Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

24-СЕ ӨЙРӘНЕҮ МӘҠӘЛӘһЕ

«Исемеңде тәрән хөрмәт итер өсөн, йөрәгемде бер бөтөн ит»

«Исемеңде тәрән хөрмәт итер өсөн, йөрәгемде бер бөтөн ит»

«Исемеңде тәрән хөрмәт итер өсөн, йөрәгемде бер бөтөн ит. Эй Йәһүә Аллам, мин һине бөтә йөрәгем менән маҡтайым» (ЗӘБ. 86:11, 12).

7-СЕ ЙЫР Йәһүә — беҙҙең көсөбөҙ

БЫЛ МӘҠӘЛӘЛӘ *

1. Алланан ҡурҡыу нимәне аңлата, һәм ни өсөн Алланы яратҡан кешеләр унан ҡурҡырға тейеш?

МӘСИХСЕЛӘР Алланы бик ярата, шул уҡ ваҡытта улар унан ҡурҡа. Ҡайһы берәүҙәр бында ниндәйҙер ҡаршылыҡ күрергә мөмкин. Әммә беҙ ҡот осорғос ҡурҡыу тураһында әйтмәйбеҙ, ә Алланы тәрән хөрмәт итеүҙе күҙ уңында тотабыҙ. Алланан ҡурҡҡан, йәғни уны тәрән хөрмәт иткән кешеләр Күктәге Аталарын күңелһеҙләндерергә теләмәй, сөнки уның менән дуҫлыҡты бик ҡәҙерләй (Зәб. 111:10; Ғиб. һүҙ. 8:13).

2. Дауыттың Зәбур 86:11-ҙә яҙылған һүҙҙәренә нигеҙләнеп, беҙ ниндәй ике һорауҙы ҡарап сығырбыҙ?

2 Зәбур 86:11-ҙе * уҡығыҙ. Был һүҙҙәрҙән күренеүенсә, тоғро Дауыт батша Аллаға ҡарата ҡурҡыу-хөрмәт күрһәтеү ни тиклем мөһим икәнен аңлаған. Әйҙәгеҙ, Дауыттың һүҙҙәрен нисек ҡулланып булғанын беләйек. Беренсенән, беҙ ни өсөн Алла исемен тәрән хөрмәт итергә кәрәклеген ҡарап сығырбыҙ. Икенсенән, уны хөрмәт иткәнебеҙҙе көндәлек тормошта нисек күрһәтеп булғанын белербеҙ.

НИ ӨСӨН ЙӘҺҮӘНЕҢ ИСЕМЕН ТӘРӘН ХӨРМӘТ ИТЕРГӘ КӘРӘК?

3. Күрәһең, ниндәй ваҡиға Мусаға Алла исемен тәрән хөрмәт итергә ярҙам иткән?

3 Хореб тауында булғанда, Муса Йәһүәнең данын күргән. Уның ниндәй хистәр кисергәнен күҙ алдына ғына килтерегеҙ. «Изге Яҙманы аңлау» энциклопедияһында (урыҫ) былай тиелгән: «Мусаға ҡурҡыу-хөрмәт уятҡан илаһи күренеш бирелгән, һәм ундай күренеште Ғайса Мәсих ергә килгәнгә тиклем, моғайын, бер кем дә күрмәгәндер». Муса бындай һүҙҙәр ишеткән: «Йәһүә — шәфҡәтле һәм ҡыҙғаныусан Алла. Йәһүә ярһырға ашыҡмай, тоғро мөхәббәткә бай һәм әйткән һүҙен һәр ваҡыт үтәй, меңләгәндәргә тоғро мөхәббәтен күрһәтә, хаталарҙы, енәйәттәрҙе һәм гонаһтарҙы кисерә» (Сығ. 33:17—23; 34:5—7). Был һүҙҙәр, күрәһең, фәрештә аша әйтелгән булған. Йәһүә исемен әйткәндә, Муса, моғайын, был күренеште иҫкә төшөргәндер. Һуңыраҡ Муса израилдәрҙе «Йәһүәнең данлыҡлы һәм ҡурҡыу-хөрмәт тыуҙыра торған исемен» тәрән ихтирам итергә өндәгән һәм был һис тә ғәжәп түгел (Ҡан. 28:58).

