саҡыра. Беҙ уның саҡырыуын ҡабул итергә теләгән ҡәрҙәштәргә ярҙам итер өсөн күпте эшләй алабыҙ. Әйҙәгеҙ, улар өсөн нимә эшләп булғанын ҡарап сығайыҡ.