Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

25-СЕ ӨЙРӘНЕҮ МӘҠӘЛӘһЕ

«Мин үҙем һарыҡтарымды эҙләрмен»

«Мин үҙем һарыҡтарымды эҙләрмен»

«Мин үҙем һарыҡтарымды эҙләрмен һәм улар тураһында ҡайғыртырмын» (ЙӘЗ. 34:11).

105-СЕ ЙЫР «Алла — мөхәббәт ул»

БЫЛ МӘҠӘЛӘЛӘ *

1. Ни өсөн Йәһүә үҙен әсәй кеше менән сағыштырған?

«ҠАТЫН имсәк балаһын онота аламы?» Был һорауҙы Йәһүә үҙ халҡына Ишағыя пәйғәмбәр көндәрендә биргән. «Хатта ул оноторға мөмкин, әммә мин һине онотмаясаҡмын», — тип әйткән уларға Алла (Ишағ. 49:15). Изге Яҙмала Йәһүә үҙен әсәй кеше менән һирәк сағыштыра. Әммә был осраҡта ул тап шундай сағыштырыу ҡуллана. Әсә менән бала араһындағы көслө бәйләнешкә иғтибар итеп, Йәһүә үҙенең хеҙмәтселәрен ни тиклем ныҡ яратҡанын күрһәтә. Күпселек әсәйҙәр Жасмин * исемле апай-ҡәрҙәштең бындай һүҙҙәре менән ризалашыр: «Әсәй кеше үҙ сабыйы хаҡында ҡайғыртҡанда, улар араһында үҙенә күрә бер бәйләнеш барлыҡҡа килә, һәм был бәйләнеш ғүмер буйына һүрелмәй».

2. Йәһүә, балаларының береһе унан алыҫлашһа, ниндәй хистәр кисерә?

2 Балаларының хатта береһе генә лә йыйылыш осрашыуҙарына йөрөмәй һәм вәғәзләмәй башлаһа, Йәһүә быны күрә һәм ҡайғыра. Күҙ алдына ғына килтерегеҙ: йыл һайын меңәрләгән хеҙмәтсеһенең актив булмаған вәғәзсе * булып киткәнен күреү Йәһүәнең күңелен ни тиклем әрнетә!

3. Йәһүә нимә теләй?

3 Актив булмаған ҡәрҙәштәребеҙҙең күбеһе йыйылышҡа кире ҡайта, һәм беҙ быға бик шат! Йәһүә үҙенән йыраҡлашҡан мәсихселәрҙең йыйылышҡа ҡайтыуын бик теләй, һәм беҙ уның хистәрен уртаҡлашабыҙ (1 Пет. 2:25). Беҙ шундай имандаштарға нисек ярҙам итә алабыҙ? Был һорауға яуап алыр алдынан, әйҙәгеҙ, ҡайһы бер ҡәрҙәштәрҙең ни өсөн осрашыуҙарға йөрөмәй йә хеҙмәттә ҡатнашмай башлағанын беләйек.

НИ ӨСӨН ҠАЙҺЫ БЕРӘҮҘӘР ЙӘҺҮӘГӘ ХЕҘМӘТ ИТМӘЙ БАШЛАЙ?

4. Донъяуи эш ҡайһы бер мәсихселәргә нисек тәьҫир итә?

4 Ҡайһы бер ҡәрҙәштәр башы менән эшкә сума. Көньяҡ-көнсығыш Азияла йәшәгән Хань исемле ағай-ҡәрҙәш былай тип бүлешә: «Мин эшкә сиктән тыш күп ваҡыт һәм көс сарыф иттем. Күберәк аҡсам булһа, Йәһүәгә яҡшыраҡ хеҙмәт итә алырмын, тип яңылыш фекер йөрөттөм, шунлыҡтан эш сәғәттәрен арттырҙым. Әкренләп осрашыуҙарҙы ҡалдыра башланым һәм һөҙөмтәлә йыйылыштан бөтөнләй алыҫлаштым. Әйтерһең дә, был донъя беҙҙе һиҙҙермәйенсә генә Йәһүәнән йыраҡлаштырыр өсөн булдырылған».