4. Йәһүәнең ниндәй сифаттары тураһында уйланыу беҙҙе уны тәрәнерәк хөрмәт итергә дәртләндерер?

4 Йәһүәнең исеме тураһында уйлағанда, беҙгә шулай уҡ был исемде йөрөткән Шәхес хаҡында ла уйланырға кәрәк. Беҙ уның күркәм сифаттарын — көсөн, зирәклеген, ғәҙеллеген һәм яратыуын иҫтә тоторға тейеш. Уның был һәм башҡа сифаттары хаҡында уйланыу беҙҙе уны тағы ла тәрәнерәк хөрмәт итергә дәртләндерер (Зәб. 77:11—15).

5, 6. а) Алла исеменең мәғәнәһе ниндәй? б) Сығыш 3:13, 14 һәм Ишағыя 64:8 буйынса, Йәһүә ниндәй юлдар менән үҙ ихтыярын үтәй?

5 Беҙ Алла исеменең мәғәнәһе тураһында нимә беләбеҙ? Күп ғалимдар уйлауынса, был исем «Ул булырға бирә» тигәнде аңлата. Был исемдең мәғәнәһе шуны иҫебеҙгә төшөрә: Йәһүә үҙ ихтыярын һәр ваҡыт үтәй. Ул быны нисек эшләй?

6 Үҙ ихтыярын үтәр өсөн, Йәһүә кем булырға кәрәк, шул була. (Сығыш 3:13, 14-те * уҡығыҙ.) Беҙҙең баҫмаларҙа Алланың был иҫ киткес һәләте тураһында йыш әйтелә. Үҙ ниәттәрен тормошҡа ашырыр өсөн, Йәһүә үҙенең камилһыҙ хеҙмәтселәренә лә кем булырға кәрәк, шул булырға ярҙам итә. (Ишағыя 64:8-ҙе * уҡығыҙ.) Шулай итеп Йәһүә үҙенең ихтыярын үтәй. Быны эшләргә уға бер кем дә һәм бер нәмә лә ҡамасаулай алмай (Ишағ. 46:10, 11).

7. Күктәге Атабыҙға ҡарата рәхмәт тойғобоҙҙо тәрәнәйтер өсөн нимә эшләп була?

7 Күктәге Атабыҙ бик күп эштәр башҡарған, ул беҙгә лә иҫ киткес эштәр ҡылырға ярҙам итә. Быларҙың барыһы тураһында уйланып, беҙ Йәһүәгә ҡарата рәхмәт тойғобоҙҙо тәрәнәйтә алабыҙ. Мәҫәлән, Йәһүәнең ижади эштәре тураһында уйлағанда, беҙ таң ҡалабыҙ (Зәб. 8:3, 4). Ә Йәһүәнең беҙгә үҙ ихтыярын үтәргә нисек ярҙам иткәне хаҡында уйланыу уға ҡарата хөрмәтебеҙҙе тәрәнәйтә. Ысынлап та, Йәһүәнең исеме ҡурҡыу-хөрмәт уята! Был исем үҙ эсенә Атабыҙҙың шәхесен, элек башҡарған һәм киләсәктә башҡарасаҡ бөтә эштәрен ала (Зәб. 89:7, 8).

«ЙӘҺҮӘНЕҢ ИСЕМЕН ИҒЛАН ИТЕРМЕН»

Муса халыҡҡа Алланың исеме һәм сифаттары тураһында һөйләгән. Уның һүҙҙәре уларҙы бик рухландырған (8-се абзацты ҡарағыҙ.) *

8. Ҡанун 32:2, 3-тән күренеүенсә, Йәһүә үҙ исеменә нисек ҡарай?

8 Израилдәр Вәғәҙә ителгән ергә инер алдынан, Мусаға Йәһүәнән бирелгән бер йырҙы өйрәнергә кәрәк булған (Ҡан. 31:19). Муса, үҙ сиратында, был йырға халыҡты өйрәтергә тейеш булған. Ҡанун 32:2, 3-тән * (уҡығыҙ) күренеүенсә, Йәһүә үҙ исемен йәшерергә теләмәй һәм, исеме изге булғанға уны әйтергә ярамай, тип һанамай. Киреһенсә, барыһының да уны белеүен теләй! Муса израилдәргә Йәһүә һәм уның бөйөк исеме тураһында һөйләгәндә, улар бик шатланған. Йомшаҡ ямғыр үҫемлектәргә үҫергә ярҙам иткән һымаҡ, Мусаның һүҙҙәре уларҙың иманын нығытҡан һәм күңелен күтәргән. Ә беҙ, кешеләрҙе өйрәткәндә, Мусанан нисек үрнәк ала алабыҙ?

9. Беҙ Йәһүәнең исемен нисек изгеләндерә алабыҙ?

9 Өйҙән-өйгә йөрөп йә йәмәғәт урындарында вәғәзләгәндә, беҙ кешеләргә Изге Яҙманан Алланың исемен күрһәтә алабыҙ. Бынан тыш, беҙ уларға матур әҙәбиәт, ҡыҙыҡлы видеояҙмалар һәм сайтыбыҙҙағы материалдар тәҡдим итә алабыҙ. Быларҙың барыһы Йәһүәгә дан килтерә. Беҙ шулай уҡ эштә, мәктәптә йә сәйәхәт иткәндә, кешеләргә ҡәҙерле Аллабыҙ һәм уның сифаттары тураһында һөйләр өсөн мөмкинлектәр эҙләйбеҙ. Беҙ башҡаларға Йәһүәнең кешелеккә һәм ергә ҡарата ниәте хаҡында һөйләгәндә, улар беренсе тапҡыр Алла уларҙы ярата икәнен аңларға мөмкин. Шулай итеп беҙ Алланың исемен изгеләндерәбеҙ. Өҫтәүенә, кешеләргә Алла тураһында ялған ҡараштарҙан арынырға ярҙам итеп, беҙ уларҙың күңелдәрен яңыртабыҙ (Ишағ. 65:13, 14).

10. Өйрәнеү үткәргәндә, ни өсөн кешегә Алланың ҡанундары тураһында ғына һөйләү әҙ?

10 Изге Яҙма өйрәнеүе үткәргәндә, беҙ кешегә Йәһүәнең исемен белергә һәм уны ҡуллана башларға, шулай уҡ был исемде йөрөткән Шәхес менән яҡынданыраҡ танышырға ярҙам итергә теләйбеҙ. Әммә, әгәр беҙ кешегә Йәһүәнең ҡанундарын һәм талаптарын ғына аңлатһаҡ, был маҡсатҡа өлгәшербеҙме? Кеше Алланың ҡанундарын белергә һәм хатта улар менән һоҡланырға мөмкин. Ләкин ул Йәһүәгә яратыуҙан сығып буйһонормо? Мәҫәлән, Һауа ла Алланың ҡанунын белгән, әммә ул уны яратмаған. Әҙәм тураһында шуны уҡ әйтеп була (Баш. 3:1—6). Шуға күрә кешегә Алланың ғәҙел талаптарын һәм нормаларын аңлатыу ғына әҙ.

11. Кешегә Алланың ҡанундарын ғына түгел, ә Алланың үҙен дә яратырға ярҙам итер өсөн, нимә эшләп була?

11 Әлбиттә, Йәһүәнең ҡанундары һәм нормалары беҙҙең өсөн һәр ваҡыт файҙалы (Зәб. 119:97, 111, 112). Әммә өйрәнеүсебеҙ Йәһүәнең был ҡанундарҙы яратыуҙан сығып биргәнен аңламаҫҡа мөмкин. Шуға күрә өйрәнеү ваҡытында кешегә бындай һорауҙар бирергә була: «Нисек уйлайһың, ни өсөн Алла үҙ хеҙмәтселәренә быны эшләргә ҡуша? Ә ни өсөн бынан киҫәтә? Был беҙгә Алла тураһында нимә аса?» Кешегә Йәһүә тураһында уйланырға һәм уның бөйөк исемен яратырға ярҙам итһәк, хәҡиҡәт, моғайын, уның йөрәгенә үтеп инер. Шул саҡта өйрәнеүселәребеҙ ҡанундарҙы ғына түгел, ә шулай уҡ был ҡанундарҙы биргән Шәхесте лә яратыр (Зәб. 119:68). Уларҙың иманы көслө булыр, һәм улар ҡаты һынауҙарҙа ла тоғро булып ҡалыр (1 Кор. 3:12—15).