5. Етди ауырлыҡтар бер апай-ҡәрҙәшкә нисек тәьҫир иткән?

5 Ҡайһы бер ҡәрҙәштәр ауырлыҡтар арҡаһында бойоға. Британияла йәшәгән Энн исемле апай-ҡәрҙәштең биш балаһы бар. Ул былай тип һөйләй: «Бер улым зәғиф булып тыуҙы. Тағы бер улым психик ауырыу менән ауырый, ә бер ҡыҙымды йыйылыштан сығарҙылар. Мин шул тиклем бойоҡтом, хатта осрашыуҙарға йөрөүҙән һәм вәғәзләүҙән туҡтаным. Ахыр сиктә мин йыйылыштан ситләштем». Эйе, Энн балалары менән бик ауыр хәлгә эләккән. Беҙ шундай етди ауырлыҡтар кисергән бөтә ҡәрҙәштәрҙе лә бик йәлләйбеҙ.

6. Ни өсөн Колосстарға 3:13-тә яҙылған принцип буйынса эш итмәгән мәсихсе Йәһүә халҡынан алыҫлашырға мөмкин?

6 Колосстарға 3:13-тө * уҡығыҙ, ЯДТ. Йәһүәнең ҡайһы бер хеҙмәтселәре имандашына үпкәләгән. Илсе Павел ҡәрҙәштәрҙең ваҡыт-ваҡыт беҙҙе рәнйетә алғанын таныған. Беҙ хатта ғәҙелһеҙлек менән осраша алабыҙ. Һаҡ булмаһаҡ, беҙ асыу тотоп йөрөргә мөмкин. Шул арҡала мәсихсенең Алла халҡынан йыраҡлашыуы ихтимал. Көньяҡ Американан Пабло исемле ағай-ҡәрҙәштең миҫалына иғтибар итәйек. Ул нахаҡҡа ғәйепләнгән булған, шуға күрә йыйылышта яуаплы вазифаларын юғалтҡан. Шул ваҡытта ул үҙен нисек тотҡан? «Мин ныҡ асыуландым һәм яйлап йыйылыштан алыҫлаштым», — ти Пабло.

7. Ғәйеп хисе кешегә нисек тәьҫир итә ала?

7 Элек Алла ҡанунын боҙған кеше выждан ғазабы кисерергә һәм, мин Алланың яратыуына лайыҡ түгелмен, тип уйларға мөмкин. Ундай мәсихсе, тәүбә итһә лә, үҙен Алла халҡы араһында булырға лайыҡ түгел тип һанай ала. Франсиско исемле ағай-ҡәрҙәш шулай уйлаған да. Ул былай тип бүлешә: «Мин енси әхлаҡһыҙлыҡ өсөн хоҡуҡ комитеты тарафынан шелтә алдым. Тәүҙә йыйылыш осрашыуҙарына йөрөнөм, ләкин һуңыраҡ бойоғоп киттем һәм, Йәһүәнең хеҙмәтселәре араһында булырға лайыҡ түгелмен, тигән һығымтаға килдем. Мин ғәйеп хисенән интегә инем һәм, Йәһүә мине ғәфү итмәгән, тип уйлай инем. Ваҡыт үтеү менән мин вәғәзләмәй һәм осрашыуҙарға йөрөмәй башланым». Һеҙ шундай хәлдәргә эләккән ҡәрҙәштәргә нисек ҡарайһығыҙ? Уларҙы йәлләйһегеҙме? Ә иң мөһиме, Йәһүә уларға нисек ҡарай?

ЙӘҺҮӘ ҮҘЕНЕҢ ҺАРЫҠТАРЫН ЯРАТА

Боронғо Израилдә көтөүсе юғалған һарығын наҙлап ҡайғыртҡан (8, 9-сы абзацтарҙы ҡарағыҙ.) *

8. Йәһүә элек хеҙмәттә ҡатнашҡан мәсихселәрҙе онотамы? Аңлатығыҙ.