БЕҘ ЙӘҺҮӘ ИСЕМЕ ХАҠЫНА МӘҢГЕ ЙӨРӨЙӘСӘКБЕҘ

Дауыт йөрәге бүленеүенә юл ҡуйған (12-се абзацты ҡарағыҙ.)

12. Дауыттың йөрәге нисек бүленгән, һәм был нимәгә килтергән?

12 Зәбур 86:11-ҙәге «йөрәгемде бер бөтөн ит» тигән һүҙбәйләнеш бик мөһим. Дауыт батша был һүҙҙәрҙе Алла тарафынан рухландырылып яҙған. Йөрәк еңел генә бүленә ала, һәм Дауыт быны үҙ тәжрибәһенән белгән. Бер осраҡта ул үҙенең өй түбәһенән бер ҡатындың йыуынғанын күреп ҡалған. Шул ваҡытта Дауыттың йөрәге бер бөтөн йә бүленгән булғанмы? Ул Йәһүәнең «яҡыныңдың ҡатынына ҡыҙыҡма» тигән әмерен белгән (Сығ. 20:17). Шулай ҙа ул, күрәһең, күҙен башҡа ирҙең ҡатынынан ситкә бормаған. Бер яҡтан, ул Битсәбиә исемле шул ҡатынға тартылған, икенсе яҡтан, Йәһүәне ҡыуандырырға теләгән. Шулай итеп уның йөрәге бүленгән. Дауыт Йәһүәне инде күптән яратҡан һәм унан ҡурҡҡан, әммә, шуға ҡарамаҫтан, ул үҙенең гонаһлы теләгенә бирелгән. Уның етди гонаһы Йәһүәнең исеменә тап төшөргән. Бының менән Дауыт ғәйепһеҙ кешеләргә, шул иҫәптән үҙенең ғаиләһенә лә күп зыян килтергән (2 Сам. 11:1—5, 14—17; 12:7—12).

13. Дауыттың йөрәге ҡабат бер бөтөн булып киткәнен беҙ ҡайҙан беләбеҙ?

13 Йәһүә Дауытҡа гонаһының етдилеген аңларға ярҙам иткән, һәм Дауыт уның менән яҡшы мөнәсәбәттәрен ҡайтарған (2 Сам. 12:13; Зәб. 51:2—4, 17). Ул, йөрәге бүленеүенә юл ҡуйып, ниндәй бәлә-ҡазалар килтергәнен иҫтә тотҡан. Уның Зәбур 86:11-ҙә яҙылған һүҙҙәрен «миңә бүленмәгән йөрәк бир» тип тә тәржемә итергә була. Йәһүә уға бер бөтөн, йәғни бүленмәгән йөрәк биргәнме? Эйе, Алла Һүҙендә Дауыт тураһында, уның йөрәге Аллаһы Йәһүәгә «тулыһынса тоғро» ине, тип әйтелгән (1 Бат. 11:4; 15:3).

14. Беҙ үҙебеҙгә ниндәй һорау бирергә тейеш һәм ни өсөн?

14 Дауыттың миҫалы беҙҙе рухландыра ла, киҫәтә лә. Уның етди гонаһ ҡылғаны Алланың хәҙерге ваҡытта йәшәгән хеҙмәтселәрен киҫәтә. Беҙ Йәһүәгә күптән түгел генә хеҙмәт итә башланыҡмы йә инде күп йылдар хеҙмәт итәбеҙме, барыбыҙға ла бындай һорау өҫтөндә уйланырға кәрәк: «Мин йөрәгемде бүлергә тырышҡан Шайтанға ҡаршы тораммы?»

Шайтан нисек тә булһа йөрәгегеҙҙе бүлергә тырышасаҡ. Уға юл ҡуймағыҙ! (15, 16-сы абзацтарҙы ҡарағыҙ.) *

15. Енси дәрт уятҡан рәсем күрһәк, Алланан ҡурҡыу беҙҙе нисек яҡлар?

15 Мәҫәлән, телевизорҙа йә интернетта енси дәрт уятҡан рәсем күрһәгеҙ, нимә эшләрһегеҙ? Был рәсем йә фильм порнография түгел бит, тип уйларға була. Ләкин Шайтан шулай итеп йөрәгегеҙҙе бүлергә тырышырға мөмкин (2 Кор. 2:11). Был рәсемде бүрәнәгә ҡағылған сөйҙәр менән сағыштырып була. Тәүҙә кеше бүрәнәгә бер нисә сөй ҡаға, шунан уларҙы тәрәнерәк керетә, һәм бүрәнә ярыла. Енси дәрт уятҡан образдар шундай сөйҙәргә оҡшаш була аламы? Бәләкәй һәм әллә ни зыянлы булып күренмәгән нәмәләр, тиҙ арала йөрәгебеҙҙе бүлеп, беҙҙе гонаһ ҡылырға этәрергә мөмкин. Шуға күрә йөрәгегеҙҙе дөрөҫ булмаған бар нәмәнән һаҡлағыҙ! Йәһүәнең исемен тәрән хөрмәт итер өсөн, йөрәгегеҙҙе бер бөтөн килеш һаҡлағыҙ!

16. Ҡотҡоға дусар булғанда, ниндәй һорауҙар өҫтөндә уйланырға кәрәк?

16 Енси дәрт уятҡан рәсемдәрҙән тыш, Шайтан беҙгә башҡа күп ҡотҡолар ҙа һала. Беҙ нимә эшләрбеҙ? Был үтә насар нәмәләр түгел, тигән һығымтаға килергә була. Мәҫәлән, беҙ былай тип фекер йөрөтөргә мөмкин: «Быны эшләһәм, мине йыйылыштан сығармаҫтар бит, тимәк, был етди түгел». Ундай уйҙар бөтөнләй дөрөҫ түгел. Ундай саҡтарҙа беҙгә ошондай һорауҙар өҫтөндә уйланырға кәрәк: «Ошо ҡотҡо аша Шайтан йөрәгемде бүлергә тырышмаймы? Гонаһлы теләккә бирелһәм, Йәһүәнең исеменә тап төшөрмәҫменме? Был мине Йәһүәгә яҡынлаштырырмы, әллә, киреһенсә, унан алышлаҫтырырмы?» Ошо һорауҙарға намыҫлы итеп яуап бирер өсөн, зирәклек һорап доға ҡылығыҙ (Яҡ. 1:5). Был һеҙҙе яҡлар һәм, «кит, Иблис» тигән Ғайса кеүек, ҡотҡоно кире ҡағырға ярҙам итер (Матф. 4:10).

17. Ни өсөн бүленгән йөрәк — насар ярҙамсы? Миҫал килтерегеҙ.

17 Бүленгән йөрәк — насар ярҙамсы. Күҙ алдына килтерегеҙ: спорт командаһының ағзалары бер-береһе менән һыйыша алмай, ти. Берәүҙәр үҙенә генә дан эҙләй, икенселәр ҡағиҙәләр буйынса уйнарға теләмәй, ә кемдер тренерға ҡарата ихтирамһыҙ. Ундай команда еңеү яуламаҫ. Берҙәм команда иһә уңышҡа ирешер. Шуның шикелле, уйҙарығыҙ, теләктәрегеҙ һәм хистәрегеҙ Йәһүәгә хеҙмәт итеүгә йүнәлгән булһа, йөрәгегеҙ уңышлы команда һымаҡ булыр. Онотмағыҙ, Шайтан нисек тә булһа йөрәгегеҙҙе бүлергә теләй. Ул уйҙарығыҙ, теләктәрегеҙ һәм хистәрегеҙ бер-береһенә һәм Йәһүәнең нормаларына ҡаршы килһен тип теләй. Әммә Йәһүәгә хеҙмәт итер өсөн, йөрәгегеҙ бер бөтөн булырға тейеш (Матф. 22:36—38). Бер ваҡытта ла Шайтанға йөрәгегеҙҙе бүлергә бирмәгеҙ!