8 Йәһүә ваҡытлыса йыйылыштан ситләшеп хеҙмәт итеүҙән туҡтаған мәсихселәрҙе һәм уларҙың элек хеҙмәттә башҡарған эштәрен онотмай (Евр. 6:10). Ишағыя пәйғәмбәр, Йәһүәнең үҙ халҡы хаҡында нисек ҡайғыртҡанын һүрәтләп, бындай матур һүҙҙәр яҙған: «Ул үҙенең көтөүен көтөүсе кеүек ҡайғыртыр. Ҡулы менән һарыҡ бәрәстәрен бергә йыйыр, уларҙы ҡуйынында йөрөтөр» (Ишағ. 40:11). Берәй һарығы көтөүҙән айырылып киткәндә, Бөйөк Көтөүсе ниндәй хистәр кисерә? Ғайса Мәсих Йәһүәнең хистәрен былай тип тасуирланған: «Нисек уйлайһығыҙ? Әгәр ҙә бер кешенең йөҙ һарығы булып, шуларҙың береһе аҙашһа, ул туҡһан туғыҙ һарығын тауҙа ҡалдырып, юғалғанын эҙләп китмәҫ инеме икән? Тапһа, һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм, юғалмаған туҡһан туғыҙына ҡарағанда, табылғанына ул нығыраҡ ҡыуаныр» (Матф. 18:12, 13).

9. Боронғо ваҡытта яҡшы көтөүсе үҙенең һарыҡтары хаҡында нисек ҡайғыртҡан? (Тышлыҡтағы рәсемде ҡарағыҙ.)

9 Ни өсөн Йәһүәне көтөүсе менән сағыштырып була? Сөнки боронғо ваҡытта яҡшы көтөүсе үҙенең һарыҡтары хаҡында наҙлап ҡайғыртҡан. Мәҫәлән, Дауыт үҙенең көтөүен яҡлар өсөн арыҫлан һәм айыу менән көрәшкән (1 Сам. 17:34, 35). Яҡшы көтөүсе хатта бер генә һарыҡтың юғалыуын да күреп ҡалыр ине (Яхъя 10:3, 14). Ул, 99 һарығын аҙбарҙа ҡалдырып йә башҡа көтөүсегә тапшырып, юғалған һарығын эҙләргә сығып китер ине. Ғайса, был сағыштырыуҙы ҡулланып, беҙҙе бер мөһим хәҡиҡәткә өйрәтергә теләгән. Ул былай тигән: «Күктәге Атам да был кеселәрҙең береһенең дә һәләк булыуын теләмәй» (Матф. 18:14, ЯДТ).

Көтөүсе, юғалған һарыҡты табып, уның яраһын бәйләй. (9-сы абзацты ҡарағыҙ.)

ЙӘҺҮӘ ҮҘЕНЕҢ ҺАРЫҠТАРЫН ЭҘЛӘЙ

10. Йәзәкил 34:11—16 буйынса, Йәһүә юғалған һарыҡтары өсөн нимә эшләргә вәғәҙә иткән?

10 Йәһүә беҙҙең һәр беребеҙҙе, шул иҫәптән йыйылыштан йыраҡлашҡан хеҙмәтселәрен дә ярата. Йәзәкил пәйғәмбәр аша Алла юғалған һарыҡтарын эҙләргә һәм уларҙы рухи яҡтан нығытырға вәғәҙә биргән. Ул шулай уҡ уларҙы ҡотҡарыр өсөн ниндәй саралар күрәсәге хаҡында әйткән. Был саралар көтөүсе юғалған һарығын табыр өсөн яһаған аҙымдарға оҡшаш. (Йәзәкил 34:11—16-ны * уҡығыҙ.) Беренсенән, көтөүсе һарығын эҙләгән, ә был күп көс һәм ваҡыт талап иткән. Шунан, һарығын тапҡас, ул уны кире көтөүгә ҡайтарған. Шулай уҡ, әгәр һарыҡ яраланһа йә асыҡһа, көтөүсе уның хаҡында наҙлап ҡайғыртҡан, уны күтәреп йөрөткән, ашатҡан һәм яраһын бәйләгән. «Алла көтөүендә» көтөүселәр итеп ҡуйылған өлкәндәргә, йыйылыштан йыраҡлашҡан ҡәрҙәштәргә ярҙам итер өсөн, шундай уҡ аҙымдар яһарға кәрәк (1 Пет. 5:2, 3). Өлкәндәр уларҙы эҙләй, уларға кире йыйылышҡа ҡайтырға ярҙам итә һәм уларҙы рухи яҡтан нығыта *.