18. Миҡай 4:5-тәге һүҙҙәрҙе иҫәпкә алып, һеҙ тәүәккәллек менән нимә эшләргә йыйынаһығыҙ?

18 Дауыт кеүек, «исемеңде тәрән хөрмәт итер өсөн, йөрәгемде бер бөтөн ит» тип доға ҡылығыҙ. Был доға буйынса эш итер өсөн бар көсөгөҙҙө һалығыҙ. Ҡарарҙарығыҙҙың етдиләре лә, әллә ни мөһим булмағандары ла Йәһүәнең изге исемен тәрән хөрмәт иткәнегеҙҙе күрһәтһен. Шул саҡта һеҙ, Йәһүә шаһиты булараҡ, был бөйөк исемде данларһығыҙ (Ғиб. һүҙ. 27:11). Һәм Миҡай пәйғәмбәр кеүек: «Беҙ Аллабыҙ Йәһүә исеме хаҡына мәңге йөрөйәсәкбеҙ», — тип әйтә алырһығыҙ (Миҡ. 4:5).

41-СЕ ЙЫР Эй Раббым, доғамды ишет

^ 5 абз. Беҙ Дауыт батшаның Зәбур 86:11, 12-лә яҙылған доғаһының бер өлөшөн ҡарап сығырбыҙ. Йәһүәнең исемен тәрән хөрмәт итеү үҙ эсенә нимәне ала? Ни өсөн беҙ был бөйөк исемгә тәрән хөрмәт менән ҡарарға тейеш? Һәм Алла алдында ҡурҡыу-хөрмәт үҫтереү беҙҙе төрлө ҡотҡоларҙан нисек һаҡлай ала?

^ 2 абз. Зәбур 86:11: «Мине үҙеңдең юлыңа өйрәт, эй Йәһүә. Мин хәҡиҡәтеңдә йөрөрмөн. Исемеңде тәрән хөрмәт итер өсөн, йөрәгемде бер бөтөн ит».

^ 6 абз. Сығыш 3:13, 14: «Муса иһә Аллаға былай тине: „Әйтәйек, мин, израилдәр янына барып, уларға: „Мине һеҙҙең янға ата-бабаларығыҙҙың Аллаһы ебәрҙе“, — тип әйтәм, ти. Ә улар: „Уның исеме нисек һуң?“ — тип һораһа, миңә нимә тиергә?“ Алла Мусаға: „КЕМ БУЛЫРҒА ТЕЛӘҺӘМ, ШУЛ БУЛАМ“, — тине. Һәм былай тип өҫтәне: „Израилдәргә шулай тип әйт: „Мине һеҙҙең янға үҙен „ШУЛ БУЛАМ“ тип атаған Зат ебәрҙе“».

^ 6 абз. Ишағыя 64:8: «Ләкин һин, эй Йәһүә, беҙҙең Атабыҙ. Беҙ балсыҡ, ә һин беҙҙең Көршәксебеҙ. Беҙҙең барыбыҙҙы һинең ҡулың яһаны».

^ 8 абз. Ҡанун 32:2, 3: «Өгөт-нәсихәтем ямғырҙай яуыр. Һүҙҙәрем ысыҡтай тамыр, сиҙәмгә тыныс ҡына яуған ямғырҙай, үҫемлектәргә ҡойоп яуған ямғырҙай булыр. Сөнки мин Йәһүәнең исемен иғлан итермен. Аллабыҙҙың бөйөклөгө тураһында һөйләгеҙ!»

^ 57 абз. РӘСЕМДӘ: Муса израилдәрҙе Йәһүәне данлаған йырға өйрәткән.

^ 61 абз. РӘСЕМДӘ: Һауа насар теләктәрен кире ҡаҡмаған. Беҙ, унан айырмалы булараҡ, Алланың исеменә тап төшөргән эштәргә этәргән һәм гонаһлы теләктәр тыуҙырған нәмәләрҙе ҡарамайбыҙ һәм уҡымайбыҙ.