11. Яҡшы көтөүсе нимәне аңлаған?

11 Яҡшы көтөүсе һарыҡтың юғала алғанын аңлаған. Һәм шундай хәл булғанда, ул юғалған һарыҡ менән ҡаты мөғәмәлә итмәгән. Әйҙәгеҙ, Йәһүәнең үҙенән ваҡытлыса алыҫлашҡан хеҙмәтселәренә нисек ярҙам иткәнен ҡарап сығайыҡ.

12. Йәһүә Юныс менән нисек мөғәмәлә иткән?

12 Юныс пәйғәмбәр Йәһүә биргән йөкләмәне үтәмәйенсә ҡасып киткән. Шулай ҙа Йәһүә шунда уҡ уны кире ҡаҡмаған. Яҡшы көтөүсе булараҡ, Йәһүә уны ҡотҡарған һәм уға йөкләмәне үтәр өсөн көс биргән (Юныс 2:7; 3:1, 2). Һуңыраҡ киң япраҡлы үҫемлек ярҙамында Йәһүә Юнысҡа һәр кешенең ғүмере бик ҡиммәтле икәнен аңлатҡан (Юныс 4:10, 11). Был беҙҙе нимәгә өйрәтә? Өлкәндәр актив булмаған ҡәрҙәштәргә ҡул һелтәмәй. Киреһенсә, улар шундай ҡәрҙәштең ни өсөн йыйылыштан йыраҡлашҡанын аңларға тырыша. Ә ул Йәһүәгә ҡайтһа, өлкәндәр уның хаҡында ҡайғыртыуын дауам итә.

13. Йәһүәнең мәҙхиә йырлаусы менән нисек мөғәмәлә иткәненән нимәгә өйрәнеп була?

13 73-сө мәҙхиәнең яҙыусыһы яуыз кешеләрҙең уңышлы булып күренгәне арҡаһында төшөнкөлөккә бирелгән. Ул Аллаға хеҙмәт итеүҙең файҙа килтергәненә шикләнә башлаған (Зәб. 73:12, 13, 16). Йәһүә быға нисек ҡараған? Ул мәҙхиә йырлаусыны тәнҡитләмәгән. Алла хатта уның һүҙҙәрен Изге Яҙмаға яҙҙыртҡан. Ахыр сиктә мәҙхиә йырлаусы Йәһүә менән дуҫлыҡ бар нәмәнән дә ҡәҙерлерәк икәнен аңлаған (Зәб. 73:23, 24, 26, 28) Беҙ бынан ниндәй һабаҡ алабыҙ? Берәйһе Йәһүәгә хеҙмәт итеүҙең файҙа килтергәненә шикләнә башлаһа, өлкәндәр уны хөкөм итергә ашыҡмаҫ, ә ҡәрҙәштең ни өсөн шундай һүҙҙәр әйткәнен һәм үҙен шулай тотҡанын аңларға тырышыр. Шунан һуң ғына өлкәндәр Изге Яҙма ярҙамында уны рухландыра ала.

14. Ни өсөн Ильяс ярҙамға мохтаж булған, һәм Йәһүә уны нисек йыуатҡан?

14 Ильяс пәйғәмбәр Иезавель батшабикәнән ҡасып йөрөгән (1 Бат. 19:1—3). Ул, үҙенән башҡа, Йәһүәнең пәйғәмбәрҙәре бүтән ҡалмаған тип иҫәпләгән һәм, хеҙмәтем юҡҡа булды, тип уйлаған. Ильяс шул тиклем төшөнкөлөккә бирелгән, хатта үлергә теләгән (1 Бат. 19:4, 10). Йәһүә Ильясты тәнҡитләмәгән, ә уның бер үҙе түгел икәненә, алда әле күп эштәр көткәненә һәм уға көс бирәсәгенә ышандырған. Ильяс күңелен бушатҡанда, Йәһүә уны иғтибар менән тыңлаған һәм уға яңы йөкләмәләр биргән (1 Бат. 19:11—16, 18). Беҙ бынан нимәгә өйрәнә алабыҙ? Бөтәбеҙгә лә, айырыуса өлкәндәргә Йәһүәнең һарыҡтарына ҡарата игелекле булырға кәрәк. Ҡәрҙәшебеҙ, күңел әрнеүен белдереп, асыулы һүҙҙәр әйтһә йә үҙен Йәһүәнең мәрхәмәтенә лайыҡһыҙ тип һанаһа, өлкәндәр уны иғтибар менән тыңлар һәм уны Йәһүәнең яратыуына ышандырырға тырышыр.

БЕҘ ЙӘҺҮӘНЕҢ ЮҒАЛҒАН ҺАРЫҠТАРЫНА НИСЕК ҠАРАРҒА ТЕЙЕШ?

15. Яхъя 6:39 буйынса, Ғайса Атаһының һарыҡтарына нисек ҡараған?

15 Йәһүәнең юғалған һарыҡтарына нисек ҡарарға кәрәк? Алла беҙҙән нимә көтә? Ғайса Мәсих был йәһәттән яҡшы үрнәк ҡалдырған. Ул шуны белгән: Атаһы үҙенең бөтә һарыҡтарын бик ҡәҙерләй. Шунлыҡтан Ғайса «Израиль халҡының юғалған һарыҡтарына» Йәһүәгә ҡайтырға ярҙам итер өсөн бар көсөн һалған (Матф. 15:24; Лука 19:9, 10). Ғайса, ҡайғыртыусан көтөүсе кеүек, Йәһүәнең бер һарығын да юғалтмаҫ өсөн хәленән килгәндең барыһын эшләгән. (Яхъя 6:39-ҙы уҡығыҙ.)

16, 17. Өлкәндәр актив булмаған ҡәрҙәштәргә ярҙам итеү вазифаһына нисек ҡарарға тейеш? (« Улар ниндәй хистәр кисерә?» тигән рамканы ҡарағыҙ.)

16 Илсе Павел Ефес йыйылышының өлкәндәрен Ғайсанан өлгө алырға өндәгән. Ул уларға былай тигән: «Ғайсаның: „Алыуға ҡарағанда биреүҙә бәхет күберәк“, — тигән һүҙҙәрен иҫтә тотоп, тырышлыҡ һалып хәлһеҙҙәргә ярҙам итеү фарыз» (Ғәм. 20:17, 35). Был һүҙҙәрҙән күренеүенсә, өлкәндәр Йәһүәнең халҡы хаҡында ҡайғыртыу өсөн яуаплы. Испанияла йәшәгән Сальвадор исемле өлкән бына нимә ти: «Йәһүә үҙенең юғалған һарыҡтарын бик ярата. Шул хаҡта уйлағанда, минең уларға ярҙам итер өсөн көсөмдән килгәндең барыһын эшләргә теләк тыуа. Рухи көтөүсе булараҡ, мин шуға инанам: Йәһүә минең улар хаҡында ҡайғыртыуымды теләй».

17 Был мәҡәләлә иҫкә алынған бөтә ҡәрҙәштәргә лә Йәһүәгә кире ҡайтырға ярҙам иткәндәр. Әммә Йәһүәнән алыҫлашҡан һәм уға кире ҡайтырға теләгән ҡәрҙәштәр күп әле. Киләһе мәҡәләлә беҙ уларға нисек ярҙам итә алғаныбыҙҙы ентекләберәк ҡарап сығырбыҙ.

139-СЫ ЙЫР Ожмахты күҙ алдына килтер

^ 5 абз. Ни өсөн йылдар буйы Йәһүәгә тоғро хеҙмәт иткән ҡайһы бер ҡәрҙәштәр йыйылыштан алыҫлаша? Алла уларға нисек ҡарай? Ә боронғо ваҡытта Йәһүә үҙенән ваҡытлыса йыраҡлашҡан хеҙмәтселәренә нисек ярҙам иткән, һәм беҙ бынан нимәгә өйрәнә алабыҙ? Был мәҡәләлә ошо һорауҙарға яуап бирелер.

^ 1 абз. Ҡайһы бер исемдәр үҙгәртелгән.

^ 2 абз. АҢЛАТМА. Алты йә күберәк ай дауамында хеҙмәт хисабын бирмәгән мәсихсе актив булмаған вәғәзсе тип иҫәпләнә. Шулай ҙа актив булмаған вәғәзселәр беҙҙең ҡәрҙәштәр булып ҡала, һәм беҙ уларҙы яратабыҙ.

^ 6 абз. Колосстарға 3:13, ЯДТ: «Бер-берегеҙгә ҡарата сабыр булып һәм бер-берегеҙҙе ихлас күңелдән кисереп йәшәгеҙ. Хатта һеҙҙе берәйһе рәнйетһә лә, шулай эшләгеҙ. Йәһүә һеҙҙе ихлас күңелдән кисергән кеүек, һеҙ ҙә шулай кисерергә тейеш».

^ 10 абз. Йәзәкил 34:11—16: «Аллаһы Тәғәлә Йәһүә былай ти: „Бына! Мин үҙем һарыҡтарымды эҙләрмен һәм улар тураһында ҡайғыртырмын. Таралған һарыҡтарын табып, уларҙы ҡайғыртыусы көтөүселәй, мин үҙ һарыҡтарымды ҡайғыртырмын, уларҙы болоттар һәм ҡуйы ҡараңғылыҡ көнөндә таратылған бөтә урындарынан ҡотҡарырмын. Мин уларҙы халыҡтарҙан сығарырмын, төрлө илдәрҙән бергә йыйырмын, уларҙы үҙ ерҙәренә килтерермен. Уларҙы Израиль тауҙарында, ағымдар янында һәм ошо ерҙең бар йәшәү урындары янында көтөрмөн. Мин уларҙы яҡшы көтөүлектә көтөрмөн. Улар утлап йөрөгән ер Израилдең бейек тауҙарында булыр. Улар яҡшы утлауыҡтарҙа ятыр һәм Израиль тауҙарындағы иң яҡшы көтөүлектәрҙә туҡланыр“. „Мин үҙ һарыҡтарымды үҙем көтөрмөн һәм уларҙы үҙем ятҡырырмын, — тип әйтә Аллаһы Тәғәлә Йәһүә. — Мин юғалғанын эҙләрмен, ситкә киткәнен кире ҡайтарырмын, яраланғанын бәйләрмен, хәлһеҙен нығытырмын. Ә һимергән һәм ҡоторонҡо холоҡлоһон юҡ итермен. Ундайҙарын хөкөм итермен һәм уларға тейешле яза бирермен“».

^ 10 абз. Киләһе мәҡәләлә өлкәндәрҙең ошо аҙымдарҙы нисек яһағаны ҡаралыр.

^ 62 абз. РӘСЕМДӘ: боронғо Израилдәге көтөүсе, юғалған һарыҡ өсөн борсолоп, уны эҙләгән һәм кире көтөүгә ҡайтарған. Бөгөн рухи көтөүселәр шулай уҡ эш итә.

^ 66 абз. РӘСЕМДӘ: актив булмаған апай-ҡәрҙәш автобус тәҙрәһенән йәмәғәт урынында вәғәзләгән ике шатлыҡлы ҡәрҙәште күрә.